Ҡаҡланған ҡаҙ: өлгөләр араһындағы айырма

Викидәреслек проектынан
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
25 юл: 25 юл:
Өйрәкте лә ошо ысул менән әҙерләйҙәр.
Өйрәкте лә ошо ысул менән әҙерләйҙәр.



[[Category:Башҡортса]]
[[Category:Тоҙ]]
[[Category:Тоҙ]]
[[Category:Ит аштары]]
[[Category:Ит аштары]]

09:29, 5 сентябрь 2019 өлгөһө

Ҡаҡлаған ҡаҙ башҡорттарҙын яратҡан ризыҡтарынын береһе.

Әҙерләү ысулы

Ҡаҡланған ҡаҙ

Беренсе ысул

Таҙартылған ҡаҙҙың эсен һәм тышын тоҙ менән ышҡыйҙар. Тоҙ һәйбәт һеңһен өсөн бер нисә көн һалҡында тоталар.

Тоҙланған ҡаҙҙы киң марля тоҡҡа һалып ҡыйыҡ аҫтына бер нисә айға элеп ҡуялар.

Икенсе ысул

Ҡаҡлаған ҡаҙҙы икенсе ысул менән дә әҙерләргә мөмкин.

Ҡаҙҙың тышын яҡшылап тоҙ менән ышҡыйҙар, ә эсенә таш-тоҙ йәки эре тоҙ һалалар. Аҙаҡ һауа инмәҫлек итеп тығыҙ ҡағыҙ менән урап бәйләйҙәр.

Йәшниккә һалып, өҫтөн тулыһынса тоҙ менән ҡаплап, һалҡын урынға ҡуйалар. Ни тиклем оҙағыраҡ һаҡланһа, шул тиклем тәмлерәк була.

Ошондай ысул менән әҙерләнгән ҡаҙҙы сей килеш йәки бешереп ашайҙар.

Өҫтәлгә ҡуйыр алдынан ҡаҙҙы тоҙҙан таҙарталар, йыуалар, бер нисә сәғәт һалҡын һыуҙа тоталар һәм талғын утта бешерәләр.

Бешкәс һыуыталар, киҫәкләп турайҙар, өҫтөнә йәшел тәмләткес һибеп, өҫтәлгә ҡуялар.

Өйрәкте лә ошо ысул менән әҙерләйҙәр.