Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
19:01, 14 май 2021 өлгөһө
Йылғаҡайым Бирешле
Ауылыбыҙҙың ситенэн
Ағып ята Бирешле
Тирә - ягы матур урман
Саҡырып тора һәр кемде.
Яззар еткэс шалтырап аға ,
Һантуғастар һайрайҙар,
Ҡуйынында шишмәһе бар
Селтер тиеп атайҙар .
Озон, ауыр юлдар ярып,
Ауылыбыҙға йәм биреп ,
Килеп кергэн ул йыраҡтан
Тәбиғәт һөйөндөрөп.
Ауыл халҡы ла яратып
Яз һайын йыйылышып
Сүп -сарҙан таҙартып ала
Йылғаны ҡыуандырып.
Бирешле быға ҡыуанып
Рәхмәттәрен белдерә,
Селтерәгән тауыш менән
Һәр кемде һөйөндөрә.
Йырлай, йырлай матур йырын
Хушлашҡандай моңланып
Көгөшкә ҡушылып китә
Иҫтәлеген ҡалдырып.
Эльвина Йәрмөхәмәтова 9кл. Йәншишмә төркөмө Етәксеһе. Ҡотлогилдина Фәүзиә
|
|
- Бирешле йылғаһы Көгөштөң ҡушылдығы.