Көнбағыш (йомаҡтар): өлгөләр араһындағы айырма
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә 11 версиялар күсерелгән: Importing from Incubator |
Aidar254 (фекер алышыу | өлөш) Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ |

20 юл: | 20 юл: | ||
# Бабай меҫкен ҡартайған,
Эшләпәһе янтайған. |
# Бабай меҫкен ҡартайған,
Эшләпәһе янтайған. |

# Ҡояшҡа аса күҙен,
Ҡыҙҙар ярата үҙен.
Баҡса, болонда үҫә,
Бал ҡорто балын эсә. |
# Ҡояшҡа аса күҙен,
Ҡыҙҙар ярата үҙен.
Баҡса, болонда үҫә,
Бал ҡорто балын эсә. |

[[Category:!Main category]] |

[[Category:Алфавит буйынса йомаҡтар]] |
[[Category:Алфавит буйынса йомаҡтар]] |
16:45, 5 сентябрь 2018, ағымдағы өлгө
- Таяҡ та таяҡ,
Таяҡ эсендә табаҡ,
Табаҡ эсендә балыҡ,
Балыҡ эсендә халыҡ. - Алтын рәшәткә эсендә
Ҡара өйҙәр туп-тулы.
Күпме өй, шул саҡлы халыҡ. - Таяҡ,
Таяҡ башында табаҡ,
Табаҡ эсендә ике йөҙ һалдат. - Болонда бер таяҡ,
Таяҡ башында табаҡ,
Табаҡ эсендә халыҡ. - Таяҡ,
Таяҡ башында табаҡ,
Табаҡ өҫтөндә балалар. - Таяҡ,
Таяҡ башында бер табаҡ,
Табаҡ эсендә ҙур кибет,
Кибет эсендә йөҙ егет. - Суҡ,
Суҡ башында уҡ,
Уҡ башында кибет,
Кибет эсендә ике мең егет. - Юл сатында малай тора,
Көнгә ҡарай муйынын бора. - Баҡсала тора малай,
Боролоп көнгә ҡарай.
Кәпәсе тулы емеш,
Унан май сыға, имеш*. - Ай башлы, йәшел ҡашлы.
- Нары ебәк ҡалпаҡлы,
Борола ла ҡояшҡа ҡарай. - Ҡырлы-ҡырлы һомғол һабаҡ,
Һабаҡта алтын табаҡ.
Табаҡта бар мең оя,
Оя һайын бер мая. - Ҡояш ҡайҙа барһа,
Уға ҡарап йылмая. - Оҙон-оҙон сирта.
- Төбө бер, башы мең.
- Таяҡ башында тора эленеп алтын иләк.
- Бер таҡыя тултырып,
Орлоғон алдым иләп. - Бабай меҫкен ҡартайған,
Эшләпәһе янтайған. - Ҡояшҡа аса күҙен,
Ҡыҙҙар ярата үҙен.
Баҡса, болонда үҫә,
Бал ҡорто балын эсә.