Оло Нөгөш бассейнына ҡараған топонимия
Нөгөш(Оло Нөгөш)— Башҡортостандағы йылға, Ағиҙел йылғаһының уң ҡушылдығы. Кама йылғаһы бассейнына ҡарай.
Йәмле Нөгөш буйҙары
[үҙгәртергә]Урал армыттарын ярып ағып ятҡан Оло Нөгөш йылғаһы Белорет районының Исмаҡай ауылынан алыҫ булмаған ерҙә шишмә булып ҡына башлана. Юл ыңғайында үҙенә ҡушылған ваҡ шишмәләр –Ҡоҙаш, Брәтәк, Хажы, Ғәлиәкбәр ауылынан 2 саҡырым үрҙәрәк Кесе Нөгөш йылғаһы ҡушылғас, ҙур ғына йылға хасил була. Ғәлиәкбәрҙән түбән Егәйен, Аһыллы, Бәккән йылғаларын ҡушып алып, Үрге Нөгөш ауылын үтеп китә һәм Үшә, Күжә, Кәрлек, Бәҙрәш йылғаларын үҙенә ҡушып, Кәшәлә ауылын үтеп китә.
Кәшәләнән түбән ҙур ғына Кәшәлә йылғаһы, Ағуя, Ташэлгән, Икебаш, Аҡтамаҡ, Күперле, Көмбәләкле (ҙурлығы менән Нөгөш йылғаһынан ҡала 2-се урын алалыр), Үрек йылғаһы Нөгөш һыуһаҡлағысынан 10-15 саҡырым үрҙә ҡоя. Нөгөш йылғаһының быуғыны Үрек йылғаһының буйына ла күп кенә кимәлдә һыу ташҡыны булдырған. Нөгөш һыуһаҡлағысы өс ҙур ауылды урындарынан күсереп, Нөгөштө быуып, урынына диңгеҙ яһап ҡуйыуҙан ғибәрәт.
Быуаның түбән яғында тау-таш ҡаялар ҙа, эре йылғалар ҙа юҡ. Һыу тын ғына аға. Әбет ауылы тәңгәлендә элекке Воскресенский районының Хлебодаровка ауылы аша ҙур ғына Өҫкәнеш йылғаһы ҡоя. Элек был йылғанан төрлө ҡалаларға утын әҙерләп ағыҙҙылар. Әлбиттә, был һанап үткән йылғаларҙан башҡа исемле һәм исемдәре билгеһеҙ тиҫтәләгән ваҡ шишмәләр Нөгөшкә килеп ҡушылып, уның һыуын тулыландыралар.
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин үҙенең ”Мәңгелек урман” тигән китабында революцияға тиклем Нөгөш буйы урмандарына Лапшин баяр хакимлек иткән тип яҙа. Ул Нөгөш йылғаһын “Норош” тип тасуирлаған. Нөгөш йылғаһы буйында халыҡ телендә Лапшин утары тигән ер бар. Ул Бикташ ауылынан 7-8 саҡырым түбәндә, әле лә нигеҙ таштары беленеп ята, тиҙәр. Ноғман Мусин яҙыуынса, Лапшин баярға урман ҡырҡыу, ташыу, ағасты ағыҙып Стәрлетамаҡ, Өфө ҡалаларына еткереү өсөн бик күп эшселәр кәрәк була. Тирә-яҡ ауылдарҙан бик күп эшселәр йыйыла. Яҡын тирәнән генә түгел, ишеткәндәр ҡырҙан да киләләр.
Лапшиндың биләмәләре Оло Нөгөш буйында ғына түгел, Кесе Нөгөш буйҙарында ла булған. 1958 йылда Кесе Нөгөш буйынан Брәтәк ауылына китеп барған юлдашым Мөхәмәт бабай Күлбаев (мәрхүм), сереп үҙәктәре генә ултырған ҡарағай сайырҙарын күрһәтеп, бына былар Лапшин баярҙың эшкәрткән билдәләре инде, тип һөйләгәйне. Тимәк, ул Кесе Нөгөштән Оло Нөгөшкә ағас ағыҙып төшөргән.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарынан алда, мин иҫ белгәндән алып, йыл һайын Нөгөштән ҡыуғын үтә торғайны. Һал өҫтөндә таҡтанан эшләнгән будкалар, иң алда ҡыйығына ҡыҙыл флаг эленгән контора, унан магазин. Ҡыуғынсыларға палаткала йоҡларға тура килә ине. Ауылға яҡыная башлағас, кешенән фатир һорап, йылы өйҙә йоҡлайҙар. Ауылдан түбәнләгәс тә шулай итәләр ине. Магазиндарында аҙыҡ-түлектең төрлөһө бар. Һыуланып, өшөп ҡайтһалар, йылыныр өсөн норма менән араҡыһы ла һатыла ине. Тауарҙы Стәрлетамаҡтан ташыйҙар. Ағас бик күп, хатта түмәр умарталарҙан да йыуандары бар. Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында бындай ҙур ҡыуғындар булманы. Һуғыштан һуң, 1948-1949 йылдар булһа кәрәк, иректән мәхрүм ителгән граждандар ағас ҡыуҙылар. Араларында ҡатын-ҡыҙҙар ҙа бар ине.
Ағас ағыҙыу “Ҡыҙыл Байраҡ” промартеле дәүерендә лә дауам итте. 1955-1961 йылдарҙа промартель хеҙмәт итеп ҡайтҡан йәш көстәр менән тулыландырылды. Һалабаш төшөрөп, ҡап-септә һуғыу кеүек эштәр менән бер рәттән ағас ҡырҡыу, ташыу эштәре лә киң йәйелдерелде. Ағасты һал менән менән генә алып сығып бөтөп булмай , боҙ китеп һыу ярҙарына ҡайта башлау менән, 25-30 кубометр ҡарағай ағасын биш ҡушма итеп һал бәйләп , өҫтөнә 2500-3000 ауырлығындағы йөк тейәп (ҡап-септә) ағалар һалсылар. Уны Ишембай, Стәрлетамаҡ ҡалаларына алып барып еткереп, тапшырып ҡайтыуҙарына, ҡалған эшсе көсө менән ташылған ағасты һыуға төшөрөп, ҡыуғын юлда була ине. Һалсылар ҡайтыу менән өҫтәлмә көс итеп ҡыуғынға ебәрелә.
Шулай итеп, 7 йыл рәттән (1955-1961 йылдар) тиҫтәләсә мең кубометр ҡарағай, уҫаҡ, һалабашҡа төшөрөлгән һөйән (йүкә) Нөгөш тамағынан өҫтәрәк ҡанат ҡуйылып туҡтатыла ине. Ҡанат ҡуйыуға бер бригада алдан китә. Уға старший итеп, йыл һайын тигәндәй, һуғыш ветераны, мәрхүм Әхмәтов Хәлил бабайҙы тәғәйенләйҙәр ине. Ҡыуғын начальниктары Әбдразаҡ Ҡаһарманов, Мансур Ғәбитов, Әхмәҙинур Әминев, Рафиҡ Хәлитов, Сәйфулла Әхтәмов, Шәкир Ишмөхәмәтовтар (барыһы ла мәрхүмдәр) үҙҙәренә яуаплылыҡ алып, ағасты төрлө ойошмаларға һатып, теүәл отчет биреп торҙолар.
Эйе, Нөгөш һыуы иң осһоҙ йөк транспорты булып һаналды. 1950-1954 йылдарҙа ҡыш ҡап тейәп ат менән Стәрлетамаҡҡа йөрөгәндәр, ҡайтҡанда промартелгә тауар тейәгәндәр. Ялан яғына сыҡҡас, ағасты урлау осраҡтары була торғайны. Еңелерәктәрен тал араһына индереп йәшерәләр. Ҡыуғынды алып барып еткергәс, мул ғына аҡса, өҫкә кейем-һалым алып, байрам итеп тә ала торғайныҡ.
Ҡыҙыҡлы ваҡиғалар ҙа булғыланы. Үрге Нөгөш ауылы егете Әҡсән Иҫәнаманов мәрхүмдең хеҙмәттән ҡайтҡан йылы ине. Аҡ костюм-салбар, аяғына аҡ туфли кейеп алған һомғол буйлы егет ҡарап тороуға түрә кешене хәтерләтә. Туҡталышыбыҙ Мәләүез районының Смаҡ ауылында. Ауылдан 2 саҡырым алыҫлыҡта һөтсөлөк фермаһы урынлашҡан. Бер көн элек Әҡсән һауынсылар менән танышып, киноға ла барып ҡайтҡан. Икенсе көндө беҙҙе лә ҡоторта. Шулай итеп, йыйылышып һауынсылар янына киттек. Әҡсән ҡыҙҙар янына инеп китте лә кире сыҡты. Һеҙ берегеҙ ҙә күренмәгеҙ, йәшенегеҙ, хәҙер ферма мөдире килергә тейеш, тиҙәр. Ферма мөдире, иртә тора алмайһығыҙ, тип ҡыҙҙарҙы киноға сығармай икән. Мин уның менән үҙем һөйләшәм әле, ти. Беҙ ҡырғараҡ барып йәшенеп, һауынсылар өйөн күҙәтәбеҙ. Оло йәштәге бер кеше өйгә инеп китте. Әҡсән ферма мөдире менән үҙен таныштыра: “Мин райком комсомолында йәштәр эше буйынса эшләйем. Уларҙың эш һәм йәшәү шарттарын ҡарайым, һауынсылар араһында социалистик ярыштар үткәреләме –юҡмы , культуралы ял итеүҙәре менән ҡыҙыҡһынам. Әле һауынсы ҡыҙҙарҙан һорағайным, һеҙ уларҙы кино ҡарауҙан да мәхрүм итәһегеҙ икән. Был эшең хаҡында райком алдында отчет бирерһең” , -ти.
Теге ферма мөдире ҡаушап китеп: “Ней, улым, эште олоға ебәрмәйек инде. Ҡыҙҙарҙы ебәрмәйем тип тормайым мин. Иртәнге һауынға тора алмайҙар. Барһалар, иртә торһондар”, - тип аҡлана икән. Шулай итеп, ҡыҙҙар киноға сыҡтылар. Иртәгәһенә кемдер ферма мөдиренең ҡолағына төшөргән. Был хәбәрҙе ишеткәс, ферма мөдире урынында ултырып түҙмәй, сәсен йолҡҡан имеш, тип һөйләнеләр.
Алда яҙып үтеүемсә, Нөгөш йылғаһы осһоҙ йөк ташыу транспорты һаналды. Ул ваҡытта хәҙерге текниканың бөртөгө лә юҡ ине. Борон-борондан ҡыуғын һал менән шөғөлләнгәндәр. Бөйөк Ватан һуғышынан алда һал менән аҡҡандарын хәтерләйем. Ауыл тапҡырынан ҡурай уйнап, йырлап аға торғайнылар. Кәшәлә ауылы тәңгәлендә Нөгөш тоноҡ, тын ғына аға. Һалсыларҙы барлыҡ ауыл халҡы яр башына сығып оҙатып ҡалыр ине. Ватан һуғышы йылдарында ла был эш дауам итте. Ир-ат яуға китеп бөткәс, эшсе көс етешмәгәс, үҫмер ҡыҙҙар ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, алғы ишкәккә торҙолар.
Ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып тип, тип әйтеүем дә раҫ: йылғаның боҙо китеп, һыу бер аҙ ярҙарына ҡайтҡас, ярһыу аттай тулҡынланып аҡҡан йылғала 2500-3000 тонна йөк тейәлгән һал менән идара иттеләр. Әгәр ҙә техника менән аварияға осраһаң, юл ҡағиҙәләрен тулыһынса үтәмәү арҡаһында килеп сыға, ә һалсыларҙы уҡытмайҙар. Уларға махсус курстар юҡ. Уларға бик иғтиарлы булыу һәм һал юлын белеү мотлаҡ ине. Шөкөр, һалдары туҙып, тауарҙары аҡҡан тигән хәбәр ишеткәнем булманы.
Ә ялан яғына сыҡҡансы күпме ҡурҡыныс урындар бар. Ғәлиәкбәр ауылынан Ҡалыу мороно тигән ергә еткәнсе (Үрге Нөгөштән өҫтә) ишкәкселәргә тын алырға ла ваҡыт булмай. Әсебар тамағы, Сусҡаморон, Өйрәкташ ҡаяларына ныҡ ҡыҫтай, алдан алмаһаң, ҡаяға бәрелеп, селпәрәмә килеүең дә мөмкин. Шуның өсөн был араны ике һал кешеһе (дүрт кеше) ҡайтауыллап алған осраҡтар ҙа була торғайны.
Аръяғы Кәшәлә ауылына тиклем төҙәм, әллә ни ҡурҡыныс урындар юҡ. Кәшәлә ауылының түбән яғында тағы ла ҡурҡынысыраҡ урындар бик күп. Икебаш тигән тауға тиклем был араны ла ҡайтауыллап аға торғайнылар. Бында һаҡ эш итергә кәрәк. Артҡы ишкәктәге кеше алғы ишкәксе ни бойора, шуны эшләргә тейеш. Яңылыш һуғып хата ебәрһәң, көтөлмәгән хәлгә тарыуың мөмкин.
Бөйөк Ватан һуғышынан алда мәрхүм булған оҫта һалсы Әминев Ғилман бабайҙы Ғәлиәкбәр ауылының оло быуын кешеләре әле лә хәтерләйҙер. Ул артҡы ишкәксе менән артына әйләнеп ҡарамай ғына идара иткән. Башына кейгән таҡыяһын ҡайһы яҡҡа ҡырын һалып кейә, артҡы ишкәксе шул яҡҡа һуҡҡан, тиҙәр. Нөгөш буйында үҫеп, әлеге көндә иҫәндәре Нөгөш буйының ҡурҡыныс урындарын, һал буйында нисә таш булыуын, уларҙан нисек имен-аман үтеүҙәрен хәтерләйҙәрҙер. Мин үҙем дә 10 йәштән артҡы ишкәк һуғып сыҡҡанымды хәтерләйем.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ҡоро утын әҙерләп, яурын менән һыуға һөйрәп төшөрөп, кәшмәкләп яланға алып сығып, картуфҡа алмаштырып, 40 саҡырым араны күтәреп үтеүҙәр әле лә онотолмай. Шуның өсөн һәр бер ҡая-таш, һәр бөгөл күҙ алдымда торған кеүек. Тик, үкенескә ҡаршы, 1975 йылдан һуң Нөгөш буйынан һал менән төшөү мөмкинлеге булманы.
Нөгөш буйында ауылдар бик һирәк урынлашҡан. Мәҫәлән, Ғәлиәкбәрҙән түбән Үрге Нөгөштән һуң Нөгөш быуаһына тиклем ауылдар юҡ. Элек ҙур ғына булған Түбәнге Нөгөш менән Кәшәлә ауылы халҡы ла төрлөһө төрлө яҡҡа күсеп китеп бөттөләр. Йылғаның һул яғы Ғәлиәкбәрҙән түбән Егәйен тамағынан Вадраш йылғаһы тамағына тиклем 37 саҡырым “Шүлгән-Таш” ҡурсаулығы биләмәһе.
Түбән яғы Мәләүез Милли парк биләмәһе. Нөгөш быуаһына тиклем йылғаның уң яғы ла Мәләүез ерҙәре. Йылға буйының хозур тәбиғәте, иҫтәлекле урындары бик күп. Мәҫәлән, Ғәлиәкбәрҙән түбән Әсебар тамағы тигән ерҙән бик күп ағып барып сабынлыҡ үтәһең, 3 саҡырымдай үткәс, әйләнеп килеп, кире Әсебар тәңгәленә Сусҡаморон тигән урынға етәһең. Шул тәңгәлдән аша ғына төшһәң, күп булһа 100-150 метр ара булыр, унан түбән Өйрәкташ ҡаяһы. Ул да үҙәккә оҡшаш, күккә ашып тора. Мөғжизәгә оҡшаш ҡаяның аҫты тәрән, сөм, балыҡ күп. Нөгөш буйынан үткән туристар унда туҡтамай китмәйҙәр.
Кәшәлә ауылынан түбән Үрге үткәл тигән мөғжизәле урын бар. Ул да үрҙә яҙылған Әсебар, Сусҡаморонға оҡшаш, әммә был урын тағы ла ҡыҙыҡлыраҡ. Бында ла урап, йылғаның уң яғынан ағаһың. 3-4 саҡырым аҡҡас, кире үткәл (был бәләкәй генә утрауҙы хәтерләтә) тәңгәленә етәһең. Был яғы Һөймәҫ тип атала. Ҡая тәпәш кенә, өҫтөнә ҡарағайҙар үҫкән. Әгәр ҙә шул ҡарағайҙар булмаһа ҡая аша йылғаның бер яҡ ярынан таш бәрһәң, икенсе яҡ ярға барып төшөр ине.
Үткәл ҡаяһын яҙа башлағас, тағы бер ҡыҙыҡ иҫкә килеп төштө. 1964 йылда ҡатыным менән ялан яҡтарын күреп ҡайтырға уйланыҡ. Мәләүез районы колхоздарының береһенең Үрге Нөгөштә ағастары бар. Минең ауылдашым, йәшлек дуҫым Иҫәнов Таштимер (Бөрйән урман хужалығында, “Шүлгән-Таш” ҡурсаулығында ла эшләне) шул ағастар өсөн яуаплы. Минең ағастарҙы һаллап алып сыҡ, аҡсаһын алып сығыу менән түләйбеҙ, тине. Нурый менән һалды бәйләп бөттөк тә, иртәгәһенә ағып та киттек. Мин алғы ишкәктә, Нурый еҙнә артта, ярҙамға минең ҡатын. Артҡы ишкәксе йүнләп һуҡмай, анекдоттар һөйләп көлдөрөп тик килә.
Үткәл ҡаяһына яҡынлашабыҙ. Шаршы башында бер таш бар. Шул ташты ярыш ҡына үтмәһәң, аҫта ҡая ҡурҡыныс. Нурый еҙнәгә, һыртҡа һуғыңҡырап кил, тип алдан иҫкәртһәм дә тыңламаны. Һалдың артын көслө ағым бороп аҫҡа төшөрҙө, ал яҡ теге ташҡа менеп китте, һал ултырҙы. Нурый еҙнәм юл тоҡсайын алды ла, “чукынсын” тине лә, һалдан төштө лә китте. Татар милләтенән ине ул. Мин асыуланып ҡысҡырғас, кире менде. Һалды киренән йүнәтеп, ағасты юғалтмай алып барып еткерҙек. Шунан аҙаҡ был ташты Чукынсын ташы тип атап йөрөтәләр.
Һөймәҫ тип атап йөрөгән урын да һалсыларҙы бик борсоуға һала. Был урында өс арал бар, һыу ташҡан ваҡытта иң өҫкө аралдан йырлап үтәһең, һыу ҡайта башлаһа, икенсе урта аралды ла еңел үтеп була. Ә бына һыу ярҙарына ҡайтып бөткәс, өсөнсө аралға (иң аҫҡы) көн ҡала. Бында йыр ҡайғыһы юҡ. Аҫта ҡая, уны үтеп бөткәнсе барлыҡ көсөңдө, энергияңды түгәһең.
Һөймәҫ аралынан һуң Инсеғол ҡаяһы. Бейек ҡая. Был ҡаяла оҫҡон, ҡыр һуғаны үҫә. Туҡтап оҫҡон йыйып ала торғайныҡ. Был ҡаяның тарихи исеме лә билдәле. Элек Инсеғол исемле йәш егет оҫҡон йыйғанда осоп үлгән тип һөйләйҙәр. Инсеғол ҡаяһын үтеп китеү менән һалсыларҙы күккә олғашҡан, үрелеп ҡараһаң таҡыяң төшөрлөк, башы яланғас ҡая ҡаршы ала.
Уны Яҙыулы ҡая тип тә, Ҡашҡа айғыр тип тә атағандар. Яҙыулы ҡая тип атауҙарына ышаныуы ҡыйын. Ысынлап та, ҡаялағы биҙәктәр төрки хәрефтәргә оҡшаш. Бәлки, ташҡа мүк үҫкәндер ҙә шулай тойолалыр.Ә Ҡашка айғыр тигән исеме билгеле. Элек ялан яғынан килеп йөрөгән йылҡы өйөрҙәренең àйғырҙары талашып китеп, бер ҡашҡа айғыр ҡаяның башынан осоп үлгән, тигән легенда йөрөй.
Ҡашҡа айғыр ҡаяһын үтеп, тын алырға ла өлгөрмәйһең , алда элек-электән ҡурҡыныс яғы менән даны таралған Әйкәй, арҡыры ҡаялар ҡаршы ала. Әйкәй тулҡыны бик көслө, һал өҫтөнә менә. Ишкәкте тулҡын өҫтөнә ҡуйып өлгөрһәң өлгөрөп ҡалаһың, аҫта иң ҡурҡынысы -Арҡыры ҡая. Был ҡаяның исеме есеменә тап килгән. Әйкәй шаршыһына төшөп тә өлгөрмәйһең, ҡаяға һуғылаһың. Имен генә үтермен тимә. Элек-электән был урында һал туҙҙырғандар, һыуға аҡҡандар.
Әйкәй менән Арҡыры ҡаяны үткәс, иркен тын алып ҡалаһың. Аръяғында Нөгөш быуаһына тиклем әллә ни ҡурҡыныс урындар юҡ. Ә мөғжизәле урындар бар.
Ҡыҙбикә уяһын үтеп, 2 саҡырым ара үтһәң, элек бер бригада булып йәшәгән Сауҡа утары (хәҙер ул утар ҙа юҡ), унан түбән Күперле йылғаһы. Беҙ уны Ташкүпер тип йөрөтә торғайныҡ. Йылға тау битләүенән уянан аға. Бер урында йылғаны ҡаплап өй иҙәне тиклем ҙур, матур таш ята. Йылға шул күперҙең аҫтынан ағып сығып, һал менән үткәндә әллә ҡайҙан ялтырап күренеп ята. Был урын айырым һаҡлауға алынған тәбиғәт ҡомартҡыһы исемлегенә индерелгән, шикелле.
Был ерҙән башҡа ла мөғжизәле, тарихи урындар бик күп Нөгөш буйында. Уларҙың барыһын да теҙеп яҙыу мөмкин түгел, үҙе бер китаплыҡ.
Ә шулай ҙа, Ялануй тигән ергә еткәс, Нөгөш диңгеҙенең һөҙөмтәләре күренә башлай- һыу быуғыны һал менән ағыусыларҙы туҡтата. Һалсылар ишкәктәрен алдан, арттан алып, һалдың икенсе яҡ ҡабырғаһына ҡуйып, кәмә һымаҡ ишеп төшәләр, йә булмаһа Нөгөш быуаһында йөрөгән катерҙарға тағып, аҡса түләп, Һәргәй ауылына тиклем һөйрәтәләр ине.
Ялануйҙан 2 саҡырым тирәһе аҡҡас, әллә ҡайҙан ялтырап Үрек ҡаяһы күренә. Үрек тамағы алыҫтан бәләкәй күренһә лә, яҡынлағас, ҙур Лениндың рәсеме тора. Үҙенең ғумерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, арҡанға бәйләнеп, яп-ялтыр ҡаяға сүкеш-ҡасау менән ырып Ленин һүрәтен төшөргән рәссамдың, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, исем- шәрифен онотҡанмын.
Үрек йылғаһына килеп еткәс, уның да бер аҙ тарихын яҙайым. Ололар һөйләүе буйынса, ул Ишембай районының Кәбәс ауылынан 10-12 саҡырым тирәһендәге Алатауҙан, Буҙгөл тигән ерҙән сығып ята икән. Байтаҡ аҡҡас, ер аҫтына сумып, 2 саҡырымдай аҡҡандан һуң, кире сығып, ағыуын дауам итә икән. Уның буйында, Кәмбрәк йылғаһы тамағында, бер ҙур ғына урыҫ ауылы бар ине. Нөгөш быуылыуын белгәс, өйҙәрен, кәртә-ҡураларын һаллап, күсеп бөттөләр. Бөйөк Ватан һуғышынан алда Үрек йылғаһында ҙур күләмдә ағас ҡыуалар ине.
Бына шулай яҙмамдың аҙағына яҡынлаштым. Нөгөш быуаһын ҡасан файҙаланыуға тапшырыуҙарын хәтерләмәйем, 1965 йыл тирәһе булһа кәрәк. Был мәҡәләмде яҙғанда ауылдың оло быуын кешеләре менән һөйләшеп, белмәгәндәремде һорашып яҙырға тырыштым. Оҙаҡ йылдар урман хужалығында лесничий булып эшләп, хаҡлы ялда булған Ә. Әминев, Ә. Күлбаев, М. Байғазин ярҙам иттеләр. Эйе, Нөгөш йылғаһын һалда, кәмәлә үткән кешеләр Нөгөш буйының хозур, гүзәл тәбиғәтенә, мөғжизәле урындарына һоҡланып, күңелдәренә мәңге онотолмаҫ иҫтәлектәр, хәтирәләр алыр.
Һылтанма
[үҙгәртергә]- Исмәғил Яманаев."Үкенерлек түгел үткәндә"… китабынан. Был мәҡәләлә Оло Нөгөш бассейнына ҡараған топонимия сағыла.