Атай - олатайҙарҙың төйәге: өлгөләр араһындағы айырма

Викидәреслек проектынан
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"<big>'''Тәрән күл'''</big> ("Таң" гәзите '''Ә. СӘҒИТОВ. Ғәҙелгәрәй ауылы.''') ''Туранан-ту…" исемле яңы бит булдырылған
 
ZUFAr (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл: 1 юл:
{{Subjects|Шүлгән}}
<big>'''Тәрән күл'''</big>
<big>'''Тәрән күл'''</big>



17:25, 8 октябрь 2017 өлгөһө

Тәрән күл

("Таң" гәзите Ә. СӘҒИТОВ. Ғәҙелгәрәй ауылы.)

Туранан-тура күл тураһында бәйән итерҙән алда, бер аҙ ауыл карттарын иҫкә алып үтергә кәрәктер тип уйланым.

Шүлгән ауылында үҙҙәренең иҫке уҡыуы менән көслө булған, бүтәндәргә ҡарата хөрмәтле мөнәсәбәтле, илаһилығы менән оло хөрмәт ҡаҙанған ҡарттар күп булған. Мин белгәндәре - Ғилман, Ялал, Шәрифулла, Усман олатайҙар. Шаһийән, Уйылдан, Фәтхетдин, Ильяс олатайҙар хаҡында өсәйемдең һөйләүе буйынса күҙаллай алам. Ильяс олатай Усман олатайҙың атаһы. Изгин Әбделмән ағайҙың олатаһы була.

Кем булған һуң ул Ильяс?

Бер мәлде малына ашатыр бесән бөткәс, Усман ҡышҡы бер һыуыҡ, аяҙ көндө урманға бесәнгә китергә була. Атаһы Ильяс уның артынан сығып, улым, йөрөмә, беҙгә бесән кәрәкмәҫ, ти. Улы аптырап ҡала. Шулай ҙа атаһын тыңларға мәжбүр була.

Күҙ асып йомған арала аяҙ күктә геүләтеп дауыл башлана, көслө итеп ҡар яуа. Фажиғә ошолай башлана. Дауыл ваҡытында Усмандың һарайы емерелеп, малын баҫа. Тимәк, Ильяс алдан күрә бөлгән. Быларҙы мин әсәйемдән ишетһәм, әсәйем Уйылдан олатайымдан ишеткән.

Уйылдан 1870 йылдар рәтендә тыуған. Ильястың тыуған йылын белмәйем. «Усман үҙаллы йәшәүгә һәләтлә түгел. Оҙаҡламай халыҡҡа бик ҡурҡыныс ауырлыҡ киләсәк, Усманды ситкә типмә, ярҙам ит. Был мәлдә мин булмам», - ти ул.

Шулай уҡ «Фажиғәнең килерен Ығышма күле иҫкәртер», - тигән. Бәләкәй, әммә тәрән күлгә кем Ығышма тип исем ҡушҡандыр, билдәһеҙ. Элек күл өҫтөндәге бәләкәй генә ер киҫәгендә ҡайын үҫеп ултырған. Шул утрау күл әсәндә ығышып ҡына йөҙөп йөрөгән. Уның күл уртаһына сыҡҡан осорон бер кем дә күрмәгән. Ә ел бит төрлө яҡҡа иҫә. Ҡатын-ҡыҙ, бала-саға ҡурҡҡас, ҡарттар ҡайынды күлдең бер ситенә бәйләп, еректергәндәр.

Миңә шуныһы ғәжәп. Тәрәнлеге 20 метрҙан да кәм булмаған күлдең һыуы бер кемдең күҙенә күренмәйенсә юҡ була. Күлдең төбө ҡаҙан төбөн хәтерләтә. Был хәл 1974 йылдың июль урталарында булды. Бер-ике көн үттеме-юҡмы, күл эләккә кимәленә ҡайтып, кире тулды. Ильяс олатайҙың «фажиғәне Ығышма әйтер» тигән һүҙе ошо түгелме икән? Тимәк, 21-се йылғы йоттан алда ла ошо хәл булғандыр тип фекерләргә ҡала. Сөнки 1974 йылда күл шулайтып юғалып алһа, 1975 йылда ҡот осҡос ҡоролоҡ булды. Шундайын ҙур күләмдәге һыуҡайҙа юҡ булып, ҡайҙан кире килеп сыға һуң?

Әйткәндәй, 1975 йыл ысын-ысындан һынау йылы булды. Хужалыҡтар малды һаҡлап ҡалыу өсөн нимә генә эшләмәнеләр. Йәйгеһен йыла һыҙырып әҙерләү, япраҡ бәйләү, Украина яҡтарынан һалам ҡайтартыу - береһе лә ҡалманы.

Был хәл үҙе үк 21-се йылдарҙағы йотто хәтерләтте. Ул ваҡыттағы фажиғәләр хөкүмәттең хәстәрлеге арҡаһында ғына ҡабатланмай ҡалды. Барыбыҙҙы ла ялҡытҡан колорад бөжәге лә шул һалам менән килде. Был үҙе генә лә шул фажиғәнең бер тере тарихы.

Һалам килә башлағас, үҫемлектәрҙе һаҡлау буйынса агроном Хәкимов Рауил Әйүп улы беренсе килгән һаламдарҙы үртәргә һәм ҡабат килтермәҫкә тәҡдим итеп ҡарағайны. Ул һаламда ҡурҡыныс бөжәк барлығын бөлгән булған. Әммә уның тәҡдиме кире ҡағылды.

Гәзит уҡыусыларға минөң яҙғандарым, бәлки, көлкө тойолор.

һүҙемде күл менән башлағайным. Баяғы көслө ғилемле ҡарттар тураһында фекерем менән тамамлайым. Ниңәлер, улар тураһында хәтерләүсе, уларҙың күрәҙәлектәре хаҡында яҙыусы юҡ. Үҙҙәре лә баҫалҡы булғандарҙыр. Шуға ла танылыу алмай ҡалғандарҙыр.

Мин оҙаҡ йылдар баяғы күл тураһындағы һорауға яуап таба алмайым. Үрҙә телгә алған көслө ғилемле ҡарттар, бәлки, уның серен бөлгәндер.

Әхәт СӘҒИТОВ. Ғәҙелгәрәй ауылы.