Ҡышҡы йәйғор -2021. Сәсәндәр мәктәбе/Ҡуштау: өлгөләр араһындағы айырма

Викидәреслек проектынан
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ZUFAr (фекер алышыу | өлөш)
"{{poemx|'''Ҡуштау'''| мини|слева Йәйге ял ваҡытында мин ғаиләм менән Ҡу..." исемле яңы бит булдырылған
 
(айырмалар юҡ)

19:36, 14 май 2021, ағымдағы өлгө

Ҡуштау



Йәйге ял ваҡытында мин ғаиләм менән Ҡуштау тауына барҙым. Ул тау йыраҡтан матур булып күренеп тора ине. Тауға яҡынайған һайын уның матурлығына нығыраҡ һоҡландым. Тауҙың итәгенән алып түбәһенә тиклем төрлө-төрлө ағастар үҫә, ә ағастарҙа матур итеп ҡоштар һайрай. Яҡында ғына нимәнеңдер ҡысҡырғаны ишетелде. Мин айыу үкерә икән тип, ҡурҡып киттем. Ә ауыл кешеләре: “Бында айыуҙар юҡ. Мышы шулай ҡысҡырҙы”, -тип мине йыуаттылар.
 
Ҡуштауҙы күрергә тип төрлө ҡалаларҙан килгән кешеләр менән бергәләп һөйләшә-һөйләшә тау башына үрләнек. Бына өс йөҙ метр бейеклегендәге тауҙың осона менеп еттек.Унан беҙгә иҫ киткес панорама асылды: Ҡуштауҙың бер яғы буйлап Ағиҙел йылғаһы ағып ята, яҡындағына Стәрлетамаҡ, Ишембай ҡалалары күренеп тора. Тирә-яҡ йәшеллеккә сумған. Баш осонда зәңгәр күк, алтын ҡояш нурҙары. Тик күңелемде был матурлыҡты бысыратып ятҡан «Башҡорт сода компанияһы” ның яһалма күлдәре борсоно.
Мин әле бала ғына кеше. Минең теләгем шул: тәбиғәтебеҙҙе ҡайғыртыу өсөн түрәләребеҙгә яҡшы зиһен, аҡыл бир !


Калимуллина Диана. 3 б класс КБГИ Етәксеһе Ғәлләмова Айгөл