Ҡояш системаһы/Меркурий

Викидәреслек проектынан
Меркурий тураһында
факттар
:

☿

  • Меркурий, башҡа планеталар менән сағыштырғанда, Ҡояш тирәләй тиҙерәк әйләнә.
  • Меркурий өҫтөндә температура -180°C-тан (-300°F) +430°C (800°F) градусҡа тиклем булыуы мөмкин. Сағыштырыу өсөн, Ер өҫтөндә иң юғары температура +58°C (136°F).
  • Меркурий өҫтөндә һәм аҫҡы ҡатламдарҙа боҙ булыуы мөмкин.
  • Меркурий Ҡояш системаһындағы иң бәләкәй планета.
  • Боронғо римлеләр аҙнаның бер көнөн Меркурий тип атаған; бөгөн дә французса шаршамбы Mercredi, испанса Miércoles була.
Маринер 10 (Mariner 10) космос карабы төшөргән фото

Меркурий — Ҡояшҡа иң яҡын планета. Уға был исем Боронғо Рим аллаларының береһе хөрмәтенә бирелгән. Был планета Ерҙән күпкә бәләкәй. Дәүмәле һәм массаһы буйынса ул Айға оҡшаш. Күп һанлы кратерҙары, тауҙары булган өҫкө йөҙө лә Айҙыҡы һымаҡ. Планетаның атмосфераһы юҡ, шуға күрә һауа торошо үҙгәрмәй.

Меркурий статуяһы

«Кратер» һүҙе грек теленән тәржемә иткәндә «ҙур һауыт» тигәнде аңлата. Ҡайһы бер кратерҙарҙың диаметры — 200, тауҙарының бейеклеге 4 километрға етә. Ҡояшҡа яҡын булғанға күрә, планетаның өҫтө +400° С-ҡа тиклем йылына.

Меркурий газ ҡатламынан — атмосферанан («атмосфера» һүҙе грек телендә «атмос» — быу, «сфера» — шар тигәнде аңлата) мәхрүм. Уның эйәрсендәре юҡ.

Планетаны өйрәнеү дәүерендә Mariner 10 космос аппараты ғына Меркурийға төшә. 2008 йылда MESSENGER космос карабы Меркурийға яҡынлаша һәм 2011 йылда Меркурий тирәләй әйләнә башлай.

Меркурий диаметры 4879 км. Был Ер диаметрының яртыһынан саҡ ҡына ҙурыраҡ. Был Ҡояш системаһындағы иң бәләкәй планета. Плутон кеүек кәрлә планеталар ғына Меркурийҙан бәләкәсерәк. Меркурий бик бәләкәй булғанға, уны ҡояш байығанда ғына күҙәтергә була.

Меркурий орбитаһын компьютерҙа моделләү