Әһлетдин Сөләймәновтың хәтирәләре: өлгөләр араһындағы айырма

Викидәреслек проектынан
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ZUFAr (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
ZUFAr (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
462 юл: 462 юл:
Урман! Ҡайһы ерҙә, алыҫмы ул? Кем ағас ҡырҡа? Был халыҡҡа билдәһеҙ! Белмәйҙәр! Юлдан ҡалмаҫтан алда ағас сығарырға кәрәк тигән һүҙ таралды! Ошонан һуң һис туҡтауһыҙ мәгәзәй янында бүрәнәләр өйөмө артҡандан артты. Ҡар аҫтынан һыу сыҡҡас ҡына бүрәнә ташыу туҡтаны! Ат-саналар ҡайҙалыр китеп бөттө! Тып-тын булып ҡалды.
Урман! Ҡайһы ерҙә, алыҫмы ул? Кем ағас ҡырҡа? Был халыҡҡа билдәһеҙ! Белмәйҙәр! Юлдан ҡалмаҫтан алда ағас сығарырға кәрәк тигән һүҙ таралды! Ошонан һуң һис туҡтауһыҙ мәгәзәй янында бүрәнәләр өйөмө артҡандан артты. Ҡар аҫтынан һыу сыҡҡас ҡына бүрәнә ташыу туҡтаны! Ат-саналар ҡайҙалыр китеп бөттө! Тып-тын булып ҡалды.



{{Текс тураһында
| ИСЕМ =Әһлетдин Сөләймәновтың хәтирәләре
| АВТОР =
| АВТОРҺЫҘ =
| АВТОРҘАР =
| АВТОР1 =
| ОРИГИНАЛ ТЕЛЕ =
| ОРИГИНАЛДА ИСЕМ=
| ТӘРЖЕМӘСЕ =
| ЙӨКМӘТКЕҺЕ =
| ИЖАД ИТЕЛЕҮ ВАҠЫТЫ =
| НӘШЕР ИТЕЛЕҮ ВАҠЫТЫ =
| СЫҒАНАҠ =
| ТӘҮҘӘРӘК =[[Әһлетдин Сөләймәновтың хәтирәләре]]
| ҺУҢЫРАҠ =[[Әһлетдин Сөләймәновтың хәтирәләре/2-се бүлек]]
}}
[[File:Сулейманов Аглей Фазлеевич передает скрипку своей внучке. 2001 год.jpg|thumb|Сөләймәнов Әһлей Фазлый улы Айым ейәнсәре менән. 2001 йыл]]
===2-се бүлек===

'''Башланды!'''

Беҙҙең ауылда һәр өйҙә тиерлек башҡа ауылдарҙан килгән кешеләрҙе өсөшәр-дүртешәрен бер фатирға урынлаштыра башланылар. Уларҙың һәр береһендә тимер көрәк, балта, ә ҡайһы берҙәрендә – бысҡы. Улар күп! Иртәнсәк тимер һуғып шаңғыртып кешеләрҙе мәгәзәй янына саҡырҙылар. Ғәжәп! Эргә тирәләге ауылдарҙан кеше бик күп йыйылды. Иң беренсе эш – бар халыҡ мәгәзәйҙән өҫтәге тигеҙ урында ҡар көрәргә тотондо. Эш кискә тиклем барҙы. Ҡара ер бейек ҡар өйөмдәре менән уратылды.

Икенсе төркөм бүрәнә әрсене. Ҡабыҡтарын бер нисә урында яндырҙылар. Арала Бәзретдин ағайҙан башҡа ҡыҙыҡ ҡына һөйләшкән Хөснөтдин өйрәтеүе буйынса әллә нисә урында бүрәнәләрҙән козла эшләп ҡуйҙылар! Төп эш – бүрәнә әрсеү, таҡта ярыу. Бер нисә ерҙә туң ерҙе соҡоп, ҡаҙып канау яһанылар. Соҡорҙар һыу менән тулғас, ҡаҙыуҙы туҡтаттылар. Бүрәнә әрсеүселәр, алмашлап таҡта бысыусылар күбәйҙе! Таҡта, әрселгән бүрәнәләр өйөмө күҙгә күренеп үҫте!Туң ерҙе ҡаҙып, канауҙар яһарға теләгәндәр ине лә, ҡар һыуы соҡорҙо тиҙ баҫып алғас, туҡтаттылар. Таҡталарҙы йыша башлағайнылар ҙа әҙерәк кибеүен көттөрөп, мөмкин тиклем йәйеп һалдылар. Эш иртәнән кискә тиклем ҡайнаны. Бер көн бер кем килмәне, күренмәне. Фәҡәт көндөҙгә, төнгө ҡарауылсылар ғына йөрөнө. Беҙгә, ауыл малайҙарына, бында уйнап көн үткәрергә иркен ҡалды. Тыйған, ҡысҡырған кеше юҡ.

'''Интернат'''

Беҙ уйнап йөрөгәндә, ғәжәп бүрәнә-таҡталарҙан ситтә күмәк ағас тейәгән аттар туҡтаны. Бер кеше тегеләй-былай аҙымлап йөрөгәндән һуң ағасты дүрткә бүлеп ҡутарҙылар. Был ағастарҙан күренеүенсә, бер өйҙө боҙоп килтергәндәр. Ҡутарып бөткәс, киттеләр. Иртәгәһен тағы алып килделәр ҙә киттеләр. Ҡулдарында балта, көрәк, бысҡы, лом тағы әллә нәмәләр бар.

Ашағандан һуң үлсәп канауҙар ҡаҙҙылар, ә иртәгәһен таш килтереп ҡутарҙылар. Таштарҙы баяғы соҡорҙарға һалып, ниндәйҙер шыйыҡса ла ҡушып эшләнеләр. Баяғы ерҙә нигеҙ барлыҡҡа килде. Ошо таш нигеҙ өҫтөнә бура бурай башланылар. Һәр береһенә буяу менән яҙып сығылған. Бүрәнәләр иҫке. Ниндәйҙер өйҙө алып килеп ултырттылар. Араларына мүк һалдылар. Ике-өс көндә бейек, ҙур өй ҡалҡып сыҡты. Иҙән, түбәләрен түшәп, ҡыйыҡлап ябып та ҡуйҙылар. Икенселәре ишек-тәҙрә яңаҡтары ҡуйып та, тәҙрәләргә быялалар ҡуйҙылар.

Ҙур, ике бүлмәле өй. Ҡатын-ҡыҙ килеп тәҙрә, иҙәндәрҙе йыуып та алдылар. Коридор – соландарҙы ла үҙ таҡталары менән бүлделәр. Был ҡайҙандыр килтерелгән өйҙө өс-дүрт көндә тулыһынса ҡороп бөттөләр. Ике яҡҡа ла пичниктар килеп мейес урындары яһап, килтерелгән яңы кирбестәр менән мейес сығарҙылар.
Төпкөһөндә мейес, өс стена буйлатып урындыҡ яһап, таҡта менән яптылар. Өңөрәйеп урындыҡ аҫтары күренеп тора! Ал яҡта бер ҙур мейес, уны“урыҫ мейесе” тинеләр. Киң мейес башы ла эшләнеләр. Икенсе яҡтараҡ усаҡ яһап, киң, ҙур, тәрән эсле ҡаҙан ултыртып мейесен дә, усағын да яғып ебәрҙеләр! Төпкө мейесте лә яҡтылар.

– Мейестәр төтәмәй! Усаҡта ҡаҙан шәп ҡайнай! - тигән йомғаҡ яһанылар. Шундай ҡатмарлы ваҡ эште өс-дүрт көн эсендә эшләп тә ҡуйҙылар!
Өс стена буйындағы урындыҡта малайҙар ятып йөрөргә тейеш! Ал яҡта ҡыҫҡа урындыҡ поварҙың ятып йөрөр урыны!

– Ул ошонда йәшәргә, балаларға аш бешерергә, сәй эсерергә тейеш! – тип һөйләштеләр.

Соланда бүлмә. Унда – аҙыҡ-түлек! Улар план ҡороп һөйләшеп йөрөй, беҙ, эйәрсендәр, арттарынан йөрөйбөҙ. Беҙҙе әрләмәйҙәр ҙә, ҡыуаламайҙар ҙа!

– Бына был интернат була, йәғни, уҡыусылар ятағы! Тыштан һылаһалар, аҡлаһалар, интернат әҙер инде! – тип ят кешеләр сығып киттеләр.
Интернат һүҙен белмәй инек, белдек! Ул – ятаҡ икән!

'''Ышкул төҙөү'''

Мәгәзәй түше. Мәгәзәй япа-яңғыҙ, уның тирә яғы һыртҡыуаҡ, тауҙар һәр көн асыҡ күренеп тора. Хәҙер бер нисә урында бура, бүрәнәләр, таҡталар, ҡарауылсы, бары ла күренә, ә хәҙер бер матур, ҙур өй тора. Төтөндәре сыға! Ҡарауылсы яға. Бер буранан һәм өйҙән ситтә Үргауыл юлынан өҫтәрәк бер төркөм кешеләр ат менән килтергән ҙур бағаналар ҡаҙып ултырттылар. Өс бағана әҙер булғас, уларға таҡта ҡапҡалар элделәр. Береһен асһаң-япһаң бер кеше йөрөрлөк! Ә ике ҙур ҡапҡаны шар асһаң, теләгән йөк: утын, бесән һ.б. нәмәләр индерергә мөмкин. Ләкин ҡапҡаларҙың тирә-яғы ҡола ялан! Мәгәзәй, һыртҡыуаҡтан башҡа.

Болот, быҫҡаҡлап торған ыуаҡ ямғыр осоро! Ҡапҡа тора. Интернат әҙер. Барак бар. Ышкул янына эй күп оҙонса бик күп тимерҙәр ташып һалдылар. Бына бер заман арбалар менән сүбәк, таш ташый башланылар. Зыярат яғынан текә ҡабаҡлыҡта тәрән соҡор ҡаҙҙылар, тирә яғын кәртәләгәс, соҡорға улаҡ үткәрҙеләр, ә соҡорға йөкләп-йөкләп Әндрееевканан бире ерҙән эзбиз ташып ауҙарҙылар. Алыҫтан ат менән ташып улаҡҡа һыу ағыҙҙылар. Күп тә үтмәй соҡор шаулап-гөрләп тирә яғына аҡ “ямғыр” сәсте! Унда яҡын барырлыҡ түгел! Бик ҡурҡыныс! Күмпелер соҡор шулай шаулай торғас, бер көн иртәнсәк иртүҡ, бик көслө, ҡурҡыныс шартлау ишетелде! Был шартлауҙы Түбәнге ауыл, Үргауыл, Өмбәт, Аҡбирҙе, Хәсән хуторында ла ишетеп аптырайҙар! Был ниндәй гөргөлдәү-шартлау!? Был тауыштан һуң соҡор, күрәһең, тынысланғандыр.

Буласаҡ ышкулдың нигеҙен ҡаҙып, уратып таштар һалдылар. Эзбизде мискәләп ташыйҙар, ер, таш эзбиз һалалар. Бына бер саҡ бик матур ап-аҡ ышкул нигеҙе әҙер булыуына шатланып, балта оҫталары бүрәнәләр һала башланы! Эш күңелле, ҡыҙыу бара! Бүрәнәләр араһына мүк түгел, ә сүбәк һалдылар. Нисә көн үткәндер, бер заман бар кешене хайран ҡалдырып ышкул стенаһы ҡалҡты! Халыҡ шатлығын әйтеп кенә аңлатып ҡына булмай! Стеналар, иҙән үрҙалары әҙер булғас, иҙәндәр ябыу эше айырыуса ҡыҙыу барҙы! Шул уҡ ваҡыт өҫкө өрлөктәр ябылып, тупраҡ һалынды! Алдан ҡуйылған стрәпилдәрҙе теге тимерҙәр менән ҡапланылар. Дүрт ерҙә мейес сығарҙылар! Бөтә халыҡ ышкул булыуына ышанып бик тырыш эшләне. Берәүҙәр күмәкләшеп түбә таҡтаһын эстән обшивать иттеләр. Ишектәр ҙә ҡуйылдылар!

'''Кластар әҙер!'''

Ингәс тә беренсе кумыт ҡарауылсы – завхоз Тулыбаев Ишбулды ағайға бирелде. Ул кумытҡа ҡатыны Мәғрифә апай менән күсеп сыҡты! Уға ике ат яуаплылыҡҡа беркеттеләр. Икенсе кумыт уҡытыусылар бүлмәһе – “Учительский”, өсөнсө ҙур залды 1 класс тинеләр. Уның янындағы шундай уҡ ҙур залды 2 класс тинеләр. Ә уларҙың алдындағы ҙур яҡты залда уҡыусылар тәнәфестә сығып тороу урыны тип бүлделәр! Артыҡ кешеләргә бында эш бөткәс , мейестәрҙе аҡлап, иҙән-түбәләрҙе буяп, кипһен, кеше, мал инмәһен өсөн рәшәткәләр ҡуйып, елләтеп кибергә ҡуйҙылар.

Бығаса беҙҙә бер кем күрмәгән “парта” ташып тултырҙылар! Ике класҡа дүртешәр рәттән теҙҙеләр. Өҫтәл янына бер ултырғыс, ҡара таҡта – доска ҡуйҙылар. Уның бейек ике тояғы бар. Шулар араһынан таҡтаны тегеләй-былай әйләндерергә лә мөмкин! Кластар әҙер!

'''Ҡурай'''

Бер йәй, бер ҡыш үтте! Атай тураһында ләм-мим! Ҡәрсәй Кршәник, Һарыҡташтағы таныш-белештәрҙән бер-ике рәт һорашып ҡайтты! Бер кем, бер ерҙә уның турала белмәй! Ғәиләлә тын алыш та үҙгәреүен һиҙеп ҡалам! Минең йыуаныс-ҡыуаныс! Теге йәйҙә ҡунаҡтарҙан һуң һыу буйында ҡурайҙа уйнайҙар кеүек ишетеп ҡалдым. Шунда йүгереп төштөм! Ғилмитдин абзыйым яр башында, мунса аръяғында, аяҡтарын ярҙан төшөрөп ултырған да ҡурайҙа уйнай! Мин янына ултырһам да иғтибар итмәне. Уйнап бөткәс:

– Ҡурай уйнарға өйрәнгең киләме? – ти.

Мин ҡыуанып, өйрәт тә өйрәт, өйрәнәм, тием. Ошонан һуң ул бәләкәй генә ҡурай яһап бирҙе лә, нисек ҡуйырға, нисек өрөргә кәрәклеген күрһәтте. Ул әйткәнсә, мин гел өрә торғас, һыҙғырта башланым. Беҙ гел бергә йөрөй башланыҡ. Бармаҡ урындары яһағас, бер еңел генә көйҙө сығарҙым! Абзыйҙың быға ҡыуанауының сиге булманы! Ул мине бейергә өйрәтеүенән башҡа хәҙер ҡурайҙа ысынтыллап өйрәтте! Ҙурыраҡ ҡурайҙа уйнауҙан көй ҙә һәйбәт сыға башланы! Ул ике ҡурай: үҙенә лә, миңә лә бер төрлө итеп эшләне, инде беҙ икәү уйнай башланыҡ. Уйнап туҡтағас, ул мине күтәреп, өйөрөлтөп- әйләндереп, яратып, төшөрә лә:

– Ҡайҙа йөрөһәң дә өр, уйна! – тине.

Бер - ике көйҙө айырыуса шәп уйнаныҡ!

'''Беҙ Сәфәрғәле абзыйҙарҙа'''

Бер йәйге кистә беҙгә Сәфәрғәле абзый килеп инде лә:

– Апай, Әһли! Хәҙер уҡ мин һеҙҙе үҙебеҙгә алып ҡайтам! Йыйынығыҙ! – тине.

Беҙгә йыйыныуға күп кәрәкмәй! Һандыҡты сығарып ултыртып, ятыр ҡаралты, кейемдәребеҙҙе алып сығып, арбаға ултырҙыҡ! Беҙҙе бер кем оҙатманы. Сыҡманылар! Һә тигәнсә уларға, ауыл осона, килдек тә нәмәләрҙе аш өйҙәренә ташып та ҡуйҙыҡ! Беҙҙең янға өләсәй, әсәйҙең әсәһе, Мәхмүзә әбей, Орхия еңгәй, Әхмәҙғәле абзый сыҡтылар! Бергә ултырып ашап-эсеп алдыҡ та Әхмәт менән мин бында йоҡларға яттыҡ! Шулай итеп, ҡапыл беҙ уларға күсеп сыҡтыҡ. Ул саҡ әле йәй, эҫе саҡ ине. Ололар ҡырға, эшкә, китеп бөтә. Беҙ икәү ҡала инек. Әхмәт абзыйҙы ҡыр эшенә алып киттеләр. Әсәй ҙә китте. Ҡартатайҙың тәүге ҡатыны Ғәбиҙә өләсәй мкәү өйҙә ҡалабыҙ. Башҡалар эштә!

'''Кушловский'''

Йәй көндәре эҫе! Мин тиңдәштәрем менән Ҡылы буйында! Өшөгәнсе һыуға инеп, ҡыҙынабыҙ ҙа , өйрәк кеүек, сыу булып тағы һыуға һикерәбеҙ. Шулай, ирендәр буҙарып өшөгәндән, ҡалтыранып ишегалдына инһәм, утъяҡҡыста кемдер һауыттар шалтырата!
Инһәм, әсәй:

– Эштән ҡайтарҙылар. Ырымбурҙан әртистәр килгән… Шуларға ашарға әҙерләйем, - ти.

Кәртә яғына ҡараһам, бик ҡыҙыҡ ят тарантас. Кеше ултыра торған урын көплө, тәҙрәле! Арттан баҫҡыс бар. Ике яҡтан да баҫҡыстар. Ат тотҡан дилбәгесенең урыны айырым, алда. Лапаҫ аҫтында ике шоморт ҡара аттар тора! Ҡамыт, ыңғырсаҡ ышлыялар, югәндәр бик матур һары төймәләр менән биҙәлгән! Аптырырлыҡ! Барыһы ла уйынсыҡ кеүек!...
Әсәй янына инеп һорашырға уйлағайным да, өйҙән бер йөрәк өҙгөс матур тауыш ишетеп аптыраным да өйгә йүгереп инеп ишек яңағына һөйәлеп ҡапыл туҡтаным! Нәҙек, оҙон кеше ишеккә арты менән торған да баяғы тылсымлы тауыш сығара! Һул яғындағыһы күренмәй. Аҡ епле таяҡсығын уңға-һулға йөрөтә! Уйнай! Икенсеһе стена буйлап һуҙылып яҫтыҡта ята. Күрәһең, теге уйнағанға знак биргәндер, моңло тауыш туҡтаны. Яурынынан һул ҡулында бик ҡыҙыҡ, матур, ҡыҙыл төҫтәге уйынсығын (таяғын) төшөрөп, миңә ҡарап торҙо ла башымдан һөйөп-һыйпап:
– Эй, ыланҡай, ишек төбөндә торма, әйҙә, үт бире! - тип етәкләргә иткәйне, мин сығып ҡастым! Шул саҡ минең күҙ йәштәрем сыҡҡанын белдем!
Әсәй уларға ашарға әҙерләгәнсе, теге ғәжәп кеше әсәй һәм минең менән һөйләшеп китте. Теләмәһәм дә, бергә ашап-эскәс, ышкулға, театрға, киттек! Ул мине етәкләп бара…
'''Мәгәзәй. Ышкул яны'''

Беҙ килгәндә ҡояш тау артына ултыра башлағайны. Мәгәзәй янынан алып юл, һыртҡыуаҡ, интернат яғы, ышкул тирә-яғы ат-арба, йәйәү халыҡ менән тулған! Йырып үткеһеҙ… Беҙ аптырауҙа ҡалдыҡ! Ышкулға яҡын барырлыҡ түгел! Мәшхәр! Геү киләләр: аттар кешнәй, алай-былай этәрешеп, сайҡалалар! Ҡайһы бер ҡатын-ҡыҙ сәрелдәп ҡысҡыра, һүгенәләр, әрләшәләр! Балалар аҡырып илай! Был әртист менән мин әллә ҡайҙа, ситкә этәрелеп, сығарылдыҡ. Ышкул түбәһенән бер әртист:
– Кушловский! Бер ерҙә тор! Хәҙер ярҙам ебәрәм! – тип ҡысҡыра.

Беҙгә ун биш-егермеләп кеше килеп, юл ярып тәҙрәгә килдек! Ишек бикле! Тик әртистәр генә ҡуйылған баҫҡыс аша тәҙрәнән инәләр! Башҡа әмәл юҡ! Беҙ ҙә көс-хәл менән тәҙрәгә ҡуйылған баҫҡыс аша эскә индек! Ышкул эсе шығырым тулы! Эҫе! Эленгән шәмдәр ҙә насар яна! Саҡ, көскә, шаршау артына индек. Мин мейес мөйөшөндә торҙом. Шаршау асылыр алда ғына иҙәндә ултырыусылар араһына урынлаштырҙылар!

'''Театр'''

Шаршау асылғанда тынлыҡ! Себен бызылдауы ла ишетелерлек. Ғәләмәт матур кейенгән ҡыҙҙар, Лил кеүек һылыуҙар, теҙелешеп ултырып йырлайҙар. Баян-скрипка (уның исемен Кушловский әйткәйне), шаршау артында шундай уйнай! Ҡыҙҙарҙың ҡыҙғаныс һүҙҙәре, музыка илата инде! Был ҡыҙҙар ҡайҙалыр-кемгәлер һатылғандар, мал кеүек! Шуға илашалар икән! Ярай әле, театр күңелле тамамлана! Халыҡ гөж килеп ҡул саба!

– Инде кешеләр ҡайтыр, кәмер, - тиҙәр әртистәр.

Кушловский шундуҡ мине табып алып шаршау артына индерҙе. Көс-хәл менән залды бушатҡас ҡына, тын алдыҡ! Күп кешеләр ҡайтһа ла , ышкул янындағы кешеләр ҡайнаша, күмәктәр! Залдан күп ширлек, ултырғыстар ҙа алдылар. Стена буйлап ике-өс рәткә эскәмйәләр теҙҙеләр. Унда ла халыҡ бытҡышып ултырҙы.
Кушловский скрипкала, икенсеһе баянда уйнай башланылар. Тик берәү ҙә бейемәй, өндәшмәй ултыралар! Музыканан башҡа тауыш юҡ! Шул саҡ Бәҙритдин ағай тегеләр менән һөйләшеп, көйҙө алмаштыртты. Бер апай килеп:

– Әһли! Хәҙер бейе лә, анау ағайға баҫ, - тип күҙ менән генә күрһәтте.

Теге әртистәр икәүләп һыҙҙыралар бит “Перовский”ҙы! Мин ни... ялан аяҡ, ялан баш, күлмәк-ыштан, төшөп киттем бит бейергә! Башта көләләр ине минән! Тындылар! Ҡул сабып дәрт өҫтәйҙәр! Өс-дүрт түңәрәктән һуң күрһәткән кешеләренә баҫыуым булды, бына көслө ҡул сабыуҙар менән теге кешене халыҡ һорай! Ул уҡытыусы “Ҡаришбулды” кличкалы Ишбулды Арсланов икән! Мин уны тәүгә күрҙем. Бына ул “заказ” буйынса, көйгә ойота баҫып, кеше аптыратып бейене, минең кеүек! Ул икенсегә, өсөнсөгә, унан күмәк уйынға әйләнеп, таң атҡас таралышып ҡайттыҡ!

'''Кушловский ҡайта'''

Башҡа ауылдарҙа булғас, Кушловский Ырымбурға ҡайтышлай беҙҙә туҡтаны. Әсәй менән улар Мәргән, Лил тураһында һөйләшкәндәр ине. Әле лә уларҙы, Сураш ауылын иҫкә алдылар. Тағыла мине Ырымбурға уҡырға алып ҡайтыу тураһында һөйләштеләр.

– Мин ни, Ырымбурға ебәрергә риза, - ти әсәй.
Минең менән дә һөйләштеләр. Мин Ырымбурға уҡырға барырға шатланып риза булдым! Сәй эскәс, теге матур ҙа, ҡыҙыҡ та күренгән арбаға Алағаш ҡайынға тиклем ултырып барып төштөм. Кушловский ҙа төшөп:

– Көт! Мин һине уҙем килеп алам, - тип арбаға менде. Ишеге асыҡ. Ҡуҙғалыр алдынан бер сепрәккә төрөлгән нәмә тотторҙо ла китеп барҙы. Мин уларҙы күҙҙән юғалғансы ҡарап ҡалдым! Миңә әллә нисек күңелһеҙ, буш кеүек булды! Сәбәпһеҙ күҙҙән йәш килде! Төйөнсөктө тотоп, саң борҡотоп ҡайтып индем. Әсәй баяғы төргәкте ҡараны ла:

– Ҡайһылай күп аҡса биргән һиңә, - тип йыйып ҡуйҙы.

Ошонан һуң мин көн һайын тиерлек Кушловскийҙың килеүен көттөм. Ул килмәне лә килмәне! Беҙгә ауылға тағыла Ырымбурҙан әртитстәр килде… Уларҙан Кушловский тураһында һораштыҡ.

– Ул фәжиғәле һәләк булды! Хәҙер ул юҡ инде, - тигәс, мин башты түбән эйеп, әсе күҙ йәштәре түктем!
Әсәй йыуатып:

– Илама, балам! Улай ярамай! – тине.

Мин уны тыңлап, башҡа иламаным. Әҙ көлдөм. Онотоуы уны миңә ауыр булды, сөнки мин унан күпте көттөм! Ҡайсаҡ һөйләшеүемдең рәте булманы! Ҡайҙа йөрөһәм дә, ятһам да, скрипка тауышы ишетелгән кеүек тойолдо! Кушловский мине скрипкаға ғүмерлеккә ғашиҡ итте! Һәр саҡ ҡолаҡтарҙа скрипка сеңләүе ишетелгән кеүек булды! Барыбер скрипкала уйнарға өйрәнәм тигән уй-фекер миңә тыңғы бирмәне! ! Тик ҡайҙан, нисек уны табырға!?

'''Ике өй араһында'''

Мин ҡартәсәйҙәргә көндә барам. Ғилмитдин абзый буш булһа, уның менән ҡурай уйнайым, бейейем, йырлайым! Һәр ваҡыт кем генә йә йырла, йә бейе,тиһә, шундуҡ урамда йырлап-бейеп китәм. Ат юлы күпереп ятҡан саң. Ул саҡта ат-арба менән үткән кеше күп. Мин ҡәрсәйҙәргә ошо юл менән барғанда үҙемә-үҙем таҡмаҡлап бейеп китәм, йырлап ебәрәм. Башта мине кеше көлкө-мәҙәк итеп алды! Аҡылға теүәл түгел, иҫәүән тип һананы! Юл буйлап аяҡтарымды саңға батырып, саң туҙаны күтәреп, йырлап барам! Кешеләр был ғәҙәткә өйрәнгәндер, өндәшеү-көлөү минең өҫтән онот булды!

'''Ышкулды асыу байрамы'''

Бер ваҡыт ышкулды асыу байрамы үткәрелә тигән хәбәр таралды. Һуң ул ышкул асыҡ та инде! Нимәһен асалар икән? Интернат яғына ҡараған тәҙрәһеҙ стенаға терәтеп иҙән йәйҙеләр.Уның бейеклегенә минең ҡулым етмәй! Ике яҡтан шаршауҙар ҡорҙолар. Уртаға өҫтәл, ултырғыстар ҡуйылды. Ауыл йәштәре кәнсирте була тип эре хәрефтәр менән яҙып өс ауылда ла кешеләрҙе саҡырып белдереү элделәр.

Фәтхиямал апай, Нуритдин, Ғилмитдин абзыйҙар миңә таман итек, камзул, билбау, ҙур йөнлө кәпәс кейҙереп “Перовский” ға бейетеп ҡаранылар. ”Алға тибеҙ, алға тибеҙ, алға табан барабыҙ! Алға барырға ҡушҡан бит беҙгә Ленин бабабыҙ” – тигән йырҙы ла йырлатып ҡаранылар. Ғилмитдин абзыйым менән бергә ҡурай уйнарға әҙерләндек. Ышкулдың асылыуын мин көндәрҙе һанап ныҡ көттөм!
Интернатта ла, тышта ла иртәнән уҡ ҡаҙандар, самауырҙар ҡайнай! Төш ауыр ваҡыттарҙа йәйәү, атлы кешеләр килеп тулды! Һәр ауыл бригада кешеләрен список менән килтерҙе! Кеше һаны, балаларҙы ла иҫәпкә алып, һаналған. Һауыт-һаба етерлек килтерелгән, бригадаларҙың урындары билдәләнгән! Һәр береһе үҙ халҡы менән бер ерҙә ултырҙы.
Бөтә саҡырылғандарҙы ашатып-эсереп бөтөүгә ҡараңғы ла төшә башланы. Ҡараңғы булыр тип уйлһаҡ, күп бағаналарға шәм элделәр! Бөтә тирә-яҡ яктырып китте! Йәйелгән иҙән яғы айырыуса яҡты. Халыҡҡа ултырырға стена буйлап бик күп эскәмйәләрҙә әҙер ине.

'''“Асыу” башланды'''

Өҫтәл уратып ситтән килгән кешеләр ултырҙы. Улар артындағы скәмйәгә список менән саҡырып ауыл кешеләрен ултырттылар. Улар араһында минең абзыйҙар, Фәтхиямал, Гөлзифа, Фәхерниса, Маһира, Зәнзәбил, Нәсимә апайҙарҙан тыш курше ауыл кешеләре. Бөтәһе лә ултырып. Тынысланғас бер район упалномучинныйына һүҙ бирҙеләр. Ул бик күп матур ҡотлау һүҙҙәре, рәхмәттәр әйтте. Икенсеһе, ҡулына ҡағыҙҙар тотҡаны, ышкул һалыныуы тураһында һөйләне.

– Бына, ошо ҡағыҙҙарҙа ышкул эшендә яҡшы эшләгән кешеләр исемлеге. Списокты уҡып тормайым! – тип һәр хужаға бирҙе.
– Бөгөн күп кешегә бүләк тапшырырға тейешле инек, был әллә нисә сәғәткә һуҙыла, бүләктәр алынған, һәр кемгә бүленеп яҙылды! Иртәгә үҙ ауылдарығыҙҙа алырһығыҙ, бер кем онотолмаған, мәхрүм ҡалған кеше юҡ! – тине лә кәнсирт башлана тип иғлан итте.

Сәхнәнән ултырғыстарҙы, өҫтәлде алдырып, үҙҙәре лә аҫҡа төшөп ултырҙылар. Шаршау ябылды. Бына кәнсирт башланды.! Хәсән хуторынан күмәк балалайкала уйнағандарына ғәжәпләнмәгән кеше булмағандыр! Ары йыр-бейеү, күмәк таҡмаҡ әйтеү! Ғәббәс, Мәзит күмәк йыр – хорҙан башланы, яңғыҙ йыр-бейеүҙәре бик яҡшы булды! Өмбәт, Үргауылдан ике-өс ҡурайсы , бер төркөм гармунсылар… Берәү халыҡ һынын ҡатырып көлкөлө декламация һөйләне. “Нисек ятлаған, ниндәй оҫта һөйләй бит әле!” - тиҙәр.

– Әбделәхәт Әбделғужин ағай бейей! – тип әйтеүҙәре булды, бөтә халыҡ алдан уҡ ҡул сабып, сыу булып ҡаршы алды!

Ул үҙе ҙур кәүҙәле, ҡулдарын йәйеп, сәхнә тултырып йөрөп бейеүе! Ике тапҡыр һорап бейеттеләр! Бына Уртауыл, Түбәнгеүауыл сығышы!

– Скрипкала Зәбихулла Ишкинин! – тиҙәр.
Минең йөрәк аттай тулап тибә! Ул сығып бер көйҙө уйнап киткәйне лә, ҡабат бороп, шуны, шуны уйна, тип ҡысҡырышып сәхнәнән ебәрмәнеләр. Зәбихулла ағайҙың уйнауы бик оҡшаны! Беҙҙең ауылда бар икән скрипкасы, тием. Ошонан башҡа мин уның уйнағанын ишетмәнем. Концерт шундай ҡыҙыу бара!
– Хәҙер Сөләймәнов Ғилмитдин, Сөләймәнов Әһлитдин ҡурайҙа уйнайҙар! – тип иғлан ителде.

Мин абзыйым янында былайҙа бәләкәй генә, ә сәхнәнән бигерәк бәләкәй күренгәнмендер инде! Беҙ икәүләп тетә һуғып бейеү көйҙәре уйнайбыҙ!

'''Кис'''
Кискә ат менән күпмәләр – матрас килтереп йәйеп, өҫтәрен турпыша – ҙур одеялдар менән ябып һәр кешегә бәләкәй яҫтыҡ биреп, йыйыштырғас, ябышырға одеялдар һалғас общежитиегә йәм керҙе. Тәҙрәгә аҡ ҡорғандар эленде.

– Сәпсим матурланды! – тип ҡыуанышалар.

Ҡыҙҙар ҡайҙа урынлашыуын бер кем һорамай ҙа, белмәй ҙә! Улар ауылда бер өйҙә урынлашҡан. Кискә табан ҡыҙҙар килде. “Фантик” уйыны ойошторҙолар. Отолған кешене йырларға, бейергә, нимәлер һөйләргә, төрлө һорауҙарға яуап бирергә мәжбүр итәләр! Бейергә төшкән кешегә таҡмаҡ әйтәләр. Зыу киләләр! Йоҡларға ятҡас, кем ниндәй “ҡарһүҙ” белә, шуны һөйләй! Ҡыҙығы ла, ҡурҡынысы ла бар! Мин улар эргәһендә, мейес янында ,ятам. Быға мөғәллим дә ҡаршы килмәне. Йоҡлар алдынан кемдер:

– Беҙ нисек, нимә уҡыйбыҙ икән? – ти.

– Белмәйһеңме? Яҙырға, уҡырға! Иртән башлайбыҙ бит! Шунда күрерһең! – ти икенсеһе.

'''Беренсе дәрес'''

Һәр кем звонок булғас, үҙ урынына ултырыштылар. Ҙур тынлыҡ! Аяҡ тауышы… Мин йылп итеп мейес артына йәшендем. Ҡарауылсы бисәһе менән, мөғәллим – өсөһө әллә ниндәй коробкалар, ҡағыҙҙар күтәреп инделәр. Мәғрифә инәй тағы килтерҙе! Класта мөғәллим һәм егеттәр генә ҡалды. Һәр береһенә чернила (күк) һалынған быяла, матур ғына ҡара һауыты өләште. Унан һары ручка, дәфтәрҙәр таратты ла:

– Пероларҙы ошо һауытҡа тығып, манып алғас, дәфтәрҙәрегеҙгә яҙаһығыҙ. Мин ҡара таҡтаға яҙғанды күсерерһегеҙ, - тип аңлатты.

Унан һәр береһенең исем-фамилияһын, тыуған йылын, кем сығышы буйынса бай, ярлы, крәҫтиән, интеллигент, колхозсы, единоличникмы тип һорап яҙҙы. Ҡайһы берәүҙәр нисек әйтергә белмәй аптыраны! Шулай икенсе дәрес бөтөүгә звонок яңғырауы булды, һеперелеп сығып киттеләр.

'''Ҡырғыҙ, Үргауылдар һуңланы'''

Звонок булып, кластан сыҡҡандарынса был залға ике ауыл йәштәре тулды. Мөғәллим сығып:

– Ҡырғыҙ, Үргауылдар! Звонок булыр, инерһегеҙ! – тип кәнсәһенә инеп китте.
Һеперелеп класҡа инеп ултырҙылар. Буш парталарға тегеләр икешәр-өсөшәр ултырыштылар. Мөғәллим инеп өҫтәл янына торҙо. Ул тора, уҡытыусылар ултыра.

– Бөтәгеҙ ҙә тороғоҙ!
Торҙолар.

– Бынан һуң звонок булыу менән үҙ урынығыҙҙа булығыҙ! Уҡытыусы инеү менән һүҙһеҙ генә тороп ҡаршылайһығыҙ. Рөхсәт булһа, ултырышаһығыҙ, бына шулай! – тине.

Ҡырғыҙ, Үргауылдарҙы стена буйына теҙеп:

– Һеҙ нишләп кисә килмәнегеҙ!? Ямғыр, имеш! Ғәббәс, Мәзиттәргә көн буйы килһәләр ҙә ел-ямғыр булмаған! Тороғоҙ шунда! – тип дәрес үткәрә башланы. Тегеләрҙә эше лә юҡ! Звонок тәнәфескә. Тегеләрҙе сығарманы.
– Икенсе тапҡыр килмәү түгел – һуңламағыҙ! – тип дәрес башланғас ҡына урынлаштырҙы.
Мин мейес артынан сығып ишек төбөндә ултырам. Ишек ярығынан ҡарайым, тыңлайым. Шулай көн һайын мәктәпкә йөрөйөм. Бер нисә уҡытыусының күҙенә эләктем.
– Мәрхәбә! Һин малайыңды ары мәктәпкә йөрөтмә! Ярамай,– тиҙәр.
Мин әсәйҙән ҡасып барыбер мәктәпкә киләм. Уларҙы ҡарайым, тыңлайым. Бер нисә иҫкәртеү ҙә туҡтатманы. Бер көн уҡытыусы үҙе класҡа индреп беренсе рәткә үҙенә ҡаршы ултыртты. Мин көн һайын йөрөй башланым. Бер бит аҡ ҡағыҙ, ҡәләм бирҙе. Дәрес барышында берәү һорауға яуап бирмәһә, мине торғоҙа:

– Әһли, әйт әле шул-шул нисек була?
Мин яуап бирәм. Мине, һин икенсе класс уҡыусыһы, тип маҡтай. Яуап бирмәгәндә , һин нуль класы булаһың, ти. Башҡалар бышылдап көләләр. Көлөүселәрҙе “наказать” итә. Хәҙер мин мейес артында гел, иң алда, иң шәп уҡыусы булып һаналам.

'''Йыр дәресе'''

– Хәҙер йыр дәресенән һуң ҡайтырһығыҙ. Ғәббәс, Мәзит алыҫ. Ҡайта алмаҫһығыҙ. Баҙар йөрөүселәр күп. Шулар аша нимә кәрәк, әйтеп ебәрерһегеҙ. Йә, кем ниндәй йыр белә? Оялмағыҙ! Йырлап күрһәтегеҙ!- тине мөғәллим.

Класта шымлыҡ. Уҡытыусы көтә. Бер йырлап күрһәтеүсе юҡ!

– Берегеҙҙә йыр белмәйме ни? Әһли! Тор! Бер йырлап ебәр әле беҙгә! -тигәс мөғәллим, мин торҙом.
Бер аҙыраҡ иҫкә алып йырлап та ебәрҙем, йәғни ишеткән-белгәнемде. Гел көлкө һүҙле, төртмәле йәштәр таҡмағын! Бөтәһе лә, мөғәллим үҙе лә, шаулашып, күҙҙәренән йәш сыҡҡансы көләләр! Тағыла, тип ҡеүәтләйҙәр! Мин, биғәләш, йырлауымды беләм! Үҙем көлмәйем дә. Туҡтап ҡалғас, мөғәллим:

– Әһли, һиңә биш! – ти. Мин ниндәй биш,ниндәй әйбер был, тип уйлайым. Мөғәллимдән биште биреүен көтәм. Ул класҡа мөрәжәғәт итеп:

– Хәҙер “Аҡ ҡайын” тигән йырҙы өйрәнәбеҙ! - үҙе йырлап күрһәтте.

Матур тауышлы! Бүлеп- бүлеп бергә өйрәнеп, гөр килеп “Аҡ ҡайын”ды йырлап ялға таралыштылар. Интернатта берәү ҡалманы. Өйгә ҡайтҡас, әсәйҙән һорайым:

– Бәҙретдин ағай һиңә биш тине лә, үҙе бер нәмә бирмәне!

– Ул һиңә берәй төрлө нәрҫә түгел, һин үҙеңде дәрестә матәр, тәртипле тотҡан өсөн “биш” әтмиткәһе ҡуйған! Ә һин нимә эшләгәйнең һуң? – тип төпсөнә әсәйем.

– Мин ни, йырлағайным! – тим.

– Улайһа һинең йырың матур булған! Оҡшаған! Шуның өсөн һиңә “биш” әтмиткәһе ҡуйған. “Биш “алғас ни яҡшы булған! – тине әсәйҙе лә ҡыуанып.
Мин тәки аңламаным! Биш тигәстә бер нәмә лә бирелмәй! Әтмиткә ҡуя!

'''Һаҙый Ғүмәров'''

Ял көнө. Көҙгә табанғы аяҙ, эҫе көн! Ышкул ятағында бер кем юҡ! Тып-тын! Өй күләгендә, һалҡында беҙ сәй эсеп ултырабыҙ. Беҙҙең янға таныш түгел, йәш кенә егет килеп баҫты. Башында иҫке кепка, терһәктәре ямалған кәзәкей. Түше асыҡ иҫке аҡ күлдәк. Тубыҡтары ла ямалған иҫке салбар! Аяғында галош кейгән, ҡулында – сумка. Ул – беҙгә, беҙ – уға аптырап ҡарайбыҙ. Хәбибъямал инәй, кем булаһың, ҡайҙан, кем кәрәк, тип һорашҡас, ул баҙнатһыҙ ғына:

– Мин Һаҙый Ғүмәров булам. Ошо ышкулға уҡытыусы итеп ебәрҙеләр… Зиянчуранан, - тине.
Ғәжәпкә ҡалған бисәләр уны сәй эсергә ултырттылар. Күренеп тора, ул ныҡ һыуһаған да, асыҡҡан да! Ашап-эсеп туйынғас, һорашып, уның Ырымбурҙа уҡып, ошонда ебәрелеүен белдек. Һүҙгә бай, ябай башҡорт егете, тиештеләр. Хәҙер мөғәллимгә барып әйтербеҙ, тип торғанда, тегеһе үҙе күренде. Килеп етеү менән:

– Ә-ә-! Һеҙ Һаҙый Ғүмәров булаһығыҙмы? – тип танышты.
Ошо саҡ ат менән үтеп барған Шаһимәрҙән Исмәғилов – колхоз председателе, атын бороп, беҙҙең янға килде. Һорашып-һөйләшеп бөткәс:
– Яңы уҡытыусы Һаҙый Ғүмәров килә, тиҙәр ине. Ул һеҙ икән! Көн эҫе! Килеп етеүе ҡыйын булғандыр инде… Бәҙритдин! Мин Һаҙыйҙы үҙемә алып ҡайтайым! Әйҙә,Һаҙый ҡусты, ултыр атҡа, беҙгә төшәбеҙ! – тине.

– Һай, Шаймәрҙән ағай! Салт кешеһең дә инде! Кемгә урынлаштырайым тип торһам, бик-бик шәп иттең! Рәхмәт! – тип бөтәһе лә ҡыуаныштылар.

– Бахыр! Был кеше бик йонсоу күренә! Кейемгенәһе ҡайһылай! Был мәхлүк саҡ ҡына ла уҡытыусыға оҡшамаған! Нисек балалар янына барып күренер! Йәлләүес булып китте! – тип һаман Һаҙыйҙы иҫләп йәлләнеләр.

'''Ялдан һуң иртәнсәк'''

Сит ауылдарҙан кисләтеп уҡыусылар килделәр. Иртәнсәк Бәҙритдин ағай менән һис танымаҫлыҡ кеше килде. Башында өр-яңы кепка, өҫтөндә таҙа аҡ күлдәк. Муйынында аҡ сепрәк (галстук икән), яңы костюм, ялтырап торған ботинка, өр-яңы портфель. Һаҙый Ғүмәров! Уны таң атҡанса мунсала йыуындырып, кейендереп кәртинкәме ни, бөтөнләй икенсе егет иткәндәр! Шуныһы ҡыҙыҡ: беренсе күреүҙән уҡ ғашиҡ булған ҡыҙҙар ҡайҙа, имеш, беҙгә ошондай егет, тип уфтанғандарҙыр.

Интернатта беҙ ике йыл йәшәнек. Ошо осорҙа яңы уҡытыусылар ғәиләләре менән килә башланы. Интернат ябылды. Унда Хәйрулла Арсланов, Мәхтимә апайҙар йәшәй башланы. Беҙ өләсәйҙәргә күсеп ҡайттыҡ. Ашөйҙә беҙ барҙағы кеүек һис үҙгәреш юҡ. Тыныс йәшәй башланыҡ. Сит ауыл балалары беҙҙең ауылда урынлашып бөттөләр. Ҡайһылары Үргауылда. Тағы күп кенә уҡытыусылар беҙҙең ауылда урынлашты.

'''Минең ҡаш'''

Һаҙый Ғүмәров ауыл йәштәре менән репетиция яһай. Спиктәкел була тигән хәбәр таралды. Унда мине лә саҡырҙылар ҙа “Ҡурҡам, ҡурҡам!”тип ҡысҡырырға ҡуштылар. Сәхнәгә мине тоҡ менән сығарыусы: бына, һеҙгә ашарға килтерҙем, ти. Мине алып сығалар. Бөтә роль шул!
Бына спиктәкелгә халыҡ ышкулдың залына йыйылды. Һыйыш юҡ! Шау-шыу! Урын еиешмәй! Эҫе! Тәҙрәләрҙе асып ҡуйҙылар. Мин шаршау артында ултырам. Апай-ағайҙар танымаңлыҡ итеп кейенгәндәр! Оҙон һаҡал, ялбыр, еткән сәслеләр! Һөйләшкән-көлөшкәндән генә кемдең кем икәнен белеп була! Ҙур-ҙур бысаҡтары ла бар…

Спиктәкел башланды. Бер ваҡыт сәхнәлә ысын ут яна! Ике тимергә эленгән ҡулаҡаҙан – бәләкәй ҡаҙанда урғылып һыу ҡайнай. Уны уратып һаҡал-мыйыҡлы, еткән сәсле кешеләр бысаҡтарын ялтыратып тотоп йырлайҙар! Уларға ҡарауы ҡурҡыныс! Бына береһе мине тоҡҡа һалып сәхнәгә сыҡты ла тоғон аса-аса:

– Һә-ә-әй! Һеҙ бер баш ҡына бешерергә ултыраһығыҙ! Мин һеҙгә ашарға ит килтерҙем! Хәҙер һуябыҙ! – ти.

Ә тегеләр алдында ҡашлы, ҙле, ауыҙы асыҡ “әҙәм башы”. Шуны өтөп, бешереп ашарға әҙерләнгәндәр! Мин был бик ҡурҡыныс әҙәм башын күреп, ҡуркам, ҡурҡам тип ҡысҡырыр урынына:

– Мин ҡурҡам, ҡурҡам, ысын ҡурҡам! – тип ҡысҡырып илай башлайым. Залдан:

– Мәрхәбә! Баланың йөрәген ярҙыраһың бит! Ал балаңды! – тип ҡысҡыра башланылар.
Мине кире тоҡҡа тығып алып сығырға тейештәр ине. Шул саҡ бер “людоед” һикереп тороп минең башты тубыҡтары араһына ҡуйып, үткер бысағы менән минең ике ҡашымды ла юнып-ҡырып та алды! Шул саҡ мине сәхнә артына алып сыҡтылар! Йыуатып, һылап-һыйпап, кәнфит тоттороп саҡ тынысландырҙылар!

Был ауылда беренсе спиктәкел булды. Ҡабаҡтан кеше башын эшләгән Һаҙый ағай Ғүмәров шәп художник, ботаник ине. Тик оҙаҡ эшләтмәнеләр. Абзан урта мәктәбенә күсерҙеләр!

Ошо спиктәкелдән һуң мин байтаҡ ҡашһыҙ йөрөнөм. Ҡаш үҫкәндә лә үҫте! Япрайып, хатта күҙҙәремә төшөп, ка-алын ҡара ҡаш үҫте! Был ҡаш әле лә минең баласаҡ осорон, барын – барын да иҫкә төшөрөп тора.
Йәш, егет саҡта, ялбыр ҡуйы ҡашты ҡырып та йөрөп ҡараным! Әммә уның файҙаһын бик аҙ ғына күрҙем! Ҡырырға ал арыным! Хәҙерге ҡашым шул спиктәкел заманыныҡы.

Шулай ҙа мине күп ҡыҙҙар яратты! Ҡашыма ҡараманылар! Ха-ха-ха-ха!

'''Атай ҡайтты'''

Тышта ҡаты һыуыҡ, буран! Еле үтеп бара! Әсе ел, тиҙәр. Ҡайсаҡ күҙгә бер ни күренмәй! Был буранда уҡыу ҙа юҡ. Кис. Өй йылы. Әхмәҙғәле абзыйым менән бер мөйөштә ҡарһүҙ һөйләшәбеҙ. Әсәй киндер һуға. Күмәк ҡатын-ҡыҙ бейәләй-ойоҡбаш бәйләй. Зыу килеп көлөшөп тә алалар! Өйҙә ике шәм яна, шулайҙа яҡтылыҡ етмәй. Кемдер берәү ишек ҡаға! Өләсәй ҡысҡыра:

– Ишек асыҡ! Кем шаяра! Инегеҙ!

Бер кеше көскә ишек асып инде лә, туҡтап өҫтөн ҡағып, буш тигәндәй тоғон мейес артына ырғытып, һепертке эҙләнә. Ул кеше ныҡ өшөгән! Быймаһы шыҡылдап туңған!

– Кем ул унда?! Һаман үтмәй, өндәшмәй! – тип кәрнистәге шәмде тотоп уның янына өләсәй килеп:

– Аһ-аһ! Фазтин кейәү түгелме? Әллә яңылышаммы?! – тине лә башҡа һүҙ таба алмай туҡтап ҡалды.

– Мин… Ҡайттым, тип өшөүҙән ҡалтыранған тауыш менән яуап бирҙе тегеһе.

Әсәй эшен туҡтатып шаҡ ҡатты. Нишләргә лә белмәй. Атай һаман ишек төбөндә! Кис ултырырға килгәндәр шунда уҡ һеперелеп сығып киттеләр. Өләсәй атайҙы етәкләп урындыҡҡа еткереп көскә туң быймаларын, өҫ кейемен систереп, ултыртты ла урындыҡҡа яҫтыҡ ырғытты. Яуырынына йылы кейем һала һалды. Шунда ғына әсәй иҫенә килгәндәй станок араһынан сығып, һүҙһеҙ генә өләсәйҙе ситләтеп, ашарға әҙерләй башланы. Ошо саҡ ҡулына стакан, шешә тотоп, шалтыратып ҡойҙо ла:

– Мына! Ошоно эс! Йылынырһың! – тине.

Атай өндәшмәй генә биргән нәмәне һыу кеүек эсте лә өҫтөндәге кейемгә төрөнөп стенаға терәлде! Бик тиҙ арала әсәй самауырҙа сәй шажлатып, бешкән ит менән картуф ҡурып килтерҙе. Атай инде ныҡ ҡалтырамай. Бер һүҙ һорашмай, һөйләшмәй сәй эстеләр. Атайға урын һалып бирҙеләр. Ул ятыу менән йоҡлап китмәне. Яртылаш тороп ултырып:

– Мине юғалтыу түгел, онота ла башлағанһығыҙҙыр инде! Мәзит, Өмбәт, Ғәббәстәр менән һатыу эше бөткәс, хушлаштыҡ. Минең эш бөтмәгәйне… Һарыҡташта ҡалдым. – тип һүҙ башланы.

Аръяғында ул ҡайтырға тип сыҡҡанда ғына, көтмәгәндә, ҡапыл иҫтән яҙыуы тураһында һөйләне:

– Иҫемә килгәндә, ҡараңғы төн ине. Ат-арбам юҡ! Торайым тиһәм тороп булмай! Тағыла иҫтән яҙғанмын. Бер аҡ бүлмәлә иҫемә килдем. Тимер карауатта ятам! Көс-хәл менәнаяҡтарымды төшөрөп ултырҙым. Аҡ халатлы урыҫ килеп инеп һине Фрол тигән кеше алып килде тине.
Ике-өс көндән атайҙы Ырымбурға алып килеп балнисҡа һалғандар. Быны уның таныш-белеш “знакум”дары эшләгән. Бик ҡаты сирләүе арҡаһында үҙе тураһында ауылға бер ниндәйҙә хәбәр ебәрә алмаған.

Әхмәҙғәле абзыйым менән мин йоҡонан торғанда, өйҙә бер кем дә юҡ ине. Торараҡ атайҙың тегендә, ҡартәсәйҙәргә, киткәнен белдем. Шулай ҙа бар аҙҙан атай беҙгә килә башланы. Ике ғаилә, ике өй араһында хужалыҡ итте. Тегендә лә, беҙгә лә ярҙам итте, сөнки ул балта оҫтаһы! Эше күп! Күп түләгәндәрҙер, күрәһең!

'''Экскурсия'''
4-се класты бөтөү мәле...
Уҡытыусы:

– Иртәгә ашарға алып килегеҙ. Уҡымайбыҙ, экскурсияға барабыҙ, - тип иғлан итте. – Кемдә һөҙгө бар, алығыҙ. Эңгәрселә балыҡ һөҙәрбеҙ.
Икенсе көндә ваҡытында ғына мәктәпкә йыйылдыҡ. Стройға теҙелеп, башта Алағашҡайынға тиклем килдек.

– Бына! Көндә күргән тауыбыҙ! Һеҙ нимә күрәһегеҙ? - өндәшмәй тик торабыҙ. – Күрмәйһегеҙме? Яҡшыраҡ ҡарағыҙ! Бәшәр ҡоҙоғонан алып ошонда тиклем юлды, юл ситтәрен, тау битен ҡарағыҙ! Нимә күрәһегеҙ?

Яуап юҡ. Нимә икән, тип аптырайбыҙ.

– Һеҙ көн дә күргәс, аптырап тик тораһығыҙ! Икенсе күҙ – күңел күҙе менән ҡарағыҙ!
Беҙ һаман өндәшмәгәс:

– Улайһа ҡарағыҙ! Һыртҡыуаҡ янынан тау осона тиклем... Тау битен ноҡот селеге ҡаплаған да, алһыу, ҡыҙыл сәскә атып тау битен матур төҫлө “юрған” менән ҡаплаған! Уны өйкөм-өйкөм аҡ сәскә - тубылғы сәскәһе менән иҙән һепергән селектең асыҡ һары сәскәләре менән башҡа төр сәскә атҡан үлән, һары, күк умырзая менән биҙәгән! Хәҙер инде күрҙегеҙме?!

– Күрҙек! Күрҙек! – тип ҡысҡырабыҙ.
Ысынлап та тау битен тәбиғәт шундай матур “юрған” менән ҡаплаған! Күҙ яуын алып тора! Беҙ шунда тәүгә ысын күҙ менән тәбиғәт матурлығын күреп аптыраныҡ.
– Инде юғарыға, иң бейек бүлкәткә диҡҡәт менән ҡарағыҙ! Тау бите ап-аҡ! Һыу тулҡынындай елгә бәүелә! Уның араһында аҡ-һары өйкөм сәскәләр күрәбеҙ!

Дөрөҫ, елгә сайҡалғаны ҡылған үләненең оҙон ҡылғаны. Ябай ғына селек сәскәһе лә шундай матур икән!
– Бына нисек! Көн дә күргәс, үҙ тәбиғәтебеҙ матурлығына һис һоҡланып, шатланып ҡарай белмәйбеҙ. Бындай матур тәбиғәт башҡа бер ҡайҙа ла юҡ! Тик беҙҙә генә! – тип, уҡытыусыбыҙ беҙҙең иғтибарҙы Тишектауға, эргә-тирәләге тауҙарға күҙ йөрөттөрҙө.

Үтәтишек тауы артынан ҡояш байтаҡ күтәрелеүгә мал тауыштары ишетелмәҫ булды. Бая, иртәнсәк һауа тын, һалҡынса ине, ә хәҙер, ҡояш күтәрелә башлағас, эҫелек тә һиҙелерлек, тауыш һауаны ярып үтә алмай. Шуға ишетелмәй! Беҙ быға ғәжәпләнеберәк ҡалдыҡ. Һорашып, ныҡышып торманыҡ. Ҡаршыла ятҡан Сейәлетүш, Артмаҡ, Ҡарағайтау, Ҡарағош, Аманингән һыуы, Эңгерсе һыуы тураһында диҡҡәт менән тыңланыҡ. Торған ерҙән бер аҙ араларына инеп йүкә, имән, саған, миләш менән таныштыҡ. Тау өҫтөнән барып, текә осонда туҡтаныҡ! Бөтә Өҫкәлек буйы, Үргауыл “ҡыҫығынан“ Ҡырғыҙ ауылы, туғайҙары, тирмән быуаһы, тирмәндең үҙе күренә. Унда тирмәнгә илеүселәрҙең арбалары, аттары ... Аръяғында туғай, тау. Ауылдар күренмәй!
Текә тау бите һикәлтәһенә төшһәк, крестар ҡуйылған ҡәберлеккә текәлдек.

– Бында “Кахолдар ҡәберлеге” , - тине лә уҡытыусы, беҙҙе түбәнгә эйәртте. Тау бөттө! Бында өй урындары, нигеҙ таштары...

– Элегерәк ошонда “Кахолдар” тигән хутор бар ине... Икенсе яҡҡа күсеп бөттөләр! – тип аңлатҡандан һуң, беҙҙе балыҡ һөҙөү менән ҡыҙыҡтырып ебәрҙе. Балыҡ тигәс, беҙ тиҙ генә һөҙгөгә ағас бәйләп, рәткә килтерҙек.
Бик ҙур тынлыҡ менән беренсе сөмбәйҙе һөҙәбеҙ. Һыу төбө ташлы. Аяҡтар ауырта! Ярға сыҡҡанда ҡыҙыу барып сыҡтыҡ. Ни күҙең менән күрәһең. Һөҙгө моҡсайындағы балыҡтың күплеге! Гел генә бәрҙе лә бағры! Тиҙ генә һөҙгөнө бушаттыҡ та, икенсе сөмбәйгә төштөк. Таҡыр урынға йүгертеп килеп сыҡтыҡ! Балыҡ шулай уҡ күп тотолдо!

– Йә, балалар, бына балыҡ та күп итеп тоттоҡ Ары һөҙмәйбеҙ! Бешереп ашайһығыҙ ҙа, ял итәһегеҙ ҙә, юл буйлап ауылға ҡайтабыҙ, тине уҡытыусыбыҙ.
Күмәкләп балыҡ таҙартып, ике күнәккә бүлеп һалдыҡ. Май һалдыҡ мул ғына! Балыҡ ҡурылып беште! Сәй ҙә ҡайнаны. Бергәләп ултырып, туйғансы балыҡ ашаныҡ, хатта артып та ҡалды!
Урман кеүек йәшел, киң япраҡлы үлән билдән бейек булып үҫкән! Үҙе әсе, быларҙы кахолдар сәсеп үҫтергән. Улар уны хрен тиҙәр. Беҙҙеңсә керән! Уның тамырын ҡарайбыҙ. Тешләп ҡарайбыҙ ҙа, төкөрөнөп, саҡ ауыҙ әсетеүенә түҙеп:

– Ниндәй зәһәр! Ауыҙға алғыһыҙ! Теге кахолдар нисек уны ашаны икән?!

– Улар уны онтап, киптереп, бик әҙләп кенә ашҡа тәмләткес итеп файҙаланғандар...

Әкренләп, һүҙгә мауығып бара торғас, беҙ ҡаршы тауҙың икенсе һикәлтәһендә туҡтаныҡ. Уҡытыусыбыҙ һаман аңлата:

– Туғайға күҙ һалығыҙ! Һыҙат-һыҙат өйәнке, ерек, ҡарама, муйыл, балан, һары тал ағастары... Ана! Үргауылдың түбәнге осонан әле булған Эңгерсе һыуына тиклем! Өҫкәлектең бер урыны һеҙҙең барып ат йөҙҙөрөп, һыу ингән Өҫкәлек Уртауыл, Ҡырғыҙ ауылдарына бик яҡынлап аға башлаған! Ауылдар ҙа һыуға яҡынлашҡандар. Үргауылдан Ҡырғыҙға тиклем аралыҡта ғына ҙур аҡландар, матур яландар бар! Ошо яландарҙан колхоз скирд-скирд, кәбән-кәбән бесән әҙерләп ала! Туғай тулы турғай башы ҙурлыҡтағы еләк! Ана Йәйек! Уның яландарында күпереп үҫкән бесәндәре! Ғәжәп бай тәбиғәтле беҙҙең Өҫкәлек буйы! Йәйен күнәк-күнәк, көйәнтәләп муйылын, баланын, ҡарағатын, ҡара бөлдөргән, энәлек алып ҡайтабыҙ!

Ниндәй бейек, лапаҫ кеүек үҫкән ҡомалаҡ! Уны бер-ике сәғәттә ҡосаҡ-ҡосаҡ өҙөп алып сығалар, киптереп, һаталар. Ә андыҙ! Уның тамырын йыялар. Уны тоҡлап-тоҡлап йыйып һаталар. Йыбанмаған, тырыш кешегә аяҡ аҫтындағы аҡса!
Шулай итеп, беҙ тыуған ауылыбыҙ тирәһендәге тәбиғи байлыҡ менән таныштыҡ.

'''Мине алманылар'''

5-се класта уҡыйым. Был йылда яңы ят уҡытыусылар күп килде. Интернат бөттө. Унда инде уҡытыусылар йәшәй. Ситтән килгәндәр өс Муйнаҡта квартирҙарға урынлашып, уҡый башланылар. Беҙ үҙ өйөбөҙҙә йәшәйбеҙ. Мәзит ауылынан апалы-ҡустылы Хәсәновтар, Мәзитовтар икәү йәшәйҙәр. Мәктәптә таланттар күбәйҙе: йыр, бейеү, матур һүҙ-шиғыр һөйләү. Тик уҡыусылар араһында бер генә уҡыусы ла ҡурайҙа, гармунда, мандолинала, скрипкала уйнай белмәй. Мин скрипка, мандолина, ҡурайҙа уйнай беләм.

Бер саҡ ышкулға ят кешеләр килделәр. Һәр уҡыусыны йырлатып, бейетеп, һөйләтеп, 3-4 көн мәктәптә булдылар. Мин йырлап-бейеп, декламация, әкиәт һөйләп, ҡурайҙа, мандолинала, скрипкала уйнап күрһәттем. Улар мине бер нисә ҡат тикшерҙеләр ҙә, бер нимәлә әйтмәнеләр. Бер тапҡыр звонок булыу менән мин дәрескә өлгөрмәй, аҙыраҡ һуңланым. “Учительский” ишеге янынан ғына класҡа үтеп инәһең. Шул саҡ:

– Әһли Сөләймәнов... – тигәнде ишетеп ҡалдым да ҡырт туҡтаным. Аяҡ осонда ишеккә килеп тыңлайым. - Әһлиҙең йырға тауышы матур. Оҫта, асыҡ итеп йырлай! Бейегәндә инде профессиональ башҡара! Мандолинаға ҡарағанда скрипкала оҫта уйнай! Бармаҡтар ниндәй хәрәҡәт яһай! Әйтергә кәрәк, тәбиғи музыкант! Әле ул бәләкәй, әгәр яҡшы скрипкаала уйнаһа, бөтөнләй башҡа булыр ине! Тәртибен дә уҡытыусылар маҡтай! Феноменальный слух, память! Әгәр беҙ уны алмаһаҡ, кемде алырбыҙ? Беҙ бит тап ошондай балалар эҙләйбеҙ! Һис һүҙһеҙ уны алырға кәрәк! – ти береһе.

– Юҡ! Алмайбыҙ! Ҡарап тороуы имәнес! Яҫы, ҡалын, урман кеүек ҡаштар былайҙа бәләкәй күҙҙәрен ҡаплап, йәмһеҙҙән йәмһеҙ итә! Әртист кеше төҫ-башҡа һылыу булырға тейеш! Әһли һис тә сәхнәгә бармай! Алмайбыҙ! – ти икенсеһе.
Кешеләр үҙ-ара талашып киткәс, береһе:
– В конце-то концов! Һеҙ бында кемделер алыу-алмауҙы хәл итергә правағыҙ юҡ! Һеҙ тик члендар! Сулейманов Әһлиҙе ка-те-го-рич-но алмайбыҙ! – титп ҡырт киҫте. – Итак, хәл иттек! Ул бар-май! Ре-ше-но!

Ошоно ишетеү менән мин класҡа йүгереп индем дә, китап-дәфтәрҙәремде алып, йүгереп сығып та киттем. Класташтар миңә аптырап ултырып ҡалдылар.
Былар йәш балаларҙан таланттар йыйып йөрөгән кешеләр икән. Мәктәптән ике уҡыусы алғандар. Береһе һуңынан ҡасып ҡайтты Өфөнән.
Мин 15 көнләп ышкулға йөрөмәнем! Өгөтләнеләр, әрләнеләр! Минең өсөн бөтәһе лә бер – башҡа ышкулға бармайым! Алмауҙарының сәбәбе ҡаштың бик йәмһеҙ булыуы! Дәрестә иғтибарһыҙ, насар уҡый башланым. Нишләптер тырышҡандай булһам да, йыш ҡына “”1, “2” алам. Яҡшы оценкалар бөтөнләй юҡ! Өндәшмәҫ, тупаҫ уҡыусыға әйләндем. 6 класҡа көскә күстем. Шулайҙа, яңы уҡыу йылында йоҡонан уянған кеше һымаҡ, бер аҙ уҡыумды арыулаттым. Спектаклдәрҙә, концерттарҙа ҡатнашып, асылып киттем. Тора-бара мәктәптең художество етәксеһенә әүрелдем. Бөтә программаларҙы үҙем төҙөр инем. Мәзит, Күгәрсен, Өмбәт, Муйнаҡтарҙа йыш ҡына сығыштар яһаныҡ.

Профессиональ сәхнәгә ҡаш үткәртмәне! Ул заман менән хәҙергене сағыштырғанда, мин бәләкәйҙән сәнғәт буйынса киткән булыр инем! Ул саҡты мин аңламайым! Миңә сәңғәт юлына ҡашты сәбәп итеп ишекте яптылар! Әле булһа, йөрәк һыҙлай ул саҡтағы ғәҙелһеҙлеккә!
'''Миңнеғәле бандитҡа “яза” бирә'''

Беҙ, бер тиҫтәр ауыл малайҙары, урамда ҡараңғыға тиклем уйнаныҡ, шаярҙыҡ. Һуң ғына таралыштыҡ. Мин йылпымшәм менән ары-бире ашаным да уйнап арып, соланда йоҡланым. Әсәйҙе тыңғыһыҙламаным. Иртәгеһен ҡояш ҡалҡҡайны инде:

– Төнгә тиклем йөрөмә! Тор! Ана! Кәнсә эргәһендә халыҡ йыйылған! Тор! Бандит тотоп алып килгәндәр! Һин дә бар! Ниндәй бандит килтергәндәрен күр, - тип әсәй йоҡонан уятты.

Мин бандит һүҙен беренсе тапҡыр ишеткәс ни, бик тиҙ тороп, ялан аяҡ - яланбаш сыҡ та йүгер! Унда бик күп кешеләр урам уртаһында өйөм – өйөм торалар! Йөрөйҙәр ҙә, кире түңәрәк эсенә инеп юғалалар! Йүгерә – атлай аяҡ менән йылы саң туҙҙыра баҫып килеп тә еттем! Кеше күп! Эстә ни барын күреп булмай! Аяҡтар араһынан тырышып – тырмашып уртаға ат – арба янына килеп сыҡтым.
Арбаға тимер сынйыр менән бәйләнгән бер кеше сүкәйеп ултыра. Ҡулында оҙон итеп уралған тәмәке! Уның ауыҙынан, мөрйәнән сыҡҡан кеүек, төтөн сыға! Кешеләр менән һөйләшеп, көлөшөп ултыра! Мыйығы ҙур, ҡалын! Ҡолаҡтарына етеп тора! Ҡарап торам! Ҡәҙимге кейенгән! Аяғына ҙур итек кейгән! Ҙур кәүҙәле, эре бармаҡтары гел ҡыбырлай! Бер кемдән дә айырырлыҡ түгел. Шул саә кешеләрҙе этә – төртә Ҡотлоәхмәт олатаә килеп бағүҫты! Ул йыш тын ала! Ярһыған! Улы Миңнеғәлене етәкләгән, ә икенсе ҡулында – һуйыл, оҙон, йыуан ағас!

– Ҡайҙа ул бандит?! Хәҙер мин уның башын яра һуғам! Ул беҙҙең яңғыҙ һыйырҙы урлап, һуйып, ауыл осонда баш – тояҡ, эс – ҡарын, тиреһен ташлап киткән! Бына кем икән ул! Үл – те- рәм!!! Балаларҙы ошондай аслыҡ йылы ризыҡтан, һөт – ҡатыҡтан яҙҙырҙы! – тип уға таяғын күтәрә башлағанда, кешеләр уны бик тиҙ тотоп, таяғын тартып алды!

Шунан Ҡотлоәхмәт эргәһендә торған улына:

– Йә! Әйт! Ниндәй хөкөм – яза бирергә был бандитҡа? – ти.

– Уға шул яза! Хәҙер берәр һыйырҙы ҡыуып алып киләйек тә ошо бандит берәм – берәм һыйырҙың дүрт имсәгендә һөтө бөткәнсе имһен!! – тине улы.
Уның әйтеүе булды, бөтә халыҡ шау – гөр килеп хахылдап көлә башланы! Үәт! Тапты бит малай язаны! Бик ҡаты яза! Әгәр имеп бөтмәһә, Ҡотлоәхмәт бандитты үлтерә һуға! Бына көлөш!

Шул саҡ кәнсәнән 5 – 6 кеше сығып:

– Нимә булды тағы? Нимәгә көләһегеҙ? – тип һорашырға керештеләр.
Сәбәбен белгәс, улар ҙа рәхәтләнеп көлөп:

– Йә! Етер! Йәнгир, тор! Урыныңа ултыр, бан – дит! – тип сынйырҙарын ҡыҫҡартып йыйып, йоҙаҡҡа ултыртып алып киттеләр!

– Был кеше Ҡырғыҙ ауылы Түбәнге Муйнаҡтан Йыһангир Арсланов, бандит булып йөрөй! Мал урлайҙар! Кеше талайҙар! Кеше үлтерәләр! Йыһангир бер үҙе түгел, улар бер шайка. – тип һөйләне бер ят кеше.

Халыҡ ҡапыл ғына таралманы. Оҙаҡ һөйләштеләр. Улар әллә нисә кешене талау, ултереүҙәре тураһында һүҙ барҙы.
Баланы ла йәлләмәйҙәр.
Бер сыуаш ҡатыны Кршәниккә һыйырын етәкләп килеп һата, аҡсаһын ала. Күмер яғып, күмер һатырға ете йәшлек ҡыҙы менән килә. Һыйыр һатҡан ҡатын күмер һатып торған кешегә килеп, бына аҡсаны йыйып тор әле тип аҡсаһын бирә. Ағаһы аҡсаны алып ҡала. Уны бандиттәр күрәләр һә, әһә, аҡса бында, албыҙ, тиҙәр. Бер аҙҙан һыйыр һатҡан ҡатын ағаһынан аҡсаны алып китә.

Бандиттар быны белмәй. Күрмәй! Күмерен һатып бөтөп ҡыҙына бүләккә күҙ һабыны, хушбуә алып бирә. Бала был бүләккә ҡыуана! Ҡайтырға сығалар. Бандиттар уларҙы Түбәнге Аҡбирҙегә етмәҫ элек өйөрөм – өйөрөм үҫкән таллыҡҡа еткән ерҙә ултерә һуғалар суҡмар менән! Ҡыҙ тал төбөнә йыйылған һыуға йөҙтүбән һалып тонсоҡтороп ултерәләр! Ләкин аҡса ла, байлыҡ та булмай! Күмер аҡсаһына алған күстәнәс, кейем – һалымға теймәйҙәр! Ҡайһылай мәрхәмәтһеҙ талау!
'''Бандит ҡыҙы'''

Берәү ҡырғыҙ тирмәнендә сират көтөп ятып, онон тейәп ҡайтырға сыға! Ул йөк менән яй килә. Артынан һыбай килеп һуғып үлтерәләр! Онон алып китәләр! Үлекте тейәп, буш арбаны, атын ҡыуып ебәрәләр. Ат ҡайта үлек тейәп! Әлбиттә, күп мажаралар яҙырға була! 2-3 тапҡыр уны хөкөм итәләр. Береһендә атырға тигән приговор ҙа була! Нисектер оҙаҡ төрмәнән һуң ҡайтып Ҡырғыҙҙа йәшәй.

Яҡуп һәм Айһылыу исемле балалары беҙҙең менән уҡынылар. Айһылыу менән Шәмислам тормош ҡороп байтаҡ йәшәнеләр. Шәмислам – миңә ике туған. Өс көнгә минән өлкән. Минең балаларҙы олатай тип әйтергә өйрәтте, ә мин Айһылыуҙы өс көнгә оло еңгәй тип тә шаярта инем. Муйнаҡҡа ҡунаҡҡа ҡайтһаҡ, шуларға барып төшөр инек. Айһылыу беҙҙе бик һәйбәт хөрмәт итте! Эсеп алһа, мин бандит ҡыҙы, тиер ине. Ул бик оҫта, матур тауышы менән шәп итеп йырлай ине! Икеһенең дә ауыр тупрағы еңел булһын!

Кәнсә янынан өйгә ҡайтҡас:

– Әсәй! Һин бандитты ҡарарға бар, тиһең! Унда бандит юҡ! Сынйырлы, ҙур мыйыҡлы бер кеше генә! Бандит тугел, - тим.


{{Текс тураһында
| ИСЕМ =Әһлетдин Сөләймәновтың хәтирәләре
| АВТОР =
| АВТОРҺЫҘ =
| АВТОРҘАР =
| АВТОР1 =
| ОРИГИНАЛ ТЕЛЕ =
| ОРИГИНАЛДА ИСЕМ=
| ТӘРЖЕМӘСЕ =
| ЙӨКМӘТКЕҺЕ =
| ИЖАД ИТЕЛЕҮ ВАҠЫТЫ =
| НӘШЕР ИТЕЛЕҮ ВАҠЫТЫ =
| СЫҒАНАҠ =
| ТӘҮҘӘРӘК =[[Әһлетдин Сөләймәновтың хәтирәләре/5-се бүлек]]
| ҺУҢЫРАҠ =[[Әһлетдин Сөләймәновтың хәтирәләре]]
}}
'''6-сы бүлек'''

'''Ҡайттым'''

Степной, Икенсе Украин фронттарында һуғышта булдым. Ҡаты яраланғас, яраҡһыҙ тип һаналып Харьковтан 12 км алыҫлыҡта Дергачи, һуңынан Воронеж, Баку эвакуцион госпиталдәрендә булып, баку вонврачтар коллегия комиссиһы ҡарары менән I группа Бөйөк Ватан һуғышы инвалиды булып ике ҡултыҡ таяғына таянып, һул аяғымды һөйрәлдереп ҡайтырға сыҡтым.

Һуңғы станция Сараҡташтан өйгә 40-45 км. Юлда нисек булһа ла, үткенселәргә эләгә-йәбешә киләм. Таныштар үтеп китә. Улар өйгә хәбәр иткәндәр инде. 1944 йылдың 1 апрель көнө колхоздың иң ышаныслы хайуаны –племенной айғырҙы егеп Сәфәрғәле абзыйымдың улы Әхмәҙғәле абзый ҡаршы сыға. Осрашабыҙ һәм ҡайтабыҙ. Ауылға еттек тигәндә айғыр ҡарға бата, бара алмай. Ҡар ҡалын. Эҫе. Ҡар эрей. Ахыры туғарып сананы ҡаршы алыусылар һөйрәп киттеләр, ә икенселәре айғырҙы ауылы индереү өсөн эт була, өсөнсөләре – минең менән. Костылдә атлап булмай. Бата. Мине күтәреп китмәк булалар ҙә, мин теләмәйем. Ярты километр арауыҡты ҙур ауырлыҡ менән үтеп, беҙҙең ишек алдына индек. Беҙҙең өй иң ситке, беренсе ине.
Ауыл осона бөтә ауыл халҡы йыйылған. Ҡайһы берҙәре илай, икенселәре йөҙөн йәшерә. Мин береһенә лә ҡалҡып ҡарамайым, сөнки һәр аҙымды ҡарап баҫырға кәрәк, бата.

Ишек алдында әсәй, һылыуым Фәүзиә, өләсәй - әсәйемдең әсәһе, Нәзирә, Нәфисә, Фәррах - өс бала солан тупһаһында ялан аяҡ, яланбаш миңә ҡарап торалар. Бында бер шау-шыу, илаш - көлөш, шатлыҡ кеүек тойғо юҡ. Әсәйем, шәп ҡайттыңмы, балам, тип көскә бышылданы ла, мине эйәртеп өйгә индерҙе. Күҙ асып йомғансы, килгән кешеләрҙең береһе ҡалманы. Таралдылар.

Өй эсе ҡояштан ингәнгә ҡараңғы. Урындыҡта Шәмисламдың әсәһе Мәғүҙә инәй, Миңлеғәленең әсәһе Зәйнәп инәй Һәм Ғәлиәхмәттең әсәһе Йәмилә инәй ултыра. Барыла илай-илай арҡамдан һөйөп, сисендерешеп, таяҡтарымды алып ултырттылар тәҙрә янына. Был тәҙрәнән ауылдың икенсе осона тиклем урам, бөтәһе лә күренеп тора.
Әсәй сәй әҙерләй генә башлағайны, барыһы ла һыпырылып сығып киттеләр. Туҡтаманылар сәйгә лә. Өләсәй, Әхмәҙғәле, өс бала өй кешенән бушағас, инделәр. Шәкәр-кәнфит юҡ. Ҡара сөсө икмәк, май. Шулайҙа донъяны онотоп күңелле итеп гөрләтеп-һөйләшеп, тәмләп сәй эстек. Сәй һуңынан өләсәйҙәр ҡатып киттеләр. Өй араһы ун-ун биш аҙым.

Кискә табан атайым килде. Ҡосаҡлап, арҡанан һөйөп, йөҙөн борҙо. Һөйләшер – һорашыр һүҙ бик аҙ. Тын. Ҡараңғы алдынан ҡайтып китте. Ул өй әтмәләп алған икән төрлө ағастан. Әбейе ситтән – Зөлкамал. Ул бик кеше йәнле, ирәбе, һәйбәт. Әсәй менән ҡатышып, дуҫ йәшәйҙәр икән.
Сисенеп йоҡлар ваҡыт. Аяғымда тимер ҡалпаҡлы сөйҙәр менән эшләнелгән немец ботинкаһы, яңы силғау. Ялтырап күн кеүек ҡатҡан мамыҡ (көпө) салбар, иҫке гимнастерка, иҫке һалдат кәпәсе.
Эсендә бер нәмәлә булмаған буш вещмешок, ике ҡултыҡ таяғы. Бына ошолай ҡайтып индем өйгә. Таҙа эске кейем бирҙе әсәй. Кейенеп ятҡас:

– Орхия еңгәй өйҙә юҡмы әллә? – тинем.
– Өйҙә... Ҡаты ауырып ята, - ти әсәй.

Тындыҡ. Шәмдә кәрәсин юҡ. Һәр кем йоҡлаған булып маташа.

'''Яҙ етә'''

Төн йоҡоһоҙ үтте... Көн башланғас, өләсәйҙәргә индем. Урындыҡта Орхия еңгәм бик ныҡ ауырып ята. Ым менән генә иҫәнләште. Иларға ҡияфәтләнде, ләкин күҙ йәшен сығарырға ла уның хәле юҡ! Теҙелешеп Нәзирә, Нәфисә, Фәррах ултыралар. Ашарға көтәләр. Алай-былай имгәкәләп иң бәләкәй, атаһы һуғышҡа киткәс тыуған Зәбихә нәҙек кенә, еп кеүек, аяҡтары менән атларға тырышып тырышҡан, хәлхеҙ, ҡоро һөлдә... Миңә килә. Алдыма алып иркәләйем. Шыуышып әсәһе янына бара. Өләсәй айырып ала. Зәбихә илай, имергә һорай. Был юҡ! Өй һалҡынса. Әхмәҙғәле абзый саҡ йөрөй. Ике аяғы ла яраланған. Ул да фронттан ҡайтҡан.
Хәлдәребеҙҙе һорашыу-белешеү юҡ. Ҡайғы баҫҡан! Бер кем килмәй, инмәй! Һәр кемдә үҙ кемдә үҙ донъя ауырлығы. Мин дә бер ҡайҙа ла сыға алмайым. Аяҡ бата.

Ниндәй ҡалын, ауыр ҡар күҙгә күренеп ирей. Хатта тиҙ тау баштары асылды. Асылған ерҙәрҙе йәшел үлән ҡапланы. Ҡаршы тауҙа, Үтәтишек тау яғында ҡорҙар иртәле-кисле көтөрҙәшеп уйнай. Тауыштары алыҫтарға ишетелә. Гөрләүек-йылғалар көсәйҙе. Кәртә артындағы күл дә һыу менән ҡапланды. Унда ҡыр өйрәктәре себен кеүек күп! Ғыжылдығы киләләр. Терәлеп тигәндәй аҡҡан Өҫкәлектә боҙ өҫтөнән һыу шарланы. Унан шарт-гөрҫ килеп килеп боҙ ватыла, аға башланы. Көндән-көн һыу таша, геүләй...

Мин ҡайтыуға 10-15 көн үтте. Мөғжизә кеүек ер асылды. Көндән-көн донъя йәмләнә барҙы. Мин дә өйҙән сығып урамда йөрөп инә башланым. Ҡара ер бит. Колхозда ҡыр эше башланды. Элгәреге кеүек тауҙарға йыуа, әтмәкәй үләндәренә йөрөүсе юҡ. Эшкә ҡарт-ҡоро, йәш балалар йәлеп ителгән. Көндөҙ бер кеше күренмәй. Эт тә өрмәй. Кисен генә әҙ-мәҙ тауыш. Ауыл юҡмы ни? Тып-тынлыҡҡа ҡапланған яҙғы айлы төн... Иртән-иртүк эшкә таралалар. Кейемдәре ниндәй алама. Ямау өҫтөнә ямау. Ҙур бөлгөнлөк. Ҡысҡырып һөйләшкән-көлгән кеше лә юҡ! Ә яҙ дауам итә. Бөтә тәбиғәт йәшәй, матурлана.

Ҡаршы тауы төрлө төҫлө сәскәләр менән биҙәкләнгән ковер ябылған кеүек, күҙ яуын алып торған матурлыҡ, әммә уны күреп һоҡланыусы юҡ! Ауыр һуғыш бөлгөнлөгө баҫты..

Колхозда председатель Түбәнге Муйнаҡтан Ирназаров Нәҙер, бригадир уның бер туған балдыҙы, беҙҙең урта Муйнаҡтан - Мәғрифә. Ат аҙ. Ябыҡ. Һыйыр-тана егеп тырматыу, һөрөү, ташыу. Эш бик яй, насар бара.

'''Ауыл илай'''

Орхия еңгәм насарланды. Йәшәүенә өмөт ҡалманы. Бер көн иртән мин ҡаршы тауҙы аша төшөп Эңгерсе йылғаһы ярында ултырам. Бер – ике сәғәт үттеме-юҡмы Нәзирә һылыуым йүгереп төшөп, әсе тауыш менән;
– Әһли абзый! – тип ҡысҡыра. Мин тиҙ генә тауыш бирәм. Эргәмә килде лә:

– Ҡайт инде... Әсәйем үл-де! – тип үкһеп илай. Икәүләп илаша-илаша ҡайттыҡ.

– Өйҙә йөрөй алған әбейҙәр килгән, уҡыналар, илайҙар... Күп тә үтмәне, ҡырҙа эштә булған бөтә бригада килеп тулды. Ауылда кем йөрөй ала, барыһы ла беҙҙең ишек алдында. Күбәйгәндән-күбәйәләр. Бөтә ауыл йыйылды! Бөтәһе лә илай-һыҡтай! Бөтә ауылдағы кеше илай!

– Ниндәй таҙа, здарауай, көслө, эшкә тигәндә ирҙәрҙән артыҡ эшләгән, әрһеҙ, үҙен ҡыҙғанмай рыялһыҙ эшләгән әхирәтебеҙҙе, үрнәк булған балалар әсәһе, улар менән бергә ике әбейҙе тәрбиәләгән Орхияны! - ҡайһы берҙәре үкереп, өҙгәләнеп илашалар.

Ҡарт әбей улы Сәфәрғәлене һуғышта юғалтҡан. Бында терәге – килене Орхияның вафат булыуы, ҡайғы-хәсрәттән илау менән һуҡырайған! Инвалид Әхмәҙғәле, йәш бала атаһын күрмәгән , әсәһен яҡшылап иммәгән, белеп өлгөрмәгән, әсәһеҙҙә ҡалған сабый Зәбихә, Фәррах, Нәзирә... Өй тулы һуҡыр, ғәрип, йәтим! Алты кеше безнадзорный, беспризорныйҙар! Беҙҙә - мин – инвалид, Фәүзиә һылыуым әле бәләкәй, әсәйем - өсәү. Туғыҙ кеше фәҡәт минең әсәйгә ҡарап ҡалды. Ул да ревматизмдан ыҙалай!

Үлемдең сәбәбе нимәлә һуң? Ҡар аҫтында ҡышлаған арыш-бойҙай башағын алып ҡайтып ҡаҙанда әҫеләп, килелә төйөп, алынған зерноны ҡул тирмәнендә тартып, он итеп бешереп ашағандан. Был зерно яҙға тиклем ағыулана икән. Бик көслө ағыуға әйләнә. Шунан ағыуланған кеше тәнендә аҡ, ҡыҙыл, ҡара, һары, күк, йәшел төрткөләр сыға. Быны “сыпная ангина” тиҙәр. Ауыҙ-морондан килгән ҡанды туҡтатып булмай. Ҡан ағып бөтөп кеше үлә. Алты ауылдан шулай 50-60 кеше үлде, тинеләр шул саҡ.

'''Мин бригадир'''

Яҙ бит. Тәбиғәт үҙенән-үҙе кешене елкендерә. Күңелен күтәрә, ҡытыҡлай! Ашҡындыра-елкендерә! Тормош ниндәй ауыр булһа ла, өйөлөшөп кисен эштән ҡайтҡан йәштәр ауылға йырлап инәләр. Кем икәнен белһәләрҙә, ҡарт-ҡоро тәҙрәгә ябырылып, йә ҡапҡа төбөнә килеп йырсыларға ҡарап-күреп һоҡлана, уларға ҡыуана. Йәштәребеҙ, исмаһам, бирешмәй, тиҙәр.

Ошо саҡ етер булһа, беҙҙең Зәбихә тәҙрә тупһаһына менә. Төшөрһәң – илай. Ул тәҙрәнән ҡарай, тыңлай. Улар үтеп китә, йыр ҙа тына.

– Әзә-йем-м ҡайтманы-ы-ы! – тип баҡырып иларға тотона.
Ул баланың шулайтып һөйләнеп илауы беребеҙҙе лә тыныс ҡалдырмай. Ул әрнеп илаған, әсәһен көнө буйы көтөп, хәҙер юҡһынып илауы үҙәкте өтә! Шул баламенән бергә беҙ бөтә өй эсе менән һыҡтап илашабыҙ! Был яҙмыштың шулай тигеҙһеҙ, ҡаты булыуынан әрнешәбеҙ!

Миңә хәҙер 75-се йәш, әммә ул баланың илаған тауышы, һүҙҙәре әле булһа ҡолаҡ төбөндә яңғырай!

– Мин эшкә әйткәндә, тыңламай ине, әйҙә үлһен! – тип үсәп әйтә икән бригадир Мәғрифә.

Ишеттем дә колхоз кәнсәһенә килдем. Председатель колхоза Нәҙер Ирназаров. Бригадир мәғрифә - билдәле Башҡортостандың, РФ-ның атҡаҙанған йырсыһы Мәғрифә Ғәлиеваның әсәһе ине. Башҡа кешеләр ҙә бар.

– Мине ошо минуттан бригадир тип һанағыҙ! Мәғрифә! Етте һиңә кешенән көлөү! – тинем.

Һис ҡаршылыҡһыҙ риза булдылар. Ысындан да мин бригадирлыҡ эшен алдым. Иртә тороп бер бик ябыҡ атҡа атланам, костылдәрҙе тотам да бригадаға барам. Бригадир булып 10-15 көндәр эшләнемме-юҡмы. Ошо осорҙа иң тәү юҡты бар итеп ике ат-арба йүнләп, һәр бер кеше тәнендә сыпь белендеме, больницаға оҙатам, ҡайтарып алам. Үҙ әсәйемдә лә сыпь күренде. Шулай аруҡ кешене үлемдән ҡотҡарҙым. Тик Түбәнге Муйнаҡтан ғына йәш кенә ҡатын, минән бер йәшкә оло, сыпь менән ағыуланғанын бик һуң ишеттем. Орхия еңгәм кеүек үлде. Ошондай ағыулы башаҡ йыйған кешегә хөкүмәт таҙа онға алмаштыра башланы, ләкин һуң булды. Ас булһалар ҙа, ул башайҙарҙы йыйып тапшырыуҙан баш тарттылар.
'''Уполноменный саҡырта'''

Бер ҡайтып инеүемә, срочно кәнсәгә саҡырталар, тип ҡоттары осоп ултыралар! Кәнсәлә колхоз председателе, элгәреге бригадир Мәғрифә, бер ят кеше, тағы ла кемдер. Инеп иҫәнләштем. Бер кем өндәшмәй! Барыһы ла телһеҙ ҡалған икән! Сығырға тип, ишеккә ынтылдым. Шул саҡ:
– Молокосос! Вредитель! Ҡыҙыу сәсеү эшен туҡтатып, саботаж яһап ятаһың! Хәҙер үк вредителлегеңә акт төҙөп судҡа бирәм, сволочь! – тип ташланды теге ят кеше.
– Ярай! Судҡа бирһәгеҙ- яуабын табырмын! Тик бына ҡанға туҙып, астан үлгән кешеләр өсөн яуап бирә алырһығыҙмы? Мин дә судҡа бирәм! – тим.
Үҙем костылдәрҙә саҡ торам. Әйтерһеңдә, кемдер мине сайҡай, һелкетә! Тирем аға! Боролоп сығып китеп кәнсә нигеҙенә ултырҙым. Башта бер төрлө уй ҙа, ҡурҡыу ҙа юҡ. Берәм-берәм колхозсылар сығып таралышты. Ҡайһы берәүҙәре минең янға ултырмаҡсы ине, ҡыуҙым.

Эргәмә уполномоченный килеп ултырып:

– Һинең турала бөтөнләй икенсе, ҡапма-ҡаршы нәмә һөйләп, вредитель итеп күрһәттеләр! Посевты юрый туҡтатҡан, срыв яһарға тырыша, тип аңлаттылар... Шуға күрә лә һиңә ҡаты һуҡлыҡтым! Һорашып-белешеп, дөрөҫөн белдем! Бик дөрөҫ эшләгәнһең, рәхмәт! Хәҙер тегеләрҙең үҙҙәренең кәоәген бирәм, - тип, инеп китте.
Шунан мине кире инергә саҡырҙылар. Юҡ, инмәйем, тим. Ташлайым был эште! Ҡат-ҡат саҡырғас, индем.
Передовойҙа, наступлениела тәгәрәп үлгәндәрҙе күреп, ҡурҡҡан саҡтар булды! Ә бында... Врач булырға кәрәкмәй был ауырыуҙы белер өсөн! Беләген генә ҡарау ҙа етә! Тимгел – тимгел таптар сыҡтымы, дауалай һалыр кәрәк! Минең өсөн кеше ғүмере ҡиммәтерәк, тинем.

Баяғыса мин яйлап бригадаға йөрөйөм. Сәсеү бара. Һуң булһа ла, сәстеләр.

'''Өй нигеҙендә уйланыу'''

Яҙғы бер насар көн. Томан, һыуыҡ. Мин, әсәй, Фәүзиә һылыуым киске аш ашарға әҙерләнәбеҙ. Өй яртылаш ҡараңғы. Берәү ишек ҡаға... Әсәй барып ишекте асып ебәрҙе. Өйгә бер таныш булмаған ҡатын килеп инде. Кейгән кейеме лә бик йоҡа. Лыс һыу! Өҫтөнән шыбырлап һыу аға. Үҙе ныҡ өшөгән, ҡалтырана! Әсәй уға ҡоро кейем бирә һалып, урындыҡ түренә ултыртты. Сынаяҡты шалтырата - шалтырата, көскә бер сынаяҡ сәй эсеп, ашап алғас, был ҡатын ипкә ҡалды. Улай – былай һөйләшеп ултырғанда:

– Мәрхәбә! Мин Иҫәнғолдан ҡайтышлай... һеҙгә инермен тигәйнем. Көнө һыуыҡ килеп тороп” Һеҙгә көскә килеп еттем! Әһлиттиндең ҡайтҡанын ишеткәйнем... Ул да зәғифләнеп ҡайтҡан икән! Күрәйем бер юлы тигәйнем, - тигәс, әсәй уға аптырабыраҡ ҡарап ҡуйҙы.

– Мин Абзандан ары ауылдан... Әһлиттиндәр МТС –та эшләгәндә, улар менән минең ҡыҙым Нурия ла булғайны, - тине лә, сеңләп илап ебәрҙе, - хәҙер беҙҙең Нурия юҡ инде! Башай ашы ашап, ағыуланып, үлеп китте! Нурия бит минең бөртөк кенә ҡыҙым ине! Әһлиттинде яратып, бик йыш, һағынып һөйләр ине! Ул минән бер серен йәшермәне! Туғанлашырға яҙмаған шул!

Әсәй менән улар бик оҙаҡ, төн йоҡламай һөйләшеп сыҡтылар. Иртәгеһенә көн аяҙыны. Ят ҡунаҡты әсәй ҡайтарманы, төшкө ашҡа күрше - тирә ҡатындарҙы саҡырҙы. Ике - өс өйҙә ҡунаҡ булып, икенсе көнө генә ҡайтып китте.

Минең көнө - төнө уйлаған хыялым – Нурия - юҡҡа сыҡты! Әле быға тиклем минең ниндәйҙер эске шатлығым, ҡыуанысым бар ине! Хәҙер – бушлыҡ! Эске кисереш – тойғоларымды яҙыуҙың кәрәге бармы икән!

'''Минең ат ҡолай'''

Ошо яуындан һуң баяғы насар атым ды эйәрләп бригадаға, Айыу һаҙына, китеп барам. Ауылдан 3-4 саҡрым юл үттем. Баһау эсе тигән урынға еттем. Һаман кисәге хәлде, Нурияның әсәһенең һүҙҙәрен уйлап барам... Аңғармай ҙа ҡалдым! Кинәт ат һөрлөгөп, түкмәс атып һул яҡ ҡабырғаһына йығылды. Ат аҫтында ятып ҡалдым. Ярай әле нисектер аяҡтарым өҙәнгелә ҡалмаған, сығарып өлгөргәнмен! Бик ҙур ауырлыҡ менән аҫтынан сыҡтым. Әле булһа нығынып төҙәлеп етмәгән яра йыртылды. Салбар, ботинка эсе тулы ҡан булды. Бер әҙәм булһасы! Ат та тора алмай, мин дә! Атты көс-хәл менән баҫтырып, костылдәрҙе табып, өй яғына юл алдым. Әйтеп аңлатҡыһыҙ ыҙалауҙар менән төш ауҙарып ҡайтып йығылдым.
Үргауылдан фельдшер килеп бер нисә көн ҡараны. Операция кәрәк... аяҡ шеште. Боҙола башланы. Тиҙерәк китә һал тип, ҡабаландыра ҡыҙыҡай. Оренбургка поезд менән военный госпиталгә килдем. 90 км. Военврач -ҡарт ҡараны ла, 3 -4 көн ят та, Магнитогорскиға бар, ти. Бында шарттар юҡ. Магнитта шарттар яҡшы. Комбинат ҡарай, тигәс, риза булдым.

'''Магнит'''

Магнитогорскиға килдем. Левый берегта Киров исемендәге поликлиниканы еңел табып килеп индем дә, дежур сестраға бөтә документтарҙы бирҙем. Уның менән бер генә һүҙҙә һөйләшмәнек. Документтарҙы уҡып сығып икенсе этажға күтәрелеп китте. 30-40 минуттан санитарҙар носилки менән килеп төштө. Мине тейәп өҫкә мендерҙеләр. Йыуындырып, кейендереп бер үҙемде палатаға һалып, ашарға килтерҙеләр. Арыған, йонсоған кеше мин сутканан артыҡ бер ни белмәй йоҡлағанмын. Уянып күҙемде асһам, ир врач миңә йылмайып ҡарап тора.

– Ну, молодой человек! Вы очень долго и крепко спали! Мы не будили и не мешали! А теперь расскажи от начала до конца. Я готов слушать...

Мин фронт, ранение, госпиталь, ҡайтыу, тормош тураһында һөйләйем. Ул диҡҡәт менән тыңлай. 2-3 тапҡыр ҡыҫҡараҡ һөйләргә булһам, ул ҡабатлап һораша.
– Ну, вот! Вроде, мы с тобой знакомы, а теперь слушайся сестер, нянь, врачей! Ранение и болезнь серьезные. Сейчас начнут лечение, - тип күңелле генә сығып китте.

Ысынлап та, мин бында оҙаҡ ятып, бик яҡшы таҙарып, төҙәлдем. Август аҙағы – сентябрь баштарында сыҡтым. Вокзалға килдем. Кинәт кенә уйымды үҙгәрттем: Әбйәлил район үҙәге Асҡар яҡын ғына. Шунда барырға булдым, фронтовой дуҫым ҡайтҡан булһа, уның менән осрашып ҡайтырға.
{{Текс тураһында
| ИСЕМ =Әһлетдин Сөләймәновтың хәтирәләре
| АВТОР =
| АВТОРҺЫҘ =
| АВТОРҘАР =
| АВТОР1 =
| ОРИГИНАЛ ТЕЛЕ =
| ОРИГИНАЛДА ИСЕМ=
| ТӘРЖЕМӘСЕ =
| ЙӨКМӘТКЕҺЕ =
| ИЖАД ИТЕЛЕҮ ВАҠЫТЫ =
| НӘШЕР ИТЕЛЕҮ ВАҠЫТЫ =
| СЫҒАНАҠ =
| ТӘҮҘӘРӘК =[[Әһлетдин Сөләймәновтың хәтирәләре/6-сы бүлек]]
| ҺУҢЫРАҠ =[[Әһлетдин Сөләймәновтың хәтирәләре]]
}}
'''7-се бүлек'''

'''Яҙмышымда боролош'''

Асҡарға килгәс, дуҫты эҙләп, туғандарын таптым. Дуҫ ҡайтмаған икән. Ул ваҡытта шундай закон: һәр яңы кеше өс көн эсендә НКВД –ға учетҡа торорға тейеш. Мин дә килдем. Начальник саҡыртып индерҙе. Бик яҡшы итеп һөйләштек. Иртәгә тағыла килергә ҡушты. Ваҡытына килдем. Бер аҙ һөйләшкәс:

– Әйҙә, беҙгә эшкә паспорт өҫтәленә начальник булып кил, - ти.
Аптырап та ҡуйҙым. Унан ризалаштым.
– Улай булғас, иртәгә 9-ҙа бында бул, - тип ҡайтарҙы.

НКВД – ға фәҡәт спецмедкомиссияынан үткәреп эшкә алалар, һаулығы ныҡ булғандарҙы ғына. Ә мин? Сатан. Ике ҡултыҡ тағы... Әллә асыҡ ғаилә тураһында һөйләшеүемме, начальник капитан Ғәзизов мине комиссияһыҙ эшкә алды. Үтә лә ҙур яҡшылыҡ эшләне! Бер бүлмәгә индек. Унда ике өҫтәл. Береһе буш. Икенсеһенең артында бер йәш ҡыҙ ултыра.

Начальник:

– Бына был Тәҡиә Нәҙерғолова була, - тип таныштырҙы, - Ә бына был Әһли Сөләймәнов, бөгөндән паспорт өҫтәле начальнигы. Таныш булығыҙ. Өйрәт. Аръяғына үҙе лә өйрәнер, - тине лә сығып китте.

Беҙ әйтерһең дә элекке таныштар, һөйләштек тә киттек.

Шулайтып 1944 йылдың 4 октябрендә БАССР НКВД 755 номерлы приказы менән ошо эште башланым. Минең өсөн ышанмаҫлыҡ хәл, был әйтеп аңлата алмаҫлыҡ ҡыуаныслы үҙгәреш минең яҙмышта! Эштә командировкалар аҙ.

Минең объекттарға инә:
1. Кусим руднигы. Бында Магниттан тимер юлы килә. Алтын, баҡыр, тимер, тағыла ниндәйҙер руда ташыйҙар. Эргәһендә бик ҙур күл, Русса “Банное озеро”, тиҙәр. Хәҙер унда санаторий “Яҡты күл”. Күсем ауылы күренеп ята.
2. Елембәт руднигы. Хәҙер “Салауат” колхозы. Алтынға бай ине. Хәҙер бөттө инде.
3. Баҡыртау – исеме уҡ үҙе тураһында әйтеп тора. Әлмөхәммәткә яҡын ғына.
4. Буранғол леспромхозы. Ҡаҙмаш ауылынан ары. Урал тауҙары урманында. Лесхоз начальнигы латыш Обренский, минең эшемде үҙе эшләп алып килер ине.
5. Янгель зерносовхозы
6. “Красная Башкирия” совхозы.

'''Көтөлмәгән ҡайтыу'''

Оҙаҡ өнһөҙ юғалып тороуым өйҙәгеләргә ауыр ҡайғы тыуҙырған. Үҙемә ныҡ ышаныслыҡ тыуғас ҡына хат яҙҙым. Ауыл кешеләре мине мыҫҡыллап көлгәндәр. Йәнәһе, мин аҡылдан яҙғандар больницаһынан яҙғанмын. “Булмаҫ, буш, ялған, хыял”, тигәндәр! Был әсәйемә бигерәк ҡыйын булған, йөрәген әрнеткән. Айырыуса: “аяҡҡа баҫҡас бөтәгеҙҙе лә үҙ яныма алам” тигән һүҙҙәремә баҫым яһағандар.

Минең ҡайтып төшөү бер сенсация булды: теге “ҡотороҡ” ҡайтҡан тигән хәбәр таралып та китә. Үрге Муйнаҡ ауыл советына отмечаться итергә барам. Әйтерһең, зоопарктан хайуан киләме ни, сутылдашалар. Колхоз правлениеһына инеп: бына документтарым! Ҡарағыҙ! Уҡығыҙ! Белегеҙ! Кешеләргә аңлатығыҙ! Мин аҡылдан яҙған проходимец түгел! – тип өҫтәлгә һалдым. Кәнсәлә булғандар бөтәһе лә уҡып, белеп сыҡтылар. Ыл инде ғәйбәтселәрҙең ауыҙҙарын япты! Ун көн үткәс, Саракташ станцияһына колхоз бүлгән ылау менән оҙатып ҡуйҙылар. Мин Асҡарға ҡайттым.

'''Асҡарҙа'''

Эшемә өйрәндем. Яҡшы ғына бара. Тәҡиә менән бергә, дуҫ йөрөйбөҙ. Был ҡыҙыҡай күп кенә йәштәр менә таныштырҙы мине. Йәштәр тигәнем, ҡыҙҙар йыш ҡына ҡунаҡ ойошторалар. Унда Шәмсетдинов Муллабай да мин булабыҙ, башҡа бер кем дә юҡ. Был кисәләр бик шәп үтә. Йыр, бейеү, уйын. Шәп! Башҡа егеттәр көнләшеп беҙҙе туҡмарға ла самаланы, тик бик тиҙ һыуыттыҡ уларҙы!

Бер төркөм йәштәрҙе райком йыйып, культпоходҡа пленум ҡарары менән сығаһығыҙ, тине. Райкомдың беренсе секретаре байтаҡ ҡына оло йәштә - Хәлитов Сәмиғулла. Ул Ейәнсура районынан, Ғәббәстән икән. Бында яңы күсерелгән. Парткабинет хужаһы Хәмәдиев етәкселегендә 16 кеше посев алды доклад, концерт менәнауылдан ауылға сығып киттек. Мин “матур һүҙ” – шиғыр һөйләйем. Халыҡты шаян һүҙ менән рәхәтләнеп көлдөрәм. Байыш, Таштимер яғы, Ҡыҙыл һыуы буйлап киләбеҙ. Мандолинала ла уйнайым.

'''Таштимер ауылы'''

Был ауыл Ҡыҙыл һыуы буйында. Концерт айырыуса триумфально үтте. Минең мандолинала уйнауымды ҡат-ҡат һорап уйнаттылар. Яҙғы төн ҡыҫҡа. Мин квартирға ҡайтманым. Ҡыҙыл ярына килдем. Һыу буйлап йөрөнөм. Ҡыҙыл ташҡан. Таштимергә кисеүҙән сығырға сара юҡ. Аптырашып торғаныбыҙҙа райсовет председателе Кайбушев килеп туҡтағайны. Һимеҙ, шәп пар аттары менән Таштимергә сығырға торҙо ла, башта ике-өс ҡайта беҙҙе һыу аша сығарғайны. Шул арҡала беҙ концерт ҡуя алғайныҡ.
Хәҙер мин һыу буйында яңғыҙым тип хис иткәндә, тал араһында бер ҡатын-ҡыҙ моңло, һағышлы көйгә йырлап ебәрҙе. Мин күренмәҫ өсөн, тубыҡландым. Тыңлайым. Йыр тынғас, был ҡатын сеңләп-сеңләп, күлдәк иҙеүҙәрен йыртып, илай башланы. Мин ныҡ ғәжәпкә ҡалдым. Уны ҡыҙғандым, бөтә йөрәктән йәлләнем.

Өйҙә хужаға һөйләгәйнем, теге миңә шулай тип аңлатты. Туй бара икән. Күмәкләп Ҡыҙыл буйына килгәндәр. Бейешкәндәр, йырлашҡандар таңға тиклем. Шул саҡ егеткә Һуғышҡа китергә повестка алып килгәндәр. Тиҙ генә йыйынып, Магнит поезына оҙатып ҡайтҡандар. Бер ай ярымдан извещение килә. Тол ҡатын да түгел бит, кейәүгә сығып өлгөрмәгән ҡыҙ бала. Ҡаты ҡайғынан хыялый кеүек булды. Көн-төн иланы. Бер кем ярҙам итә алманы. Хәҙер ҡарт әбейҙәрҙән дә уны айырып булмай. Уға бары егерменсе йәш кенә...

Ошо тыңлаған көй миңә һенеп инде. Иҫтә ҡалды. Икенсе Этҡол мәктәбе уҡытыусылары менән “Ҡара йөҙҙәр” спектаклендә мин сәхнә артында ошо көйҙө скрипкала нәҙек тауышта уйнайым. Был көй, сәхнә күренеше халыҡҡа ныҡ тәъҫир итте. Бөтә зал мышнап иланы! Тамашасылар:

– Ай-һай, беҙҙең уҡытыусылар артистарҙан артыҡ уйнаны! Йөрәк өҙгөс скрипка моңо әле булһа ҡолаҡта сыңлай... – тинеләр.
Ул көйҙө “Ҡыҙыл буйы” тип атаным.

'''Еңеү көнө'''

Беҙ был шатлыҡты Әбйәлил районы менән Учалы, Челябинск өлкәһе менән сикләшкән “Трактор” колхозында РК КПСС икенсе секретары Морапталовтың һыбай килеп оран һалыуынан белдек. Әле генә тып-тын ауыл ҡырмыҫҡалай ҡайнаша башланы.
Берәүҙәр өҙгөләнә, илай. Йәше юҡ. Ауыҙ ҙур асылған, шарылдай. Унан ҡурҡҡан бәләкәйҙәр сыулашып өйөрө менән илай.Йүгерешәләр, ләкин ҡайҙа, ни өсөн йугерәләр! Ауыл геүләп тора. Беҙ бөтәбеҙ бергә емерек клубҡа инеп йәшендек. Бара-тора баҫылдылар. Берен-бере тыйҙылар. Ипкә ҡалдылар. Парторг, бригадир, председатель, актив йыйылышып һөйләшеп, тимер мискәләр тейәтеп ике яҡҡа ебәрҙеләр. Ике арба Магнитҡа ебәрҙеләр. Беҙгә бөгөн концерт күрһәтмәҫкә, халыҡ менән бергә айырылғыһыҙ бер мәжлестә байрам итергә ҡуштылар.

Балаҫ, турпышалар йәйелде. Ҡул тирмәндәре алты-ете ерҙә бойҙайҙан он яһай. Икенселәре һалма йәйә, өсөнсөләре ҡырҡа. Көтҙән байтаҡ һарыҡ ите, йылҡы ите килтерҙеләрҙә аш һалдылар. Хәҙер инде халыҡ тынысланып, шат йөҙлө йөрөй. Берен-бере ҡосаҡлай, ҡотлай!

'''Кис'''

Күрше ауыл-бригада халҡы килеп тулды. Улар байрамса һаҡланған кейемдәрен кейгәндәр.Киткән подводалар ҙа ҡайттылар. Ике арбала мискәләр менән тулы араҡы. Магниттан төрлө тәмле-татлы нәмәләр, шәкәр-сәй тейәп ҡайттылар. Ҡараңғы төшкә төрлө яҡлап костер яндырҙылар. Яҡтылыҡ яҡшы. Аш та әҙер булды.
Күп самауырҙар шыжлап ҡайнай.
Балаларға, үҫмерҙәргә айырым әҙерләп ултырттыларҙа, уларға ҡараусы билдәләнеләр. Өлкәндәр иһә бик ҙур түңәрәк яһап ултырҙылар. Һан менән төркөмләп көрәгәсе билдәләп, мәжлес асыҡ тип иғлан иттеләр. Докладсы ла ҡыҫҡа эстәлекле һөйләне. Теләүселәр аҙ булды, һәр кем кешенең йөрәк яраһын яңыртмаҫҡа тырышып, байрам менән ҡотланы.

'''Мәжлес'''

Мәжлес ашау-эсеү менән барҙы. Иҫеректәр күп булыр тигән ҡурҡыу бушҡа сыҡты. Һәр бер иҫерә башлағанды ат менән өйөнә оҙата торҙолар. Улар ҡаршылашманы, сөнки уға етерлек ашамлыҡ-эсемлек һалдылар. Музыка – баян, гармун, ҡурай дәртләндереп кешеләрҙе бейетте, йырлатты. Ҡояш ҡалҡыуға таралдылар. Беҙ ҙә ялға яттыҡ.
Иртән тороп йыуынып килдек. Кисәге урынға бөгөнгө халыҡ һыймаған. Өҫтәп урын йәйеп ултыртҡандар, ә бер ерҙә бер кем ултырмаған. Беҙҙең өсөн икән. Халыҡ гөж килеп, ура ҡысҡырып тост күтәрҙеләр. Унан тағы кискә тиклем уйын-көлкө, ашау-эсеү китте. Беҙҙе пар ат менән Ташбулат Ташбулат ауылына килтерҙеләр.

'''Ташбулат'''

Бында ла байрамса. Күңелле, яҡшы ҡаршылап ике өйгә урынлаштырҙылар. Улар беҙҙе көткәндәр, сөнки райкомдан да шылтыратҡандар икән. Яҡты йөҙ, аш -һыу етерлек, ләкин беҙҙең арала, улар уйлағанса түгел, араҡы эсеүселәр юҡ тиерлек. Ингән-сыҡҡан, үҙ кешеләрен һыйланыҡ. Концерттан һуң бер ергә йыйып, бай әҙерләнгән киске аш менән һыйланылар. Шулай итеп, район буйынса йөрөп иң аҙаҡ Ҡужанда, унан Асҡарға ҡайттыҡ.
Бөтәбеҙҙе лә йыйып алып аҡсалата бүләк бирҙеләр. Асҡарҙа кис сығыш яһаныҡ.

'''Рязангә'''

Өфөнән паспорт өҫтәле начальнигы майор Почанин килде. Ул фәҡәт паспорт өҫтәле эшен тикшереп, отлично баһаһы менән протокол яҙып китте. Күп тә үтмәне телеграмма килеп төштө.
1945 йылдың 21 августы. Миңә Рязань ҡалаһына уҡырға китер өсөн Өфөгә килергә ҡушылған. 23 августа баш ҡалаға барып еттем, икенсе көндә ҡулға документ бирҙеләр. Самолет менән Мәскәүгә, унан –Рязангә осоп киттем. Был ҡалала начальниктар әҙерләү оператив школаға килеп индем. Ике йыл уҡырға тейеш инек. Срокты ҡыҫҡартып, бер йыл ғына уҡыттылар. Иртәнге сәғәт 9-ҙан төнгө сәғәт 1-гә тиклем занятиелар бара ине.
Госэкзаменды 1946 йылдың 27 августында тапшырҙыҡ. Латвия, Литва, Эстония, Кавказ, Украина, Дальний Восток яғына бүләләр. Мине ғаилә хәлен иҫәпкә алып, Өфөгә ҡайтарҙылар. Бында мин уголовный розыск буйынса оперативник булып ошо йылдың аҙағына тиклем эшләнем. Әсәй менән өләсәй ҡалаға килергә теләмәгәнгә, үҙ теләгем менән Баймаҡҡа юлланма алдым.

'''Баймаҡ'''

31 декабрь 1946 йыл Баймаҡҡа килдем. Бында күҙ асҡыһыҙ буран. Һыуыҡ! Отделениены көскә таптым. Бит туңған. Дежурный иң йылы кабинетҡа индерҙе. Был капитан Аблюзин Константин ине. Төн үтте. Сотрудниктар эшкә килә. Начальник майор Әҙелгареев һөйләшә генә башлағайны, телефон шылтырай! Тегендә лә, бында ла туңып үлгән кешеләр табыла. Үлгәндәр һаны район буйынса 250-гә етте, өшөнөүселәрҙең инде һаны юҡ.
Мин Баймаҡ РОМВД-һында 1953 йылдың 17 сентябренә тиклем эшләнем. Шул уҡ ваҡытта уҡыу йылы башынан Темәс педучилищеһына уҡырға ингәйнем инде. Рононың приказына ярашлы Икенсе Этҡол мәктәбендә физкультура һәм йыр дәрестәрен алып бара башланым.


[[Категория:Әһлетдин Сөләймәновтың хәтирәләре]]
[[Категория:Әһлетдин Сөләймәновтың хәтирәләре]]

23:31, 1 июль 2020 өлгөһө

Әһлетдин Сөләймәновтың хәтирәләре
Сөләймәнов Әһлей Фазлый улы Айым ейәнсәре менән. 2001 йыл

1-се бүлек

Беҙҙең өй

Урта Муйнаҡ ауылын икегә бүлеп ауылдың урта өлөшөндә Ҡылы-Өҫкәлек һыуына (тыҡырыҡ төшөп) йәйенке ярына текәлә. Мәгәзәй түшенән ҡарағанда уң яҡтан беҙҙең өй тора. Уны атайымдың атаһы, Мырҙагилде ҡартатайым, һалған. Бишәр тәзрәле, киң, ҙур, иркен, күтәренке ике ҡарағай өйҙәрҙе яҡын ғына ултыртып бер ҡыйыҡ менән ҡаплаған. Ишектәр ҡапма-ҡаршы, бер-береһенә яҡындар. Уртанан – солан. Бәләкәй генә келәт. Унда ураған һайын файҙалана торған әйберҙәр, көндәлек ризыҡ һаҡлана.

Әсәй, атай, мин һайғауҙан эшләнгән ҙур ҡапҡа яғындағы өйҙә йәшәйбеҙ. Икенсеһе – аш өй. Бында атайҙың әсәһе Нәзифә (Нәфисә) исемле ҡәрсәй, һурәсәй Хәкимә көн күрә. Хәкимә – атайҙың тәүге ҡатыны. Ул бик ауырыу. Аяҡтары һыҙлай. Саҡ йөрөй. Йыш ҡына бөтөнләй йөрөй алмай ята. Уның иң өлкән ҡыҙы Фәтхиямал апай, шунан Нуритдин абзый, иң кесеһе әле үҫмер малай – Ғилмитдин абзый. Мәхүпямал апай минән өс-дүрт айға өлкән. Әлбиттә, ғәилә ҙур!

Ғәилә кәсебе

Атай – плотник, столяр, жестянщик, кровельщик, стропальщик, стекольщик, белмәгән эше үҙе юҡ! Ауыр эш арбаһа, еңел тарантас, ағас һәнәк, тырма, оҙон кәбән һәнәге, тәгәрмәс туғындары һәм арба, фургон, тарантас өсөн төрлө көбсәктәр яһай.Ҡамыт яңаҡтары, ыңғырсаҡ, төрлө фасонда эйәрҙәр эшләй. Заказ буйынса тәҙрә рамдары, тәҙрә ҡапҡастары…Әүәле кис ҡараңғы төшөү менән һәр кем тәҙрәләрен ҡапҡас менән ҡаплай торғайны. Кис шәм яна.Өйҙә нимә бар, ни эшләйҙәр, күренмәҫ ине. Ул хәҙер генә тәҙрәлә шаршау. Атайҙың эшләй белмәгән һөнәре юҡ, тиҙәр ине.Эш хаҡына аҡса урынына он, төрлө ярма, мискәләп көнбағыш майы, ит, сәй-шәкәр алып килерҙәр ине.

Мин иҫ белгәндә, колхоздар бар ине. Атайға ла һин колхозға ин, единоличник булыу ярамай, тиҙәр. Атай риза түгел. Һин барыбер колхоз өсөн күп эшләйһең, ҡасан килмә, һәр нәмәң әҙер! Эш хаҡы – трудодень көндә яҙабыҙ. Шуға күрә, һиңә нимә кәрәк тағы ла, өйөңә килеп, колхозға тип иң кәрәкле нәмәләрҙе алалар, шулай булғас, һин - колхозник, тиһәләр, ысынтыллап асыулана, баҙарға китә лә, оҙаҡ ҡайтмай… Уға бер ҡасан да единоличник тигән ярлыҡ таҡманылар. Колхоз өсөн күп нәмә яһай!

Баҙарға ла, хужалыҡта ла көндә кәрәкле нәмәләр яһап, тейәп китә лә һәр кемебеҙгә ниндәй кейем кәрәк, шуны, ризыҡ тейәп ҡайта. Ҡырға, колхоз эшенә йөрөмәне.

Ҡартәсәйҙең төп белгән эше – ҡайын туҙынан һағыҙ яһау-ҡайнатыу. Уның ҡалын суйын ҡомғаны бар ине. Тығыҙлап эсенә туҙ тултыра ла, ҡайната. Һыу бик әҙ һала, күберәк һыйыр майы. Туҙ ҡара һағыҙға әйләнә. Ҡартәсәй ике тасҡа һалҡын һыу һала. Беҙ бөтә ауыл балалары уратып ултырып һағыҙ сәйнәп, йомшартып тәңкә яһап һыуға һалабыҙ. Бик күп тәңкәләр эшләнгәс, ҡартәсәй бөтәбеҙгә лә һағыҙ бирә. Әбей иртәгәһенә үҙ һауытына һыу һалып һағыҙҙы шунда тултырып, эргә тирәләге ауылдарға сығып китә.

Фәтхиямал апайға бөтә өй эштәре ҡала: һыйыр һауыу, ашап-эсер ризыҡ эҙерләу, кер йыуыу. Эш күп! Нуритдин, Ғилмитдин абзыйҙар мал тәрбиәләйҙәр, һалабаш һалалар. Таҫма кеүек йүкә алып ат ябырға септә үрәләр. Сабата үреү өсөн нәҙек-оҙон йүкә ағасы ҡырҡып ҡабығын ҡуптарып алып ҡайталар. Бәйләм-бәйләм ҡурысты сабата үреү оҫталары һорап ҡына торалар.Баҙарға алып барыу ҙа кәрәкмәй.Тапҡан болдырын йорт кәрәк-яраҡҡа “кассирша” ҡәрсәйгә бирәләр. Сабата үргән оҫталар үҙҙәре килеп алалар. Өҫтәмә заказ биреп китәләр. Ул заманда еңел дә, арзан да, аяҡҡа тыныс, тип халыҡ сабаталарҙы бик яратып кейҙе. Сабата кейеп йөрөү һис ғәйепкә һаналманы.. Абзыйҙар хатта әҙерләп өлгөрә алмайҙар ине.Ғәилә ҙур! Әммә ғәиләлә һис бер кем тауыш сығармай. Өйҙә һәр саҡ үҙ-ара яҡшы мөнәсәбәт. Асыуланышыу, әрләшеү юҡ.

Мәрхәпъямал – минең әсәй. Аш өйҙә, йәғни ҡәрсәй, һурәсәйҙәр яғында ярты иҙәндең күп өлөшөн алып станок ҡуйылған. Был станокта бик күп киндер ептәр үткәрелгән кәрҫ. Әсәй иртәнән кискә тиклем шуның эсендә киндер һуғып ултыра, йә булмаһа, кәзә ҡылынан, иләнгән сепрәктән, йөндән балаҫ һуға. Таңҡ-тоңк киндер һуғып, тоҡтар тегеп, тегелмәгән төктәрҙе атай баҙарға алып китеп һата.

Һурәсәй Хәкимә ҡулынан килгән бар эште эшләй. Киндер, сепрәк иләй. Станок гел генә әсәй янында. Берәй еп өҙөлһә (ә был йыш була), ялғай һала. Ул ялғаған арала, әсәй аяҡ-ҡулын ял иттереп ала. Өй эсендә эшләмәгән кеше юҡ! Мин, Мәхүп тәҙрә тупһаһына бәйләп элеп ҡуйылған шешәләрҙе ҡарайбыҙ. Ул шешәләргә тәҙрә быялаһында туңып ирегән боҙ һыуы ағып төшөп тула. Беҙ шул шешәләр һыуын тасҡа түгеп, ҡабат элеп ҡуябыҙ.Ашау-эсеү бер көн беҙҙең яҡта булһа, икенсе көн - ҡәрәсәйҙәр яғында була. Урындыҡ тулып, уратып шау-гөр килеп үтә. Бөтә ғәилә фәҡәт бер ваҡытта ғына иртәнге, төшкө, киске ашау үткәрә. Ваҡытһыҙ бер кем тамаҡ һорамай. Беҙ, бәләкәйҙәргә, бер һыныҡ икмәк, бер туҫтаҡ ҡатыҡ! Эсәбеҙҙә үҙ эшебеҙ менән мәж киләбеҙ, ни етте шулай уйнап үткәрәбеҙ. Ололарҙың – беҙгә, беҙҙең – уларға иғтибар итеү юҡ!

Мәгәзәй

Мин көндә тәҙрәнән урамға ҡарайым. Өҫтә, дүң башында, япа-яңғыҙ, бейек текә ҡыйыҡлы, ҡара төҫлө ҙур өй тора. Уның тәҙрәләре юҡ. Асыҡ, аяҙ көндә тупһаһы, ишек бигенең ике арҡыры тимере, йоҙағы күренә.Ошо өй янына түбәнгә ҡарай кисен һырғалаҡ өйәләр. Мәгәзәй түше шау-гөр килә. Саналар бик шәп, тиҙ шыуа. Ҡайһы берәүҙәре йырлай-йырлай беҙҙең яндан Ҡылыға тиклем барып етә. Ҡыҙык та инде! Саналарынан ҡолап, аунап китәләр! Ҡайсаҡ бик ныҡ аунап илай-илай торалар! Танауҙарынан ҡан аға! Уға берәү иғтибар итмәй. Киреһенсә унан хахылдап көләләр. Тәҙрә аша күрәм: бына ул көшмөрәп, санаһын һөйрәп ҡайтырға йүнәлә! Ауыҙҙан да, танауҙан да ҡан аға!

Ай яҡтыртҡас, күп тормай барыһы ла таралыша. Ауылда ҙур тынлыҡ! Хатта эт өргән тауыш та юҡ! Мәгәзәйҙән ары ҙур булмаған тигеҙлек. Унан – ҡыуаҡлыҡ, Һыртҡыуаҡ тип атала. Унда ҡара ерек-ҡарағай кеүек бейек, төҙ ағастар, муйыл,балан, ҡарағат, ҡара бөлдөргән, башҡа ыуаҡ ағастар… Бейек, ҡуйы үлән. Уң яғында быуат-быуаттарҙан килгән зыярат…

Был Һыртҡыуаҡ араһы әҙәм үткеһеҙ шырлыҡ, батҡаҡлыҡ. Һул яҡ осонан шишмә ағып сығып Ҡылыға ҡушыла. Бер кем был ҡыуаҡтан ниндәй суғым булһа ла, бер бөртөк емеш өҙмәне, йыйманы.

– Нишләп анау өйҙө мәгәзәй тиҙәр? Ни өсөн унда кеше тормай, гел бикле ишеге? – тип һорайым әсәйҙән.

– Әүәле ошо өйҙө өс Муйнаҡ халҡы һалған. Тауар, аяҡ кейеме, өҫ кейеме һаҡлағандар. Арыш, бойҙай, тары ондары,ярма, сәй-шәкәр, бал-май һаҡлағандар. Аслыҡта шул әйберҙәрҙе бик йонсоғандарға, өс ауыл ҡарттары хәл итеүенсә, бүлеп ярҙамдан биргәндәр. Шуға мәгәзәй тип исем биргәндәр, - тип аңлатты.

Мәгәзәй түшенә беҙ ҙә: Нуритдин, Ғилмитдин абзыйҙар, Фәтхиямал апай сана һөйрәп менеп өйөп төшәбеҙ. Өй янынан үткәндә өйҙәгеләргә сыулап ҡысҡырып үтәбеҙ! Күңелле бындай кистәр!

Кис ултырыу

Йәштәрҙең йоҡоһо килмәй. Тын. Матур яҡтыртып күк йөҙөндә ай йөҙә.Төн айлы, яҡты, күңелде дәртләндереп, йәш кешеләрҙе ҡытыҡлаһа ла, бушалайымға (беҙҙең заманда бер ни эшләмәй анда-бында һуҡлығып йөрөүсегә әйтерҙәр ине) урамда йөрөү яҡшы түгел! Аулаҡ өйҙә йыйылған урындар бар. Унда күңелле лә, ҡыҙыҡ та, төрлө эш менән мәшғүлдәр. Шундай өйҙәрҙең береһе - беҙҙеке. Ғәилә ҙур булһа ла, беҙҙең ишек һәр кис асыҡ-бикһеҙ.

Ауыл йәштәре бик йыш беҙҙең аш өйгә тулалар. Унда күп тапҡыр киңерәк, иркенерәк, ә бит бында киндер, сепрәк балаҫ, кәзә ҡылынан балаҫ, йөндән ирҙәр кейеме сәкмән һуғыу станогы ла тора. Унда минең әсәйем иртәнән алып ҡара кискә тиклем станок эсендә ултырып туҡыма һуға. Ул бик ныҡ арый. Ни тиһәңдә, аяҡ-ҡул гел генә туҡтауһыҙ хәрәкәттә.

Өйҙә ут барын күреп, хужалар ихлас ҡаршылап өйгә индереүҙәрен белеп, йәш ҡыҙҙар килеп тула! Барыһына ла урын етә. Ҡайһы кисен егеттәр ҙә тула, әммә уларҙы ла ихлас, һәйбәт ҡаршылап алһалар ҙа, башҡа килеүҙәрен тыйҙылар. Ни сәбәптәндер, әйтә алмайым! Ҡыҙҙар аяҡ орсоғо менән йөн, дебет, киндер ебе бәйләйҙәр. Ҡабаға бәйләп орсоҡ менән дә шәп иләйҙәр. Өйҙә яҡты: ике кәрәсин шәме эленгән, өсөнсөһө – мейес һикәлтәһендә. Ҡаҙан ҙур, барыһына ла етерлек аш-һыу бешерәләр. Аш ашап, сәй эсеп бер аҙ ял иткәс, тағы ш башлайҙар.Эш ыңғайында йырлашалар, унан бик төртмәле, көлкөлө таҡмак әйтәләр.Берәм-берәм бейеү башлау өсөн, тәүҙә мине төшөрәләр. Мин тасылдата баҫып ике-өс круг бейейем дә миңә әйтелгән ҡыҙға “ тып” итеп аяҡ баҫам. Башҡалар таҡмаҡлай, ә теге ҡыҙ ихлас, матур итеп бейей. Шулай итеп күңелле йыр-бейеү, эш менән мәшғүл булып төн уртаһын ауҙырып таралышалар.

Урамда тағы ла тынлыҡ! Хатта эт тә өрмәй! Йәштәрҙең шағыр-шоғор иткән аяҡ тауыштарынан башға ҙур тынлыҡ. Бына ошондай кисәләрҙә мин күп йыр, таҡмаҡтарҙы, әйтелгән ҡыҙыҡ һүҙҙәрҙе отоп алам да икенсе юлы үҙҙәре булып таҡмаҡ әйтеп, бейеп күрһәтәм. Улар ҙа, беҙҙекеләр ҙә йығылып ятып көләләр. Минең өсөн бер ни түгел! Йырлап- бейеп бөткәс, үҙ урыным, һандыҡ янындағы яҫтыҡҡа, ятып торам тигәнсе уянып китһәм - таң атҡан!

Ә көндәр бер – береһенән айырылмай, бер төрлө үтә бирә. Көҙгө, яҙғы, күҙгә төртһәң күренгеһеҙ ҡараңғы төндәрәҙә, ауыл барлығы ла беленмәй! Тып-тын! Шул ҡараңғыла урындыҡҡа теҙелеп ятабыҙ. Йоҡлап китер алдынан ҡарһүҙ, әкиәт һөйләшәбеҙ. Әкиәттең ҡурҡыныс унындарында юрған аҫтында ҡурҡып дерелдәшәбеҙ! Нимә менән бөтөүен көтөп, юрған-яҫтыҡты мытҡып тотоп, ҡарһүҙҙә батыр еңгәнен белгәс, иркен тын алабыҙ! Шул саҡ ҡаты эш эшләгәндәй, арып, тирләп, бышлығып ятҡаныбыҙҙы һиҙәбеҙ! Шул ҡарһүҙәр иҫтә ҡалмаған. Үҙе бер тарихи яҙма булыр ине! Бик боронғо тормошто күҙҙаллау булыр ине!

Ғилмитдин абзый

Мин айырыуса Ғилмитдин абзыйға һырлыҡҡанмын. Ул мине йырларға, бейергә өйрәтә. Гел үҙе менән эйәртеп йөрөтә.Өйҙә, ишек алдында, утъяҡҡыста, кәртә лапаҫында, хатта Ҡылы ярындағы мунсала- бөтә ерҙә лә! Шундағы тигеҙлектә таҡмаҡлап мине бейетә, йырлата. Ҡайсаҡ һыны ҡатып көлөп, мине күтәреп әйләнә, айпалай. Икәү шарҡылдашып көләбеҙ! Ишеткән-тыңлаған, күргән күршеләр: әллә былар аҡылдан яҙғанмы? Икеһе лә иҫәүән кешеме ни, бушалалайымға көләләр, әйләнә-тулғаналар! Сыу киләләр! – тиҙәр икән. Ҡартәсәй:

– Беҙ уларҙың шулай йырлап, бейеп, уйнай-уйнай бар эште эшләгәндәренә ҡыуанабыҙ! Уларҙа эшегеҙ булмаһын, һүҙгә алып һөйләүе оят! – ти. Ғилмитдин абзый үҙе йыр-бейеүгә бик оҫта ине.

– Һин мин өйрәткән “Перовский” көйөнә, Перовский бейеүен генә бейе! Башҡа бейүҙәр менән бутап быныһын да бейей алмаҫһың, - ти. Мин ул әйткәнде үтәйем. Бер ваҡыт өйҙә икәү генә инек, ул “Перовский” көйөн таҡмаҡлап бейетә. Хәрәкәттәрҙе өйрәтмәй. Мин бейеп бөткәс: үәт, маладис, гел шулай бейе! Хәҙер булды, - тине. Мин “Перовский” бейеүен өйрәндем!

Атай ҡайтты

Ҡояш байыған. Әле тышта ныҡ ҡараңғы төшмәгән. Әсәй усаҡ янында ниҙер бешерә. Ҡапҡа шығырҙай: унда ике сана тора. Бер кеше ҡапҡа аса.Әсәй ҡараны ла, шәлен ябынып, бишмәтен кейә-кейә:

– Нуритдин, Ғилмитдин! Атағыҙ ҡайтты! – тип ҡараңғы соланға ҡысҡырып сығып китте.

Тегеләр шундуҡ леберләшеп йүгереп сыҡтылар. Мин тәҙрәнән күҙәтәм: ул арала ҡараңғылыҡ ҡуйырҙы. Аттарҙы туғарып, лапаҫҡа индереп, тоҡтарҙы келәткә ташынылар. Бөтә ғәилә ҡайнаша.Аш өйгә тоҡтар индерҙеләр. Беҙҙең яҡҡа индереп ниҙер мейес янына һалған саҡта, иртәгә бүлешерһегеҙ тигән һүҙҙе ишеттем. Бөтәһе лә беҙҙең яҡҡа инеп урындыҡҡа теҙелешеп ултырҙылар. Өйҙә тып-тын. Атайҙы көтәләр. Ишекте ҙур асып тупһанан үтеүе булды, атай тайып китеп иҙәндә һуҙылып ятты. Уның һаҡал-мыйығы, ҡаштары ап-аҡ! Торорға маташа! Туң быймалар итек кеүек шаҡылдап тая! Һис тора алмай! Баҡа кеүек тарбаңлап тибенә. Уға ҡарап хахылдап көлә башланылар! Әсәй барып торғоҙорға итә. Атай баҫа алмай бит! Ҡартәсәй: – Цы-ы-ыс! Маңҡалар! Дармоедтар! А ну! Торғоҙоғоҙ! Сисендереп урындыҡҡа ултыртығыҙ! – тип бойорҙо.

Нуритдин, Ғилмитдин абзыйҙар, Фәтхиямал апай уны урындыҡҡа һөйрәп килтереп ултыртып, көскә быймаларын һалдырып, яҫтыҡтар өҫтөнә һалдылар. Бөтәһе лә ипләп кенә аш өйгә сығып киттеләр.

– Нисек йөрөп ҡайттың, балам? Ҡолсоға инмәнеңме?

– Бик яҡшы, уңып йөрөп ҡайттым. Ҡолсомда өс көнгә туҡтаным. Аттарға ял бирҙем. Унда ни, барыһы ла иҫән-һау! Сәләм әйтеп, күстәнәстәр ебәрҙеләр! – тине атай.

Ҡолсом татар ауылы. Ҡартәсәйҙең бер ҡыҙы шунда тормошта. Унан һуң атай өйҙә булмаған осорҙағы хәл-әхеүәл, мал-тыуар, ауыл тормошо тураһында һөйләшеп бөтөүгә, ашөйҙәгеләр килеп инде. Өсөһө лә яңы кейемдә.

Ҡурай

Атай яйлап тороп, ишеккә барып етеп ишек башы кәсәге артынан ынтылып бер таяҡ килтереп сығарҙы ла, урынына менеп, яҫтыҡтарын текәләп һөйәлеп ултырҙы һәм баяғы таяғын усы менән һөртөп сыҡты. Ошонан һуң бер осон ауыҙына ҡабып, өрөп ҡараны, төрлө тауыштар сығарып ҡарағас:

– Фәтхиямал, ҡыҙым, һин башла! – тип бейеү көйө уйнай башланы.

Был бейеү көйө кис ултырырға килгән кыҙҙар йырлағандан миңә таныш ине. Апай бер аҙ тыңлап торҙо ла, бейей башланы. Уның өр-яңы матур күлдәге күҙ яуын алып тора! Сәстәрен бығаса күрелмәгән формала тараған. Аяғында һары ботинка. Ҡуныстары килеп тороп оҙон! Тубығына етеп тора! Ҡуныстары һары бау менән һырмап алынған да бәйләп ҡуйылған! Ап-аҡ алъяпҡысы сәскәләр менән биҙәлгән. Бейегәндә ҡул барамаҡтары ғәжәп матур, көй ыңғайына шартлап торалар! Ул ике-өс әйләнде лә, Нуритдин абзыйға баҫты.

Абзый шундуҡ һикереп торҙо ла круг яһап бейей ҙә башланы. Уның ныҡ баҫыуынан өй һелкенгәндәй булып китә! Тәҙрә сылтырап китә! Түбә-иҙән таҡталары һелкенә! Элеүле торған ике шәм ныҡ һелкенеүҙән һүнә яҙып сайҡалып ҡуя! Ҡәрсәй уны көс-хәлгә туҡтатып ултырырға ҡушты. Уның аяҡтарында тимер дағалы, оҙон ҡуныслы шәп итектәр. Өҫтөндә – яңы костюм-салбар. Аҡ кулдәктең яғаһы, түше сәскәле.Күлдәген суҡлы бау менән быуған. Үҙе бейеүҙән ҡара тиргә батты. Йыш тын ала. Башында ҡыялатып кейгән фуражка. Шарт-шорт баҫып урынына барышлай Ғилмитдин абзый алдына һыңар аяҡ менән көслө итеп баҫып китте.

Ғилмитдин абзый урынынан торғанда уҡ еңел, етеҙ атлап иҙән уртаһына сыҡты. Уның аяктарында ҡупшы ялтырап торған хром итек, һәр аҙымында шығырлап ҡына торалар. Ҡапыл туҡтап, башын бер яҡҡа ҡыйшайтып ҡаушырған ҡулдары менән иҙән уртаһында кинәт деңк ҡатып ҡалды. Әйтерһең, бағанамы ни! Ни булды?- тип һорауҙарына атайға ҡарамай ғына:

– Перовский ,- тине. Атай дәртле итеп “Перовский”ҙы башланы. Ул түңәрәк яһап “Перовский”ҙы бейене лә урынына атлағайны, ҡәрсәй уны туҡтатып:

– Бик аҙ бейенең! Тағы аҙыраҡ бейе әле,- тип бойорҙо.

Ғилмитдингә әйтеү менән атайға ла уйна тип ымланы. Ул яңынан дәртле итеп уйнай башланы. Ғилмитдин яңынан –яңы хәрәкәттәр яһап бейеп бөтәһендә ғәжәпләндерҙе!

– Бына, исмаһам! Унан үрнәк алығыҙ! –тип ҡәрсәй уны арҡаһынан һөйөп алды. Теге сығып китте. Уның артынан барыһы ла эйәрҙе.

Ҡурҡыу

Луғырлап ҡаҙан ҡайнай. Өйгә тәмле бешкән ит еҫе таралған. Әсәй турбашта аш әҙерләп йөрөй. Мин урын-ер әйберҙәре өйөлгән һандыҡҡа терәлеп ултырҙым да атайҙан күҙ алмай уға ҡарайым. Күкрәгенә һалған йыуан, эре бармаҡтары йыбырлап ҡыбырлайҙар, эсе бер күтәрелеп, бер төшә. Салҡанан ятып, башын артҡа ташлаған, һаҡалы тырпайып тора.Яланғас үңәстә ҡуғырлайы тупайып бер түбән, бер өҫкә күтәрелә.

Ауыҙ-ирендәре һис беленмәй, мыйыҡ-һаҡал бөтөнләй ҡаплаған! Ҡалын ҡаш менән сәс араһында маңлайы саҡ ҡына күренә. Шәүләһе бигерәк ҡурҡыныс! Был әллә атай тугел микән? Теге әкиәттәрҙә, ҡарһүҙҙәрҙәге ен-пәрей, йә булмаһа шайтан, юха түгел микән? – тигән уй килде миңә, ҡурҡышымдан бына-бына ҡысҡырам тигәндә әсәй мине мытҡып алып күтәреп күкрәгенә ҡапландырып йүгерә-атлай барып ишекте тибеп асты ла ҡараңғы соланға:

– Барығыҙ ҙа сығығыҙ! Аш беште! – тип ҡысҡырҙы. Оҙаҡ көттөрмәнеләр тегеләр, инделәр. Ҡул сайыштылар. Атайға тас килтереп урындыҡта сайҙырҙылар. Ҡурайын тәҙрә төбөнә ҡуйҙылар. Мин һаман ғәжәпләнәм: ошо таяҡтан ниндәй матур, күп төрлө тауыштар сығара! Бына бит ниндәй ул атай, оҫта, көслө, әҙәм белмәгәнде үҙе белә! Мин ҡурайҙы беренсе тапҡыр күрҙем һәм тәүгә ишетеп бик аптыраным. Ә шулайҙа атай шикле кеше тигән уйҙа ҡалдым!

Ҡунаҡтар

Атай һүҙ башланы:

– Иртәгәнән ныҡлап әҙерләнәһегеҙ… Мин үҙем йөрөп ҡунаҡ саҡырам. Кискә аш-һыу әҙер булһын! Ә хәҙер – йоҡларға! Ял итегеҙ! Эш күп! Мин һандыҡ янында янындағы яҫтыҡҡа яттым. Хатта ҡаты йоҡлағанмын! Уянһам, өйҙә берәү юҡ! Ҡояшлы, аяҙ көн! Кисен әсәйҙең ҡустыһы Сәфәрғәле, ағаһы Нурислам ҡатындары менән, Шакирьян ағай еэгәй менән, Түбәнге Муйнаҡтан Мусин Сөләймән, Үргауылдан атайҙың еҙнәһе Хөпбөхужа, Сахипъямал инәй, улдары Ихсан Үҙәнбаев, Әбделәхәт Әбдулғужин, тағы кемдәрҙер килеп тулды. Өйҙә шау-шыу, көлкө! Ә миңә бер көлкөлө нәмә юҡ! Түрбашта ултырам. Бер аҙҙан йырлашып та, бейешеп тә алдылар. Был ҡыҙыҡ! Атай ҡурайында ғәжәп шәп уйнай! Аптырайым! Ололарҙың ҡыҙыҡ хәбәрҙәрен тыңлап ятып торһам, йоҡлап киткәнмен!!!

Мин йырлайым

Һандыҡ янында йоҡлай торғас мине ҡунаҡтар бар тип тә белмәгәндәр. Мәжлестәренең күңелле сағы булғандыр. Көтмәгәндә мин көслө тауыш менән матур, асыҡ итеп йырлап ебәргәнмен. Әсәй килеп ҡараһа – мин йоҡлайым икән! Ҡунаҡтар шым булалар. Мин йырымды дауам итәм, ә улар һаҡлыҡ менән миңә ҡарайҙар ҙа икән, бер-беренә уятмаҫҡа тип ымлаша икән! Ғәжәп! Үҙем йоҡлайым, үҙем йырлайым! Ҡунаҡтар ҡалған ваҡыттарын шыбырлашып ҡына һөйләшеп таралышалар. Мине уянмаһын тип шым ғына сығып китәләр.

Йоҡлаған хәлдә йырлауҙы мөғжизә күреп тыныс, әкрен тауыш менән баланың йоҡлап йырлауын боҙмаҫ өсөн, шыпырт сығып таралалар! “Кешенең йоҡлаған сағында йырлауы үҙе бер мөғжизә, уятырға һис ярамай. Хәйерлегә юрарға кәрәк”, – тиҙәр улар. Йырлап бөткәс, тыныс йоҡлауымды дауам итәм. Тик әсәйем генә эш менән арыуы етмәгән, керпек ҡаҡмай мине һағалап оҙон төн уткәрә… Һүҙһеҙ көйләп йырлауым барыһына ла бик оҡшай. Туҡтап, тыныс йоҡлағансы тыңлағандар!

Иртәнсәк

Уянһам һаман шул урынымда ятам. Өйҙә бер кем юҡ. Теге өйгә инһәм, бөтәһе лә урындыҡта ултыра. Сәй эсәләр. Мине барыһы ла һөйөп – яратып сәйгә ултырттылар. Ашап-эсеп туйғас, кире сығып киттем. Тәҙрәгә килеп теге таяҡҡа ҡарайым, аптырайым! Бының менән ул нисек тауыш сығара икән!? Соланда – аяҡ тауышы. Тиҙ генә һандыҡ яғына китеп иҙәнгә төштөм дә бесәй менән уйнайым. Атай килеп инде. Шаярып мине тотайым тигәйне, мин ҡастым!

– У-ух! Дика-арь! – тип үҙ урынына менеп ятты. Мин бер уға, бер ҡурайға ҡарайым, уйнамаҫ микән!? Тороп ишек кәсәгенән ҡурайҙы алып уйнай башланы. Мин тыңлайым да уйлайым: нишләп тәҙрә төбөндәге ҡурайҙа уйнамай икән? Аҙаҡ ҡына төшөндөм, уныһы сатнаған булған икән! Бына шулай тәүге тапҡыр ҡурайҙы күреп, тауышын ишетеп, сикһеҙ аптыраным! Ул шундай ғәжәп оҫталыҡ эйәһе! Ул ғына белә был ҡурай тигән нәмәне! Әллә сихырсы микән?! Урынында һуҙылып ятты, күп тә үтмәне хурылдап йоҡлап китте.

Оҫта һыҙғыралар

Ҡылы –Өҫкәлек буйында нәҙек оҙон мәке уйылған. Уны кем булһа ла балта менән йүнәтеп тора. Төш мәлендә ярты ауыл малын беҙҙең яндан шул мәкегә ҡыуып килтереп һыу эсерәләр. Ҡайһылары аттарын һуғарғанда һыҙғыра. Быранғай өс-дүрт кеше “Су-у-у-и-и-к!” тип әсе итеп ҡысҡыра. Кемеһенеңдер тауышы ҡалын, кемеһенекелер – нәҙек, бергә ҡушылһа, бик матур тауыш барлыҡҡа килә! Хәҙер инде әйтә алам: улар тауыштары берләшеп квинта музыкаль строй барлыҡҡа килтергән йә кварта стройы барлыҡҡа килгән! Уны, әлбиттә, улар үҙҙәре лә аңғармағандар! Ғилмитдин абзый менән беҙ тыңлай торғайныҡ.

Ҡунаҡтар килде

Атай ашығыс кәсепкә йөрөп килергә булды.Әсәй һуҡҡан киндерҙе, үҙенең ағастарын тейәп баҙарға барып ҡайтты. Ҡайтҡас: – Бар нәмәмде лә яҡшы һатып бөттөм! Хәҙер был яғына ҡукаҡтарҙы хөрмәт итеп була! Сураштан, Ҡолсомдан өс-дүрт дуға ҡунаҡ саҡырҙым… Хәҙерҙән уҡ әҙерләнә башлағыҙ! Ваҡыт бик тиҙ үтә, - тине.

Бына яҙ ҙа булды. Ҡылы яры ситендә беҙҙең мунса тора. Шунда матур урында ябыулап урын эшләп, эсенә йәш үлән килтереп түшәнеләр. Мунса яғып ебәрҙеләр, ике-өс самауыр ҡайнай. Ике-өс ҡаҙанда ит бешә. Төрлө тәм-том! Ҡунаҡтар килергә тейеш! Фәтхиямал апай, Нуритдин, Ғилмитдин абзыйҙар – ҡапҡа төбөндә. Түбән яҡтан Ҡырғыҙ яғынан күҙ алмайҙар! Мин дә, Мәхүпъямал апай ҙа ҡунаҡ көтәбеҙ. Ҡарауылда торабыҙ! Бер ваҡыт дуң аръяғынан саң күтәрелде. Был күмәк атлы арба саңы!

– Саң күтәрелде! Киләләр, ҡунаҡтар киләләр!- тип сыу булып ҡысҡырабыҙ.

Яр буйында ла ығы-зығы башланды. Дүңдән бер… ике…өс арба сабышып килә! Ҡу-наҡ-тар! Һыу буйынан ололар ҙа, атай ҙа ҡапҡаға килделәр. Күп тә үтмәй, атлылар ауылҡа инделәр!

– Әйе, дөрөҫ! Ҡунаҡтар! – тип ғауғаландылар.

Бына ҡапҡаға ла килеп еттеләр!

Һепереп таҙартҡан ишек алдына дүрт арба ҡунаҡтарҙың атын етәкләп индерҙеләр. Һә тигәнсе туғарып, һалҡын лапаҫҡа индереп бәйләнеләр. Арбанан әйберҙәрҙе алып бөткәс барыһын да һыу буйына төшөрҙөләр.

– А-а-ай! Бына ҡайҙа ул йәннәт! – тип йыуына башланылар. Ир-егеттәр аяҡтарын һәлендереп яр башына теҙелешеп ултырҙылар.

– Эх! Бына ҡайҙа ул балыҡ һөҙөргә! Ағын да түгел! Тәрән дә түгел, шикелле! Тик бына һөҙгө генә юҡ!

– Ә нишләп! Теләһәгеҙ, хәҙер һөҙгө була! Нуртин, Ғилмиттин, килтерегеҙ һөҙгөнө! – тип атай бойороҡ бирҙе. Егеттәр йүгереп барып һөҙгө лә алып килде. Тағатып ҡарап ҡунаҡтар:

– Бик шәп һөҙгө! Әйҙә, төштөк! – тип ҡеүәтләштеләр. Ҡунаҡтарҙан өсәү, беҙҙән – икәү ҡаҙандарҙан өҫкәрәк барып мунсаға ҡаршы йәйенке урынға һөйрәп сыҡтылар… Ни күҙең менән күрерһең: һөҙгө тулы балыҡ! Үҙе күп, үҙе эре! Бында суртан, шамбы, алабуға, опто, йомро сабаҡ! Өс күнәк алдылар! Эре балыҡты күнәккә һалманылар! Ҡабаланып тағыла бик яй, шым ғына барып икенсегә сыҡтылар! Был юлы һыуҙан сығып бер аҙ барып һөҙгөләрен ҡаҡтылар ҙа өсөнсөгә төштөләр.

– Етәр! Башҡа һөҙмәгеҙ! - тиһәләр ҙә, тыңламай ҡабат төштөләр.. Был ер тәрән! Күгәреп ята! Береһе ситтән атлай, ә икенсеһе шым ғына йөҙә. Етмәһә, һөҙгө бер урында, һыу төбөндә нимәгәлер эләкте! Тартһалар ҙа – ысҡынмай! Бер ҡунаҡ бик оҫта сумып, һөҙгөнө ысҡындырҙы. Яр башында: – Был юлы балыҡ эләкмәҫ, һөҙгө оҙаҡ эләгеп торҙо,- тиештеләр.

Тегеләр ҡайҙа йөҙөп, ҡайҙа атлап һай ергә еттеләр ҙә бик ҡабаланып, шәпләп ярға ынтылдылар. Балыҡ юҡтыр, тигән кешеләр:

– Фу-у-у! Бына бит! Ниндәй эре, матур балыҡтар! Ыуағын һыуға ырғытып, эреһен йыйып алдыларҙа, бө-тә-һе-лә:

– Ярай! Етәр инде! Унса балыҡ нимәгә! – тинеләр. Һөҙгөнө ҡағып, сайып, ағасына урап, бәйләп ҡуйғас, мунсаға йүгерешеп инделәр. Балыҡ таҙалаусылар ҙа, балыҡ ҡурыусылар ҙа күмәк! Ирҙәр ҙә, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа бергәләп эшләнеләр. Хатта хуш еҫ бөркөп торған йәшел үлән түшәлгән лапаҫҡа инеп берәр бәләкәй стәкән һыу эсеп өлгөрҙөләр. Шул тиклем тиҙ бер болот сыҡты, ҡай ерең иҫән ҡалырмы! Ғәжәп көслө, эре тамсылы, аяҙ күктән ямғыр яуа башланы.

Лапаҫтан бик тиҙ сыҡтылар. Сыулашып бик тиҙ, бер ни ҡалдырмай, өйгә, утъяҡҡысҡа, соланға, ике өйгә ташып бөттөләр. Ярай әле, атай, ағай, апайҙар беҙ йәшәгән яҡҡа өҫтәл, ширлек - скамейка, бүкән – табуреткалар ҡуйып бөткәйнеләр!

Мәжлес. Тағы ҡурай

Ҡараңғы тиҙ төштө. Тәҙрә ҡапҡастарын ябып өс элмәле шәм яндырҙылар. Өйҙә яҡты. Әле мәжлес яңы ғына башланғайны, бер кеше:

– Һай-һай! Минһеҙ ҡунаҡ булмаҡтар! Тәки килеп еттем! – тип ҡысҡырҙы. – Әйҙүк! Әлмәс ағай! Әйҙә, рәхим ит, Әлмөхәммәт ағай! Уны ҙурлап урынлаштырҙылар. Был кеше Ғәббәс ауылынан һурәсәй Хәкимәнең туғаны. Уйын-көлкө ҡыҙа. Берәүһе: – Фазтин ағай! Ҡурайыңды уйнап ебәрһәңсе, бейеп алырҙар ине! - тине. Атай ишек башынан ҡурайын алды. Әлмәс-Әлмөхәммәт камзулы аҫтынан ҡынын сығарып, унан өс-дүрт ҡурайын алды. Ҡурайҙырының тауыштарын ҡысҡыртып ҡаранылар ҙа, бейеү көйөн башланылар. Ғилмитдин абзыйҙы саҡырҙылар. – Перовскийҙы уйнағыҙ! Ҡурайсылар уйнай башланылар. Ул тыңлап алды ла, бар кешене ғәжәпләндереп оҫта бейеп, бер ҡунаҡты саҡырҙы. Эй, мәжлес күңелләнде! Ҡыҙҙы! Бейеүселәр береһе артынан икенсеһе сығып ҡына торалар!

Мәргән менән Лил

Уйлаған инем: атайҙан башҡа ошондай матур итеп моңло тауышлы ҡурайҙа бер кем уйнамай, фәҡәт атай ғына белә тип! Башҡа бер кеше лә ҡурайҙа уйнай белмәй, сөнки ҡурай ғәжәп аптырарлыҡ ҡатмарлы! – Айырым оҫталығы ғына булған кеше уйнай ала!

– Ҡурайҙа һәр теләгән кеше уйнай алмай шул! – тиештеләр ҡунаҡтар.

Ғилмитдин абзый барыһын да үҙенә ҡаратып бейегәндә, бер ҡунаҡ урынынан тороп сығып китте. Уның артынан бер ҡатын эйәрҙе. Ғилмитдин абзый бейеүен дауам итә. Мәргән бик матур ике яғы ла аҡ-ҡара төймәләр менән биҙәлгән ҡумтаны индерҙе. Ул ҡумтаны ҡайыштар менән яурындарына элгән. Төймә – һиҙәптәрҙән бармаҡтары менән йөрөтә. Ғәжәптән ғәжәп, бығаса ишетмәгән, күрмәгән йәшниктән тауыштар сығарып, әҙәм аптыратып, ҡурайға ҡушылып Перовскийҙы уйнап ебәрҙе. Был мәжлестәгеләргә әйтеп оҡшатмаҫлыҡ дәрт өҫтәне! Уны “баян” тип атанылар!

Лил

Ситтән килгән ҡунаҡтар бер тауыштан: – Лил, бейе! – тип һорап ҡул саптылар.

Уларға беҙҙекеләр ҙә ҡушылдалар. Мәргән Лилгә бер генә ҡарап алды ла икенсе көй уйнай башланы. Ҡурайсылар туҡтап, тыңлап алдыларҙа Мәргән менән ҡушылып уйнап ебәрҙеләр. Гөж килгән халыҡ кинәт тынды. Лил бейей башланы. Уның шундай төҫкә һылыулығы, матур кейеме, сәстәре айырылып тора. Бына Лил бейе башлауы булды, бөтәһе дә тынды.

– Бындайҙа төҫкә-башҡа һылыу, оҫта булырмы? Хоҙай был ҡатынға барында өйөп биргән”, – тиештеләр.

Уға һоҡланмаған кеше булманы! Тышта, тәҙрә ҡапҡасы ярыҡтарынан ҡараған ҡатын-ҡыҙ, йәштәр ҙә:

– Бындай ҡунаҡтарҙы, уйынды бығаса күргән юҡ,- тип ихлас ҡаранылар. Ниндәй кәмит! Этәрешеп, төртөшөп әрләшәләр ҙә икән! Йәйге төн ҡыҫҡа! Таң ата! Яҡтыра, ҡояш ҡалҡа башлай. Шул саҡ көскә туҡталышып, ял итергә таралышылар.

Төштән һуң. Уйын

Ҡунаҡтарҙы саҡ йыйып, төш ауҙырып Сәфәрғәле абзыйым – әсәйемдең бер туған ҡустыһы, Нурислам – әсәйемдең бер туған абзыйы, Шәкирйән – уларҙың күршеһе, бергәләп һый әҙерләгәндәр. Сит ҡунаҡтарҙың ваҡыттары тар, шуға бергәләшкәндәр. Сәфәрғәле абзыйымдарҙың өйө ауылдың түбән осонда, аҫҡы рәттән, ә Нурислам олатайҙар юл аша иң оста йәшәйҙәр. Нурислам олатай рус-япон һуғышында ҡатнашҡан. Сатан.Шулайҙа Бөйөк Ватан һуғышына алдылар, трудармияға. Шунда донъя ҡуйған. Шәкирйән ағай һуғыштан ҡайтманы. Сәфәрғәле абзыйым да ҡайта алманы.

Киң ишегалды тап-таҙа! Дүрт-биш урында бағаналарға шәм элгәндәр. Өҫтәл ошонда уҡ әзерләнгән. Нисек кенә иртәрәк тип ҡабаландырып ҡараһалар ҙа, ҡараңғы төшә башланы. Кәртә артында дүң. Уның аҫтында – тал, өйәнке, ерек ағасы ҡыуаҡтары менән уратып алынған күл. Күлде шулай уҡ бик эре ҡамыш уратып алған. Күл Өҫкәлек-Ҡылы менән нәҙек кенә “ҡолаҡ” менән олғашкан. Кис була башлағас, унда-бында баҡалар баҡылдай башланы. Төрлө ваҡ ҡоштар, һандуғас та бар, кәкүк ҡысҡыра. Оҙаҡламай шаулап торған ҡош-баҡа тауыштары шул тиклем көсәйҙе! Хатта һөйләшергә тауыш алдырмайҙар. Уҫал бызылдап бик күп серәкәйҙәр һөжүм итә башлағайны, алдан әҙерләнгән тиҙәк өйөмдәренә үрт һалдылар! Был үрттәр ялбырлап янмай, быҫҡып ҡына яталар, куп, ҡуйы төтөн сығаралар! Төтөндән серәкәйҙәр ҡасты, ҡунаҡтар тынысланып ҡалды.

Хөрмәт башланды

Өҫтәлдәр тулы ашамлыҡ! Хатта ят ризыҡ та бар! Мәжлес ойошторолған урын яҡтыртылған. Мәжлес түңәрәк эсендәме ни! Уның сиктәре ҡараңғылыҡ менән уратылып алынды. Ә тегендә, ҡараңғылыҡта, кем йөрөй, нимәләр эшләй, билдәһеҙ. Әммә ҡараңғылыҡ эсендә ауыл кешеләре ифрат күмәк! Бер тауыш-тын юҡ! Ултыралармы, торалармы – күренмәйҙәр. Яҡтылыҡ эсендә хужалар, ҡунаҡтар үҙ һый-хөрмәте, уйын менән булалар. Уларға бер кем яҡынламай, сыуалмай. Тауышланмайҙар! Әйтерһең, ҡараңғылыҡта бер кем юҡ!

Ваҡыт үтә килә, ҡунаҡтар һәм хужалар киң ишегалдында бергәләп бейешкәндә, батырырыҡ ауылдаштар ҙа күмәк бейеүгә ҡатнашып киттеләр. Түңәрәк киңәйҙе! Бейеүселәр сикһеҙ күбәйҙе. Байтаҡ ваҡыт бейешкәндән һуң музыканттар туҡтаны. Һыу буйында тынлыҡ! Ҡош-баҡа тауышы ла юҡ! Ҡунаҡтар үҙурындарына атлай башлау менән ауыл кешеләре һеперелгәндәй яҡтылыҡтан ҡараңғылыҡҡа инеп юғалды.

Таң ата. Ҡунаҡтар хужаларына ҡайтырға сыҡты. Мәргән баянда уйнай-уйнай бара. Уның тирә яғынан ауылдаштар ҙа йырлап бара. Беҙҙең ҡапҡаға еткәс туҡтап, зыу килеп бейешеп таралыштылар.

Үргауыл – Ҡужаған

Төшкә яҡын ҡунаҡтар ашап-эсеп тормай күрше Үргауылға киттеләр. Унда Үҙәнбаев Хөпбөхужа олатайым, атайҙың бер туған еҙнәһе, Сахипъямал инәйем Нәзифә ҡартәсәйемдең ҡыҙы, Әбделғужин Әбделәхәт, тағы кемдәрһер бер булып Хөпбөхужа олатайҙың ҡарамалар һалҡынында өҫтәлдәргә ашамлыҡтар ҡуйғандар. Ҡырғыҙҙан Мусин Сөләймән еҙнәйҙәрҙеңдә һыйы ошонда. Ҡунаҡтар ҙа, хужалар ҙа һис арыу тойғоһо күрһәтмәй, мәжлесте бик киң, күңелле үткәрҙеләр!

Айырыуса иҫемдә Әбделғужин Әбделәхәттең бейеүе иҫтә ҡалды. Ул киң яурынлы, оҙон буйлы, йыуанлығы ла бар, бейергә төштө. Уның оҙон ҡулдары, эре бармаҡлы устары, ә устары ниндәй киң, ҙур! Уның көслө булыуы, батыр, тыра һүҙле булыуы тураһында бөтә ҡиәфәте әйтеп тора. Ул төшөү менән кешеләр шаулашып устарына һуға башланы. Әбделәхәт ағай ҙур күҙҙәрен аҡайтып, ҡулдары киң ҡоласлы бөркөтмө ни йәйеп түңәрәк яһап сыҡты ла бик шаян бейей башланы. Шундай серьезный ауыр кәүҙәле кешенең шулай еңел, етеҙ йөрөүе аптыратты! Шаян хәрәкәттәр менән бейеп бейеп бөткәс, ярты биленән бөгөлөп, иңкәйеп осаһын уңлы-һуллы ҡыйшаңлатып үҙ урынына китте! Ҡарап торған халыҡ, ҡунаҡтар уның һуңғы шаянлығынан эстәре ҡатҡансы көлөп, көслө ҡул сабыуҙар менән оҙатты!

Ҡайтыу

Ҡунаҡтар урындарынан тороп һәр береһенә рәхмәттәр әйтеп ҡайтырға ҡуҙғалдылар. Тыңлашманылар. Оҙатыусылар Сөләймән күпере тигән ергә тиклем ҡурай, баянға ҡушылып йырлап килделәр. Ошо ерҙә туҡтап тағы ла хушлашып, беҙгә килдек. Ишегалдында аттар егелгән, әйберҙәр һалынған! Ҡунаҡтар үҙ арбаларына ултырҙылар ҙа ҡуҙғалып сығып киттеләр. Ҡапҡанан сыҡҡас, әгәр беҙ бына ошолай эшләмәһәк, һеҙҙән айырылып бөгөн дә ҡайта алмаҫ инек, тиештеләр. Һаман рәхмәттәр әйтә-әйтә китеп тә барҙылар! Беҙ уларҙы остағы дүңде ауғандарынса, күҙҙән яҙғанса ҡарап ҡалдыҡ.Ҡартәсәй күҙ йәштәрен һөртә-һөртә өйгә китте. Лил менән Мәргән Ҡолсом ауылынан, уның ағай-энеләре икән!

Сурашҡа ҡунаҡҡа

Ҡыр эшен башҡарып, бесән сабып, ташып-өйөп ҡуйҙылар. Төп эш эшләнде, инде Сурашҡа ҡунаҡҡа барырға әҙерләнер кәрәк, тип атай бөтәһен дә иҫкәртеп ҡуйҙы. Сураш ауылындағы Лотфулла тигән олатайҙарға барабыҙ икән. Ул беҙҙә ҡунаҡта булғайны. Бер арбаға атай, әсәй, мин, икенсеһенә - ҡәрсәй, һурәсәй, Фәтхиямал апай, Нуритдин абзыйҙар тейәлеп юлға сыҡтыҡ. Өҫкәлек – Әндреевкә тигән урыҫ ауылына килеп юл ситендәге ҡоҙоҡ янында туҡтаныҡ. Ҡоҙоҡтоң тирә-яғы батҡаҡ, ҡойо! Шул ҡойола болғанған йәнлектәрҙе тәү тапҡыр күреп ғәжәпләндем. Был нимә ул, тип һорайым:

– Сусҡа балалары менән, - тип аңлатып рәхәтләнеп көлдөләр.

Элеүле торған күнәкте ҡоҙоҡҡа төшөрөп һыу сығарып эсеп алдыҡ та артабан киттек. Бер соҡорҙо ҡырлап теҙелгән өйҙәр – урыҫ ауылы икән. Уны Аптрагановка тиҙәр, был ауылды ла үтеп киттек. Ҡалай ҡыҙыҡ! Өҫкәлек тигән ауылға ҡаршы бейек, текә тау. Ул тауға уратып ҡаҙып арба юлы яһағандар. Тауҙың иң бейек, ослайған урынында өй һалғандар. Был өй беҙҙең ауылдан да күренә бит, тим.

- Их, шилма! Һин уны күреп йөрөгәнһең икән, - тиҙәр.

Андреевканың осонда беҙ барған юлдың һул яҡ ситендә ғәләмәт матур йорт төҙөгәндәр. Тирә яғын тимер рәшәткә уратҡан, һәр береһендә крест ҡуйылған. Ҙур йорттоң ҡыйығында түңәрәк өҫтөндә лә крест, ә урталағы ҙур түңәрәктең өҫтөндә иң ҙуры.

– Ә нишләп ул шулай? Ә кем унда ҡысҡырып йырлай? Әллә унда ла ҡунаҡтармы? – тип төпсөнәм.

– Ю-юҡ! Был урыҫтарҙың сиркәүе, уның эсендә күмәкләп намаҙ уҡыйҙар. Гел урыҫтар унда…

Мин быға бик ныҡ аптыраным һәм бүтән бер нәмә лә һорашманым.

Кршәник

Бер аҙ барғас текә дүң башында туҡтаныҡ. Һул яғыбыҙҙа ҡыҙыл кирбестән оҙон ғына, бейек йорт тора. Уның да түбәһендә ҙур түңәрәк тимер ҡалай, уныңосонда ғәжәп ҙур крест.Был йорттоң бер яғындағы ҡапҡаһы асыҡ. Кеше күренмәй, ә тауыш көслө. Беҙ дүң башында артҡы ике тәгәрмәскә ағас-мажар тығып төшөргә әҙерләнгән саҡта:

– Ана! Түбәндә бер урында кешеләр ниндәй күмәк! Алай-былай сайҡалып тегеләй-былай йөрөйҙәр! Ана бер яҡта һатырға килтерелгән ат өйөрө, бирерәк һыйыр малы! Ә һул яҡта – һарыҡ, кәзә, - тип атай күрһәтеп алды.

Текәне төшкәнсе ике артҡы тәгәрмәс һыҙылып өйрөлмәне. Мажаларҙы алғас, атай бер ҙур ҡапҡаға туҡтап үҙе инеп китте. Күп тә үтмәй ҙур ҡапҡа ике яҡҡа асылып китте. Таҙа һеперелгән киң ишегалдына индек. Беҙҙе бер ир менән ҡатын ҡаршы алып:

– Әйҙәгеҙ, әйҙәгеҙ өйгә! Эҫелә арып киткәнһегеҙҙер!- тип өйөнә индерҙеләр.

Беҙ ни күмәк кеше, өйҙө тултырҙык та ҡуйҙыҡ! Икенсе бүлмәләре ҡараңғы, һалҡын. Шунда саҡырғайнылар, беҙҙекеләр юҡ та юҡ , баҙарға барабыҙ, тип сыға башланылар. Был урыҫ мәрйәһе менән минең әсәй иркен һөйләшә. Көлөп тә ебәрәләр. Өҫтәлгә самауыр ҡуйһалар ҙа, әсәй мине етәкләп урамға алып сыҡты. Ни бары киң, саңлы юлға сығыуыбыҙ булды, ҡайнап торған кешеләргә текәлдек.

Зәғифтәр

Беҙ туҡтаған ерҙә түбәле оҙон таҡтанан эшләнгән урындыҡ һуҙылған.Унда һуған, ҡыяр, ҡарбуз-ҡауын, күнәк-күнәк муйыл, балан, ҡабаҡ, кәбеҫтә, борсаҡ ҡуҙағы менән, тағы әллә нимәләр теҙелеп киткән. Кеше күплектән көс-хәл менән юл йырып үтеп йөрөй.

Эй, көслө итеп кеше ағымы этәрә башланы! Ҡолаһаң – тороу юҡ! Тапалып үләһең! Әсәй мине бер ҡулы менән күтәрҙе лә көскә икенсе ҡулы менән бағананы уратып йәбешә һалды, шулайтып ҡына бер урында тотоноп ҡалдыҡ! Күп тә үтмәй ике ирҙең йырлаған тауышы ишетелде, әкренләп беҙгә яҡынайҙы. Бер саҡ стена кеүек теҙелгән кеше өйөмө беҙгә яҡынлаша башланы. Өйөмдөң уртаһында бер кеше таҡтаға ултырған, дүрт тәгәрәмәсле арбаһын ике ҡулы менән этеп йөрөтөп килә. Уның ике аяғы ла юҡ. Ҡулдары күн бейәләй эсендә. Муйынына моҡсай эленгән. Кешеләр аҡса, тағы нимәлер шунда тыға. Уның артынан нәҙек оҙон кеше, түше асыҡ күлдәктән, салбары күн кеүек ялтырап киткән! Сәсе текә тора! Ап-аҡ! Уның да муйынында ике моҡсай. Яй ғына киләләр, йырлаәҙар, ниҙр һөйләҙәр. Икеһе лә рус-япон һуғышында зәғифләнгәндәр! Уларҙы күреп кеше илай! Ҡыҙғаныстар!. Халыҡ баҫымын әсәйем көс-хәл менән түҙеп, тотоноп торҙо фәҡәт уң ҡулы менән! Һулында – мин!

Кеше ағымы һирәгәйгәс, беҙ иркенләп тын алып, бушаған ерҙән юл ярып кире әйләнеп әлеге “знакум”дарға килдек. Шул арала беҙҙекеләр барыһы ла ҡайтты. Сәйгә туҡтаманыҡ. Сурашҡа киттек. Шулай итеп баҙар күреү урынына калекаларҙы күреп уфтандыҡ ҡына!

Осрашыу

Кршәндән сығып күп тә үтмәнек атай атын тал өйөмдәре араһынан ялансыҡҡа сығарҙы. Бында сурашҡа барған беҙҙең ҡунаҡтар икән. Һөйләшеү буйынса ошонда осрашып-йыйылып, бергәләп Сурашҡа инергә икән! 5-6 арба ҡунаҡ йыйылдыҡ. Бары ла һөйләшеү буйынса ваҡытына килгән! Ауылға ингәндәаттарҙа шәп йүгертеүҙән көслө саң күтәреп киләбеҙ. Ауыл уртаһы тирәһендә беҙҙең атбашынан алып бер ишегалдына индереп, рәтләп туҡтаттылар ҙа аттарҙы әллә нисә кеше туғарырға, йыйыштырыға тотоноп һә тигәнсе беҙҙе оҙон бер өйгә индереп, өҫ кейеме һалдырып, йыуындырып өйгә индереп ултырттылар. Бында мин көтөп эҙләгән Мәргән менән Лил дә бар. Быға мин ҡыуанам! Лил беҙҙең янға килеп китте. Шат! Һөйләп һүҙе бөтмәй! Ул татарса һөйләшә.

Ҡунаҡ өйө

Өҫтәл артына ултырттылар, сәй эсәләр! Ҡунаҡтар теүәлләнгәнсә, тиҙәр. Хужа Лотфулла поднос менән бәләкәй генә рюмкалар йөрөтөр булғайны ла һәр яҡлап тыйып, эсермәнеләр! Ни өсөн эсертмәйҙәр? Аптырайым!

Ике ҙур киң өй. Уртанан еңел ишек. Ике яҡта ла өҫтәлдәр, ултырғыс, ширлек-бүкәндәр! Ҡунаҡтар теүәлләнде, тип хәбәр иткәс, һәр кемде, хужа беленеүсе, урынлаштырҙылар. Беҙҙәге кеүек халыҡ күп. Бары ла урынлашҡас, хужа Лотфулла мәжлесте асып ебәрҙе! Уның билгеһе өҫтәлдәге ябыуҙарын алыу! Ошонан һуң ашау-эсеү китте!

Тыш ҡараңғы! Өй яп-яҡты! Байтаҡтан һуң Әлмөхәмәт олатай , атай, тағы бер нисә кеше бергә ултыртылған икән, ҡурайҙа уйнап ебәрҙе! . Уларға мәргән, тағы берәү – 2 баян, 2-3 тальян гармундар ҡушылып бына ғәжәйеп матур, дәртле музыка уйнай башланы. Берәм-берәм бейнүселәрһе бейеттеләр. Лил, Фәтхиямал апайҙар, Ғилмитдин, Нуритдин абзыйҙар, ят ҡатын-ҡыҙ, йәш егеттәр бейене. Бер аҙҙан оло кешеләрҙе бейетә-йырлата башланылар. Бейеүселәрҙән иң шаян, күңелле итеп фәҡәт Әбделғужин Әбделәхәт ағай булды! Уны 2-3 тапҡыр бейетеп бейеүгә йомғаҡ яһвнылар, йәғни әлегә туҡтанылар! Ошонан һуң мин әсәй ҡулында йоҡлағанмын! Сығарып һалғандар!

Икенсе көн

Тәүге оҙон өйгә йыйылдылар. Фәлән-фәлән кешеләрҙең һый-хөрмәте тип әйтеп торалар. Мәжлес көнө буйына дауам итте. Был көндө музыканттар :-ҙ кеше: 3 ҡурай, 2 баян, гармунсылар! Ҡунаҡтарға һис ыңғырҙашып ултырырға ваҡыт юҡ! Уйын бик көслө! Бөтәһе бергә тип-тигеҙ, матур, дәртле уйнайҙар! Шуға ла бейеүселәр ҙә, йырсылар ҙа исемдәрен әйтеп башҡарталар. Хисабы юҡ! Иртәнсәк башлап кис булыуын да, ҡараңғы төшөүен дә һиҙмәй ҡалдылар! Ҡунаҡтар төнөн генә таралышҡандар!

Өсөнсө көн

Өсөнсө көн фәҡәт Лотфулла йортондағы мәжлескә. Ҡунаҡ итеүселәр һис арыу һиҙҙермәй. Мәжлес дәртле, күңелле үтә! Был көндө мәжлес урталарында Лил апайҙың яңғыҙ йырлауын һоранылар. Ул инәлтмәне. Уртаға сығып баҫыуына янына мәргән баяны менән килеп баҫты. Лил йырлай, мәргән уйнаә! Бөтә мәжлес халҡы уны ҡат-ҡат хатта һуңынан инәлеп тигәндәй йырлатып тынысландылар! Лилдең һылыулығы тураһында “ҡурсаҡ кеүек” тиҙәр, ә тауышы – бындай моңло тауышты ишеткәнебеҙ юҡ, тиҙәр. Улар көскә үҙ урынына ултырҙы.

Ғилмитдин абзыйҙы саҡырҙылар! Ул аҡ күлдәктә, ҡара костюмда, хромовый итектән. Яланбаш. Сәстәре, әйтерһең, яһалма сәс кейҙергәнме ни?! Ҡап-ҡара, ҡуйы, артҡа таралған, әммә түңәрәк булып ныҡ үҙенә килешеп тора. Икерәт бейеттеләр! Аяғы аҫтына ташланған аҡсаларҙы хужа ҡатыны йыйып алып кеше алдына саҡырып тапшырғас, тағы бей, тип бейттеләр, әммә был юлы оҙаҡ бейемәне, бер-ике түңәрәк эшләне лә, рәхмәт әйтеп. сығып китте.

Мин бейейем

Лил апай урынынан тороп:

– Ағайҙар, апайҙар! Әҙ генә тынлыҡ! Өйҙә тып-тын ҡалдылар. Ул дауам итә:

– Мин күптән ҡарап, һоҡланып ултырам! Әсәһе тубығында ултырған бәләкәй малай ҡошмо ни, талпынып, ынтылып, осорҙай булып талпына! Әйҙәгеҙ, шул баланы бейетәйек!

– Әйҙәгеҙ, бейетәйек! – тип ҡул сабалар.

Мин куренһен өсөн бик тиҙ ике өҫтәлде беркетеп ултыртып клеенка яптылар ҙа мине шул өҫтәлгә баҫтырҙылар. Бейейемме мин, юҡмы, уны һорамайҙар ҙа. Мин өҫтәлгә баҫҡас, бары ла тынды. Ике баянсы ғына уйнай башланы. Көй миңә оҡшамай!

– Йә, башла инде!- тиҙәр.

– Перовский булмағас…- тием.

– Һай, һай! Хатта көй ҙә һайлай белә икән! – тип көлөшәләр. Бөтә музыканттар “Перовский”ҙы уйнай, кешеләрҙә – йылмайыу. Шул саҡ ишек яңағына Ғилмитдин абзыйым килеп торҙо! Мин “Перовский”ға бейей башлағас, кешеләр береһе- береһен тыйып, көлөү-һөйләшеүҙәрҙе бөтөрҙөләр!

Ялан аяҡ клеенкаға таҫылдата баҫып, абзыйым өйрәткәнсә, “Перовский”ҙы бейеп бөтөп туҡтап торам. Халыҡ та тын! Кинәт ҡул сабыуҙар, өҫтәлгә ваҡ һәм ҡағыҙ аҡсалар яуа башланы! Минең аҡсаға иғтибар юҡ! Әсәйем алдына йүгерҙем! Йүгереүем дә ҡыҙыҡ күренгәндер, шау-геү килеп, бер ағай күтәреп алды ла:

– Икенсегә бейеһен инде! – тип ҡысҡыра!

Тәки икенсегә бейеттеләр! Ишек яғынан урынһыҙ баҫып торған кешеләр тағы өҫтәлгә аҡса ташлайҙар! Минең унда эшем юҡ! Лил апай килеп күтәреп алды ла, тышҡа сығып киттек. Тышта туғандарым да ихлас яратып, һөйөп, маҡтап алдылар! Ә мин: – Бер ни булманы... Нишләп миңә улай итәләр икән, - тип тыныс ҡына үҙ яйыма йөрөйөм.

Лил апай менән урамға сыҡтыҡ. Ул мине күтәреп алды ла урам буйлап алып китте. Ауылдың лавкаһына индек. Лил апай кейҙереп ҡарап теүәтәй, күлдәк, костюмчик салбары менән, ойоҡ-носки, ялтырап торған тап-таман ботинкаларҙы алды. Өҫтөмдәгеһен төрөп алды. Лавканан мин атлап сыҡтым. Урам буйлап ҡайтҡанда ла етәкләшеп ҡайттыҡ. Ишегалдына ингәс, бер ҡайҙа ла китмә, йөрөмә, юғиһә бик-бик насар булаһың, тип өйгә инеп китте. Систергән кейемемде бер картуф огороды яғына ташлап киттек.

Мин юғалдым

Ишегалдында бергә уйнарлыҡ бер кем юҡ! Арбалар араһында йөрөнөм-йөрөнөм дә ҡапҡа тышында урам буйлап аҡҡан бәләкәй генә йылғала булышып ултырҙым. Ул да ҡыҙыҡ түгел. Кире арбалар араһында йөрөй торғас, һарай яғында тау кеүек ҡыразланып ятҡан ҡара-һары тупраҡтарҙы күрҙем дә шул “тау” янына килеп ҡарап торҙом. Бер яғынан уның башына менергә юл юҡ. Бер яҡтан һарай, икенсе яҡтан келәт стенаһы! Тырмаша-тырмаша “тау” ҡыразына күтәрелеүем булды, ер ишелеп аҫҡа ҙур, дүрткел соҡор эсенә ҡойола башланы. Мин кире ҡыраз башына күтәрелергә тырышһам да тупраҡ менән бергә түбән оса башланым. Ҡаты һуғылғанымды белеп ҡалдым. Унан нимә булғанын белмәйем. Мәргән табып, баҫҡыстан төшөп күтәреп сыҡҡан! Мин уны ла белмәйем!

Мине юғалтып ауыл, һыу буйҙарынан оҙаҡ ҡына эҙләгәндәр! Таба алмай аптырағандар. “Тау”ҙа минең эҙҙе күреп Мәргән дүрт-биш метр тәрәнлектә табып мине иҫһеҙ көйөнсә алып сыға.

Быны күргән Лил мине үлгән тип, иҫенән яҙып йығыла! Мәргән бик тиҙ бер атҡа атлана ла Петровск -Кршәник балнисына саба. Врач арбаһына ултырып сығырға тигәндә генә өлгөрә. Врач тыңлай ҙа күсеренә: давай Сураш лошадь гоняй вскачь, ти. Сураштан Кршәниккә тиклем өс саҡрым! Тиҙ килеп етәләр! Мине ҡарай врач, Лил апайҙы. Уны иҫкә килтерәләр. Ә мине врач -дохтур үҙе көскә иҫкә килтерә! Иҫемә килгәндә, бөтә тәнемдә ауыртыу, баш әйләнә. Кискә тиклем үҙебеҙҙең ғәҙәти хәлебеҙгә киләбеҙ. Был, әлбиттә, ҡунаҡтар хозорон боҙған! Рәтләнгәсбеҙ, бөтәһе лә ҙур күтәренкелек менән мәжлес башлайҙар! Төш ауыуға ҡунаҡтар таралыша башланы.

Өйҙә

Иртәнсәк уянһам, үҙебеҙҙең өйҙәмен! Тып-тын! Тышҡа сыҡһам, утъяҡҡыс һалҡынында күмәкләп сәй эсәләр. Миңә иғтибар итмәйҙәр.

– Тамаҡ туйҙырығыҙ ҙа ағас-ташты ҡарағыҙ. Әлегә башҡа эш юҡ, - тип атай команда бирә.

Сәйҙән һуң барыһы ла үҙ эштәренә тотона. Ғәҙәт буйынса мин гел Ғилмитдин абзыйҙан айырылмай бергә йөрөйөм. Ул мине бейергә өйрәтә!

Хәҙер мине Хәсән хуторы урыҫтары кеүек бейергә өйрәтә.Мин тиҙ отоп алам. Ул мине ҡосаҡлап алып, бына шулай гел отҡор бул, - ти, ҡыуана! Кистәрен аш өйҙә бөтә балалар бергә ятабыҙ. Әкиәт-ҡарһүҙ һөйләйҙәр. Дейеү, мәскәй әбей, шайтан-ен тураһында – ҡурҡыныс! Әлдә батырҙар, оҫталар бар, һәр саҡ еңеп сығалар!

Атай кемгәлер рам, һәнәк, балта һабы эшләй. Әсәй станок артында киндер һуға. Кисен йәштәр тула. Улар ҡул эштәре менән була! Шулай бер төрлө көндәр үтә. Абзыйҙар Оҙонкүлдән (Өҫкәлек һыуының бер өлөшө шулай атала, сөнки һыу күлдәге кеүек тын. Ағыуы һис беленмәй) һалабаш сығарып юкә һыҙырып алдылар. Ике-өс һалабаш эсенән суртан, шамбы балыҡтары сыҡты! Юкәнең ҡабығын киптерергә һалып ҡайттыҡ. Ете-һигеҙ көндән ебәк кеүек юкә төрөп алдыҡ, ә ҡабыҡтарҙы ҡат-ҡат һалып, барыһын да ташыныҡ. Өлөштәргә бүлеп, бәйләп ҡуйҙылар.

Ҡабыҡтар менән утъяҡҡыс, лапаҫ-һарай башын, мунса ҡыйығын яптылар. Онотолмаҫ ҡунаҡтар, музыканттар тураһында “сипарат” өйөндә бик йыш иҫкә алып һөйләнеләр.

Бер көн төштән һуң

Урам буйына теҙелешеп күмәк ылаусылар туҡтап бер төркөм ирҙәр беҙҙең ишегалдына инделәр. Атайҙы һоранылар. Ул лапаҫ аҫтында ниҙер яһай ине. Уның менән оҙаҡ ҡына әңғәмәләшкәндән һуң:

– Фазтин ағай! әйҙә беҙҙең менән! Беҙҙең оҫталыҡ та, оһоллоҡ та юҡ! Һин беләһең, беҙгә һатыу итергә ярҙам ит! Беҙҙең менән бергә бар! Ярҙам ит инде! – тип үтенделәр.

Атайҙың бер генә лә йөрөгөһө килмәгәс, тейәп китер нәмәләре әҙер булмауына һылтанды.Былар аттарын туғарып, тау тышына тышап ебәрҙеләр ҙә ярҙам итергә тотондолар! Ике арбаны майлап-йүнәтеп атайҙың ағастарын,йүкә, септә, киндерҙән һуғылған төңктәр, сабата үреүселәр өсөн ҡурыс, көрәк-балта, һәнәк һаптары, тырма, фургон өсөн көбсәк-тырнаҡ, арба-тарантас тәгәрәмәсенә тырнаҡтар, тәгәрмәс туғындары, ҡамыт яңаҡтары, дуғалар тейәп, тынысланып лапаҫҡа йыйыйлышып һөйләштеләр.

Ул арала ҡараңғы ла төштө. Ашағас йоҡларға яттылар. Ауыл йоҡлай! Хатта бер ҡош, эт тауышы ла юҡ! Был кешеләр иртә менән үҙҙәре самауыр ҡайнатты. Бер ҡаҙан картуф бешереп, ҡояш ҡалҡыуға ашап-эсеп, аттарын егеп тә ҡуйҙылар. Яйлап ҡуҙғала башланылар. Атайҙың аттарын уртаға төшөрөп, бөтә ҡарауан шағыр-шоғор килеп Кршәник яғына юл алды.

Атай ҡайтманы

Ғәббәс, Мәзит, Өмбәт ауылдары кешеләре төркөм-төркөм булып ҡайтып үттеләр. Һәр төркөмдән:

– Фазтин ағай әйберҙәрен әле һатып бөтмәне! Бер-ике көндән ҡайтып етер! – тип үттеләр.

Беҙ атайҙың ҡайтыуын көн һайын көтәбеҙ. Ә ул һаман ҡайтмай! Уның оҙаҡлауына ике-өс ай үтте. Ул юҡ! Ҡартәсәй бер кувшин һағыҙҙарын алып Үргауылға, Өмбәт, Ғәббәс, Мәзит ауылдарында йөрөп үтә ябығып, тағы ла ҡартайып, хәлһеҙләнеп, танымаҫлыҡ булып үҙгәреп ҡайтып аш өйҙәге үҙ урынына йығылды! Көндәрен, төндәрен һыңҡылдап йыш иланы! Унан һорашып тороусы ла булманы, сөнки уның хәле, илауы әйтеп тора ине. Нисек әбейҙең йөрәген телгәләп һүҙ ҡуҙғатаһың! Ул иртән тороп сығып китә, ҡараңғы тәшәүгә ҡайтып инә. Ҡайҙа бара, нимә эшләй, бер кем уны борсоп һорашмай. Барыбыҙ ҙа мөмкин тиклем уға мәрхәмәтле булырға, ярҙам итергә әҙербеҙ! Ул бик аҙ һүҙлегә, ваҡытын ҡайҙалыр яңғыҙлыҡта үткәрер булды.

Ҡыш

Көтмәгәндә, ҡапыл иртән тороуға бөтә донъя ап –аҡ! Ҡалын итеп ҡар яуған! Кешеләр:

– Ер туңманы! Ҡалын булһа ла, был ҡар иреп бөтөр, бөтә ул! – тинеләр. Ләкин көн ҡояшлы торһа ла, ҡар иремәне! Өҫтәп яуҙы! Ысындан ҡыш булды ла ҡуйҙы. Балалар, йәштәр һуңға тиклем Мәгәзәй түшенән сана шыуып, зыу булып уйнаны.

Ҡылыла, тағы ла беҙҙең мунса тапҡырында нәҙек оҙон мәке уйҙылар. Беҙҙең тыҡрыҡтан ҡысҡырыша-әрләшә малдарын һуғаралар. Төш мәлендә һыу буйы “су-у-уҡ! “тип төрлө тауыштар яңғырай! Ат эсереүселәрҙең һыҙғырыуы ишетелә.

Өйҙә әсәй һаман киндер ебе, балаҫтар, сәкмәнлектәр өсөн дә станогында эшләүен дауам итә. Ҡатын-ҡыҙ кис ултырырға эштәре менән киләләр. Ҡәрсәй көнөн-төнөн тигәндәй иҫке өйҙә. Бында мейес, усаҡ, урындыҡ, ҡаҙан, шәм, утын бар. Элгәреге кеүек ҡарһүҙ һөйләп, беҙҙең янда ятмай. Уға һәр төрлө яҡшы, йомшаҡ һүҙ-ней кәрәклеген һораһалар ҙа яуабы бер:

– Бары ла бар. Йылы… Көн һайын сәйгә, ашарға инә. Гел, телһеҙҙәй, өндәшмәй. Күҙҙәре һәр саҡ йәшкәҙәп тора! Аш өйҙәге үҙ урынына ҡайтып китә.

Шулай ҙа яҡшы һүҙ, ярҙамсыллыҡ уның ҡырыҫлығын һындырҙы булһа кәрәк! Һөйләшеп, аралашып йәшәй башланы! Әүәлге ғәҙәт: бер көн ҡәрсәйҙәр яғында ашап-эсһәк, икенсе көн беҙҙең яҡта, алмаш-тилмәш туҡланып, шаулашып, һөйләшеп-көлөп йәшәй башланыҡ. Нисек тә ҡәрсәйгә ярҙам, яҡшылыҡ эшләргә тырыштыҡ. Йыш ҡына кистәрен беҙҙең яҡта һөйләшеп ултырып, йоҡларға тегендә сыҡтылар. Ғәилә тормошо еңелләнеүен беҙ, балалар ҙа, белеп шат булдыҡ!

Ышкул

Бөгөнгө иртәнге сәйҙе беҙҙең яҡта әҙерләнеләр. Ҡәрсәй урындыҡ түре – үҙ урынына менеп ултырҙы. Сәй яһап, ашай-эсә башланылар. Нишләптер мин һуңлап өҫтәл аша урындыҡҡа төшөп үҙ урыныма ултырырға тип өҫтәлгә мендем дә тәҙрәгә ҡарап, бағаналай, шаҡ ҡатып ҡарап торам. Тышта ҡуйы томан! Көн йонсоу.

– Нимәгә ҡатып ҡалдың! Әллә урамда кәмит бармы? Үт! Ултыр урыныңа! – тип әсәй һуҡрана. Мин өндәшмәй һаман ҡарап:

– Ана-а-а! Мәгәзәй янында берғарыш әллә ен, әллә бәрейҙәр йөрөй! Аттары ла бар! Бәләкә-ә-әй генә! – тим.

– Бушты һөйләмә! Ниндәй ен-шайтан-бәрей булһын ти! Күҙеңә күренәме әллә!?- тип һуҡранып тәҙрәгә ябырылдылар.

Ундағы аттар, кешеләр, саналарҙы күреп аптырауға ҡалдылар!

– Был ни ғәжәп!? Мәгәзәй янында ығы-зығы киләләр!

Нуритдин, Ғилмитдин абзыйҙар тиҙ генә өҫ кейемдәрен кейә-кейә тышҡа дөбөр-шатыр сығып мәгәзәй яғына йүгерҙеләр. Мәгәзәй янына барып бәләкәй күренгән кешеләр араһына үҙҙәре лә бәләкәйләнеп инеп киттеләр. Унда-бында йөрөйҙәр. Туҡтап торҙолар ҙа түбәнгә ҡарай йән-фарман йүгереп төшә башланылар! Урыны менән аяҡ менән шыуалар, ҡолап торалар ҙа тағы түбән йүгерәләр.

Яңы һүҙ

Йүгерешеп килеп инер-инмәҫтән ярышып һөйләй башланылар: – Беҙҙә ышкул яһайҙар икән! Ҡәрсәй, берәмләп һөйләгеҙ, тип ҡысҡырғас ҡына, тыныбыраҡ һөйләргә керештеләр:

– Беҙҙең ауылда, мәгәзәйҙән арыраҡ, тигеҙ ерҙә ышкул яһайҙар икән! Әле егермеләгән сана ҡарағай бүрәнәләр алып килгәндәр! Тағы-тағы ташыйҙар! Беҙҙә ышкул һалалар! Унда Ҡырғыҙ, беҙҙең ауыл, Үргауыл, Ғәббәс, мәзит ауылына балалар уҡыясаҡ. Бүрәнәләр күбәйгәс, эш башланасаҡ! - Ай! Ышкул! Әндрей, Питрауҙа ҙур, матур йорттар бар. Унда йәш балалар уҡый! Беҙгә лә шул килеп еткән икән! Ышкул һалып, балаларҙы йыйып уҡытмаҡтарҙыр!

– Ҡәрсәй! Ышкулы нимә була?- тибеҙ.

– Ауыл балалары уҡырға-яҙырға өйрәнәләр. Былай булғас, ауылға уҡытыусылар ҙа килер әле…

– Уҡытыусы нимә була?

– Етәр! Ултырығыҙ! Сәй эсеүегеҙҙе белегеҙ! – тип асыуланғас, башҡа өндәшмәнек.

Ә шулайҙа ышкул, уҡытыусы - яңы һүҙ! Аңлашылмай!

Сенсация

Төш ваҡыттарына Ҡырғыҙҙан, Үргауылдан, беҙҙән мәгәзәй янында йыйылышып:

– Һай-һай! Ниндәй эре, матур ҡарағай бүрәнәләр килтергәндәр!

– Ышкул һалалар! Ышкул була! – тип беҙ ҙә ҡыуанабыҙ.

– Әҙерәк уҡытырҙар ҙа балаларығыҙҙы әллә-ә-ә ҡайҙа “пырыютҡа” алып китерҙәр әле! Шунан балаларығыҙҙың ҡайҙа икәнен белә алмай, күрә алмай интизар булырһығыҙ әлә! Балаларығыҙ ҡәҙерле булһа, берегеҙҙә балаларығыҙҙы ышкулға бирмәгеҙ!

Әле төҙөлә лә башланмаған ышкулға ҡаршы ҡотҡо тиҙ таралды! Күп кешеләр балаларын ышкулға ебәрмәҫкә ҡәһәтләнде! Айырыуса ҡыҙ балаларҙы!

– Кем һуң ул балаларҙы ебәрә? Нисек ебәрергә тейеш һуң?

– Мөғәллим! Ул балаларҙы йыйып ышкулда өйрәтеп, һайлап ситкә оҙатырға тейеш!

– Кем ул мөғәллим? Ҡайҙан килгән кеше?

– Ышкул һалынып, эшләнеп бөткәс, мөғәллим үҙе килер әле!

Бына ошондай ҡотҡо һүҙ күп халыҡты ышкулға ҡаршы ҡуйҙы. Берәүҙәр ҡыуанһа, икенселәре – нәфрәтләнде, әммә ышкул беҙҙең ауылда булыуға төп хужалыҡ итеүсе Бәҙретдин Хәсәнов тигән кешегә хөрмәт менән ҡарап:

– Ышкул тураһында бер ысхут үткәрһәң ине! – тигәндәр.

Бер буранһыҙ, аяҙ көндө мәгәзәй бүрәнәләр янында өс ауылдан кешеләр йыйылды. Ышкул хаҡында һөйләшеү оҙаҡ ҡына барҙы. Төш ауғас таралған халыҡ:

– Бына рәхмәт Бәҙретдинға! Ниндәй уҡымышлы кеше! Түлкә был ышкул ҡасан һалынып бөтөр икән? – тине.

Ошонан һуң ышкул хаҡында фәҡәт яҡшы һүҙ ишетелде, уның тиҙерәк һалынып бөтөүен теләнеләр! Урман! Ҡайһы ерҙә, алыҫмы ул? Кем ағас ҡырҡа? Был халыҡҡа билдәһеҙ! Белмәйҙәр! Юлдан ҡалмаҫтан алда ағас сығарырға кәрәк тигән һүҙ таралды! Ошонан һуң һис туҡтауһыҙ мәгәзәй янында бүрәнәләр өйөмө артҡандан артты. Ҡар аҫтынан һыу сыҡҡас ҡына бүрәнә ташыу туҡтаны! Ат-саналар ҡайҙалыр китеп бөттө! Тып-тын булып ҡалды.