Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр

Викидәреслек проектынан

Башҡорт халыҡ мәҡәлдәре һәм әйтемдәре

А

Аб

  • Абайламай ашаһаң, ауыҙың бешер
  • Абайламай һөйләгән - ауырымай үлгән
  • Абруй - ирҙең ҡеүәте
  • Абынмаҫ ерҙә абынма, абруйың төшөр
  • Абынмаҫ ат булмаҫ
  • Абынмаҫ аяҡ булмаҫ, ярылмаҫ таяҡ булмаҫ
  • Абыныр өсөн түңгәк табылыр
  • Абынған алты һөрөнгән
  • Абынғанға аяҡ салмайҙар
  • Абынғандың хәлен һөрөнгәндән һора

Ағ

  • Аға булыр егеттең итәк-еңе киң булыр
  • Ағай алғанда, еңгә йыйғанда яҡшы
  • Ағаһы барҙың һағы бар, балаһы барҙың ялы бар
  • Ағаһын күреп эне үҫер, апаһын күреп һеңле үҫер
  • Ағайым кемде алһа - еңгәм шул, апайым кемгә барһа - еҙнәм шул
  • Ағай алғанда, еңгәй йыйғанда яҡшы
  • Ағай булыр егеттең итәк-еңе киң булыр
  • Ағай булыр егеттең әйткән һүҙе им булыр, Булыр - булмаҫ егеттең әйткән һүҙе ел булыр
  • Ағай - оло, мин - ҙур, атҡа бесән кем һалыр?
  • Ағайым алғансы, еңгәм килгәнсе(яҡшы)
  • Ағайым кемде алһа - еңгәм шул, апайым кемгә барһа - еҙнәм шул
  • Ағайым өйө - аҡ йәйләү, энем өйө - өң төбө
  • Ағайҙыҡы алғансы, еңгәйҙеке елгәнсе
  • Ағай - эне -ағай - эненең көҙгөһө
  • Ағай - эне аҙһа, ала булыр
  • Ағай- эне бер үлелә, бер терелә кәрәк
  • Ағай - эне менән аш татлы
  • Ағай - эне талашһа, ятҡа йәм
  • Ағай - эне талашыр, атҡа менһә ярашыр
  • Ағай - эне татыу булһа, ат күп булыр; Апһын - әзе татыу булһа, аш күп булыр
  • Ағай - эне татыу булһа, менергә ат етә; Килендәштәр татыу булһа, ашарға аш етә
  • Ағай - эне яуға кәрәк, мал дауға кәрәк
  • Ағай - энегә ҡарап мал үҫер, ҡарағайға ҡарап тал үҫер
  • Ағай-эненән айыу-бүре ҡурҡҡан
  • Ағай - энеңдең аты уҙғансы, ауылдашыңдың тайы уҙһын
  • Ағай - энеңдең аты үткәнсе, ауылыңдың эте үтһен
  • Ағай- эненең ҡыҙығы - алыш-биреш, ҡоҙалыҡтың ҡыҙығы - барып килеш
  • Ағай - эненең тартышы - туй бүләге йыртышы
  • Ағай - эненән айыу-бүре ҡурҡҡан
  • Ағай - энең бар ерҙә, "дошманым" юҡ тимә, апһының бар ерҙә, "көндәшем" юҡ тимә
  • Ағайым өйө - аҡ йәйләү, энем өйө - өң төбө
  • Ағас ағасҡа таяна, әҙәм әҙәмгә таяна
  • Ағас айыры үҫһә лә тамыры бер
  • Ағас ауыҙ, балта тел
  • Ағас балтанан ҡурҡа
  • Ағас башы - ҡаҙыҡ, балдыҙ алыу - яҙыҡ
  • Ағас башы - япраҡ, ҡырау төшһә, һарғайыр, кеше күрке - сепрәк, баҫып кейһәң, таушалыр
  • Ағас башын ел алыр, күпер башын һыу алыр
  • Ағас башын ел борор, әҙәм башын һүҙ борор
  • Ағас бейек булһа ла, тамыры ерҙә
  • Ағас ботаҡһыҙ булмаҫ, дан уртаҡһыҙ булмаҫ
  • Ағас емеше менән, кеше эше менән
  • Ағас емеше менән матур
  • Ағас емешенән, кеше ҡыланышынан билгеле
  • Ағас күрке -япраҡ, әҙәм күрке - сепрәк
  • Ағас ҡырҡһаң, оҙон ҡырҡ: ҡырҡа -ҡырҡа ҡыҫҡарыр, тимер ҡырҡһаң, ҡыҫҡа ҡырҡ: һуға-һуға оҙонайыр
  • Ағас нәҫеле - ерҙә, ир нәҫеле - илдә
  • Ағас сыбыҡ саҡта бөгөлә
  • Ағас та ергә төпләнә
  • Ағас та үҙ нәҫелен үҙе тирәһенә йыя
  • Ағас тамыры ер үтә керә, әҙәм тамыры ил үтә керә
  • Ағас тамырынан әҙәм тамыры күберәк
  • Ағас урмандан йыраҡ үҫһә лә шунда табан һығыла
  • Ағас үлеме балтанан
  • Ағас япрағы менән матур
  • Ағасҡа ла мен, ботаҡҡа ла ҡаҙалмаһын
  • Ағастан япраҡ төшмәй тормай
  • Ағасты йәштән бөк
  • Ағасты кем ултыртһа, емеше шуныҡы
  • Ағасты ҡапыл эймә -һыныр
  • Ағасты тотҡан ерҙән һындырып булмай
  • Ағасты япраҡ биҙәй, кешене хеҙмәт биҙәй.
  • Ағастың башын киҫһәң, төбө ҡалыр
  • Ағастың йомшағын ҡорт баҫыр
  • Ағастың тамырына балта сабып, япрағы менән дуҫ булма
  • Ағасына күрә алмаһы, инәһенә күрә балаһы
  • Ағасһыҙ йортҡа ҡош ҡунмаҫ, балаһыҙ йортҡа ҡот ҡунмаҫ
  • Ағасһыҙ урман юҡ, хужаһыҙ донъя юҡ
  • Ағасына күрә емеше
  • Ағиҙел ҡаты аҡһа ла, ҡомо ҡалыр; Хәсрәт үҙе баҫылһа ла, моңо ҡалыр
  • Ағиҙелдең аръяғында бер энәгә бер һыйыр
  • Ағиҙелдең башы — Ирәмәл
  • Ағы барҙың туғы бар
  • Ағыр һыуҙың ҡәҙере юҡ
  • Ағыу хәтәр, ағыуҙан ғәйбәт хәтәр
  • Ағыу яһаған ағыуҙан үлер, һөңгө яһаған һөңгөнән үлер
  • Ағымға ҡаршы йөҙөү ауыр
  • Аҡҡан һыу кире ҡайтмай
  • Аҡҡан һыу юлын табыр
  • Аҡҡан һыуҙа монтар юҡ
  • Аҡмаған һыуҙы үлән баҫа
  • Аҡмаһа ла тама

Аж

  • Ажғырған айғырҙың өйөрөн күр

Аҙ

  • Аҙ аҙҙырыр, күп яҙҙырыр
  • Аҙ ауырыу, анһат үлем(бир)
  • Аҙ аша - йыш аша
  • Аҙ ашаған да ауырыған, күп ашаған да ауырыған
  • Аҙ ашаған май ашар, күп ашаған лай ашар
  • Аҙ ашаһаң, тағы ашарһың, күп ашаһаң, ни ашарһың?
  • Аҙ ашым - ҡайғыһыҙ башым
  • Аҙ белмәгән күп тә белмәҫ
  • Аҙ булһа ла күптәй күр
  • Аҙ булһын, тәмле булһын
  • Аҙ ҙа етә, күп тә бөтә, бергә торғанға ни етә?
  • Аҙ кешене күп кеше бер яйға килтерер
  • Аҙ күпкә буйһонор
  • Аҙ ҡап, ҡаҙ ҡап
  • Аҙ һөйлә, күп тыңла
  • Аҙ һөйлә, күп эшлә
  • Аҙ һөйләгән күп эшләр
  • Аҙ һөйләһәң, күп ишетерһең
  • Аҙ һүҙ менән күпте әйт
  • Аҙ һүҙҙән мәғәнә сығыр, күп һүҙҙән бәлә сығыр
  • Аҙ эш күп һүҙҙән яҡшыраҡ
  • Аҙға ҡәнәғәт итмәгән күбен күрмәҫ
  • Аҙғын ат тайға эйәрер, әрһеҙ кеше байға эйәрер.
  • Аҙҙан ғына күңел табыла, юҡтан ғына күңел ҡала
  • Аҙҙан күп була, күптән юҡ була
  • Аҙҙы күпкә ҡушҡандың арманы юҡ
  • Аҙҙың аҙығы бергә
  • Аҙҙың ҡәҙерен белмәгән күптең ҡәҙерен белмәҫ
  • Аҙыҡлы ат арымаҫ, аҙыҡһыҙ ат бармаҫ.
  • Аҙыҡлы ат арымаҫ, дағалы ат таймаҫ.
  • Аҙамат ирҙең билдәһе - аҙ һөйләр ҙә күп тыңлар, арғымаҡ аттың билдәһе - аҙ уртлар ҙа күп юшар
  • Аҙаматҡа ҡул бирһәң, абруйың артыр
  • Аҙанды ҡырҡ ҡабат әйтмәйҙәр
  • Аҙашҡандан юл һорамайҙар
  • "Аҙашмам" тигән егетте ҡара томан аҙаштырыр
  • "Аҙашмайым" тигән кеше күҙ менән ҡаш араһында аҙашыр
  • Аҙашһаң, алдыңа ҡара
  • Аҙашһаң, алдыңа ҡара
  • Аҙашһаң, ил менән аҙаш
  • Аҙбары бар, аты юҡ
  • Аҙғын ат тайға эйәрер, әрһеҙ кеше байға эйәрер
  • Аҙғын ҡатын йөрөр-йөрөр ҙә, өйөнә еткәс, йүгерер
  • Аҙғын тапһа, айырым ашар; йомарт тапһа, бергә ашар
  • Аҙғын эт үҙ ояһына ҡарап өрөр
  • Аҙғын тапһа, айырым ашар; йомарт тапһа, бергә ашар
  • Аҙғынға эйәрһәң, аҙырһың, тоғро юлдан яҙырһың
  • Аҙығың булһа, арымаҫһың, дуҫың булһа, бәләгә тарымаҫһың
  • Аҙығыңды алыҫ ҡуй, ҡаҙығыңды ҡулбуй(ы)
  • Аҙыҡ мул ерҙә ауырыу булмаҫ
  • Аҙыҡлы ат арымаҫ, аҙыҡһыҙ ат бармаҫ
  • Аҙыҡлы ат арымаҫ, дағалы ат таймаҫ
  • Аҙыҡлы ҡунаҡ ҡупрайыр
  • Аҙыҡлы ат арымаҫ, аҙыҡһыҙ ат бармаҫ

Ай

  • Ай айламай ат маҡтама, йыл йылламай килен маҡтама
  • Ай байыһа - йондоҙ бар, ҡатын үлһә - балдыҙ бар
  • Ай бирҙе - ҡояш алды
  • Ай йөрө - аман йөрө
  • Ай йөрөмәй ат маҡтама, йыл тормай кейәү маҡтама
  • Ай ҡолаҡланһа - аяғыңды нығыт, көн ҡолаҡланһа - ҡолаҡсыныңды нығыт
  • Ай менән көн уртаҡ, йыр менән көй
  • Ай менән көндәй, һәр кемгә берҙәй
  • Ай менән ҡояш берәр генә була
  • Ай менән ай бер түгел
  • Ай уртаҡ, көн уртаҡ, яҡшы кешенең эше уртаҡ
  • Ай уртаҡ, төн уртаҡ
  • Айға үрелгән – нурға күмелгән
  • Ай үткәс - көн һана, көн үткәс - ай һана(ғүмер үтә)
  • Ай үтә, йыл үтә, ай әйләнә көн үтә
  • Ай яҡтыртҡанда, йондоҙ күренмәй
  • Айға ҡарап ай булма
  • Айға ҡарап аҡырма, илгә бәлә саҡырма
  • Айғыр ҡалдырһаң, йүнлеһен ҡалдыр, ҡусҡар ҡалдырһаң, йөнлөһөн ҡалдыр
  • Айғыр малға ни етә, йөрөй белгән кешегә?Тыуған илгә ни етә - ҡәҙерен белгән кешегә?
  • Айғыр менән уйнаған тайҙың арҡаһы яралы булыр
  • Айғыр өйөрөн ташламаҫ
  • Айғырың ала булһа, ҡолоноң ҡола булыр
  • Айҙың да йондоҙо бар
  • Айғыр ҡалдырһаң, йүнлеһен ҡалдыр, ҡусҡар ҡалдырһаң, йөнлөһөн ҡалдыр.
  • Айлы төн аҙашмаҫҡа яҡшы
  • Айныҡ башта - айныҡ аҡыл
  • Айныҡ өгөтө иҫереккә кермәй
  • Айран һорап килһәң, туҫтағыңды йәшермә
  • Айран эскән ҡотолған, күнәк ялаған тотолған
  • "Айт" иткәнгә "тайт" иткән
  • Айһыҙ атың маҡтама, йылһыҙ ҡатын маҡтама
  • Айһыҙ төндә ҡыҙ күҙләмәйҙәр, болғансыҡ һыуҙа балыҡ эҙләмәйҙәр
  • Айы еткән -айында үлә, көнө еткән - көнөндә үлә
  • Айым тура баҡҡанда, йондоҙҙарға йоҙроҡ
  • Айың-көнөң уртаҡ булһын, ирең уртаҡ булмаһын
  • Айың-көнөң уртаҡ булһын, малың уртаҡ булмаһын
  • Айырылған ир аҙыр, ҡушылған ир уҙыр
  • Айырылған ҡаҙ тупланған ҡарғаға ем булыр
  • Айырылғанды айыу ашар, бүленгәнде бүре ашар
  • Айырылғандың ҡанаты ҡайырылған
  • Айырылмаҫтай дуҫыңа ҡайырылмаҫтай һүҙ әйтмә
  • Айырылыу - ҡанатың ҡайырылыу
  • Айырылма өйөрөңдән: айырылһаң өйөрөңдән, ике ҡулың китмәҫ бөйөрөңдән
  • Айырылыр дуҫ аяулы малыңды һорар
  • Айырылыр дуҫ эйәрҙең арт ҡашын һорай
  • Айыу алыр егетте атынан танырмын, бүре алыр егетте бүркенән танырмын
  • Айыу йоҡоһон йоҡлама, айыу йоҡоһо айҙа ла бөтмәй.
  • Айыу атырҙың аяғынан, бүре атырҙың бүркенән билгеле
  • Айыу балаһын алға һалһаң да иш булмаҫ
  • Айыу балаһын итәккә һалһаң да илекмәҫ, бүре балаһын бүреккә һалһаң да берекмәҫ
  • Айыу беләгенә, әҙәм белегенә ышана
  • Айыу беләгенә ышаныр, егет йөрәгенә ышаныр
  • Айыу ҡашҡа булмаҫ, яман яҡшы булмаҫ
  • Айыу ҡыуып ҡуян тотҡан
  • Айыу өңөндә, ҡурҡаҡ өйөндә көслө
  • Айыу урманды һаҡлай, урман айыуҙы һаҡлай
  • Айыу-бүре берекмәҫ
  • Айыуға аҡыл өйрәткән - таяҡ
  • Айыуға аҡыл өйрәткән - таяҡ, муллаға аҡыл өйрәткән - тамаҡ
  • Айыуға аҡыл өйрәткән - таяҡ, йүнһеҙгә аҡыл өйрәткән - һабаҡ
  • Айыуға аҡыл өйрәткән - таяҡ
  • Айыуға аҡыл өйрәткән - таяҡ, йүнһеҙгә аҡыл өйрәткән - һабаҡ
  • Айыуға аҡыл өйрәткән - таяҡ, муллаға аҡыл өйрәткән - тамаҡ
  • Айыуға намаҙ өйрәткән - таяҡ
  • Айыуҙан ҡасҡан -бүрегә тарыған; Дощмандан ҡасҡан - үлемгә тарыған
  • Айыуҙан ҡастым - бүрегә юлыҡтым
  • Айыуҙан ҡурҡҡан урманға бармаҫ
  • Айыуҙан ҡурҡҡан урманға бармаҫ, сиңерткәнән ҡурҡҡан иген икмәҫ
  • Айыуҙы айыу ашамаҫ, бүрене бүре ашамаҫ
  • Айыуҙы еңгән - ярты ир, асыуҙы еңгән - бөтөн ир
  • Айыуҙы ла бейергә өйрәтәләр
  • Айыуҙы үҙ майы менән майлайҙар
  • Айыуҙы үлтермәҫ борон тиреһен һатмайҙар
  • Айыуҙы һыйпау менән һыйыр булмаҫ
  • Айыуҙың үҙен тапҡас, эҙен эҙләмә
  • Айыуҙы айыу ашамаҫ, бүрене бүре ашамаҫ.
  • Айыу балаһын алға һалһаң да, иш булмаҫ.
  • Айыу-бүре берекмәҫ.


Аҡ

  • Аҡ аҡса ҡара көн өсөн
  • Аҡ ашаған арымаҫ
  • Аҡ булмаһа ла пак булһын
  • Аҡ кейем кер тотмай
  • Аҡ кеше - саҡ кеше, ҡара кеше - ныҡ кеше
  • Аҡ күңелдең аты арымаҫ, туны туҙмаҫ
  • Аҡ кәүҙәңдең ҡәҙерен ауырыу булғас белерһең
  • Аҡҡа ҡара тамһа - бөтмәй
  • Аҡҡа ҡара тиҙ тейә
  • Аҡҡа төшкәнсе, ташҡа төш
  • Аҡ матур - саҡ матур, ҡара матур - бик матур
  • Аҡ сәлләле мулланан аҡ яулыҡлы ҡатын артыҡ
  • Аҡ тигәнең - алғыш, ҡара тигәнең - ҡарғыш
  • Аҡ өҫтөндә аҡ яҙыу беленмәҫ, аҡ өҫтөнә ҡара төшһә, юйылмаҫ
  • Аҡ туныңды яманлап, атлас ҡайҙан табырһың? Түрәләрҙе яманлап, ғәҙел ҡайҙан табырһың?
  • Аҡ эт бәләһе ҡара эткә
  • Аҡ эт, ҡара эт - икеһе лә эт
  • Аҡ юл - оҙон ғүмер
  • Аҡайған күҙҙә аҡыл аҙ
  • Аҡбуҙ атҡа еҙ ҡамсы
  • Аҡҡа ҡара тиҙ йоға
  • Аҡҡан һыу кире ҡайтмай
  • Аҡҡан һыу юлын табыр
  • Аҡҡан-тамғанды көтмә, үҙең тап
  • Аҡҡош күлдә булыр, аҡсарлаҡ һыуҙа булыр
  • Аҡҡош күрһәң, атып ал, былбыл күрһәң, һатып ал
  • Аҡҡош боҙ ашап китә,боҙ ашап ҡайта
  • Аҡмаған һыуҙы үлән баҫа
  • Аҡрын барған аҡрын аттан уҙған, йүгереп барған тайҙан ҡалған
  • Аҡса аҡыл таптыра
  • Аҡса алһаң, һанап ал, ҡатын алһаң, һынап ал
  • Аҡса таш аҫтында, таш аждаһа башы аҫтында.
  • Аҡса - байҙыҡы, янсыҡ - тайҙыҡы
  • Аҡса - баҡса емеше түгел
  • Аҡса баҡыр, һанарға таҡыр
  • Аҡса барҙа бары ла дуҫ
  • Аҡса батшаны еңгән
  • Аҡса бөткәнгә ҡайғырма, эш бөткәнгә ҡайғыр
  • Аҡса бөткәс, аҡыл керә
  • Аҡса бөтә донъяны гиҙә
  • Аҡса иҫәп ярата.
  • Аҡса - иҫәпте, аҡыл үлсәүҙе ярата
  • Аҡса кемдеке - мал шуныҡы
  • Аҡса кешене кешегә ят итә
  • Аҡса ҡалала ҡала
  • Аҡса-мал бер көнлөк, ғилем-һөнәр ғүмерлек
  • Аҡса - һанаулы, аҡсалы - танаулы
  • Аҡса сыҡмай, аҡса кермәй
  • Аҡса тапҡансы, аҡыл тап
  • Аҡса тарат, белем йый
  • Аҡса - таш аҫтында, таш аждаһа башы аҫтында
  • Аҡса таш киҫтерә
  • Аҡса туҙа, мал уҙа
  • Аҡса һанағанды ярата
  • Аҡса - һанаулы, аҡсалы - танаулы
  • Аҡса эсте тищмәй
  • Аҡса янына аҡса һыя
  • Аҡсаға һат, аҡсаға һатылма
  • Аҡсаға хеҙмәт итмә, һаулыҡҡа хеҙмәт ит.
  • Аҡсалының ҡулы уйнай, аҡсаһыҙҙың күҙе уйнай
  • Аҡсалының ҡулы уйнар, аҙғындың күҙе уйнар
  • Аҡсалының эше күп, баҡсалының ашы күп
  • Аҡсаны аҡса таба
  • Аҡсаны ахмаҡ та ярата
  • Аҡсаны берәү ҙә һыуға атмай
  • Аҡсаның йоҙағы - һаран, ашлыҡтың йоҙағы - һалам
  • Аҡсаның күҙе юҡ
  • Аҡсаң бөткәнгә ҡайғырма, эшең бөткәнгә ҡайғыр
  • Аҡсаң бөттө - ҡәҙерең бөттө
  • Аҡсаң булмаһа ла, выжданың булһын
  • Аҡсаң булһа - аш күп, ашың булһа - дуҫ күп
  • Аҡсаң күп булғансы, дуҫың күп булһын
  • Аҡсаңды юғалт, өмөтөңдө юғалтма
  • Аҡсаңды юғалтһаң да, аҡылыңды юғалтма
  • Аҡсаһыҙ баҙарға барғансы, кәфенһеҙ гүргә бар
  • Аҡсаһыҙ баҙарға бармайҙар.
  • Аҡта ҡара юҡ, ҡараға сара юҡ
  • Аҡһаҡ ат күп йөрөр
  • Аҡһаҡ булһа ла үҙ атың
  • Аҡһаҡ булһа ла үҙ атың булһын
  • Аҡһаҡ йөрөп туҡтамаҫ, һуҡыр күреп туҡтамаҫ
  • Аҡһаҡ ултырмаҫ, һаҡау тик тормаҫ
  • Аҡһаҡты сатанларға өйрәтмәйҙәр
  • Аҡыл айнымаҫ, алтын серемәҫ
  • Аҡыл аҡсаны таба
  • Аҡыл йәштә түгел, башта
  • Аҡыл йәштән сыға, аҫыл нәмә таштан сыға
  • Аҡыл көстө еңә
  • Аҡыл - ҡаҙна, күңел - йоҙаҡ, тел- асҡыс
  • Аҡыл менән алтын табыла, алтын менән аҡыл табылмай
  • Аҡыл өләшкәндә урынында булмаған
  • Аҡыл - теҙген, ҡылыҡ - ат, теҙгенеңде белеп тарт
  • Аҡыл теше ахмаҡта ла бар
  • Аҡыл төбө- тәжрибә
  • Аҡыл һаҡалға ҡарап йөрөмәй
  • Аҡыл һатма, үҙеңә ҡалмаҫ
  • Аҡыл эҙләгән - аҡыл табыр, мал эҙләгән - мал табыр, Нәфсеһенә эйәргән малынан да, аҡылынан да яҙыр
  • Аҡыл эйәһен табыр
  • Аҡылды аҡсаға һатып алып булмай
  • Аҡылды ҡаш аҫтында маяҡ ит
  • Аҡылды сәсеп үҫтермәйҙәр
  • Аҡылдың ҡулы нәфсенең теҙгенен тотор
  • Аҡылдың ҡәҙере әҙәп менән
  • Аҡылдың ҡәҙере әҙәп менән, байлыҡтың ҡәҙере йомартлыҡ менән
  • Аҡылдың ҡәҙере- әҙәп менән, Байлыҡтың ҡәҙере йомартлыҡ менән, Ҡеүәттең ҡәҙере - баһадирлыҡ менән
  • Аҡылдың үлсәүе - һүҙҙә
  • Аҡылдың юлдашы - бәхет
  • Аҡыллы аҡса йыя, аҡылһыҙ таш йыя
  • Аҡыллы аҡса йыя, ахмаҡ тоҡсай тегә
  • Аҡыллы алға барыр, артына ҡарар
  • Аҡыллы атын маҡтар, тинтәк ҡатынын маҡтар
  • Аҡыллы атын маҡтар, урта йүләр ҡатынын маҡтар, үтә йүләр үҙен маҡтар
  • Аҡыллы аҡса йыя, аҡылһыҙ таш йыя
  • Аҡыллы аҡса йыя, ахмаҡ тоҡсай тегә
  • Аҡылһыҙ баш аяҡ тындырмаҫ, аяҡһыҙ баш донъя ҡыҙырмаҫ
  • Аҡылһыҙ башҡа алтын бүрек файҙа бирмәҫ
  • Аҡылһыҙ башҡа дан ҡунмаҫ, ҡунһа ла оҙаҡ тормаҫ
  • Аҡыллы булған - әйтмәй белгән, йомарт булған - һорамай биргән
  • Аҡыллы ир - ил ағаһы, аҡылһыҙ ир - ил бәләһе
  • Аҡыллы ир ҡатынын яманламаҫ
  • Аҡыллы ир шул булыр: ҡулындағың алдырмаҫ; Кеше һайын туҡталып, юҡ һүҙ тыңлап ҡаңғырмаҫ;Барынан да бере шул: бөгөнгө эшен таңға ҡалдырмаҫ
  • Аҡыллы ирҙең эсендә эйәрле - йүгәнле ат ятыр
  • Аҡыллы кеше алдамаҫ та, алдатмаҫ та
  • Аҡыллы кешенең һүҙе алдан йөрөр
  • Аҡыллы ҡатын - хазина
  • Аҡыллы ҡатын 3 көнлөгөн алдан уйлар, аҡыллы ир 3 йыллығын алдан уйлар
  • Аҡыллы ҡош ҡанатын һаҡлай, аҡыллы кеше һүҙен һаҡлай
  • Аҡыллы ҡуйҙым, иҫәр еңдем тиәр
  • Аҡыллы өйләнгәнсе, тиленең улы булған
  • Аҡыллы тигәнең маҡтана башлаһа, тинтәк тип иҫәплә
  • Аҡыллы тип әйтәләр кеше әйтмәй белгәнгә, Йомарт тип әйтәләр - кеше һорамай биргәнгә
  • Аҡыллы тиргәлһә лә, тир сығармаҫ
  • Аҡыллы тәкә һуйыр, ахмаҡ йүкә һуйыр
  • Аҡыллы уйлағансы, тиле һуғып йыҡҡан
  • Аҡыллы ул - алтын ҡул
  • Аҡыллы үҙен ғәйепләр, алйот иптәшен ғәйепләр
  • Аҡыллы хәтер ҡалдырмаҫ, ахмаҡ хәтер һаҡламаҫ
  • Аҡыллы һүҙҙән ҡурҡа, ахмаҡ таяҡтан ҡурҡа
  • Аҡыллы һүҙен тыңлағанда, ашар ашың онотолор
  • Аҡыллыға аҡыл бирһәң, күпте белер, Аҡылһыҙға аҡыл бирһәң, ҡысҡырып көлөр
  • Аҡыллыға баш ҡиммәт, аҡылһыҙға мал ҡиммәт
  • Аҡыллыға бер һүҙ - мая, аҡылһыҙға мең һүҙ -зая
  • Аҡыллыға ишара
  • Аҡыллыға һүҙ әйттем - уйланы ла белде, Аҡылһыҙға һүҙ әйттем - тыңланы ла көлдө
  • Аҡыллыға аҡыл бирһәң, күпте белер, Аҡылһыҙға аҡыл бирһәң, ҡысҡырып көлөр
  • Аҡыллыға ым да етә, ахмаҡҡа туҡмаҡ та аҙ
  • Аҡыллыға әйтһәң - белә, тинтәккә әйтһәң - көлә
  • Аҡыллылар янына барһаң, аңраны эйәртмә
  • Аҡыллынан ғилем ал,

Аҡылһыҙҙан ғибрәт ал

  • Аҡыллының аҡылы - йөрәгендә, тинтәктеке - телендә
  • Аҡыллының аты ла арымай, туны ла туҙмай
  • Аҡыллының йөҙө әйтер, йөҙө әйтмәһә, һүҙе әйтер
  • Аҡыллының ҡәҙере ахмаҡ янында беленер
  • Аҡыллының теле күңелендә, аҡылһыҙҙың күңеле телендә
  • Аҡыллының - уйында, тиленең - телендә
  • Аҡыллының аҡылы - йөрәгендә, тиленеке - телендә
  • Аҡылһыҙ атҡа менһә, атаһын танымаҫ
  • Аҡылһыҙ егет - ауыҙлыҡһыҙ ат, йүнһеҙ егет - йүгәнһеҙ ат
  • Аҡылһыҙ кеше алтмышта ла йәш була, аҡыллы алтыла ла баш була
  • Аҡылһыҙ кеше дошманы менән дуҫ булыр, дуҫы менән дошман булыр
  • Аҡылһыҙҙан алты тапҡыр маҡталғансы, аҡыллынан бер тиргәл
  • Аҡылһыҙҙан кәңәш һорау - үҙе аҡылһыҙлыҡ
  • Аҡылһыҙҙан маҡталғансы, аҡыллынан бер тиргәл
  • Аҡылһыҙҙың аҡылын эт ашар
  • Аҡылһыҙҙың ауыҙынан да бер аҡыллы һүҙ сығыр
  • Аҡылһыҙҙың һаҡалы үҫһә лә, аҡылы үҫмәҫ
  • Аҡылһыҙҙан кәңәш - үҙе аҡылһыҙлыҡ
  • Аҡылһыҙҙың аҡылын эт ашар
  • Аҡылһыҙҙың ауыҙынан да бер аҡыллы һүҙ сыға
  • Аҡылһыҙҙың һаҡалы үҫһә лә, аҡылы үҫмәҫ
  • Аҡылы ҡыҫҡаның теле оҙон
  • Аҡылы юҡ кешенең аҙырайған күҙе бар
  • Аҡылы юҡтың яҡыны юҡ
  • Аҡылын алтынға алышҡан алтынын баҡырға алышыр
  • Аҡылың булһа, аҡыллыға эйәр, аҡылың булмаһа - мәҡәлгә эйәр
  • Аҡылың булһа, алданмаҫһың, алйот булһаң, алдыра алмаҫһың
  • Аҡылың булһа, асыу һаҡлама
  • Аҡылыңды ҡаш араңа маяҡ ит
  • Аҡырған башлыҡ түгел, аҡылы бар башлыҡ
  • Аҡшам ваҡыты - ашам ваҡыты

Ал

  • Ала белһәң, бирә бел
  • Ала ҡарға алдан ҡысҡырыр
  • Ала ҡарҙа аласағың булһын, бирәсәгең булмаһын
  • Ала ҡарғала аласағың булһын, бирәсәгең бул¬маһын
  • Аласағым китһә лә, әйтәсәгем китмәһен
  • Аласағың булһын, бирәсәгең булмаһын
  • Аласағың китһә лә, әйтәсәгең китмәһен
  • Аласаҡ менән бирәсәк бөтмәй
  • Алаһы нәмә алтын булып күренер
  • Алаһы тауар — мең алтын
  • Алашаны атҡа һанама
  • Ала ҡуңыҙ тиреһе эйегә күнмәҫ
  • Алабута аш икән, баҡыр аҡса таш икән
  • Алабута аш булмаҫ, алтын-көмөш таш булмаҫ
  • Алабута аш булмаҫ, ара бутаған иш булмаҫ
  • Алабута аш икән, баҡыр аҡса таш икән
  • Алабутала ҡолаҡ юҡ, алйот кешелә оят юҡ
  • Алам тигән ауыҙ яман, күрәм тигән күҙ яман
  • Алама ағас ботаҡҡа үҫер
  • Алама атҡа менгәнсе, йүгер кеше күргәнсе
  • Алама булһа ла ир яҡшы
  • Алама булһа ла, ир яҡшы, һуҡыр булһа ла, ҡыҙ яҡшы
  • Алама кешегә дәрәжә килешмәй
  • Алама кешелә һүҙ тормаҫ
  • Алама ҡәйнәгә сәсең менән ер һеперһәң дә ярамаҫһың
  • Алама тайҙың тире әсе, алдаҡсының теле әсе
  • Алама эт ҡойроҡҡа үҫер
  • Алан-йолан йә артыңды алыр, йә ҡатыныңды алыр
  • Алға бар, артыңа ҡара
  • Алға барырҙың эте үлән ашар
  • Алға киткән кешенең эте үлән ашар, Кирегә киткән кешенең килене урлап ашар
  • Алған алғанда ҡала
  • Алған — алғандыҡы, ат — менгәндеке
  • Алған алыр, ҡалған ҡалыр
  • Алған бер яҙыҡлы, алдырған мең яҙыҡлы
  • Алған ҡулдан биргән ҡул артыҡ
  • Алған менән биргән бер түгел, сыҡҡан менән кергән бер түгел
  • Алғанға алты ла аҙ, биргәнгә биш тә күп
  • Алғанда - бисмилла, биргәндә –әстәғафирулла!
  • Алғандың бирәһе бар
  • Алғаныңа ҡарап шөкөр ит, алырыңа ҡарап фекер ит
  • Алғанға алты ла аҙ, биргәнгә биш тә күп
  • Алғыр кеше алымынан, йылғыр кеше аҙымынан билдәле
  • Алғыр кеше алмышынан, йылғыр кеше аҙмышынан билдәле
  • Алда булһа ҙур теләк, эштән ял таба йөрәк
  • Алдан аяғын кейенгән – алға сыҡҡан
  • Алданым тип маҡтанма, үҙеңде лә алдарҙар
  • Алдап, алты аҙым да китмәҫһең
  • Алдашһаң - абруйың китер, әрләшһәң - ҡәҙерең китер
  • Алды барҙың арты бар
  • Алды болот булһа, арты - аяҙ
  • Алды-артыңды ҡарап йөрө
  • Алдың-артың йыйып йөрө
  • Алдыма килде тип тығынма: ҡоҫоуың бар
  • Алдын аяғына ҡарап юрғанын һуҙыр, ялҡау юрғанына ҡарап аяғын һуҙыр.
  • Алдын бер уйла, артын биш уйла
  • Алдынғылыҡ – тәхеткә, иремтәлек – ләхеткә.
  • Алдыңа бер ҡара, артыңа биш ҡара
  • Алдыңа килгән ашты йота бел
  • Алдыңа ҡуйған ашты хурлама
  • Алдыңда етәксең булһа, артыңда таянысың булһын
  • Алдыңда ышаныс булһын, артыңда таяныс булһын
  • Алдыңдан әйткән телең артыңдан килеп тотмаһын
  • Алдыңды бер ҡара, артыңды биш ҡара
  • Алйот булһаң, аҡыл кәрәкмәй
  • Алйоттоң эше булмаҫ, ялҡауҙың ашы булмаҫ.
  • Алйот дуҫтан аҡыллы дошман артыҡ
  • Алйот ирҙән аҡыллы ҡатын артыҡ.
  • Алйот төйнәгән төйөндө аҡыллы ла сисә алмаҫ
  • Алйот юлдаш булмаҫ, ишәк моңдаш булмаҫ
  • Алйотҡа өгөт әйтһәң, алдай, тиер, аҡыллыға өгөт әйтһәң, балдай, тиер
  • Алйотҡа әйткән кәңәшең ағып киткән һыуға тиң
  • Алйоттан аҡыл һорама
  • Алма ағасынан алыҫ төшмәҫ
  • Алма үҙең һөйгәнде - алданырһың, Ал һине һөйгәнде - ҡыуанырһың
  • Алма һигеҙҙе, ал һимеҙҙе
  • Алмағаста алма бешә, дегәнәктә - дегәнәк
  • Алманың алына ҡорт төшөр
  • Алма беш, ауыҙыма төш.
  • Алтау ала булһа — аулағаны китер, икәү иптәш булһа — аңдығаны китер
  • Алтау ала булһа — ауыҙҙағы китер,Дүртәү теүәл булһа — түбәләге китер
  • Алтмыш аҙым алға атла, алты тапҡыр артыңа ҡара
  • Алтмыш көн ат булғансы, алты көн айғыр бул
  • Алтмыш ҡолон ат булмаҫ.
  • Алтмыш - ҡайтмыш
  • -Алтмыш, һиңә ни ҡылдым? Аяғыма бау һалдың, ҡолағыма шау һалдың.-Етмеш, Һиңә ни ҡылдым? Уртымдағы теште алдың, башымдағы һушты алдың.

-Һикһән, һиңә ни ҡылдым?Маңлайҙағы күҙҙе алдың, бурбайҙағы биҙҙе алдың. - Туҡһан, һиңә ни ҡылдым?Ауыҙҙағы һүҙҙе алдың, илтеп ләхеткә һалдың.

  • Алтмышҡа еткәс, атайыңдан аҡыл һорама
  • Алтмыштыҡы бөтә, алтыныҡы бөтмәй
  • Алтмышта ҡартлығың ҡаршы алыр
  • Алты ағай-эненән айыу-бүре ҡурҡыр
  • Алты аҙым атлағансы алтмыш тапҡыр артыңа ҡара
  • Алты йәшәр юлдан ҡайтһа, алтмыш йәшәр күрешергә килер
  • Алты көн утын киҫмәһәң, алты ай туҡылдарһың
  • Алты тин аҡсаһы юҡ, баҙарҙа ат һатыулашҡан
  • Алты тин файҙа итәм тип, алтмыш тин аҡсаһын сығарған
  • Алтыға алып бишкә һат, атың булһын һатыусы
  • Алтыға алып бишкә һатмайҙар
  • Алтыла бер дәңгелдәк, алтмышта бер дәңгелдәк
  • Алтылағы аҡылың алтмышҡа тиклем
  • Алтын алма, аҡыл ал
  • Алтын алма, аҡыл ал, алтын - аҡыл була алмаҫ
  • Алтын алма, алғыш ал
  • Алтын балдаҡ кейһәң дә кәкре бармаҡ тураймай.
  • Алтын булһа ла, эш һаулыҡты алмаштырмай.
  • Алтын тотҡан алтынды таныр, күрмәй күргән еҙҙе лә алтын тир.
  • Алтын түгел, ғилем дәүләт.
  • Алтын ирең атыңа тейһә, алтынын ал да утҡа яҡ
  • Алтын кәрәкмәй, аҡыл кәрәк, аҡыл булһа, алтын табылыр
  • Алтын күрһә, фәрештә лә шайтанға әйләнә
  • Алтын өҫтөнә аҡыл - ике алтын
  • Алтын таш ҡаш булмаҫ, алабута аш булмаҫ, дошман яуҙа иш булмаҫ
  • Алтын - ташта, аҡыл - башта
  • Алтын теш тә телде тешләй.
  • Алтын тотҡан алтынды таныр, күрмәй күргән еҙҙе лә алтын тиер
  • Алтынға иҫе киткән - аҡылынан ситкә киткән
  • Алтынға эйәргән юғалған, аҡылға эйәргән - юл алған
  • Алтын эйәр атҡа тейер, эйәһе белмәҫ, ат белер.
  • Алтындан аҡыл ҡиммәт
  • Алтынды тут алмаҫ, һыуҙы ут алмаҫ
  • Алы булды, гөлө лә булыр
  • Алып маҡтарлыҡ түгел, һалып таптарлыҡ түгел
  • Алыҫ аҙаштыра, тәрән батыра
  • Алыҫтан ут алма, яҡындан ҡыҙ алма
  • Алтынды эҙлә таштан, аҡылды эҙлә баштан
  • Алтының менән маҡтанма, аҡылың менән маҡтан
  • Алтын ҡомһоҙҙоң күңелен ташҡа, күҙен аҡҡа әйләндерә
  • Алырмын тигән алдан ингән
  • Алыҫ аҙаштыра, тәрән батыра
  • Алыуҙан биреү яҡшы.

Ам

  • Аманатҡа итһәң хыянат, алырһың ғүмерлек яман
  • Амин, амин — аман төбө,әбейҙәргә — ҡаба төбө,ирҙәргә — һуҡа башы,

ҡатындарға — киҫәү башы

Ан

  • Андыҙлы ерҙә ат үлмәҫ, атлы ерҙә ир үлмәҫ.


Аң

  • Аңра башҡа аҡыл йоҡмаҫ

Ап

  • Аптыраған атаһының ҡуйынын аҡтарған
  • Аптыраған ҡатын абышҡаһын "атай" тигән
  • Ата-инә ҡәҙерен балалы булғас белерһең; Ағай-эне ҡәҙерен ялалы булғас белерһең
  • Аптыраған һөлөк ағас тешләр
  • Аптырағанда ахмаҡҡа ла " ағай" тиерһең
  • Апһын ағарып алдыма сыҡмаһын, ҡарайып артымда ҡалмаһын
  • Апһынды апһын күрә алмай
  • Асыу - ағыу, йотһаң - дарыу
  • Аҫылынһаң, ағастың аҫылына аҫылын

Ар

  • Араҡы яратҡан - аҡылын таратҡан
  • Араланған ҡуйҙы бүре алыр
  • Арбаның алды ҡайҙа аунаһа, арты шундай аунай
  • Арғымаҡ алын бирмәҫ
  • Арғымаҡ менгән арымаҫ.
  • Арғымаҡ ат юл башлар, Аҡыллы егет ил башлар; Батыр егет яу башлар; Сәсән егет дау башлар
  • Арғымаҡ һыйпау һөймәҫ, алаша маҡтау һөймәҫ
  • Арғымаҡты яманлап, толпар ҡайҙан табырһың? Ағай-энеңде яманлап, туған ҡайҙа табырһың?
  • Арғымаҡтың билгеһе - ҡаҙы йыймаҫ, ял йыйыр; Яман егеттең билгеһе - ҡатын алмаҫ, мал йыйыр
  • Арҡан ишһәң, бау булыр, арбаң-санаң һау булыр.
  • Арҡауын атһаң, буйын алырһың
  • Арҡыры ятҡан ағасты буй һалмаҫ
  • Арпа алтмыш көндә өлгөрә.
  • Арпа сәскән бойҙай урмаҫ.
  • Арт йортто туйҙырған ҡатын иренә баш бирмәҫ
  • Арт йортто туйҙырған ҡатын ирҙе алға сығармай
  • Артҡа ҡалһаң — тапалырһың, алға сыҡһаң - туҡмалырһың
  • Артҡа ҡарап ғибрәт ал, алға ҡарап шөһрәт ал
  • Артҡы аҡылға кем дә бай
  • Артҡы айылың ныҡ булһа, атың тулап ни ҡылыр? Алған ҡатының яҡшы булһа, йортоң тулап ни ҡылыр?
  • Артығын һөйләгән аҡылын ашаған.
  • Артыҡ байлыҡ әҙәмде аҙҙырыр
  • Артыш ағасы им булыр
  • Артыңда ни барын белмәһәң - тотолорһоң,Алдыңда ни барын белмәһәң - йығылырһың
  • Арыған ат соҡор һанай, асыҡҡан ат ҡулыңды ялай, ярат¬ҡан ат күҙеңә ҡарай.
  • Арыҡ атҡа ҡамсы ла йөк.
  • Арыҡ атҡа менгәнсе, аяғыңа мен.
  • Арыҡ булһа ла, һарыҡ аҫыра.
  • Арыҡ мал яҙга сыҡһа уйнаҡлар.
  • Арыҫландың аҙғаны айға һикерер
  • Арыҫландың аҙғаны айға һикерер; тауыҡтың аҙғаны әтәс булып ҡысҡырыр
  • Арыҫландың айға менмәһә лә һикереүе дан
  • Арыҫландың айға менәм тип, биле биртенгән
  • Арыш сәсһәң, икмәк ашарһың.
  • Арыштың хисабы һуҡҡас беленер.
  • Арышы булһа, батманы табылыр.
  • Арбам һынды тип күстән ҡалма,

Башым ауырта тип эштән ҡалма.

  • Арбаны ат тартыр,күләгәне эт тартыр
  • Арғымаҡтың билгеһе-ҡаҙылыҡ йыймаҫ,ял йыйыр
  • Арҡан ишһәң бау булыр,арба-санаң һау булыр
  • Арҡауын атһаң,буйын алырһың

Артҡа ҡалһаң, тапалырһың

  • Артыҡ байлыҡ — башҡа бәлә.
  • Артыҡ байлыҡ әҙәмде аҙҙырыр.
  • Арыҡлыҡтан ат үлмәҫ, ярлылыҡтан ир үлмәҫ.
  • Арыҫлан аста төлкө туҡ.



Ас

  • Ас айыу уйнамаҫ
  • Ас балыҡ та селәү һайлай.
  • Ас бүре тотолмаҫ, туҡ бүре ҡотолмаҫ.
  • Ас кергән, яланғас керә алмаған
  • Ас кешегә барыһы тәмле
  • Ас французға ала ҡарға ла аш
  • Ас айыу уйнамаҫ.
  • Ас күңеле икмәктә, туҡ күңеле хикмәттә.
  • Астың хәлен ас белер.
  • Астың хәлен туҡ белмәҫ.
  • Ас һөлөк әсе тешләр.
  • Астың иманы юҡ.
  • Астың уйы икмәктә, яланғастың — бишмәттә.
  • Асҡыс ярамаҫ йоҙаҡ юҡ
  • Астан аҡыл һорама
  • Астан үлһәң дә, ата-әсәңде, тыуған илеңде ташлама.
  • Астың күҙе -икмәктә, туҡтың күҙе - хикмәттә
  • Асыҡ ҡапҡанан кем кермәҫ (ҡыҙ намыҫына ҡарата)
  • Асыны татымаһаң, тәмлене белә алмаҫһың
  • Асыу - ағыу,Йота белһәң - дарыу!
  • Асыу - аҡыл дошманы
  • Асыу - алдан, аҡыл арттан
  • Асыу алдан йөрөр, аҡыл арттан йөрөр
  • Асыу - бысаҡ, аҡыл - дуҫ
  • Асыу - бысаҡ, аҡыл - һап
  • Асыу - дошман, аҡыл - дуҫ, асыуыңа аҡыл ҡуш
  • Асыу йыйма, аҡыл йый
  • Асыу килһә, аҡыл китер, аҡылың күп булһа - асыу бөтөр
  • Асыуын алға ҡуйған - аҡылын артҡа ҡуйған
  • Асыуыңды ат ит, аҡылыңды теҙген ит

Аҫ

  • Аҫтындағын алты ай эҙләгән
  • Аҫыл ат һыртына ҡамсы тейҙертмәҫ
  • Аҫыл ҡоштоң балаһы алдына ҡуймаҡ аш еймәҫ
  • Аҫыл шоңҡар ҡаҙ алһа, ҡанатын ҡанға тигеҙмәҫ
  • Аҫылынһаң, ағастың аҫылына аҫылын

Ат

  • Ат абынғанға ишәк ғәйепле
  • Ат аҙғыны тай була, ир аҙғыны бай була
  • Ат аҙғыны тайға эйәрер, ир аҙғыны байға эйәрер
  • Ат аҙғыны тайға эйәрер, ир аҙғыны ҡыҙға эйәрер
  • Ат аҙғыны тайға эйәрер, ярлы малы байға эйәрер
  • Ат аҙғыны юрға булыр, ир аҙғыны мулла булыр
  • Ат аҙғыны тай була, ир аҙғыны бай була.
  • Ат айғырланһа, баш була
  • Ат айғырланһа, үҙ башына була
  • Ат алмаҫ борон йүгән эҙләмә
  • Ат айҙа һыналыр, әҙәм йылда һыналыр
  • Ат айында, ир йылында һыналыр
  • Ат айында һыналыр.
  • Ат алғансы, тай ҙа мал.
  • Ат алмаҫ борон йүгән эҙләмә.
  • Ат алһаң, арба кәрәк
  • Ат алһаң, арба кәрәк, ҡатын алһаң, бары ла кәрәк
  • Ат алһаң, ауылына тартыр
  • Ат алһаң, ауылың менән, ауылың менән булмаһа, бүркең менән кәңәш ит
  • Ат алһаң, ауылыңдан алма
  • Ат алһаң - ауылың менән, ҡыҙ алһаң - ырыуың менән кәңәшләш
  • Ат алһаң, баш менән түш ал, ҡыл алһаң, ҡабаҡ менән ҡаш ал
  • Ат алһаң, өйөң менән кәңәшләш, ҡатын алһаң, ауылың менән кәңәшләш
  • Ат алһаң, һынап ал, аҡса алһаң, һанап ал
  • Ат алһаң, яҡындан ал, ҡатын алһаң, алыҫтан ал
  • Ат арымаһа, аҙыҡтан
  • Ат арығын маҡтама, арғымаҡтан тай уҙыр.
  • Ат аяған ат менер, тун аяған тун кейер.
  • Ат аяғынан һимерер.
  • Ат — байҙа.
  • Ат барҙа бейә сапмаһын, ир барҙа ҡатын алға сыҡмаһын
  • Ат баҫмайым тигән еренә өс баҫа.
  • Ат башы менән уйнағансы, атаң башы менән уйна.
  • Ат башы тотҡан арымаҫ.
  • Ат булмағанда, ишәк тә ярай.
  • Ат йәлләгән ергә ҡарар, ҡош йәлләгән күккә ҡарар.
  • Ат күреп аяғың аҡһамаһын
  • Ат күрмәгән ат күрһә, саба-саба үлтерер,

Тун күрмәгән тун күрһә, ҡаға-ҡаға туҙҙырыр.

  • Ат асыуын арбанан алмайҙар
  • Ат бирҙем - атлата алманым, тай бирҙем - туҡтата алманым
  • Ат йөрөп юл ала
  • Ат ҡаҡҡанды тай ҡаҡҡан, ир ҡаҡҡанды мир ҡаҡҡан.
  • Ат ҡартайһа — һуғымлыҡ.
  • Ат менән ҡыҙҙы ауылдан алма
  • Ат — менгәндеке, тун — кейгәндеке.
  • Ат юрғалар, эйәһе дан алыр
  • Ат, эйәһенә килгәс, аҡһамаһын
  • Ат юҡ аранда, ҡайғы юҡ буранда.
  • Ат яҡшы ла, ел ҡаршы.
  • Ат яҡшыһы — ала тояҡ, тун яҡшыһы — төлкө тояҡ
  • Ат яҡшыһы алға сығыр, алға сыҡҡан данға сығы
  • Ат санала беленер.
  • Ат тапҡансы ишәк мен.
  • Ат тапҡансы эйәр тап.
  • Ат тапһаң, эйәр табыла.
  • Ат тирләһен, сирләмәһен.
  • Ат ТОЯҒЫ сабата түгел, тишелһә, ямап булмай.
  • Ат туйған ерендә, ир тыуған илендә.
  • Ат әйләнеп, ҡаҙығын табыр,

Ьыу әйләнеп, юлығын табыр, Ир әйләнеп, илен табыр.

  • Ат холҡона таянма.
  • Ат хурлаған тай менер, тай хурлаған таяҡ менер.
  • Ат юрғалар, эйәһе дан алыр.
  • Ат яҡшыһы аранда.
  • Ат яҡшыһы алға сығыр, алга сагаҡай данға сығыр..
  • Атка - һоло, машинаға — май.
  • Атҡа ышанма: ат, кем менһә, шуныҡы.
  • Атланһаң үҙ атыңа атлан, кеше аты тиҙ арыр.
  • Атлы тәртә төҙәтер, атһыҙ кәртә төҙәтер.
  • Атлының аяғы да арымай, туны ла туҙмай.
  • Атлыға тай менһә лә килешә.
  • Атты айһыҙ маҡтама.
  • Атты ат һаҡлай.
  • Атты сыбыртҡы менән ҡыума, һоло менән ҡыу.
  • Аттың даны егет ҡулында.
  • Аттың күрке ял булыр.
  • Аттың саяһы — юрға.
  • Аттың хаҡы оло, айғырҙың даны оло.
  • Атһыҙ ир — ҡанатһыҙ ҡош.
  • Атһыҙ ир — ҡулһыҙ кеше.
  • Атһыҙ кеше — затһыҙ кеше.
  • Аты бар — арыҫлан.
  • Аты бар атланмаҫ, эйәре бар атланыр.
  • Аты бар — батыр, аты юҡ — ятыр.
  • Аты барҙың дуҫы бар.
  • Аты барҙың ҡанаты бар
  • Аты булһа, ҡамыты табыла.
  • Аты барҙың ҡанаты бар, һыйыры барҙың һыйы бар.
  • Аты-туны бар кешелә Алпамышаның көсө бар.
  • Атым яҡшы тип, сыбыртҡыңды ҡуйма.
  • Атың арыһа, абруйың китер.
  • Атың арыһа, үҙеңә үпкәлә.
  • Атың барҙа арыш сәс.
  • Атың булһа, арымаһын.
  • Атың булһа, ил таный.
  • Атың юғалһа ла, йүгәнең ташлама.
  • Ата - ата ҡаҙ.
  • Ата балаһы хур булмаҫ.
  • Ата балаһы хатаһыҙ булмаҫ
  • Ата балаһы алтмышҡа етмәй, аҡыл тапмаҫ
  • Ата маҡтағанды алма, ауыл маҡтағанды ҡуйма
  • Ата-бабам баҡҡан ер - кендек ҡаным аҡҡан ер
  • Ата - инә ҡәҙерен балалы булғас белерһең, ағай - эне ҡәҙерен ялалы булғас белерһең
  • Ата-инәңә ни ҡылһаң, алдыңа шул килер
  • Ата-инәһен һөймәгән ҡыҙ яман, Ҡәрҙәш-ҡәүемен һөймәгән ул яман
  • Атай булмай тороп атай ҡәҙерен белмәҫһең, Әсәй булмай тороп әсәй ҡәҙерен белмәҫһең
  • Ата-әсә һүҙе - бала-саға күҙе.
  • Атайҙар һүҙе – аҡылдың үҙе
  • Атайҙың һүҙе- аҡылдың үҙе
  • Атайһыҙға ҡыҙ бирмә, инәйһеҙҙән ҡыҙ алма
  • Атайһыҙҙы кейәү итмә, инәйһеҙҙе килен итмә.
  • Атайым ай күргән, иртәгә байрам икән
  • Атанан йәш ҡалдым, аҡылдан буш ҡалдым
  • Атанан күргән уҡ юнған, инәнән күргән тун бескән.
  • Атаңдан айырылһаң айырыл, илеңдән айырылма
  • Атаһы айырымды ау ҡушыр,өйөрө айырымды яу ҡушыр
  • Атаһы торор - улы һөйләр, Әсәһе торор - ҡыҙы һөйләр.
  • Атаһынан күргән - уҡ юнған, инәһенән күргән - тун бескән.
  • Атҡа ышанып, арбала йоҡлама, аҙаштырһа, үҙеңә үпкәлә
  • Атҡаҙанған артистар була, президенттар булмай.
  • Атҡан таң алға һөйрәй, ахырҙа ҡәбергә һөйрәй
  • Атты айһыҙ маҡтама
  • Ат алһаң, һынап ал, аҡса алһаң, һанап ал
  • Атты ҡамытҡа үлсәп алмайҙар, ҡамытты атҡа үлсәп алалар
  • Атты өйрәтә белмәһәң, сығынсы булыр.
  • Аттың хаҡы оло, айғырҙың даны оло
  • Аттың - юрғаһын, бисәнең уңғанын ал
  • Аттың яҡшыһы алға сыға, егеттең яҡшыһы данға сыға
  • Атһыҙ арба алға китмәй, ирһеҙ ҡатын ал-ял белмәй.
  • Атым юҡ бурамда, ҡайғым юҡ буранда
  • Атын алма, затын ал
  • Атын атама, аҙашып китһен
  • Атың барҙа юл таны, аҡылың барҙа ир таны
  • Атың насар булһа, һатып ҡотолорһоң; Аға-энең яман булһа ҡасып ҡотолорһоң; Ҡатының яман булһа нисек ҡотолорһоң?
  • Атың арыҡ булһа - бер сап, утының аҙ булһа - бер яҡ
  • Атың арыһа -абруйың китер, ҡарының асһа - ҡәҙерең китер
  • Атың барҙа елеп ҡал, йөрөй алмай торған көн килер
  • Атың булмаһа ла хутың булһын
  • Атың насар булһа, һатып ҡотолорһоң, Аға-энең яман булһа, ҡасып ҡотолорһоң,Ҡатының яман булһа, нисек ҡотолорһоң?
  • Ат тешенән билгеле, егет эшенән билгеле.
  • Аттың үҙе ниндәй, йөгө шундай.
  • Ата алмаған - атаһына үпкәләр.
  • Ата алмаған атынан күрер,

Ҡайтып килеп ҡатынынан күрер.

  • Ата алмаған йәйә һайлар.
  • Ата алмаған мылтығынан күрер
  • Ата алмағандың уғы алты ҡолас китер
  • Атаһыҙ тороп-балтаһыҙ тороп булмай

Инәһеҙ тороп була-энәһеҙ тороп булмай

  • Аты булһа, ҡамыты табылыр.


Ау

  • Ау аула, ауылда тор.
  • Ауға барһаң, зирәк бул, юлдашыңа терәк бул.
  • Ауға сыҡҡанда эт ашатмайҙар.
  • Аулаҡ күлгә тәлмәрйен хужа.
  • Ауылда булмаған далала булыр.
  • Ауылы башҡаның һыуы башҡа.
  • Аусы — ауҙа, юлсы — юлда.
  • Аусыны аяғы туйҙыра.
  • Аусы ҡоҙғон ауламаҫ, өйрәк аулар.
  • Ауыҙы онға тейгән эт тирмән яламай түҙә алмай
  • Ауыҙың менән сәскәнде ҡулың менән йыйып ала алмаҫһың
  • Ауыҙың тулы ҡан булһа ла яттар алдында төкөрмә.
  • Ауылдан ҡыҙ алма ла мал алма
  • Ауыҙың тулы ҡан булһа ла, дошман алдында төкөрмә
  • Ауыҙы-мороно ҡыйыш булһын, бай балаһы һөйләһен.
  • Ауыҙыңдан ел алһын
  • Ауыл эте ала булһа, бүре килеп баш булыр
  • Ауыл эте ала булһа ла, бүре килгәндә берегер
  • Ауыл эте ала булыр
  • Ауырыу ағас башынан йөрөмәй, әҙәм башынан йөрөй
  • Ауырыу хәлен һау белмәҫ, ярлы хәлен бай белмәҫ.
  • Ауырыу - аяҡтан, ҡайғы йөрәктән алыр
  • Ауырыу китһә лә, ғәҙәт китмәй.
  • Ауырыу көсәйһә, йәнеңде алыр; Дарыу көсәйһә, малыңды алыр
  • Ауырыуҙың аҙығы үҙе менән
  • Ауан кеше ауыҙы менән ҡош тотор.
  • Ауан ауға сыҡһа, ауҙа ғауға сыға.
  • Ауыҙыңа кергәнде сәйнәргә иренмә.
  • Ауыр йөктө ат тарта, ауыр эште ир тарта
  • Ауыр күтәргән - билен һындырған
  • Ауыр таш - тау аҫтында, ауыр эш -бауыр аҫтында
  • Ауыр эшкә беләк бар, ҡыйыу эшкә йөрәк бар.
  • Ауыр эште күмәк ҡул еңгән.
  • Ауырыу бер үлер, иренсәк көн дә үлер.
  • Ауырыуға дауа бар, дәртһеҙгә дауа юҡ.
  • «Ауырып торам» тимә, «иренеп торам» тиң.

Ат

  • Ата алмаған «уғым кәкере булды» тигән.

Ах

  • Ахмаҡ бирер, аҡыллы алыр
  • Ахмаҡтан аҡыл һорама
  • Ахмаҡтың эшләгән эше аҡыллыны алйытыр
  • Ахмаҡтың һаҡалы үҫһә лә, аҡылы үҫмәҫ
  • Ахыры заман булғанда, йүнһеҙ кеше йүнлегә эш өйрәтер.

Аш

  • Аш ҡәҙерен белмәгән өй хужаһын оялтыр
  • Аш хурлама-ҡоҫторор,ир хурлама-боҫторор.
  • Аш янында аш үтә.
  • Ашаған аттың теше аҡ
  • Ашағанда аҙ яҡшы, эшләгәндә күп яҡшы
  • Ашаған мал үлмәй.
  • Ашаған еренә эт тә ҡайта.
  • Ашаған аш табыр, эшләгән эш табыр.
  • Ашағанда аҙ яҡшы, эшләгәндә күп яҡшы.
  • Ашағанда ҡолағың һелкенһен, эшләгәндә йөрәгең ел¬кенһен.
  • Ашағанда телһеҙ бул, эшләгәндә өнһөҙ бул.
  • Ашап, алаша булмаҫһың
  • *Ашамаһаң да, май яҡшы, яманлаһаң да, бай яҡшы
  • Ашаған үлмәҫ, ярлы бөлмәҫ.

Ашҡаҙар менән Ағиҙел, Йөрәктауҙа табышҡан; Яҡшы егет, яҡшы ҡыҙ, шулай итеп табышҡан, яр иткәнде пар иткән, айырылтмаҫҡа ҡауышҡан

  • Ашлыҡты бураға һалмайынса "уңыш алдым", тимә
  • Ашланған ер аш бирер.
  • Ашлыҡты бураға һалмайынса «уңыш алдым» тимә.
  • Ашлыҡтың йоҙағы — һалам.
  • Ашыҡ уйнаған - аҙыр; Туп уйнаған - туҙыр; Ҡуй көтөп, ҡарын майы ашаған барынан да уҙыр
  • Ашыҡҡан арба аҡрын тәгәрәй
  • Ашыҡҡан арыр, аҡрын барыр
  • Ашыҡҡан ашҡа бешкән.
  • Ашыҡҡан күҙгә аҡ төшә
  • Ашыҡҡан ҡыҙ кейәүгә барһа ла мантымаҫ
  • Ашыҡҡан юл алмаҫ
  • Ашыҡҡанда артыңа йыш ҡарама.
  • Ашыҡҡандан аҡыл һорама
  • Ашын - тоҙон эсеп ултыр, аҡыллыны тыңлап ултыр
  • Ашыуһыҙ булһа, тауҙан биҙ, үткеһеҙ булһа, һыуҙан биҙ.
  • Ашаған белмәй, тураған белә.
  • Аш тигәндә — йән фарман, эш тигәндә — юҡ дарман.
  • Аш янында ат кеүек, эш янында эт кеүек
  • Ашамаған ашым түгел, эшләмәгән эшем түгел.
  • Ашау татлы — эшләү ҡаты.
  • Ашамай тамаҡ туймай, эшләмәй ризыҡ булмай.
  • Аштан ҡалһаң да, эштән ҡалма.
  • Ашы юҡ ураҙа тотҡан, эше юҡ ас ултырған.
  • Ашын яратһаң, эшен дә ярат.
  • Ашына күрә табағы, эшенә күрә тамағы.
  • Ашыҡҡан арба аҡрын тәгәрәй.
  • Ашыҡҡан арыр, аҡрый барыр.
  • Ашыҡҡан эштә хәйер юҡ.
  • Ашыҡҡан һыу диңгеҙгә етмәҫ.


Ая

  • Аяғы яман түрҙе бысрата, теле яман – илде бысрата.
  • Аяғың тәп итһә, ауыҙың сәп итер.
  • Аяғына тартһа — башына юҡ, башына тартһа аяғына юҡ — йүнһеҙ ирҙең көнө шул.
  • Аяҙлы-болотло аҡылы бар, кәҙәнеке хәтлем һаҡалы бар
  • Аяҡлы ҡаза күрәһе егет аяғы һыҙлау ҡатын алыр
  • Аяҡтан кергән ауырыу бөтә тәнде алыр
  • Аяҡ атламаһа, баш йөрөмәй

Б

  • Баҙнатлы тыныслыҡ яратыр
  • Бай булмаһаң бай булма, ғилем-һөнәргә һай булма.
  • Бай менән дуҫлашма, түрә менән талашма.
  • Бай менән ҡоҙа булһаң, наҙланып маҙаңды алыр, ярлы менән ҡоҙа булһаң, теләнеп маҙаңды алыр.
  • Бай бай өсөн тырыша, ярлы ярлыға булыша.
  • Бай байға ҡарар, һыу сайға ҡарар.
  • Бай байҙы оҙатыр -«ҡоламаһын» тип, ярлыны оҙатыр «урламаһын» тип.
  • Бай байлығын итә: ай һайын ҡатын ала, ауыл һайын йорт һала.
  • Бай байлығын һөйләр, ярлы ҡайғыһын һөйләр.
  • Бай байыһа, хан булыр.
  • Бай балаһы байға оҡшар, бей балаһы бейгә оҡшар.
  • Бай балаһы байға оҡшар, бәйләнмәгән тайға оҡшар
  • Бай балаһы ун бишкә еткәс баш,

Ярлы балаһы утыҙға еткәс тә йәш.

  • Бай бар ерҙә «малым бар» тимә,

Ғазраил бар ерҙә «йәнем бар» тимә.

  • Бай барын бирмәҫ, юҡ ҡарап тормаҫ.
  • Бай барҙа ыҙан һыҙма, түрә барҙа түргә уҙма.
  • Бай бер күҙһеҙ, ярлы ике күҙһеҙ
  • Бай бисәһе — бей бисәһе.
  • Бай бирмәҫ, ярлы ҡарап тормаҫ.
  • Бай бирәсәген мал менән, ярлы бирәсәген тир менән түләр.
  • Бай булһаң, балпан бул ярлы булһаң, ҡалтаң бул.
  • Бай кешегә ҡәберең яҡың булмаһын.
  • Бай күңелен май баҫыр.
  • Бай ҡарғышы ярлыға төшмәҫ.
  • Бай ҡашына барып ҡун — байымаһаң, миңә кил,

Юҡ ҡашына барып ҡун — юғалмаһаң, миңә кил.

  • Бай малын һөйләр, ярлы зарын һөйләр.
  • Бай менән бай — бер туған.
  • Бай менән ҡоҙа булһаң, наҙланып маҙаңды алыр,
  • Ярлы менән ҡоҙа булһаң, теләнеп маҙаңды алыр.
  • Бай менән ҡуйҙың ҡойроҡ төбө һимеҙ — бай ғәйебен дә май ҡаплай.
  • Бай рәхмәтен алғансы, ярлының йәне сығыр.
  • Бай табышын һөйләгәндә, ярлы төшөн һөйләгән.
  • Бай тамһа — ҡунаҡҡа, ярлы танһа — тамаҡҡа.
  • Бай төшөмө менән маҡтаныр, ярлы; төшө менән маҡта¬ныр. :
  • Бай туғандан болот яҡын.
  • Бай туғайын танымай.
  • Бай һылана ла һыйпана, ярлы ямана ла ҡыуана.
  • Бай «ханға етһәм» тиер, хан «хоҙайға етһәм» тиер.
  • Бай ярлыға мохтаж, ярлы аҡсаға мохтаж.
  • Бай — ярлының аҙығы, ярлы — байҙың ҡаҙығы.
  • Байға бай килһә, ялсы ауыҙына май тейә.
  • Байға барма, ярлыға бульцн.
  • Байға барымта юҡ, ярлыға ҡарымта юҡ.
  • Байға бирәсәгең, ярлынан-йласағың булмаһын.
  • Байға бурысыңды бир, ҡылысыңды күрһәт.
  • Байға бәлә юҡ, ярлыға ярҙам юҡ.
  • Байға инанма, һыуға таянма.
  • Байға көн дә байрам, көн дә туй,

Ярлыға көн дә хәсрәт, көн дә уй.

  • Байға мал арты менән керә.
  • Байға мал ҡиммәт, ярлыға йән ҡиммәт.
  • Байға ут кәрәк булһа, ярлының ҡулын һоҫҡо итер.
  • Байға хеҙмәт итһәң, алланан ҡаза күрерһең.
  • Байға эшләп бай булмаҫһың.
  • Байға ялланма, юҡҡа алданма.
  • Байға ялынам тип, ярлының йөҙ һумлыҡ хаҡы сыҡҡан.
  • Байға ялынғансы ике ҡулыңа ялын.
  • Байға яраған бай булған.
  • Байға ярлы дуҫ булмаҫ.
  • Байҙан аҡмаһа ла тамыр.
  • Байҙан батрак артмай.
  • Байҙан йоҡмай, балдан йоға.
  • Байҙар баштан һыйпамай.
  • Байҙарҙың ҡоймаһы бейек булыр, эҫтәре көйөк булыр.
  • Байҙы бай яҡлар, ярлыны ярлы яҡлар.
  • Байҙы мал баҫыр, ярлыны бала баҫыр.
  • Байҙы яманларһың, байға барырһың.
  • Байҙы ярлы күтәрер.
  • Байҙың аласағы, ярлының бирәсәге күп булыр.
  • Байҙың ашағаны — бал да май.
  • Байҙың башын бөгөү ҡыйын.
  • Байҙың бер юҡлығы, астың бер туҡлығы бар.
  • Байҙың биргәне — әҙәмдең имгәге.
  • Байҙың бите туңғансы, ярлының ите туңған.
  • Байҙың — ете тун, ярлының — ите тун.
  • Байҙың ишеге байға асыҡ. ;
  • Байҙың ишеге туң тимер: уны иретергә көс кәрәк.
  • Байҙың ишегенән дә керә, тишегенән дә керә .
  • Байҙың килене булғансы, ярлының ҡыҙы бул.
  • Байҙың көнө ярлы менән.
  • Байҙың күңеле малда.
  • Байҙың күрке мал менән.
  • Байҙың ҡатыны үлһә — түшәге яңырыр,

Ярлының ҡатыны үлһә — башы ҡаңғырыр.

  • Байҙың ҡоло булғансы, әҙәмдең хуры бул.
  • Байҙың ҡоло булғансы, ярлының улы бул.
  • Байҙың ҡулы уйнағанда, ярлының күҙе уйнаған.
  • Байҙың ҡыҙы урынлы.
  • Байҙың ҡыҙы — яҙғы тай, ярлы ҡыҙы — йомарлаған май
  • Байҙың малы бар, бай булһа ла, өйө тар.
  • Байҙың малы — ярлының ҡаны.
  • Байҙың мең һарығы араһында ярлының етем бәрәсен бүре алған.
  • Байҙың татлы ашы — фәҡирҙең ҡанлы йәше.
  • Байҙың тине илап тора, ярлының тине бейеп тора.
  • Байҙың туйы булһа, ярлының туны туҙыр.
  • Байҙың түр башынан ярлының ишек төбө артыҡ.
  • Байҙың — түрендә, ярлының — гүрендә.
  • Бай түшәге — тегәнәк, ярлыныҡы — мамыҡ
  • Байҙың улы һыңар күҙле, хеҙмәтсеһе тома һуҡыр
  • Байҙың һыйын бай күрер, ярлының хәлен ярлы белер.
  • Байҙың эше фарман менән, ярлының эше дарман менән
  • Байҙың — эше, ярлының — тамағы.
  • Байҙың әтәсе лә күкәй һала.
  • Байҙың «юҡмын» тигәненә, ярлының «туҡмын» тигәненә ышанма. \
  • Байҙың ярлынан башҡа көнө юҡ.
  • Баймын тип маҡтанма — ярлылыҡ бар.
  • Байлыҡ аҙҙыра, ярлылыҡ туҙҙыра.
  • Байлыҡ айырыр, фәҡирлек ҡушыр.
  • Байлыҡ — бер айлыҡ
  • Байлыҡ — боҙға яҙган.
  • Байлыҡ ерҙә ятмай.
  • Байлыҡ кешенең күңелен ташҡа, күҙен аҡҡа әйләндерә.
  • Байлыҡ көнөңә инанма, ҡатындар һүҙенә алданма, йүгерек атҡа таянма.
  • Байлыҡ — күгәрсен (оса ла китә).
  • Байлыҡ морат түгел, ярлылыҡ оят түгел.
  • Байлыҡтың мәшәҡәте үҙе менән артыр.
  • Байлыҡтың тамыры Бохарала түгел.
  • Байлығыңа маһайма.
  • Байрам көндө мулла байыр, ярлы ас ҡалыр.
  • Байҙың туйы яҙ булыр.
  • Байлыҡ күрке — мал менән.
  • Байтал яманы ике айғырҙы тибештерер.
  • Байтал бейә булғансы, башыңа сал инә.
  • Байтал менһәң — ҡолон юҡ, һауым мал екһәң — ҡымыҙ юҡ.
  • Баҡра сәскән бойҙай урмаҫ.
  • Баҡсасы менән дуҫ булһаң сәскәһенең еҫе йоғор,Күмерсе менән дуҫ булһаң күмеренең ыҫы йоғор.
  • Баҡырҙы ялтыратыуҙан алтын булмаҫ
  • Бала - ата-инәгә алтын бағана.
  • Бала ҡәҙерен әсә белер, ил ҡәҙерен ир белер.
  • Бала күрмәгән - балдан ауыҙ итмәгән.
  • Бапа ҡарыныңда саҡта - эсеңә ауыр, өйҙә саҡта - башыңа ауыр, ситкә китһә - йәнеңә ауыр
  • Балаларыңды талаштырырға теләһәң,өй ҡалдыр
  • Балалы тормош - мең хәсрәт, балаһыҙ - бер хәсрәт.
  • Балаһыҙ кеше кеше һөйләр, балалы кеше балаһын һөйләр.
  • Баланан бәхетең булһа - ҡарт көнөңдә йәш итер,

Баланан бәхетең булмаһа - иртә йәштән ҡарт итер

  • Бала көлкөгә туймаҫ, ялҡау йоҡоға туймаҫ.
  • Балаһыҙҙың малы хәрәм, эшлекһеҙҙең йәне хәрәм.
  • Балсы ҡулынан бал тамыр, һауынсы ҡулынан һөт тамыр.
  • Бал булһа, себене булыр, өҫтөн ябып тотмаһаң,малы булһа, ҡазаһы булыр, һаҡлай белеп тормаһаң.
  • Бал ҡортоноң балы бар, балға хәтле наҙы бар.
*Балдыҙы сибәр ҡатынының үлемен теләр.
  • Балһыҙ гөлгә ҡорт ҡунмаҫ, балаһыҙ йортҡа ҡот ҡунмаҫ.
  • Балта оҫтаһы балтаһынан билгеле.
  • Балта һабын тотам тигәнсе, балтаһын һыуға төшөргән.
  • Балта сапҡансы, түмәр ял итә.
  • Балта һабы беләктән башлана, үткерлеге — йөрәктән.
  • Балтаң булмаһа, урманға барма.
  • Балтасының балтаһы китек.
  • Балтасының өйө терәүле.
  • Балыҡ башынан серей,ә ҡойроғонан башлап таҙарталар.
  • Балыҡ бирһәң - бәйләп бир, башын-күҙен сәйнәп бир
  • Балыҡ тотһаң, башынан тот.
  • Балыҡ аулаған байымаҫ.
  • Балыҡ ашағың килһә, һыуҙан ҡурҡма.
  • Балыҡ тота алмаған һыуҙы яманлаған.
  • Балык тотҡан туҡ булыр, аяҡ- быуыны ныҡ булыр.
  • Балыҡсының ҡулы аҡ, малсының йөҙө аҡ.
  • Балыҡ башынан боҙолор (серер), ҡойроғонан таҙартырҙар.
  • Балыҡсы күлен маҡтай,

Көнлөксө көнөн маҡтай.

  • Балыҡты тотҡан уңмаҫ, ашаған туймаҫ.
  • Балыҡты тотоуынан тотам тигәне ҡыҙыҡ.
  • Балыҡты йөҙөргә, үгеҙҙе һөҙөргә өйрәтмәйҙәр.
  • Барабан ҡаҡһалар - барабан артынан, Ҡумыҙ тартһалар - ҡумыҙ артынан
  • Бармағына күрә балдағы
  • Бар барын һөйләр, кгк югыи һөйләр.
  • Бар булһаң, биргәнеңде әйтмә, ир булһаң, еңелгәнеңде әйтмә.
  • Бар өҫтөнә бар — май өҫтөнә бал.
  • Барҙың барлығы тейә, юҡтың тарлығы тейә.
  • Барҙың бары ла бар, юҡтың өйө лә тар.
  • Барлы ярлы булмай.
  • Барлыҡ пар иткән, юҡлыҡ тар иткән.
  • Бар яраштыра, юҡ талаштыра.
  • Барын биргән — байға һан.
  • Барма бейгә — үҙе килер өйгә, барма ханға — үҙе килер малға.
  • Бармаҡ менән бармаҡ тиң түгел, әҙәм менән әҙәм тиң түгел.
  • Бармаған ерҙә баҡыр бар,

Күрмәгән ерҙә көмөш бар, Алмаған ерҙә алтын бар, Барһаң, тимер табылмаҫ.

  • Бармағына ышанған — ҡашыҡһыҙ ҡалған.
  • Бармаҡ йөрөт аң эйҙер, бәке йөрөт - ҡын кейҙер.
  • Бармаҡ тоя белмәһә, ҡул тоя белмәй.
  • Барған ереңә таш булып бат
  • Баҫҡысҡа берәр аҙымлап менәләр
  • Баталы ҡол арымаҫ, батаһыҙ ҡол йәлсемәҫ.
  • Батша һарайын таҙартҡансы, ат һарайын таҙарт.
  • Батшаның башы эшләмәһә лә эттәре тешләшә.
  • Батшаның ҡоло буғансы, фәҡирҙең улы бул.
  • Батша залим булһа — йорт туҙыр, батша ғалим булһа — йорт уҙыр.
  • Батша талап ала, хәйерсе теләнеп ала.
  • Батша әмере өс көн йөрөр.
  • Батшаң һуҡыр булһа, бер күҙеңде ҡыҫып үт.
  • Батшанан һалдат артмаҫ.
  • Батшаның күҙе ҡанға туймай.
  • Батыр - һуғышта, ҡурҡаҡ ҡыуышта үлә.
  • Батыр бер үләр, ҡурҡаҡ мең үләр.
  • Батыр кәрәк яу килгәндә, түрә кәрәк дау килгәндә.
  • Батыр уртаҡ, бей уртаҡ-береһе илгә дан сәсә,икенсеһе ҡан сәсә
  • Батырға ла ял кәрәк.
  • Баш ауырта тип, башты ташҡа ормайҙар.
  • Баш бармаҡ: «Бөгәм дә бөгәм»,

Күрһәткес: «Сүгәм дә сүгәм», Урта бармаҡ: «Сигәм дә сигәм», Исемһеҙе: «Тегәм дә тегәм», Бәпес бармаҡ: «Арағыҙҙа тик бер үҙем интегәм», — тип әйтер, ти

  • Башҡорт байыһа, бисә ала, урыҫ байыһа, йорт һала.
  • Башлыҡ булһаң - башлы бул, Йыйырылмаҫ ҡашлы бул!
  • Башың ауыртһа - яулыҡ эсендә , беләгең ауыртһа - ең эсендә (булһын).
  • Башлаған эш — бөткән эш.
  • Башланған эштең бөткәне яҡшы.
  • Башлаусыһы булһа, ҡеүәтләүсеһе табылыр.
  • Башлы кеше ташты аш итер.
  • Башлыҡ аҡылға бай, халыҡ күңелгә бай.
  • Башлыҡ булһаң башлы бул, йыйырылмаҫ ҡашлы бул.
  • Башлыҡҡа ла баш бар,

Тағанай башында таш бар.

  • Башлыҡты башлыҡ ҡуя
  • Башһыҙ илдә бәрәкәт булмаҫ.
  • Башһыҙ өйҙә эт хужа.
  • Башым китмәһен тип ултырған башлыҡтан илгә изгелек китмә.
  • Башта уйла, унан эшлә.
  • (Эштең) Башы нисек — ахыры шулай бөтөр.
  • Башыңа төшһә, башмаҡсы булырһың.
  • Бей башына ҡол етер
  • Бей булмаған бей булһа, менмәгән тауҙың башын ҡал¬дырмаҫ
  • Бей икәү булһа, дау дүртәү.
  • Бейгә бирем яҡшы
  • Бейә кешнәмәй айғыр тешләмәй.
  • Бей икәү булһа, дау дүртәү булыр.
  • Бейек тауҙың үре күп.
  • Бейә эштә йөрөп тирләһә, ҡолон бушҡа йөрөп тирләй.
  • Бейә күп булһа, ҡолон күп.
  • Бейә менһәң- ҡолон юҡ, һаумал асһаң, ҡымыҙ юҡ.
  • Бейә һаумаҡ — ут йотмаҡ,

Ҡымыҙ бешмәк — йән сыҡмаҡ.

  • Бейәһенең серен эйәһе белер.
  • Белеклегә бер әйтһәң - ҡолағының эсендә, белекһеҙгә биш әйтһәң дә - ҡолағының тышында.
  • Белемле ҡыҙ - бирнәле ҡыҙ
  • Белемлегә йот юҡ, белемһеҙгә ҡот юҡ.
  • Белмәгәндең беләге тыныс
  • Белмәгән беләгең тыныс булһа ла йөрәгең тыныс булмай.
  • Белмәү ғәйеп түгел, белергә тырышмау - ғәйеп
  • Белгән белгәнен эшләр, белмәгән беләген тешләр.
  • Белгән — юлда, белмәгән — түрҙә.
  • Белгәнгә — ер, белмәгәнгә — гүр.
  • Белмәгән белер, белмәгәндән көлөр.
  • Белмәгән эшкә ҡатышма.
  • Белмәгән эштән шайтан көлгән.
  • Белмәгәндең беләге тыныс, белгәндең ике ҡулына ла көс.
  • Белмәгәндең беләге тыныс, белгәндең йөрәге тыныс.
  • Белгәнгә — яңылыш, белмәгәнгә — нағыш.
  • Бер алдар - гел алдар.
  • Бер бар - берәгәйле бар.
  • Бер болғанмай һыу ҙа тонмай
  • Бер аяғын күтәргәнсе, икенсеһен эт ашаған.
  • Бер бирмәһәң, мең биргәнең юғалыр.
  • Бер кешенең хатаһы йөҙ кешенең ғүмерен ҡыҫҡарта.
  • Бер көндөң ни арыһы, ни биреһе!
  • Бер тәртәгә егелгәс, тартмай хәлең юҡ.
  • Бер эшсегә ун башсы.
  • Бер йәҙрә берҙе үлтерер, бер һүҙ меңде үлтерер.
  • Бер көн артта ҡалһаң, биш көн артынан йүгерерһең.
  • Бер ҡаҙыҡҡа ике ат бәйләнмәҫ.
  • Бер рәхәттең бер михнәте була.
  • Бер тинлек ҡуян - ун тинлек зыян
  • Берҙең көнө мир менән, мирҙең көнө ер менән.
  • Берәүҙең быҙауы үлһен тиһәң, үҙеңдең үгеҙең үлер.
  • (Эш) Бер кирегә китһә, гел кирегә китер.
  • Бер ҡөн артта ҡалһаң, биш көн югерерһең.
  • Бер ҡул менән төйөн бәйләнмәй.
  • Бер тырышлыҡ унлата ҡайта.
  • Бер эшен башлаған, икенсеһен ташлаған — береһен дә ослап сыға алмаған.
  • Бер эшкә бәйләнгәс, билеңде бушатма.
  • Бер эшлә, берәгәйле эшлә.
  • Бер юлы ике кәмәнең ҡойроғон тотоп булмай.
  • Бер тин һумды һаҡлай, бер көн йылды һаҡлай.
  • Бер һыйыр аҫыра, берәгәйле аҫыра.
  • Бер ат арҡаһында мең ат һыу эскән.
  • Бер йортҡа ике бикәнең тауығы һыймаҫ.
  • Бер кеше тәхеткә менһә, ҡырҡ кеше атҡа менә.
  • Бер күктә ике ҡояш булмай.
  • Бер ҡолас — ер түгел.
  • Бер өңгә ике айыу һыймаҫ.
  • Бер тәкә ҡайҙан китһә, бар көтөү шунан китә.
  • Бер түрәгә дау килһә — түрәләр һөйөнөр,

Күп түрәгә дау килһә — түрәләр берегер.

  • Бер йыл тартай һимерһә, бер йыл бүҙәнә һимерә.
  • Бер кеше һабан артынан йөрөй, ете кеше ҡалаҡ тотоп йөрөй
  • Бер көн көл булмайынса, бер көн килеп гөл булып булмай.
  • Бер юлдан йөрөгән кешеләр берен-бере ашамай.
  • Берәү аҡса таба, берәү муҡса тегә.
  • Берәү ашағанға берәү туҡ булмаҫ.
  • Берәү һыйыр һауа, берәү мөгөҙөн тота.
  • Берәү туңып һикерә, берәү туйып һикерә.
  • Берәү үлмәй — берәү көп күрмәй.
  • Берәүгә алтын табаҡтан нан бирә, берәү нан хәсрәтенән йән бирә.
  • Берәүҙең ер күтәрмәҫ малы бар, берәүҙең ат күтәрмәҫ да¬ны бар.
  • Берәүҙәр түрә, берәүҙәр түрә янында көн күрә.
  • Берәүҙәргә көн дә байрам, көн дә туй,

Берәүҙәргә көн дә һағыш, көн дә уй.

  • Берҙең көнө ил менән, илдең көнө ер менән.
  • Берҙә түгел, илдә көс.
  • Берәүҙең бәхетенән берәү төшә тәхетенән.
  • Береһен үлтермәй, береһен тергеҙеп булмай.
  • Бесәй юҡта сысҡан баш.
  • Бесән юҡта һалам да ҡурмы.
  • Бесән яҡҡан, үҙе ятҡан.
  • Биҙмән менән гер бергә

Ҡатын менән ир бергә

  • Бикәләр түр өсөн талашыр.
  • Бикәр эш битһеҙ булыр.
  • Бил бөкмәйенсә белен бешмәй.
  • Биле билтәк бишле айғыр алтыһында ат булыр.
  • Биле ныҡтың иле ныҡ, иле ныҡтың биле ныҡ.
  • Билдәһеҙ эштә тәүәккәллек ҡотҡара.
  • Биргән бейгә яраған, ауыҙы-башы ҡанаған.
  • Биргән бейгә яраған, бирмәгән кемгә яраған?
  • Биргән менән мал бөтмәй.
  • Бирәм тигән бей булмаҫ.
  • Бирәйем тигән ҡолона — сығарып ҡуйыр юлына, Бирмәйем тигән ҡолона — тартып алыр ҡулынан
  • Бирмәҫ ҡыҙҙың ҡалымы ҙур.
  • Бирәм тигән ҡолона - сығарып ҡуйыр юлына!
  • Бирһәң — алырһың, сәсһәң — урырһың.
  • Бисәң матур - бай тирмәһендә ятыр.
  • Бисмилла тигәнсе, ҡор үлеп бара .
  • Бисәң матур булһа, байың үсле була.
  • Битеңде биҙәмә, аҡылыңды биҙә.
  • Биш мәртәбә уйла, бер мәртәбә эшлә.
  • Бишек бауы билеңдә, имсәк һөтө иренеңдә .
  • Биштең башы булғансы, алтының аяғы бул.
  • Бойҙай сәсһәң, башағын йый, шалҡан сәсһәң, тамырын йый.
  • Боландың мөгөҙө, сәсәндең һүҙе, филдең теше, оҫтаның эше ҡиммәт.
  • Боло булһа, ҡоло табыла.
  • Болот елгә ҡаршы йөрөмәй.
  • Борос әсе, әсе телле унан да әсе.
  • Бохар даны менән бүҙ үтер, атай даны менән ҡыҙ үтер.
  • Бохарҙа малы барҙың күңеле туҡ.
  • Бөркөт себен ауламай
  • Бөгөнгө уй иртәгәгә ярамай.
  • Бөгөнгө эшеңде иртәгәгә ҡалдырма.
  • Бөлгән илгә бөкөрө билле бей килер.
  • Бөлгән байға һан юҡ.
  • Бөлгән илдән бүлтерек алма.
  • Бөркөт ҡартайһа, сысҡан аулар.
  • Буй эшләмәй, ҡул эшләй.
  • Буйына ҡарама, ҡулына ҡара.
  • Булган кешенең көрәге лә утын киҫер.
  • Булдыҡлы булмағанды булдырыр.
  • Булдыҡһыҙ балтанан күрер.
  • Булдыҡһыҙҙан һөнәр сыҡмаҫ.
  • Булдыҡһыҙҙың ҡоралы насар
  • Булмаҫтай алтмышҡа етһә лә булмаҫ.
  • Булмаҫтайға һүҙ әрәм.
  • Булмаҫтайҙан булмаҫ:

Ул да тыумаҫ, ҡыҙ ҙа тыумаҫ, Тыуһа ла тормаҫ.

  • Булмаҫ эште телгә алма.
  • Булыр-булмаҫ кеше ат үлтерер.
  • Булыр ир алты йәшендә башмын тир,
  • Булмаҫ ир алтмыш йәшендә йәшмен тир.
  • «Булыр» тигән — булдырған.
  • Булырҙайҙың йөҙөнән, булмаҫтайҙың һүҙенән (билгеле)
  • Булмаҫ иргә бөкөрө ҡатын.
  • Буйың етмәгәнгә үрелмә.
  • Булыр-булмаҫ егеттең әйткән һүҙе ел булыр
  • Буран булһа, һунар юҡ, ямғыр булһа, туҙан юҡ.
  • Буран булһа, һунар юҡ,

Ямғыр булһа, туҙан юҡ, Түрә килһә, майҙан юҡ.

  • Бурҙы йөккә, мулланы мәктәпкә, кулакты колхозға яҡын ебәрмә.
  • Бурысҡа алыуы еңел булһа ла, түләүе ауыр
  • Буш башаҡ башын күккә сөйә, Туҡ башаҡ башын аҫҡа эйә
  • Буш тоҡ тура ултырмаҫ.
  • Буштың атаһы үлгән.
  • Бушты бушҡа бушатма.
  • Буянған ҡыҙҙан оялған ҡыҙ матур.
  • Бүҙәнәңең өйө юҡ,

Ҡайҙа барһа — бытбылдыҡ.

  • Бүре лә туҡ булһын, һарыҡтар ҙа иҫән ҡалһын.
  • Бүрене аяғы туйҙыра.
  • Бүренең көсө тешендә, кешенең көсө эшендә.
  • Бүре тотор бурҙай эт бөйөрөнән беленер, бүре һуғыр ир-егет беләгенән беленер.
  • Бүре ас булһа ла елкәһен көҙөрәйтер.
  • Бүре балаһын бүреккә һалһаң да урманға ҡарай
  • Бүре бәйләүгә күнмәҫ, әйҙәүгә килмәҫ.
  • Бүре күләгәһендә ҡош туйыр.
  • Бүре ҡартайһа ла, бер ҡуйлыҡ ҡеүәте ҡала.
  • Бүре ҡуйға иш булмаҫ, ярлы байга дуҫ булмаҫ.
  • Бүре менән дуҫ булһаң, этең яныңда булһын.
  • Бүрегә аҙыҡ бирһәң, тешен һындырып бир.
  • Бәз ҡәҙерен белмәҫ ҡулда ҡайсы уйнамаҫ,

Ат ҡәҙерен белмәҫ ҡулда ҡамсы уйнамаҫ.

  • Бәлә бәләгә ҡул бирә.
  • Бәлә күрһәтер булһа Аллаһ башта кешенең аҡылын алыр, ти
  • Бәлә-ҡаза яңғыҙ йөрөмәй
  • Бәләкәй һыуҙа оло балыҡ үҫмәй.
  • Бәләкәй атты маҡта, оло атты ек.
  • Бәндәнең үлгәндән һуң да өс көнлөк эше ҡалыр, ти
  • Бығау, алтын булһа ла - бығау.
  • Быҙау һайын — бухгалтер, һыйыр һайын — секретарь.
  • Былтырғыны ҡар баҫҡан
  • Бысаҡ ҡынын киҫмәҫ.
  • Бысаҡ осонан һыныр.

В

  • Ваҡ гәрәбәнән тупраҡ яҡшы
  • Ваҡ ямғыр - тунға зыян,

Төртмәле һүҙ - дуҫҡа зыян

  • Ваҡыт етмәй әжәл килмәй
  • Васыят үлем килтермәй
  • Вәғәҙә - алтын.
  • Вәғәҙә ҡылһаң вафа ҡыл
  • Вәғәҙә - иман
  • Вәғәҙәһен боҙған - башһыҙ ҡалған
  • Вәли - үҙенсә, Ғәли - үҙенсә
  • Вайымһыҙҙың эше алымһыҙ.
  • Вайымһыҙ йөрөһәң йәй көнө, алымһыҙ булырһың көҙ көнө.
  • Ваҡ эште лә эре итеп башҡар
  • Ваҡытлы эш ваҡытында яҡшы
  • Ваҡытһыҙ эшләгән ЭШ ЭШЛӘНМӘГӘНГӘ ИҪӘП.

Г

  • Герәздән (бысраҡтан) кенәз булған
  • Гонаһ ҡылһаң, тәүбә итә бел.
  • Гөл ҡәҙерен былбыл белер
  • Гөл тикәнһеҙ (сәнскеһеҙ) булмаҫ
  • Гөлөнә ҡарама, төбөнә ҡара
  • Гөлөң сәскә атмаһа, ҡояшҡа үпкәләмә, үҙеңә үпкәлә
  • Гүргә кергән кире ҡайтмаҫ
  • Гүрҙә ятҡанса түрҙә ят
  • Гәүһәр ерҙә ятмаҫ
  • Гәүһәр төндә лә күренә
  • Гәүһәрҙе мыҫҡаллап үлсәйҙәр

Ғ

  • Ғилем - аҡылдың яртыһы.
  • Ғишыҡ кешене диуана итә.
  • Ғишыҡ тотҡан - күҙһеҙ.
  • Ғүмер ҡыҫҡа - үткәрмә бушҡа

Ғәҙел менән яҡын булһаң, эшең бөтөр, Залим менән яҡын булһаң, башың китер

  • Ғәҙел кеше үҙенә ҡаты, кешегә йомшаҡ булыр
  • Ғәҙеллек үлене тергеҙгән
  • Ғәҙеллек менән золом бер ерҙә йәшәмәҫ
  • Ғәйебен йәшергән - уңмаҫ
  • Ғәйебенә күрә язаһы
  • Ғәйебеңде таныу - ярты төҙәлеү
  • Ғәйеп иткән - ғәйеп ишеткән
  • Ғәйепле үҙ күләгәһенән дә ҡурҡа
  • Ғәйепһеҙ йәр эҙләгән йәрһеҙ ҡалыр.
  • Ғәйрәт иткән тау ярыр.
  • Ғәйрәт — атлыла.

Д

  • Далаға ебәргән атыңа ышанма.
  • Дала эсе — киң ер, оло-кесе тиң ер.
  • Даланың бейе булғансы, ҡаланың эте бул.
  • Данлы егет ил өсөн үлер.
  • Даръя төбөндәге ынйынан тау башындағы таш артыҡ
  • Даръяға төшкән - йыланға һарылған
  • Дандың төбө хөрмәт, хөрмәт төбө хеҙмәт.
  • Дегетсе күмерсегә, мине буяма, тигән
  • Дегәнәк араһында үҫкән сәскәнән һаҡлан.
  • Диңгеҙ баштан болғаныр.
  • Диуанаға ҡайғы ла байрам
  • Донъя - йоҙаҡ, асҡысы - белем.
  • Донъя киң тип таралма, таралған тарыны тауыҡ сүпләй.
  • Донъя күрке - йәр менән.
  • Донъя ҡораманан башлана.
  • Донъя - яйы менән, ҡоймаҡ - майы менән.
  • Донъяны һүҙ биҙәр.
  • Донъяның яйы китһә, Ҡоймаҡтың майы китә
  • Донъяның рәхәтенән михнәте күп
  • Донъя бөтөр, эш бөтмәҫ.
  • Донъя эшен әхирәткә ҡалдырма.
  • Донъяһына күрә түрәһе.
  • Дөйә үҙ бөкөрөһөн күрмәҫ.
  • Дуңғыҙҙан бер ҡыл, байҙан бер һөйәк (артмаҫ)
  • Дуҫынан айырылған ете йыл илар,

Иленән айырылған илле йыл илар.

  • Дәртһеҙ кеше - күҫәк, йәрһеҙ кеше - ишәк.
  • Дәрүиш ашауынан, бай йәшәүенән билгеле
  • Дәрт биргәнгә дарман бирер.
  • Дәрт бар — дарман юҡ.
  • Дәрт — даръя, дарман — донъя.
  • Дәрт иткән эшләр.
  • Дәртең булмаһа, дарманың булмай.
  • Дәртле дарманын табыр.
  • Дәртһеҙ егет йоҡосан булыр.
  • Дәртһеҙ кешенән эш сыҡмаҫ.
  • Дәртһеҙгә дан юҡ.

Ҙ

  • Ҙур ағастың күләгәһе лә киң.
  • Ҙур йыртыҡты бәләкәй ямау ҡапламай
  • Ҙур талантҡа - ҙур талап
  • Ҙурҙар һүҙен тыңламаған ҙур бәләгә ҡалыр
  • Ҙурлыҡ кәүҙә менән түгел, ғилем менән
  • Ҙурлыҡ буй менән түгел, уй менән
  • Ҙурҙы уйлап әҙҙән ҡоро ҡалма

Е

  • Ебегән ауыҙҙан серегән һүҙ сығыр
  • Егет булһа, батыр булһын, ҡыҙ булһа, матур булһын.
  • Егет ҡыйыу, ҡыҙ һылыу булғаны яҡшы.
  • Егет егәр, ҡыҙ сибәр булһын.
  • Егет һөйһә - ала, ҡыҙ һөйһә - ҡала
  • Егәрле атҡа һүҙ ҙә сыбыртҡы.
  • Егә белгән айғыр егер.
  • Еккән атың елдәй булһын.
  • Екмәһәң дә, ат яҡшы.
  • Елкәлә күҙ юҡ
  • Елгә еленләгән, көнгә ҡолонлаған
  • Емеш ашағың килһә, сәскәһен өҙмә.
  • Емеште аша, ботағын һындырма.
  • Еңгә - ҡәйнеш бисәһе
  • Еңгәм сәнсә, мин тартам,

Мин дә нағыш һырыйым!

  • Ер баҫтырығы — тау, тау баҫтырыры таш, ил баҫтырығы — баш.
  • Ер кемдеке булһа — ел шуныҡы,

Бей кемдеке булһа — ил шуныҡы

  • Ер тартмаһа, һыу тарта.
  • Ер тауһыҙ булмай, халыҡ ханһыҙ булмай.
  • Ер түбәһеҙ булмаҫ, ил түрәһеҙ булмаҫ.
  • Ерҙең даны ирҙән.
  • Ерҙән айырылған елгә оса.
  • Ере байҙың иле бай.
  • Ере барҙы ер тартыр, ер тартмаһа, ил тартыр.
  • Ере барҙың еме бар, еме барҙың име бар.
  • Ере күп булған ил көлөр, бейе күп булған ил бөлөр.
  • Еренә күрә екәне.
  • Еренә ҡарай йыланы, тауына ҡарай боланы.
  • Ерле — ерендә, екән — күлендә.
  • Ерле ерен маҡтай, балыҡсы күлен маҡтай.
  • Ерле кеше еренә тартыр.
  • Ерле боланды тирле ҡолан ҡыуалаған
  • Ерһеҙ кеше илһеҙ кеше
  • Ерҙең дә ҡолағы бар
  • Ер туймай ил туймай.
  • Ергә тамған тир — гәүһәр.
  • Ергә төшкән гөл булыр, утҡа тошкән көл булыр.
  • Ергә эйелһәң, байлыҡ килә.
  • Ерҙе бер ҡат туйҙырһаң, ул һине ун ҡат туйҙырыр.
  • Ергә ашлыҡ башағынан ҡалдырғансы, ашар ҡашығыңды ҡалдыр.
  • Ерҙән алғанды ерҙә ҡалдырма.
  • Еренә ҡарап иген ик.
  • Ете ҡат үлсә, бер ҡат киҫ.
  • Еткән ҡыҙ кейәүҙән ҡурҡмаҫ.
  • Етмеш килде - егәрлек китте
  • Етмеш йондоҙ тыуһа ла, яҡтылығы айҙай юҡ.
  • Етмештә ҡартлыҡ етте - аҡыл китте.
  • Етәкләгән эт ауға ярамай, өйрәткән һүҙ дауға ярамай.

Ж

Жәүзә (Игеҙәк йондоҙлоғо)кермәй йәй булмай, Ҡәүес (Уҡсы) кермәй ҡыш булмай

З

  • Закон - көслөнөкө
  • Закондың ҡулы оҙон
  • Законы юҡ йорт булмаҫ
  • Залим золом итер, золомо башына етер
  • Залим түрә күп һөйләр,ғәҙел түрә әҙ һөйләр
  • Залимдың үҙенән залим эте булыр
  • Заман башҡа, заң башҡа
  • Заман һиңә эйәрмәһә, һин заманға эйәр
  • Заман яҙмышы кеше ҡулында
  • Заманына күрә бағанаһы
  • Заманына күрә ғәмәле,

Һабанына күрә әмәле

  • Заманына күрә законы
  • Заманына күрә кешеһе
  • Заманына күрә манараһы
  • Заманына күрә өйө,

Өйөнә күре көйө

  • Заманына күрә көлкөһө,

Тауына күрә төлкөһө

  • Заманына ҡарап бүрек кейәләр
  • Заманың ниндәй - яҙмышың да шундай
  • Заманың нисек булһа - бүркеңде шулай кей.
  • Зат затына тарта
  • Заттың алаһы ла, ҡолаһы ла була
  • Заты башҡа менән болан аулама
  • Зәһәр зәһәрҙе киҫә

И

  • Игелек ит тә һыуға һал - халыҡ белер,халыҡ белмәһә балыҡ белер.
  • Иген икһәк-икмәк,быҙау һуйһаҡ-туҡмаҡ
  • Иген келәттә, кеше хеҙмәттә күренә.
  • Иген ҡамылынан билгеле.
  • Иген төбө — ҡыуаныс.
  • Иген үҫмәҫ тип, ерҙән төңөлмә.
  • Игенде арба өйгә ипдерә, сана баҙарға илтә.
  • Игендең яйын иккәп белер, арбаның яйын еккән белер.
  • Игенсе ямғыр теләй, юлсы аяҙ теләй.
  • Игенсе яуында тыныр.
  • Игенсенең ярты ғүмере яланда уҙыр.
  • Игә белгән иген ашар, игә белмәгән ниен ашар?
  • Иҙел даны менән боҙ китә, атай даны менән ҡыҙ китә.
  • Иҙел башынан болғана, тамағынан тына.
  • Иҙел һыуы бал булһа ла, илгә етмәй.
  • Иҙел Яйыҡтың ағаһы,

Ағиҙел илдең яғаһы.

  • Изге эштең иртәгеһе яҡшы.
  • Ижтиһад иткән моратына еткән.
  • Ике күңел бер булһа, сүплек башы гөл булыр.
  • Ике ҡулыңа бер эш — ал да кереш.
  • Ике күлдәкте бер иткән, бер күлдәкте юҡ иткән.
  • Ике сибәр бергә килһә, береһе ғүмерһеҙ була, ти.
  • Ике туған талаша, атҡа менһә яраша.
  • Ике айғырҙы бер һарайға япмайҙар.
  • Ике тәкә башы бер ҡаҙанға һыймаҫ.
  • Ике дәрүиш бер балаҫҡа һыйыр, ике батша ер йөҙөнә һыймаҫ
  • Икенең бере - йә ир, йә ҡатын баш булһын.
  • Ике бейә — ил ашы,

Өс бейә — болаҡ башы, Бер бейә — юҡтың ҡашы.

  • Ике ҡатын алғандың вайраны бар,
  • Ике һыйыр Һауғандың айраны бар.
  • Ике уйла, бер эшлә.
  • Икмәк — илдән, һыу — күлдән
  • Ил һөйөр байҙы, ир һөйөр һауҙы
  • Илар бала атаһының һаҡалы менән уйнар,
  • Илар түрә иле менән уйнар
  • Ил аралаған һынсы булыр, ер аралаған уҡсы булыр.
  • Ил асыуы — яман асыу.
  • Ил бай булһа, ярлылығың һиҙелмәй.
  • Ил бар ерҙә сәпсек үлмәй.
  • Ил барҙа ир хур булмаҫ, ир барҙа ил хур булмаҫ.
  • Ил биргәндә дуҫың булһын, ер биргәндә ҡушың булһын.
  • Ил дауһыҙ булмаҫ, ир дауһыҙ булмаҫ.
  • Ил илдән ҡалһа, иргә намыҫ.
  • Ил икмәге ирекле,

Эшләп алһаң, кимекле.

  • Ил ирекһеҙ булһа, ир күрекһеҙ булыр.
  • Ил ирекле булһа, түрә күрекле була.
  • Ил йолаһыҙ булмаҫ.
  • Ил йолаһына хан да буйһона.
  • Ил көйөнгәндә көйөн, ил һөйөнгәндә һөйөн.
  • Ил көсәйһә, бей хан була.
  • Ил күрмәк — бер бурыс, ир һынамаҡ — бер бурыс.
  • Ил күсә тип, утыңды һүндермә!
  • Ил ҡулы тау күсерер.
  • Ил ҡупһа — Иҙел ҡубыр, ауыл ҡупһа — дауыл ҡубыр.
  • Ил ҡәҙерен белмәгән — башын юғалтҡан,
  • Ер ҡәҙерен белмәгән — ашып юғалтҡан.
  • Ил менән ҡара көн дә байрам булыр.
  • Ил намыҫы ир муйынында.
  • Ил намыҫы хур итмәҫ.
  • Ил өҫтө — алтын бишек.
  • Ил өҫтөндә илле алтын.
  • Ил терәге — ир, ир терәге — бисә.
  • Ил хөкөмһөҙ булмаҫ.
  • Ил эшенең иртәгеһе маҡтаулы.
  • Ил яҙмышы — ир яҙмышы.
  • Илгә бирһәң ашыңды, ил ҡәҙерләр башыңды;
  • Эткә бирһәң ашыңды, эттәр талар башыңды.
  • Илгә ҡаза теләгән ҡаҙалып үлер.
  • Илгә ҡушылһаң — ир булырһың, илдән айырылһаң — хур булырһың.
  • Илгә сыҡһаң, илле төрлөнө күрерһең.
  • Илгә таянған Иҙел кисер.
  • Илгә һыймаған баш — Иҙелгә батҡан таш.
  • Илде тинтәк боҙор.
  • Илдең биле ныҡ булһа, ирҙең күңеле туҡ булыр.
  • Илдең итәге киң.
  • Илдең көнө ер менән.
  • Илдең көнө — ир менән, ирҙең көнө — ил менән.
  • Илдең күҙе илле.
  • Илдең хаҡын ир даулар, ир дауламаһа, кем даулар?
  • Илдең эше ир муйынында, ирҙең эше ил ҡуйынында.
  • Илдә баш булмаһа, эт башҡа менә.
  • Илдә булһа, иренгә тейә.
  • Илдә булһа, үлмәҫһең, илһеҙ көнөң күрмәҫһең.
  • Илдә егет һанаулы.
  • Илдә ир үлмәҫ
  • Иле байҙың бейе бай.
  • Иле барҙың көнө бар
  • Иле барҙың — ҡабымы бар.
  • Иле барҙың — теле бар.
  • Иле берҙәмдең — көнө берҙәм.
  • Иле ныҡтың — биле ныҡ.
  • Иле юҡтың— түшәге юҡ, икмәге юҡтың— көйшәме юҡ.
  • Илем-көнөм булмаһа, айым-көнөм тыумаһын!
  • «Илем» тимәҫ ир булмаҫ, «өйөрөм» тимәҫ ат булмаҫ.

Илен ҡурсыған ил ағаһы булыр,

  • Илен борсоған ил буҫағаһы булыр.
  • Илен танымаған илгә бей булмаҫ.
  • Илен һатып ашаған — ике генә көн йәшәгән.
  • Илен һөйгән ир булыр.
  • Иленә ҡайтҡандың ояты юҡ.
  • Иленән биҙгән ир уңмаҫ, күленән биҙгән ҡаҙ уңмаҫ.
  • Илле илен маҡтар, юкәле күлен маҡтар.
  • Илле йылдан ил яңырыр, йөҙ йылдан ҡаҙан яңырыр.
  • Илләштереү илсенән, юлыҡтырыу яусынан.
  • Илсегә үлем юҡ.
  • Илсегә ялҡауҙы ебәрһәң, илгә яу килтерер.
  • Илселек — димселек.
  • Иләҫ илдән китер.
  • Иллегә еткәс, ирҙәр ҙә ипкә килә
  • Иллелә - ил ағаһы
  • Иләктә һыу тормаҫ,

Ҡатын-ҡыҙҙа һүҙ тормаҫ

  • Иләмәй күн булмаҫ, тирһеҙ тун булмаҫ.
  • Иләктә һыу тормаҫ, тинтәктә һүҙ тормаҫ.
  • Иләктәгең — күнәккә, күнәктәген — иләккә.
  • Илһамлы хеҙмәт — илгә ҡеүәт.
  • Иләк менән һыу ташымайҙар.
  • Иләмәй күн булмаҫ, тиреһеҙ тун булмаҫ
  • Имән ҡаты ергә төпләнер.
  • Иң элек уйла, унан эшлә
  • Инженер булыуҙан менеджер булыу хәйерлерәк.
  • Инһәң — ил, сыҡһаң — яу.
  • Инә ҡаҙ йомортҡа баҫҡанда ата ҡаҙ янында бейер
  • Инә ҡаҙ ҡаңғылдамаһа, ата ҡаҙ бармай.
  • Инәһеҙ ҡорт бал йыймаҫ,

Бал йыйһа ла, мул йыймаҫ

  • Инәһеҙ ҡорт көсһөҙ булыр.
  • Ипле кеше иленән китмәҫ.
  • Ипһеҙ ҡыҙ йәрһеҙ ҡалыр.
  • Ир аҡылы — бер алтын, ил аҡылы — мең алтын.
  • Ир башына килһә килһен, ил башына килмәһен.
  • Ир-егет — ил көҙгөһө
  • Ир-егеттең аҫылы ил эшендә танылыр.
  • Ир-егеттең яҡшыһы ил менән.
  • Ир ике һөйләһә — үҙенә бөлә, хан ике һөйләһә — иленә бәлә.
  • Ир илендә ҡәҙерле.
  • Ир ҡайғыһы илдә.
  • Ир ҡәҙере ил менән.
  • Ир терәге — ер.
  • Ир — тыуған илендә, ат — туйған ерендә.
  • Ир үлһә лә, йола үлмәҫ.
  • Ир үлһә, ил көйөнөр, дошман һөйөнөр.
  • Ир яҡшыһы илгә ярай.
  • Ирҙең даны иленән, халҡы менән еренән.
  • Ирҙән ашмаҡ бар, илдән атма к юк.Ирҙән китһәң дә, илдән китмә.
  • Ирҙәр айырылһа, ил таралыр.
  • Ир аҡыллы булһа, ҡатын күндәм була.
  • Ир булған ир егерме биштә баш булыр,

Ир булалмаған ир иллелә лә йәш булыр

  • Ир булған кеше этеп йыҡһын, тартып торғоҙһон.
  • Ир йәше - ике утыҙ, ҡатын йәше - бер утыҙ
  • Ир йәше ике илле - береһе шәкәр, береһе бикәр
  • Ир-аҙамат билгеһе - тышта мырҙа, өйҙә ҡол
  • Ир ҡанаты ат була.
  • Ирҙең юлдашы ла ат, моңдашы ла ат.
  • Иренсәк йорт ил булмаҫ, ил булһа ла, гел булмаҫ.
  • Иртә сәсһәң — уңырһың, һуңға ҡалһаң — туңырһың.
  • Ит тапмаған - үпкәгә кинәнгән, ҡыҙ тапмаған - еңгәгә (бисәгә) кинәнгән.
  • Ир үлһә лә йола үлмәҫ.
  • Иргә бер ҡат барыу - ғәҙәт, икенсегә - оят.
  • Ирең булмаҫтайға иренеңде бирмә
  • Ире өмә әйткән, ҡатыны баланға киткән.
  • Иреңдән айырылғансы күкрәгеңдәге йәнеңдән айырыл.
  • Ирҙе ир иткән дә, хур иткән дә — ҡатын.
  • Ирҙән ҡайтҡан яуҙан ҡаты.
  • Иртәгә ҡалған эшең - һынып төшкән тешең.
  • Иртәгә лә көн бөтмәҫ
  • Иртән дә өйрә, кис тә өйрә - был ҡорһаҡтар ни күрә?
  • Иртәгә лә көн бөтмәҫ.
  • Ир аҫылы эштә беленә.
  • Ир ғәйрәте тауҙы ҡом итә.
  • Ир ҡоралы - ҡамсылыр, ҡулда барҙа ҡәҙере юҡ.
  • Ир маҡтаныр, ҡорал эшләр.
  • Ир һөнәре эш булыр.
  • Иренгән ике үлгән.
  • Иренгән ике эшләр, артынан бармағын тешләр.
  • Иренгән эш һөймәҫ.
  • Иренгәндең иренен эт ялаған.
  • Иренмәгән иртәгәге эшен бөгөн бөтөргән.
  • Иренмәгәндең ирене ашлы, иркәнең күҙе йәшле.
  • Иренмәгәндең эше сифатлы.
  • Иренмәһәң, оҫта булырһың.
  • Иренсәк иркә булыр.
  • Иренсәккә эш ярамаҫ.
  • Иренсәкте илсе итһәң, илеңә яу килтерер.
  • Иренсәктең ирене кибер.
  • Иренсәктең табышы юҡ.
  • Иренсәктең эше ике.
  • Иренсәктә дәрт булмаҫ.
  • Иренһәң - ауырырһың, тырышһаң - һауығырһың.
  • Иренһәң — иренеңә теймәҫ.
  • Иренһәң, эшең кем эшләр,оялһаң, һүҙең кем әйтер?
  • Иртә барһаң- ит бешә, һуңға ҡалһаң - бит бешә
  • Иртә торған ас ҡалмаҫ.
  • Иртә торған егеттең ырыҫы артыҡ,иртә торған ҡатындың өлөшө артыҡ
  • Иртә торған ир уңыр.
  • Иртә торған үкенмәҫ.
  • Иртә торғандың ғүмере оҙон.
  • Иртә торғанндың ырыҫы артыр.
  • Иртә торһаң — уңырһың, кискә ҡалһаң — туңырһың.
  • Иртәгә ҡалған эшең — һынып төшкән тешең.
  • «Иртәгә» тигән иренгән, бөгөндән ҡалган бөлгән.
  • «Иртәгә» тигән уй менән бөгөп тамаҡ туймай.
  • Иртәгәге эшеңде бөгөн уйлап ҡуй.
  • Иртәгеһен ишәк ҡайғыртҡан.
  • Ирән ерҙә ир үлмәҫ.
  • Ирәндегем — бишегем, оло оңғол ишегем.
  • Исемең шәп булһын, ырыуыңа тап булһын

Ырыуыңа тап булмаһа - ораныңа тап булһын

  • Иҫәр менән иҫәр булма
  • Иҫәр үҙе һөйләр, үҙе көлөр - кешегә ҡалдырмаҫ.
  • Иҫәр этен маҡтар, өйөнә ҡайтһа бисәһен маҡтар.
  • Иҫәп кәрәк, уй кәрәк, уйлап эшләгән һирәк.
  • Иҫәпһеҙ колхоз — ишекһеҙ йорт.
  • Иҫәпкә бар, һанға юҡ.
  • Иҫәрҙе яҡлама, ялҡауҙы маҡтама.
  • Иҫәрҙең ише булмаҫ, ялҡауҙың эше булмаҫ.
  • Итексенең беҙе юҡ.
  • Итексенең итеге булмаҫ, балтасының ишеге булмаҫ.
  • Итексенең итеге тишек, балтасының балтаһы китек.
  • Итеге тайыш булһа ла йөрәге тайыш булмаһын
  • Итле өйҙә - ике кис, өйрәлелә - бер кис
  • Ишәк арығанын белмәҫ,

Ир ҡартайғанын белмәҫ

  • Ишәктең дә егәрлеһе була.
  • Ишектән кереп, төнлөктән сыҡма.
  • Ишәк тиреһе ябынһаң да, арыҫлан эшен эшлә.
  • Ишек алдында һыйырың булһа, оҫтәл оҫтөндә һыйың бу¬лыр.
  • Ишәк барға һаналһа ла, малға һаналмай.
  • Ишәк ите ит булмаҫ.
  • Ишәктең ите хәрәм, көсө хәләл.

Й

  • Йоҙағын эшләгән асҡысын да эшләр.
  • Йоҡлаған йыланды уятма
  • Йоҡлаған - ҡалыр, уяу - донъяны алыр.
  • Йоҡо бесәйгә генә моң.
  • Йоҡоһо оҙондоң бәхете ҡыҫҡа.
  • Йоҡлаған йоҡо тапҡан, йоҡламаған йылҡы тапҡан.
  • Йоҡлаған көлкө алыр, йоҡламаған төлкө алыр.
  • Йоҡлаған ҡалыр, уяу донъяны алыр.
  • Йоҡлағанға йоҡмаған.
  • Йоҡлағанға өлөш юҡ.
  • Йоҡлағандың өҫтөнә ҡар яуыр.
  • Йоҡо тамаҡ туйҙырмай.
  • Йоҡо ялҡауҙы ярата.
  • Йоҡосан егеттә дәрт булмаҫ.
  • Йоҡосоға аш юҡ.
  • Йортҡа кергәнсе утҡа кер.
  • Йорттан айырылған илде яу баҫыр.
  • Йортһоҙ — йылан, ерһеҙ — шайтан.
  • Йондоҙ һанап, аттан ҡалған.
  • Йөҙө аҡ тип алданма, эсе ҡара булмаһын.
  • Йөгөң күп булһа, келәтең тулы булыр.
  • Йөҙ күтәреп кешенән теләнгәнсе, башыңды эй ҙә ерҙән һора.
  • Йөҙлөк атың булһа, меңлек сыбыртҡың булһын.
  • Йөрәк серең йөрәктә ҡалһын
  • Йөрәк тынмай беләк тынмай.
  • Йөрәгендә барҙың беләгендә бар.
  • Йүгерек атҡа ял теймәй.
  • Йүгерек атҡа менгән тәңреһен онотор.
  • Йүгәнһеҙ тороп була, һөнәрһеҙ тороп булмай.
  • Йүнһеҙ итеген майлар, итеге итәген майлар.
  • Йүнһеҙ итексе беҙҙе ғәйепләр.
  • Йүнһеҙ килеп, эшлегә эш өйрәтер.
  • Йүнһеҙ менән ағас киҫмә — өҫтөңә ауҙарыр.
  • Йүнһеҙ менән көнөң уртаҡ булмаһын.
  • Йүнһеҙ әҙәм булғансы, юҡҡа сыҡҡан булһаңсы!
  • Йүнһеҙҙе эшкә ҡуш, артынан үҙең эшлә.
  • Йүнһеҙгә йүнле өндәшеп йүнле һүҙ көтмә
  • Йүнһеҙҙең үҙе ни ҙә һүҙе ни!
  • Йүнһеҙ һунарсы арба менән ҡуян тотҡан.
  • Йыйнаҡ бул, йыйнаҡлы булһаң, тыйнаҡлы булырһың
  • Йыбанмаған оҫта булған, оялмаған күрәҙә булған.
  • Йығылһаң, ергә таян.
  • Йылан йыландың ҡойроғон уҙмаҫ,Түрә түрәнең бойороғон боҙмаҫ.
  • Йылҡы — малдың батшаһы.
  • Йылҡы — данлыҡ, ҡуй — байлыҡ.
  • Йылҡы ҡолондан үҫер.
  • Йылҡыла үт юҡ, ҡоро үләндә һөт юҡ, түрәлә ҡот юҡ.
  • Йылы һүҙ йән иретер.
  • Йылы һүҙ - йән аҙығы, яман һүҙ - баш ҡаҙығы
  • Йыуаш ат йүнләүгә яҡшы.
  • Йә эшең үлһен, йә үҙең үл.
  • Йәй эшләмәһәң, ҡыш ашарга танмаҫһың.
  • Йәй ҡышты туйҙыра.
  • Йәй эшләһәң, ҡыш ашарһың.
  • Йәйге көн бер йылды туйҙыра.
  • Йәйгә сыҡһаң, ҡышты уйла, ҡышҡа керһәң, йәйҙе уйла.
  • Йәйҙең бер көнө ҡыштың бер айынан ҡиммәт.
  • Йәйҙең бер көнө ҡыштың бер аҙнаһына тора.
  • Йәйе барҙың ҡышы бар.
  • Йәйең рәтле булһа, сәйең шәрбәтле булыр.
  • Йәмһеҙҙең көҙгөһө насар, булдыҡһыҙҙың ҡоралы насар
  • Йән биргәнгә йүн биргән.
  • Йән ҡыйналмай эш бөтмәҫ, тырышмаған моратына ет¬мәҫ.
  • Йәне барҙың йүне бар
  • Йәне теләгән - йылан ите ашаған
  • Йәнең тынһа, ҡулың тынмай, ҡулың тынһа, йәнең тын¬май.
  • Йәнен аямаған яу алыр, малын аямаған дау алыр.
  • Йән рәхәте тән менән, тән рәхәте мал менән.
  • Йән тынысы — ямғыр
  • Йәш үләндә арыҡ мал да уйнаҡлай
  • Йәштәр килһә эш башлай, ҡарттар килһә һүҙ башлай.
  • Йәш ҡайынға терәлеп ҡарт ҡайын йөҙ йыл йәшәгән
  • Йәш сағыңдың ҡәҙерен бел
  • Йәшем етте ҡырыҡҡа, эшем китте шырыҡҡа

К

  • Каруан күсер — ут ҡалыр, халыҡ күсер —- йорт ҡалыр.
  • Кейеҙ ҡалыны беләккә төшә.
  • Кейеменә ҡарап ҡаршылайҙар, аҡылына ҡарап оҙаталар.
  • Кем ерендә йәшәһәң, шуның һыуын эсерһең,
  • Кем менән даның сыҡһа, шуның менән йәнең сыҡһын.
  • Кем эшләмәй - шул ашамай
  • Кеше алдында кеше өгөтләгәнсе, битен дегетлә.
  • Кеше һүҙе кеше үлтерә.
  • Кеше ғәйебен күрһәң, үҙеңдекен уйла.
  • Кеше күҙендәге сүпте күргәнсе, үҙ күҙеңдәге сүпте алып ҡуй.
  • Кеше көшөлөн осора, үҙенекен ел алмай.
  • Көн уҙһын, сабата туҙһын.
  • Кеше хәлен кеше белмәй - үҙ башына төшмәһә
  • Кеше юҡ тип һүгенмә - ауыҙың яман өйрәнер, кеше юҡ тип һауа боҙма, артың яман өйрәнер
  • Кешегә барып ҡаҙы ашағансы, өйөңә ҡайтып һыу эс
  • Кешегә кешенең малы, үҙенең аҡылы күп күренер.
  • Кешене белгең килһә — ҡылығына, баланы белгең килһә, уйынына ҡара.
  • Кешенең үлемен теләгәнсә, үҙеңдең йөрөмөңдө телә
  • Кеше икмәгенә ауыҙыңды асма, үҙең тап.
  • Кеше нәҫеле менән оло булмаҫ, һөнәре менән оло булыр.
  • Кеше эше менән маҡтанма.
  • Кеше эше — ярты эш, үҙ эшең — бөтөн эш.
  • Кеше эштә һыналыр.
  • Кешене кейеменә ҡарап баһалама, эшенә ҡарап баһала.
  • Кешене белгең килһә, бер һүҙенә ҡара, бер эшенә ҡара.
  • Кешенең ниндәйлеге төҫтә түгел, эштә.
  • Кешенең төҫ матурлығы матур түгел, эш матурлығы матур.
  • Кеше ерҙе күтәрә, ер кешене күтәрә.
  • Кешәнле атың — бар атың, кешәнһеҙ атың — юҡ атың.
  • Килен килбәтле булһын, теле ширбәтле булһын.
  • Киндер сәсһәң, күлдәк кейерһең.
  • Киске эш таңға көлкө.
  • Киҫемле мал үҫемле
  • Киң кейем туҙмаҫ, кәңәшле ил аҙмаҫ.
  • Киткәндән китек сүлмәк ҡалыр
  • Колхоз башлығын ашлығына ҡарап һынайҙар.
  • Колхозың алда булһа, ауыҙың балда булыр.
  • Көйһөҙ кейәү кейәүләп ятҡансы, көйлө кейәү кәләшен алып ҡайтҡан.
  • Көҙ бай булма, яҙ бай бул.
  • Көҙ көнөндә бары бай: тарттырған да ашаған,

Яҙ көнөндә нишләгән? — Хәйерсене теләнсе ҡыҫтаған,

  • Көҙгө ашлыҡты көлгә сәс, яҙғы ашлыҡты боҙға сәс.
  • Көндөҙ йоҡлаған ир уңмаҫ.
  • Көн күрмәҫ көндөҙ йоҡлар, кис торор.
  • Көн ҡайғыһы таңдан, йыл ҡайғыһы яҙҙан.
  • Көн үтһен дә төн үтһен, ҡалғанына ҡар яуһын
  • Көнөн күрһен, көлөндә аунаһын, барған ерҙән ҡайтмаһын.
  • Көнсө көнө - көйөнөс.
  • Көнсөл кеше көн күрмәҫ
  • Көсләп асҡан күҙҙең нуры юҡ.
  • Көс һабантуйҙа беленер,эш өмәлә беленер
  • Көслө умарта геүләүенән билгеле.
  • Көсө етмәгән ауыр күтәрер
  • Көсөң барҙа эшлә, көсөң барҙа тешлә.
  • Көсөң барҙа эшеңде ҡара, көсөң киткәс, эшең һине ҡарар.
  • Көсөң етмәгәнгә көсәнмә.
  • Көсөң менән маҡтанма, эшең менән маҡтан
  • Көсөңә күрә көсән.
  • Көсһөҙ көрәк һындырыр.
  • Көткәнгә көн үтмәй, эшләгәнгә көн етмәй.
  • Күҙ ҡурҡаҡ, ҡул батыр.
  • Күҙең ауыртһа ҡулыңды тый,эсең ауыртһа тамағыңды тый
  • Күҙең менән һайлама, ҡолағың менән һайла.
  • Күк арҡаһы — Тимер ҡаҙыҡ.
  • Күкрәк киреп эшләһәң, килер ерең киң булыр.
  • Күктән эҙләгәнде ерҙән биргән.
  • Күктә сулпан булыуҙан, һыуҙа суртан булыу артыҡ.
  • Күл балығы менән данлы, ил халығы менән данлы.
  • Күләгәһе юҡ тауҙан биҙ
  • Күмәк ҡулға эш түҙмәй.
  • Күмәк эш — ирмәк эш.
  • Күмәкләгән - яу ҡайтарған
  • Күнеккән ҡулда һәнәр бар.
  • Күнсе күнде күндерер.
  • Күңел биреп эшләгән эш өлгө булыр
  • Күңел бирмәй эшләгән эш көлкө булыр.
  • Күңел етһә, ҡеүәт етә.
  • Күңелең ҡурҡһа, ҡулыңа таян.
  • Күңелсәк күңеле менән көн күрә, иренсәк нимәһе менән көн күрә?
  • Күңеле боҙоҡ – йортто туҙҙыра, халыҡты тарҡата...
  • Күп йәшәгән күрмәгәнде күп йөрөгән күрер
  • Күп һүҙ — юҡ һүҙ.
  • Күп торғандан һорама, күп йөрөгәндән һора
  • Күп һайланған һайландыҡҡа ҡалыр.
  • Күп һөйләгән күп яңылышыр.
  • Күпме бейек булһа ла, сигенмәһәң - тауға менерһең,

Күпме ауыр булһа ла, сигенмәһәң - эште еңерһең.

  • Күп йоҡлаған атын алдырыр.
  • Күп өргән эт тешләмәҫ, күп ҡысҡырған эшләмәҫ.
  • Күп һөйләгән — аҙ эшләгән.
  • Күпкә китһә, сүпкә китә
  • Күптең эше күңелле
  • Күрексенең туны юҡ
  • Күренгәндең алыҫы юҡ, күтәргәндең ауыры юҡ
  • Күрше тауығы ҡаҙ кеүек, ҡатыны ҡыҙ кеүек.
  • Кәзә көн буйы баҡырһа ла - ишетмәйҙәр, һарыҡ бер баҡырһа - бар донъя ишетә
  • Кәзә һауып ҡына һөткә байып булмай.
  • Кәзә — мал түгел.
  • Кәзә — ярлының һыйыры.
  • Кәзә майы — туң май,

Кәзә көткән уңмай.

  • Кәзәне маҡта, һыйырҙы һау.
  • Кәзә һауғандан һыйыр һауған һөт һорап килгән.
  • Көлә килгән түрәнән ҡас.
  • Көн үтһен дә төн үтһен, ҡалғанына ҡар яуһын
  • Көрәк бәләкәй булһа ла тирәкте йыға
  • Көс кемдеке әмер шуныҡы.
  • Көслө ырыу хан ҡуйыр, үсле ырыу ҡан ҡойор.
  • Көтөү аҙашмай, көтөүсе аҙаштыра.
  • Көтөү боролғанда, аҡһаҡ һарыҡ алға сыға.
  • Көтөү ташлаған малды бүре алыр, ил ташлаған ирҙе гүр алыр.
  • Көтөүсе күп булһа, һарыҡты бүре алыр.
  • Көтөүсе ниндәй — көтөүе шундай.
  • Көтөүсеһе юҡ мал уңмаҫ, башлығы юҡ ил уңмаҫ.
  • Көтөүсеһеҙ көтөү йөрөмәй.
  • Көтөүсеһеҙ ҡуй — бүре аҙығы

Ҡ

  • Ҡабалан эшкә аҡыл эйәрмәй.
  • Ҡабаланған ҡабырғаһын һындырған.
  • Ҡабаландың аты өҙлөгә, ялҡауҙың аты һөрлөгә.
  • Ҡағын, һөртөн дә тағы эшкә тотон.
  • Ҡабат эшләнгән эш һабаҡ булыр.
  • Ҡаза күрер егет аяғы һыҙлау ҡатын алыр.
  • Ҡаҙна малы — ил малы.
  • Ҡаҙ менән ҡаҙ, өйрәк менән өйрәк.
  • Ҡаҙ ҡанаты — ҡауырһын, ир ҡанаты — ат.
  • Ҡаҙансының ирке бар, ҡайҙан ҡолаҡ сығарһа.
  • Ҡаҙынған ҡар аҫтынан ҡалъя тапҡан, ҡаҙынмаған - ҡар өҫтөндә ҡатып ятҡан
  • Ҡаҙынған ‐ кеше баҙынан ҡалья тапҡан, аҙаҡтан зинданға инеп ятҡан.
  • Ҡайғы килһә, игеҙ килә
  • Ҡайһы ырыу көслө — ханды шул ҡуя,

Ҡайһы ырыу үсле — ҡанды шул ҡоя.

  • Ҡайҙа барһаң — бер ҡояш, эш эшләүҙә тиң һайлаш.
  • Ҡалаҡ тотһа, хан ҡыҙының ҡулы ҡабара.
  • Ҡала — бер барһаң, ҡала,

Йыш барһаң, башыңды алып ҡала.

  • Ҡалала эш һөймәҫ, ауылда кәбән өймәҫ.
  • Ҡалала ҡалас бешерә белмәгән ауылда иген игергә өйрә¬тер.
  • Ҡалалы ер — ҡаласлы ер.
  • Ҡаланы маҡта, ауылда тор.
  • Ҡаланың ҡапҡаһы ҡырҡ.
  • Ҡаланың тауығы булғансы, ауылдың әтәсе бул.
  • Ҡалын ырыуҙың ҡарағы күп була.
  • Ҡалған эш — төштән кире.
  • Ҡалған эшкә ҡар яуа.
  • Ҡамыш һыуҙан туймаҫ, тырыш эштән туймаҫ.
  • Ҡапҡа аҫтынан кергән, түргә менеп өргән.
  • Ҡара ерҙә ҡармандап ҡал, ҡар яуғас, ҡайҙа барырһың?
  • Ҡараҡ менән юлдаш булма,

Ғәйбәтсе менән серҙәш булма, Уйнашсы менән ултырҙаш булма

  • Ҡар өҫтөндә ҡаҙан ҡайната бел.
  • Ҡар башын ҡар ашар, хан башын хан ашар.
  • Ҡара ерҙе яманлама, ҡайтып, шунда барырһың; Ил-йортоңдо яманлама, ҡарғышына ҡалырһың.
  • Ҡара урмандан үтеп, ҡамсы һаплыҡ ағас таба алмаған.
  • Ҡара ерҙә ҡармаңдап ҡал, ҡар яуғас, ҡайҙа барырһың?
  • Ҡара тояҡ ҡарында ятмаҫ.
  • Ҡара тупраҡ иген уңдыра.
  • Ҡарағайға ҡарап тал үҫер,

Колхозсыға ҡарап, мал үҫер.

  • Ҡарамағандың ҡатыны ташлар, баҡмағандың малы таш¬лар.
  • Ҡарағайға ҡарап тал үҫер, хеҙмәтеңә ҡаран дан үҫер.
  • Ҡарама беләккә, ҡара йөрәккә.
  • Ҡарама йәшенә, ҡара эшенә
  • Ҡарама тешенә, ҡара эшенә.
  • Ҡарға, һайрап, һандуғас булмаҫ
  • Ҡарға һайыҫҡан кеүек йөрөп ҡарайым тип үҙ йөрөшөн онотҡан, ти
  • Ҡарт булһа ла ирең булһын, алама булһа ла өйөң булһын.
  • Ҡарт ҡуйынында ҡалас бар, йәш ҡуйынында ҡамсы бар.
  • Ҡапҡам төбөнә туй еткән, ҡаба орсоғом ҡайҙа икән?
  • Ҡасып китһәң дә, сәсеп кит, ҡайтыуыңа аш булыр.
  • Ҡаты ерҙә ҡаҡ торор, игенле ерҙә мал торор.
  • Ҡатын артынан мал килер, ҡыҙ артынан дан килер.
  • Ҡатын ғәйрәтле булһа, ир ғибрәтле булыр
  • Ҡатын теләһә, ишәктән ир яһар, теләһә, ирҙән ишәк яһар.
  • Ҡатын тота белмәгән көң (ҡол)иткән, ебәк тота белмәгән йөн иткән.
  • Ҡатын һәлкәү булһа, ир ялҡау булыр.
  • Ҡатынды йөҙөк ҡашы иткән дә, муса ташы иткән дә — ир.
  • Ҡатындың теле уҙһа - иренең ҡулы уҙа
  • Ҡатынмын тигән ҡатында ат башындай алтын ятыр
  • Ҡатынынан айырылғандың ҡанаты ҡайырылған
  • Ҡатын уңғаны иргә яраған, ир уңғаны илгә яраған.
  • Ҡатын аҙһа ир башына, түрә аҙһа — ил башына.
  • Ҡашығаяҡ шалтырамай тормаҫ.
  • Ҡойроҡ тулап баш булмаҫ.
  • Ҡойроҡ биткә бойороҡ бирмәҫ.
  • Ҡол кеүек эшләһәң, хан кеүек йәшәрһең.
  • Ҡолон аҫыраһаң, ат менерһең.
  • Ҡолон — ҡырҙа, ҡондоҙ — һыуҙа.
  • Ҡолон тояғына — ҡом терәк,

Ҡош аяғына — ел терәк, Ҡара кешегә — мал терәк, Хан кешегә — ил терәк.

  • Ҡом татырҙа мал ятыр.
  • Ҡомо юҡ һыу булмаҫ, бейе юҡ ил булмаҫ.
  • Ҡомо юҡ һыу булмаҫ,

Яғаһы юҡ тун булмаҫ, Законы юҡ йорт булмаҫ.

  • Ҡомһоҙ ҡоторһа, ҡоҙоҡҡа ҡармаҡ һалыр,

Ялҡау ҡоторһа, байрамда эшкә барыр.

  • Ҡорал әмәлһеҙ булмай, әмәл ғәмәлһеҙ булмай.
  • Ҡорал юҡтан ҡороҡ та ҡорал.
  • Ҡораллының ҡулы уйнай.
  • Ҡоралһыҙ оҫта булмаҫ, теҙгенһеҙ нуҡта булмаҫ.
  • Ҡоралы үтмәҫтең эше бөтмәҫ, тапҡаны тамағына етмәҫ.
  • Ҡоро ҡулға ҡорал яу.
  • Ҡоро ағастың емеше юҡ.
  • Ҡоро ер булһа ла, иген сәс.
  • Ҡорт саҡмайынса бал булмай.
  • Ҡорт таныһаң, тотоп ал, күсе һайын бер бот бал.
  • Ҡорт күсһә, иле менән.
  • Ҡорттоң инәһе ҡайҙа ҡунһа, күсе шунда һарыр.
  • Ҡорттоң сағыуы ла файҙаға.
  • Ҡотһоҙға ҡот ҡунмаҫ, умартаһында ҡорт тормаҫ.
  • Ҡош ҡош менән аулана.
  • Ҡошон юғалтҡан күккә ҡарар,
  • Ҡоштоң матурлығы төҫөнә ҡарап,кешенең матурлығы эшенә ҡарап.
  • Ҡош аяғынан, ҡыҙ ирененән эләгер
  • Ҡошона күрә тоҙағы
  • Ҡошто ем менән алдайҙар
  • Ҡош ояһыҙ булмай.
  • Ҡояш таңһыҙ, ил дауһыҙ булмаҫ.
  • Ҡуйын юғалтҡан ергә ҡарар.
  • Ҡуй байлығы -туй байлығы.
  • Ҡуй ырыҫы -ҡура эсендә.
  • Кунаҡта рәхәт, өйҙә бәрәкәт
  • Ҡулалмашта ҡул талмаҫ, эшләгәндән ҡул ҡалмаҫ.
  • Ҡулайымламай ҡул яҙылмай.
  • Ҡулалды ат төптән тартыр, ҡул алды әйбер ҡулбуй(ы) ятыр.
  • Ҡул ҡайҙа ауыҙ шунда
  • Ҡул ҡарышмаһа, эш ҡарышмай.
  • Ҡулы берҙе эшләй, теле икенсене һөйләй.
  • Ҡулы эшләй, теле йыуа.
  • Ҡул һелтәй, балта саба.
  • Ҡул эшләһә, ауыҙ тик тормаҫ.
  • Ҡулда ҡорал -ярты эш, эшләһәң-бөтөн эш.
  • Ҡуллана белмәһәң, ҡоралға үпкәләмә.
  • Ҡулы белгән бал ашар.
  • Ҡулы ҡыймылдағандың ауыҙы ҡыймылдар.
  • Ҡулың күтәрә алмаған суҡмарҙы билеңә таҡма.
  • Ҡулың оҫта булһын, һүҙең ҡыҫҡа булһын.
  • Ҡулың уйнаһа, ауыҙың уйнар.
  • Ҡулыңда эшең булһа, эс бошорға ваҡыт юҡ.
  • Ҡулыңдан килмәгән эшкә тотонма.
  • Ҡулыңдан килмәһә, телеңдән килһен.
  • Ҡулыңдан элек башың уйлаһын.
  • Ҡулыңдан эш китһә, ауыҙыңдан аш китә.
  • Ҡурай тартһаң - көй була, бүрәнә тартһаң — өй була.
  • Ҡурҡҡан эш хәйерле була.
  • Ҡуян алмаҫ, ҡулынан килмәҫ.

Ҡуян алмаҫ, артынан ҡалмаҫ.

  • Ҡуян тотоҡоң килһә, бурҙай ал.
  • Ҡыйын эшкә ҡыйыу ҡул.
  • Ҡыйынлығын күрмәй, ҡоймағын ашап булмай.
  • Ҡыйынлыҡты еңгән рәхәт күргән, еңәлмәгән гүргә кер¬гән.
  • Ҡыҙ аҡсаһы - тоҙ аҡсаһы..
  • Ҡыҙ байлығы - күркәм холоҡ, ир байлығы - тәүәккәл.
  • Ҡыҙ баланың бирнәһен етеһенән йыйһаң - етмәй торор, алтыһынан йыйһаң - артып ҡалыр.
  • Ҡыҙ егеткә ҡушыла - ебәк булып ишелә.
  • Ҡыҙ кемгә бармаҫ ине, егет кемде алмаҫ ине ҡалым малы булмаһа.
  • Ҡыҙ күңелендә — балалы бишек, ир күңелендә — эйәрле ат.
  • Ҡыҙ - ҡыйғыр тамаҡ,
  • Ҡыҙ оҙатҡан яланғас ҡалыр, килен алған түренә урын һалыр
  • Ҡыҙыл телем тыйманым,ҡыҙым өйөнә һыйманым
  • Ҡыҙҙың кемлеге кемәйенән (әхирәтенән) билгеле.
  • Ҡыҙыңды үҙеңдән түбәнерәккә бир, киленде үҙеңдән юғарыраҡтан ал
  • Ҡыҙыңа тиң кейәү килһә, ҡалым алма, тиген (бушлай) бир.
  • Ҡырҙа ҡалған- ҡар аҫтында.
  • Ҡырҙа тиреҫ мул булһа, амбарың буш булмаҫ.
  • Ҡырҙағы ашлыҡ байлыҡ түгел, амбарҙағы ашлыҡ байлыҡ.
  • Ҡырҡ ҡаҙ бер тыу бейәне алмаштыра
  • Ҡырҡ йыл ҡыйыш үҫкән ағас йыл эсендә тураймаҫ
  • Ҡырҡҡа тиклем донъяны ҡырырмын, ҡырҡтан һуң бары менән торормон
  • Ҡырҡта ат менмәгән иллелә айғыр менмәҫ
  • Ҡырҡта булһа ла ҡыҙ булһын.
  • Ҡырмыҫҡа ояһына таяҡ тыҡма
  • Ҡырын эш ҡырыҡ йылдан һуң да беленә.
  • Ҡыр — ҡырҡ күҙ, ил — илле күҙ.
  • Ҡысҡырырға әтәсең булмаһа, ҡуналҡала тауыҡ йырлай.
  • Ҡыҫыр ҡатындан бала таптырма .
  • Ҡыш ҡайғыһын яҙ ҡайғырт.
  • Ҡыш аҙығын йәй йыйна.
  • Ҡышҡа керһәң, йәйҙе уйла,йәйгә сыҡһаң, ҡышты уйла.
  • Ҡәйнәгә сәс менән иҙән йыуып та ярай алмаҫһың

Л

  • Лаф (ҡуҡырайыу) менән былау бешмәҫ

М

  • Май сүлмәге тышынан билдәле
  • Майҙан һуң ҡурмы уртаҡ.
  • Майлы ҡулың менән тотма, һөйәкле ҡулың менән тот
  • Мал аҙығы — йән аҙығы,
  • Мал асыуы — йән асыуы.
  • Мал арығын һимертһәң, ауыҙың-мороноң май булыр.
  • Мал аҫыраған — май сәйнәгән.
  • Мал башы — тауыҡ.
  • Мал көрлөгө көтөүсенән.
  • Мал көткән ашҡа туйыр.
  • Мал күн булһа, ҡәҙере юҡ.
  • Мал ҡазаһы баш ҡазаһы түгел,
  • Мал табыла, баш табылмай.
  • Мал ҡазаһы эткә яҡшы.
  • Мал табылыр, иҫәп кәрәк.
  • Мал эйәһенә оҡшай
  • Малһыҙ донъя — һанһыҙ.
  • Малы барҙың наҙы бар.
  • Малы барҙың һыйы бар, малы юҡтың һыйы юҡ.
  • Малы юҡтың йәне юҡ.
  • Малы юҡтың ҡайғыһы юҡ.
  • Малың булһа, көтөүсе табылыр.
  • Маңлайы тирләмәгәндең ҡаҙаны ҡайнамай.
  • Маңлайҙан аҡҡан әсе тир, ергә тамһа, ем булыр.
  • Мал малдан үҫә, аҡса тиндән үҫә
  • Малһыҙлыҡ ярлылыҡ түгел, аҡылһыҙлыҡ - ярлылыҡ.
  • Мал ашаған еренә, ир тыуған иленә ҡайтыр.
  • Мал торған ерен, ир тыуған илен онотмаҫ.
  • Малсының инсеһе булыр, батшаларҙың илсеһе булыр.
  • Матур - күҙ өсөн, аҡыллы - күңел өсөн.
  • Матурлығы хәжәт түгел, аҡылы-тәүфиғы булһын.
  • Матурлыҡ туйҙа кәрәк, уңғанлыҡ көн дә кәрәк.
  • Мейес башында ятып ҡалас бешмәҫ.
  • Мейесен яҡҡан, үҙе ятҡан.
  • Мең башты бер баш юҡ иткән.
  • Мең яманға баш булғансы, бер яҡшыға ҡуш бул.
  • Мең кешегә -бер башсы, ун кешегә- бер ашсы.
  • Минең бойороғом менән, суртандың ҡойроғо менән
  • Минән киткәнсе, эйәһенә еткәнсе.
  • Мир бөтмәһә ир бөтмәҫ
  • Мир елкәһе ҡалын.
  • Мөхәббәт өсөн йән фиҙа.
  • Мөхәббәт тамуҡ утынан ете өлөш артыҡ булыр, ти.
  • Мөхәббәт таш ярҙырта.
  • Мөхәббәт тешкә ҡарамай, эшкә ҡарай
  • Муллаға тел тейҙерһәң — телең киҫелер,

Түрәгә тел тейҙерһәң — ҡулың киҫелер.

  • Мыштыр кеше иртә лә мыштыр, кистә мыштыр.

Н

  • Наҙлы наҙланғансы наҙһыҙ ашап туйған
  • Наҙан кеше һуҡырҙан яман, ялҡау кеше барынан да яман.
  • Намыҫ аҡсанан ҡиммәт
  • Намыҫ белгән - көн күргән
  • Намыҫ йәштән - оят баштан
  • Намыҫлы булһаң, намыҫһыҙ менән булталма
  • Намыҫлы кеше - ырыҫлы кеше
  • Намыҫлы ир хур булмаҫ
  • Намыҫты һатып та булмай, алып та булмай
  • Намыҫһыҙ оялмаҫ,Оятһыҙ - намыҫланмаҫ
  • Намыҫһыҙҙың ауыҙы алыптай, йөҙө ҡаптай.
  • Намыҫың пак булмаһа, йөҙөң аҡ булыуҙан файҙа юҡ
  • Насар һөрөлгән ерҙе сүп баҫыр.
  • Насар арба юл боҙор, насар түрә ил боҙор.
  • Нефть ҡәҙерен яғыусынан бигерәк табыусы белә
  • Ни һөйләһәң, шуны ишетерһең
  • Ныҡ һөйә тип һөйөнмә, уртаса һөйә тип көйөнмә
  • Нәпсе менән шайтан бер атанан
  • Ниәт ғәмәлдән артыҡ.
  • Ниәт— ярты ғәмәл.
  • Нормаһына формаһы.

О

  • Ололар араһында ла аҡыл емештәре өлгөрмәгән кешеләр осрай.
  • Оло ҡаҙанда ҡайнаған сей ҡалмай.
  • Оло тулҡын күренгәс тә ишкәкте ҡулыңдан ташлама.
  • Оло эштең ояты юҡ.
  • Оронсоҡ атта ял юҡ
  • Орлоғо Бохарҙа түгел
  • Орлоғона күрә уңышы.
  • Оса алмаған ыласындан файҙа юҡ
  • Осонғандың ҡулынан ҡуян ысҡынған
  • Осорорға ел көслө, көрәшергә ил көслө.
  • Осһоҙ итте эт ашай
  • Осһоҙ ҡаҙыҡ ергә кермәҫ
  • Оҫта — донъя тотҡаһы.
  • Оҫта ҡоралынан билгеле.
  • Оҫта үлһә, ҡулы ҡалыр.
  • Оҫтаның ҡулы башҡа.
  • Оҫтаһына күрә ҡоралы.
  • Оялған туйҙан буш ҡалыр
  • Оялғандың ризығы тар
  • Оялмаған кеше өсөн оялған кешенең йөҙө ҡыҙарыр
  • Оялсан егет йәрһеҙ ҡалыр.
  • Оят барҙа хая бар
  • Оят баш ярыр
  • Оят башҡа файҙа итмәй
  • Оят - оятлы кешегә
  • Оятһыҙҙың күтәне ҡырҡ ҡолас
  • Ояты барҙың намыҫы бар
  • Ояты юҡ ул яман, ғәҙәте юҡ ҡыҙ яман.
  • Ояһында ни күрһә осҡанында шуны эшләр
  • Оялы көсөк көслө була.
  • Ояңа ҡарап ҡанат ҡаҡ.
  • Ояһында ни булһа, осҡанында шул булыр,Илдә түрә кем булһа, законы ла шул булыр.

Ө

  • Өй артында ҡорто барҙың өй эсендә ҡото бар.
  • Өйгә етһә эт уҙыр.
  • Өйлөлә - бер кис, өйрәлелә - ике кис
  • Өйләнеү - көйләнеү.
  • Өйләнмәгәндең өйө булмаҫ, өйө булһа ла иле булмаҫ.
  • Өйләнмәгәндең тамыры ҡорор.
  • Өйләнмәгәндән аҡыл һорамайҙар.
  • Өйрәнгән эш ерҙә ятып ҡалмаҫ.
  • Өйрәнеү — бер һөнәр.
  • Өйрәне өйҙә һыуыт.
  • Өйрәнмәйенсә хеҙмәт юҡ, хеҙмәт итмәй, хөрмәт юҡ.
  • Өйө бейек,өйрәһе шыйыҡ
  • Өлгөргән эш өлгөлө.
  • Өмөт өҙөлмәһә - ризыҡ өҙөлмәҫ
  • Өмөтлө көн күрер,

Өмөтһөҙ гүргә керер

  • Өмөтлөнөң ҡояшы ике
  • Өмөтһөҙ -йәшәмәҫ
  • Өмөтһөҙ кеше - өлөшһөҙ кеше
  • Өмөтһөҙ - шайтан
  • Өмә эше ырамлы.
  • Өмөтһөҙгә ризыҡ юҡ
  • Өрөп килгән түрәнән ҡурҡма, көлөп килгән түрәнән ҡурҡ.
  • Өрә белмәй өргән эт ауылға бүре килтерер.
  • Өҫкә кейгән күренә,тамаҡҡа киткән күренмәй.
  • Өҫтөңә ҡояш сығарма
  • Өҫтән-мөҫтән игенсе, ҡышҡа керһә — теләнсе.

П

  • Пар ҡанат талмай
  • Планһыҙ эш — тоҙһоҙ аш.
  • Планһыҙ эш ырамһыҙ.
  • Питрау үтте - йәй үтте
  • Подпись иткән - под суд киткән
  • Покрау етте - ҡыш етте.

Р

  • Ришүәт ишектән керһә, иман мөрйәнән ҡасыр
  • Рәхимһеҙ кешенән рәхимле эт яҡшы
  • Рәхәт менән михнәт бер түгел
  • Рәхәт төбө - көйөнөс,

Михнәт төбө - һөйөнөс

  • Рәхәтен яратҡас, яфаһына ла түҙ

С

  • Сабый барған юлда ҡалыр.
  • Сабыр эшен бөтөрөр, ҡауҙыр үҙен бөтөрөр.
  • Сабырлы булһаң, уңырһың.
  • Сабырлыҡтың төбө һары алтын.
  • Сабырлынан дошман шашалыр, сабырһыҙҙан бәрәкәт ҡасалыр
  • Сапҡан аттың башына һуҡма.
  • Сапҡан уҙыр, ятҡан ҡалыр.
  • Себеште көҙ һанайҙар.
  • Сентябрҙә һин дә бер, мин дә бер — мартта арыта
  • Сирле булып атҡа ултырып йөрөгәнсе, таҙа булып йәйәү йөрөгәнең артыҡ
  • Сит ерҙә солтан булғансы, үҙ илеңдә олтан бул
  • Сит ерҙең гөлөнән үҙ ереңдең дегәнәге артыҡ.
  • Сит ерҙә мал да ерҫәй.
  • Сит ерҙә солтан булғансы, үҙ илеңдә олтан бул.
  • Сит илдең ҡарсығаһын үҙ иленең ҡарғаһы талар.
  • Сит өйҙөң түшәгендә йоҡлағансы, үҙ өйөңдөң иҙәнендә йоҡла.
  • Ситкә китеп эшлә, өйөңә ҡайтып аша.
  • Ситкә китһәң дә, ситәнгә элеп кит.
  • Ситте маҡта, илеңдә тор.
  • Ситтең ситәне ҡороһон.
  • Ситтә йөрөгән тарығыр, тыуған илен һағыныр.
  • Ситтән килгән эттең ҡойроғо бот араһында булыр.
  • Сифаты юҡ та, һаны бар, норма тигән даны бар.
  • Сулаҡ суҡмар күтәрер.
  • Сумар - үлмәҫкә бер тумар
  • Суфый һуған ашамаҫ, ҡабығын да ташламаҫ
  • Сүлдә йөрөгән ҡуңыр ҡаҙ күл ҡәҙерен белмәҫ,

Күлдә йөрөгән ҡара өйрәк сүл ҡәҙерен белмәҫ, Тауҙа йәйләп, ташта үҫкән ил ҡәҙерен белмәҫ.

  • Сүлмәксе ярыҡ сүлмәктән һыу эсә.
  • Сүп баҫҡан ер боҙолор, йоҡо баҫҡан ир боҙолор.
  • Сүтәшкәне бей итһәң, илеңде дауға ҡалдырыр.
  • Сыҡмай сыҡтым ҡунаҡҡа,

Осраным ҡараҡҡа

  • Сәйнәп биргәнде йота бел.
  • Сәйнәп ҡаптырғанды көтмә.
  • Сәмле эш йәмле.
  • Сәскәне ваҡытында өҙөү фарыз
  • Сәскән йыяр, сәсмәгән илар.
  • Сәсмәгән урмаҫ.
  • Сәсмәнең иһә яҙ көнө, ни йыйырһың көҙ көнө?
  • Сәсән барҙа телең тый, оҫта барҙа ҡулың тый.
  • Сәсәндең теле уртаҡ, сибәрҙең йөҙө уртаҡ, оҫтаның ҡулы уртаҡ

Т

  • Табан аҫтындағын күрмә, танау аҫтындағын күр
  • Табылмаған мал таш аҫтында.
  • Таҙа орлоҡ таҙа иген үҫтерер,насар орлоҡ ҡырға сүп-сар тултырыр.
  • Тай тулап, өйөрөнән сыҡмаҫ.
  • Тай атҡа еткерер, ат моратҡа еткерер.
  • Тай байталға еткерер,байтал атҡа еткерер,ат моратҡа еткерер.
  • Талҡый-талҡый киндерҙән ебәк булған
  • Тамырын белмәгән - тере йәтим
  • Тамғалы мал юғалмай.
  • Тамыр тартҡан тарыҡмаҫ.
  • Таналының тамағы туҡ.
  • Таныған ерҙә буйға хөрмәт, танымаған ерҙә тунға хөрмәт.
  • Тау менмәгән тауҙы белмәҫ
  • Талпынған тауға менер.
  • Тал ы м л ы ға аш килешмәҫ, ялҡауға эш килешмәҫ.
  • Тау билһеҙ булмаҫ, әҙәм илһеҙ булмаҫ.
  • Тау бүреле булһа, ил ороло була
  • Тау ҡаяһыҙ булмай, бөркөт ояһыҙ булмай.
  • Тау ташһыҙ булмаҫ, ил башһыҙ булмаҫ.
  • Тауға тау ҡушылмаҫ, илгә ил ҡушылыр.
  • Тауына күрә төлкөһө.
  • Тауҙай талабың менән бергә күбәләй эшең күренһен
  • Тауҙың күрке таш менән, табаҡ күрке аш менән;
  • Табаҡ күрке аш менән, ирҙең күрке эш менән
  • Тауыҡ менән ят, әтәс менән тор
  • Тауға ҡарап тау булып булмай
  • Тауыҡ тауға менгәс, әтәс булып ҡысҡырған.
  • Татлынан-татлы - яҡшы һүҙ,затлынан-затлы - яҡты йөҙ
  • Татыр , татырҙа мал ятыр.
  • Тауышлы йорттан фәрештә ҡасҡан
  • Таш менән атҡанға аш менән ат
  • Ташлама илеңде: ҡан баҫыр юлыңды.
  • Ташта тамыр юҡ, түрәлә бауыр юҡ.
  • Таяҡ тайға еткерер,
  • Таянма билеңә, таян илеңә.
  • Тегеүсенең төймәһе булмаҫ.
  • Тегеүсе боҙа, үтек төҙәтә.
  • Тегеүсенең туны юҡ.
  • Тейҙерә алмағандың уғы кәкере.
  • Теле ямандың көнө яман.
  • Теле оҫта, ҡулы ҡыҫҡа
  • Тел менән тирмән тарттырып, онло булып булмай.
  • Тел менән һөйләгәнсе, ҡул менән эшләп күрһәт
  • Тел һөйләй, ҡул эшләй.
  • Телеңдән килгән ҡулыңдан килһен.
  • Телең һөйләһен, ҡулың эшләһен.
  • Телеңде бәйләп ҡуй ҙа, ҡулыңды эшкә ҡуш.
  • Телеңә таянма, көсөңә таян, көсөңә таянма, эшеңә таян.
  • Теләк булһа, беләк ҡарышмай.
  • Теленең өҫтө - һөт, аҫты - ҡорт.
  • Телеңә урын тапмаһаң, тешеңә ҡыҫтыр
  • Телеңде теш артында тот, ҡолағыңды киҫмәһен.
  • Теләге булған яйын эҙләр, теләге булмаған сәбәбен табыр.
  • Теләгән түш ите ашаған.
  • Тернәкле әҙәм түрәне ҡол итер.
  • Тернәксел кеше ат тиҙәген дә алтын итер.
  • Теш телде тешләр, эшле бергә эшләр.
  • Тешең барҙа ашап ҡал, көсөң барҙа эшләп ҡал.
  • Тешләүенә ҡарама, эшләүенә ҡара.
  • Тибешеп ятһа ла тиңең булһын.
  • Тиле ҡыҙ туй иткән, үҙе түргә менеп ултырған
  • Тилене килегә һалып төйһәң дә тиле
  • Тиленең уйында ни, телендә шул.
  • Тик йөрөгәндән тәңре биҙер.
  • Тик торған тиктән үлгән.
  • Тик торған отторған, тик тормаған — туҡ торған.
  • Тик тормаҫ йә теленән табыр, йә ҡулынан табыр.
  • Тик тормаҫта бөлә бар.
  • Тик ултырған тиле булған.
  • Тик ятҡан ятып ҡалыр, тик ятмаған атып ҡалыр.
  • Тик ятҡандың ҡабырғаһына көс
  • Тик торған да юҡ, эш ҡырған да юҡ.
  • Тик торгансы, тун сабыуыңды ыуа тор
  • Тик ятырға үлгәс тә өлгөрөрһөң.
  • Тимерҙе ҡыҙыуында Һуҡ.
  • Тимерсе бысаҡҡа йәлсемәҫ.
  • Тимерселә бысаҡ —бер ҡосаҡ.
  • Тимерсенең балтаһы булмай.
  • Тинтәк башым һау ҡалһа, тик ятҡаным ҡулайлы
  • Тинтәк илде еңмәҫ.
  • Тинтәк түрә булмаҫ.
  • Тиң — тиңе менән, йүнле эш — йүне менән.
  • Тир таммайса, ер бирмәй.
  • Тир түкмәйенсә труддень булмаҫ,

Бил бөкмәйенсә бураң тулмаҫ.

  • Тиреҫ сығарһаң ереңә, ташып бөтөрә алмаҫһың өйөңә.
  • Тиреҫте ҡалын түшәһәң, амбарың буш булмаҫ.
  • Тирәктең сайҡалыуы елдән, түрәләрҙең көн күреүе ил¬дән.
  • Тирәгең булһа, терәгең булыр.
  • Тирең кипмәһә, байлығың китмәҫ.
  • Тирләп эшләһәң, тәмләп ашарһың.
  • Тишек йортҡа тамсы тамыр, иренгән атҡа ҡамсы яуыр,
  • Тоҙҙай әсе булма, Балдай татлы булма
  • Тота белгән — арба менән ҡуян тотҡан.
  • Төлкө ҡыуҙым — тотторманы, ҡуян ҡыуҙым — еткермәне
  • Төлкө ҡойроғо менән, түрә бойороғо менән.
  • Төнгө эштән көндөҙгө эш көлгән.
  • Төндө көнгә ауҙарма.
  • Төҫ менән түгел, эш менән.
  • Төҫө барҙан төңөлмә.
  • Төҫөң һары булһа ла йөҙөң нурлы булһын
  • Төҫ бирмәгән малды аҫырама.
  • Төшкән ереңә таш булып бат.
  • Туғандарҙың татыулығы бар байлыҡтан артыҡ
  • Туйға барһаң туйып бар, Асыуыңды ҡуйып бар
  • Туйғанға тауыҡ ите лә тупраҡ тәме итер
  • Туйғансы аша, тирләгәнсе эшлә.
  • Туйҙың булғанынан була тигәне ҡыҙыҡ
  • Туй үткәс, дөмбөрөнә
  • Туймаҫ элек туя бел, ҡалағыңды ҡуя бел
  • Туйған ерҙән тыуған ер яҡшы.
  • Туйынған да — ер, һыйынған да ер.
  • Тун яғаһыҙ булмаҫ, ил ағаһыҙ булмаҫ.
  • Туҡһан билең бөкөрәйтер, ике күҙең секерәйтер
  • Туҡлыҡ йыл яҙынан билгеле.
  • Туры ат еккән тура киткән.
  • Турпыша төбөн еҫкәмәк, ат туймай
  • Тупраҡ игеп, тары урмаҫһың.
  • Тура бармаҡҡа май эләкмәй
  • Тура барһаң - уңырһың, кәкре барһаң - туңырһың.
  • Тура әйткән хатта туғанына ла ярамаған!
  • Түҙемһеҙ - уңмаҫ, түҙемле - уңыр
  • Түккән көсөң буш булмаҫ, эшләгән күңел хуш булмаҫ.
  • Түрә түрәнең бойороғон боҙмаҫ.
  • Түр кемдеке булһа, мендәр шуныҡы,

Ер кемдеке булһа, түрә шуныҡы. Түрә аяғы тайғаҡ, түбә башы һайғак.

  • Түрә барҙа түргә уҙма.
  • Түрә-бейҙә туған юҡ, туған бейҙә имам юҡ.
  • Түрә бойороғона, толко ҡойроғона, ярлы беләгенә, егет йөрәгенә ышаныр.
  • Түрә булһаң, түҙем бул, телгә татлы йөҙөм бул.
  • Түрә күп булһа, дау күп булыр
  • Түрә ҡуштанды һөймәҫ — унһыҙ көн күрмәҫ.
  • Түрә ни әйтһә, шул дөрөҫ.
  • Түрә саҡта түрҙә, түрәлектән төшһә, күрмә.
  • Түрә түрен бирмәҫ.
  • Түрә түрәне яҡлар.
  • Түрә «тәнҡит», «тәнҡит» тиһә лә, үҙен тәнҡит иткәнде яратмаҫ.
  • Түрә һимерһә, ҡырғын килә.
  • Түрәгә бармаҡ һелкмә.
  • Түрәгә тел тейҙермә, телһеҙ ҡалырһың.
  • Түрәгә ышанма, һыуға таянма.
  • Түрәнең атын, һунарсының этен ҡаҡма.
  • Түрәнең түрен күрмәҫһең, йыландың аяғын күрмәҫһең.
  • Түрәнең урыны түрҙә, байҙар менән бергә.
  • Түрәнең һүҙе һүҙ, ни әйтһә шул төҙ
  • Тымыҡ өйҙә тын тарығыр,
  • Тыныслыҡтың төбө - уңышлыҡ
  • Тырыш тәкә һуйғанда, байғош йүкә һуйған.
  • Тырышҡан тапҡан, ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан.
  • Тыйнаҡлының ҡулы эшләр, маҡтансыҡтың теле эшләр.
  • Тырнамаған тауыҡтың тамағы туймай.
  • Тырыш таш тишер.
  • Тырыш тәкә һуйғанда, байғош йүкә һуйған.
  • Тырыш эшкә һырышыр, ялҡау атҡа һырышыр.
  • Тырышҡан кеше ас ҡалмаҫ.
  • Тырышҡан — моратына ирешкән.
  • Тырышҡай моратына етер, ялҡауҙың абруйы китер.
  • Тырышҡан табыр, ташҡа ҡаҙаҡ ҡағыр.
  • Тырышҡан табыр, эшләгән ҡабыр.
  • Тырышҡан эшләр, тырышмаған нишләр?
  • Тырышҡан ярпайған, иренгән янтайган.
  • Тырышҡанға дәүләт бар.
  • Тырышҡандың даны сыға, иренгәндең йәне сыға.
  • Тырышлыҡ — ҙурлыҡ, ялҡаулыҡ — хурлыҡ.
  • Тырыштан тир кипмәҫ, ялҡауҙан сир китмәҫ.
  • Тырышыу бушҡа китмәҫ
  • Тыуған ерҙең туҙаны ла ҡәҙерле
  • Тыуған ерҙең әреме лә хуш еҫле.
  • Тыуған ерҙәй ер булмаҫ, тыуған илдәй ил булмаҫ.
  • Тыуған ерем — тыуған тупрағым.
  • Тыуған илдең ҡәҙерен ситтә йөрөһәң белерһең.
  • Тыуған илдең эте лә яҡын.
  • Тыуған ер — яҡын, тыуған ил - алтын.
  • Тыуған илдән туйған юҡ.
  • Тыуған тупраҡ һыуытмай.
  • Тәгәрмәс өйләнгәндә, күсәренә көс төшөр.
  • Тәмле тел - ағыу, әсе тел - дарыу.
  • Тән зиннәте - кейем, аҡыл зиннәте - ғилем.
  • Тәүфиҡҡа бәхет эйәрә.
  • Тәңре эше фарман менән, бәндәнеке— дарман менән.
  • Тәүәккәл булмаған ғүмер буйы уңмаған.
  • Тәүәккәлләгән таш йотҡан.
  • Тәүәккәл таш ярыр, булдыҡһыҙ баш арыр.
  • Тәүәккәллә лә —бил бәйлә

У

  • Уйламайынса башлама, башланыңмы ташлама.
  • Уйламайынса ҡылған эштән аяғүрә күргән төш яҡшы.
  • Уйламайынса эшләмә.
  • Уйламай эшләһәң, ауырымай үлерһең.
  • Уйлы уйлап торғансы, тәүәккәл эшен бөтөрөр.
  • Уйламай һөйләгән - ауырымай үлгән.
  • Уйнауын уйна, эшеңде лә уйла
  • Уйнаш ингән йорт ҡорор
  • Уҡыу - энә менән ҡойо ҡаҙыу.
  • Ул ҡарғаһа — бер бәлә, ил ҡарғаһа — мең бәлә.
  • Улай итмәй былай булмай
  • Ултырған урыныңдан утын киҫмә.
  • Ултырған ерҙән ут күҙәмә.
  • Ултырып сыҡһаң, атың яҡшы булһын.
  • Уңған игенде урыуы рәхәт.
  • Ун һүҙеңдең береһен әйт, туғыҙы үҙеңдә ҡалһын
  • Уңған ҡатын ҡар өҫтөндә ҡаҙан ҡайнатыр
  • Уңған ҡулда - бәрәкәт.
  • Уңғандың яланын ҡар баҫыр, уңмағандың аранын ҡар баҫыр
  • Уңған бер үлер, ялҡау мең үлер.
  • Уңған кеше баҫҡан ерендә ут сығара.
  • Уңған кеше ҡылды ҡырҡҡа ярыр.
  • Уңған кеше осон көн дә ураҡ өҫтө.
  • Уңған кеше шул булыр — уянғас та аяҡта.
  • Уңған кеше эш ырата, уңмағаны төш юрата.
  • Уңған ҡулда бәрәкәт.
  • Уңған ҡулда ут уйнай.
  • Уңған тырышып эшләр, ялҡау бармағын тешләр
  • Уңған юлда туҙан тотмаҫ, ялҡау эш тапмаҫ.
  • Уңғандың аты уңға киткән.
  • Уңғандың ҡулы алтын, юнһеҙҙең йөҙө һалҡын.
  • Уңғандың яланын ҡар баҫыр, уңмағандың аранын ҡар баҫыр.
  • Уңғандыҡы уртаҡ, ялҡауҙыҡы ағас башында.
  • Уңмағанды ҡыума.
  • Уңмағандың уғы ҡыйыҡ китер.
  • Уңмаҫтың уғын ел борор.
  • Урау булһа ла юл яҡшы, һуҡыр булһа ла ҡыҙ яҡшы.
  • Ураҡ урмаҡ — уйнамаҡ, бесән сапмаҡ — йән сыҡмаҡ.
  • Ураҡсының елкәһенә ҡарама, көлтәһенә ҡара.
  • Уралмаған урағынан күрер.
  • Урман үҫтергән аслыҡ күрмәҫ.
  • Урманға балтаһыҙ, ураҡҡа ураҡһыҙ бармайҙар.
  • Урманлы юл — бер ҡат тун.
  • Урманым — бер ҡат юрғаным.
  • Урманға утын ташыған.
  • Урыр инем ураҡты, баҫыуығыҙҙың көйө юҡ
  • Уҫаҡ утындың көлө әсе, тинтәктең теле әсе.
  • Уҫаҡта алма үҫмәй.
  • Утыҙға тиклем үлем артыңдан йөрөй, утыҙҙан һуң - алдыңда
  • Утыҙҙа ир - ил күрке
  • Утыҙҙа ир ут баҫыр
  • Утыҙында уҡ атмаған ҡырығында ҡылыс сапмаҫ
  • Ут янмай төтөн булмаҫ, ярты эш бөтөн булмаҫ.
  • Ут төтөнһөҙ, ил етемһеҙ булмаҫ.

Ү

  • Үгеҙ — үгеҙгә, үгеҙ — мөгөҙгә.
  • Үгеҙ үлһә - ит, арба ватылһа - утын
  • Үгеҙ ат булмаҫ, һыйыр дөйә булмаҫ,

Күпме ҡымыҙ бирһә лә, кәзә бейә булмаҫ, Улары ла булып торһа, заман яман булмаҫ.

  • Үгеҙҙе маҡта, атты ек.
  • Үҙ атыңды һынар осоп кеше атына ултыр.
  • Үҙең ергә эйелмәһәң, ер һиңә һуҙылмаҫ.
  • Үҙәкле малда үлем бар.
  • Үҙ өйөндә ыштан киҫмәгән, кеше өйөндә сәкмән бескән
  • Үҙ илең — алтын, кеше иле — тотҡон.
  • Үҙ илем — алтын бишек, кеше иле — үтә тишек.
  • Үҙ илендә кем дә бей.
  • Үҙ илеңдә ҡарлуғас булһаң да, кеше илендә ҡарға буларһың.
  • Үҙ илеңдә үҙең ҙур.
  • Үҙ йортонда алйот та хужа.
  • Үҙе уңған егеттең ата-инәһен һорама
  • Үҙ көсөн белмәгән бәләгә ҡалыр.
  • Үҙ ризығыңды үҙең тап.
  • Үҙ эшеңде үҙең бел.
  • Үҙе эш белмәгән кешене өйрәтергә оҫта булыр.
  • Үҙең матур булмаһаң да, эшең матур булһын.
  • Үҙеңдән олоға кәңәш итмәйенсә эш башлама.
  • Үҙе ятып йоҡлаған, һике башы ҡортлаған.
  • Үҙ илем — алтын бишек, кеше иле — үтә тишек.
  • Үҙ илендә кем дә бей.
  • Үҙ илеңдә ҡарлуғас булһаң да, кеше илендә ҡарға бу¬лырһың.
  • Үҙ илеңдә һалма аша, кеше илендә әлбә аша
  • Үҙ илеңдә үҙең ҙур.
  • Үҙ йортон яманлаған кеше йортонда әрләнер.
  • Үҙ ояһында эт тә юлбарыҫ.
  • Үҙ өйөм — үлән түшәгем.
  • Үҙ сүплегендә әтәс тә батыр.
  • Үҙ түрем үҙемә иркен.
  • Үҙ түремдә үҙем түрә.
  • Үҙ халҡын танымаған илгә баш булмаҫ, баш булһа ла оҙаҡҡа булмаҫ.
  • Үҙен ҙур тотҡан т үрәнең һуңғы көнө хур булыр.
  • Үҙәккә үткән ел яман, илен һатҡан ир яман
  • Үкереп үгеҙ булмаҫһың, екереп түрә булмаҫһың.
  • Үлгән арыҫланға ҡуян да барып тибеп киткән, ти
  • Үле малы-ҡар hыуы.
  • Үлем илауһыҙ, туй үпкәһеҙ, ер ташһыҙ, ил яуһыҙ булмаҫ.
  • Үлем тураһында уйлама, илең тураһында уйла.
  • Үләнле ерҙә мал һимерер, үлемле ерҙә мулла һимерер.
  • Үрмәксенән күрмәксе.
  • Үтә ҡыҙыл тиҙ уңа.
  • Үткен ҡылыс ҡынға көс, үтмәҫ бысаҡ йәнгә көс.
  • Үтә башһыҙ булһаң, башһыҙ ҡалырһың,
  • Үтә булдыҡһыҙ булһаң, ашһыҙ ҡалырһың.
  • Үҫер илдең балаһы бер-береһенә «батыр» ти,

Үҫмәҫ илдең балаһы бер-береһенә «бахыр» ти

Ф

  • Фарты (уңышы) юҡтың даны юҡ
  • Фермаң маллы булһа, эшең яйлы булыр.
  • Фермаңда мал һимеҙ булһа, эшең тигеҙ булыр.
  • Фирүзә ташы - йөҙөк ҡашы
  • Фәлән ерҙә алтын бар,

Барһаң - баҡыр таба алмаҫһың

  • Фәлән ерҙәге фирүзә таш йөҙөккә ҡаш була алмай
  • Фәрештә булһа - ҡанатлы,

Шайтан булһа - ҡойроҡло

  • Формаң менән маҡтанма, нормаң менән маҡтан.

Х

  • Халыҡ аҡылы — ҡойон, ҡаршы тороуы ҡыйын.
  • Халыҡ барҙа хаҡлыҡ бар.
  • Халыҡ бар ерҙә батыр бар.
  • Халыҡ дуҫлығы — күңел хушлығы.
  • Халыҡ — илендә, балыҡ — күлендә.
  • Халыҡ йорто — Тыуған ил.
  • Халыҡ көсө таш яра.
  • Халыҡ ҡан түгер, хан'дан күрер.
  • Халыҡ менән хаҡлыҡҡа ҡарышма!
  • Халҡың өсөн йәшә, халҡың өсөн үл.
  • Халыҡ теләһә хан дөйәһен һуйҙырыр.
  • Халыҡ һөйгәнде хаҡ һөйгән.
  • Халыҡ һүҙен ташлама, кеше хаҡын ашама.
  • Халыҡ әйтһә, хаҡ әйтә.
  • Халыҡ әйтһә, хата әйтмәҫ.
  • Халыҡҡа таянған таймаҫ.
  • Халыҡҡа хыянат — Ватанға хыянат.
  • «Халҡым» тигән ир — алтын.
  • Халыҡты хан да еңмәҫ.
  • Хандың алдынан, аттың артынан үтма.
  • Хандың эше халыҡҡа төшөр.
  • Халыҡ барҙа хаҡлыҡ бар.
  • Хан ҡаршында ғәйебең булһа, ҡара ерҙән ҡайыҡ (кәмә) тарттырыр
  • Хан ҡыҙының битендә лә бармаҡ битендәй миң булыр
  • Хан урлай, халыҡ юллай
  • Хан ятҡан - ҡан ятҡан
  • Ханға ышанма - Иҙелгә таянма
  • Ханға яраған таҙға ярамаҫ
  • Хан ярлығы (бында - бойороғо)ике булмаҫ
  • Хан ярлығы ҡарыуһыҙ
  • Хандан-ҡаҙыҡ, бейҙән - туҡмаҡ
  • Хан булһа — яу күп, бей булһа — дау күп.
  • Хандың әтәсенә лә «әссәләмәғәләйкүм!»
  • Хан күп булһа — ҡан күп,

Бей күп булһа — яу күп, Түрә күп булһа — дау күп.

  • Ханды Хоҙай ораһы булһа, үҙ халҡына хасланыр,

Байҙы Хоҙай ораһы булһа, байлығына маһайыр

  • Хеҙмәт менән күтәрелһәң, һаулығың ишәйер.
  • Хеҙмәте ҡаты - емеше татлы.
  • Хеҙмәт төбө — хазина.
  • Хеҙмәт төбө — хөрмәт.
  • Хеҙмәт эйәһе — хөрмәт эйәһе.
  • Хеҙмәте ҡаты — емеше татлы.
  • Хеҙмәте юҡтың хөрмәте юҡ.
  • Хеҙмәтенә күрә хөрмәте.
  • Хеҙмәтең ҡаты булһа, тотҡаның татлы булыр.
  • Хеҙмәттең тире әсе, емеше татлы.
  • Хеҙмәтһеҙ тапҡан мал иҫәпһеҙ китә.
  • Хужаһыҙ йортта бәрәкәт юҡ.
  • Хужа юҡта ат хужа.
  • Хәҙер аҡсаға һөйөүҙе түгел, дейеүҙе лә һатып алалар.
  • Хәйерһеҙ ҡатын ир бөлдөрөр, хәйерһеҙ түрә ил бөлдөрөр.
  • Хәрәмдән килгән - әрәмгә китә...
  • Хөрмәт һөйһәң, хеҙмәт һөй.
  • Хәйерһеҙ булған малдан хәйерле ҡаза яҡшы.
  • Хәлеңдән килмәгәнгә көсәнмә.
  • Хәрәкәттә — бәрәкәт.

Һ

  • Һабанда һайрашмаһаң, ырҙында ыңғырашырһың
  • Һаҙ булһа ла яҙ булһын
  • Һаҡалда булһа ҙурлыҡ

Кәзәгә "олатай" тиерҙәр ине

  • Һандуғасмын тиһәң һайрай бел
  • Һантый һыйпағанды белмәҫ.
  • Һанаулы мал юғалмаҫ.
  • Һапһыҙ балта — ҡаҙан ҡырғысы.
  • Һаран өс һалыр,өсөнсөһөн кире алыр.
  • Һарттың көйгәнен ал, башҡорттоң менгәнен ал.
  • Һаулыҡ күрке - эш, эш күрке - аҡыл, аҡыл күрке - йөҙ, йөҙ күрке - күңел.
  • Һаулыҡ менән хеҙмәт никахынан шатлыҡ менән бәхет тыуған.
  • һауып эсһәң—мең көнлөк, һуйып элһәң — бер көнлөк.
  • Һигеҙ көн ғүмергә туғыҙ көн тырышлыҡ кәрәк.
  • Һикһәндә һикерә алмаҫһың
  • Һигеҙ көн ғүмергә туғыҙ көн тырышлыҡ кәрәк.
  • Һигеҙ һарыҡ һуйғансы, һимеҙ һарыҡ һуй.
  • Һигеҙ һыйыр аҫырағансы, һимеҙ һыйыр аҫыра.
  • Һимеҙ аттың арҡаһы йомшаҡ.
  • Һимеҙҙең аяғы һигеҙ
  • Һин ялҡауға эш өйрәтһәң, ул һиңә аҡыл өйрәтер.
  • Һин дә мулла, мин дә мулла — атҡа бесән кем һала?
  • Һин дә түрә, мин дә түрә- беҙҙең эште кем күрә?
  • Һинән хәрәкәт, минән бәрәкәт.
  • Һорау - бер яман, бирмәү - ике яман.
  • Һөйгән йәр - һөйәгең елеге
  • Һөйләргә ашыҡма, эшләргә ашыҡ.
  • Һөйләй-һөйләй сәсән булырһың, күрә күрә күсәм бу¬лырһың.
  • Һөймәгәнгә һөйкәлмә.
  • Һөйәк этте ҡол иткән
  • Һөнәр эйәһе бай булмаһа ла мохтажлы булмай.
  • Һөнәрһеҙ тырышты күрә алмаҫ, Эшләп, артыҡ түҙә алмаҫ
  • Һөнәр алды — аҡыл.
  • Һөнәр ашарға һорамай.
  • Һөнәр ирҙең ҡанаты
  • Һөнәр тамағына һорамай, ҡулға йәбешеп тормай.
  • Һөнәр -һәнәрле ҡулында ғына һөнәр, һөнәрһеҙ ҡу¬лында түмәр.
  • Һөнәр эйәһе бай булмаһа ла, мохтажлы булмай.
  • Һөнәрҙең артығы юҡ.
  • Һөнәре бар ғәрип тә үлмәй.
  • Һөнәре бар күккә осор, һөнәре юҡ ерҙә лә йөрөй алмаҫ.
  • Һөнәре бар ҡом өҫтөндә кәмә йөрөтөр.
  • Һөнәре бар мал таба.
  • Һөнәре бар үргә йөҙөр.
  • Һөнәрле булыу гәүһәрле булыуҙан мең артыҡ.
  • Һөнәрле ир үргә оса, һөнәрһеҙ ир күлгә оса.
  • Һөнәрле кеше — ҡораллы кеше.
  • Һөнәрле ҡул ас булмаҫ.
  • Һөнәрле ҡулда бәрәкәт бар.
  • Һөнәрле үлмәҫ, һөнәрһеҙ көн күрмәҫ.
  • Һөнәрлегә үлем юҡ.
  • Һөнәрленең ҡулы алтын.
  • Һөнәрленең ҡулы алтын, аҡыллының аҡылы алтын.
  • Һөнәрһеҙ ир — аяҡлы сир.
  • Һөнәрһеҙ ир — ҡанатһыҙ ҡош.
  • Һөнәрһеҙгә донъя тар.
  • Һөнәрһеҙҙе иш итмә.
  • Һөнәрһеҙҙән йыраҡ ҡас.
  • Һөт бирмәгән һыйырҙы иткә һуялар.
  • Һуҡа тотоп ҡулың ҡабармаһа, мейес яғып әпәкәйең ҡа¬бармаҫ.
  • Һунарсыға эҙ кәрәк, эҙ табырга күҙ кәрәк.
  • Һунарсының көнлөгө бер тин.
  • Һүҙ тейһә — ағаға, уҡ тейһә боғаға.
  • Һыйлы көнөң — Һыйыр.
  • Һыйыр ашауҙан туймаҫ.
  • Һыйыр еленендә һөт әсемәҫ.
  • Һыйырҙың йәше мөгөҙ һырынан билгеле.
  • Һыйырҙың тубығына һыу тейһә, һөтө кәмей
  • Һыйырҙың һөтө елендә,е лендән алда телендә.
  • Һыйыр кемдеке булһа — быҙау уныҡы, бей кемдеке бул¬һа — ил уныҡы.
  • Һыйырҙың һөтө — телендә, ирҙең бәхете — илендә.
  • Һыйыры бар асҡа үлмәҫ.
  • Һыйыры барҙың Һыйы бар.
  • Һыуға таянма, ергә таян.
  • Һуғыш сығарыр дөрөҫтән тыныслыҡ һаҡлар ялған яҡшы
  • Һуҡыр булһа ла - ҡыҙ яҡшы, урау булһа ла - юл яҡшы
  • Һуҡмаҫ һуйыл күтәргән.
  • Һурпалыла бер кис, өйрәлелә ике кис
  • Һүҙенә күрә яуабы, саҙаҡаһына күрә cауабы
  • Һүҙенән ҡайтҡан - ир түгел
  • Һүҙ күп ерҙә эш аҙ булыр.
  • Һүҙ менән түгел, эш менән күрһәт.
  • Һүҙ һөймәгән тирмән ҡорған.
  • Һүҙең менән эшең бер булһын.
  • Һыйырҙы яҡшы күрһәткән - артындағығы танаһы,

Әсәйҙе яҡшы күрһәткән - алдындағы балаһы

  • Һыуыҡ менән көрәшкән ҡолаҡһыҙ ҡалған
  • Һәр миҙгелдең үҙ йыры бар.
  • Һыйыр һөтө менән, кеше эше менән.
  • Һыйыр майы — һары май, һыйыр көткән арымай;
  • Һыналмайҙар төҫ менән, һыналалар эш менән.
  • Һыу бешеү менән май төшмәҫ.
  • Һыуға инмәй йөҙөргә өйрәнеп булмай.
  • Һыуға таянма, ергә таян.
  • Һыу башынан болғаныр.
  • Һыу — һыйған ярында, ир — тыуған яғында.
  • Һыуы менән ер ҡәҙерле, иле менән ир ҡәҙерле.
  • Һыуына күрә балығы, ауылына күрә халығы.
  • Һыуһыҙ ергә өй ҡорма, утһыҙ ергә ил ҡорма.
  • Һыуыҡ менән көрәшкән ҡолаҡһыҙ ҡалған,

Бармағына ышанған ҡалаҡһыҙ ҡалған.

  • Һәләтлене һәнәк тотоуынан күреп була.
  • Һәләтһеҙ һәнәк һындырыр, көсһөҙ көрәк һындырыр.
  • Һәр бер эш п(ы)лан менән, ат һуҡалай ыҙан менән.
  • Һәр бер эштең ваҡыты бар.
  • Һәр бер эштең яйы бар, бутҡаның да майы бар.
  • Һәр ҡулымда йөҙ бармаҡ, йөҙөһө лә —беҙ бармаҡ
  • Һәр ерҙең үҙ емеше.
  • Һәр кем үҙ өйөндә батша.
  • Һәр кемгә үҙ иле ғәзиз.
  • Һәр сәскәнең үҙ еҫе, һәр халыҡтың үҙ төҫө.

Ш

  • Шаҙра йөрәк яндыра
  • Шаҙра булһа ла аңра булмаһын.

Шиғыр яҙыу ҡыйын түгел, шағир булыу ҡыйын

  • Шаҙра шаҡмаҡ, утын туҡмаҡ,

Бәргелә лә - мейескә яҡ (шаҙра кешегә үсекләмеш)

  • Шайтан таяғы сүплек башында
  • Шайтан таяғын ҡырау һуҡмай
  • Шар-мар кеше һүҙ күтәрә,

Аҫтыртын бот күтәрә

  • Шаталаҡ шаулар, аҫтыртын көлөр
  • Шатлыҡ килмәй ҡайғы китмәй
  • Шаян кеше - яҡшы кеше,

Йыуаш кеше - шаҡшы кеше

  • Шыраулы ағас ҡулға керә
  • Шәп аҡҡан йылға тиҙ ҡорор
  • Шәп аша ла, шәп эшлә
  • Шәп яуған ямғыр ергә һеңмәй

Ы

  • Ыҡтың (йылға) башы - ел башы

Ырыҫ арыҫландың ауыҙында, төркмәндең түрендә

  • Ыласындың ҡоласы киң
  • Ынйы бөртөгө ҙур булмай
  • Ырҙыныңда булмаһа, келәтеңдә лә булмаҫ.
  • Ырыҫ тырыш ҡулында
  • Ырыҫҡалын (бәхетен) эт ашаған
  • Ырыҫлы арыш сәсһә бойҙай үҫер, ырыҫһыҙ бойҙай сәсһә лә арыш үҫер.
  • Ырыҫы барҙың ырыҫы алда
  • Ырыҫы булған кешегә хәйерһеҙ йәйҙән ҡыш артыҡ
  • Ырыуына күрә йолаһы.
  • Ырыулы ил — оялы ҡаҙ.
  • Ырыулының уғы юғалмаҫ.
  • Ырыуына күрә йолаһы, биреүенә күрә доғаһы.
  • Ылдым-йылдым иткән ике туйыр,

Иң-һынын тартҡан тик торор

  • Ысҡынған балыҡ суртан була
  • Ысыҡһыҙ үлән үҫмәҫ
  • Ысынлап илаһаң, һуҡыр күҙҙән дә йәш сыға
  • Ышанған ояла ҡош юҡ,

Ышанған тауҙа кейек юҡ

Э

  • Эҙләгән ҡорт бал табыр, эшләгән кеше мал табыр.
  • Эҙләгән моратына етер, ялҡауҙың ғүмере бушҡа үтер.
  • Эйелгән илгә яраған.
  • Эйәһенә күрә бейәһе.
  • Энә менән ҡойо ҡаҙып булмай.
  • Энә текмәй, ҡул тегә.
  • Энә эшенә өмә кәрәкмәй.
  • Энә осо хәтле ут, тубал ҙурлығы төтөн.
  • Эңер төшкәс күләгә кәрәкмәй
  • Эт Айға ҡарап өргәндән Айҙың нуры китмәҫ
  • Эт асыуын беттән алған
  • Эт артында ҡойроҡ, түрә артында бойороҡ.
  • Эт ашаған еренә ҡайта.
  • Эт ояһында көслө.
  • Эт өргән ерҙә ауыл бар, ут күренгән ерҙә фатир бар.
  • Эт — туйған ерендә, бисә — һыйған ерендә, ир — тыуған ерендә.
  • Эт туйған ерен эҙләй, ир тыуған ерен эҙләй.
  • Эт тә үҙ йортон белә.
  • Этте илсе итеп ебәрһәң, илеңә яу килтерер..
  • Этте түрә итһәң, эт ҡәҙере күтәрелә.
  • Эттең туйған ере бар, тыуған ере юҡ.
  • Эттең тамағы ҡайҙа булһа, башы шунда.
  • Эт доғаһы ҡабул булһа, күктән һөйәк яуыр ине
  • Эт күңеле бер һөйәк
  • Эт өрә тип, һин өрмә.
  • Эт саба тип бет саба
  • Эт - эткә, эт - ҡойроҡҡа
  • Эте торор, көсөгө өрөр
  • Эҙләгән тапҡан, ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан.
  • Эт алған төлкөлә һын булмаҫ.
  • Этеңә ышанма, атыңа ышан.
  • Этһеҙ ҡуян тотолмай.
  • Эшләй белеп эшләгәнгә иген эше — кинәнес, ялҡаулашып йоҡлағанға иген эше — көйөнөс.
  • Эш бөткәс, уйнарға ярай.
  • Эш эшләнгәс - ирмәк, бөтмәй ҡалһа - имгәк.
  • Эшең һәм аҡылың барҙа һаулығыңа үлем булмаҫ.
  • Эшкә ашмаған ир - башыңа сир.
  • Эшкә теләгең - һаулыҡҡа бүләгең .
  • Эшләгән - тапҡан, ауыҙына ҡапҡан.
  • Эшләгәнгә эш ҡарышмай
  • Эш айыу түгел, урманға ҡасмаҫ.
  • Эш араһында шеш булма.
  • Эш араһында эш бөтә.
  • Эш башында маҡтанма.
  • Эш белмәгән эш өҫтөндә үлгән.
  • Эш белмәйенсә, аҡыл белмәҫһең.
  • Эш беләктә түгел, йөрәктә.
  • Эш бөтмәй йән тынмай.
  • Эш иплене ярата.
  • Эш кемдеке — беләк шуныҡы.
  • Эш кешене кеше итер.
  • Эш ҡаты булһа ла, тырышҡас, йомошай.
  • Эш ҡиммәт түгел, эште белеү ҡиммәт.
  • Эш майлы бутҡа түгел.
  • Эш менән ваҡыт тиҙ үтер.
  • Эш менән үткән ғүмер — алтын ғүмер.
  • Эш оҫтаһынан ҡурҡа.
  • Эш үҙе өйрәтә.
  • Эш һөйгәнде ил һөйгән.
  • Эш һөйгәндең дәрәжәһе артыр, эшлекһеҙлек боҙоҡлоҡ¬ҡа тартыр.
  • Эш һөймәгән көн итмәҫ (күрмәҫ).
  • Эш һөймәҫте ил һөймәҫ.
  • Эш эшкә өйрәтә.
  • Эш эшләгән интекмәҫ, эшләмәгән көн итмәҫ!
  • Эш эшләнгәс — ирмәк, бөтмәй ҡалһа — имгәк.
  • Эш эште тартыр.
  • Эш яратҡан — уңған, яратмаған — туңған.
  • Эше бар кешелә мең кешенең эше бар,
  • Эше юҡ кешелә кемдең ни эше бар?
  • Эше бар тик тормаҫ, эшләмәгән көн күрмәҫ.
  • Эше барҙың ашы бар, эше юҡтың ашы юҡ.
  • Эше барҙың көсө бар.
  • Эше ҡаты, икмәге татлы.
  • Эше юҡтың — ашы юҡ, туны юҡтың көнө юҡ.
  • Эше юҡтың ҡәҙере юҡ, ҡәҙере юҡтың ҡәбере юҡ.
  • Эшенә күрә ашы.
  • Эшенә күрә ялы.
  • Эшең бер булһын, берәгәйле булһын.
  • Эшең булһа йөҙ, туҡлыҡлы килер көҙ.
  • Эшең кире китһә, эше алға барғанға кәңәш ит.
  • Эшең ҡалһа иртәгә, сиҡан сығыр елкәңә.
  • Эшең ҡаты булһа, тешеңә йомшаҡ булыр.
  • Эшең теүәл булмаһа, кешегә күрһәтмә.
  • Эшеңде башлар алдынан аҙағын уйла.
  • Эшеңде кешегә тапшырма.
  • Эшеңде эш иткәс кенә маҡтан.
  • Эшкә ауырҙың теле оҙон.
  • Эшкә теләк булһа, беләк сыҙар.
  • Эшкә ялҡау (бала) һабаҡҡа аңҡау булыр.
  • Эшкә булһа — «алла, башым», ашҡа булһа — «ҡайҙа ҡашығым?»
  • Эшкә булһа «уф, табаным!», ашҡа булһа «китер табағым!»
  • Эшле кеше — көслө кеше.
  • Эшле килер — эш арттырыр, эшһеҙ килер — эш ҡалды¬рыр.
  • Эшле эш өҫтөндә, әрәмтамаҡ әҙәм өҫтөндә.
  • Эшле эштән бушағансы, ялҡау түргә уҙған.
  • Эшле янында эшһеҙ көсләнгән.
  • Эшленең ҡулы тынмаҫ, телсәндең теле тынмаҫ.
  • Эшлекле миҫалға ҡарар, эшлекһеҙ мыҫҡалға ҡарар.
  • Эшлекле норма өсөн йөрөр, эшлекһеҙ форма өсөн йөрөр.
  • Эшлеклене иген баҫыр, эшлекһеҙҙе йоҡо баҫыр.
  • Эшлекленең ҡулы уйнай.
  • Эшлекленең эше бөтөр, эшлекһеҙҙең көнө үтер.
  • Эшлекһеҙ аҡыл һатыр.
  • Эшлекһеҙгә эш хәрәм.
  • Эшлекһеҙгә эш бирһәң, ғариза килтерер.
  • Эшләгән ашаған, эшләмәгән ҡаҡшаған.
  • Эшләгән ашар, эшләмәгәндең хәле насар.
  • Эшләгән башҡа таяҡ теймәй.
  • Эшләгән бер яңылыша, эшләмәгән гел яңылыша.
  • Эшләгән ике туйыр.
  • Эшләгән ирешер, теш төбөнә килешер.
  • Эшләгән кеше туҡ булыр, эшләмәгән юҡ булыр.
  • Эшләгән кеше үлмәҫ, эшләмәгән көн күрмәҫ.
  • Эшләгән тапҡан, ауыҙына ҡапҡан.
  • Эшләгәп тешләгән, эшләмәгән нишләгән?
  • Эшләгән туҡ булған, эшләмәгән юҡ булған.
  • Эшләгән уҙыр, эшләмәгән туҙыр.
  • Эшләгән үлмәҫ, эшләмәгән көн күрмәҫ.
  • Эшләгән эшләй, эшләмәгән терһәген тешләй.
  • Эшләгәнгә эш түҙмәҫ.
  • Эшләгәндә йөрәгең елкенһен, ашағанда ҡолағың һел¬кенһен
  • Эшләгәндән кеше үлмәй.
  • Эшләй белгән ашай ҙа белер.
  • Эшләмәгән кешенән күкәй һалған тауыҡ яҡшы.
  • Эшләгән туңмаҫ, эшләмәгән уңмаҫ.
  • Эшкә саҡырһаң бармам, ашҡа саҡырһаң — ҡалмам.
  • Эшләмәгән эшем юҡ, «рәхмәт» тигән кеше юҡ.
  • Эшләмәгән көн итмәҫ.
  • Эшләмәгән эштән шайтан көлгән.
  • Эшләмәй ашаһаң, сирләмәй үлерһең.
  • Эшләмәй тамаҡ туймай.
  • Эшләмәйенсә ашап булмай, ашамаһаң йәшәп булмай.
  • Эшләмәйенсә уңыш бүлмә.
  • Эшләмәһәң план менән, ашарһың грамм менән.
  • Эшләмәһәң эш көнө, ни ашарһың, ҡыш көнө.
  • Эшләнгән эш иргә ҡот, яҡшы эшләнһә, илгә ҡот.
  • Эшләп үлмәҫһең, ауырып үлерһең.
  • Эшләргә иренгән — ашарға тилмергән.
  • Эшләргә иренгән — көлөр ерҙә көрһөнгән.
  • Эшләһәң, эш көс бирә.
  • Эшләһәң, эш ҡарышмай.
  • Эшләһәң, эсең тишмәҫ.
  • Эште башла: башлаусыһы булһа, ҡушылыусыһы булыр.
  • Эште башлаған кешене маҡтама, эшләп бөтөргән кеше¬не маҡта.
  • Эште башлап ташлағансы, башламауың яҡшы.
  • Эште башлама, башлаһаң — ташлама.
  • Эште башлап ебәреү генә ҡыйын.
  • Эште үҙең белеп эшлә, кеше ҡушҡанды көтмә.
  • Эште һөйгән үкенмәҫ.
  • Эш һөйгән һөйөнгән.
  • Эште эшләгән кеше өҫтөнә өйәләр.
  • Эште эшләйһең икән, еренә еткереп эшлә.
  • Эштең башы — ҡөрал.
  • Эштең башы михнәтле булһа, төбө хикмәтле була.
  • Эштең башы — ниәт.
  • Эштең башы — эштең яртыһы.
  • Эштең башында маҡтанма, аҙағында маҡтан.
  • Эштең иң яҡшыһы — үҙең булдыра алған эш.
  • Эштең яты юҡ.
  • Эштең өҫтөнән өсөн булмай.
  • Эштең тәме аҙағында.
  • Эштең яйы булмаһа, ҡаймаҡтың майы булмай.
  • Эштә билеңде бушатма.
  • Эштән көлмә — көлкө булырһың.
  • Эштән ҡалған — кеше икмәгенә ауыҙ асҡан.
  • Эшһеҙ ғүмер — утһыҙ күмер.
  • Эшһеҙ кеше — көсһөҙ кеше.
  • Эшһеҙгә аш юҡ.
  • Эшһеҙлек эс бошорор.
  • Эшсе эшенән билгеле.
  • Эшсән бәхетте эшендә күрер, ялҡау бәхетте төшөндә күрер.
  • Эшсән бәхетте эштән әҙләр, ялҡау бәхетте ситтән эҙләр
  • Эшсәи кеше эшһеҙ тормаҫ, иренгән кеше көн күрмәҫ.
  • Эшсән эштән туймаҫ.

Ә

  • Әбей белен бешерә, бабай ҡабыҡ төшөрә.
  • Әҙәм алаһы эсендә, хайуан алаһы тышында
  • Әҙәм арығын аҫыраһаң, ауыҙың-мороноң ҡан булыр, Мал арығын аҫыраһаң, ауыҙың-мороноң май булыр.
  • Әҙәп барҙа оят бар.
  • Әҙәпһеҙҙән әҙәп өйрән.
  • Әҙәпкә ғәҙәтләнһәң - әҙәм булырһың, яманға ғәҙәтләнһәң - әрәм булырһың.
  • Әҙәмдең яҡшыһы эштә беленер.
  • Әйткәндән телең ҡалмаҫ, эшләгәндән ҡулың ҡалмаҫ,
  • Әйтмәһен кеше, әйтеп торһон эше.
  • Әкрен барған ҡалыр, йүгереп барған алыр
  • Әкрен барһаң, етерһең,

Шәп барһаң, бөтөрһөң

  • Әкрен эшен бөтөрөр,

Шәп тешен бөтөрөр

  • Әкрен эшен бөтөрөр, ҡыҙыу тешен бөтөрөр.
  • Әкрен иргә ҡатын баш
  • Әмәлен белмәһәң, балыҡ та тоттормай.
  • Әрем ашаған кәзәнең ите ни ҙә, һөтө ни.
  • Әсәһенә ҡарап ҡыҙын ҡос, атаһына ҡарап улын ҡос.
  • Әсәй - ҡаҙна,

Атай - еҙнә

  • Әтәс үҙ сүплегендә үҙе мырҙа
  • Әтәлгене тый, ҡарсығаны һуй.
  • Әсе тир менән тәмле аш табыла.

Ю

  • Юғалған ҡуйҙың ҡойроғо ҙур
  • Юғары осҡан түбән ҡуныр
  • Юғарыға менгәс, түбән ҡарама
  • Юғарынан йығылған ҡаты төшөр
  • Юрағаның юш булһын
  • Юрғаның тире кипмәҫ
  • Юрғаның юлы күп
  • Юрғаһына күрә дуғаһы.
  • Юртаҡ аттың тояғы ике
  • Юханың кендеге булмаҫ
  • Юнышҡан ерҙә юнышҡы ҡала
  • Юрғаныңа ҡарап аяғыңды һуҙ
  • Юҡтан бар булмай
  • Юрғалы менән юлдаш булма,наҙан менән серҙәш булма
  • Юҡҡа һин дә туҡ,мин дә туҡ
  • Юлдың тигеҙе, малдың һимеҙе,ирҙең оҫтаһы, һүҙҙең ҡыҫҡаһы яҡшы
  • Юрға менгән юлдашынан айырылыр,күп йәшәгән ҡорҙашынан айырылыр,күп һөйләгән дуҫынан айырылыр
  • Юғалған ҡылыстың һабы алтын
  • Юлдан сығыу ғәйеп түгел,юлға кермәү-ғәйеп
  • Юлбарыҫтың башы юлда ҡалыр
  • Юлыңда эт ятһа,әйләнеп үт
  • Юрғаның ҡәҙере еккәндә беленер
  • Юханың теленә алданма
  • Юл аҙығы-йыуаса
  • Юл белгән ҡаруанға ҡушылмаҫ
  • Юл белмәһәң,белгәндән һора
  • Юл ғазабы-гүр ғазабы
  • Юл кешеһенең юлда булғаны яҡшы
  • Юл менән йөрөһәң, юртып йөрө:юртып йөрөһәң, юл ырар
  • Юл һорарға тел кәрәк,аҙашҡанға күҙ кәрәк
  • Юл һорашып табылыр
  • Юл юлдашһыҙ булмай
  • Юлаусының юл тырағы һиңә лә тейер,миңә лә тейер
  • Юлаусының юл тырағы-артынан шылтырағы
  • Юлға сыҡҡан юлда ҡалмаҫ
  • Юлға сыҡҡан юлынан ҡайтмаҫ,атылған уҡ таштан ҡайтмаҫ
  • Юлға сыҡһаң, иртә сыҡ
  • Юлға сыҡһаң,йылы кейемеңде ҡалдырма
  • Юлға сыҡһаң,таяғын булһын
  • Юлға сыҡһаң, юл аҙығың мул булһын
  • Юлға сыҡһаң,юлың йәшер
  • Юлға сыҡһаң, юлдашың үҙеңдән артыҡ булһын
  • Юлға сыҡһаң,янып сыҡ,юлдашыңды танып сыҡ
  • Юлға юлдаш алып сыҡ
  • Юлда йөрөгән май имер, өйҙә ултырған ҡан имер
  • Юлда юлыҡҡан юлдаш булмаҫ
  • Юлдан барған аҙашмаҫ
  • Юлдан сыҡһаң да илдән сыҡма.
  • Ююдан кире боролһаң, өлөшөң юғалыр
  • Юлдан ҡал,юлдаштан ҡалма
  • Юлдан сыҡма,аҙашырһың
  • Юлды йөрөгән еңер
  • Юлдың башы-ат тояғында
  • Юдың төҙөгө,һыуҙың өҙөгө юғ
  • Юлдың яйын юртҡан белер
  • Юлы уңыр егеттең еңгәһе алдан сығыр
  • Юлы уңдың эше уң
  • Юлы уңыр егеттең юлдашы сығыр алдынан
  • Юлын белгән арымаҫ
  • Юлын белмәгән-юлда илап ултырған
  • Юлынан киткән боролмаҫ
  • Юлдаш тапмаған юлынан яҙыр

Я

Ябаға тайҙы хурлама: яҙға сыҡһа, ат булыр; Йәш егетте хурлама: уҡыһа, илгә баш булыр.

  • Ябыҡ ишек шығырҙамай
  • Ябыҡ тайҙы хурлама, яҙҙы үтһә, ат булыр.
  • Ябыулы атта ял ҡалыр,ял ҡалмаһа, йән ҡалыр.
  • Ябағаны яуға менмә ялы бар тип, яман менән ҡоҙа булма малы бар тип
  • Яҙ сәсеүен ҡыштан ал
  • Яҙ уңмаған көҙ уңмаҫ.
  • (Мал) яҙ үлмәһә, көҙ үлмәҫ.
  • Яҙ эшләһәң, ҡыш алырһың.
  • Яҙған мал үҙ аяғы менән кире ҡайта.
  • Яҙға сыҡҡан атты яуҙан да йәлләмә,

Көҙгә кергән атты кейәүеңә лә бирмә

  • Яҙғы айғыр ятҡан ерҙән кешәннәй.
  • Яҙғы сәсеү — бер генә ваҡыт.
  • Яҙҙың бер көнө йылды туйҙыра
  • Яҙҙың йәме сәскә менән, көҙҙөң йәме көлтә менән.
  • Яҙын бер биҙрә ямғыр-бер ҡалаҡ бысраҡ, көҙөн бер ҡалаҡ ямғыр- бер биҙрә бысраҡ.
  • Яҡшы ат ирҙең данын сығарыр.
  • Яҡшы аттың башы ҡашҡа.
  • Яҡшы ат бығауһыҙ йөрөмәҫ, алама атҡа тышау ҙа теймәҫ.
  • Яҡшы килен яҙ килер, яман килен көҙ килер.
  • Яҡшы эш - һаулыҡтың балаһы.
  • Яҡшы әкиәт ысынға яҡын була.
  • Яҡшыға төшкән - ярпайған, Яманға төшкән - ҡартайған
  • Яйлы эш — майлы эш.
  • Яҡшы ат тәртә араһында үлә.
  • Яҡшы атҡа ял юҡ.
  • Яҡшы ағай ил көтһә, йорт кәрәген үтенер,

Яман ағай ил көтһә, илгә дошман килтерер; Яҡшы ағай йорт көтһә, йортҡа шатлыҡ килтерер, Яман ағай йорт көтһә, йәм-байлығын бөтөрөр.

  • Яҡшы егет ил ғәйебен асмаҫ.
  • Яҡшы түрә әҙәмгә юл асыр, яман түрә әҙәмдең юлын быуыр.
  • Яҡшы кеше эш яратыр, яман кеше эш ҡыйратыр.
  • Яҡшы эш үҙ-үҙен маҡтай.
  • Яҡшы юртаҡ — күпкә уртаҡ
  • Яҡшы ҡатын юҡтан ғына юрған һырыр, яман ҡатын яңғыҙ юрғаңды һуйҙырыр
  • Яңғыҙ ағас сана булмай,

Яңғыҙ бейәнән һаба тулмай.

  • Ялан йәме көлтә менән.
  • Ялҡауҙың еренә бойҙай сәсһәң, билсән үҫә.
  • Ялған яндырыр, яманатҡа ҡалдырыр.
  • Ялғанлаған ямандың үҙ башына теле яу.
  • Ялғансы менән хәйләкәрҙең дуҫы ла, иптәше лә, яҡыны ла булмай.
  • Яман ат эйәһен ҡартайтыр.
  • Яман айғыр өйөрсәк.
  • Яман орлоҡ сәсеп, яҡшы иген көтмә.
  • Яман менән юлдаш булһаң Һәрпәк (һәлмәк) балтаң билеңдә булһын
  • Яманлыҡтың төбө - наҙанлыҡ
  • Ямғыр менән ер йәшәр, фатиха менән ир йәшәр.
  • Яман атты ял баҫыр, яман илде яу баҫыр.
  • Яман илдең яҡшыһы булғансы, яҡшы илдең яманы бул.
  • Яман түрә йән алыр.
  • Яңы салғы ҡаты саба.
  • Яр аҫтынан яу сыҡҡан
  • Ярап торорға өй һалма, ярап торорға бисә алма.
  • Ярма һораған көн күрмәҫ, ҡаҙна һораған ил уңмаҫ.
  • Ятҡан ағас ял табыр, йөрөгән аяҡ мал табыр
  • Ялҡау аҙ эшләй, аҙ эшләһә лә,күп тешләй
  • Ялҡау аҡрын барһа ла, ярлылыҡтың артынан тиҙ етер
  • Ялҡау атты ял баҫыр
  • Ялҡау ашҡа килер, уңған эшкә килер
  • Ялҡау булма-ялҡаулыҡ баҫыр
  • Ялҡау йөрөшөнән билдәле
  • Ялҡау кеше иҫәпкә бар, һанға юҡ
  • Ялҡау кеше эш янында ат кеүек,эш янында ат кеүек
  • Ялҡау өйҙә, бүрке сөйҙә.
  • Ялҡау әйткән: «Бөгөн ял итәйем дә, иртәгә ныҡлап эшләрмен ».

Тырыш әйткән: «Бөгөн тырышып эшләйем дә, иртәгә ял итермен».

  • Ялҡау кеше-ярты кеше,уңған кеше-ун кеше
  • Ялҡау өйөнә еткәс йүгерер
  • Ялҡау өмә әйтер,тамаҡһау өмәгә йөрөр
  • Ялҡау торһа йән ҡуймаҫ
  • Ялҡау ултырып йоҡлай, ятып эшләй
  • Ялҡау урынын йыймаҫ
  • Ялҡау үгеҙ ит бирә,ялҡау кеше ни бирә?
  • Ялҡау үлмәҫ, рәхәт көн күрмәҫ
  • Ялҡау ялдан туймаҫ,уңған эштән туймаҫ
  • Ялҡау ялҡауға эйәрер
  • Ялҡау ята белмәҫ,ятһа, тора белмәҫ
  • Ялҡау ятып ашар
  • Ялҡау аҙ эшләй, аҙ эшләһә лә, күп тешләй.
  • Ялҡау аҡрын барһа ла, ярлылыҡтың артынан тиҙ етер.
  • Ялҡау атты ял баҫыр.
  • Ялҡау ашҡа килер, уңған эшкә килер.
  • Ялҡау булма — ялҡаулыҡ баҫыр,
  • Ялҡау йөрөшөнән билгеле.
  • Ялҡау кеше иҫәпкә бар, һанға юҡ.
  • Ялҡау кеше аш янында ат кеүек, эш янында ят кеүек.
  • Ялҡау кеше — ярты кеше, уңған кеше — ун кеше.
  • Ялҡау өйөнә еткәс йүгерер,
  • Ялҡау өмә әйтер, тамаҡһау өмәгә йөрөр.
  • Ялҡау торһа йән ҡуймаҫ.
  • Ялҡау ултырып йоҡлай, ятып эшләй.
  • Ялҡау урынын йыймаҫ.
  • Ялҡау үгеҙ ит бирә, ялҡау кеше ни бирә?
  • Ялҡау үлмәҫ, йәхәт көн күрмәҫ.
  • Ялҡау ялдан туймаҫ, уңған эштән туймаҫ.
  • Ялҡау ялҡауға эйәрер.
  • Ялҡау ята белмәҫ, ятһа, тора белмәҫ.
  • Ялҡау ятҡан ерҙән кеше өйрәтер.
  • Ялҡау ятып ашар.
  • Ялҡау ятыр ерҙең яйлыһын һайлар.
  • Ялҡау ятыр, йоҡо тирмәне тартыр.
  • Ялҡауға йомош ҡушһаң, ул Һиңә аҡыл өйрәтер.
  • Ялҡауға көн дә байрам, кеше май ашағанда, ул эсә айран.
  • Ялҡауға көн дә ял.
  • Ялҡауға ҡояш та ваҡытында сыҡмай.
  • Ялҡауға ҡәбер хәрәм.
  • Ялҡауға үгеҙ үлһә — ит, арба ватылһа — утын.
  • Ялҡауға эш ҡушһаң, атаң бирмәгән өгөттө бирер
  • Ялҡауға эш ҡушһаң, башы ауырта,
  • Ялҡауға эш юҡ.
  • Ялҡауға эш ярамаҫ.
  • Ялҡауға ярты көн эш, ярты көн ял.
  • Ялҡауҙан эш ояла.
  • Ялҡауҙы ҡандала баҫыр.
  • Ялҡауҙы яланда күрмәҫһең.
  • Ялҡауҙың аты ла аҙымһыҙ бул ы р.
  • Ялҡауҙың башында план күп була.
  • Ялҡауҙың — бешкән дә төшкән.
  • Ялҡауҙың дуҫы — йоҡо.
  • Ялҡауҙың көн дә башы ауырта.
  • Ялҡауҙың эсе, йоҡосоноң башы ауырта.
  • Ялҡауҙың эше тарҡау.
  • Ялҡауҙың ялы аҙнаһына биш көн.
  • Ялҡауланһаң — ауырырһың, тырышһаң— һауығырһың.
  • Ялҡаулығыңды юҡ итһәң, тамагыңды туҡ итерһең.
  • Ялҡаулыҡ башҡа бәлә килтерер.
  • Ялҡаулыҡ — зәхмәт, дарыуы — хәрәкәт.
  • Ялҡаулыҡтың дарыуы — эш.
  • Яманды ашҡа саҡырһаң саҡыр, эшкә саҡырма.
  • Ямандың эше ярты юлда ҡалыр.
  • Яңғыҙҙың эше бөтмәҫ.
  • Яңғыҙ һыйырым аранда,

Ни ҡайғым бар буранда?

  • Яратҡан эш ялҡтырмай.
  • Ярлылыҡ ғәйеп түгел, ялҡаулыҡ ғәйеп.
  • Ярлылыҡҡа дарыу юҡ, ялҡаулыҡ менән ҡушылһа.
  • Ярты көнгә ярыш юҡ.
  • Ярты эш йөҙгә оят.
  • Ярыҡ ҡайҙа — ел шунда, ялҡау ҡайҙа — тел шунда.
  • Ярышмаған эш ауыр була.
  • Ята-ята таш та сатнай.
  • Ятҡан аяҡ ял табыр, йөрөгән аяҡ мал табыр.
  • Ятҡан ерең көшөл өҫтө булһа ла, кеше өҫтөндә булмаһын.
  • Ятып икмәк табылмай.
  • Ятып ҡалғансы, атып ҡал.
  • Ятһаң, ята бирәһең, торһаң, бара бирәһең.
  • Яуға барған — йәйәһен онотҡан.