Фәүзиә Алтынбаева яҙмалары: өлгөләр араһындағы айырма

Викидәреслек проектынан
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
43 юл: 43 юл:




РӘҮҘӘК.

РӘҮҘӘК.
Был йырҙың премьераһы бөгөн Иҫәкәйҙә Тыуған ауылым Иҫәкәй байрамында булды! Мин ауылым байрамына йыр алып ҡайта алыуым менән бәхетлемен! Йырҙы башҡарыусы Минсәрә Суфияноваға һәм шиғырыма көй яҙыусы Риф Сәлишевҡа ҙур рәхмәтлемен!
Был йырҙың премьераһы бөгөн Иҫәкәйҙә Тыуған ауылым Иҫәкәй байрамында булды! Мин ауылым байрамына йыр алып ҡайта алыуым менән бәхетлемен! Йырҙы башҡарыусы Минсәрә Суфияноваға һәм шиғырыма көй яҙыусы Риф Сәлишевҡа ҙур рәхмәтлемен!



РӘҮҘӘК
РӘҮҘӘК
68 юл: 71 юл:
Йәш ғүмерем йүгерә..
Йәш ғүмерем йүгерә..
Фәүзиә Ҡотлогилдина -АЛТЫНБИКӘ
Фәүзиә Ҡотлогилдина -АЛТЫНБИКӘ




ТЫУҒАН АУЫЛЫМ ИҪӘКӘЙ /йыр/
ТЫУҒАН АУЫЛЫМ ИҪӘКӘЙ /йыр/
93 юл: 98 юл:
Бигерәк һин яҡын йөрәккә!
Бигерәк һин яҡын йөрәккә!
Фәүзиә Ҡотлогилдина-Алтынбаева
Фәүзиә Ҡотлогилдина-Алтынбаева





163 юл: 169 юл:
Фәүзиә Ҡотлогилдина – АЛТЫНБИКӘ
Фәүзиә Ҡотлогилдина – АЛТЫНБИКӘ
18.01.2016
18.01.2016




Хәтерләү
Хәтерләү

23:04, 8 ноябрь 2020 өлгөһө

Башҡортостан топонимияһы.


ИҪӘКӘЙЕМ - ТЫУҒАН ТӨЙӘГЕМ

Иҫәкәйем, ауылҡайым, Донъяла һин бер генә, Гармунлы ауыл кистәре Күңелемдә гел генә.

Селтербейем түбәһенән Бөтөн ауыл күренә, Ғәзиз Рәүҙәгемдең тәмен Онотмамын ғүмергә.

Рәүҙәгемдең һыуын эсә Өс ауыл кешеләре, Өс ауылда йәшәүселәр Бер туған ишеләре.

Ауылымдың иртәләре Аҡ томанға төрөнгән, Иртәнге ысыҡтар менән Көмөш нурҙар үрелгән.

Иҫәкәйҙә беҙҙең тамыр Ергә тәрәнгә киткән, Шул ағастың емештәрен Елдәр йыраҡҡа һипкән.

Беҙҙе тартҡан төрлө яҡтың Ауылы,ҡалалары, Беҙ бит тыуған ауылыбыҙ Иҫәкәй балалары.

Тыуған ауыл Иҫәкәйҙә Ҡанатыбыҙ нығынған, Йылдар үтә барыу менән Һине нығыраҡ һағынаам. Фәүзиә Ҡотлогилдина – АЛТЫНБИКӘ



РӘҮҘӘК. Был йырҙың премьераһы бөгөн Иҫәкәйҙә Тыуған ауылым Иҫәкәй байрамында булды! Мин ауылым байрамына йыр алып ҡайта алыуым менән бәхетлемен! Йырҙы башҡарыусы Минсәрә Суфияноваға һәм шиғырыма көй яҙыусы Риф Сәлишевҡа ҙур рәхмәтлемен!


РӘҮҘӘК

Ауылыма һыйынып ҡына Аға Рәүҙәк йылғаһы, Күңелемдә һаман сыңлай Көмөш кеүек йырҙары.

Ҡушымта : Рәүҙәгемдең һыуын эсә Өс ауыл кешеләре, Өс ауылда йәшәүселәр Бер туған ишеләре!

Һандуғастар сут-сут һайрай Туғайында таллыҡта, Баласағымдың эҙҙәре Йылға буйы ташлыҡта..

Рәүҙәгемдә һыуҙар инһәң Шифалы көсөн бирә, Ҡаршыма Рәүҙәк буйынан Йәш ғүмерем йүгерә.. Фәүзиә Ҡотлогилдина -АЛТЫНБИКӘ


ТЫУҒАН АУЫЛЫМ ИҪӘКӘЙ /йыр/

Фәүзиә Ҡотлогилдина һүҙҙәре, Минсәрә Суфиянова көйө һәм башҡарыуы

Бик һағындым тыуған Иҫәкәйем, Ҡасан ғына ҡайтып күрермен, Селтербейҙә үҫкән сәскәләрҙән Матур таҡыялар үрермен?

Ҡуш.Гармун моңло киске урамдарың Беҙҙең күңелдәрҙә һаҡлана, Ауылымда үҫкән кешеләргә Бар тирә-яҡ ҡарап һоҡлана.

Һағындыра аҡлан, туғайында Еләк-емеш йыйып йөрөүе, Рәхәтләнеп йәйге эҫеләрҙә Рәүҙәгемдә һыуҙар инеүе.

Төрлө яҡтан ғәзиз балаларың Йыйылыштыҡ тыуған төйәккә, Йәнтөйәгем, минең Иҫәкәйем, Бигерәк һин яҡын йөрәккә! Фәүзиә Ҡотлогилдина-Алтынбаева


ЫЛАСЫН ТАШЫ

Тыуған ауылыма яҡын ғына

  • Ыласын ташы * тигән бер ҡая,

Тырыша , тырмаша шул ҡаяға Үрмәләнек гүйә беҙ бая.

Барыһы ла күҙ алдында тора, Киртләс, киртләс ҡая баҫҡысы, Ҡурыҡманыҡ осоп төшөрбөҙ тип Беҙҙең ҡулда тылсым асҡысы!

Ҡая башындағы хозурлыҡтар Таныш беҙҙең йәштәш күптәргә, Яулап алып ошо бейеклекте Баштарыбыҙ тейҙе күктәргә!

Аҫта урман! Икһеҙ, сикһеҙ урман, Көмөш һыулы Рәүҙәк йылғаһы! Беҙ торабыҙ Ыласын ташында Ҡала ҡанат ҡына ҡағаһы!

Ә хыялдар беҙҙең ҡанатлылар, Оса ине йыраҡ йыраҡҡа, Күбебеҙҙең йәшлек хыялдары Әйләнделәр ысынбарлыҡҡа.

Уҡып белем алып, донъя ҡороп Үҫтерҙек беҙ ғәзиз балалар, Хәҙер балаларҙың балалары Ыласын ташына баралар.

Беренсе һәм туғыҙынсы майҙа Буш булманы ошо тау юлы, Күңелемдә һаман йәшеллектә Өтәш менән Ҡара бит яланы.

Күп егеттәр тәүге һөйөүҙәрен, Яратыуын шунда һөйләне, Гармун уйнап йырҙар йырланылар Йәштәр дәртле көйҙәр көйләне.

Күрше Һарғай ауылы йәштәре Рәүҙәк кисеп бында килделәр, Иҫәкәйҙәр менән бергәләшеп Ыласын ташына ла менделәр.

Ҡая башындағы аҡланлыҡта Үҫә ине матур сәскәләр, Әле лә бит элеккеләй итеп Улар унда һаман үҫәлер?

Олатайҙар инде тиҫтерҙәрем, Ҡыҙҙар инде күптән өләсәй, Йәшлектәге матур хәтирәләр Күңелдәрҙә яҙылып йәшәй.

Әле генә булып үткән кеүек Ҡая башындағы минуттар, Ыласын ташына үрмәләүҙәр Бик күптәргә ҡуйҙы ҡанаттар.

Яҙҙар етеп ҡайтһам ауылыма Менер инем Ыласын ташына! Иҫкә алыр инем йәшлегемде Ҡунаҡлаһам ҡая башына! Фәүзиә Ҡотлогилдина – АЛТЫНБИКӘ

18.01.2016


Хәтерләү

Элек-электән Иҫәкәй, Һарғай ауылы йәштәре яҙ етеү менән 1 май, йәиһә 9 май байрамдарында *Ыласын ташы* ҡаяһына күтәрелгәндәр.Уларға Ибрай һәм Ташбүкән ауылы йәштәре лә ҡушылғандар. Бейек ҡаяға күтәрелеп тирә-яҡты күҙләгәндәр, йыуаға төшкәндәр.Тик йыуа йыйғанда бик һаҡ йөрөргә кәрәк, осоп китеү ҡурҡынысы бар. Аҙаҡ Ыласын ташынан төшөп матур аҡланда төрлө уйындар уйнағандар, өйҙән алып барған ризыҡтар менән һыйланғандар, ризыҡтың ҡалғанын ҡоштарға тип һалып киткәндәр.Минең әтейем һөйләгән ине(Алтынбаев Әбделғәлим)үҫмер саҡтарында улар ҙа Ыласын ташына барғандар, уның Шәфҡәт исемле дуҫ малайы ла барған. Бер ваҡыт Шәфҡәт күренмәҫ булды ти, ҡысыҡыра, яуап бирмәй икән..оҙаҡ эҙләгәндән һуң ауылға ҡайтып әйткәндәр.Унан оло кешеләр менән килеп ҡая аҫтынан үле кәүҙәһен тапҡандар.Әтейем шунан һуң ҡая киртләстәренә йыуаға төшмәнем ти.