Ҡатлансыҡ (ҡатлы табикмәк): өлгөләр араһындағы айырма

Викидәреслек проектынан
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
ә 7 версиялар күсерелгән: Importing from Incubator
 
(айырмалар юҡ)

02:46, 24 август 2017, ағымдағы өлгө

Ингредиенттары[үҙгәртергә]

  • Бойҙай оно.
  • Ҡомалаҡ сүпрәһе.
  • Үҫемлек майы йә һары май.

Әҙерләү[үҙгәртергә]

Ҡомалаҡ сүпрәһе менән ҡамыр әсетергә ҡуйырға. Ҡамыр ҡалҡҡандан һуң,тансҡап, тағы бер-ике тапҡыр ҡалҡытып алырға. Шунан ҡамырҙы тигеҙ итеп биш-алты өлөшкә бүлергә, ҡалынлығы бер-бер ярым см булған түңәрәк йәймәләр эшләргә. Йылы табаны майлап, тәүге йәймәне һалырға, өҫтөн мул ғына итеп майлағас (йә үҫемлек майы, йә һарымай), икенсеһен ҡатларға. Артабан шул рәүештә ҡалған йәймәләрҙе лә теҙергә. Ҡалҡҡанын көтмәйенсә, ҡыҙған мейескә, йә духовкаға ултыртырға. Бешеү ваҡыты ҡәҙимге икмәктән тиҙерәк. Сәй, компот, кеҫәл, һут менән йылы (эҫе түгел) көйөнсә ашаһаң, бик тәмле була.