Исанғазы ауылы (Бөрйән районы): өлгөләр араһындағы айырма

Викидәреслек проектынан
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
22 юл: 22 юл:


===Исанғазы ауылынан политик репрессия ҡорбандары:===
===Исанғазы ауылынан политик репрессия ҡорбандары:===
# Ишдәүләтов Сәйфулла Сөләймән улы, 1888- 1942. Тыуған урыны: БАССР, Бөрйән районы, Исанғазы ауылы, башҡорт, б/п, белеме башланғыс, Собханғол урмансылығы, урман ҡарауылсыһы. Ҡулға алынған:1942.10.15. , 58-10 ст. менән ғәйепләнә. Хөкөм ҡарары:10 йылға иркенән мәхрүм итергә. Аҡланыу ваҡыты: ноябрь 1992-се йыл.(Башҡортостан Республикаһының иҫтәлектәр китабы)
# Ишдәүләтов Сәйфулла Сөләймән улы, 1888-1942. Тыуған урыны: БАССР, Бөрйән районы, Исанғазы ауылы, башҡорт, партияһыҙ, белеме башланғыс, Собханғол урмансылығы, урман ҡарауылсыһы. Ҡулға алынған:1942.10.15. , 58-10 ст. менән ғәйепләнә. Хөкөм ҡарары:10 йылға иркенән мәхрүм итергә. Аҡланыу ваҡыты: ноябрь 1992 йыл.(Башҡортостан Республикаһының иҫтәлектәр китабы)
# Ҡолбәитов Йәһүҙә Әлмөхәмәт улы, 1868-се йылғы.Тыуған урыны: БАССР, Бөрйән районы, Исанғазы ауылы, башҡорт, б/п, белеме юҡ, колхозсы. Ҡулға алынған ваҡыты: 1 март 1934 –се йыл. Ғәйепләнә: 58, п. 2, 58, п. 7, 58, п. 10, 58, п. 11. Хөкөм ҡарары: шартлы рәүештә 3 йылға . Аҡланған ваҡыты: 1. 06. 1989 . (Башҡортостан Республикаһының иҫтәлектәр китабы)
# Ҡолбәитов Йәһүҙә Әлмөхәмәт улы, 1868 йылғы.Тыуған урыны: БАССР, Бөрйән районы, Исанғазы ауылы, башҡорт, партияһыҙ, белеме юҡ, колхозсы. Ҡулға алынған ваҡыты: 1 март 1934 йыл. Ғәйепләнә: 58, п. 2, 58, п. 7, 58, п. 10, 58, п. 11. Хөкөм ҡарары: шартлы рәүештә 3 йылға . Аҡланған ваҡыты: 1. 06. 1989 . (Башҡортостан Республикаһының иҫтәлектәр китабы)
# Алғазин Солтан Шаһимырҙан улы, 1906 – 19. Тыуған урыны:БАССР, Бөрйән районы, Исанғазы ауылы, башҡорт, белеме башланғыс, б/п, “Ҡыҙыл юл” колхозы рәисе. Ҡулға алынған ваҡыты: 1937.12.23. Ғәйепләнә: ст. 58-2, 58-7, 58-8, 58-9, 58-10, 58-11. Хөкөм ҡарары: 10 йылға иркенән мәхрүм итергә. Аҡланыу ваҡыты: 1959.09.11 .(Башҡортостан Республикаһының иҫтәлектәр китабы)
# Алғазин Солтан Шаһимырҙан улы, 1906 – 19. Тыуған урыны:БАССР, Бөрйән районы, Исанғазы ауылы, башҡорт, белеме башланғыс, партияһыҙ, “Ҡыҙыл юл” колхозы рәйесе. Ҡулға алынған ваҡыты: 1937.12.23. Ғәйепләнә: ст. 58-2, 58-7, 58-8, 58-9, 58-10, 58-11. Хөкөм ҡарары: 10 йылға иркенән мәхрүм итергә. Аҡланыу ваҡыты: 1959.09.11 .(Башҡортостан Республикаһының иҫтәлектәр китабы)
# Ишдәүләтов Ниғәмәт Сөләймән улы, 1900-1934. Тыуған урыны:БАССР, Бөрйән районы, Исанғазы ауылы, башҡорт, б/п, колхозсы. Ҡулға алынған ваҡыты: 1934.03.01. Ғәйепләнә: ст. 58-2, 58-7, 58-10, 58-11, Хөкөм ҡарары: 5 йылға иркенән мәхрүм итергә. Аҡланыу ваҡыты: 1989.06.01. (Башҡортостан Республикаһының иҫтәлектәр китабы)
# Ишдәүләтов Ниғәмәт Сөләймән улы, 1900-1934. Тыуған урыны:БАССР, Бөрйән районы, Исанғазы ауылы, башҡорт, партияһыҙ, колхозсы. Ҡулға алынған ваҡыты: 1934.03.01. Ғәйепләнә: ст. 58-2, 58-7, 58-10, 58-11, Хөкөм ҡарары: 5 йылға иркенән мәхрүм итергә. Аҡланыу ваҡыты: 1989.06.01. (Башҡортостан Республикаһының иҫтәлектәр китабы)
# Ишдәүләтов Ғиниәт Сөләймән улы, 1881-1948, башҡорт . Тыуған урыны: Бөрйән районы, Исанғазы ауылы. 1931-се йылда кулак мөһөрө тағылып Кемерово өлкәһенең Прокопьесвк ҡалаһына ебәрелә , шунда үлеп ҡала(Сығанағы: МВД Республики Башкирия)
# Ишдәүләтов Ғиниәт Сөләймән улы, 1881-1948, башҡорт . Тыуған урыны: Бөрйән районы, Исанғазы ауылы. 1931 йылда кулак мөһөрө тағылып Кемерово өлкәһенең Прокопьесвк ҡалаһына ебәрелә, шунда үлеп ҡала(Сығанағы: МВД Республики Башкирия)
# Ишдәүләтова Сәхибә (Сәхипъямал) , 1892-се йылғы. 1931-се йылда кулак мөһөрө тағылып Кемерово өлкәһенең Прокопьесвк ҡалаһына ебәрелә. 27.02.1952 иҫәптән төшә.(Сығанағы: МВД Республики Башкирия)
# Ишдәүләтова Сәхибә (Сәхипъямал), 1892 йылғы. 1931 йылда кулак мөһөрө тағылып Кемерово өлкәһенең Прокопьесвк ҡалаһына ебәрелә. 27.02.1952 иҫәптән төшә.(Сығанағы: МВД Республики Башкирия)
# Ишдәүләтов Рәис Ғиниәт улы, 1937. Тыуған урыны: БАССР, Бөрйән районы, Исанғазы ауылы. 1931 –се йылда кулак мөһөрө тағылып Кемерово өлкәһенең Прокопьевск ҡалаһына ебәрелә. .(Сығанағы: МВД Республики Башкирия)
# Ишдәүләтов Рәис Ғиниәт улы, 1937. Тыуған урыны: БАССР, Бөрйән районы, Исанғазы ауылы. 1931 йылда кулак мөһөрө тағылып Кемерово өлкәһенең Прокопьевск ҡалаһына ебәрелә. .(Сығанағы: МВД Республики Башкирия)
# Ишдәүләтова Хөмәйрә Ғиниәт ҡыҙы, 1928. Тыуған урыны: БАССР, Бөрйән районы, Исанғазы ауылы. 1931 –се йылда кулак мөһөрө тағылып Кемерово өлкәһенә ебәрелә. 27.02.1952 й. иҫәптән төшә. .(Сығанағы: МВД Республики Башкирия)
# Ишдәүләтова Хөмәйрә Ғиниәт ҡыҙы, 1928. Тыуған урыны: БАССР, Бөрйән районы, Исанғазы ауылы. 1931 –се йылда кулак мөһөрө тағылып Кемерово өлкәһенә ебәрелә. 27.02.1952 й. иҫәптән төшә..(Сығанағы: МВД Республики Башкирия)
# Сөләймәнов Исмәғил Хәйрулла улы, 1895-1958, Тыуған урыны: БАССР, Бөрйән районы, Исанғазы ауылы, башҡорт, б/п, белеме юҡ.Урман киҫеүсе.Ҡулға алыныу ваҡыты:01.03.1934 . Ғәйепләнә: 58, п. 2, 58, п. 7, 58, п. 10, 58, п. 11. Хөкөм ҡарары: 5 йылға иркенән мәхрүм итергә. Аҡланыу ваҡыты:01. 06. 1989. (Сығанағы: МВД Республики Башкирия)
# Сөләймәнов Исмәғил Хәйрулла улы, 1895-1958, Тыуған урыны: БАССР, Бөрйән районы, Исанғазы ауылы, башҡорт, партияһыҙ, белеме юҡ.Урман киҫеүсе.Ҡулға алыныу ваҡыты:01.03.1934 . Ғәйепләнә: 58, п. 2, 58, п. 7, 58, п. 10, 58, п. 11. Хөкөм ҡарары: 5 йылға иркенән мәхрүм итергә. Аҡланыу ваҡыты:01. 06. 1989. (Сығанағы: МВД Республики Башкирия)
# Ишдәүләтов Һиҙиәт Ғиниәт улы, 1922- 1994 . Тыуған урыны: БАССР, Бөрйән районы, Исанғазы ауылы, башҡорт, б/п. Ғәйепләнә:1931- се йылда кулак мөһөрө тағылып Кемерово өлкәһенең Прокопьевск ҡалаһына ебәрелә. 06. 12. 1942 й. иҫәптән төшә. Сығанағы: МВД Республики Башкирия)
# Ишдәүләтов Һиҙиәт Ғиниәт улы, 1922-1994 . Тыуған урыны: БАССР, Бөрйән районы, Исанғазы ауылы, башҡорт, партияһыҙ. Ғәйепләнә:1931- се йылда кулак мөһөрө тағылып Кемерово өлкәһенең Прокопьевск ҡалаһына ебәрелә. 06. 12. 1942 й. иҫәптән төшә. Сығанағы: МВД Республики Башкирия)


===Исанғазы ауылынан сыҡҡан яугирҙәр:===
===Исанғазы ауылынан сыҡҡан яугирҙәр:===

11:44, 8 декабрь 2017 өлгөһө

Бөрйән районы Исанғазы ауылы тарихы

Исанғазы (Күскәрбәк) - Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районындағы ауыл, Әтек ауыл советына ҡараған ,хәҙер инде бөткән ауылдар иҫәбендә. 1813 йылда иң башлап хәҙерге Баймаҡ районының Бәхтегәрәй ауылынан 15-ләп ғаилә был яңы ауылда төпләнә.

Географик урыны: Ҡана йылғаһының үр яғында Кананикольское яғына киткән яҡта Үркәс (Ҡыҙҙарбиргән) менән Әтек ауылдары араһында ятҡан ауыл, Әтек ауыл советына ҡарай, унан 11 км самаһы алыҫлыҡта. Район үҙәгенән 27 км (Ишбаев Иҙрис Сәхи улы әйтеүе буйынса).

Тарихы

Таулы ҡалын урманлыҡ араһына Яйыҡ һыуының бир яғынан Ирәндек тауының аръяғынан ниндәйҙер бер башҡорт ҡарты үҙенең тиң-тоштары менән күсеп килеп тормош ҡорған был Исанғазы ауылының майҙаны бик ҙур булған. Батшаға күрһәткән ҙур хеҙмәте өсөн батша уға теләгән урындан ер биргән, шул сәбәпле теге ҡарт үҙенең яратҡан кешеләрен алып ошо ерҙә төпләнгән. Бик күп мал көткәндәр, ҡыш көндәре һунар иткәндәр, йәй йәйләүгә күсеп бейә бәйләп, ҡымыҙ эсеп уйын-көлкө менән ғүмер кисергәндәр. Берҙән бер ваҡыт ошо баш булып килгән ҡарттың ҡатыны ир бала таба, уға Илдәрбәк тип исем ҡушалар. Илдәрбәк ҙурая, егет була, теге ҡарт бик ҡартая, йөҙ йәштән дә үтеп китә. Тиҙҙән инде Ирәндек аръяғынан килеп тау-урман араһында нигеҙ ҡорған бабай үлеп китә. Хәҙер Илдәрбәкте ауылдың хөрмәтле кешеһе итеп ниндәй генә йомош булмаһын уның менән кәңәш итеп хәл ҡылалар. Илдәрбәк бик байыға, малы ла, алтын аҡсаһы ла күп була.

Ул ваҡытта Ҡана һыуы омболды, тоноҡ, балыҡҡа бай йылға була. Һыуҙа ҡатайса йөрөү өсөн, һәм дә ары яҡҡа ла бире яҡҡа ла сығып йөрөү өсөн Илдәрбәк саған ағасынан юндырып бик матур кәмә эшләтә, кәмәнең эсен-тышын алтын менән майлата, буята. Шул кәмәне бөтә ауыл кешеһе файҙалана, Уныһы туҙһа тағы ла шундай итеп яңынан эшләтә. Шул тиклем ябай, шул тиклем йомарт кеше булған Илдәрбәк ҡарт та.

Илдәрбәк ҡарттың 5-6 улы була. Йәшәй торғас ҡарт та үлеп китә. Был ҡарттың бишенсе улы Арсланбәк инде атаһының урынына ауылдың хөрмәтле кешеһе булып ҡала. Ул да бик бай кеше булып һанала, оҙаҡ йәшәй.Уның алты ҡыҙы булып, бер генә бөртөк улы була. Уны Күскәрбәк тип атайҙар, сөнки был бала май айында Үргейортҡа күсеп барғанда юлда тыуа. Үргейортта ат саптырып Байым, Этҡол ауылдарын саҡырып малайҙы туйлайҙар, бәпес туйына өсәр-дүртәр йыл тыу йөрөгән дүрт баш бейәне һуялар, бал һалып эсеткән ҡымыҙ эсеп, көрәшеп, уйнап-көлөп, ҡурай тартып. алтын-көмөш тәңкәле селтәрҙәр һалынған абыйҙар, инәйҙәр, еңгәйҙәр ҡурайға бейеп-йырлап Күскәрбәккә туй үткәргәндәр.

Күскәрбәк тә инде егет ҡорона инеп, аҙаҡ сал һаҡаллы ҡарт булып китә, ул да кешегә ҡарата һөймәлекле булыуы менән ихтирам ҡаҙана. Арсланбәк ҡарт та 117 йәшкә етә. Бер сходҡа Арсланбәк ҡартты ла алып киләләр. Халыҡ уға ауылға ниндәй исем бирергә икән тип һорау менән мөрәжәғәт итә. "Ней тип ҡушһағыҙ ҙа һеҙгә, халыҡҡа тапшырам" - тип яуаплаған Арсланбәк. "Бабай, риза булһаң ауылға Күскәрбәк тип ҡушайыҡ" - тигәстәр бик ҡыуанып ауылдың исемен туйларға кәңәш итә.Байым, Этҡол, Әтек ауылдарын саҡырып өс үгеҙ, бер һыйыр, туғыҙ баш һарыҡ һуйып ауылдың исемен туйлап Күскәрбәк тип исем ҡушалар.

Арсланбәк ҡарт үлә, Күскәрбәк тә ҡартая. Ул да ҡартайғас бер фекергә килә. Уның дүрт улы була. Иң олоһо Исангазы исемле, икенсеһе Алгазы, өсөнсөһө Иҫәнбирҙе, дүртенсеһе Иҫәнғәле. Ауыл кешеләре менән кәңәш итеп төп кенәгәгә ауылдың исемен Исанғазы тип яҙҙырып әлеге ҡатнашҡан ауыл кешеләрен саҡырып ауылдың исемен яңыртып та ҡуялар. Был Исангаҙы ҡарттың улы Зиһанша, Зиһанша ҡарттың улы Шаһый ҡарт, Шаһый ҡарттың улы Шаһвәлей, Шаһвәлей улы Исангазин Вәлей Шаһывәлеевич.

Исанғазы ауылының ошо тау-урман эсенә килеп ултырыуына 350 йылдан ашыу, сөнки Ырымбур ҡалаһының нигеҙ һалыныуына 350 йыл, ә был Исанғазы ауылы Ырымбур ҡалаһы төҙөлмәҫ элек урынлашҡан. Ырымбур өлкәһе Ҡарғалы тигән ауылға барып ҡатнашып йөрөгәндәр Ҡарғалының нигеҙләнеүенә хәҙерге көндә 800 йыл тип иҫәпләйҙәр.

1967-се йыл, 3 октябрь Исянгалин Шәриф һорауына яуап итеп Исангазин Вәлей Шаһвәлей улы язган язманан


Исанғазы ауылынан политик репрессия ҡорбандары:

  1. Ишдәүләтов Сәйфулла Сөләймән улы, 1888-1942. Тыуған урыны: БАССР, Бөрйән районы, Исанғазы ауылы, башҡорт, партияһыҙ, белеме башланғыс, Собханғол урмансылығы, урман ҡарауылсыһы. Ҡулға алынған:1942.10.15. , 58-10 ст. менән ғәйепләнә. Хөкөм ҡарары:10 йылға иркенән мәхрүм итергә. Аҡланыу ваҡыты: ноябрь 1992 йыл.(Башҡортостан Республикаһының иҫтәлектәр китабы)
  2. Ҡолбәитов Йәһүҙә Әлмөхәмәт улы, 1868 йылғы.Тыуған урыны: БАССР, Бөрйән районы, Исанғазы ауылы, башҡорт, партияһыҙ, белеме юҡ, колхозсы. Ҡулға алынған ваҡыты: 1 март 1934 йыл. Ғәйепләнә: 58, п. 2, 58, п. 7, 58, п. 10, 58, п. 11. Хөкөм ҡарары: шартлы рәүештә 3 йылға . Аҡланған ваҡыты: 1. 06. 1989 . (Башҡортостан Республикаһының иҫтәлектәр китабы)
  3. Алғазин Солтан Шаһимырҙан улы, 1906 – 19. Тыуған урыны:БАССР, Бөрйән районы, Исанғазы ауылы, башҡорт, белеме башланғыс, партияһыҙ, “Ҡыҙыл юл” колхозы рәйесе. Ҡулға алынған ваҡыты: 1937.12.23. Ғәйепләнә: ст. 58-2, 58-7, 58-8, 58-9, 58-10, 58-11. Хөкөм ҡарары: 10 йылға иркенән мәхрүм итергә. Аҡланыу ваҡыты: 1959.09.11 .(Башҡортостан Республикаһының иҫтәлектәр китабы)
  4. Ишдәүләтов Ниғәмәт Сөләймән улы, 1900-1934. Тыуған урыны:БАССР, Бөрйән районы, Исанғазы ауылы, башҡорт, партияһыҙ, колхозсы. Ҡулға алынған ваҡыты: 1934.03.01. Ғәйепләнә: ст. 58-2, 58-7, 58-10, 58-11, Хөкөм ҡарары: 5 йылға иркенән мәхрүм итергә. Аҡланыу ваҡыты: 1989.06.01. (Башҡортостан Республикаһының иҫтәлектәр китабы)
  5. Ишдәүләтов Ғиниәт Сөләймән улы, 1881-1948, башҡорт . Тыуған урыны: Бөрйән районы, Исанғазы ауылы. 1931 йылда кулак мөһөрө тағылып Кемерово өлкәһенең Прокопьесвк ҡалаһына ебәрелә, шунда үлеп ҡала(Сығанағы: МВД Республики Башкирия)
  6. Ишдәүләтова Сәхибә (Сәхипъямал), 1892 йылғы. 1931 йылда кулак мөһөрө тағылып Кемерово өлкәһенең Прокопьесвк ҡалаһына ебәрелә. 27.02.1952 иҫәптән төшә.(Сығанағы: МВД Республики Башкирия)
  7. Ишдәүләтов Рәис Ғиниәт улы, 1937. Тыуған урыны: БАССР, Бөрйән районы, Исанғазы ауылы. 1931 йылда кулак мөһөрө тағылып Кемерово өлкәһенең Прокопьевск ҡалаһына ебәрелә. .(Сығанағы: МВД Республики Башкирия)
  8. Ишдәүләтова Хөмәйрә Ғиниәт ҡыҙы, 1928. Тыуған урыны: БАССР, Бөрйән районы, Исанғазы ауылы. 1931 –се йылда кулак мөһөрө тағылып Кемерово өлкәһенә ебәрелә. 27.02.1952 й. иҫәптән төшә..(Сығанағы: МВД Республики Башкирия)
  9. Сөләймәнов Исмәғил Хәйрулла улы, 1895-1958, Тыуған урыны: БАССР, Бөрйән районы, Исанғазы ауылы, башҡорт, партияһыҙ, белеме юҡ.Урман киҫеүсе.Ҡулға алыныу ваҡыты:01.03.1934 . Ғәйепләнә: 58, п. 2, 58, п. 7, 58, п. 10, 58, п. 11. Хөкөм ҡарары: 5 йылға иркенән мәхрүм итергә. Аҡланыу ваҡыты:01. 06. 1989. (Сығанағы: МВД Республики Башкирия)
  10. Ишдәүләтов Һиҙиәт Ғиниәт улы, 1922-1994 . Тыуған урыны: БАССР, Бөрйән районы, Исанғазы ауылы, башҡорт, партияһыҙ. Ғәйепләнә:1931- се йылда кулак мөһөрө тағылып Кемерово өлкәһенең Прокопьевск ҡалаһына ебәрелә. 06. 12. 1942 й. иҫәптән төшә. Сығанағы: МВД Республики Башкирия)

Исанғазы ауылынан сыҡҡан яугирҙәр:

1. 1814 йылда Парижды алыуҙа ҡатнашҡан 15-се полк яугирҙәре Иҫәнғол, Балдыбай, Усман Ҡолмәмбәтовтар, һәр береһе икешәр көмөш миҙалға лайыҡ булғандар
2. Ҡолбәитов Ғилмитдин , 1921 йылғы. Бөйөк Ватан Һуғышында 112-се Башҡорт атлылар дивизияһында кавалерист булып һуғыш ахырына тиклем ҡатнаша. Миҙалдар һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә. 1946 йылда демобилизациялана
3. Исанғазин Вәли Шаһивәли улы өс яуҙа: Беренсе донъя, Граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Миҙалдар һәм ордендарға лайыҡ була
4. Исанғазин Йосоп Мәсәлим ул, 1914 йылғы. Рядовой, 1946 йылда демобилизациялана
5. Ҡолмәмбәтов Рәхмәтулла Сәйфулла улы, 1918 йылғы. Рядовой, 1946 йылда демобилизациялана
6. Ҡотлобаев Әхмәтзата Фәтхулла улы, 1914 йылғы.Рядовой, 1947 йылда демобилизациялана
7. Ҡотлобаев Ғәле Төхвәт улы, 1921 йылғы. Рядовой, 1947 йылда демобилизациялана
8. Сөләймәнов Исмәғил Хәйрулла улы, 1895 йылғы. Рядовой, 1946 йылда демобилизациялана
9. Ишдәүләтов Һиҙиәт Ғиниәт улы улы, 1922 йылғы. Гвардия старшинаһы, 1946 йылда демобилизациялана
10. Миндеғолова Шәмсиә Йәһүҙә ҡыҙы, 1913 йылғы. Ст. сержант, 1943 йыл хәрби сафтан китә

Исанғазы ауылынан Бөйөк Ватан һуғышында ятып ҡалғандар һәм хәбәрһеҙ юғалғандар:

1. Алғазин Зәйнулла Ғәзиз улы, 1918. 15 ГСД, Өлкән лейтенант, 1944 йылдың 28 апрелендә һәләк була
2. Алғазин Зиннәт Сәғит улы, 1921. Өлкән лейтенант, хәбәрһеҙ юғала
3. Ишдәүләтов Ниғәмәт Сөләймән улы, 1900. 1944 йылдың февралендә хәбәрһеҙ юғала
4. Сәлихов Фәйзрахман Хәйбулла улы, 1907.88ТБр, Кесе лейтенант. 1943 йылдың мартында хәбәрһеҙ юғала
5. Сәлихов Әнүәр Хәйбулла улы, 1912. 666С.П. 3 С.Д., ҡыҙылармеец, 1942 йылдың 8 апрелендә һәләк була. Ерләнгән урыны: Ленинград өлкәһе, Дубовик ауылы
6. Сәлихов Абдрахман Хәйбулла улы, 1918. Кесе. лейтенант, хәбәрһеҙ юғала
7. Сөләймәнов Бәҙретдин Исмәғил улы, 1925. Ҡыҙылармеец, 1943 йылдың февралендә хәбәрһеҙ юғала
8. Сөләймәнов Усман Хәйрулла улы, 1914. Ҡыҙылармеец, 1942 йылдың авгусында хәбәрһеҙ юғала
9. Йосопов Сәйфетдин Шәмсетдин улы, 1914. Рядовой, 1944 йылдың ғинуарында хәбәрһеҙ юғала

Биләмә берәмектәренә инеүе

Йылдар Улус, ауыл советы Өйәҙ, кантон, район Губерна Дәүләт
1798-1855 10-сы юрта Верхнеурал өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1864 4-се Бөрйән улусы Верхнеурал өйәҙе, 6-сы башҡорт кантоны Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1919 Бөрйән улусы Зилаир кантоны Башкурдистан РСФСР
1930 Әтек ауыл советы Бөрйән районы Бөрйән районы РСФСР, СССР
1950 Әтек ауыл советы Бөрйән районы Бөрйән районы РСФСР, СССР
1970 Әтек ауыл советы Бөрйән районы Бөрйән районы РСФСР, СССР

Исанғазы ауылының ХХ быуатта йәшәйеше:

1930-сы йылда Исанғазы , Иҫке Усман, Әтек ауылдарынан «Ҡыҙыл юл» колхозы төҙөлә. 1937-се йылда Күскәрбәк(Исанғазы) ауылы айырылып сығып «Большевик» исемендәге колхоз булып 1942-се йылға тиклем йәшәй. 1942-се йылда яңынан «Ҡыҙыл юл»колхозына ҡушыла. 1946 –сы йылда промартель булып әйләнеп, 1954-се йылға тиклем артель булып йәшәй. 1954-се йылда ауыл хужалығы уставына күсеп «Алға» колхозы булып йәшәй. 1969-сы йылда «Бөрйән» совхозы ойошторола һәм алып элекке «Алға» колхозы совхоздың бүлексәһе булып ҡала. Һылтанма: гос.архив ф. 4111. Оп. 1(1937-1969)