Ҡышҡы йәйғор -2021. Сәсәндәр мәктәбе/Баш һыуы: өлгөләр араһындағы айырма

Викидәреслек проектынан
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ZUFAr (фекер алышыу | өлөш)
"{{poemx|<fi 8ses| Беҙҙең '''Ҡотлоғужа''' ауылы үҙенең тәбиғәте менән күптәрҙе йәлеп итә...." исемле яңы бит булдырылған
(айырмалар юҡ)

19:56, 14 май 2021 өлгөһө

<fi 8ses


Беҙҙең Ҡотлоғужа ауылы үҙенең тәбиғәте менән күптәрҙе йәлеп итә. Балыҡҡа бай күлдәре, урман-яландағы йәнең теләгән еләк-емеше, бәшмәге, төрлө дарыу үләндәре- барыһы ла бар беҙҙә! Үле Иҙел буйын, Ҡышлау күлен яҡын -тирә ауылдар ғына түгел, Красноусол , хатта Стәрлетамаҡ, Өфө кешеләре лә бик яҡшы белә. Был ерҙәр йәй көнө улар өсөн ял итеү урынына әйләнә. Ҡуна ятып, хозур тәбиғәт ҡосағында ял итеүселәр бихисап.

Ауылыбыҙ ҙур булмаған тау буйында урынлашҡан. Тау итәгенән, ер аҫтынан юлдар һалып, шифалы һыулы шишмә ағып сыға.Ауыл халҡы был шишмәне Баш һыуы тип йөрөтә. Күпме йылдар ул кешеләрҙе йомшаҡ һыуы менән һөйөндөрә. Һыуҙың составын тикшереүселәр уныү файҙалы булыуында асыҡлаған.Бөйөрҙә таш булғанда, ҡайһы бер медиктар тап ошо һыуҙы эсергә кәңәш итәләр. Тик һыуҙы трубка (көпшә) ярҙамында, сикле күләмдә генә эсергә кәрәк. Был кәңәште тотоусы кешеләр бар, тип әйтергә була. Сөнки шишмәгә һыуға килеүсе кешеләр бик күп. Ҡыш көнө лә машиналар бер ҙә өҙөлмәй( ауыл хакимиәте шишмәгә юлды һәр ваҡыт таҙартып тора). Эйе, тәбиғәт бүләге, ерҙең шифалы һыуы бөтә кешегә лә етә...

...Селтер-селтер шишмә һыуы аға.Мәңге тынма, егәрле шишмәкәй! Сырхауҙарға дауа булып, кешеләргә ҡыуаныс, дәрт биреп, Ҡотлоғужаның ҡото булып йәшә Баш һыуы!


Игенйылға мәктәбенең 5-се класс уҡыусыһы Йәрмөхәмәтова Ралина. Етәксеһе- Мозафарова М.М