Трактор (йомаҡтар): өлгөләр араһындағы айырма

Викидәреслек проектынан
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә 9 версиялар күсерелгән: Importing from Incubator
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ

15 юл: 15 юл:
# Бер айыуҙа биш балта,
Балталарын ергә сапһа,
Ҡара ерҙе ҡабарта.
# Бер айыуҙа биш балта,
Балталарын ергә сапһа,
Ҡара ерҙе ҡабарта.
# Бәһлеүән китеп бара,
Ерҙе киҫәккә яра.
Ни ҡушһаң, үтәй шуны,
Кем генә белмәй уны?
# Бәһлеүән китеп бара,
Ерҙе киҫәккә яра.
Ни ҡушһаң, үтәй шуны,
Кем генә белмәй уны?

[[Category:!Main category]]
[[Category:Алфавит буйынса йомаҡтар]]
[[Category:Алфавит буйынса йомаҡтар]]

22:48, 17 март 2019, ағымдағы өлгө

1. Ат түгел, кешнәмәй,
Йөҙ аттан кәм эшләмәй.
2. Баҫыу буйлап юрғалай,
Үҙе йөрөй тыр ҙа тыр,
Йә, был нимә, кем әйтер?
3. Ашамай ул бесәнде,
Ҡапмай ул һаламды.
Үҙе китә һөйрәтеп,
Ун бер төрән һабанды.
4. Бесән ҡапмай, һоло ҡапмай,
Торған ере ҡап-ҡара.
Эшкә тиһәң — айыумы ни,
Бар донъяңды аҡтара.
5. Батырып ала, айҡап ала,
Эҙе йомшарып ҡала.
6. Ер өҫтөндә ҡара ҡарға
Юлы ҡарайып бара.
7. Кешнәй-кешнәй ер ҡыҙыра
Ҡара айғыр колхозда.
8. Оло танау ҡара үгеҙ
Ерҙе йыра аяуһыҙ.
9. Бер айыуҙа биш балта,
Балталарын ергә сапһа,
Ҡара ерҙе ҡабарта.
10. Бәһлеүән китеп бара,
Ерҙе киҫәккә яра.
Ни ҡушһаң, үтәй шуны,
Кем генә белмәй уны?