Ҡаҙ аҫрау: өлгөләр араһындағы айырма

Викидәреслек проектынан
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Created page with "''<small>Мәҡәлә "Башҡортостан" гәзитендә баҫылған 1.03.2012.</small>'' ==Күпләп ҡаҙ аҫрарға ине...== ::''“Беҙҙе..."
 
8 юл: 8 юл:

Беҙҙең илдә егерменән ашыу төр ҡаҙ үҫтерәләр. Улар араһында бигерәк тә холмогор, кубан, горький, ҡытай, рейн, итальян тоҡомлолары киң таралған. Халыҡ селекцияһы алымы менән сығарылған был ҡаҙҙар итенең тәме, йомортҡаларының сифаты, уларҙы күп һалыуҙары менән айырылып тора. Шәхси хужалыҡтарҙа теләп тотолған, һәр кем алып үҫтерә алған бер нисә тоҡом тураһында яҙып үтәйек.
Беҙҙең илдә егерменән ашыу тоҡом йорт ҡаҙы үрсетәләр. Улар араһында бигерәк тә холмогор, кубан, горький, ҡытай, рейн, итальян тоҡомлолары киң таралған. Халыҡ селекцияһы алымы менән сығарылған был ҡаҙҙар итенең тәме, йомортҡаларының сифаты, уларҙы күп һалыуҙары менән айырылып тора. Шәхси хужалыҡтарҙа теләп тотолған, һәр кем алып үҫтерә алған бер нисә тоҡом тураһында яҙып үтәйек.
[[File:White-fronted.goose.750pix.jpg|250px|left]]
[[File:White-fronted.goose.750pix.jpg|250px|left]]
Горький тоҡомло ҡаҙҙар ярайһы уҡ яңы. Үткән быуаттың 60-сы йылдарында ғына сығарылған. Улар башҡаларҙан ҡорһаҡ өлөшө сығып тороуы, суҡыш аҫтында “муҡсайы”, маңлайында “ороһо” булыуы менән айырыла. Был төр ҡоштар йомортҡаны күп һала, ләкин бик аҙҙары ғына оя баҫа. Әгәр холмогор тоҡомлоларҙың йомортҡаларынан 50 процент ҡына бәпкә сыҡһа, быларҙан 75-кә етә. Бәпкәләр тиҙ үҫә, өлгөрә. Ҡаурыйҙары, мамығы — ап-аҡ, һоролары һирәк була.

21:29, 30 декабрь 2016 өлгөһө

Мәҡәлә "Башҡортостан" гәзитендә баҫылған 1.03.2012.

Күпләп ҡаҙ аҫрарға ине...

“Беҙҙең ауыл эргәһенән Үҙән йылғаһы аға. Ҡаҙ, өйрәк аҫрар өсөн вағыраҡ күләүектәр ҙә етерлек. Былтыр балаларға ла, үҙебеҙгә лә байтаҡ ҡына ҡаҙ үҫтерҙек. Хатта артығын һатырға ла етте. Тик ниндәй тоҡомлоларға өҫтөнлөк бирергә икәнен белмәйбеҙ. Хәҙер бит оя баҫыусы ҡаҙҙар һирәк, шуға ла бәпкәләрҙе инкубаторҙарҙан һатып алабыҙ. “Йорт-ҡура”ла ҡаҙҙарҙың төрҙәре тураһында яҙһағыҙ ине.
Бикмәтовтар.
Ҡырмыҫҡалы районы.”

Беҙҙең илдә егерменән ашыу тоҡом йорт ҡаҙы үрсетәләр. Улар араһында бигерәк тә холмогор, кубан, горький, ҡытай, рейн, итальян тоҡомлолары киң таралған. Халыҡ селекцияһы алымы менән сығарылған был ҡаҙҙар итенең тәме, йомортҡаларының сифаты, уларҙы күп һалыуҙары менән айырылып тора. Шәхси хужалыҡтарҙа теләп тотолған, һәр кем алып үҫтерә алған бер нисә тоҡом тураһында яҙып үтәйек.

Горький тоҡомло ҡаҙҙар ярайһы уҡ яңы. Үткән быуаттың 60-сы йылдарында ғына сығарылған. Улар башҡаларҙан ҡорһаҡ өлөшө сығып тороуы, суҡыш аҫтында “муҡсайы”, маңлайында “ороһо” булыуы менән айырыла. Был төр ҡоштар йомортҡаны күп һала, ләкин бик аҙҙары ғына оя баҫа. Әгәр холмогор тоҡомлоларҙың йомортҡаларынан 50 процент ҡына бәпкә сыҡһа, быларҙан 75-кә етә. Бәпкәләр тиҙ үҫә, өлгөрә. Ҡаурыйҙары, мамығы — ап-аҡ, һоролары һирәк була.

Ҡытай тоҡомло ҡаҙҙар Ҡытай һәм Төньяҡ Маньчжурияла төйәк итеүсе ҡырағай ҡаҙҙарҙан сыҡҡан. Улар йомортҡаны күп һала, инкубацион сифаты ла яҡшы, тәбиғәт шарттарына , мөхиткә тиҙ яраҡлашып китә. Кәүҙәһе уртаса оҙонлоҡта, ҡалҡыу. Һоро һәм аҡ төҫтә булалар. Аҡтарының муйынында ап-аҡ һыр үтһә, һороларының елкә, муйын өлөшөндә ҡарағусҡыл һоро төҫ һуҙыла. Ата ҡаҙҙарҙың маңлайындағы “шеше” инәһенекенә ҡарағанда ҙурыраҡ. Аҡ ҡоштарҙыҡы — ҡыҙғылт-һары, һороларыныҡы ҡара төҫтә була. Эре һоро тоҡомло ҡаҙҙар шәхси хужалыҡтарҙа киң таралған. Тән төҙөлөшө ныҡлы, уртаса оҙонлоҡта, еңелсә ҡалҡыу. Ҡорһаҡ өлөшөндә май тупланмаһы булған ҡатламдар беленеп тора. Был ҡоштар оя баҫыуға һәләтле, хәрәкәтте ярата.

Кубан тоҡомлоноң исеме үк уның ҡайҙа сығарылыуы тураһында һөйләй. Тоҡом сығарғанда ҡытай һәм горький тоҡомло ҡаҙҙар файҙаланылған. Шуға ла кубан икеһенә лә тартым, уртаҡ сифаттарҙы үҙенә алған.

Оброшен тоҡомлолар һирәк аҫрала, ләкин ул яйлап тарала бара. Уның тереләй ауырлығы 7 килограмға етә. Тән төҙөлөшө эре, ныҡлы. Ә бына башы бәләкәй. Суҡышы киң, ҡыҙғылт-һары төҫтә. Ҡорһаҡ өлөшө — аҡ, башҡа ере — һоро. Муйынында ҡарағусҡыл һоро “галстук” бар. Ромен тоҡомлоларҙы борондан Украинала аҫрайҙар. Ул халыҡ селекцияһы ысулы менән һоро йорт ҡаҙҙарынан сығарылған. Йылына 12–15 йомортҡа һала, оя баҫыусан. Ромендарҙы эре һоро тоҡомло ҡоштар алыу өсөн файҙаланалар.

Тула “һуғыш суҡмарҙары”н (Тульская бойцовая) халыҡ селекция ысулы аша, һуғышсан сифаттарын һайлап алып сығарған. Башлыса һуғыштырыу өсөн файҙаланһалар ҙа (ҡаҙ һуғыштырыу ярыштары, мәҫәлән, Нижегород өлкәһенең Павлов ҡалаһында үтә), был тоҡом ҡоштар оя баҫыу һәләтенә эйә, ата ҡаҙҙар — алыштырғыһыҙ ғаилә башлығы. Һауа шарттарына тиҙ яраҡлашалар, сыҙамлылар. Шуға ла ҡырыҫ тәбиғәтле төбәктәрҙә уларҙы теләп аҫрайҙар.