Ҡандала (йомаҡтар): өлгөләр араһындағы айырма

Викидәреслек проектынан
ZUFAr (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
ә 4 версиялар күсерелгән: Importing from Incubator
(айырмалар юҡ)

02:45, 24 август 2017 өлгөһө

  1. Кәштә буйлап ҡыҙыл йомғаҡ тәгәрәй.
  2. Аҫты таҡта, өҫтө таҡта,
    Ҡаныңды эсеп тик ята.
  3. Аҫты таҡта, өҫтө таҡта,
    Ҡыҙыл егет ҡарап ята.
  4. Ике таҡта араһында
    Ҡыҙыл егет ҡыҫылып ята.
  5. Сытыр-мытыр араһынан
    Ҡыҙыл егет ҡарап ята.
  6. Ҡыҙыл ҡорһаҡлы бала
    Кеше таларға бара.
  7. Өй тирәләй ҡыҙыл бойҙай сәселгән.
  8. Аҫта түшәге,
    Өҫтә түшәге,
    Мине таларға иҫәбе.