Ауылдар тарихынан: өлгөләр араһындағы айырма

Викидәреслек проектынан
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
3 юл: 3 юл:
'''Атай - олатайҙарҙың төйәге'''
'''Атай - олатайҙарҙың төйәге'''


Урал! Атай-олатайҙарҙың данлы ере! Ошо изге еребеҙҙе тартып алмаҡсы булып,, бик күп дошмандар яу асҡан, әммә "һис бирмәгән башҡорт Уралын".
Урал! Атай-олатайҙарҙың данлы ере! Ошо изге еребеҙҙе тартып алмаҡсы булып, бик күп дошмандар яу асҡан, әммә "һис бирмәгән башҡорт Уралын".


Ошо данлы Уралдың гүзәл бер мөйөшөндә Исәнғазы ауылы урынлашҡан. Ирәндек аръяғынан, Урал һыуы буйынан үҙенең туғандары һәм дуҫ-иштәре менән Атанғол исемле кеше килә һәм улар ошонда төйәкләнеп йәшәй башлайҙар. Ҡана, Күркәтау, Бетерә һыуҙары уларҙың омболды (тәрән, сөмбәйле мәғәнәһендә) ятыуҙары тул хәтлем балыҡлы, матур була. Был һыуҙарҙың тирә-яғы ҡуйы, эре-эре ҡарағайлыҡ, һәр төрлө йәнлеге мыжғып йөрөй, ҡош-ҡорто ла бихисап була.
Ошо данлы Уралдың гүзәл бер мөйөшөндә Исәнғазы ауылы урынлашҡан. Ирәндек аръяғынан, Урал һыуы буйынан үҙенең туғандары һәм дуҫ-иштәре менән Атанғол исемле кеше килә һәм улар ошонда төйәкләнеп йәшәй башлайҙар. Ҡана, Күркәтау, Бетерә һыуҙары уларҙың омболды (тәрән, сөмбәйле мәғәнәһендә) ятыуҙары тул хәтлем балыҡлы, матур була. Был һыуҙарҙың тирә-яғы ҡуйы, эре-эре ҡарағайлыҡ, һәр төрлө йәнлеге мыжғып йөрөй, ҡош-ҡорто ла бихисап була.

22:24, 7 октябрь 2017 өлгөһө

Исәнғазы — Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы ауылдарының береһе.Хәҙер ул ауыл юҡҡа сыҡҡан инде.

Атай - олатайҙарҙың төйәге

Урал! Атай-олатайҙарҙың данлы ере! Ошо изге еребеҙҙе тартып алмаҡсы булып, бик күп дошмандар яу асҡан, әммә "һис бирмәгән башҡорт Уралын".

Ошо данлы Уралдың гүзәл бер мөйөшөндә Исәнғазы ауылы урынлашҡан. Ирәндек аръяғынан, Урал һыуы буйынан үҙенең туғандары һәм дуҫ-иштәре менән Атанғол исемле кеше килә һәм улар ошонда төйәкләнеп йәшәй башлайҙар. Ҡана, Күркәтау, Бетерә һыуҙары уларҙың омболды (тәрән, сөмбәйле мәғәнәһендә) ятыуҙары тул хәтлем балыҡлы, матур була. Был һыуҙарҙың тирә-яғы ҡуйы, эре-эре ҡарағайлыҡ, һәр төрлө йәнлеге мыжғып йөрөй, ҡош-ҡорто ла бихисап була.

Ҡыш көндәре һунарсылыҡ менән шөғөлләнәләр. Яҙғыһын иген, бигерәк тә арпа, ҡарабойҙай, тары| сәскәндәр. Иген сәсеп бөткәс та йәйләүгә күскәндәр. Солоҡтарҙан батман-батман бал алғандар, май бешкәндәр, бейә бәйләп, оҙон көй көйләп ҡымыҙ эскандәр.

Атанғол ҡарт ыҙманан йәйләүгә күсеп төшкәс тә, ер туңғансы, ауыл ҡаршыһындағы туғайҙа тирмә ҡороп ултырған. Уның малы бик күп булған, һәбеш тауынан мал ҡайтыуын карап торған һәм бер генә башмағы ҡайтмаһа ла белгән. Атанғол ҡарттың малы кисеүҙе тултырып торған. Шуға ла хәҙер ҙә Атанғол кисеүе, Атанғол туғайы тип йөрөтәләр шул ерҙәрҙе.

Атанғол ҡарттың бер генә улы була. Илдәрбак исемле был яңғыҙ гына улын ул Ҡарғалыла мосолманса ла, русса ла уҡыта. Илдәрбәк бик зирәк, отҡор бала була. Дастуин егет булғас, Ҡарғалынан кәләш алып ҡайта. Ҡатыны ла бик грамоталы әҙәм була, русса ла, мосолманса ла укый-яҙа белә. Атайғол ҡарт, улы кәләш алып килгәс, шул тиклем ҡыуана, бал һалып ҡымыҙ әсетә, ике тыу бейә һуйҙырып, Ҡарғалынан ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарын саҡырып, бик ҙур туй үткәрәләр. Туйҙа ошондағы ҡарттарҙың йырлауына, ҡурайҙа уйнауҙарына иҫтәре китеп, аптырашып, ғәжәп ҡалып ҡайтҡандар, ти Ҡарғалы ҡоҙалары. Ҡурайға Илдәрбәк тә бик шәп булған. Илдәрбәк ҡурайын тартһа, бер кем дә иламай ҡалмаған, шул хәтлем моңло уйнаған, ти ул.

Бер ваҡыт, 100 йәш тултырып, Атанғол ҡарт үлеп китә. Хәҙер ауылдың иң хөрмәтле кешеһе булып Илдәрбәк ҡала. Илдәрбәк ҙур түрәләр, генералдар менән таныш була. Армияға бара, мәргән уҡсы була. Мәргәнлеге өсөн алтын сәғәт менән бүләкләнә. 17 йыл хеҙмәт итә ул. Ҡайтҡанда полковник дәрәжәһе алып ҡайта. 17 йыл хеҙмәт итһә лә, Ҡарғалынан алып килгән ҡатыны бер ниндәй хыянатһыҙ көтөп ултыра Илдәрбәген. Ҡыуанышып ҡауышалар былар. Илдәрбәк халыҡ мәнфәғәтен дә ҡайҫырта. Шанскийҙән алып, Күркәтау аръяғынан, Ҡортүлгән, Ишей, Айһөйәк, Ырғыҙлы баштарынан ер биләп йәшәй Илдәрбәк.

Илдәрбәктең ике улы, бер ҡыҙы була. Оло улының исеме Арсланбәк, кесеһенеке - Батырхан, ә ҡыҙының исеме Ғәйшә була. Арсланбәк армияла хеҙмәт итеп офицер булып ҡайта, ә Батырхан армияла үлеп ҡала. Илдәрбәк кесе улының үлемен бик ауыр кисерә. 100 йәшкә еткән Илдәрбәк түшәккә йығыла. Үҙе үлмәҫ элек, йыйын үткәреп, ауылдаштарының, тиң-тош, таныштарының, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарының ризалыҡгарын ала. Улы Арсланбәк менән бәхилләшә һәм донъя ҡуя.

Вәт был донъя тигәнең! Ниндәй бай, грамоталы әҙәм, үҙе полковник, оҫта ҡурайсы. - үлем бер ниндәй дан-шөһрәт менән дә иҫәпләшмәй шул! Шулай итеп ауылда иң хөрмәтле кеше булып Арсланбәк Илдәрбәкович йәшәй башлай. Ул кешегә бик яғымлы, һөймәлекле була.

Бер ваҡыт ыҙманан Үргейортка күсәләр. Күсеп килеп Үргейортҡа тирмә ҡороп та өлгөрәләр, Арсланбәктең ҡатыны бүкән кеүек бер ир бала таба. Арсланбәктең шатлығының сиге булмай. Ул бик ҙур йыйын йыйып, бәпес туйын уҙғарып, балаға Күскәрбәк тип аҙан ҡысҡырттыра.

"Бындай бәпес туйын күреү түгел, ишеткәнебеҙ ҙә юҡ, - тиҙәр ҡорҙаштары, - әйҙәгеҙ, ауылыбыҙҙың исемен Күскәрбәк тип йөрөтәйек", - тип шаулашып алып киткәндәр. Барыһы ла риза булғандар, ҡымыҙ тулы туҫтаҡтарын күтәргәндәр. Халыҡ риза булғас, Арсланбәк ҡарт өс йыл буйыма ҡолон күрмәй тыу йөрөгән туры бейәһен һуйып, ауылдаштарын һыйлай. Ҡымыҙ эсеп, ҡурай уйнап, йырлап-бейеп зыу булалар былар.

Шулай итеп күп ғүмерҙәр уҙа. Арсланбәк ҡарт Күскәрбәгенең 4 улын күреп үлеп китә. Оло улының исеме Исәнғазы, икенсеһе - Алғазы, өсөнсөһө - Иҫәнбирҙе, кесеһе Иҫәналы була. Был ваҡытта закон да үҙгәрә: хөкүмәт ауылдарҙың исемен законлаштыра. Ҡайһы гына ауылдың булһа ла мәңгегә ҡала торған исемдәрен төп кенәгәгә яҙалар. Шул ваҡытта Күскәрбәк ҡарт оло улының исемен ауыл исеменә яҙҙыра, бөгөнгө көндә лә ауыл Исәнғазы тип йөрөтөлә.

Күскәрбәк ҡарт 100 йыл йәшәп үлә,Исәнғазы 103 йәштә донъя ҡуя. Исәнғазының Йыһанша исемле улы 104 йәш йәшәп үлә. Йыһаншаның улы Шаһиәхмәт 1916 йылда үлә (107 йәш йәшәй).

1912 йылдың 22 апрелендә 52 йәш йәшәп үлә, ә Шаһивәлиҙең улы - Исәнғазин Вәли 90-ға етеп үлә. Ағаһы һиҙиәт империалистик һуғышта үлеп ҡала. Икенсе улы Хәлфетдин (1889 йыл тыуған), Вәлиҙән һуңғыһы Зекриә исемле була (1901 йыл, 15 декабрҙә тыуған). 1922 йылдан алып 1968 йылға тиклеМ Сызрань ҡалаһында йәшәй. Исәнғазының ҡустыһы Алғазының Дауыт, Ғәҙелша, Вәлиша, Нәҙерша, Юлдыбай исемле улдары була. Ғәҙелшаның улы Шаһимарҙан, Шаһимарҙандың улдары - Сәғит, Солтан. Вәлишаның улы Ғәзиз, Ғәзиздең улы Ғәли. Юлдыбайҙан нәҫел: Алгазин Сирғәли, Юлдыбаев Муллагилде (башҡаларының зыяраты юҡ).

Мәрхүм Вәли бабай 7 быуынын белгән бит! Илдәрбәк, Арсланбәк, Күскәрбәк, Исәнғазы, Йыһанша, Шаһиәхмәт, Шаһивәли. Ул ваҡытта ете быуын белгән кешеләр бик һирәк булған. Шулай итеп, күп дәүерҙәрҙән йәшәп килгән Исәнғазы ауылы был.

3. ФАЗЫЛОВА.

Был мәғлүмәт үҙе иҫән саҡта Иҫәнғәзин Вәли бабайҙан яҙып алынған.

«Таң», № 125,18 октябрь, 1988 йыл.