Эстәлеккә күсергә

Көҙгө йәйғор турамаһы

Викидәреслек проектынан
(“Көҙгө йәйғор” турамаһы битенән йүнәлтелде)

Мәҡәлә «Башҡортостан ҡыҙы» журналында баҫылған, 2012 й.

Берәр килограмм кәбеҫтә, кишер, татлы борос, помидор, башлы һуған, баклажан һәм бер литр көнбағыш майы, ҡалаҡ ярым тоҙ, бер ҡалаҡ шәкәр, ярты стакан аш һеркәһе алына.

Кишерҙе ҡырғыс аша үткәрергә, кәбеҫтәне туҡмаслап, ҡалған йәшелсәләрҙе шаҡмаҡлап турарға. Ҡаҙанға йәки эмалле кәстрүлгә көнбағыш майы ҡойорға ла, тоҙ, шәкәр, туралған һуған һалып, 10 минут быҡтырырға. Кишер һалғас, тағы 10 минут талғын утта тоторға. Унан баклажанды өҫтәп, 20 минут ҡайнатырға. Борос һалғас, тағы 20 минут быҡтырырға. Артабан кәбеҫтә менән помидор өҫтәп, 20 минут талғын утта тоторға. Аш һеркәһе ҡойорға ла, тағы бер аҙ быҡтырғас, стерилләнгән банкаларға һалып, ҡапҡастарын ябырға. Одеялға төрөп, һыуынғансы тоторға.

Альбина ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА яҙып алды.