Кәбеҫтә менән иттән бәлеш: өлгөләр араһындағы айырма

Викидәреслек проектынан
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
категория
→‎Һылтанмалар: өҫтәмә мәғлүмәт
30 юл: 30 юл:


== Һылтанмалар ==
== Һылтанмалар ==
* [https://gazeta-toratay.rbsmi.ru/articles/rubrika-1/K-be-t-men-n-itt-n-b-lesh-231552/ Аш-һыу: Кәбеҫтә менән иттән бәлеш]
* [https://gazeta-toratay.rbsmi.ru/articles/rubrika-1/K-be-t-men-n-itt-n-b-lesh-231552/ Аш-һыу: Кәбеҫтә менән иттән бәлеш. Ишембай ҡалаһы һәм районының ижтимағи-сәйәси гәзите «Торатау». Рәсми сайт]





20:51, 26 апрель 2020 өлгөһө

Әҙерләү ысулы

  1. Кәбеҫтәне ваҡ итеп тураҡлайбыҙ,
  2. Әҙ генә һыуға һалып, ҡайнатып сығарғас, 1 минуттан һуң һыуын һарҡытабыҙ, кәбеҫтәне йомшартып алабыҙ шулай.
  3. Петрушка, укроп, йәшел һуғанды ваҡ итеп тураҡлайбыҙ;
  4. Фаршты көнбағыш майында ҡурып алабыҙ, тоҙ ҡушып. Фарш әҙер.
  5. Кәбеҫтә менән фаршты ҡушып болғайбыҙ, петрушка-укроптарҙы, йәшел һуғанды ҡушып.
  6. Берешәр стакан кефир менән майонезды һауытҡа һалып, 1 сәй ҡалағы сода һәм 3 йомортҡаны ҡушабыҙ.
  7. Шунда 8 аш ҡалағы ондо иләйбеҙ, бөтәһен дә миксер йәки туҡығыс менән туҡыйбыҙ.
  8. Табаны майлайбыҙ.
  9. Ҡамырҙың яртыһын ҡоябыҙ.
  10. Кәбеҫтә менән фаршты һалабыҙ. Өҫтөнә ҡалған ҡамырҙы ҡоябыҙ.
  11. Шыйыҡ ҡамырҙы ипләп кенә тигеҙләйбеҙ ҙә, бешерергә ҡуябыҙ.
  12. 25-30 минуттан бәлештең бешкәнен тикшереп ҡарайбыҙ (зубочистка, шпажка менән).
  13. Бешеп сыҡҡан бәлештең өҫтөнә йомортҡа ағын һөртәбеҙ.

Ингредиенттар

  • ҙур булмаған кәбеҫтәнең яртыһы,
  • һыйыр итенән (тауыҡ ите лә бара) үткәрелгән 350-400г фарш,
  • тоҙ,
  • приправалар,
  • укроп,
  • петрушка,
  • йәшел һуған,
  • 1 стакан кефир,
  • 1 стакан майонез,
  • 3 йомортҡа,
  • 1 сәй ҡалағы сода йәки 1 пакет күперткес (разрыхлитель),
  • 8 аш ҡалағы он,
  • бәлештең өҫтөнә һөртөр өсөн йомортҡа ағы.

Һылтанмалар