Ҡолаҡ (йомаҡтар)
Уҡыу көйләүҙәре
- Яр буйында ярты аласыҡ
Ярын һайлап ултыра. - Ярты аласыҡ
Ярҙан ҡоламаға тора. - Аръяҡта ла,
Бирьяҡта ла
Ярты аласыҡ. - Бер ағасҡа ике япраҡ.
- Тау яғалай ике бейәләй.
- Яр буйында ярты ялғаш.
- Бер тау тирәләй
Ике тишек сүмес эленгән. - Яр башында яры тамаҡ.
- Урал тауы битләүендә
Ағиҙелдең яғы бар,
Ағиҙелдең яғы эсендә
Тәрән бер мәмерйә бар.