Умартасылыҡ серҙәре/9-сы дәрес: өлгөләр араһындағы айырма

Викидәреслек проектынан
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Created page with "Умартасылыҡ серҙәре. 9-сы дәрес 25.04.2012. ==Балауыҙ бүлеп сығарыу һәм кәрәҙ төҙөү== Бал ҡорто ғаиләһ..."
(айырмалар юҡ)

12:03, 15 сентябрь 2012 өлгөһө

Умартасылыҡ серҙәре. 9-сы дәрес

25.04.2012.

Балауыҙ бүлеп сығарыу һәм кәрәҙ төҙөү

Бал ҡорто ғаиләһенең көнитмеше балауыҙ кәрәҙенән ҡорттар тарафынан оя яһауҙан башлана, һәм бөтә ғүмере шуның менән тығыҙ бәйләнгән. Бал ҡортоноң балауыҙы уның эсендә урынлашҡан айырым биҙҙәр тарафынан бүлеп сығарыла.

Балауыҙ — ҡорт биҙҙәре бүлеп сығарған матдә — уларға төҙөлөш материалы булып хеҙмәт итә. Кәрәҙ төҙөү өсөн кәрәкле балауыҙҙы башлыса 12–18 көнлөк йәштәре бүлә, биҙҙәрҙең ныҡ үҫеше ҡорттоң шул ваҡытына тура килә. Яҙын һәм йәйен мул итеп туҡланған саҡта ҡорттарҙың эсендәге быуынсалар араһында аҫта балауыҙ бүлеүсе һигеҙ биҙ үҫешә. Балауыҙ биш мөйөшлө йоҡа ғына пластинкалар рәүешле итеп бүленә. Кәрәҙ төҙөү эшен башлағас, ҡорттар гирлянда һымаҡ тәлгәшләнеп, аяҡтары менән бер-береһенә тотона. Улар ныҡлап тәндәре менән һыйынышҡас, температура 35 градусҡа тиклем күтәрелә, балауыҙ пластинкаһы йылынып йомшара, һәм ҡорттар уларҙан кәрәҙ яһай.

Бал ҡорттарының эсендәге һуңғы дүрт ярым балдаҡтың аҫҡы яғында икешәр бәләкәй балауыҙ “көҙгөһө” — асыҡ төҫтәге биш мөйөшкә оҡшашлы хитиндың айырым өлөштәре урынлашҡан. Эске яҡтан уларға биҙҙең туҡымаһы тоташа. Мул итеп туҡланған саҡта ҡорттар шыйыҡ балауыҙ бүлеп сығара. Ҡорт “көҙгөләр”ҙән балауыҙ пластинкаларын аяҡтары менән айырып ала, көйшәгестәре — өҫкө яңаҡтары менән йомшарта һәм уны яһалып ятыусы кәрәҙгә йәбештерә. Бер кәрәҙ-күҙәнәкте яһау өсөн алты-ете ҡорттоң дөйөм ауырлығы 12–13 мг булған пластинкаһы етә, йәғни 13 мг-ға яҡын балауыҙ кәрәк. Ә ул 50 пластинка тигән һүҙ. Ә бер һоро (әре) ҡорт күҙәнәге өсөн 30 мг балауыҙ, йә иһә 120 пластинка тотонола.

Балауыҙ тәңкәләрен ҡорттар ҡайһы берҙә, айырыуса төҙөлөш эштәре булмаған саҡта, төшөрөп ҡалдыра. Уларҙы умартаның төбөндә күпләп күрергә мөмкин. Ҡайһы ваҡытта ҡорттар уларҙы рамдың бурсаларына һәм ағас түбәләргә һала, киҫәктәр итеп тығыҙлап беркетә, йөрөү юлдары өсөн тоташтырғыстар, бәләкәй баҫмалар, оролар яһай. Был балауыҙ менән ҡорттар иртә яҙҙан ҡарышлауыҡлы күҙәнәктәрҙе — үрсемде көпләп бикләй.

Талаптар, шарттар

Умартаға бары тик яңы татлы бал һуты һәм һеркә килһә генә ояла кәрәҙ төҙөү һиҙелерлек йәнләнә. Йыйым, йәғни бал йыйыу ни тиклем көслөрәк булһа, ҡорттар балауыҙҙы шул тиклем күберәк бүлә ала. Ғаиләлә аталанған инә ҡорт булғанда, ояла (яҡшы микроклимат торғанда), тәбиғәттә бал йыйымы көслө мәлдә, ҡорттар балауыҙ бүлә һәм кәрәҙ эшләй. Инәһе булмаған ғаиләлә кәрәҙ төҙөү туҡтап ҡала. Ғаилә күс айырыуға әҙерләнгән саҡта ла шулай уҡ кәрәҙ яһау туҡтатыла. Уның өсөн умартала бал һәм һитә менән мул туҡланыу ҙа бик мөһим.

Кәрәҙҙәр төҙөү

Бал ҡорттары үҙенең кәрәҙен һәр саҡ өҫтән аҫҡа табан яһай. Береһе артынан икенсеһе урынлашып, ҡатмарлы оя барлыҡҡа килә. Әгәр ҙә ояның бөтөнлөгө боҙолһа, ҡорттар шунда уҡ биологик норманы аяҡҡа баҫтыра: емерелгән йәки алынған кәрәҙ урынына яңыһын төҙөй. Яһау буйынса эштәрҙе тиҙләтеү һәм эшсе ҡорттар күҙәнәктәренән ныҡлы кәрәҙ алыу өсөн яһалма балауыҙ файҙаланалар. 410х260 мм ҙурлыҡтағы яһалма балауыҙҙан яңы кәрәҙ төҙөү өсөн 435х300 мм-лы оя рамына ҡорттар уртаса 70 г балауыҙ өҫтәй. Ә яһалма балауыҙҙан рамға 110–120 г өҫтәргә кәрәк була. Уңайлы шарттарҙа ҡорт ғаиләһе бер миҙгел эсендә 10-ға тиклем яңы кәрәҙ төҙөй ала, уртаса хәлле күс 12–16, ә көслө бал ҡорто ғаиләһе йәйге осорҙа 20–24 балауыҙлы рамды тултыра.

Яңы төҙөлгән кәрәҙҙәр шәкәр ҡомо кеүек аҡ төҫтә була. Әгәр ҙә инә ҡорт тиҙ арала уларға йомортҡа һалмаһа, ҡорттар күҙәнәктәрҙе елем менән һылап ялтырата. Һөҙөмтәлә яһалма балауыҙ аҡһыл-алтын төҫкә инеп, һуңынан бер аҙ һарғая.

Күҙәнәк төрҙәре

Кәрәҙҙәрҙең төҙөлөшө бик үҙенсәлекле. Улар күҙәнәктәрҙән — геометрик тура алты мөйөштәрҙән (призмаларҙан) тора. Һәр күҙәнәктең төбөндә өсәр тигеҙ ромбик урынлашҡан.

Кәрәҙ күҙәнәге алты мөйөшлө булыу сәбәпле, һәр береһе алты күҙәнәк менән сикләшә. Күҙәнәктең төбө өс яҡлы, ул бер үк ваҡытта кәрәҙҙең ҡаршы яғындағы өс күҙәнәк төбөнөң өлөшө булып тора. 435х300 мм ҙурлыҡтағы бер стандарт кәрәҙ рамы үҙ эсенә 9100-гә тиклем күҙәнәк һыйҙыра, шуларҙың 8000-гә яҡыны үрсем сығарыуға яраҡлы.

Бал ҡорттары күҙәнәктәрҙе өс төрлө яһай: диаметры 5,4 мм һәм тәрәнлеге 11–12 мм булған ваҡтары — ҡорттар үҫтереп сығарыу, бал һәм һитә һаҡлау өсөн; диаметры 6,9 һәм тәрәнлеге 14–16 мм булған әре ҡорт күҙәнәктәре — һоро ҡорттар сығарыу һәм бал һаҡлау өсөн, уларҙа ҡорттар һитә һаҡларға тырышмай. Ғәҙәттә, әре ҡорт күҙәнәктәре кәрәҙҙең аҫҡы өлөшөндә урынлаша. Күсмә күҙәнәктәрҙә дөрөҫ булмаған формалылары бал һаҡлау өсөн тәғәйенләнгән.

Күс айырыуға әҙерләнгәндә ҡорттар кәрәҙҙең ҡабырғаларында йәки аҫтында имән сәтләүегенең түбәсәйенә оҡшаш һауыт һымаҡ айырым күҙәнәктәр төҙөй. Был һауытты һуңынан инәлек ояһы, инә көбө тип атайҙар. Унда инә ҡорт тәрбиәләп үҫтерелә.

Рубриканы Рафиҡ НОҒОМАНОВ алып бара.