Умартасылыҡ серҙәре/11-се дәрес: өлгөләр араһындағы айырма

Викидәреслек проектынан
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ZUFAr (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
3 юл: 3 юл:
26.05.2012.
26.05.2012.
==Бал ҡортоноң аҙығы, туҡланыуы==
==Бал ҡортоноң аҙығы, туҡланыуы==
Бал ҡорттары үҫемлектәрҙән татлы һут һәм сәскә һеркәһе йыя. Уны аҙыҡҡа — балға һәм һитәгә — әүерелдерәләр. Ҡорттарға йәшәү, эшләү һәм үрсеү өсөн, башҡа бөжәктәр һәм хайуандар кеүек, аҙыҡ талап ителә. Һитә аҡһымдарҙы, майҙарҙы, углеводтарҙы үҙ эсенә ала. Быларҙан тыш, бал ҡорттарына күп булмаған миҡдарҙа минераль матдәләр (тоҙҙар), витаминдар кәрәк.
Бал ҡорттары үҫемлектәрҙән татлы һут һәм сәскә һеркәһе йыя. Улар уны аҙыҡҡа — балға һәм һитәгә — әүерелдерәләр. Ҡорттарға йәшәү, эшләү һәм үрсеү өсөн, башҡа бөжәктәр һәм хайуандар кеүек, аҙыҡ талап ителә. Һитә аҡһымдарҙы, майҙарҙы, углеводтарҙы үҙ эсенә ала. Быларҙан тыш, бал ҡорттарына күп булмаған миҡдарҙа минераль матдәләр (тоҙҙар), витаминдар кәрәк.

Аҡһым айырым матдәгә — азотҡа бай, ул инә ҡорт һөтө составына инә. Углеводтар, майҙар, минераль матдәләр, витаминдар ҡорттарға энергияның төп сығанағы булып хеҙмәт итә, ә ҡорттарҙың бөтөн эшмәкәрлеге ошо энергия арҡаһында башҡарыла. Умартаға ҡорттар, татлы һуттан, һеркәнән тыш, һыу ҙа килтерә.

11 юл: 11 юл:
Татлы һут — үҫемлек сәскәләре һәм шәрбәтлектәре бүлеп сығарған органик һәм минераль матдәләр ҡатнашмаһынан торған шәкәрле, тәмле шыйыҡса. Бал биргән үҫемлектәрҙең күпселегенең шәрбәтлеге сәскәнең башланған ерендә йәки иң төбөндә була. Ҡайһы бер үҫемлектәрҙең шәрбәтлеге булмай, ә татлы һутты сәскә туҡымаларының береһен тәшкил иткән махсус күҙәнәктәр бүлеп сығара. Мәҫәлән, йүкә сәскәһендә татлы һут сәскә япраҡсаларының табағы төбөндәге күбенеп-күбенеп таралышып урынлашҡан күҙәнәктәр тарафынан бүлеп сығарыла.

Үҫемлектәрҙә 50-нән алып 56 процентҡа тиклем шәкәр булған осраҡта, ҡорттар татлы һутты ихлас йыя, ә шәкәр 4,25 проценттан кәм булғанда, уны алмай ҙа, йыймай ҙа. Үтә лә ҡуйы һут һылашып ятыу сәбәпле, ҡорттарға йыйыуы ауырға төшә. Һутта шәкәрҙең юғары миҡдарҙа булыуы ҡорттарҙың эшен ауырлаштыра. Умартаға үтә лә шыйыҡ һут — “ярым фабрикат” миҡдары 70 процент килһә, ҡабул итеүсе ҡорттар татлы һутты юғарыраҡ урынлашҡан бер күҙәнәктән икенсеһенә, кәрәҙ рамының өҫкө өлөшөнә күсерә. Ошолай улар бер нисә тапҡыр уны томшоҡтарына сығара һәм яңынан бал йыйыу бөрләтәүенә һурып ала. Татлы һутҡа шайыҡ өҫтәп, һыуҙы айырым сығарып, уны балға әйләндергәнсе эшкәртә. Һәйбәт елләтелгән умартала татлы һуттан һыуҙы парландырыу биш көнгә тиклем дауам итә. Вентиляцияның кәмеүе унан һыуҙы айырыуҙы егерме көндән ашыуға тиклем тотҡарлай. 450 г һыуҙы кәметеү өсөн 100 г шәкәр тотонола. Һыуҙың миҡдары татлы һутта 20 процентҡа тиклем кәмегәс, ҡорттар күҙәнәктәрҙе өҫтөнә тиклем тулғансы бешкән бал менән тултыра ла уларҙы балауыҙ ҡапҡас менән йоҡа ғына итеп һылап-мисәтләп ҡуя.
Үҫемлектәрҙә 50-нән алып 56 процентҡа тиклем шәкәр булған осраҡта, ҡорттар татлы һутты ихлас йыя, ә шәкәр 4,25 проценттан кәм булғанда, уны алмай ҙа, йыймай ҙа. Үтә лә ҡуйы һут һылашып ятыу сәбәпле, ҡорттарға йыйыуы ауырға төшә. Һутта шәкәрҙең юғары миҡдарҙа булыуы ҡорттарҙың эшен ауырлаштыра. Умартаға үтә лә шыйыҡ һут — “ярым фабрикат” миҡдары 70 процент килһә, ҡабул итеүсе ҡорттар татлы һутты юғарыраҡ урынлашҡан бер күҙәнәктән икенсеһенә, кәрәҙ рамының өҫкө өлөшөнә күсерә. Ошолай улар бер нисә тапҡыр уны үҙҙәренең томшоҡтарына сығара һәм яңынан бал йыйыу бөрләтәүенә һурып ала. Татлы һутҡа шайыҡ өҫтәп, һыуҙы айырым сығарып, уны балға әйләндергәнсе эшкәртә. Һәйбәт елләтелгән умартала татлы һуттан һыуҙы парландырыу биш көнгә тиклем дауам итә. Вентиляцияның кәмеүе унан һыуҙы айырыуҙы егерме көндән ашыуға тиклем тотҡарлай. 450 г һыуҙы кәметеү өсөн 100 г шәкәр тотонола. Һыуҙың миҡдары татлы һутта 20 процентҡа тиклем кәмегәс, ҡорттар күҙәнәктәрҙе өҫтөнә тиклем тулғансы бешкән бал менән тултыра ла уларҙы балауыҙ ҡапҡас менән йоҡа ғына итеп һылап-мисәтләп ҡуя.

Ҡорттарҙың татлы һутты, рәшә балды яңынан эшкәртеүе һөҙөмтәһендә бал — виноград (глюкоза) һәм емеш (фруктоза) шәкәре ҡатнашмаһы хасил була. Бал үҙендә 17–21 процент һыу, органик кислота, азот һәм минераль матдәләр, витаминдар тота.

21 юл: 21 юл:
Ҡорттар сәскә һеркәһен (ул төрлө төҫтә була) һитәгә әйләндерә, уны кәрәҙ күҙәнәктәренә йыйыштыра, тығыҙлап, һәйбәтләп тултыра ла, татлы һут һәм шайыҡ менән еүешләп, консервалай. Тығыҙлап һалынған һеркә әсеүгә дусар була. Бактериялар тарафынан эшкәртелгән һөт кислотаһы һитәне боҙолоуҙан һаҡлай.

Бер ҡорттоң үҫеүе өсөн 0,1 грамм тирәһе һитә талап ителә. Яҙғы-йәйге осорҙа көслө ғаиләне (60–80 мең ҡортто) үҫтереүгә 6–8 килограмм һитә китә. Һитәнең — ҡорттарҙың “икенсе икмәге”нең шаҡтай өлөшө бала ҡортто, үрсемде, тәрбиәләүгә, үҫтереүгә сарыф ителә. Һитә етешмәгән саҡта ҡорттар ашатылған ҡарышлауыҡтар һанын аҙайта. Әгәр ҙә тәбиғәттән умартаға һеркә килеү туҡтап ҡалһа йәки бөтөнләй булмаһа, ул сағында инә ҡорт йыш ҡына йомортҡа һалыуҙы кәметә, хатта туҡтатып уҡ ҡуя. Ә үҫешеп етмәгән ҡарышлауыҡтарҙы, ояла ашарға аҙыҡ — һитә етешмәгәнлектән, ҡорттар тәрбиәләп үҫтермәй, уларҙы умартанан тышҡа сығарып ташлай. Умарталыҡтарҙа ямғырлы йәйҙә ошондай хәл күҙәтелә.
Бер ҡорттоң үҫеүе өсөн 0,1 грамм тирәһе һитә талап ителә. Яҙғы-йәйге осорҙа көслө ғаиләне (60–80 мең ҡортто) үҫтереүгә 6–8 килограмм һитә китә. Һитәнең — ҡорттарҙың “икенсе икмәге”нең - шаҡтай өлөшө бала ҡортто, үрсемде, тәрбиәләүгә, үҫтереүгә сарыф ителә. Һитә етешмәгән саҡта ҡорттар ашатылған ҡарышлауыҡтар һанын аҙайта. Әгәр ҙә тәбиғәттән умартаға һеркә килеү туҡтап ҡалһа йәки бөтөнләй булмаһа, ул сағында инә ҡорт йыш ҡына йомортҡа һалыуҙы кәметә, хатта туҡтатып уҡ ҡуя. Ә үҫешеп етмәгән ҡарышлауыҡтарҙы, ояла ашарға аҙыҡ — һитә етешмәгәнлектән, ҡорттар тәрбиәләп үҫтермәй, уларҙы умартанан тышҡа сығарып ташлай. Умарталыҡтарҙа ямғырлы йәйҙә ошондай хәл күҙәтелә.

Үҫемлектәрҙән йыйылған сәскә һеркәһе төрлө миҡдарҙа туҡлыҡлы матдәләр тота. Умартала үҫемлектәр һеркәһе бергә ҡатыштырыла. Һитәлә уртаса 20 процент тирәһе аҡһым бар.

18:06, 27 июль 2017 өлгөһө

Умартасылыҡ серҙәре. 11-сe дәрес

26.05.2012.

Бал ҡортоноң аҙығы, туҡланыуы

Бал ҡорттары үҫемлектәрҙән татлы һут һәм сәскә һеркәһе йыя. Улар уны аҙыҡҡа — балға һәм һитәгә — әүерелдерәләр. Ҡорттарға йәшәү, эшләү һәм үрсеү өсөн, башҡа бөжәктәр һәм хайуандар кеүек, аҙыҡ талап ителә. Һитә аҡһымдарҙы, майҙарҙы, углеводтарҙы үҙ эсенә ала. Быларҙан тыш, бал ҡорттарына күп булмаған миҡдарҙа минераль матдәләр (тоҙҙар), витаминдар кәрәк.

Аҡһым айырым матдәгә — азотҡа бай, ул инә ҡорт һөтө составына инә. Углеводтар, майҙар, минераль матдәләр, витаминдар ҡорттарға энергияның төп сығанағы булып хеҙмәт итә, ә ҡорттарҙың бөтөн эшмәкәрлеге ошо энергия арҡаһында башҡарыла. Умартаға ҡорттар, татлы һуттан, һеркәнән тыш, һыу ҙа килтерә.

Татлы һут — углеводлы аҙыҡ, шәкәрҙән (сахароза, глюкоза, фруктоза), һыуҙан, бер аҙ күләмдә аҡһымдан, минераль тоҙҙарҙан ғибәрәт. Һыуҙың һәм шәкәрҙең күләме үҫемлектәрҙең составына, һауа шарттарына бәйле шаҡтай үҙгәреп тора.

Татлы һут — үҫемлек сәскәләре һәм шәрбәтлектәре бүлеп сығарған органик һәм минераль матдәләр ҡатнашмаһынан торған шәкәрле, тәмле шыйыҡса. Бал биргән үҫемлектәрҙең күпселегенең шәрбәтлеге сәскәнең башланған ерендә йәки иң төбөндә була. Ҡайһы бер үҫемлектәрҙең шәрбәтлеге булмай, ә татлы һутты сәскә туҡымаларының береһен тәшкил иткән махсус күҙәнәктәр бүлеп сығара. Мәҫәлән, йүкә сәскәһендә татлы һут сәскә япраҡсаларының табағы төбөндәге күбенеп-күбенеп таралышып урынлашҡан күҙәнәктәр тарафынан бүлеп сығарыла.

Үҫемлектәрҙә 50-нән алып 56 процентҡа тиклем шәкәр булған осраҡта, ҡорттар татлы һутты ихлас йыя, ә шәкәр 4,25 проценттан кәм булғанда, уны алмай ҙа, йыймай ҙа. Үтә лә ҡуйы һут һылашып ятыу сәбәпле, ҡорттарға йыйыуы ауырға төшә. Һутта шәкәрҙең юғары миҡдарҙа булыуы ҡорттарҙың эшен ауырлаштыра. Умартаға үтә лә шыйыҡ һут — “ярым фабрикат” миҡдары 70 процент килһә, ҡабул итеүсе ҡорттар татлы һутты юғарыраҡ урынлашҡан бер күҙәнәктән икенсеһенә, кәрәҙ рамының өҫкө өлөшөнә күсерә. Ошолай улар бер нисә тапҡыр уны үҙҙәренең томшоҡтарына сығара һәм яңынан бал йыйыу бөрләтәүенә һурып ала. Татлы һутҡа шайыҡ өҫтәп, һыуҙы айырым сығарып, уны балға әйләндергәнсе эшкәртә. Һәйбәт елләтелгән умартала татлы һуттан һыуҙы парландырыу биш көнгә тиклем дауам итә. Вентиляцияның кәмеүе унан һыуҙы айырыуҙы егерме көндән ашыуға тиклем тотҡарлай. 450 г һыуҙы кәметеү өсөн 100 г шәкәр тотонола. Һыуҙың миҡдары татлы һутта 20 процентҡа тиклем кәмегәс, ҡорттар күҙәнәктәрҙе өҫтөнә тиклем тулғансы бешкән бал менән тултыра ла уларҙы балауыҙ ҡапҡас менән йоҡа ғына итеп һылап-мисәтләп ҡуя.

Ҡорттарҙың татлы һутты, рәшә балды яңынан эшкәртеүе һөҙөмтәһендә бал — виноград (глюкоза) һәм емеш (фруктоза) шәкәре ҡатнашмаһы хасил була. Бал үҙендә 17–21 процент һыу, органик кислота, азот һәм минераль матдәләр, витаминдар тота.

Сәскә һеркәһе — бал ҡорттарына ҡарышлауыҡтарҙы ашатыу өсөн кәрәкле аҡһым — витамин аҙығы ул. Сәскә һеркәһе сәскәлек үҫемлектәр тарафынан һеркә япраҡтарының һеркәлектәрендә һаҡлана, һеркәне йыйған саҡта ҡорттар уға бер ни тиклем шайыҡ һәм татлы һут өҫтәй, унан оҙонсараҡ борсаҡ рәүешле йоморсалар йомарлай һәм артҡы аяҡтарындағы махсус ҡулайламаларҙа (кәрзиндәрҙә) урынлаштыра. “Бал ҡортоноң наҙы бар” китабының авторы Ивний Шафиҡов бына нимәләр яҙа: “...Һеркәгә мансылған бал ҡорто тышҡы ҡиәфәте менән онға буялған тирмәнсегә оҡшаш була... Һитәне ҡайһы бер райондарҙа манса тип тә йөрөтәләр”.

Йоморсалар массаһы үҫемлектәрҙең ботаник составына һәм метеорологик шарттарға бәйле 8–22 мг ауырлыҡтағы, йәғни он бөртөгө кеүек ваҡ ҡына 3–4 миллион һеркә бөртөгөнән тора. Йоморсаларҙы әҙерләү өсөн ҡорт 3-тән 20 минутҡа тиклем ваҡыт сарыф итә. Ҡорттар сәскә һеркәһен (ул төрлө төҫтә була) һитәгә әйләндерә, уны кәрәҙ күҙәнәктәренә йыйыштыра, тығыҙлап, һәйбәтләп тултыра ла, татлы һут һәм шайыҡ менән еүешләп, консервалай. Тығыҙлап һалынған һеркә әсеүгә дусар була. Бактериялар тарафынан эшкәртелгән һөт кислотаһы һитәне боҙолоуҙан һаҡлай.

Бер ҡорттоң үҫеүе өсөн 0,1 грамм тирәһе һитә талап ителә. Яҙғы-йәйге осорҙа көслө ғаиләне (60–80 мең ҡортто) үҫтереүгә 6–8 килограмм һитә китә. Һитәнең — ҡорттарҙың “икенсе икмәге”нең - шаҡтай өлөшө бала ҡортто, үрсемде, тәрбиәләүгә, үҫтереүгә сарыф ителә. Һитә етешмәгән саҡта ҡорттар ашатылған ҡарышлауыҡтар һанын аҙайта. Әгәр ҙә тәбиғәттән умартаға һеркә килеү туҡтап ҡалһа йәки бөтөнләй булмаһа, ул сағында инә ҡорт йыш ҡына йомортҡа һалыуҙы кәметә, хатта туҡтатып уҡ ҡуя. Ә үҫешеп етмәгән ҡарышлауыҡтарҙы, ояла ашарға аҙыҡ — һитә етешмәгәнлектән, ҡорттар тәрбиәләп үҫтермәй, уларҙы умартанан тышҡа сығарып ташлай. Умарталыҡтарҙа ямғырлы йәйҙә ошондай хәл күҙәтелә.

Үҫемлектәрҙән йыйылған сәскә һеркәһе төрлө миҡдарҙа туҡлыҡлы матдәләр тота. Умартала үҫемлектәр һеркәһе бергә ҡатыштырыла. Һитәлә уртаса 20 процент тирәһе аҡһым бар.

Сәскә һеркәһе минераль матдәләргә бай. Унда натрий, магний, алюмин, кремний, көкөрт, хлор, калий, кальций, марганец, тимер, баҡыр була. Инвертаза, каталаза, диастаза, липаза ферменттары һәм башҡалар бар.

Һыу бал ҡорттарына ҡарышлауыҡтарға аҙыҡ әҙерләгәндә балға өҫтәү һәм шыйыҡлатыу, ояла температураны, һауа дымлылығын яйға һалыу өсөн кәрәк. Умартаға татлы һут килгән саҡта ҡорттар, ғәҙәттә, һыуға мохтажлыҡ кисермәй. Яҙын иһә, тәбиғәттә йыйым булмаған, ә үрсем күп саҡта, талап арта. Был мәлдә ҡорт ғаиләһенең һыуға ихтыяжы үрсем һанына пропорциональ рәүештә үҫә. Шуның өсөн яҙ көнө ҡорттарҙы ҡышлау урынынан йәки ҡар аҫтынан сығарғас, ҡорт ғаиләһе эргәһенә һәм умарталыҡ биләмәһенә сөсө һыу менән һуғарғыс ҡуялар. Хатта ике һуғарғыс ҡуйыу бик хуп, уларҙың береһенә тоҙланған һыу (1 литр һыуға аш тоҙоноң 0,01 процентлы иретмәһе) ҡойола. Ул сағында ҡорттар яҙ-йәй көндәре тиреҫ шыйыҡсаларында, күләүектәрҙә, малсылыҡ фермалары янында, бәҙрәфтәрҙә, бысҡы табы өйөмдәре тирәһендә минераль тоҙ эҙләп йөрөмәйәсәк.

Ҡоро, эҫе көндәр торғанда, ояла температураны нисектер түбән төшөрөү, унда тейешле дымлылыҡ һаҡлау маҡсатында, ҡорттар килтерелгән һыуҙы кәрәҙҙәргә һиптереп сыға, кәрәҙ күҙәнәктәренә тамсылап-тамсылап һарҡыттырып элеп ҡуя. Парланып, ул һауаны һалҡынайта, дымлылығын күтәрә. Яҙ көнө ҡорт ғаиләһе бер тәүлек эсендә 100–200 г, ҡоро һауа торғанда 400 грамдан ашыу һыу тотона. Умартаға килтерелгән һыу шунда уҡ ҡорттарҙың туҡланыуы өсөн тотонола. Уны ҡорттар запасҡа һаҡламай. Ҡыш көндәре, ғәҙәттә, балдағы һыу ҙа етә, улар уның менән балда барлыҡҡа килгән кристалдарҙы, ялтырауыҡ бөртөктәрҙе ебетеп аса.

Йәш умартасыларға шуны хәтерҙә тотоу мөһим: яҙын ҡорттар өсөн һыу балдан да ҡиммәтерәк. Уны бары тик йылытып бирергә онотмағыҙ.

Рубриканы Рафиҡ Ноғоманов алып бара

Һеҙ быны беләһегеҙме?

  • Һитә составына бик күп микроэлементтар — барий, ванадий, вольфрам, тимер, алтын, иридий, кальций, кадмий, кобальт, кремний, магний, баҡыр, молибден, мышъ-яҡ, аҡ ҡурғаш, палладий, платина, терегөмөш, фосфор, хлор, хром, цинк, стронций — инә.
  • Бер кәрәҙ күҙәнәгенә 18-гә тиклем йоморса (һитә йомғағы) һыя, унда һитә массаһы 140–180 мг тәшкил итә.
  • Ҡорттар йыйған татлы һут бик ныҡ ентекле эшкәртеү үткәргәндән һәм 40-тан алып 70 процентҡа тиклем һыуҙы парға әйләндереп ҡыуып сығарғандан һуң ғына балға әйләнә. Бер көндә йыйылған 5 килограмм татлы һуттан, эшкәрткәндән һуң, 1,5 – 2 кг ғына бал тороп ҡала.
  • Бер йыл эсендә бал ҡорто ғаиләһенең йәшәү һәләтен тәьмин итеү өсөн 80–100 кг бал (шуның 10–12 килограмы ҡышҡы мәлдә тотонола), 20 – 25 кг һитә һәм 30 литр һыу талап ителә.