Фикһул Ислам: өлгөләр араһындағы айырма

Викидәреслек проектынан
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ZUFAr (фекер алышыу | өлөш)
ә removed Category:Дин using HotCat
ZUFAr (фекер алышыу | өлөш)
109 юл: 109 юл:


Уның бер рәүеше лә, һүрәте лә юҡ. Һис бер урында үә һис бер билдәле тарафта түгелдер. Шулай булһа ла - барҙыр. Уның сифаттарының ҡиәфәттәре беҙгә мәғлүм түгел. Үә йәнә Аллаһы Тәғәләгә ашау, эсеү, арыу, йоҡлау кеүек эштәр ҙә юҡ. Аллаһы Тәғәлә һис бер заттан тыумаған һәм унан да һис бер зат тыумаған.
Уның бер рәүеше лә, һүрәте лә юҡ. Һис бер урында үә һис бер билдәле тарафта түгелдер. Шулай булһа ла - барҙыр. Уның сифаттарының ҡиәфәттәре беҙгә мәғлүм түгел. Үә йәнә Аллаһы Тәғәләгә ашау, эсеү, арыу, йоҡлау кеүек эштәр ҙә юҡ. Аллаһы Тәғәлә һис бер заттан тыумаған һәм унан да һис бер зат тыумаған.
[[Категория:Ислам]]
[[Категория:Ислам дине]]

18:52, 30 сентябрь 2021 өлгөһө

"Фикһүл ислам"— Ислам динен тотҡандар өсөн иң кәрәкле бөтә ғәмәлдәр, доғалар, канундар тупланған, мосолман кешеһе өсөн иң кәрәкле китап.

Фиҡһ (ғәр. فقه‎ [fɪqəh] — «аңлау», «белем») Ҡөрьән, Сөннәт, ижмәғ һәм ҡыясты өйрәнеүгә нигеҙләнгән мосолман хоҡуҡиәте.

ҒАҠАЙД ИСЛАМ

Ислам— Аллаһы тәғәләнән килгән хаҡ дин буйынса ғәмәл ҡылыу булыр. Аллаһы Тәғәләнән Мөхәммәт ғәләйһиесәләмгә килгән дин-Ислам дине тип атала. Аллаһы Тә-ғәлә Мөхәммәт ғәләйһиесәләмгә Ислам динен бәндәләрҙе яҡшылыҡҡа өйрәтер өсөн ебәргән.

Уның хөкөмдәре буйынса ғәмәл ҡылған кеше доньяла ла, әхирәттә лә даими рәхәттә һәм изге дәүләттә булыр. Ислам диненең хаҡлығына ышынған кеше мөьмин үә мосолман тип атала.

ҒӘМӘЛ

Ислам диме буйынса бәңдәләрҙең ғәмәлдәре һигеҙ төрлө: фарыҙ, үәжиб, сөннәт, мөстәхәб, мөхәб, харам, мәкрүһ, мөстәкрәһ.

ФАРЫҘ - шул ғәмәлдер: уны ҡылған кеше сауаплы булыр, ҡылмаған кеше гонаһлы булыр. Уның фарыҙлығына ышанмаған кеше кафыр хөкөмөндә.

Фарыҙ ғәмәлдәр: Ислам диненең хаҡлығына ышаныу; һәр көн биш ваҡыт намаҙ уҡыу; Рамаҙан айында һәр көн ураҙа тотоу; һәр йылда малдың зәкәтен биреү; дәүләте етерлек кеше, ғүмерендә бер мәртәбә булһа ла, Мәккәй Мөкәррәмгә барып, Хаж ҡылыу.

ҮӘЖИБ - шул ғәмәлдер: уны ҡылған кеше сауаплы булыр, ҡылмаған кеше гонаһлы булыр, уның үәжиблыгына ышанмаған кеше ҙур гонаһлы булыр.

Үәжиб ғәмәлдәр: витр намаҙын уҡыу; ғәйет намаҙҙарын уҡыу; фытыр саҙаҡаһы биреү; ҡорбан салыу.

СӨННӘТ - шул ғәмәлдер: уны ҡылған кеше сауаплы булыр, ҡылмаған кеше гонаһлы булмаҫ. Мәгәр Мөхәммәт ғәләйһиссәламдең шәфҡатенә лайыҡ булмаҫ.

Сөннәт ғәмәлдәр: яҡшы ғәмәлдәрҙе “Бисмилләһ” менән башлау; Ҡөръән уҡыр алдынан «Әғүҙе» әйтеү; сөскөргәс «Әлхәмдүлиллаһ» тиеү; иманлы кешеләргә сәләм биреү.

МӘСТӘХӘБ - шул ғәмәлдер: уны ҡылған кеше сауаплы булыр, ҡылмаған кеше гонаһлы ла булмаҫ; ҡыямәт көнөндә шелтәгә лә лайыҡ булмаҫ.

Мөстәхәб ғәмәлдәр: нәфел намаҙҙары уҡыу; нәфел ураҙалар тотоу; нәфел саҙаҡалар биреү; буш ваҡыттарҙа Ҡөръән уҡыу.

МӨХАБ - шул ғәмәлдер: уны ҡылған кеше лә, ҡылмағаны ла сауаплы ла, гонаһлы ла булмаҫ. Мөхаб ғәмәлдәр: хәләл риҙыҡты туйғансы ашау үә эсеү; ултырыу; тороу; зарарһыҙ һүҙҙәр һөйләү.

ХАРАМ - шул ғәмәлдер: уны ҡылған кеше ҙур гонаһлы булыр, уны хәләл тигән кеше кафыр булыр.

Харам ғәмәлдәр: Иән эйәһен үлтереү; кешене йә хайуанды йәберләү; ғәйбәт һопләү; уғрылыҡ ҡылыу; иҫерткес эсемлектәр эсеү.

МӘКРҮЬ - шул ғәмәлдер: уны ҡылған кеше бераҙ гонаһлы булыр, уны хәләл тигән кеше оло гонаһлы кешеләрҙән һаналыр.

Мәкрүһ ғәмәлдәр: отош уйындары уйнау; әҙәпһеҙ йырҙар йырлау; кеше алдында әҙәпһеҙ ҡыланыу.

МӨСТӘКРӘЬ - шул ғәмәлдер: уны ҡылған кеше гонаһлы булмаһа ла, әҙәпһеҙлек ҡылғанға һаналыр.

Мөстәкрәһ ғәмәлдәр: баҙарҙа йә урамда ашау; ауыҙҙы ҡапламайынса иҫнәү; тауышланып кикереү.

БӘЛИҒ ҮӘ ҒАҠЫЛ

Фарыҙ үәжиб, сөннәт һәм мөстәхәб ғәмәлдәрҙе ҡылыу, харам, мәкруһ үә мөстәкрәһ булған ғәмәлдәрҙән тыйылыу - бәлиг һәм ғаҡыллы кешеләрҙең бурысы. Бәлиғ-тимәк, сабыйлыҡтан сығып, үҫеп етеү.

Ғаҡыл-тимәк аҡылы камил булыу. Сабый балалар бәлиғҡа хисапланмаҫ. Диуана кешеләр аҡыллыға һаналмаҫ. Шуға ҫүрә фарыҙ үә үәжиб булған ғәмәлдәрҙе ҡыла алмаһалар ҙа гонаһлы булмаҫтар.

Ир балалар 12 йәштәре тулғандаң һуң, үҫеп етеүҙәре мәғлүм булғас, бәлиғ булыр. Ҡыҙ балалар 9 йәштәре тулғандан һуң, үҫеп етеүҙәре мәғлүм булғас, бәлиғ булырҙар.

Әгәр үҫеп етеүҙәре мәғлүм булмаһа, ир балалар ҙа, ҡыҙ балалар ҙа 15 йәштәре булғас бәлигҡа хисапланыр. Бәлиғ һәм ғаҡыл булғандан һуң һәр бер кешегә, ғүмер буйы Шәриғәт бойорған ғәмәлдәр ҡылып, Шәриғәт тыйған эштәрҙән тыйылыу тейеш.

Ғибәҙәт

Аллаһы Тәғәлә бәндәләрҙе хормәтмәп, уларға бихисап ниғмәттәр бирғән: бар булып донъяла йорөүебеҙ, бөтөн ағзаларыбыҙ, ашаған аштарыбыҙ,эскән һыуҙарыбыҙ, һулаған һауабыҙ, сәләмәт ғүмер итеүебеҙ - һәр ҡайһыһы Аллаһы тәғәләнең беҙгә биргән ниғмәттәре.

Йәнебеҙ, тәнебеҙ үә малыбыҙ менән Аллаһы тәғәләнең ни ҡәҙәр ғибәҙәт ҡылһаҡ та, үҙебеҙгә биргән ниғмәттәренең шөкөрәнаһын әдә ҡылый бөтөрөү мөмкин түгел. Шуның өсөн дә, бәлиғ үә ғаҡыл булған һәр бер мөьмин бәндәгә фарыҙ һәм үәжиб булған ғәмәлдәрҙең һәр ҡайһыһын ҡылып, харам үә мәкрүһ булған ғәмәлдәрҙән тыйылып, ҡулынан килгән тиклем Аллаһы Тәғәләгә даими ғибәҙәт ҡылыу тейеш.

Мөьмин үә мосолман кешегә фарыҙ булған ғибәҙәттәрҙең ололары бишәү: иман, намаҙ, ураҙа, зәкәт, хаж. Иман - Ислам диненең хаҡлығына һәм унда булған хөкөмдәргә ышаныу.

Намаҙ - һәр көн биш ваҡыт ғибәҙәт тыйылып тороу.

Ураҙа — Рамаҙан айында көндөҙ ашап-эсеүҙән тыйылып тороу.

Зәкәт - йылына бер мәртәбә фәҡирҙәргә тейешле мал хаҡын биреү.

Хаж - дәүләте еткән кешегә Мәккәи Мөкәррәмәгә барып Хаж ғәмәлдәрен үтәү.

Ҡәлимәи иман

Әмәнтү билләһи үә мәлә икәтиһи үә күтүбиһи үә рәсүлиһи үәл-йәүмил-әхири үәл-ҡадәри хайриһи үә шәрриһи тәғәлә үәд бәғси бәғдел- мәүти.

Мәғәнәһе: Инандым Аллаһы Тәғәләгә, үә йәнә Уның китаптарына, үә йәнә Уның бәйғәмбәрҙәренә, үә йәнә әхирәт көнөнә, үә йәнә тәҡдирҙең яҡшыһы ла, яманы ла Аллаһы Тәғәләнән булуына, үә йәнә үлгәндән һуң тағы терелеүгә.

АЛЛАҺЫ ТӘҒӘЛӘ

Аллаһы Тәғәләне белеү - һәр бәндәгә фарыҙ, ләкин Уның затын белергә беҙҙең аҡылыбыҙҙың ҡеүәте етмәй. Беҙгә Уны сифаттары буйынса ғына белеү мөмкин. Аллаһы тәғәләнең күркәм сифаттары бик күп.

Уны мәшһүр сифаттары буйынса түбәндәгесә күҙ алдына килтереп була: Аллаһы Тәғәлә мәүжүд, әхәд, хәййүн, ғалим, сәмиғ, бәсыйр, мөтәкәллим, ҡадир, халиҡ, мохтар, рәззаҡ, рабби, ғаҙел, ғафур, мүжиб.

МӘҮЖҮД - Бар тигән һүҙ. Аллаһы Тәғәлә бар, барлығы һис бер затҡа мохтаж түгел. Үҙенән үҙе бар. Барлығының башы ла, ахыры ла юҡ, йәғни мәхлүҡәте кеүек әүәле юҡ булып, һуңынан бар булған түгел. Уның ахыры ла юҡ булған һымаҡ, бер заман юҡҡа сығасаҡ та түгел. Ул һәр саҡ буласаҡ.

ӘХӘД - Бер тигәнде аңлата. Аллаһы Тәғәлә бер генә. Уның һис шәрике үә тиңдәше юҡтыр.

ХӘЙЙҮН - Терек тигән һүҙ. Аллаһы Тәғәлә теректер. Ләкин тереклеге беҙҙең кеүек тән Һәм йән кеүек түгел.

ҒАЛИМ- Белеүсе тигән һүҙ. Аллаһы Тәғәлә һәр бер нәмәне беләлер. Булганыла, буласағы ла - һәр ҡайһыһы Аллаһы Тәғәләгә мәғлүм. Аллаһы Тәғәләгә мәғлүм булмаған нәмә юҡ. Әммә белеүе беҙҙең шикелле өйрәнеү- уйланыу менән түгел.

СӘМИҒ - Ишетеүсе тигәнде аңлата. Аллаһы тәғәлә һәр бер тауышты ишетә. Ишетеүе беҙҙең һымаҡ ҡолаҡ арҡылы түгелдер.

БӘСЫИР - Күреүсе тигән һүҙ. Аллаһы гәгәләнең күрмәгән нәмәһе юҡтыр. Уның күреүе беҙҙең ише к үҙ аша түгел.

МОТӘКӘААИМ - Һөйләүсе тигәнде аңлата. Аллаһы тәғәлә һөйләүселер. Ҡөръәндә яҙылған һүҙҙәр - бөтөнөһө лә Аллаһы тәғәләнең һүҙҙәре, һөйләүе - беҙҙең кеүек ауыҙ үә тел менән, тауыш һәм хәрефтәр менән түгел.

ҠАДИР - Көсө етеүсе тигән һүҙ. Аллаһы Тәғәләнең һәр нәмәгә көсө етәлер, ни теләһә, шуны булдыра. Көсө беҙҙең кеүек ағзалар үә ҡоралдар арҡылы түгел.

ХАЛИҠ - Булдырыусы тигән һүҙ. Ғамәлдәге һәр бер нәмәне бар ҡылыусы һәм булдырыусы - Аллаһы Тәғәлә.

МОХТАР - Ихтыярлы тигәнде аңлата. Аллаһы Тәғәлә һәр ҡылған эшен үҙ ихтияры менән теләп ҡыла. Ҡылһа ла, ҡылмаһа ла, һәр бер эшендә камил ихтыярлы.  РӘЗЗАК - Туйҙырыусы тигән һүҙ. Һәр бер кешегә Һәм хайуанға ризык биреүсе - Аллаһы Тәғәләлер. Сөнки ер йөҙөндәге һәр бер йән эйәһе Аллаһы Тәғәләнең ҡөҙрәте менән үҫкән ризык үә ниғмәттәрҙе ашап-эсеп көн күреүҙә.

РАББИ - Тәрбиә ҡылыусы һәм хужа булыусы тимәк. Барса ғаләмгә рәхмәт ҡылып, тәрбиә ҡылыусы үә бөтөн ғаләмдең хужаһы - Аллаһы Тәғәлә генә.

ҒӘҘЕЛ - Тоғролоҡ ҡылыусы тигәнде аңлата. Аллаһы Тәғәлә һәр эшен үә һәр хөкөмөн тоғролоҡ һәм ғәҙеллек менән ҡыла. Һис бер кемгә йәбер үә золом ҡылмай. Әхирәттә изге бәндәләрҙе йәннәт ниғмәттәре менән хөрмәт ҡыласаҡ. Иманһыҙ үә гөнаһлы бәндәләрҙе йәһәннәм ғазабы менән ғазап ҡыласаҡ.

ҒАФУР - Ғәфү ҡылыусы тигән һүҙ. Аллаһы Тәғәлә күп кешеләрҙең гөнаһтарын ғәфү итәсәк. Тәүбә ҡылғандарҙың гөнаһтарын ғәфү итеү ҙә, .ҡылмағандарҙыҡын ғәфү итеү ҙә - Аллаһы Тәғәләнең үҙ ихтыярында.

МҮЖИБ - Доғаларҙы ҡабул итеүсе, Аллаһы тәғәлә ихлас ҡылынған мәғкүл доғаларҙы ҡабул итә: үҙенең рәхмәте менән ҡайһы бер кешеләрҙең һораған хәжәттәрен бирә.

Аллаһы Тәғәлә бөтөн ғәйеп үә кәмселектәрҙән паҡ һәм мөнәззәһтер. Уның затында ла, сифатында ла, ҡылған эштәрендә лә һис бер кәмселек юҡ.

Аллаһы Тәғәләнең мәхлүҡәткә һис бер йәһәттән оҡшашлығы юҡ. Уны бер нәмәгә лә оҡшатыу мөмкин түгел. Аллаһы Тәғәлә кәүҙәле зат түгелдер.

Уның бер рәүеше лә, һүрәте лә юҡ. Һис бер урында үә һис бер билдәле тарафта түгелдер. Шулай булһа ла - барҙыр. Уның сифаттарының ҡиәфәттәре беҙгә мәғлүм түгел. Үә йәнә Аллаһы Тәғәләгә ашау, эсеү, арыу, йоҡлау кеүек эштәр ҙә юҡ. Аллаһы Тәғәлә һис бер заттан тыумаған һәм унан да һис бер зат тыумаған.