Баймаҡ районы Өмөтбай ауылының ете мөғжизәһе: өлгөләр араһындағы айырма

Викидәреслек проектынан
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ZUFAr (фекер алышыу | өлөш)
"{{coord-simple|53|07|47|N|58|10|58|E|}} <div class="text"> {{poemx|Баймаҡ районы Өмөтбай ауылы "Әүлиә " ағинә..." исемле яңы бит булдырылған
 
ZUFAr (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
 
1 юл: 1 юл:
{{coord-simple|53|07|47|N|58|10|58|E|}}
{{coord-simple|53|07|47|N|58|10|58|E|}}
<div class="text">
<div class="text">
{{poemx|Баймаҡ районы Өмөтбай ауылының ете мөғжизәһе|
{{poemx|Баймаҡ районы Өмөтбай ауылы "Әүлиә " ағинәйҙәр ҡоро , ҡатын- ҡыҙҙар ойошмаһы Өмөтбай ауылының ете мөғжизәһен өйрәнә. Ауылыбыҙҙың ер-һыу атамаларын, уларҙың легендаларын йыябыҙ. Атамаларҙа - халҡыбыҙ тарихы, еребеҙгә һалынған мөһөр! Ер - һыу атамаларында теге йәки был урындың , тауҙың, төбәктең, йылғаның һ.б.кешеләр иғтибар биреп еткермәгән серҙәре әллә күпме.Тарихты белеү өсөн ер - һыу атамаларының барыһында боронғоларында, һуңғы осорҙа барлыҡҡа килгәндәрен дә бик ентекләп йыйыу, өйрәнеү һәм уларҙы бик һаҡларға кәрәк. Теләгән бер кеше үҙе белгәнде яҙа ала. Фотолар, йырҙар һ.б. бик урынлы булыр.Ысынлап та ер - һыу атамалары Тыуған илгә, ергә һәм үҙ телеңә һөйөү тәрбиәләй, ҡыҙыҡһыныу уята, беҙҙең тәбиғәткә ыңғай ҡарашыбыҙҙы үҫтерә. Ауылыбыҙҙың ете мөғжизәһен белеү , ер - һыу атамаларын, легендаларын, тарихын белеү балаларыбыҙға һәм киләсәк быуынға файҙалы материал буласаҡ.
Баймаҡ районы Өмөтбай ауылы "Әүлиә " ағинәйҙәр ҡоро , ҡатын- ҡыҙҙар ойошмаһы Өмөтбай ауылының ете мөғжизәһен өйрәнә. Ауылыбыҙҙың ер-һыу атамаларын, уларҙың легендаларын йыябыҙ. Атамаларҙа - халҡыбыҙ тарихы, еребеҙгә һалынған мөһөр! Ер - һыу атамаларында теге йәки был урындың , тауҙың, төбәктең, йылғаның һ.б.кешеләр иғтибар биреп еткермәгән серҙәре әллә күпме.Тарихты белеү өсөн ер - һыу атамаларының барыһында боронғоларында, һуңғы осорҙа барлыҡҡа килгәндәрен дә бик ентекләп йыйыу, өйрәнеү һәм уларҙы бик һаҡларға кәрәк. Теләгән бер кеше үҙе белгәнде яҙа ала. Фотолар, йырҙар һ.б. бик урынлы булыр.Ысынлап та ер - һыу атамалары Тыуған илгә, ергә һәм үҙ телеңә һөйөү тәрбиәләй, ҡыҙыҡһыныу уята, беҙҙең тәбиғәткә ыңғай ҡарашыбыҙҙы үҫтерә. Ауылыбыҙҙың ете мөғжизәһен белеү , ер - һыу атамаларын, легендаларын, тарихын белеү балаларыбыҙға һәм киләсәк быуынға файҙалы материал буласаҡ.
Беҙгә ярҙамлашыусы
Беҙгә ярҙамлашыусы
БР атҡаҙанған уҡытыусыһы, тыуған яҡты өйрәнеүсе Мәжитов Айҙар Рәис улына ҙур рәхмәт.
БР атҡаҙанған уҡытыусыһы, тыуған яҡты өйрәнеүсе Мәжитов Айҙар Рәис улына ҙур рәхмәт.
32 юл: 33 юл:
Шулай итеп, Урал батыр ҡобайырына таянып, Һаҡмар йылғаһы башҡорт этнонимын формалашыуында мѳһим роль уйнаған тәбиғәт бүләге тип ҡабул итеп ҡәҙерләү һәр кемдеӊ бурысы.|
Шулай итеп, Урал батыр ҡобайырына таянып, Һаҡмар йылғаһы башҡорт этнонимын формалашыуында мѳһим роль уйнаған тәбиғәт бүләге тип ҡабул итеп ҡәҙерләү һәр кемдеӊ бурысы.|
Айҙар Мәжитов. Анузя Мажитова әҙерләне }}
Айҙар Мәжитов. Анузя Мажитова әҙерләне }}

[[Категория:Баймаҡ районы Өмөтбай ауылы]]
[[Категория:Баймаҡ районы топонимикаһы]]

20:58, 6 декабрь 2020, ағымдағы өлгө

53°07′47″ с. ш. 58°10′58″ в. д. (G)

Баймаҡ районы Өмөтбай ауылының ете мөғжизәһе


Баймаҡ районы Өмөтбай ауылы "Әүлиә " ағинәйҙәр ҡоро , ҡатын- ҡыҙҙар ойошмаһы Өмөтбай ауылының ете мөғжизәһен өйрәнә. Ауылыбыҙҙың ер-һыу атамаларын, уларҙың легендаларын йыябыҙ. Атамаларҙа - халҡыбыҙ тарихы, еребеҙгә һалынған мөһөр! Ер - һыу атамаларында теге йәки был урындың , тауҙың, төбәктең, йылғаның һ.б.кешеләр иғтибар биреп еткермәгән серҙәре әллә күпме.Тарихты белеү өсөн ер - һыу атамаларының барыһында боронғоларында, һуңғы осорҙа барлыҡҡа килгәндәрен дә бик ентекләп йыйыу, өйрәнеү һәм уларҙы бик һаҡларға кәрәк. Теләгән бер кеше үҙе белгәнде яҙа ала. Фотолар, йырҙар һ.б. бик урынлы булыр.Ысынлап та ер - һыу атамалары Тыуған илгә, ергә һәм үҙ телеңә һөйөү тәрбиәләй, ҡыҙыҡһыныу уята, беҙҙең тәбиғәткә ыңғай ҡарашыбыҙҙы үҫтерә. Ауылыбыҙҙың ете мөғжизәһен белеү , ер - һыу атамаларын, легендаларын, тарихын белеү балаларыбыҙға һәм киләсәк быуынға файҙалы материал буласаҡ.
Беҙгә ярҙамлашыусы
БР атҡаҙанған уҡытыусыһы, тыуған яҡты өйрәнеүсе Мәжитов Айҙар Рәис улына ҙур рәхмәт.
ҺАҠМАР йылғаһы.
Һыу йәшәү сығанағы йәки Һаҡмар гидронимы варианттары.
Һаҡмар һыуы аға ҡибла табан
Урал тауы буйлап көн битләп
Кешелек тарихында тәүге дәүләттәр, ҡала, ауыл ҡайҙа ғына барлыҡҡа килмәһен, улар һыу (йылға-күл) янында барлыҡҡа килгән, Мысыр дәүләте -Нил, Тигр һәм Ефрат, Һинд һәм Ганг буйҙарында боронғо дәүләттәр, йә булмаһа Бөйөк Болғар иленеӊ Ҡама йылғаһы буйында барлыҡҡа килеүе ошо тарихи фаразға асыҡ миҫал. Башҡорт иленеӊ дә барлыҡҡа килеүе һәм төрлө ырыуҙарҙыӊ берҙәм халыҡ булып ойошоуы ла йылға-күлдәргә бәйле. Һүҙемде, илебеҙҙеӊ Урал аръяғы төбәгенеӊ йөҙөк ҡашы булған Һаҡмар йылғаһынан башлағым килә. Ысынлап та йырҙарҙа данланған гүзәл Һаҡмар йылғаһын республикабыҙҙа белмәгән кеше юҡтыр. Шулай ҙа йылғаның атамаһы тураһында тәғәйен генә аңлатма юҡ. Атаманың бер вариантында, башҡорт казактарының Һаҡмар йылғаһы буйлап һаҡ (сик һаҡлау) хеҙмәте үтәгән ваҡытта бер-береһенә “Һаҡ бар !”мы тип шартлы тауыш биреүҙән килеп сыҡҡан тип фараз бар, Дон казактарыныӊ шартлы тауыш “Нечай!” тип һөрәнлә�

Әйткәндәй, беҙҙеӊ төбәктә аҡҡан Сырҙан йылғаһын, казак олотайҙар генерал Перовскийҙыӊ Урта Азия походынан һуӊ, Һыръдарья (Сырдаръя) йылғаһы хөрмәтенә ҡушыуҙарын атап үткем килә.
Ошоларҙан сығып һаҡмар атамаһын ѳлѳштәргә бүлеп тикшерһәк, һаҡ (һаҡсы), ар-(ир) аңлатмаһы килеп сыға. Мәҡәләмдеӊ төп мәғәнәһенән ситкә китеп, башҡорттарҙың ут күршеләре булған болғар халҡын миҫалға килтерәм. Миҫал, Татарстандыӊ Нурлат ҡалаһында йәшәгән бер туған Яҡуп бажам менән әӊгәмәнән һуӊ тыуҙы. Яҡуп бажа үҙен бер ваҡытта ла татар тип түгел ә болғар тип таныта. IХ- ХIII б. Ҡаманыӊ Волгаға ҡушылған урынында ҡеүәтле Болғар дәүләте булыуын һәр кем беләлер. Ысынлап та монгол яуыны тиклем Болғар, Сеүәр, Биләр ҡаларыныӊ таш түшәлгән урамдары, ҡала мунсалары, фонтандар бәреп торған майҙандары булыуы илселәрҙе, сауҙагәрҙәрҙе йәлеп итеп торған, шулай булмаһа ғәрәп миссионеры Әхмәт ибн Фаҙлан, 922 йылда мосолман диненәәйҙәп Болғар ҡалаһына ки лер инеме? Урындағы болғар халыҡтыӊ төп шөғөлө- йылға сауҙаһы булған, халыҡтыӊ атамаһы:болға- (һыу)ар-(ир) һыу кешеләре, йәғни һыу буйлап сауҙа итеүсе кеше (сауҙагәр) атамаһын аӊлата. Хәҙерҙә бит болға, болғансыҡ тип һыуға ҡарата сағыштырыу ҡулланабыҙ. Волга борондан Болға тип аталған. Сауҙагәр- сыуҙа (һыуҙа) һатыу итеүсе ар- ир атамаһын булдырған. Сауҙа итеү өсөн иҫәп-хисап белем талап ителгән, был йәһәттән болғарҙар мәҙәниәте беренсел урында торған. Бына ни ѳсѳн башҡорт әкиәттәре геройы булып –батырҙар (һаҡлар), ә болғар-татар әкиәттәрендә шайтан-шүрәлене лә тѳп башына ултыртыусы хәйләкәр, сатраш уйыны оҫтаһы Әминбәк кеүек аҡыллы герой (болғар) образдарын күрергә була.
Һаҡмар атамаһыныӊ киләһе вариантында, йылғаның үтә лә текә ярҙары,кисеүҙәр аҙ булыуы сәбәпле һаҡ атларға, һаҡ барырға киҁәтеүҙән килеп сыҡҡан тигән фараз бар.
Батшалар заманынан башлап башҡорт ерҙәрендә заводтар төҙөлөп ҡара төтөн бөркә башлау менән, ҙур йылғалар менән рәттән кесерәк йылғаларҙа һал ағыҙыу хеҙмәтен үтәгән, ауылдыӊ ҡарттары элегерәк Өмөтбайҙа йылға ике мәртәбә таша, тәүгеһе ҡар ирегәс, икенсеһе Урал һыуы төшкәс тейерҙәр ине. “Урал һыуы” тип ауылды�
“Урал һыуы” тип ауылдыӊ янындағы, сиктәш бөрйән ҡараурмандарыӊ ҡар һыуын күҙ уӊында тотҡандарҙыр инде, хәҙерҙә бит “урманда ике тапҡыр ямғыр яуа” тигән әйтем бар. Билал ауылынан Мөбәрәк ҡайным йәш егет сағында. һал ағыҙыу эшендә булғандарын һөйләүен ҡыҙыҡһынып тыӊлай торған инем, ҡыш буйы ағас ҡырҡып, һыу баҫар туғайҙарға тартып һал итеп бәйләйҙәр, ағас бәйләүҙеӊдә үҙ тәртибе- бер ағас ысҡынып китһәлә башҡаларына зыян итмәй икән. Яҙ
етеп һыу ҡайтҡас (һыу ҡайта, һыу китә тип тере йәнгә һынап йылға менән һөйләшеү бородан килә), болон-туғайҙар һыу менән тулып һалдарҙы ҡуҙғата. Ололар һал ҡыуғынсыларын билдәләй, ҡығынсылар һал өҫтөнә бесән тейәлгән арбаһы менән аттарҙы мендерәләр, аҙыҡ-түлек. йоҡлар өсөн лапаҫтар эшләп ырымбур тарафтарына хәүефле юлға сығалар…Ни өсөн бесәнле арба?- тип һораусылар булыр, кире ҡайтҡанда аттарҙы ашатырға, арбаға кәрәк яраҡ, аҙыҡ-түлекте, эш ҡоралдарын алып ҡайтыу өсөн. Бәлки ҡыуғынсыларҙыӊ “һаҡ бар! ” тип һөрәнләүҙәре йылға атамаһын тыуҙырғандыр…
Ә шәхсән эҙләнеү-тикшереүгә килгәндә йылғаның атамаһы быуаттар тѳпкѳлѳнән –алмисаҡтан киләлер тип уйлайым. Был турала Урал батыр ҡобайыры миҫалында күрергә була. Урал батыр ҡобайырындағы:
Яйыҡ, Нѳгѳш,Һаҡмарҙар,
Яңы йылға эҙләгән,
Иҙел һымаҡ былар ҙа,
Алмашлап, бер-береһен,
Булат менән сапҡан ти,-
Уларҙан да ѳс йылға
Шылтырашып аҡҡан, ти
Һуҙҙәренән сығып, Һаҡмар батыр ағаларына эйәреп ҡаяташҡа үҙенеӊ ҡоралы- һуҡмар (суҡмар) менән һуҡҡандан һуң һыу бәреп сығып йылға булып ағып китә.Суҡмар һүҙе тора-бара Һаҡмар атамаһына әүерелгән типфараз итһәк дѳрѳҫ булыр тип уйлайым, сѳнки суҡмар боронғо замандарҙа киң таралған ҡорал булған. Әлбиттә, Урал батырҙыӊ оло улы Яйыҡ батыр атаһының ҡылысын мираҫҡа алһа, ә кесе туғандары суҡмар менән ҡоралланған булғандыр. Мифология донъяһында киӊ таралған халыҡ легендаларында ла тере һыу эҙләү һәм табыу кеүек эпизодтартар йыш осрай.
Һаҡмар йылғаһының инеше бәләкәй генә шишмәнән башлана, әбйәлилдәр ошо инешкә торба һалып ҡуйған,
һыуы сылтырлап ҡына ағып ята. Уҡыусыларым менән инештән услап һыу уртлаған саҡта, баласаҡтан таныш т


- һаҡмар һыуы тәмен тойҙом. Һаҡмар буйында тыуып үҫкән һәр кемгә танһыҡ был тәмде онотмаһындар ѳсѳн бигерәк тә балалар хәтерендә ҡалдырыр ѳсѳн, бѳгѳнгѳ кѳндәрҙә лә Һаҡмар буйы ауылы халҡы, яҙғы һары һыу тѳшкәнсе мәкенән сәйгә алып ҡайтыуы быуындар күсәгилешлегенә асыҡ миҫал. Кеше генә түгел, был төбәктә оя ҡороп бала баҫҡан аҡҡоштарҙа Һаҡмар боҙон тәмләп ҡалырға иртә яҙҙа ашҡынып ҡайта…

Шулай итеп, Урал батыр ҡобайырына таянып, Һаҡмар йылғаһы башҡорт этнонимын формалашыуында мѳһим роль уйнаған тәбиғәт бүләге тип ҡабул итеп ҡәҙерләү һәр кемдеӊ бурысы.