Фәүзиә Алтынбаева яҙмалары: өлгөләр араһындағы айырма

Викидәреслек проектынан
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
ZUFAr (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
 
463 юл: 463 юл:




Сәләм һиңә, Викидәреслегем!
Ҡабул итсе мине үҙ итеп,
Һағынып та киттем әле һине,
Быны әйтәм һиңә сер итеп...

Ғафури районы Сәсәндәр мәктәбе, йәғни мин мәктәптең етәксеһе Фәүзиә Ҡотлогилдина -Алтынбикә 1 февралдән марттың 15--нә тиклем интернеттә ижад бәйгеһе үткәрҙем.бына ошондай шартнамә ҡуйып:


ҠЫШҠЫ ЙӘЙҒОР - 2021

Балаларҙың ижади һәләтен асыу, һәм үҫтереү, илһөйәрлек һәм туған телгә һөйөү тәрбиәләү маҡсатында Башҡорт тарихы йылына арнап районыбыҙҙың Сәсәндәр мәктәбе Ғафури районы Башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә район уҡыусылары өсөн Интернет ижади бәйге иғлан итә. Уҡыусыларҙың ижад емештәрен Сәсән тауышы төркөмөнә ебәрергә кәрәк.
Ҡышҡы йәйғор - 2021 ижад бәйгеһендә 5 номинацияла урындар билдәләнәсәк.

1. ТАНЫШТЫРЫУ. ( Ҡайҙан, ҡайһы ырыу балаһы, ораның, ҡошоң, тамғаң, ниндәй һыу эсәһең, тауың, ниҙәр яратаһың, ҡыҫҡаһы үҙең менән таныштырыу - шиғри телдә)

2. ӘКИӘТТӘР - (Әкиәт ижадын проза телендә лә, шиғри телдә лә мөмкин)

3.ҠОБАЙЫР йәиһә ЙЫР ( Шиғри телдә)

4. ЕР - ҺЫУ, АУЫЛ АТАМАЛАРЫНА АРНАЛҒАН ИЖАД ( Топономик инша )

5.ЙӘШ ХӘБӘРСЕ (Район һәм республика гәзит -журналдарына мәҡәләләр яҙып өйрәнеү)

Номинациялар буйынса ижади эштәрҙе ҡабул итеү 1 февралдән 15 мартҡа тиклем СӘСӘН ТАУЫШЫ төркөмөндә барасаҡ. Ҡабул итеү тамам булғас, абруйлы жюри еңеүселәрҙе билдәләйәсәк.

Еңеүселәрҙе номинациялар буйынса бүләктәр көтә! Ҡатнашыусылар ҙа буш ҡалмаясаҡ.Теләгән кешеләр бер нисә номинацияла ҡатнаша ала. Балаларҙың ижадын СӘСӘН ТАУЫШЫ төркөмөнә килтереп еткереү өсөн балалар үҙҙәре генә булдыра алмаһа уларға башҡорт теле уҡытыусыларының йәиһә әсәй, өләсәйҙәренең ярҙам итеүҙәрен һорала. Ниндәй мәктәптән нисәнсе синыфтан икәнегеҙҙе , исем -фамилияғыҙҙы күрһәтергә онотмағыҙ.

Ғафури районы Сәсәндәр мәктәбе етәксеһе Фәүзиә Ҡотлогилдина -Алтынбикә


Беләһегеҙме , бәйгенең шул тиклем шәп үткәнен! 71 ижад эше ҡабул ителде уҡыусыларҙан. Баһалама комиссияһы тикшереп урындар ҙа билдәләнек, финанс табаһы ғына ҡалды бүләктәр алырға.Әле эҙләйем. Балалар шундай һәләтлеләр, ижад эштәре һоҡланырлыҡ! Биш номинация ла гөрләп торҙо һәр көн һайын! Хәҙер һеҙҙең иғтибарға балалар ижадының тарихҡа, топонимикаға ҡағылғандарын тәҡдим итмәксемен.Үҙем ижадсы сәсәниә булғас, балаларҙы ла ижад юлынан алып киттем мин.Ҡышҡы йәйғор бәйгеһен Ғафуриҙә инде өсөнсө йыл үткәрәм.
Фәүзиә Ҡотлогилдина -Алтынбикә 29.03.2021



1
ТӨЛКӘҪ (Топономия)

Беҙҙең баҡсабыҙ артынан
Бер кескәй йылға аға,
Исеме лә шундай матур,
Төлкәҫ тиеп атала.

Ул аға болондар буйлап
Дәртле йырҙарын йырлап,
Яр буйы туғайҙарында
Ҡоштары тора һайрап.

Йәй көнө Төлкәҫ һыуында
Ап-аҡ ҡаҙҙар йөҙәләр,
Ҡыр үрҙәктәре, селәндәр
Был йылғаны һөйәләр.

Төлкәҫ һыуында йәшәйҙәр
Сабаҡтар, ҡоморойҙар,
Яр буйында ҡармаҡ һала
Шаян үҫмер малайҙар.

Йәйҙең эҫе көндәрендә
Ҡыҙҙар балаҫ йыуалар,
Төлкәҫтең көйөнә ҡушып
Моңло йырҙар һуҙалар.

Красноусол ауылында
Ул Көгөшкә ҡушыла,
Беҙҙең бәләкәй Төлкәҫ тә
Ҙур диңгеҙгә юл ала.
Линара Иҙрисова.9 кл..Йәншишмә төркөмө Етәксеһе Ҡотлогилдина Фәүзиә

Төлкәҫ -Ғафури районындағы бәләкәй йылға, Көгөшкә ҡушыла.

2
ЙЫЛҒАҠАЙЫМ БИРЕШЛЕ (Топономия)

Ауылыбыҙҙың ситенэн
Ағып ята Бирешле
Тирә - ягы матур урман
Саҡырып тора һәр кемде.

Яззар еткэс шалтырап аға ,
Һантуғастар һайрайҙар,
Ҡуйынында шишмәһе бар
Селтер тиеп атайҙар .

Озон, ауыр юлдар ярып,
Ауылыбыҙға йәм биреп ,
Килеп кергэн ул йыраҡтан
Тәбиғәт һөйөндөрөп.

Ауыл халҡы ла яратып
Яз һайын йыйылышып
Сүп -сарҙан таҙартып ала
Йылғаны ҡыуандырып.

Бирешле быға ҡыуанып
Рәхмәттәрен белдерә,
Селтерәгән тауыш менән
Һәр кемде һөйөндөрә.

Йырлай, йырлай матур йырын
Хушлашҡандай моңланып
Көгөшкә ҡушылып китә
Иҫтәлеген ҡалдырып.
Эльвина Йәрмөхәмәтова 9кл. Йәншишмә төркөмө Етәксеһе Ҡотлогилдина Фәүзиә

Бирешле йылғаһы Көгөштөң ҡушылдығы.

3

Ватаным

Һәр ауылдың үҙ йәме бар
Үҙ халҡына ҡәҙерле,
Мин дә ауылымды маҡтап
Әйтәйем үҙ һүҙемде.

Исеме лә бик матур бит
Ватаным тип өндәшәм,
Төрлө халыҡ йәшәһә лә
Үҙ телемдә һөйләшәм.

Һәр телде лә хөрмәт итеп
Ситкә ҡуймай береһен дә
Дуҫтарса йәшәйбеҙ бында
Бөтәбеҙ бер төркөмдә.

Берҙәмлектә, татыулыҡта
Үтә һәр бер көнөбөҙ,
Һәр халыҡтың да байрамын
Беҙ бергә үткәрәбеҙ.

Мэзэниэт усағыбыз
Гөрләп тора һәр көндө,
Башҡорт, татар, рус, башҡаһы
Йырлап йәшәй, бик йәмле.

Ағинәйҙәр ойошмаһы
Яҡшылыҡҡа өйрәтә,
Ауылыбыҙ һүнмәһен тип
Һәр ваҡытта иҫкәртә.

Мәктәп усағы һүнмәһен,
Йәштәр ҡалһын ауылда,
Үҙ ауылының ҡәҙерен
Белһендәр тип барыһы ла.

Шул матурлыҡты юғалтмай
Сәскә атып тағын да,
Мэнге яшэ, Ватаным, дип
Теләйем тагын, тагын да!!
Эльвина Йәрмөхәмәтова 9 кл. Йәншишмә төркөмө, Етәксеһе Ҡотлогилдина Фәүзиә

Ватан -Родина ауылының башҡортса исеме, ул исемде Родинала йәшәгән башҡорттар , үҙебеҙ ҡуштыҡ.Хәҙер 5 йылдан артыҡ Ватан тип ауыҙ тултырып әйтәбеҙ башҡортса сараларҙа.

4

Мәжик (Мәжит) тауы.

Был тауҙың тарихы тураһында, миңә, ауылыбыҙҙың аҡһаҡалы, Сөләймәнов Зөлфәр бабай һөйләне.
Мәжик тауы менән минең тыуған ауылымды Еҙем йылғаһы ғына айырып тора. 1906-1910 йылдар тирәһендә Толпар ауылында Мырҙаҡайҙан(Сәйетбабанан) килеп Сәйфуллин Әбйәлил тигән кеше муллалыҡ иткән. Әбйәлил мулла Үтәш мәҙрәсәһендә уҡыған булған. Уның менән бергә, был мәҙрәсәлә, башҡорт халыҡ шағиры Мәжит Ғафури ҙа белем алған. Нисәнсе йылдар икән билдәһеҙ, Мәжит Ғафури Иҙел башы яғына үтеп барышлай Толпарҙағы дуҫы, һабаҡташы Сәйфуллин Әбйәлилгә туҡталып китә. Әбйәлил дуҫын күргәс бик шатланған. Улар Еҙем йылғаһы аша сығып, тауға үрмәләгәндәр. Был тау башынан ауылымдың тәбиғәте матур булып күренә. Әбйәлил менән Мәжит Ғафури тау итәгендә ултырып, оҙаҡ ҡына хәбәрләшкәндәр.
Ошонан һуң Әбйәлил мулла менән Мәжит Ғафури һөйләшеп ултырған тауҙы Мәжит тауы тип йөрөтә башлайҙар. Әлеге көндә ниндәй сәбәптәндер, был тауҙы Мәжик тауы тип атайҙар. Минең уйлауымса, был тауҙың тарихын белмәүҙән киләлер.
Шәйәхмәтов Ансар 4 б класы КБГИ Толпар ауылынан Етәксеһе Альбина Ҡолманова

5
Ҡуштау.(Топонимика)
Йәйге ял ваҡытында мин ғаиләм менән Ҡуштау тауына барҙым. Ул тау йыраҡтан матур булып күренеп тора ине. Тауға яҡынайған һайын уның матурлығына нығыраҡ һоҡландым. Тауҙың итәгенән алып түбәһенә тиклем төрлө-төрлө ағастар үҫә, ә ағастарҙа матур итеп ҡоштар һайрай. Яҡында ғына нимәнеңдер ҡысҡырғаны ишетелде. Мин айыу үкерә икән тип, ҡурҡып киттем. Ә ауыл кешеләре: “Бында айыуҙар юҡ. Мышы шулай ҡысҡырҙы”, -тип мине йыуаттылар.
Ҡуштауҙы күрергә тип төрлө ҡалаларҙан килгән кешеләр менән бергәләп һөйләшә-һөйләшә тау башына үрләнек. Бына өс йөҙ метр бейеклегендәге тауҙың осона менеп еттек.Унан беҙгә иҫ киткес панорама асылды: Ҡуштауҙың бер яғы буйлап Ағиҙел йылғаһы ағып ята, яҡындағына Стәрлетамаҡ, Ишембай ҡалалары күренеп тора. Тирә-яҡ йәшеллеккә сумған. Баш осонда зәңгәр күк, алтын ҡояш нурҙары. Тик күңелемде был матурлыҡты бысыратып ятҡан «Башҡорт сода компанияһы” ның яһалма күлдәре борсоно.
Мин әле бала ғына кеше. Минең теләгем шул: тәбиғәтебеҙҙе ҡайғыртыу өсөн түрәләребеҙгә яҡшы зиһен, аҡыл бир !
Калимуллина Диана 3 б класс КБГИ Етәксеһе Ғәлләмова Айгөл.

6

Йыһангир соҡоро (Топономик инша)

Мәндем ауылы кеше исеменән алынған. Был ауыл ер-һыу атамаларына бик бай. Элек ауылда халыҡ бик күпләп йәшәгән. Кешеләр бик күпләп мал – тыуар, ҡош-ҡорттар аҫрағандар. Бесән әҙерләү өсөн төп транспорт ат булған. Кешеләр бесәнде ун-ун биш саҡырым йыраҡлыҡҡа йөрөп эшләгәндәр.Арыҫлайорт тигән бесәнлек тә шулай алыҫта урынлашҡан. Олатайымдың һөйләп ҡалдырыуы буйынса: шулай бер көн Йыһангир исемле бабай арбаға бесән тейәп ҡайтып килгән. Ул соҡор- саҡырлы юлда батып оҙаҡ ҡына сыға алмай торған. Ошонан һуң был урынды Йыһангир соҡоро тип йөрөтә башлағандар. Ошо уҡ юлда Гөлли соҡоро, Аллабирҙе соҡоро ла бар.

Йәйге каникулым.

Мин йәйге каникулда күп ерҙәрҙә булдым. Асылыкүлдә, Яҡтыкүлдә, Еҙем, Мәндем йылғаларында рәхәтләнеп һыу индем. Мин булған ерҙәр бик матур.
Күп ваҡытымды Мәндем ауылында үткәрҙем. Унда өләсәйемә ҡунаҡҡа барҙым. Ҡустым Баязит менән уйнаным, тауға еләккә, мәтрүшкә йыйырға йөрөнөм. Кис һайын әсәйемә еләк-емешкә һыу һибештем, сүптәрен утаным.Буш ваҡытта инде малай-ҡыҙҙар менән тышта уйнаныҡ. Ғаиләбеҙ менән рәхәтләнеп Мәндем йылғаһында һыу индек.
Миңә йәй бик ныҡ оҡшаны. Мин тағын икенсе йылда ла яңы ерҙәрҙе күрергә барырбыҙ тип уйлайым.
Ғәлимова Азалия. 3 б кл. КБГИ Етәксеһе Ғәлләмова Айгөл


7

Төбәгемдең сихри урындары (Топонимик инша)

Кешегә иң ғәзизе – тыуған әсә, иң ҡәҙерлеһе – тыуған тупраҡ, иң татлыһы – тәү эскән һыуың, иң йылыһы – һине йылытҡан өй усағы, иң күркәме – тыуған өйөң, иң йәмлеһе – туған тәбиғәтең. Тыуған ил тыуып- үҫкән ерҙән башлана. Ысынлап та, тыуған еремде, уның тәбиғәтен бер ниндәй һүҙҙәр менән асып бөтөрөп булмай. Был матурлыҡты күреп тә бөтөрөрлөк түгел.

Минең тыуған яғым – Ғафури районының Сәйетбаба ауылы. Мин быны бөтә ғорурлығым менән әйтәм. Тыуған яғым иҫкиткес матур, бай тәбиғәтле, төрлө һәм йомарт. Бында бейек тауҙар, серле урмандар, мул һыулы йылға-күлдәр, киң яландар бар. Урмандарына инһәң, һине зифа буйлы аҡ ҡайындар, ҡупшы кулдәкле шыршылар ҡаршы ала. Болондарында йөҙөп йөрөрлөк, төрлө-төрлө сәскәләр үҫә. Зәңгәр күккә, йылы аяҙ көнгә, урмандың төрлө биҙәктәренә һоҡланып туя алмайһың . Ер аҫтында хазиналар ята. Ә борғаланып- борғаланып аҡҡан Мәндем йылғаһы, һалҡын шишмәләре генә ни тора! Минең тыуған ауылым бик матур ерҙә урынлашҡан. . Ата-бабаларыбыҙ бик белеп килеп төпләнгән был ерҙәргә. Мәғрур тауҙар теҙмәһе ел-дауылдан, бурандарҙан һаҡлаһа, көмөш һыулы шишмәләре тәнгә шифа, йәнгә дауа! Сәй эсергә шифалы үләндәре бихисап, үрелеп ҡабам тиһәң еләк-емеше, бөрлөгәне тулышып бешә. Үҙҙәрендә күпме тарих һаҡлаған Битерле, Түрешле, Асанай, Бүләк яландары, Сейәлетүбә, Аҡбейек, Йәнекәй тауҙары, селтерәп аҡҡан Гөлйәмилә, Гөлбәзирә,Бикәнәй,Ғәйшә,Таш башы,Әтәс ҡойолары үҙҙәре генә ни тора!!! Тыуған тәбиғәтебеҙгә тәрән һөйөү һаҡлаған атайым Бужан, Аҡбейек тауҙарына, Битерле, Түрешле яландарына, Мәндем, Өйә йылғаларына бағышлап иҫ киткес сихри көйҙәр ижад итте. Ижад итмәҫлекме һуң!? Сөнки, бындағы һәр бер үлән, һәр бер ағас талғын ғына бәүелгәндә ниндәйҙер көй көйләгәндәй.
Минең бөгөнгө бәйән итәсәк яҙмам ошо тирәлә барлыҡҡа килеп үҙендә күпме иҫ киткес мөғжизәгә,сихри көскә эйә булған әкиәти атамалар тураһында.Йәй етеү менән беҙ, атайым менән урман-ҡырҙарға сәйәхәткә сығырға яратабыҙ.Ошо сәйәхәттән мин үҙемә бик күп кәрәкле мәғлүмәттәр туплай барам.Былтырғы йәй Бужан тауҙарына барырға тура килде.Юл буйы атайым ошо яҡҡа бәйле төрлө легендалар һөйләп барҙы,шулар менән уртаҡлашып китәйем.
Ҡаранйылға ауылын сығып,уң яҡҡа киткән юлда “Кәзә ташы” тип аталған тау бар.Был тау әллә ни ҙур ҙа түгел,һүҙем тау тураһында түгел,ә шуның аҫтынан килеп сыҡҡан шишмә хаҡында булыр.Был шишмә Ҡаранйылға йылғаһының башынан башлана.Уның исеме лә ҡыҙыҡ ҡына “Ҡайнауыҡ”тип атала.Ер аҫтынан урғылып-урғылып биш ҡойо сығып ята.Бына ошо ҡойолар ҡайнап килеп сыҡҡан кеүек,шуның өсөн дә уға ошондай исем ҡушҡандарҙа инде.Был ҡойоларҙы ныҡлабыраҡ ҡараһаң, ҡулдың биш бармағына оҡшап тора ул.Бына ошо шишмәләр сихри көскә эйә лә инде.Был шишмәләр Ҡаранйылға йылғаһына ҡушыла.Аҡса һалып теләктәр теләһәң,ҡабул була, тиҙәр.Ысынлап та шулайҙыр ул,беҙҙә аҡса төшөрөп,юлыбыҙҙың уң булыуын теләп,ҡуҙғалдыҡ.Бер ниндәй ауырлыҡһыҙ,нисә саҡрымдарға һуҙылған Бужан тауҙарын көнөндә урап та ҡайттыҡ.Биология уҡытыусыһы Гөлшат Шәһит ҡыҙы Мусина ошо ҡойолар тураһында түбәндәгеләрҙе һөйләне; “беҙ бәләкәй саҡтарҙа, бынан күп йылдар элек,Ҡаранйылға ауылына Сириянан бер мулла килә.Һәм уны ауыл халҡы ошо шишмәгә алып бара.Мулла шунда уҡ аптырап ҡала,үҙендә нимәлер һиҙгәндәй була. Бындай мөғжизәне беренсе күреүем тип аптырап ҡала был мулла.Рәхәтләнеп,шишмәләрҙең ҡушылған ерендә һыу ҡойоноп сыға һәм үҙендә ниндәйҙер еңеллек тоя,үҙен яңы тыуған сабый кеүек хис итә.Уның менән бергә булған халыҡта уның артынса төшөп һыуҙа рәхәтләнеп ҡойоналар,Улар ҙа үҙҙәрендә еңеллек тоя;аяҡ-ҡулдары һыҙламай башлай,нимә теләйҙәр шул ҡабул була.Халыҡ күп йылдар ошо урынға килеп теләктәр теләп,һыу ҡойонор булғандар.
Дауамы бар
1
НравитсяПоказать список оценившихОтветить
Фаузия Кутлугильдина
Фаузия Кутлугильдина 15 мар 2021 в 13:26
Дауамы;
Икенсе яҙмам тағы ошо ауыл эргәһендә ятҡан “Әбей ташы” хаҡында булыр.Был ташта үҙендә ниндәйҙер мөғжизә һаҡлай.Йәй көнө ҡоролоҡ була ҡалһа,ауылдың олоһо ла, кесеһе лә ошо таш янына килер булған,сөнки ошо таш янына килеп,уны йыуып,теләктәр теләһәң,һәр ваҡыт ямғыр яуған,ашлыҡтар ишелеп уңған.Ул таш әле лә бар.Уның төҙөлөшө лә ҡыҙыҡ ҡына: ике ҡолағы ла бар,хатта сөйөп яулыҡ ябынған кеүек.Үкенескә күрә,йәй көнө фотоға төшөрөп алынмаған,әле уның эргәһенә барып булмай.
Өсөнсөһө; Сәйетбаба ауылына килеп кергәс тә,бынан күп йылдар элек һул яҡта зыярат булған.Хәҙер ул зыярат юҡҡа сыҡҡан,мал-тыуар,кешеләр тапап сиҙәм ергә әйләндергәндәр.Тик ошонда бер ҡәберҙе халыҡ ҡәҙерләп һаҡлай,Уның тирә-яҡын тимер рәшәткә менән уратып алдылар,эргәһенән кеше лә өҙөлмәй.Был “Әбйәлил ишан”дың ҡәбере.Заманында бик уҡымышлы кеше була.Үҙенең доғалары,им-томдары менән күпме кешене аяҡҡа баҫтырған ул.Атлай алмағаны атлап киткән,күрмәгәне күреү һәләтенә эйә булған,ә инде түшәктә ятҡаны тороп ултырған тип һөйләйҙәр боронғо әбей-бабайҙар.Әле лә халыҡ уның эргәһенән китмәй,Әбйәлил ишан эргәһенә барһаң,үҙеңдә киләһе көнгә ышаныс уяна,йәшәүгә дәрт өҫтәлә,ауырыуҙар юҡҡа сыға, тиҙәр.Әлбиттә,мин дә уның эргәһенә барам,теләктәр ҙә теләйем.Ҡабул булалыр тим,сөнки мин үҙемә яңынан-яңы эш төрҙәре уйлап табып ҡына торам.Ҡасандыр ҡумыҙ,ҡурай,думбыра кеүек музыкаль инструменттар эшләһәм,бөгөн, иһә,үҙемдә яңы шөғөл таптым.Өй шарттарында бәшмәк үҫтерәм,ҡыш көнө рәхәтләнеп бәшмәк ашайбыҙ.
Ауылымды уртаға бүлеп Өйә йылғаһы аға. Эргә-тирәләге ниндәй генә ауылды алма, һәр береһе ниндәйҙер йылға буйында урынлашҡан, шул иҫәптән минең Сәйетбабам да Мәндем йылғаһы янында урынлашҡан. Олатайым һөйләүенсә, элек Мәндем, Өйә йылғалары ҡолас етмәҫлек, көҙгөләй ялтырап ятҡан, ҡыйыуҙар ғына икенсе ярға йөҙөп сығыр булған.
Ошо Өйә йылғаһының бер яғында “Шайтан соҡоро” тип аталған урын бар.Бына ошо урынды бик хәүефле урын тип белә ауыл халҡы.Элегерәк Өйә йылғаһының ошо тирәһенә һыу инергә килгән кешеләр араһында көндә бер кеше йылғаға батыр булған һәм ошо тирәлә йөрөгән малда зыянлар булған

тип һөйләйҙәр.Ә хәҙер йылғаның һыуы кәмегәс,батыу осраҡтары юҡ,кеше лә хәҙер ул тирәгә барырға бик баҙнатсылыҡ итмәй.
Шулай уҡ ҡайһы бер ҡойоларҙа бик үк сихри көскә эйә түгел.Ошо ҡойоларҙың береһе тураһында бик яҡшы булмаған хәбәрҙәр ишеткәнем бар.Ауылымды сығып,әҙерәк барғас та ер аҫтынан сөмбөрләп кенә “Ғәйшә ҡойоһо” сыға.Ни өсөн ” Ғәйшә ҡойоһо” һуң? Күрше ауылдан беҙҙең ауылға килен булып төшкән кәләш,үҙенең эргәһендә генә һыу сығып ятыуын теләп,көндә сығып,соҡор ҡаҙыған.Һәм бер ваҡыт соҡолған урындан сөмбөрләп кенә һыу сыға башлаған. Ғәйшә тигән ҡатын уның тирә-яғын таҙартып, ағастар ултыртҡан.Был тирәне үҙе үлгәнсе тәрбиәләп торған.Ул үлеп киткәс,халыҡ уның исемен ҡойоға ҡушҡан да инде. Йәй көндәре бесәндән ҡайтҡан кешеләр ошо ҡойо янында туҡтап,һыу эсеп,бит-ҡулдарын йыуыр булғандар.Туҡтаған һәр бер кеше ҡайтып та етә алмай,юлда уҡ ауырыр булған тип һөйләйҙәр.Ул ҡойоноң тирә-яҡын ауылдашыбыҙ Рифат бабай кәртәләп матурлап ҡуйҙы.Хәҙер унан кеше һыу эсеп бармай.

Һәр төбәктең тәбиғәте лә дауа.Урманына сығып,ағастарға һөйәлеп серҙәреңде һөйләһәң,ауырыуҙар юҡҡа сыҡҡандай,йүкә,мәтрүшкә,кәзә һаҡалы кеүек дарыу үләндәре менән сәй эсһәң, тын юлдары асылып киткәндәй тойола.Беҙ,ошо байлыҡты һаҡларға,легендаларҙы,сихри көскә эйә булған урындарҙы киләсәк быуынға өйрәтергә бурыслыбыҙ.Ҡасандыр атайыма ошо урындар хаҡында олатайым һөйләгән булһа,хәҙер ул миңә аңлата,ә мин киләсәктә үҙемдең балаларыма,ейәндәремә һөйләргә тейешмен.Бындай урындарҙа бер ваҡытта ла оноторға ярамай,хатта ниндәйҙер билдәләр ҙә ҡуйырға кәрәктер,тип уйлайым.
Байбулдин Юлдаш 9 кл, Сәйетбаба мәктәбе Етәксеһе: Иҙрисова Зилә .


8

өбәгемдең сихри урындары - Мәндем йылғаһы (Топонимик инша)

Башҡортостаныбыҙ иç киткес матур һәм бай республика ул.Ошо Башҡортостандың иң матур төбәктәренең береһендә урынлашҡан Ғафури районы.Беренсе халыҡ шағиры исем биргән минең еремә.Ғафури ере үҙенең иҫтәлекле урындары,легендаларға бай булыуы менән тирә-яҡта дан тота.Ҡайһы ғына урынын алма,ниндәй генә һыуын эсмә,ниндәй генә тупрағында,батҡағыңда йөрөмә барыһы ла һиңә шифа бирә.Урманында
йөрөп үҙеңә рәхәтлек алһаң,яланында бешкән ҡып-ҡыҙыл еләген өҙөп ҡабып,ауыҙыңда ғүмер буйына етерлек тәм тояһың.
Мин тыуған яғым, тыуған ауылым менән ғорурланам! Минең тыуған ауылым – донъялағы иң ҙур башҡорт ауылы Сәйетбаба. Ул олпат тауҙар ҡосағында, елбер Мәндем һәм уйсан Өйә йылғалары буйында урынлашҡан. Тирә-яғын бейей-бейек тауҙар уратып алһа,эргәһенән аҡҡан сылтыр шишмәләр ауылыма йәм өҫтәй.Беренсе уҡытыусым Әлфиә Ҡотдос ҡыҙы ошо тирә-яғыбыҙға бәйле легендалар тураһында һөйләгәс,минең ошо легендалар менән ҡыҙыҡһыныуым артты.Атайым менән әсәйемдән,ҡарт өләсәйемдән һорашып күп нәмәләр белдем.Эргәбеҙҙә урынлашҡан тауҙарҙың ,сылтырап аҡҡан шишмәләрҙең үҙҙәренә генә хас көскә эйә булыуҙары аптырата ла.Ошо ишеткәндәремде яҙырға тип ҡулыма ҡәләм алдым.Йылғалары ғына ни тора һуң? Мәндем йылғаһы ғына ла күпме тарих һөйләй.Заманында бында рәхәтләнеп ат йөҙҙөргәндәр.Бер яғынан икенсе яғына йөҙөп тә сығырлыҡ булмаған.Был Мәндем йылғаһы тураһында ошондай легенда халыҡ телендә һаҡланып ҡалған.Ошо ауыл егете ҡаҙаҡ далаларына барып кәләш әйтереп ,кәләшен үҙе менән алып ҡайтып килгән.Йылғаның икенсе яғына туҡтағандар ҙа аптырап ҡалғандар.Был йылғаның икенсе яғында ауыл.Йылға аша ауылға нисек сығырға.Шул саҡ егет ҡыҙын атҡа мендерергә булған.Егет ҡыҙҙан; “Мендеңме”,-тип һораған, ә ҡыҙ уға “Мәндем,мәндем”,- тип яуап ҡайтарған.Шунан киткәндә был йылғаның исеме.

.Беҙҙең ауылда алты ҡойо урынлашҡан.Һәр ҡойоноң һыуы үҙенсә тәм бирә.”Әтәс”,”Бикәнәй”,”Таш башы”,”Гөлйәмилә”,”Гөлбәҙирә”,”Ғәйшә” ҡойоларын халыҡ яратып эсер булған.Ошо ҡойоларға халыҡ ни өсөн күпселек ҡатын-ҡыҙ исемен ҡушҡан? Ер-әсәбеҙ бөтә тәбиғәтте туйындырған кеүек,ҡойоларыбыҙ беҙҙе туйындыра.Әсә кеше балаһына күкрәк һөтө имеҙеп үҫтерә,ә ҡойолар һыуһаған һәр кемде үҙенең тәмле һыуы менән һыйлай.. “Ғәйшә ҡойоһо”нан башҡаларын халыҡ һәр ваҡыт маҡтап телгә ала.Һыуҙары тәмле,йомшаҡ,сәйнүктә бер ниндәй ҙә таптары ҡалмай.

Ауылымды сығып бер аҙ барғас,”Түңәрәк яланы” тип аталған ялан бар.Беҙ йылда ошо яланға ҡорттарыбыҙҙы ҡарарға барабыҙ.Тирә-яғын бейек-бейек тауҙар,ҡара урмандар уратып алған,ә уртаһында ғына ҙур түңәрәк формаһында ялан.Ошо яланды үтеп киткәс,”Теләпәй” тигән яланға барып сығаһың.”Теләпәй”ҙә Мәндем йылғаһының башланған ере урынлашҡан һәм ошонда “Аҡ шишмә” тип аталған шишмә сыға.Ҡарт өләсәйем ошо шишмәнең ниндәйҙер мөғжизәгә эйә булыуын һөйләгән ине.Һыуы шул тиклем тоноҡ,сәй ҡайнатһаң,эсеп туйып булмай,арып ялға туҡтаһаң,арыуың да онотола,ти ул.Йыл һайын ошо шишмәгә беҙҙең мәктәптең оло класс уҡыусылары экскурсияға барып ҡайталар.География уҡытыусыһы Рәсүл Таҡый улы ярата бында сәйәхәт итергә.Ул ошо шишмәнең бер яғына Мәжит Ғафури үҙенең улын ерләгән тип тә һөйләгәйне,тик бер ниндәй ҙә билдә юҡ унда.

Ҡаранйылға ауылында тәнгә шифа биреүсе аҡ балсыҡ бар.Ул ауылдың эргәһендә генә ерек ағастары араһында сыға. Был балсыҡ бик күп ауырыуҙарға дауа була ала,һаулыҡ өсөн бик тә файҙалы.Уның составында минераль тоҙҙар,тимер,цинк кеүек химик элементтар бар.Ҡолаҡ шешеү,аяҡ-ҡулдар һыҙлағанда,бронхит,ангина кеүек ауырыуҙарҙы дауалағанда был балсыҡты ҡулланалар.Аҡ балсыҡты косметологияла ла киң ҡулланалар икән.Унан йәшәртеүсе битлектәр эшләйҙәр,тип һөйләй әсәйем.Быны беҙҙә алып ҡайтып ҡулланғаныбыҙ бар.Әлбиттә,әсәйем файҙаһы бар тип йыш ҡына ҡуллана,аяҡтарына ла һылап ултыра.Бына бит ул,тәбиғәт мөғжизәһе...

Ауылымдан бер нисә саҡрым алыҫлыҡта Ерек ауылы ята.Ошо ауылда “Йәй ташы” тип исемләнгән ике таш бар икән.Бының тураһында миңә ошо ауылда тыуып- үҫкән Фаиль бабайым Зәйнетдинов һөйләгәйне.Йәй көнө ҡоролоҡ булһа,әбейҙәр,бала-сағалар ошо таш янына килеп,таштарҙы һабынлап йыуып,теләктәр теләйҙәр.Әлбиттә,уларҙың теләктәре ҡабул булған,ҡайтып та өлгөрмәй торғайныҡ,ҡойоп ямғыр яуыр ине тип хәтерләне ул. Тәбиғәт тыуҙырған мөғжизәләр иҫ киткес.Ғафури яҡтары үҙенең легендаларға,сихри көстәргә бай урындары менән айырылып тора.Ошо әкиәти,мөғжизәле урындарҙы һәр кем белһен ине.Кәрәкмәгән урындарына бармаһындар,ә кәрәкле урындары менән файҙаланһындар.Быларҙың
барыһын да оло быуын кешеләре менән күберәк аралашып,белеп үҫһәк беҙҙең өсөн файҙаһы күберәк буласаҡ.
Иҙрисова Азалия 5 кл. Етәксеһе Иҙрисова Зилә

9

Ауылым яландары. (Топонимик инша)

Мин ҡуйы урмандарға, киң болондарға, шифалы шишмәләргә, саф һыулы таҙа йылға-күлдәргә бай Ғафури районының Ҡурғашлы ауылында тыуғанмын. Ауылыбыҙ аша Ҡурғашлы йылғаһы аға, Олатау, Бәғрәҙе тауҙары һалҡын, әсе елдәрҙән һаҡлап тора. Ауылыбыҙ эргәһендәге һәр яландың исеме бар. Мәҫәлән, Боташ яланы. Ни өсөн Боташ тип атала икән ул? Тәү ҡарамаҡҡа ҡыҙыҡ исем. Ләкин тарихын белгән кешегә барыһы ла аңлашыла. Олатайым һөйләүе буйынса был яланды ярып аҡҡан Әселе йылғаһын быуып, яр буйына ҙур еҙ ҡаҙанлы мейес ултыртҡандар. Ялан тирәләй ҡарама урманы булған. Ҡарама ағасын яндырып, уның көлөн шул ҙур ҡаҙанға һалып ҡайнатҡандар. Көлдөң һелтеһен йыйып, фабрикаға оҙатҡандар. Был һелтенән һабын эшләгәндәр. Ошо һелтене урыҫтар поташ тип йөрөткән. Ауыл халҡы поташ һүҙен боташ һүҙенә әйләндереп әйтә башлаған. Яланды ла Боташ яланы тип атағандар. Был урында хәҙер мейестең соҡоро ғына тороп ҡалған. Соҡор эргәһендә әле лә кирбес онтаҡтары таралып ята.

Икенсе ялан Йәшел ресторан яланы тип атала. Был ялан ауылыбыҙҙан ике километр алыҫлыҡта ята. Бында ике шишмә урғылып сыға. Икеһенең дә һыуы ныҡ тәмле һәм ныҡ һыуыҡ. Йәштәр шишмә эргәһен таҙартып алдылар. Эргәһенә өҫтәл менән эскәмйә эшләп ҡуйҙылар. Был урын ял итеү урынына әйләнде. Шуға яланға Йәшел ресторан яланы тип исем ҡушҡандар ҙа инде.

Был мәғлүмәттәр өсөн олатайыма рәхмәтлемен. Ул миңә ауыл тураһында күп һөйләй. Мин ҡыҙыҡһынып, уға һорауҙар бирә-бирә тыңлайым. Ауылыңдың тарихын өйрәнеү бик ҡыҙыҡ икән.
Юлиә Вәлиева 2 а кл .КБГИ Етәксеһе Иҙрисова Илира

10
Фронтовик ҡарт олатайҙарым.(Йәш хәбәрсе)

Минең ике ҡарт олатайым да Бөйөк Ватан һуғышында немец фашистәренә ҡаршы һуғышта ҡатнашҡан.
Атайым яғынан ҡарт олатайым Иҙрисов Зиннур Әбүбәкер улы 1906 йылда Аҡташ ауылында тыуған. 1942 йылда оло йәштә булhа ла hуғышка алына. Уның ҡатыны Зәйнәп ике улы hәм ике ҡыҙы менән тороп ҡала. Минең олатайым Фәриткә hигеҙ йәш тулған була. Ҡарт олатайым бәләкәйҙән колхозда эшләп үҫә. 1944 йылда Зиннур уның hуғыш яланында хәбәрhеҙ юғалды тигән хат килә. Зәйнәб өләсәй уны ғүмере буйы ҡай тыр тип көтөп йәшәй.
Әсайемдең олатаһы Ҡотлогилдин Мөхамәтғәли 1926 йылда Ташбүкән ауылында тыуған. Уны 18 йәше тулғас та 1944 йылда һуғышҡа алғандар. Һуғышта артеллирист булған, пушкаларҙан ауыр снарядтәр менән дошмандарға аткандар. Япондар көнсығышында һуғыш асҡас, карт олатайымды тыуған ил сиктәрен һаҡларға Даманскийгә ебәрәләр. Ҡарт олатайым Еңеү көнөн Алыҫ көнсығышта ҡаршы ала.Шатланалар, мылтыҡтан атып салюттар бирәләр.Тик уларҙы һугыш бөтһә лә өйҙәренә ҡайтармағандар. Ул тағы ла биш йыл ил сиген һаҡлай .Барлығы 7 йылға яҡын йөрөп 1950 йылдың көҙөндә генә тыуған ауылы Ташбүкәнгә ҡайта.Унда тормош ҡора, балалар үҫтерәләр, минең олатайым Әнүәр уның иң оло балаһы.
Ике ҡарт олатайым да беҙҙе тыныс , рәхәт йәшәһен тип дошмандар менән көрәшә. Мин 9 Майҙа парадта ике фронтовик карт олатайымдың да портреттәрен тотоп йөрөйөм.Улар менән ғорурланам
Иҙрисов Айҙар. 4 а кл.КБГИ Йәншишмә.


11

Баш һыуы ( топонимик инша)

Беҙҙең Ҡотлоғужа ауылы үҙенең тәбиғәте менән күптәрҙе йәлеп итә.Балыҡҡа бай күлдәре, урман-яландағы йәнең теләгән еләк-емеше, бәшмәге, төрлө дарыу үләндәре- барыһы ла бар беҙҙә! Үле Иҙел буйын, Ҡышлау күлен яҡын -тирә ауылдар ғына түгел, Красноусол , хатта Стәрлетамаҡ,Өфө кешеләре лә бик яҡшы белә .Был ерҙәр йәй көнө улар өсөн ял итеү урынына әйләнә. Ҡуна ятып, хозур тәбиғәт ҡосағында ял итеүселәр бихисап.
Ауылыбыҙ ҙур булмаған тау буйында урынлашҡан. Тау итәгенән , ер аҫтынан юлдар һалып, шифалы һыулы шишмә ағып сыға.Ауыл халҡы был шишмәне Баш һыуы тип йөрөтә. Күпме йылдар ул кешеләрҙе йомшаҡ һыуы менән һөйөндөрә.Һыуҙың составын тикшереүселәр уныү файҙалы булыуында асыҡлаған.Бөйөрҙә таш булғанда, ҡайһы бер медиктар тап ошо һыуҙы эсергә кәңәш итәләр. Тик һыуҙы трубка( төрөпкә) ярҙамында , сикле күләмдә генә эсергә кәрәк. Был кәңәште тотоусы кешеләр бар, тип әйтергә була. Сөнки шишмәгә һыуға килеүсе кешеләр бик күп.Ҡыш көнө лә машиналар бер ҙә өҙөлмәй( ауыл хакимиәте шишмәгә юлды һәр ваҡыт таҙартып тора). Эйе, тәбиғәт бүләге, ерҙең шифалы һыуы бөтә кешегә лә етә...
...Селтер-селтер шишмә һыуы аға.Мәңге тынма, егәрле шишмәкәй! Сырхауҙарға дауа булып, кешеләргә ҡыуаныс, дәрт биреп, Ҡотлоғужаның ҡото булып йәшә Баш һыуы!
Игенйылға мәктәбенең 5-се класс уҡыусыһы Йәрмөхәмәтова Ралина ( етәксеһе- Мозафарова М.М)

12

Ҡурғашлы ауылы тарихы

Ҡурғашлы ауылы Ғафури районында урынлашҡан. Ул минең атайымдың тыуған ауылы. Ни өсөн ауылыбыҙҙы “Ҡурғашлы” тип атағандар? Сөнки был ауылдан аҡҡан йылға ҡурғашҡа оҡшап ялтырап аҡҡан. 1935 йылдарҙа йылғаны һәм ауылды Ҡурғашлы , тип йөрөтә башлайҙар. Был йылдарҙа ауылда бик аҙ халыҡ йәшәгән була. 1940 йылда ауылда “Урман сәнәғәте хужалығы” асылғас төрлө яҡтан кешеләр эшкә ғаиләләре менән күсеп килгәндәр. Шулай итеп ауылыбыҙ ҙурая һәм үҫә. Ауылда ҡыҙыу эштәр барған. Халыҡ тырышып донъя көткән.

Ә хәҙерге көндә “Урман сәнәғәте хужалығы” юҡ. Беҙҙең өсөн был үҙе бер тарих булып ҡына ҡалған. Ҡурғашлы ауылында әле лә кешеләр тырышып, матур итеп йәшәйҙәр. Мин ауылда егәрле, тырыш халыҡ йәшәүе менән ғорурланам!
Әбелғәтин Ильяс 3 бкл. КБГИ Етәксеһе Ғәлләмова Айгөл

13

МИНЕҢ ОЛАТАЙЫМ (Йәш хәбәрсе)

Минең олатайым - Ҡотлогилдин Әнүәр Мөхәмәтғәли улы Ғафури районы Ташбүкән ауылында 1951 йылда күп балалы ғаиләлә донъяға килгән. Олатвйым ғаиләлә оло бала була, шуның өсөн бәләкәйҙән төрлө эштәргә өйрәнеп үҫкән. Үҙ ауылында һигеҙ класс бөткәндән һуң ул бер аҙ урман эшендә эшләп ала. Уны 1971 йылдың май айында, муйылдар сәскә атҡан саҡта Совет армияһы сафына саҡыралвр. Олатайым Мәскәү өлкәһендә Дзержинский исемендәге дивизияла эске эштәр ғәскәрендә ике йыл хеҙмәт итә.Уларҙың хеҙмәт иткән урыны Риютово- 3 тигән хәрби ауылда була.Ул өлгөлө һалдат була, командирҙәренең әйткәндәрен теүәл үтәй, иптәштәренә лә ярҙамсыл була. Уның командирҙәре яҙып биргән Маҡтау грамоталары ла бар. Шулай уҡ ул хеҙмәт иткән ерендә үткәрелгән саңғы ярыштарында ла ҡатнашып еңеүселәр рәтендә булған значоктары ла бар.Саңғыла йөрөргә яратыуы үҫмер сағынан уҡ килгән олатайымдың, мәктәптә уҡыған сағында уҡ ул саңғыла оҫта йөрөгән, мәктәптән уҡытыусылары уны район үҙәгендә үткән саңғы ярыштарына алып килгән. Мәктәп исеменә еңеүҙәр яулағандар. Олатайым хеҙмәт иткән сағында ике тапҡыр 1971 йылдың 7 ноябрендә һәм 1972 йылдың 9 майында -Еңеү көнөндә Ҡыҙыл Майҙанда үткән хәрби парадта ҡатнаша. Ә хәрби парадтарға тик өлгөлө, алдынғыхеҙмәт иткән, буй-һыны менән дә тура килгән һалдаттарҙы ғына һайлап алғандар. Ейән-ейәнсәрҙәре өсөн олатайымдың парадта ҡатнашыуы ҙур ғорурлыҡ. Ул әле лә 9 майҙа үткән хәрби парадта телевизор янынан китмәй ҡарай, үҙе хеҙмәт иткән дивизия парадта үткән саҡта, Ана , мин хеҙмәт иткән Дзержинский дивизияһы үтә тип беҙгә лә күрһәтә.
Әлеге көндә олатайым хаҡлы ялда. Ул өйҙә тик кенә ятмайынса йәй көндәре - баҡсала эшләй, ҡыш көнө саңғыла йөрөй. Каникулдарҙа беҙ олатайыма һәм өләсәйемә ҡунаҡҡа килеп йөрөйбөҙ.Улар менән бергә яланға сығабыҙ, еләк -емештәр, дарыу үләндәре йыябыҙ. Олатайыма һәм өләсәйемә оҙон ғүмер теләйем.
Линара Иҙрисова 9 кл. КБГИ. Йәншишмә төркөмө.Етәксеһе Ҡотлогилдина Ф.

Балалар ижадын ошо урында туҡтатам.Тарихҡа ҡағылмай ҡалғандар: унда ҡобайырҙар яҙғандар, таҡмаҡ, танышыу(визиткалар) , әкиәттәр ижад иттеләр. Шул тиклем талантлылар Ғафури балалары!


14

КӨГӨШ

Көгөш буйы туғайында
Һайрай һандуғастары,
Көгөш йырына ҡушылып
Алыҫ китә моңдары.

Баландар ҡыҙарып бешә
Яр буйы туғайында,
Аллы –гөллө сәскәләре
Балҡып үҫә болондар.

Йәнгә рәхәт, тәнгә ләззәт
Йылғала һыу кереүе,
Һыу сәсрәтеп Көгөшөмдә
Балыҡ кеүек йөҙөүө.

Балыҡсылар ҡармаҡ тотоп
Ултыралар ярында,
Алтын балыҡ та бар тиҙәр
Беҙҙең Көгөш һыуында.

Эй, Көшөшөм, үҙең көмөш,
Һыуҙарың тоҙло имеш,
Ун ике шифалы шишмә
Көгөшкә тейгән өлөш!
Фәүзиә Ҡотлогилдина -Алтынбикә





18:47, 14 май 2021, ағымдағы өлгө

Башҡортостан топонимияһы.

ИҪӘКӘЙЕМ - ТЫУҒАН ТӨЙӘГЕМ



Иҫәкәйем, ауылҡайым,
Донъяла һин бер генә,
Гармунлы ауыл кистәре
Күңелемдә гел генә.


Селтербейем түбәһенән
Бөтөн ауыл күренә,
Ғәзиз Рәүҙәгемдең тәмен
Онотмамын ғүмергә.


Рәүҙәгемдең һыуын эсә
Өс ауыл кешеләре,
Өс ауылда йәшәүселәр
Бер туған ишеләре.


Ауылымдың иртәләре
Аҡ томанға төрөнгән,
Иртәнге ысыҡтар менән
Көмөш нурҙар үрелгән.


Иҫәкәйҙә беҙҙең тамыр
Ергә тәрәнгә киткән,
Шул ағастың емештәрен
Елдәр йыраҡҡа һипкән.


Беҙҙе тартҡан төрлө яҡтың
Ауылы,ҡалалары,
Беҙ бит тыуған ауылыбыҙ
Иҫәкәй балалары.


Тыуған ауыл Иҫәкәйҙә
Ҡанатыбыҙ нығынған,
Йылдар үтә барыу менән
Һине нығыраҡ һағынам.


Фәүзиә Ҡотлогилдина – АЛТЫНБИКӘ

РӘҮҘӘК. Был йырҙың премьераһы бөгөн Иҫәкәйҙә Тыуған ауылым Иҫәкәй байрамында булды! Мин ауылым байрамына йыр алып ҡайта алыуым менән бәхетлемен! Йырҙы башҡарыусы Минсәрә Суфияноваға һәм шиғырыма көй яҙыусы Риф Сәлишевҡа ҙур рәхмәтлемен!


РӘҮҘӘК Ауылыма һыйынып ҡына Аға Рәүҙәк йылғаһы, Күңелемдә һаман сыңлай Көмөш кеүек йырҙары. Ҡушымта : Рәүҙәгемдең һыуын эсә Өс ауыл кешеләре, Өс ауылда йәшәүселәр Бер туған ишеләре! Һандуғастар сут-сут һайрай Туғайында таллыҡта, Баласағымдың эҙҙәре Йылға буйы ташлыҡта. Рәүҙәгемдә һыуҙар инһәң Шифалы көсөн бирә, Ҡаршыма Рәүҙәк буйынан Йәш ғүмерем йүгерә.


Фәүзиә Ҡотлогилдина -АЛТЫНБИКӘ




ТЫУҒАН АУЫЛЫМ ИҪӘКӘЙ /йыр/


Фәүзиә Ҡотлогилдина һүҙҙәре, Минсәрә Суфиянова көйө һәм башҡарыуы
Бик һағындым тыуған Иҫәкәйем,
Ҡасан ғына ҡайтып күрермен,
Селтербейҙә үҫкән сәскәләрҙән
Матур таҡыялар үрермен?

Ҡушымта
Гармун моңло киске урамдарың
Беҙҙең күңелдәрҙә һаҡлана,
Ауылымда үҫкән кешеләргә
Бар тирә-яҡ ҡарап һоҡлана.

Һағындыра аҡлан, туғайында
Еләк-емеш йыйып йөрөүе,
Рәхәтләнеп йәйге эҫеләрҙә
Рәүҙәгемдә һыуҙар инеүе.

Төрлө яҡтан ғәзиз балаларың
Йыйылыштыҡ тыуған төйәккә,
Йәнтөйәгем, минең Иҫәкәйем,
Бигерәк һин яҡын йөрәккә!


Фәүзиә Ҡотлогилдина-Алтынбаева


ЫЛАСЫН ТАШЫ


Тыуған ауылыма яҡын ғына

  • Ыласын ташы * тигән бер ҡая,

Тырыша , тырмаша шул ҡаяға
Үрмәләнек гүйә беҙ бая.

Барыһы ла күҙ алдында тора,
Киртләс, киртләс ҡая баҫҡысы,
Ҡурыҡманыҡ осоп төшөрбөҙ тип
Беҙҙең ҡулда тылсым асҡысы!

Ҡая башындағы хозурлыҡтар
Таныш беҙҙең йәштәш күптәргә,
Яулап алып ошо бейеклекте
Баштарыбыҙ тейҙе күктәргә!


Аҫта урман! Икһеҙ, сикһеҙ урман,
Көмөш һыулы Рәүҙәк йылғаһы!
Беҙ торабыҙ Ыласын ташында
Ҡала ҡанат ҡына ҡағаһы!

Ә хыялдар беҙҙең ҡанатлылар,
Оса ине йыраҡ йыраҡҡа,
Күбебеҙҙең йәшлек хыялдары
Әйләнделәр ысынбарлыҡҡа.

Уҡып белем алып, донъя ҡороп
Үҫтерҙек беҙ ғәзиз балалар,
Хәҙер балаларҙың балалары
Ыласын ташына баралар.

Беренсе һәм туғыҙынсы майҙа
Буш булманы ошо тау юлы,
Күңелемдә һаман йәшеллектә
Өтәш менән Ҡара бит яланы.

Күп егеттәр тәүге һөйөүҙәрен,
Яратыуын шунда һөйләне,
Гармун уйнап йырҙар йырланылар
Йәштәр дәртле көйҙәр көйләне.

Күрше Һарғай ауылы йәштәре
Рәүҙәк кисеп бында килделәр,
Иҫәкәйҙәр менән бергәләшеп
Ыласын ташына ла менделәр.

Ҡая башындағы аҡланлыҡта
Үҫә ине матур сәскәләр,
Әле лә бит элеккеләй итеп
Улар унда һаман үҫәлер?

Олатайҙар инде тиҫтерҙәрем,
Ҡыҙҙар инде күптән өләсәй,
Йәшлектәге матур хәтирәләр
Күңелдәрҙә яҙылып йәшәй.

Әле генә булып үткән кеүек
Ҡая башындағы минуттар,
Ыласын ташына үрмәләүҙәр
Бик күптәргә ҡуйҙы ҡанаттар.

Яҙҙар етеп ҡайтһам ауылыма
Менер инем Ыласын ташына!
Иҫкә алыр инем йәшлегемде
Ҡунаҡлаһам ҡая башына!


Фәүзиә Ҡотлогилдина – АЛТЫНБИКӘ 18.01.2016



МОҠАЙ ТАУЫ



Бөгөн Ташбүкәнгә сәфәр ҡылдыҡ,
Һөйгәнемдең тыуған яғына,
Ташбүкәнгә ҡайтып күмәкләшеп
Мендек бейек Моҡай тауына!

Моҡай түбәһенән ике ауыл
Ус төбөндә генә күренә,
Ташбүкән дә ерҙәге йәннәттәй
Тойолалыр беҙҙең күңелгә!

Моҡай тауы яланғас, пеләш тау
Ниндәй генә тарих күрмәгән,
Ғашиҡтар үҙ һөйөүөн әйтергә
Моҡай түбәһенә үрләгән.

Яратам мин һине Моҡай тауы,
Яҙмышыма төшкән Ташбүкән,
Парлы тормошомдоң уң ҡанаты
Ғәзиз йәрем һиндә бит үҫкән.

Ул һөйләгән ине үҫкән саҡта
Моҡай тауҙан саңғы шыуғанын,
Май айының байрам көндәрендә
Йәштәр тауҙа байрам ҡорғанын.

Ташбүкән ауылы –иҫке ауыл,
Күп тарихтар ташҡа яҙылған,
Тоҙаҡтауы менән Ҡарауылтау
Эҙен һаҡлай аҡ һәм ҡыҙылдың...

Француз яуын кире ҡайтарырға
Яуға күтәрелгән улдары,
Ат атланып Еңеү яулап ҡайтып
Үткән Изге һуғыш юлдарын.

Фашистәргә ҡаршы тағы ирҙәр
Киткән Ташбүкәнен ҡалдырып,
Оҙатып ҡалған бейек Моҡай тауы,
Әсәләр көткән күҙ талдырып.

Тәү киткәндәр яуҙа һәләк булған,
Иҫән ҡайтҡандар ҙа күп булған,
Минең ҡайным Мөхәмәтғәленең дә
Ете йылы әрмелә уҙған.

Иҫән ҡайтҡан ғүмере бөтмәгәс,
Һаҡлағанмы әсә доғаһы,
Көтөп кенә алған, күҙ терәгән
Ул булған берҙәнбер балаһы.

Ҡайным менән ҡәйнәм өйләнешеп
Ташбүкәндә донъя көткәндәр,
Үҙҙәренең нәҫел ағасына
Ете бала бүләк иткәндәр.

Иң олоһо – минең уң ҡанатым
Мөхмәтғәле улы Әнүәр,
Ташбүкәндә ерендә буйға еткән
Минең өсөн тыуған ғәзиз йәр.

Һыйынышып бергә баҫып торҙоҡ
Ташбүкәндә Моҡай башында,
Йылдар үткәс ошо шиғырым да
Тарих булып ҡалыр ташында.

Шиғыр яҙҙым йәмле май айында
Моҡай тауҡайының башында,
Үрге һәм Түбәнге Ташбүкәндәр
Йәйрәп ята минең ҡаршымда.


Фәүзиә Ҡотлогилдина – АЛТЫНБИКӘ 30.05.2016


ТАШБҮКӘН


                                                                                                                                                                            
Ташбүкәнгә килен булып төшкән
Йәш йылдарым ҡалды йыраҡта,
Иңдәремә көйәнтәләр аҫып
Тәүләп һыуға барыу Ҡашҡатҡа.
                                                                                                                                          
Тәбиғәте матур был ауылдың ,
Кешеләре әйбәт, яғымлы,
Әйтерһең дә мин бында тыуғанмын,
Яҡын күрә мине барыһы.
                                                                                                                                                 
Ташбүкәндә тәүләп тәпәй баҫҡан
Миңә насип булған һөйгән йәр,
Ошо ерҙәр уның йәшлегенең
Онотолмаҫ мәлен һөйләйҙәр.
                                                                                                                                                 
Гөл-сәскәле матур Ташбүкәндә
Гүзәллеккә күңел кинәнә,
Һин бит инде күптән әйләнгәнһең
Яҡын булған ғәзиз еремә!
} Фәүзиә Ҡотлогилдина -Алтынбаева




Ҡалып:Poem


ТАШБҮКӘНДЕҢ ҺЫУҘАРЫ



Килен булып төшкәс тәүге тапҡыр
Һыуҙар алған йылғам Ҡашҡатым,
Бөгөн иңгә көйәнтәләр һалып
Шул хистәрҙе ҡабат яңарттым..

Һул яғыңда һинең Ҡашҡат аҡһа,
Уң яғыңда аға Әрметең,
Ике матур йылға араһында
Урынлашҡан ауыл –әкиәтем.

Ошо ауыл мине әйләндерҙе
Апайлыҡтан еңгә, киленгә,
Татыным мин ҡатынлыҡ бәхетен
Ташбүкәнем ,һинең ереңдә.

Дүрт тиҫтә йыл элек еңгә булып
Көйәнтәне һалып иңемә,
Килен булып төштөм Ҡашҡатыма
Бүләк биреп ҡәйнеһеңлемә.

Һаман да шул Ҡашҡат! Көмөш һыулы,
Үтә күренәлер таштары,
Тик ауылда хәҙер күренмәйҙәр
Һыулауына төшөр аттары.

Ташбүкәнем! Һиндә үҫмәһәм дә
Тыуған ауыл кеүек яҡынһың,
Иҫәкәйем менән йәнәшәләп
Урын алырға һин хаҡлыһың.

Хәс тә әкиәттәй урыны бар!
Әрмет йылғаһында Таш бүкән!
Күркәм тәбиғәтле башҡа ауыл
Ғафуриҙә юҡтыр ул бүтән.

Ҡоштар йыры ике йылға ярын
Ғәжәйеп бер моңға тултыра,
Умырзая үҫкән май аҡланы
Күңел түрҙәрендә ултыра.

Илаһилек, һиллек ояһында
Күңелемдән тыуа йырҙарым
Сәхрәләргә сыҡтым йыр һуҙырға
Яңғыратып Әрмет буйҙарын.

Ҡурғашлынан Ташбүкәнгә таба
Ярты юлда аға бер йылға,
Урман араһынан Оло йылға
Саф һыуҙарын Әрметкә ҡоя.

Түбәнге ауылда Таҙлар осон
Биҙәп аға тағы бер йылға,
Ҡондорошло тигән кесе йылға
Әрметкә ҡоя ла юғала...

Юғалмайҙар...Барып ҡушылалар
Үҙҙәренән оло Әрметкә,
Ҡашҡат, Ҡондорошло, Оло йылға,
Мәйгәшле лә бергә Әрметтә.

Әрмет ашығалыр Рәүҙәгенә,
Ә Рәүҙәге ҡоя Егәнгә,
Егән ҡушылалыр Ағиҙелгә,
Ағиҙеле Оло Иҙелгә,
Оло Иҙел Каспий диңгеҙгә.

Шул диңгеҙҙә кескәй Ҡашҡаттың да
Йыйылғандыр мең-мең тамсыһы,
Силәктәрем тулы Ҡашҡат һыуы
Һеҙгә тамсы- тамсы яуһасы!

Сайпылтмайса ҡырға бер тамсыһын
Ҡашҡатымдан алған һыуымдың,
Мин килтерәм , дуҫҡайҙарым,һеҙгә,
Ҡандырырға һеҙҙең һыуһындың..

Тирә-яҡҡа тамсы, тамсы һибәм
Ҡашҡатымдан алған Илһамды,
Килен булып төшкән Ташбүкәндә
Булып ҡалһам ине бер тамсы..


Фәүзиә Ҡотлогилдина - АЛТЫНБИКӘ 29.05.2016





ИШЕМБАЙ – ТЫУҒАН ЯҒЫМ (Шиғри маҡтау)



Тыуған яғым –Ишембай,
Тәбиғәтең шундай бай!
Шихандарың хозурлығы
Бар донъя халҡын арбай.
Тауҙарға һыйынып аға
Көмөш һыулы Ағиҙел,
Ағиҙелем гүзәллеген
Маҡтап бөтәрлек түгел.
Рәүҙәк, Әрмет, Егән, Тәйрүк,
Һикәҙе һәм Һәләүек,
Тыуған яғым йылғалары
Хәс тә әкиәт кеүек.
Күк арауыҡ шарлауығын
Кем генә белмәй икән?
Яҙғы моңдарын тыңларға
Маҡарға килмәй икән..
Һинең тупрағыңда үҫкән
Күп шәхестәр, шағирҙәр,
Мәңгелек урманын данлар
Яҙыусы Ноғманың бар.
Шағирәләр, сәсәндәрең
Маҡтап шиғыр яҙалар,
Шиғырҙары йырҙар булып
Халыҡта йырланалар.
Вәлидиҙе тыуҙырған ер-
Юрматыларҙың ере,
Ишембайым, тыуған ерем-
Батыр ирҙәр төйәге.
Ҡара алтын иле булып
Танылдың һин Ишембай,
Һинең ҡыйыу, сая халҡың
Эшсән, уңған һәм ябай.
Күптән түгел һинең ерҙә
Яңы тарих яҙылды,
Ҡуштауҙағы Оло Еңеү -
Мөғжизәле хәл булды!
Берҙәмлек һинең ереңдә
Яралды бит Ишембай,
Тауҙарҙағы тере тауыш
Һаман күңелдә шаңдай.
Күп михнәттәрҙе кисергән
Ишембай –ғәзиз ерем,
Башҡа минең тыуған ер юҡ,
Һин минең берҙәнберем.
Изгелек, ҡаһарманлыҡты
Иҫбатланың Ишембай,
Яуызлыҡтың да барлығын
Күрһәттең һин Ишембай.
Яҡшылыҡты Яманлыҡтан
Айырып ҡуйҙы Ҡуштау,
Юрматылар ерендәге
Башҡорт илендәге тау!
Сәсән ҡыҙың булып һиңә
Ҡайттым мин йылдар аша,
Тамырҙарым һинең ерҙә
Үткәндәргә тоташа.
Ата-бабам, атам –әсәм
Һинең ерҙә күмелгән,
Баласаҡтан, йәш ваҡыттан
Хәтирәләр үрелгән.
Алтынбикә тигән минең
Сәсәниә атым бар,
Телен яҡлар, ерен һаҡлар
Ғорурланыр халҡым бар..
Ишембайым –тыуған ерем,
Тамырым һиндә минең,
Тыуып үҫкән ерем данлап
Маҡтау яҙҙым мин бөгөн.
Тәбиғәттең матурлығын
Һаҡлау –халыҡ теләге,
Башҡортостаныбыҙ ере
Рәсәй иле йөрәге!


Фәүзиә Ҡотлогилдина –АЛТЫНБИКӘ 16 .10.2020