Йыуаса: өлгөләр араһындағы айырма

Викидәреслек проектынан
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
25 юл: 25 юл:


* http://yir.atspace.com/yiwasa.htm
* http://yir.atspace.com/yiwasa.htm

Категория: Кондитер изделиелары (эшләнмәләре)
Категория: Көнсығыш он изделиелары (эшләнмәләре)
Категория: Башҡорт аш-һыуы


[[Category:Башҡортса]]
[[Category:Башҡортса]]

00:30, 5 февраль 2017 өлгөһө

Йыуаса — башҡорт милли аш-һыуы, төрки халыҡтарҙа һәм монголдарҙа таралған.

Һөткә һәм йомортҡаға баҫылған сөсө йә сдобанан (сүпрә нигеҙендә, май, һөт, йомортҡа һ. б. тәмләткестәр ҡушып эшләнгән ҡамыр) әҙерләнә.

Ҡамыр 1 йә 1,5 мм ҡалынлығында йәйелә, яҡтары 5 сантиметрға яҡын булған ромбиктарға киҫелә. Икенсе варианты — ҡамырҙы түңәрәк формаһында йәйәләр һәм 5 см оҙонлоғондағы киҫәктәргә бүләләр.

Иретелгән йә эс майында бешерелә. Сәйгә тәрилкәләрҙә йә вазала бирелә, шулай уҡ һаҡлыҡҡа ла әҙерләнә.

Ингредиенттары

  • он
  • йомортҡа
  • шәкәр
  • аҡ май
  • тоҙ.

Йолаһы

Йыуаса туй һәм байрам һыйы булараҡ бешерелә, Ҡорбан, Ураҙа һәм башҡа мосолман байрамдарында балаларға таратыла.

Башҡортостанда «Йыуаса» туй ризығы булараҡ таралған.

Һылтанмалар