Эстәлеккә күсергә

Тәрәс балыҡ бауырынан "Көнбағыш" турамаһы

Викидәреслек проектынан

Ингредиенттар

[үҙгәртергә]
  • 200 грамм тәрәс (треска) балығы бауыры
  • 4 уртаса картуф
  • 3 йомортҡа
  • 1 шәлкем йәшел һуған
  • майонез,
  • чипсы,
  • ҡара емеш (маслины)
  • 200 грамм консерваланған кукуруз

Әҙерләү ысулы

[үҙгәртергә]

Картуф һәм йомортҡаны эре ҡырғыста ҡырабыҙ.

Тәрәс балығы бауырын, бер төрлө массаға әйләнгәнсе, иҙәбеҙ. Йәшел һуғанды ваҡлайбыҙ.

Ҡатлап һалабыҙ: картуф, бауыр, һуған, йомортҡалар. Һәр ҡатҡа майонез һылайбыҙ.

Йөрәккә оҡшатып, өҫтөнә консерваланған кукуруза теҙәбеҙ, түңәрәк әйләнәһенә, сәскә тажы формаһында чипсыларҙы һалып сығабыҙ, ә консерваланған кукуруз өҫтөнә ҡара емештән «көнбағыш»-маслиналарҙы һалабыҙ.