Эстәлеккә күсергә

Ҡаҡланған ҡаҙ

Викидәреслек проектынан
(Ҡаҡлаған ҡаҙ битенән йүнәлтелде)

Ҡаҡланған ҡаҙ башҡорттарҙың яратҡан ризыҡтарының береһе.

Әҙерләү ысулдары

[үҙгәртергә]
Ҡаҡланған ҡаҙ

Беренсе ысул

[үҙгәртергә]

Таҙартылған ҡаҙҙың эсен һәм тышын тоҙ менән ышҡыйҙар. Тоҙ һәйбәт һеңһен өсөн бер нисә көн һалҡында тоталар.

Тоҙланған ҡаҙҙы киң марля тоҡҡа һалып ҡыйыҡ аҫтына бер нисә айға элеп ҡуялар.

Икенсе ысул

[үҙгәртергә]

Ҡаҡлаған ҡаҙҙы икенсе ысул менән дә әҙерләргә мөмкин.

Ҡаҙҙың тышын яҡшылап тоҙ менән ышҡыйҙар, ә эсенә таш-тоҙ йәки эре тоҙ һалалар. Аҙаҡ һауа инмәҫлек итеп тығыҙ ҡағыҙ менән урап бәйләйҙәр.

Йәшниккә һалып, өҫтөн тулыһынса тоҙ менән ҡаплап, һалҡын урынға ҡуялар. Ни тиклем оҙағыраҡ һаҡланһа, шул тиклем тәмлерәк була.

Ошондай ысул менән әҙерләнгән ҡаҙҙы сей килеш тә, бешереп тә ашайҙар.

Өҫтәлгә ҡуйыр алдынан ҡаҙҙы тоҙҙан таҙарталар, йыуалар, бер нисә сәғәт һалҡын һыуҙа тоталар һәм талғын утта бешерәләр.

Бешкәс һыуыталар, киҫәкләп турайҙар, өҫтөнә йәшел тәмләткестәр һибеп, өҫтәлгә бирәләр.

Өйрәкте лә ошо ысул менән әҙерләйҙәр.