Эстәлеккә күсергә

Көләмәстәр/Миңдәхмәт быуай мәҙәктәре

Викидәреслек проектынан

«Киске Өфө», 13-сө һан, 2014 йыл Һеҙҙең ауылда нисектер, ә бына беҙҙең ауылда… рубрикаһы

Беҙҙең Башҡорт Илсекәйе ауылында Миһранов Миңдәхмәт Миһран улы исемле йор һүҙле, кеше көлдөрөп һөйләшкән быуай (һуғыш ветераны, 1910 йылғы ине) була торғайны. Хәләл ефете Фатима әбей менән өс ҡыҙ, биш ул үҫтерҙеләр улар.

«Әкрен, кейәү, ҡыҙым йәш...»

[үҙгәртергә]

Бер ҡыҙын, халыҡ әйтмешләй,” кәрткә отторған”, имеш, бабайыбыҙ. Отторған тигәс тә, шул уйынлы—ысынлы, шаярып һөйләшкәндер инде. Яусылар артынса уҡ, эҙенә баҫып, килеп тә еткән бит инде. Егет фотола ғына күргән ҡыҙға ғашиҡ булған, күрәһең. Инде нишләргә… Ул ҡыҙы өйҙә булмағас, икенсе ҡыҙын бирергә булған бабайыбыҙ.

(Нисек булһа ла, ул апайыбыҙ, яҙған хәләле менән татыу донъя көтөп, һәйбәт балалар үҫтереп, әле булһа күрше ауылды бәхетле йәшәй).

...Никах уҡығас, еңгәләре ҡыҙ менән егетте сымылдыҡҡа алып китер алдынан, бабайыбыҙ: «Әкрен, кейәү, ҡыҙым йәш...» тип әйткән тиҙәр. Һаман да беҙҙең ауылда яуаплы һәм мөһим эшкә тотонорға торғандамы, әллә көлдөрөр өсөн генәме, ошо һүҙҙәрҙе әйтәләр ҙә йылмаялар һәм көләләр.

Һуғыш ғәрәсәтен үткән быуын вәкиле булараҡ (хәҙергесә әйтһәк, тәрән стресс кисергәндәр бит улар!), быуай һалырға ла ярата ине. Эсеп алғас, теленән ҡолаҡҡа ятмаған һүҙҙәр ҙә ысҡынып киткеләгән. Ҡайһылыр ҡыҙының туйында, иҫереп киткәс, юҡты һөйләп йөрөмәһен, типтер инде, Миңдәхмәт быуайҙы һике аҫтына һалып ҡуйғандар, ти.

Айный башлағас, бабайыбыҙ, тирә-яғын һәрмәп, ҡапшап ҡарай ҙа: «Әллә ҡәберҙә ятам инде, быныһы, ахыры, ләхет таҡтаһы?» тип мығырҙай икән.

Ҡайҙандыр йыраҡтан кеше һөйләшкән тауыштар ишетелгән кеүек булған, бабайыбыҙ ҡолаҡ һала ҡуйған: «Бәй, теге ҡара сусҡамдың, минең Фатимамдың, тауышы шай ҙа? — тип һөйләнә-һөйләнә һике аҫтынан шыуышып сығып килә икән. — Ә мин үҙемде теге донъяла ятам, тип уйлаған булам тағы...»

Барыһы ла ҡысҡырып көлөшкән. Үҙе бер ирмәк тамаша булған. Һаман иҫләйҙәр был хәлде беҙҙең ауылда, йыш ҡына уны һөйләп, көлөшөп алалар.

Шул уҡ Миңдәхмәт быуай һөйләп көлдөргән тағы бер ҡыҙыҡты яҙғым килә.

«Атайым Миһран ҡарт миңә кәләш йәрәшергә ниәтләгәнен, ҡыҙҙың ҡайһы ауылдан икәнен, исемен әйткәс, киттем һыбай Яуын ауылына...» (хәҙерге Ҡыйғы районындағы ауыл). 25 саҡрым ара тип тә тормаған бит. Ҡыҙҙың һынын-һыпатын күргеһе килгәндер инде. Әй йылғаһын бирге яҡтағы Шәрәк ауылы эргәһендә кискән, әлбиттә.

«Буласаҡ кәләшемдең өйөн дә таптым, аңдып йөрөйөм. Төҫө-башын күрге килә бит. Бәрәңге күмеп йөрөй ине. Ҡайҙан минең күҙәткәнде тоя, ҡара сусҡа, яҡыныраҡ килеп күҙ һалайым, тиһәм, күлдәгенең итәктәре менән битен ҡаплай ҙа, бәрәңге араһына сүгеп ултыра ла ҡуя... Шу хәттем «ҡара һылыу» булғанын алдан белһәм, алмаған булыр инем, билләһи», тигән булыр ине. Кеше көлдөрөр өсөн инде, әлбиттә. Булған гонаһтарын шулай юйҙыртып йәшәне бабайыбыҙ.

Фатима әбей (1916 – 2009), 93 йәшкә етеп вафат булды. Ҡара һылыу, уртаса кәүҙәле, һимереп тә ҡарамаған, еңел һөйәкле, бик теремек, шаян һүҙле әбей булды (90 йәшенә тиклем көйәнтәләп һыу ташый алды, һыйыр һауҙы). Уны ауылда бар кеше лә ихтирам итте, ҡыҙ оҙатҡанда сеңләтер өсөн гел уны йөрөттөләр. Ҡунаҡ булышҡанда, ул төрлө көнкүреш әйберҙәрен (ҡалай биҙрәне, һоҙғаҡты, тәртешкәне, ҡалаҡтарҙы) музыка ҡоралы итеп файҙалана һәм ҡунаҡтарҙы бейетер булған, әлбиттә, ҡумыҙҙа ла уйнаған.

Ә ҡартының «ҡара сусҡа» тип һөйләгәненә исмаһам да иҫе китмәҫ ине. Йылмайып ҡарап тик торор ине. Бик оҙон ғүмер юлы үтһә лә, әбейҙең иҫе дөрөҫ һаҡланды. Фатима әбей ауыл халҡы, ата-бабалар, нәҫел-заттар тураһында күп мәғлүмәткә эйә ине. Үҙе данлыҡлы Әйле ырыуҙар берләшмәһенә ҡараған Тырнаҡлы ырыуы ҡыҙы булһа ла, беҙҙең Алтауыл Түбәләҫ ырыуына (ҡайһы бер ғилми сығанаҡтарҙа беҙҙең ырыуҙы Әйлегә индерһәләр ҙә, ағасыбыҙ — ҡарағас, ҡошобоҙ — ҡарағош, тамғабыҙ — һүмес, ораныбыҙ — Салауат булғас, беҙ бөйөк Табын ырыуына ҡарайбыҙ булып сыға, 1834-се йылғы 8-се ревизия материалдарынан күренеүенсә, беҙҙең ата-бабалар имза урынына һүмес-тамға ҡуйғандар, иҫке төркисә яҙа белгәндәре хәрефле имза ҡуйғандар) ҡараған Башҡорт Илсекәйе ауылының боронғо кешеләрен, иренең, балаларының ата-бабаларын, Ҡыуыҡ нәҫеле шәжәрә ағасын яҡшы уҡ белә ине. Мин унан Ҡыуыҡ нәҫеленең ҡарт олатаһының исеме Көҫәпәй булғанын яҙып алғайным. Ҡатын-ҡыҙҙың яҙмышы шулай: тыуған ере түгел, төшкән ере мөһимерәк булып китә.

  • Әйтергә кәрәк, ауыл атамалары тарихын, ырыу-ҡәбиләләрҙе өйрәнгән ғалимдарыбыҙ Азат һәм Фирүзә Камаловтарҙың «Атайсал» китабында Ҡыуыҡ нәҫеле, яңылышмаһам, Әбйәлил, Баймаҡ һәм Бөрйән райондарында ла таралған. Уртаҡлыҡ барҙыр һис шикһеҙ был тәңгәлдә...