Гөлөстан: өлгөләр араһындағы айырма

Викидәреслек проектынан
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
 
1 юл: 1 юл:
{{Бөрйән районы порталы}}
{{Бөрйән районы порталы}}
'''Гөлөстан''' (Заманса әкиәт). Шәһүрә ӘХМӘҘИЕВА, «Таң» гәзите, 2014 йыл, 2 октябрь, кесе йома, № 116 (9744)
'''Гөлөстан''' <small>(Заманса әкиәт). Шәһүрә ӘХМӘҘИЕВА, «Таң» гәзите, 2014 йыл, 2 октябрь, кесе йома, № 116 (9744)</small>
==Гөлөстан==
==Гөлөстан==
Ер шарының иң ма-тур, иң күркәм урынында, йәйғорҙоң ете төҫөндәй балҡып, күҙҙең яуын алып, ымылйып ҡына Гөлөстан тигән ил йәйрәп ята, ти.
Ер шарының иң ма-тур, иң күркәм урынында, йәйғорҙоң ете төҫөндәй балҡып, күҙҙең яуын алып, ымылйып ҡына Гөлөстан тигән ил йәйрәп ята, ти.

20:09, 18 сентябрь 2019, ағымдағы өлгө

Википедияла

Гөлөстан (Заманса әкиәт). Шәһүрә ӘХМӘҘИЕВА, «Таң» гәзите, 2014 йыл, 2 октябрь, кесе йома, № 116 (9744)

Гөлөстан[үҙгәртергә]

Ер шарының иң ма-тур, иң күркәм урынында, йәйғорҙоң ете төҫөндәй балҡып, күҙҙең яуын алып, ымылйып ҡына Гөлөстан тигән ил йәйрәп ята, ти. Зифа, ҡуйы ҡамышлы, саф һыулы йылға-күлдәрендә тулҡындар, күкле-йәшелле төҫтәргә инеп, ҡояш нурҙары менән уйнай икән. Һыу өҫтөндә алтын балыҡтарҙың кемуҙарҙан һикерешеп, ирәүәнләп күңел асыуҙарын күҙәтеү – үҙе бер мөғжизә.

Ботаҡтарын күккә һоноп ярышып үҫкән бейек, ҡуйы ағаслы урмандарында ниндәй генә ҡош-ҡорттар, ниндәй генә хайуандар, йәнлектәр мыжғып йөрөмәй. Яландары-ҡырҙарында мең төрлө, хуш еҫле, аллы-гөллө сәскәләре тәсбих әйтеп ултыралар. Күккә ашҡан тауҙар кешеләрҙе әллә ҡайҙан сәләмләп, үҙҙәренә саҡырып торалар. Ата-бабалары мираҫ итеп ҡалдырған, еренең аҫты ла, өҫтө лә хазина Гөлөстан илендә кешеләр, үҙ ерҙәренә үҙҙәре хужа булып, Хоҙайға шөкөрана ҡылып, һәр кем үҙе яратҡан һөнәре менән шөғөлләнеп, кәрәк саҡта бер-береһенә ҡулғаматлашып, ярҙам итешеп, дуҫлыҡ-татыулыҡта, байлыҡ-байманлыҡта һәүетемсә генә йәшәп яталар, ти.

Һай, был көнсөллөк тигәндәрең… Был халыҡтың гүзәл ерҙәрҙә байлыҡ-муллыҡҡа төрөнөп, болйомай ғына йәшәүҙәре сит-ят батшалыҡта йәшәгән кешеләргә һис тә оҡшамаған. Дошмандар Гөлөстандың батыр ир-егеттәрен үлтереп, һылыу ҡыҙҙарын үҙҙәренә кәләш итеп алыу, бөтә байлыҡтарына хужа булыу маҡсатында яу артынан яу асҡандар, ти. Тыуған ерҙәрен, һөйгән йәрҙәрен, әсәләрен, балаларын үҙ йәнендәй күреп яратҡан ир - азаматтары бирешә буламы һуң дошмандарға. Ҡан көҫәп килгән һәр дошман ил эсенә үтеп керә алмаған, үлемен Гөлөстан иленең сигендә тапҡан, ти. Ил сигендә уларҙың мәйеттәренән ҙур-ҙур тауҙар хасил булған, ти.

Сит батшалыҡтар, илдең батырҙарын көрәшеп еңә алмағас, бөтә сихырсыларын йыйып, төрлө мәкерҙәр ҡороп ҡарағандар. - Юҡ, был илдең батырҙарын көрәшеп еңеп булмай, Гөлөстандың халҡына һаҫыҡ һауа ебәреп, тонсоҡторайыҡ, үле һыу эсереп ағыулайыҡ. Улар тиҙ генә үлеп бөтмәҫтәр, тәүҙә алйотланырҙар, алйырҙар, йәмғиәттең нигеҙе булған ғаиләләре тарҡалыр, балалары етем булырҙар. Үле һыу эскән ата-әсәләрҙән яйлап-яйлап зәғиф балалар тыуырҙар. Зәғиф кешеләр бер ваҡытта ла тыуған ерен һаҡлар батыр була алмаҫ, бахыр, меҫкенгә, телһеҙ, моңһоҙ, ғәмһеҙгә әйләнерҙәр, үҙҙәренең бөйөк яугир халыҡтың балалары икәнлектәрен дә оноторҙар. Шунан беҙ, миһырбанлыҡ күрһәткән булып, етемдәрен үҙебеҙгә тәрбиәгә алайыҡ, яйлап-яйлап уларын да юҡ итербеҙ.

Ә һау балаларында Гөлөстан иленә ҡарата үс, нәфрәт тойғолары тәрбиәләү ҡыйын булмаҫ, сөнки бер тапҡыр ата-әсәһенән йәберһетелгән, икенсеһенә Тыуған иле һатҡан балалар бер ваҡытта ла был хыянаттарҙы кисерә алмаҫ. Уларҙың йөрәк түрендә был илгә, кешеләренә ҡарата нәфрәт тойғоһо һаҡланыр. Киләсәктә үс, нәфрәт беҙҙең өсөн иң яҡшы ҡорал булыр. Шул саҡ беҙ уларҙы ҡоралландырып үҙ илдәренә, үҙ халҡына ҡаршы яуға ебәрербеҙ.

Ил менән әхлаҡ идара итә бит. Ил башында торған түрәләрен байлыҡҡа ҡыҙыҡтырған булып, нәфселәрен арттырайыҡ, шашһындар, урлашһындар, енәйәт ҡылһындар. Гөлостанда йәбер, золом ҡанат йәйһен. Йәштәре олоно оло, кесене кесе тип белмәһендәр, иманһыҙ, әхлаҡһыҙ әҙәм аҡтыҡтарына әйләнһендәр. Ҡасандыр беҙҙе тапап үткән ҡарт яугирҙәрен хурлыҡҡа ҡалдырып, түштәренән орден-миҙалдарын йолҡоп алһындар.

Гөлөстан илен Лут пәйғәмбәр ҡәүеме йәшәгән йылдарға ҡайтарайыҡ. Ирҙәре менән ирҙәр, бисәләре менән бисәләр зина ҡылып, хәшәрәт тормош алып барһындар, тоҡомдары артмаһын, халҡы һәләкәткә дусар булһын. Гөлостан яйлап-яйлап ҡәберстанға әйләнһен. Шунан үҙебеҙ бөтә ерҙәренә, байлыҡтарына хужа булып алырбыҙ, - тип фекер беркеткәндәр, ти, былар.

Һәм үҙҙәренең ҡара ниәттәрен тормошҡа ашыра башлағандар. Иң тәүҙә кеше аҙҙырғыс, төрлө хаяһыҙ тамашалар күрһәткәндәр. Маҡтап-маҡтап үле һыуҙарҙы ла эсергәндәр, ти. Әҙәм балаһына бысраҡ тиҙ йоғоп бара шул. Ысынлап та, үле һыуҙы эсеп, Гөлөстандың халҡы яйлап-яйлап ҡырыла башлаған. Хатта ауылдарҙа бер көн эсендә генә ағыуланған икешәр-өсәр кешене ерләйҙәр икән, зыяраттар ҙурайған. Үле һыу эсеп ағыуланған һыу һөлөгө кеүек ҡыҙҙары, егеттәре, баштары томаланып, күҙҙәре аҡайышып ҡайҙа барып бәрелергә белмәй аңҡы-тиңке булып йөрөйҙәр икән.

Атайҙар үҙҙәренең атай икәнен, әсәләр үҙҙәренең әсә икәнен онотоп, кәкүккә әйләнгәндәр, ти. Илдә ата-әсәле етемдәр, зәғиф балалар күбәйгән. Гөлостандың халҡы ғәфләт йоҡоға сумған. Шунан ете диңгеҙ аръяғында йәшәгән кешеләр: “Балаларығыҙҙы беҙгә тәрбиәгә бирегеҙ, һеҙҙең балаларығыҙҙы һау-таҙа итеп үҫтереү өсөн беҙҙең илдә бөтә шарттар ҙа һәйбәт”, - тип балаларҙы үҙҙәренә алып китә башлағандар, ти.

Ер-әсә: - Уф, был бысраҡлыҡтарға түҙә алмайым, һәләк булам бит, - тип уфтанған, ти.

Урал батырҙың: - Тере һыу, тере һыу, тере һыу… - тип ыңғырашҡаны ишетелеп ҡала икән. Аҡбуҙаттың үҙ батырын таба алмай, тибенеп, ҡанат елпеүенән ер тетрәй, тауҙар емерелеп ҡала, ти. Үҙ ғаиләһендә, үҙ илендә кәрәкмәгән балаларҙы ете ят ерҙә кем яратып торһон. Улар насар ғына булһа ла, үҙ ғаиләләрен, тыуған ерҙәрен һағынып һарғаялар, илайҙар, ти. Күп балалар сит ерҙәрҙә йәберһетелеп, һәләк булғандар.

Күктә йөҙгән алтын табаҡ ай ғына, был фажиғәләрҙең шаһиты булып, уларҙы бик йәлләгән. Ҡасандыр етем Зөһрә ҡыҙҙы ла үҙемә алғайным тип, бер төндө ул бөтә йәберһетелеп үлгән балаларҙың йәндәрен үҙенә йыйып алған, ти.

Һай, Тыуған ер… Айҙан Гөлостан ҡайһылай матур булып күренә икән. һаман имандарына килмәй, үле һыуҙы эсеп, күгәреп, бәшәреп йөрөйҙәр, ти. Балаларҙың йәндәре ошо күренештәрҙе күреп, өнһөҙ генә илайҙар икән. Бер туҡтауһыҙ әсе күҙ йәштәре аға. Был йәштәр, уҡмашып, ҙур бер ташҡа әйләнгән. Шул тиклем ауыр ташҡа хатта айҙың да көсө етмәгән. Таш ысҡынып китә лә берҙән-бер көндө ергә килеп төшә. Ут сыға, бик күп ауылдар, ҡалалар емерелә, кешеләр һәләк була.

Етемдәрҙе, ҡарт-ҡороларҙы рәнйетергә ярамай шул. Бер етем рәнйеһә, бөтә ер-һыу, тау-таш илар, тигәндәр. Ергә таш төшөп, күп ҡазалар күргәндән һуң, кешеләр тертләп, кинәт уянып киткән һымаҡ булғандар. Аҡһаҡалдар, бер ҡорға йыйылып, был афәттәрҙән нисегерәк ҡотолорға икән тип, баш ваталар икән.

Шунда бер аҡһаҡал: - Беҙҙең Гөлостан кеүек ил кешеләренә, меҫкен булып, диңгеҙҙәр, океан аръяғына балаларҙы тәрбиәгә ебәреү – хурлыҡ бит, ағай-эне, үҙ балаларыбыҙҙы үҙебеҙ тәрбиәләйек, - тип әйтеү менән, кинәт тирә-яҡ күҙ сағылдырып яҡтырып китте, ти.

Шунан күктән: - Иман, иман, иман… - тигән ауаз ишетелде, ти. Шәһүрә ӘХМӘҘИЕВА, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы. Учалы районы, Ҡәйепҡол ауылы.