Әбйәлил районы Күбәләк ырыуы ауылдары тарихы

Викидәреслек проектынан


Әбйәлил районы Күбәләк ырыуы ауылдары тарихы


Ер-һыу атамалары фәнни телдә топонимика тип атала. Ғалим Рәшит Шәкүр уны хатта “ерҙең хәтер китабы” тип атай.Ысынлап та, шулайҙыр. Өйрәнә башлағас та, үҙебеҙ өсөн әллә күпме ҡыҙыҡлы яңылыҡ астыҡ. Һәр бер таш, түбә, ағас тиерлек исем йөрөтөүе, һине ылыҡтырғыс тарих төпкөлөнә алып инеүе, үҙе үк ғәжәпләнерлек күренеш бит!
Атамалар ауыл һайын тиерлек бик күп, шуларҙың күптәренең тарихын асыҡлап та өлгөрҙөк инде. Тәүҙә ололарҙан белешеп, ваҡытлы матбуғатта сыҡҡан мәҡәләләрҙән, ғилми хеҙмәттәрҙән эҙләнеп күбәләк ырыуы төйәк иткән ер-һыу атамаларын таптыҡ, хәлдән килгәнсә уларҙың тарихын йыйҙыҡ. Йыя башлағас та, атамаларҙың иҫ киткес күп, мауыҡтырғыс икәнлеге беленде. Әммә улар ябай ғына атама тугел, һәр ҡайһыһы үҙендә ҡыҙыҡлы ла, ғибрәтле лә булған тарих бәйән итә икән.
Эҙләнеү эшебеҙҙең төп өлөшөндә беҙ ошо атамаларҙың тик бер нисәһенә: ҡыҙыҡлы, йә аңлайышһыҙ исем йөрөткәндәренә, халыҡ араһында әһәмиәтле булған урындарға туҡталып китмәксебеҙ. Шулай уҡ, экологик йәһәттән дә был урындарға иғтибар биреләме, юҡмы, ошо һорауҙарға яуап эҙләйәсәкбеҙ.
Күбәләк ырыуы ауылдарындағы ер-һыу атамаларына күҙ һалайыҡ:
Байым- Өйташ, Сусҡа һаҙы, Балтабай, Мунса һаҙы, Тирәк араһы, Кесе Ҡыҙыл, Соңғорҙоҡ һ.б.
Аһылай- Ҡолдобай, Янсыҡты, Өскөл, Мәрйәүлгән, Һайыҫҡан, Кесерткән,Ҡабыҫта, Ямангир, Нәлбикәташ, Кәбәнташ һ.б.
Рәхмәт-Мөхәббәт һаҙы, Һыуһар ҡойоһо, Тайбатҡан, Киләй, Ҡантүбә, Ҡутан
Яйҡар- Бисура һаҙы, Хәсрәт урамы, Әбей ҡойоһо, Әүлиә түбәһе һ.б.
Туйыш- Хәспи төбәге, Иҫке йорт, Төлкөтау, Ҡараташ, Ҡәҙермәт, Ҡалмаҡ һ.б.
Мораҡай- Бәлә, Кәзәосҡан, Ямантау, Көркәк тауы һ.б.
Атамалар иҫ китмәле күп!

1.Һыу ҡәҙерен бел!
Яҡын тирәләге ауылдарҙа күлдәр, йылғалар, шишмәләр ҙә етерлек кенә. Шуларҙың иң ҙурҙарының береһе: КЕСЕ ҠЫҘЫЛ йылғаһы. Уны күбәләк ырыуының 7 ауылының халҡы һыулай. Йылға Белорет районы Мөхәмәт ауылынан баш ала, Әбйәлил районы территорияһы буйлап ағып, Силәбе өлкәһендә Яйыҡ йылғаһына барып ҡоя. Элек тулы һыулы, балыҡлы булған йылғаның йылдан-йыл һыуы кәмей. Тирә-яғы йәмһеҙләнә бара. Сөнки йылғаның ҡәҙере киткән, уны даими таҙартып тормағас һыуы бысраҡ, эргә тирәһендәге ағастары ҡырҡылып бөтөп барғанғамы, һыуы ла һай ғына булып ҡалған. Быларҙың барыһын да, әлбиттә кеше ҡулы эшләгән. Шуның өсөн тәбиғәт тә бәлки, кешеләрҙән үсен алалыр: йылға быйыл ғүмерҙә булмағансы, ныҡ ташып кешеләрҙең йорттарын, баҡсаларын һыу аҫтында ҡалдырҙы. Күп бәлә-ҡаза килде. Бындай хәлдән һуң ныҡ ҡына уйланырға тура килә.

Тәбиғәттең кешеләргә тағы бер буләге :
- Рәхмәт ауылындағы "ҺЫУҺАР ҠОЙОҺО". Был иҫ китмәле шифалы шишмәне тәбиғәттең мөғжизәһе тип атарға була. Сөнки ҡышҡыһын да туңмаған, йәйгеһен теш ҡамаштырғыс һалҡын һыулы шишмәне килеп махсус тикшереп киткәндәр. Был шишмәнең составындағы файҙалы матдәләр бик күп кенә сирҙәрҙән, шул иҫәптән боғаҡ сиренән дауалағаны билдәле булды. Тикшергән ғалимдар ундай шишмәнең тағы ла Германияла ғына барлығын билдәләгән. Шуныһы ҡыуандыра: был шишмәне рәхмәттәр ҡарап, тазартып торалар. Уның һыуын күрше – тирә ауылдарҙан да килеп алалар.
Шулай уҡ, билдәлелек яулап өлгөргән өлгөргән, матур күлдәрҙең береһе- Ҡолдобай. Был атама ҡайҙан килеп сыҡҡан һуң?
Ҡолдобай
Борон, ҡолдар булған ваҡытта йәшәгән, ти бер бай. Уның аттары өйөр-өйөр икән. Ул бер ҡасан да ҡолдарын ашатмаған, кейендермәгән. Бына яҙ еткән. Уның ерен һыу баҫҡан.
Бай шунда тороп ҡалған. Ул күпме генә “Ҡотҡарығыҙ!”,- тип ҡысҡырмаһын, ҡолдары уға ярҙамға бармаған. Бай шунда ятып үлгән. Шунан бирле ул күлде Ҡолдобай исеме менән Ҡолдобай күле тип йөрөтә башлағандар.
Был һоҡланғыс күл элек-электән туристарҙың яратҡан урыны. Тирә-яғын мөһабәт тауҙар, ағастар уратҡан шундай матур күл һоҡланыу уята, әлбиттә. Әммә күлгә экологик һәләкәт янай, тип әйтергә була. Бөгөнгө көндә күл янында ҙур төҙөлөш эштәре бара. Күл эргәһендә матур-матур, бейек йорттар ҡалҡып сыҡҡан. Матур ҙа ул... ләкин күл тирәһе төрлө төҙөлөш материалдары менән тулған, сүп-сар ҙа етерлек. Киләсәктә күл тирәһе кәйеф-сафа ҡороу урыны булып ҡалмаҫ, тип кем әйтә ала.
Ғөмүмән, Аһылай ауылы янындағы Ҡолдобай ғына түгел, Өскүл һәм Янсыҡты күлдәре лә тик туристар өсөн генә тиерһең. Был күлдәрҙә йылдың ниндәй миҙгеленә
ҡарамаҫтан, кеше өҙөлмәй. Ял итергә яраталар
ҙа бит,әммә күбеһе үҙе артынан таҙартып ҡуя белмәйҙәр шул.
Беҙ төйәк иткән ерҙәрҙә күлдәрҙән тыш, шифалы булған шишмәләр етәрлек кенә. Шуларға беҙ ҡышҡыһын да туңмай, үҙенең саф һыуы менән кешеләрҙе ҡыуандырған, Өскүл күле янындағы Тоҡан, Балтабай һаҙындағы Исемһеҙ шишмәләрҙе, Рәхмәттәге Байым, Иҫке Балапандағы Зөбәйлә ҡойоларын индерергә була. Был шишмәләр, әлбиттә, әлегә ныҡлап өйрәнелмәгән, шулай ҙа үҙенең татырһыҙ, тәмле булыуы менән айырылып тора һәм улар ҙа киләсәктә өйрәнелер тип ышанабыҙ.
ҠЫҘЫҠЛЫ АТАМАЛАР
Ер-һыу тарихын, атамаларҙы өйрәнә башлағас, һәр ауыл һайын тиерлек ҡыҙыҡ исемле урындар барлығын белдек. Шуларҙың бер нисәһенең тарихын асыҡланыҡ та инде:
ХӘСРӘТ УРАМЫ
Яйҡар ауылында ошондай исемле урам бар. Был урам төпкөл, әммә бик матур ерҙә, ҡайындар араһында. Ә ниңә “Хәсрәт” тигәндәр һуң был урамды? Элегерәк бер уҫал ҡатын улы һәм килене менән бергә йәшәгән.Ҡәйнә килененә бер ҙә көн күрһәтмәгән. Шунан улар өй һалып башҡа сығырға булғандар. Килене уҫал ҡәйнәнән ҡасып өйҙө алыҫҡа, түбә ашаһына һалдыртҡан, ти. Яңы өйгә сыҡҡас, килендең күңеле йомшап китеп, ҡәйнәһен ҡунаҡҡа саҡырған. Ҡәйнә ҡунаҡ булып ҡайтырға сыҡһа, көн буранлап киткән. Ҡәйнә ҡайта алмай тағы 3 көн ятҡан, ти. Шунан ул: “Эй Хоҙай, килеп етеп булмай, килһәң, ҡайтып булмай! Бына ҡайҙа ул, хәсрәт!”- тигән ти. Бына шунан һуң ҡалған был урам исеме. Хәҙер был матур урам ҙурайғандан ҙурая. Бөгөнгө көндә Яйҡар ауылындағы иң матур урамдарҙың береһе ул.
БЕТТЕ ТҮБӘ
Байым ауылынан Яйҡарға табан киткән юлда Бетте түбә бар.Был ҡыҙыҡ атама ҡайҙан килеп сыҡҡан һуң?Борон ауыр замандар булған:
кешеләр аслы-туҡлы йәшәгән,өҫтәренә кейергә лә булмаған.Һәм ошондай ауыр ваҡыттарҙа бала-сағаның бетләп китеүе лә ғәжәп күренеш булмаған. Йәйгеһен күмәк кешеләр бергәләшеп бесәндән ҡайтып килгәндәр.Ә инде алдағы бәләкәй генә түбәлә емешкә тип сыҡҡан бер әбей биҙрәһен ултыртҡан да,ҡыҙының башын тубығына һалып бетен сүпләй икән.Кешеләр ҡыҙыҡ күреп:”Был түбәлә бет үрсей инде хәҙер,”- тип көлөшкәндәр.Һәм ошо ваҡиғанан һуң,был түбәгә Бетле түбә(ерле һөйләш буйынса Бетте түбә)атамаһы йәбешкән.


Легендалар Оло Ғәбдин ауылынан Мөгин Янһариндан(2014 й.),Рәхмәт ауылы Бәхтиәр Мансуровтан (1993 й),Аһылай ауылы Ғәләүетдинова Фәүзиә инәйҙәрҙән үҙҙәре тере саҡта яҙып алынған. Альфия Абдрафикова https://vk.com/topic-36676061_46528914