Әһлетдин Сөләймәновтың хәтирәләре/3-сө бүлек
← Әһлетдин Сөләймәновтың хәтирәләре/2-се бүлек | Әһлетдин Сөләймәновтың хәтирәләре | Әһлетдин Сөләймәновтың хәтирәләре/4-се бүлек → |
3-сө бүлек[үҙгәртергә]Ырымбур. Кеше ашаусылар Еткән ҡыҙҙар-егеттәр Урта Муйнаҡтан Иҫке Зиянчураға ШКМ –ға уҡырға киттеләр. Апайҙарым Фәтхиямал, Гөлзифа, Фәхерниса, Маһира, Нәҙерулла, Хасанов Камил, Яҡшыбаев Мөхәммәтсафа, Зәбихуллалар, Өмбәттән – Сағит Бикбулатов (һуңынан Фәтхиямал апайҙың ире), Ҡырғыҙҙан – Мусина Хәлиҙә (улар күмәк кенә ине) Зиянчура ШКМ –нан һуң Ырымбур училищеһына уҡырға инделәр. Күпмелер уҡыусы көтмәгәндә ҡасып ҡайттылар. Унда уҡыуы бик ҡыйын, уҡыусылар юғалып тора, эҙләүҙәрҙең файҙаһы юҡ, уларҙы урлап, һуйып ашайҙар икән! Баҙарҙа ит бәлеше итеп тә һатҡандар! Студент уҡыуҙа юҡ, ҡасып ҡайтҡандыр тип, училищела быға тыныс ҡарағандар. Күбәйеп киткәс, уҡыусыларҙың ауылдарына барып белешһәләр – өйҙә лә юҡ! Ошонан тыныслыҡ бөтә! Сәбәп нимәлә? Студенттар ҡайҙа була? Аптырайҙар! Ата-әсәләре хафаға ҡалалар. Эҙләйҙәр! Кеше ашаусылар тотола Училищела бер кеше ҡарауылсы булып эшләй. Уның улы башҡалар менән уҡый икән. Йәшәйҙәр ҡарауанһарайҙа бер бүлмәлә. Улар гел итле, тәмле аштар ашай. Улы ҡунаҡҡа егет-ҡыҙҙарҙы алып эйәләштерә. Ҡайһы берҙәрен тора-бара –ҙҙәрендә йоҡларға ҡалдыралар! Был студент кире ҡайтмай! Нисектер бик оҫта, шыма эшләйҙәр! Былар –үлтерә, подвал юлынан икенселәр алып китә! Бына уларҙың групповой кәсибе! Бер аҙҙан уларға подозрение төшә! Төн. Ҡарттың, улының бүлмәһендә шарылдаған тауыш ишетелеп ҡала! Ҡарауылда булған кешеләр күмәкләп ишек ватып инәләр! Һуң була! Үлтерелгән кәүҙә юҡ, ә улы ең һыҙғанып иҙәндәге ҡанды таҙарта! Ошо күренештә уларға ташланып, тотоп, бәйләп, кәрәгенсә хәбәр ителә! Подвал ҡапҡасынан иҙән аҫты юлын табалар! Юлдан тышҡа сығалар! Унда һуйылған кәүҙәне алып китергә генә йөрөгәндә уратып күмәкләп тотоп алалар! Ошонан һуң тикшереү китә! Кеше ашаусы-үлтереүселәрҙең бер төркөмөн урам буйлап алып китеп барғандарында көтмәгәндә шәһәр халҡы нәфрәтләнеп уларға ташлана! Туҡмай! Самосуд! Бер нисәһен бөтөнләй эшлектән сығаралар! Ырымбур урамында шау-шыу! Һуғыш! Ярай әле һыбайлылар килеп етеп тыныслыҡ урынлаштыралар! Бына ошонан һуң инде Ҡарауанһарайҙан беҙҙекеләр ҡасып ҡайта! Ҡабат бармайҙар. Бик аҙҙары ғына Ҡаруанһарайҙы тамамлап сыға. Араларынан Нәҙерулла ағайҙың ҡатыны Хәзирә, Мөхәммәтсафа, Сәғит еҙнәй, Арсланов Хәйруллалар, мин белгәндән, Ырымбур педучилищеһын тамамлап ул замандың иң ҡәҙерле уҡытыусылары булдылар. Һаҙый Ғүмәров, Ҡарабулатов Таһир Үргауылдыҡылар була. Колхоз. Иген эше Түбәнгауыл, беҙҙең ауыл – “Алға” колхозы, Үргауыл – “Ҡыҙыл Урал”. Аттарҙы йыйҙыларҙа “общекәртә” яһап шунда аҫранылар. Колхоз эшенә ектеләр. Һыйырҙар йыйып ферма яһанылар. Ферма Үргауыл менән Өмбәт араһында булды. Хужаһы булып Сәмсит исемле ағай эшләне. Ферма ике ауыл өсөн берәү. Ат менән һөрөп, ирҙәр муйынына тәпән тағып, ҡул менән иген сәстеләр. Арттарынан болот кеүек сәүкә-ҡарға, һайыҫҡан, башҡа ҡош ябырылып сүпләй. Йөрөй алған ҡарт-ҡоро, беҙ, бала-саға, баҫыу өҫтөндә шул ҡоштарҙы һуйылға аҡ сепрәк бәйләп ҡыуабыҙ! Иген шытҡас ҡына тын алабыҙ! Көнбағыш, тары, арышта ҡош булмай. Ҡатын-ҡыҙ ураҡ менән ура, көлтә бәйләй, ҡырлыҡҡа һала. Ут яғып ҡый-селектән таҙалап ырҙынды, шунда берәүҙәр скердкә һала, беҙ, малайҙар, ригә-ридван эсенә әйбер йәйеп ырҙынға ташыйбыҙ. Оҙон ағасҡа туҡмаҡ ҡуйып баулап ирҙәр иген һуға. Ҡатындар ҙа бар. Һаламын һелкеп, игенен йыйып, көрәк менән елгәреп, таҙаһын – келәткә, мәгәзәйгә һалалар. Был игенде унан хөкүмәткә тапшыралар. Ат молотилкаһы килә, тинеләр. Килде – өс ҡырлы, ауыр кәтүктә, кәтүккә берәр ат егәләр. Өс-дүрт кәтүк таға. Улар туҡмаҡты алыштырҙы. Круг буйлап игенде тапалатып һуҡтырып, һаламын ташлап, игенен таҙартып алдылар! Эш еңеләйҙе бит! – тип ҡыуанды халыҡ. Жнейка. Уға өс ат егеп, берәү алда ултыра. Икенсеһе – жнейкала. Туҡтауһыҙ сабылған игенде ике сата ағас менән жнейка площадына. Күбәйә башлағас, этәреп төшөрә! Һай! Сәпсим енеләйҙе! Ураҡ тотоусы юҡ! Ҡарттар игенде скердкә һала. Бер заман ат молотилкаһы килтерҙеләр! Соҡор ҡаҙып ҙур, ауыр, яҫы тәгәрмәсте төшөрөп ҡуйҙылар. Бейек молотилканы ат менән һөйрәтеп килтереп ултыртып молотилка менән тәгәрмәсте яҫы брезент ҡайыш менән тоташтырып, бер ҙур цистернаны тәртәләргә икешәрҙән алты ат егеп, берәү цистерна өҫтөндә тороп аттарҙы юрттырып ҡыуа. Улар валдан суйын тәгәрмәсте шәп әйләндерә. Молотилка геү килеп эшләй! Уның барабанына көлтәләрҙетаратып биреп торалар. Иген тап-таҙа һыу шикелле тоҡтарға аға! – Һай-һай! Әҙәмде! Уның иләктәре ниндәй сурттарға бүлә! Кешелә баш бар! Ғәжәп! Нисек уйлап сығарғандар! Бына ниндәй ауыр эш сә-әпсим еңеләйҙе!- тип ҡыуанышалар ауылдаштар. Трахтыр Трахтыр килә, тигәс, аптырашып “теге ахрызаман йәъ-юз- мәъ – юздер инде”. Уны ҡурҡмай кем йөрөтһөн! Ауылдың ябай ғына кешеһе Ғәлиев Ильяс ике бәләкәй алғы, ике ҙур, бейек, уҫтаптай эре ялтыр тешле колесный трактор алып ҡайтты. Был машина һәр эште шәп, тиҙ башҡара! Тик эсендәге бер нимәһе тиҙ ирей! Шаҡылдай башлай! Ильяс тракторҙы ҡутарып, әллә нимәһен йыша, юна, кире ҡуя! Трактор һиндә мин эшләп китә! Бына был Ильяста баш, атырарлыҡ” – тинеләр. Күп тә тормай Четвергов – Хәсәндеке ғәләмәт бейек, ҙур баҫҡысынан менеп-төшөп йөрөй, гусеница тәгәрмәсле трактор алып килде! – Был аптырауҙың сиге! Бының һанһыҙ винттары! Хәсәндән дә шулай башлы кеше сығыр икән! Четвергов сихырлылыр ул! – тиҙәр. Ҡайһылай көслө нимә быныһы! Һөрөү, тырматыу, иген сабыу эштәре һаман үҙгәрә! Көрәк урынына веялка, треер килде! Халыҡ өйрәнә башланы! Тик шуныһы: иген таҙа, яҡшы, ләкин келәттә бөртөгө ҡалмай хөкүмәткә китә! Кешегә труддингә ҡый-мый, мысайлы отход! Машиналар килһә лә, халыҡ тормошо насарланды. 1931 йылы халыҡтың ашарына бөттө! Аслыҡ яҙ көндәрендә үҙен бик ныҡ белдерҙе. Халыҡ һеперелеп ашай торған үлән: бәпкә үләне – балтырған, тау йыуаһы – талғыр, әтмәкәй, ҡымыҙлыҡ, әтләк – йыуан, бер үлән тамырын йыуып, балта төйҙәһе менән туҡмап иҙеп, көслө яғылған мейестә киптереп, килелә төшөрөп, үлән тамыры икмәге бешереп ашай башланыҡ. Ас кеше барын да ашай икән! Түбәнге Муйнаҡ, Урта Муйнаҡ, Үрге Муйнаҡ, Өмбәт, Ғәббәс, Мәзит ауылдарында ҙур аслыҡ. Кеше шешенеп үлгән хәлдәр булды. Өҫкәлек буйы аслыҡ кисергәндә лә ҙур аслыҡ кисерҙе. Ер еләге Ҡарт-ҡоро, бала-саға еләк тумалай башланғандан йыйып, алай-былай бешергән өйрәгә һалып бешереп эстек! Тамаҡ туйып ҡалды! Еләк көндән – көн эреләнә. Кешеләр өсөн ысынлап та туҡланыу ризығына әйләнде. Камундар тигән урыҫ ауылында бер күнәк еләккә күп итеп он бирәләр тигән хәбәр таралды. Камундарҙан он алмаштырып алып ҡайтҡан ҡәрсәйемде, Фәрхиҙә, тағы бер нисә әбейҙе күреп аптыраным! Алыҫ түгел! Ҡырғыҙ һыу тирмәнен үтеп бер аҙ барғас, ҙур быуа ялтырап ята икән! Шул быуанан Камунар ауылына инәһең. Унда гел урыҫтар! Шулар еләккә он бирә! Бөтә юлды белдем. Әсәй, өләсәй, Сәфәрғәле абзый, Орхия еңгәй, Әхмәҙғәле абзыйҙар Аманингән буйында бригадта эштә. Өйҙә Ғәбиҙә өләсәйем - бик өлкән әбей. Ҡартатайыма еңгәләтә өйләндергән әбей. Башҡа бер кем юҡ. Бәшәр ҡоҙоғо Ҡоҙоҡ тирәһендә өс-дүрт өйәнке. Эй һыуы шәп! Ярты ауыл шунан һыу ала! Унан урта тау китә. Уның Баһауәсенә тиклемге өлөшөндә еләк ғәләмәт күп! Еләк йыйып киләһеңдә бәшәр ҡоҙоғонан рәхәтләнеп һыу эсеп ҡайтып инәһең! Бер көн мин ҡаршынан ғына бешкән, эре еләк тирҙем. Маҡсат еләкте Камундарға барып онға алмаштырып ҡайтыу. Еләкте йәшереп йыйып ҡуйҙым. Бөтәһе лә иртүк эшкә китеү менән еләкте күнәк менән тотоп Камундарға киттем! Бына Ҡырғыҙ тирмәне быуаһын үтеп бер үрҙе үткәс, алыҫтан ялтырап ятҡан быуа һыуын күреп атлауымды шәбәйттем! Юл сите эре үлән, селеклек! Алдан килгән, арттан килгән атлы кешеләрҙән селек араһында йәшенеп үткәрәм дә атлайым… Быуа Быуа буйлап сығып бөтөүемә өйҙәр рәте лә яп-яҡын икән. Ҡулына сыбыҡ тотоп, тал араһынан бер мәрйә килеп сыҡты. Ул мине күреп, күнәгемдәге еләкте күреп, әллә ниҙәр һөйләнеп, йылмайып та, мине һөйөп-һыйпап, етәкләп алып китте! Күнәкте үҙе тотто! Бер өйгә индек. Берәү юҡ. Мине өҫтәл янына ултыртып, мейестән суйын сығарып аш ҡойоп бирҙе! Аш итле! Тәмле! Икмәкләп ашап алдым. Ул еләкте урындығына йәйеп, таратып һалды! Һаман шул көләс йөҙлө! Минең ҡайтырға теләүемде белеп, күнәкте таҙалап, тултыра яҙып он һалып бирҙе лә минән күтәртеп ҡарай! Мин уға ауылды, өйҙө башҡортса һыҙғалап (бармаҡ менән өҫтәлгә) беҙгә кил ,тинем. Ул аңланы. Күрәһең, башҡортса аңлағандыр! Ул ҡатын быуаны сыҡҡансы бергә күтәреп килеп тороп ғалды. Бьер нисә боролоп ҡарайым: береһендә уның күҙҙәрен һөртөүен күрҙем. Төш ауыуға өйгә ҡайттым! Хәҙер беҙ уҙ өйөбөҙҙә йәшәйбеҙ. Өләсәйҙәрҙә түгел. Атай, туғандар күмәкләп ауыл осонда өй төҙөп биргәйнеләр. Шунда! Күнәкте йәшереп, урындыҡҡа йығылдым! Бик ҡаты, иҫ белмәй йоғлап киткәнмен! Аманингәндән эштән ҡайтҡас, минең йоҡлап ятыуымды күргәндәр. Әсәй күнәкте йәшереп ҡуйған ерҙән сығарып: – Ҡарағыҙ әле! Күнәктә бер икмәк. Он! Ҡайҙан?! Кем, нисек килгән был ризыҡ? – тип аптырашалар. Мин тауышҡа уянам. Мине уратып ҡарап торалар. Урындыҡта – күнәк! Ҡапыл ырғып тороп: – Әллә он юҡмы?! – тип ҡысҡырып ебәрҙем. Улар ипләп һорашып белгәс, баш сайҡап аптырап ҡуйҙылар! – Еләкте нисек тирҙең? – тип ныҡышалар. – Юл буйына яҡын берәү йөрөмәгән, теймәгән ерҙән. Арба юлы буйынан услап тигәндәй эре, бешкән еләк тиҙ йыйҙым да Камунға барып ҡайттым! – тим. Шулай итеп, мин алты йәшемдә Камунға барып он, икмәк алып ҡайттым! Быны ауылда сенсация кеүек һөйләнеләр инде! Һис онотолмай мине аслыҡ йөрөткәне! Бындай бала саҡта йөрөгәйнем, тип һөйләһәң әҙәм ышанмаҫлыҡ! Йәнәһе. Бик ҙур эш! Бәлки, шулайҙыр ҙа! Белмәйем! Онотолмай был сәйәхәт! Сталауай Интернатта сталауай ойошторолдо. Аш бешереүсе – әсәйем. Ярҙамсылар – шул уҡ Әминә, Хәбиб инәйҙәр. Интернатта хәҙер егет – ҡыҙҙар урынына ситтән килгән ауыл балалары һәм беҙҙең өс ауылдыҡылар. Мин Кушловскийҙан һуң төрлө таҡтанан скрипка яһап, ат ҡойроғо ҡылы ҡуйып, селекте ян кеүек итәм. Ҡылы – ат ҡойроғо. Уны күмер менән ышҡып, “скрипкә” ҡылдарынан тауыш сығарам. Уны ҡолаҡҡа яҡынлатҡанда, бик һүлпән, тоноҡ тауыш сыға! Ташлайым да яңынан яһайым! Мин ян ҡылына ҡарағай сәйере һөртәм! Тауыш ишетелә биреп ҡалды. Бәҙәмшә Ғәббәстән килгәндәр араһында арҡаһында ҙур ороло, бөкөрө малай бар ине. Бер кем тегене үҙ янына ятҡырмай! Ҡыуалайҙар! Мин мейес янында иркен ятам. Мин уны үҙемдең янға саҡырып алдым. Килеп ятты. Мине арҡамдан һөйөп ала! Ҡарһүҙ алмашалап һөйләйҙәр… Инәй сығып, йоҡлағыҙ, тип әрләгәс кенә тынышалар. Кемдер берәү Бәҙәмшәнең скрипкала уйнауы тураһында әйтте. Беҙ күмәкләп скрипкаһын бында алып килеүен һораныҡ. Ялға ҡайтып килгәнендә скрипкаһын алып килгән. Кисен уны төрлө көйҙәр уйнатып, хайран ҡалып, маҡтанылар! Бейеү көйҙәрен дә күп белә. Бейешеп тә алдылар. Мин дә “Перовский”ҙы бейенем. Икенсе көн ҡыҙҙар ҙә килде. Мөғәллим дә уйын ҡыҙғанда килеп инде. Бөтәбеҙҙе лә хәҙер мөғәллим әрләр тип, тын ғына ултырабыҙ. – Үәт, исмаһам, Бәҙәмшә скрипкаһын килтергән! Ышкулда тәнәфестә уйнап бейетерһең! Йыр дәресендә лә уйнарһың! Был бик яҡшы! – тип маҡтаны. Ошонан һуң бөтәһе лә иркен тын алды! Бәҙәмшә инде “үҙәк” кешегә әйләнде. Ҡыҙҙар уны йыш үҙ яндарына кис алып ҡайтырҙар ине! Бәҙәмшә үкереп илай Ул скрипкаһын тоҡҡа һалып урындыҡ аҫтына тығып ҡуя ине. Бер көнө дәрестәр бөтөп, интернатта ашап-эскәс: – Йә әле, Бәҙәмшә, бер уйнап ебәр! – тиҙәр. Ул тоғон сығарып урындыҡҡа ҡаҡты. Скрипка көл-фаякин килтереп ватылған! Кемдер берәү уны тоғо менән тапалап бик ныҡ ватҡан! Йүнәтерлек тә түгел! Кем, ни өсөн шулай ваҡлағансы тапалаған?! Бәҙретдин ағай ҡара янып көйҙө! Асыуланды бик ныҡ! Тик беленһен генә әле! Бәҙәмшә илай-илай кейенде, тоғон йөкмәп сығып китте. Тау түбәһенән төшөп Үргауыл яғына атланы! Уны йыуатып-әүрәтеп тә ҡаранылар! Ә ул атлауын-илауын белде. Төнгә ҡарай Ғәббәскә ҡайтып китте! Ул минең күңелдә онотолмаҫ эҙ ҡалдырҙы! Мин уға ҡушылып йырлай, бейей торғайным! Мин – ҡурайҙа, ул – скрипкала уйнауы үҙе ни тора! Һай-һай, оҫта уйнай, тиҙәр ине. Ул киткәс, уны йәлләп илап та ала инем. Әсәй, улай ярамай тип, саҡ туҡтатты. Мөғәллим Ғәббәскә китте ат менән. Бәҙәмшә ныҡ ауырый икән! Ул ҡайтҡас та аурып киткән! Ошо ҡайғыһынан башҡа тора алманы. Мөғәллим ҡайтҡас: – Бәҙәмшә хәҙер юҡ инде! – тип күҙҙәренә йәш алды. Ауылда ҡунаҡ булһа Ауылда бер ҡунаҡ булһа, төн булһа ла, беҙҙе уятып инеп, әсәйҙән үтенеп һорап мине күтәреп алып ҡайтып бейеккә, һандыҡ өҫтөнә, ултырталар. Минән ҡурайҙа бейеү көйҙәре уйнатып эй рәхәтләнеп бейейҙәр! Күстәнәс, аҡса биреүҙәренә әсәй ныҡ тыя! Әгәр бирһәгеҙ, башҡа бер кемгә лә ебәрмәйем, ти. Хәтерҙә ҡалған: иҫергән ирҙәр ығы-зығы килеп, тауыш сығара! Улар бер-береһенең яҡаларынан тотоп айҡаша! Тауыш күтәрелә! Нәҡ бәләкәй малайҙар кеүек ҡыланалар! Миңә ҡыҙыҡ! Сағыу тауышым менән тегеләрҙән һенем ҡатҡансы ҡысҡырып көләм! Һуғышыусылар минең көлөүҙән туҡтайҙар! Тирә-яғына ҡарап, үҙҙәре лә көлә башлай! Һуғыш-ҡауға бөтә! Бары ла шаулашып, көлөшөп, тыныс мәдлестәрен дауам итә! Мин арығас, йоҡом килгәс, тағы өйгә алып ҡуялар ине. Скандал йыш булмаһа ла, бейетеп арығас, ҡайиам тиһәм дә әпкиләләр ине. Мине йырлаусы, бейеүсе, ҡурайсы тиҙәр ине. Ғилмитдин үлде!.. Аттары һыу ҡойғандай тирләгән! Ауыр тын алалар, яй ғына атлатып Сәфәрғәле абзыйым ишегалдына килеп инде. Үҙе илаған! Уны күреп өләсәй, әсәй уның янына йүгереп килеп, ни булды ла ни булды тип, шаҡ ҡаттылар. Мин ситтә торам. – Мин Амангингәндән Ғилмитдинде үлтереп тейәп ҡайттым! Уны өйҙәренә индерҙеләр! – тине. Әсәй һорашып та тормай йүгереп сығып китте, уның артынан мин йүгерҙем. Беҙ ҡартәсәй, һурәсәйҙәргә килгәндә ишегалдары тулы ҡатын-ҡыҙ, бала-саға тора! Бары ла мышнап илай! Байтаҡтан һуң атай, ҡәрсәй, һурәсәй сыҡтылар. Байсәләм олатайҙың улы Зәбихулла Ишкинин, ауылдың беренсе егете, атып ултергән тинеләр. Ҡыуышында оҙаҡ ваҡыт ятҡан мылтыҡты алып, булышып ултырған саҡта ҡорал ҡапыл атып ебәргән! Үтеп барған Ғилмитдин абзыйымдың эсен аҡтарып, ныҡ яралаған! Бер кемдә ярҙам итергә өлгөрмәй! Шундуҡ үлә! Шулай фажиғәле ауылда дан алған, һәр яҡтан булдыҡлы абзыйым үлә! Ул саҡта тикшереү – суд нисек булыуын белмәйем! Зәбихҡә бер ни ҙә булманы. Һиндә-мин шул көйө йәшәп китте! Халыҡ араһында Байсәләм бай булғас ней,бик күп бирем биргән, тигән хәбәр йөрөнө лә баҫылды. Ғилмитдин абзыйым һыуға батҡандай булды! Мин уны оноталмайым. Уның кеүек сәсемде үҫтереп, причәска ла йөрөттөм. Ул мине бейергә - йырларға, ҡурайҙа уйнарға өйрәтте! Әсәйем скрипка алып ҡайтты Әсәйемдең бер туған һылыуы Самаҙы ауылында йәшәй ине. Езнәй – Йылҡыбаев Хәсән самаҙы ауылы “Ҡыҙыл Маяҡ” колхозы председателе булып эшләй. Был колхоз Башҡортостанда билдәле булған бик бай колхоз һаналды! Өҫкәлек буйы ауылдары 1931- 1938 – се йылдарҙа аслыҡ кисерҙе, ә улар аҡ икмәк ашаны! Шәп колхоз, тинеләр! 1938 –се йылда Мәскәүгә сельхозсъездға барҙы. Фотоға төшкәндәр, И.В. Сталин дә, башҡа етәкселәр ҙә төшкәндәр ине. Шул уҡ съезда Баймаҡ районы Икенсе Этҡол ауылынан Йыһанур Байтурин бар. Икенсе тапҡыр мин ул фотоларҙы тағы ла күрҙем. Шул Хәсән еҙнәй ҡустыһы Фәтхулла Йылҡыбаевтан скрипка һөйләшә. Әсәйем Фәтхуллаға барып скрипкаһын 5 һумға һатып ала! Ул саҡ 5 һум ҙур, бик күп аҡса булған! Ауылда: – Ҡарасәле! Мәрхәбъямал Әһлиенә 5 һумға эскерипкә алып ҡайтҡан! Нисек аҡса йәлләмәй, ҡыҙғанмай! 5 тәңкә биргән! Ай-буй! 5 тәңкә ошо маңҡа өсөн! – тип геү килделәр. – Булһын! Яңғыҙ улыма бер ни йәл түгел! Өйрәнер, уйнар! Гармун да алып бирер инем, кәрәкмәй! – ти әсәй. Скрипка ҡулдан, таҡтанан яһалған! Дүрт төрлө ҡылы бар, ялы бар! Мин уның ҡылдарын тарттырам да тауыш сығарам! Тауыш бик көслө, матур сыға, әммә һис көй уйнап булмай! Һәр көн ҡолаҡтарын борам, уйнарға маташам, ләкин һис көй сығара алмайым! Әсәйҙең маҙаһына тейгәнмендер инде: – Бар, ана кәртә арты күл буйында тызылдат! – тип һуҡрана. Мин кәртә артына китәм. Шәмислам, Миңнеғәле, Ғәлиәхмәт, Миңлебай, Әхмәҙғәле абзыйым минең яңға килеп тартып ҡарайҙар ҙа: – Бының тауышы көслө, көйө юҡ! – тип минең яндан ҡасалар. Тауышы оҡшамай… Зәйнәп һыйыр һауалыр… “Ҡолаҡтар”ҙы борғалай торғас, ике ҡыл матур яңғырауын белеп ҡалдым да “Зәйнәп һыйыр һауалыр төбө тишек күнәккә” тигән бейеү көйөнөң башын көтмәгәндә сығарҙым бит! Кәйҙәң икенсе яртыһына 3 – 4 ҡыл тауыштары тура килмәй! Ныҡыша торғас, 3 -4 ҡылдар ҙа матур яңғырауын һиҙеп ҡалдым! Хәҙер “Зәйнәп”те 1,2,3 ҡылдарҙа уйнап сығарҙым! Атҡа менгәндәй ҡыуандым!!! Шулай күп ныҡыша торғас, 4 ҡылын да көйләргә өйрәндем. “Зәйнәп” те бөткәнсә скрикала сығарҙым! Өйҙә әсәйҙе маҙаһыҙлаған саҡта юрый: – Ҡы-ый! Улым уйнай! Мин бейейем! – тип мине үсекләп төшөп китеп бейей, ҡарышып бейей! Мин скрипкамды ташлап сығып ҡаса инем! Хәҙер: – Йә! “Зәйнәп”те уйна! – ти. Уйнайым. Тыңлап бөткәс: – Ҡылдарың дөрөҫ көйләнмәгән! Дөрөҫ, матур итеп көйләргә өйрән, - ти. Шулай ныҡыша торғас, мин скрипканы көйләргә лә өйрәндем! Мине өйрәтергә кеше юҡ бит! Бәҙәмшәне һағынам да! Ул да хәҙер юҡ! Арыу көйләнһә, башҡа көйҙәргә лә тауыш етә! Шуны белдем! Әбҙән көйләп өйрәнгәс, көй артынан көй сығара башланым. – Һа-а-ай! Былай булғас, һин, Әһлетдин, скрипкәсе булырһың! – ти Сәфәрғәле абзый. – Тик һин кешене үтә маҙалама! Кәртә яғына, ситкәрәк китеп тызылдат! Кеше килһә, туҡтап тор! Скрипкәсе Бара-тора халыҡ араһында киң таралған “Шахта” көйөн уйнаным. Әлек минең менән ныҡ шаярған, тотоп алһа илатҡанса аунатҡан, ҡышын салбар төбөнә ҡар тултырып ышҡыған беҙҙең яратҡан күрше еңгәйебеҙ, Шәкирйән ағайҙың ҡатыны Хәйерниса еңгәй ,шартып көлөүен ҡуйҙы. Көйҙәр уйнатып, тыңлай башланы. Мин уның әйткәнен үтәйем. – Бына һиңә эшкашмаған маңҡа ҡәйнеш шул арала уйнаһынсәле! Ошонан һуң ул мине элгәреге һымаҡ шаяртмай! – Йә, ҡәйнеш, уйна әле, - тип уйнатып, ысын күңелдән уйнауымды тыңлап,- ҡайһы арала өйрәндең? Бына ғәжәп! – тип баш - арҡамдан һөйә. Хәҙер мин унан тартынам! – АҺ-аһ! Ишу ояла ла белә башлағанһың? Һин һис оялма! Туҡтама! Скрипкәңдә тағы матур, оҫта уйнарға өйрән! – тип ысын күңелдән әйтә. – Урамдан үткән юл саңын аяҡтарың менән туҙҙырып, боролдатып, асауыҙҙы һалдырып, көнмө – төнмө йырлай – йырлай бейеп тә киткән малай, хәҙер тындың, һыҙғырырға тотондоң! Атаңа ҡошап ҡурай тартаһың! Ауыҙ – мороноңдан шайыҡ ағыҙып! Бр-р-р! Нисек ерәнес! Шайығың лмәк түшенән аға! Бр-р-р! - тип мыҫҡыллап шаярта, көлә. Ләкин элгәреге кеүек яҡанан алып, йығып, тулатып шаяртыуын туҡтатып: – Эй, ҡәйнеш, йә әле уйнап ебәр! – тип уйната. Мин һис инәлеүҙе белмәнем. – Бына! Көтмәгәндә, скрипкәсе! – тип иркәләтә. Бер аҙҙан ауылда ҡунаҡ үтһә, әсәйҙән рөхсәт алып, хатта ай-вайына ҡарамай, күтәреп алып ҡайта башланылар! Өс ауылда “скрипкәсе малай” исеме менән йөрөтә башланылар! Мин быға үсегер инем – юҡҡа үсегәң, һинең уйнап бейетеүең кеше ҡунағы хозуры! Ана башҡа малайҙар бер ҙә, бер нәмәлә лә белмәй бит! – тип яйға килтерҙеләр. Хәйернисә еңгәм дә мин булып ауыҙынан шайыҡтарын ағыҙып “быж-быж” итеп, скрипкәлә үсекләп уйнауын ташланы! Миңә ҡарата ихтирам – иғтибарлы була башланы! – Бикәм, Әһлей хәҙер ниндәй уйнай башланы! – ти әсәйемә. Улар минең тураһында һөйләшә башлаһалар, ҡасып сығып китәм. Шулай итеп ҡурайсы, скрипкәсе исеме менән әйтеүҙәренә лә үсекмәйем. Өйрәндем булһа кәрәк! Мыҫҡыл итеү, көлөүҙәр бөттө!
|