Әйтеш йомаҡтары
- -се йомаҡ
Һорау: Оҙон-оҙон сауылдың
Осона-башына кем сығыр?
Сыбар ала көйгәнәк,
Йомортҡаһын кем йыйыр?
Морал-морал моралған,
Тауға барып терәлгән,
Тау аҫтында татлы таш,
Татлыһына кинәнгән,
Ни икәнен кем белгән?
Яуап: Оҙон-оҙон сауылың —
Юл була түгелме һуң?
Сыбар ала көйгәнәк —
Күбәләк түгелме һуң?
Морал-морал моралып,
Төтөн урғылмаймы һуң?
Тау аҫтында татлы таш,
Ул мунса булмаймы һуң? (БХИ)
2-се йомаҡ
Һорау: — Ана бара, эҙе юҡ —
Ул ни булыр, серҙәшем?
Үҙе йөрөй, йәне юҡ —
Ул ни булыр, серҙәшем?
Яуап: Ана бара, эҙе юҡ —
Һыуҙа кәмә түгелме?
Үҙе йөрөй, йәне юҡ —
Сәғәт йөрөү түгелме? (БХИ, Ш, 298)
3-cө йомаҡ
Һорау:Ауыҙы бар, көйшәмәҫ —
Ул ни булыр, сәсәнем?
Арҡаһы бар, аунамаҫ —
Ул ни булыр, ҡәрҙәшем?
Ҡамыл төбө ике айыры —
Ул ни булыр, сәсәнем?
Екән төбө ете айыры —
Ул ни булыр, серҙәшем?
—Яуап: Ауыҙы бар, көйшәмәҫ —
Йылҡы тигән түгелме?
Арҡаһы бар, аунамаҫ —
Һыйыр тигән түгелме?
Ҡамыл төбө ике айыры —
Атаң-әсәң булмаҫмы? —
Екән төбө ете айыры—
Ете ағаң булмаҫмы?