Бөрйән районы топонимдарының семантикаһы/Йорт, ҡыр хайуандары исемен йөрөткән ер-һыу атамалары

Викидәреслек проектынан

Йорт, ҡыр хайуандары исемен йөрөткән ер-һыу атамалары[үҙгәртергә]

Айғыр ҡороҡмаған, Айыуала(Кесе Нөгөш буйында ялан), Айыуатҡан(Тимер ауылының үрге осонан Үҙән йылғаһына барғанда уя), Айыусапҡан, Айыуҙы, Аҡһыйыр яланы, Алағуян, Алағуян башы, Алағуян тамағы, Арыҡтай, Башмаҡшыуған, Бесәй ташы, Бесәй ояһы, Бәргәзә, Имәнйорт, Йыландуй, Йылҡысыҡҡан, Күктәкә, Кәзәтау, Кәзә ташы, Ҡарабейә, Ҡарайғыр, Ҡараһыйыр, Ҡуян ауылы, Ҡыҙҙарҙы айыу ашаған ер, Сусҡаморон(Ғәлиәкбәр ауылынан түбән, Оло Нөгөш йылғаһы юуйында йылға бөгөлө), Сусҡа фермаһы, Сыбарайғыр(Тимер ауылында ҡая), Танасыҡҡан, Туҡалбаш, Төлкосҡан, Төлкөташ, Тәкәғыр(Ғәлиәкбәр ауылынан 7 километр самаһы ерҙә тау, Бәккән йылғаһының башы), Тәкәһуйған, Этаяҡ, Этаяҡ тармалығы, Эт тыҡрығы(Ғәлиәкбәр ауылында), Ябаҡ.