Бутерброд

Викидәреслек проектынан

«Мини-пицца» бутерброды

Ингредиенттар[үҙгәртергә]

  • 1 багет,
  • 200г ыҫланған тауыҡ ите,
  • 100-150 г сыр, 2 йомортҡа,
  • помидор,
  • зәйтүн емеше,
  • йәшел тәмләткестәр.

Әҙерләү[үҙгәртергә]

Багетты телемләп турарға һәм формаға теҙергә.

Йомортҡа һытырға, тоҙ, борос һалып, яҡшылап туғырға. Уға шаҡмаҡлап туралған ит, ҡырғыста ыуылған сыр һалырға.

Икмәк өҫтөнә ошо ҡатнашманы һалырға , өҫтөнә зәйтүн емешен , помидорҙы түңәрәкләп турап һалырға.

Бутербродтарҙы 180 градусҡа тиклем ҡыҙҙырылған мейестә 15-20 минут бешерергә ҡуйырға.

Табынға йәшел тәмләткестәр менән биҙәп бирергә мөмкин.


Һылтанмалар[үҙгәртергә]