Ҡояш системаһы/Уран

Викидәреслек проектынан

♅ Уран тураһында факттар:

  • Уран ҡулсалары аҡ булып күренә, ысынында улар ҡара төҫтә.
  • Планетаны тәүҙә йондоҙ тип уйлағандар. «34 Таури» тип исем биргәндәр.
  • Уран ҡабырғаһына ятып әйләнгән берҙән бер планета.

Урандың ҙурлығы[үҙгәртергә]

Уран һәм Ерҙең ҙурлығын сағыштырыу

Урандың диаметры 51 118 километр, йәғни Ерҙән дүрт тапҡыр киңерәк. Ҡояш системаһында ҙурлығы буйынса өсөнсө, ауырлығы буйынса дүртенсе планета.

Урындың өҫлөгөндә нимә бар?[үҙгәртергә]

Уранда «атмосфераға» батмай ғына баҫып торорлоҡ өҫлөк юҡ. Тығыҙ атмосфера аҫтында ҡаты таштар һәм боҙ булыуы мөмктн тип фаразлана.[1]

Уран тирәләй ҡулсалар[үҙгәртергә]

Урандың 11 ҡулсаһы бар. Улар ҡара төҫтә, шуға ла күреүе ауыр. Ҡулсалар 1977 йылда осраҡлы рәүештә асыла. Ғалимдар Уран эргәһендәге йондоҙҙо өйрәнә. Йондоҙ Уранға яҡынлашҡас юғалып ала, һәм Уранды үткәс юғалып ала. Ошонан сығып, ғалимдар Урандың ҡулсалары бар тип һығымта яһай.[2]

Урандың юлдаштары[үҙгәртергә]

Урандың ҡулсалары һәм юлдаштары

Урандың 27 билдәле юлдашы бар. Был Ҡояш системаһында юлдаштар һаны буйынса өсөнсө планета. Юлдаштарҙың исеме: Миранда, Ариэль, Умбриэль, Титания һәм Оберон. [3]

Миранда[үҙгәртергә]

Миранда Уранға иң яҡын урынлашҡан һәм иң бәләкәй юлдашы. Башлыса таш һәм боҙҙан тора. Миранда өҫлөгөндә ҡаялар, упғындар, уйһыулыҡтар бар. Исеме Шекспирҙың «Дауыл» пьессаһындағы персонаж хөрмәтенә бирелгә.[4]

Ариэль[үҙгәртергә]

Ариэль таш һәм боҙҙан тора. Ариэль өҫлөгөндө уйһыулыҡтар күп, әммә кратерҙар күп түгел. Исеме Александр Поупа поэмаһындағы персонаж хөрмәтенә бирелгән. Шекспирҙың "Дауыл"ында ла Ариэль бар.[5]

Умбриэль[үҙгәртергә]

Умбриэль Урандың таш һәм боҙҙан торған юлдашы. Урандың эре юлдаштары араһында иң ҡараңғыһы. Исеме Александр Поупа поэмаһындағы персонаж хөрмәтенә бирелгән.[6]

Титания[үҙгәртергә]

Титания Урандың иң ҙур юлдашы. Боҙ һәм таштарҙан тора. Өҫлөгөндә ҡаялар менән ҡапланған. Исеме Шекспирҙың «Йәй уртаһындағы төш» пьессаһындағы король короле хөрмәтенә бирелгән. Titania is the largest moon of Uranus. It is mostly ice and rock. The surface is covered with canyons. It was named after the Queen of the Fairies in A Midsummer’s Night Dream, a play by Shakespeare.[7]

Оберон[үҙгәртергә]

Оберон Урандың тышҡы юлдаштарының береһе. Титания кеүек уҡ таштарҙан тора. Өҫләгәнде кратерҙар күп. Ҡайһы берҙәренең төбө ҡара, ситтәре аҡ. Исеме Шекспирҙың «Йәй уртаһындағы төш» әҫәрендәге феялар короле хөрмәтенә бирелгән.[8]

Башҡа юлдаштары[үҙгәртергә]

Мирада орбитаһы эсендә ваҡ ҡына 13 юлдаш булыуы билдәле. Оберон орбитаһынан ситтәрәк тағы ла 9 юлдашы булыуы билдәле.[9]

Уранда көн оҙонлоғо[үҙгәртергә]

Уранда көн оҙонлоғо Ерҙәге 17.24 сәғәткә тиң. Урандың әйләнеү күсәре ауыш ята. Ҡояш системаһы тарихындағы шартлау һөҙөмтәһелер.[10]

Уранда йыл оҙонлоғо[үҙгәртергә]

Уранда йыл оҙонлоғо 30.708 Уран тәүлеге, йәки Ерҙәге 84 әылға тиң.[11]

Уран нимәнән эшләнгән?[үҙгәртергә]

Юпитер менән Сатурндан айырмалы булараҡ, Уран ҡаты таштарҙан һәм боҙҙан тора тип иҫәпләнә. Уран атмосфераһында 83 % водород, 15 % гелий һәм 2 % метан бар. Бик аҙ миҡдарҙа һыу парҙары, аммиак һәм башҡа газдар бар.[12] Урандағы метан болоттары Ҡояш нурҙарының ҡыҙыл төҫөн йота, зәңгәр төҫтө кире сағылдыра, шуға күрә Уранда күк йөҙө зәңгәр булып күренә.[13]

Уранда гравитация көсө ниндәй?[үҙгәртергә]

Уранда тартыу кәсә Ерҙәгенең 89 % тәшкил итә.[14]

Исемен ҡайҙан алғандар?[үҙгәртергә]

Исемен Грек мифологияһындағы күк аллаһы Уран хөрмәтенә биргәндәр. Уран Грек мифологияһында тәүге юғары аллаларҙың береһе. Урандың ире, Гери иремле улы һәм Ер-әсәһе булған. [15]

Киләһе тема: Нептун

References[үҙгәртергә]

  1. http://www.solarviews.com/eng/uranus.htm; http://www.nineplanets.org/uranus.html
  2. http://www.solarsystem.org.uk/uranus/
  3. http://nssdc.gsfc.nasa.gov/planetary/factsheet/index.html; http://www.nineplanets.org/uranus.html
  4. http://www.nineplanets.org/miranda.html; http://www.bbc.co.uk/science/space/solarsystem/uranus/miranda.shtml
  5. http://www.nineplanets.org/ariel.html; http://www.bbc.co.uk/science/space/solarsystem/uranus/ariel.shtml
  6. http://www.nineplanets.org/umbriel.html; http://www.bbc.co.uk/science/space/solarsystem/uranus/umbriel.shtml
  7. http://www.nineplanets.org/titania.html; http://www.bbc.co.uk/science/space/solarsystem/uranus/titania.shtml
  8. http://www.nineplanets.org/oberon.html; http://www.bbc.co.uk/science/space/solarsystem/uranus/oberon.shtml
  9. http://nssdc.gsfc.nasa.gov/planetary/factsheet/uraniansatfact.html
  10. Gierasch, Peter J., and Philip D. Nicholson. «Uranus.» World Book Online Reference Center. 2004. World Book, Inc. http://www.worldbookonline.com/wb/Article?id=ar577720; http://www.nasa.gov/worldbook/uranus_worldbook.html
  11. Gierasch, Peter J., and Philip D. Nicholson. «Uranus.» World Book Online Reference Center. 2004. World Book, Inc. http://www.worldbookonline.com/wb/Article?id=ar577720; http://www.nasa.gov/worldbook/uranus_worldbook.html
  12. http://www.nineplanets.org/uranus.html; http://www.solarviews.com/eng/uranus.htm
  13. http://www.solarviews.com/eng/uranus.htm
  14. Gierasch, Peter J., and Philip D. Nicholson. «Uranus.» World Book Online Reference Center. 2004. World Book, Inc. http://www.worldbookonline.com/wb/Article?id=ar577720; http://www.nasa.gov/worldbook/uranus_worldbook.html
  15. http://www.nineplanets.org/uranus.html