Көҙгө (йомаҡтар): өлгөләр араһындағы айырма

Викидәреслек проектынан
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә 9 версиялар күсерелгән: Importing from Incubator
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
 
22 юл: 22 юл:




[[Category:!Main category]]
[[Category:Алфавит буйынса йомаҡтар]]
[[Category:Алфавит буйынса йомаҡтар]]

22:17, 2 сентябрь 2018, ағымдағы өлгө

  1. Салт аяҙҙа болот юҡ,
    Сал тәкәлә мөгөҙ юҡ.
  2. Аяҙ күктә болот юҡ.
  3. Алды — хуш,
    Арты — буш.
  4. Бәҙри баҡты — йөҙө яҡты.
  5. Арты ла таҡта — өҫтө лә таҡта,
    Уртаһы мәғрип яҡта.
  6. Ике яғы таҡта,
    Әйләндерел ҡараһаң,
    Нуры баҡта.
  7. Яҡ яғы таҡта,
    Уртаһы баҡта.
  8. Бәләкәй генә Микитә,
    Бер кешене ике итә.
  9. Бәләкәй генә мөлдө,
    Миңә ҡарап көлдө.
  10. Бәләкәй генә бер бала
    Миңә ҡарай ҙа көлә.
  11. Тигеҙ генә быяла,
    Үҙе минән ояла.
  12. Ҡарайым да күрәм,
    Боролам да көләм.
  13. Уртаһы көмөш, һырты ағас.
  14. Өҫтөндә көмөш алъяпҡыс.
  15. Кескәй генә тәрән күл,
    Тирәк уның эсендә,
    Күҙен-ҡашын ҡарайтҡан
    Ҡыҙҙар уның эсендә.
    Иңен-башын ҡупшайтҡан
    Егеттәр уның эсендә.
  16. Кескәй генә тәрән күл,
    Тирәк уның эсендә,
    Ҡылыс бәйләп, ҡынын таҡҡан
    Егеттәр уның эсендә.
  17. Күл өҫтөндә күҙем күренә.
  18. Ишек асһаң, ялтырай,
    Ҡаты япһаң, ҡалтырай.
  19. Эйелгәнгә эйеләм,
    Башым ергә тейгәнсе.
    Һуҙылғанға һуҙылам,
    Башым күккә тейгәнсе.
  20. Уңды һул итә, һулды уң итә.