Эстәлеккә күсергә

Саңғы (йомаҡтар)

Викидәреслек проектынан
  1. Тек-тек итер,
    Текмешенән китер.
  2. Ишек төбөмә ике Иштуған һөйәлгән.
  3. Кәкре муйын ағайҙар
    Ҡарға батмай баралар.
  4. Кәкре муйын ағайҙар
    Аҡ ҡарҙан ҡырғалайҙар.
  5. Тек-тек итер, текәнән китер,
    Китә белмәгән тәкмәсләп китер.
  6. Шыма табанлы сана,
    Атһыҙ ҙа алға саба,
    Етеҙ булһа аяҡтар,
    Ҡулда булһа таяҡтар.