Ҡышҡы йәйғор -2021. Сәсәндәр мәктәбе/Көгөш: өлгөләр араһындағы айырма

Викидәреслек проектынан
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ZUFAr (фекер алышыу | өлөш)
"{{poemx|Көгөш| Көгөш буйы туғайында Һайрай һандуғастары, Көгөш йырына ҡушылып Ал..." исемле яңы бит булдырылған
(айырмалар юҡ)

20:16, 14 май 2021 өлгөһө

Көгөш



Көгөш буйы туғайында
Һайрай һандуғастары,
Көгөш йырына ҡушылып
Алыҫ китә моңдары.

Баландар ҡыҙарып бешә
Яр буйы туғайында,
Аллы –гөллө сәскәләре
Балҡып үҫә болондар.

Йәнгә рәхәт, тәнгә ләззәт
Йылғала һыу кереүе,
Һыу сәсрәтеп Көгөшөмдә
Балыҡ кеүек йөҙөүө.

Балыҡсылар ҡармаҡ тотоп
Ултыралар ярында,
Алтын балыҡ та бар тиҙәр
Беҙҙең Көгөш һыуында.

Эй, Көшөшөм, үҙең көмөш,
Һыуҙарың тоҙло имеш,
Ун ике шифалы шишмә
Көгөшкә тейгән өлөш!


Фәүзиә Ҡотлогилдина -Алтынбикә