Сәғитов Ҡәйүм Сәғит улы
Олатайыбыҙ Ҡәйүм Сәғит улы Сәғитов
Олатайыбыҙ Ҡәйүм Сәғит улы Сәғитов — 1876 йылда тыуған. Ул бик хәрәкәтсән, аҡыллы, аралашыусан кеше була. Тәүҙә дини белемен Ишембай районының Көҙән ауылында Зәки Вәлидиҙең атаһы Әхмәтшә-хәзрәттән ала. Әммә был ныҡышмал малайға етмәй. Артабан уҡыу теләге ҙур була, ләкин атаһы Сәғит Хәлитов улын ебәрергә теләмәй. Шунан Ҡәйүм йәшерен рәүештә атаһының айғырын йүгәнләй һәм Стәрлетамаҡ яғына сығып китә.
Юлда Ҡәйүм кәңәш һүҙҙәрен һәм фатихаһын алыр өсөн уҡытыусыһы Әхмәтша-хәзреткә туҡтала. Стәрлетамаҡҡа килгәс, ул айғырҙы һата һәм мәҙрәсәгә уҡырға инә, унда дини белем менән бер рәттән тәбиғи фәндәрҙе лә, рус телен дә өйрәнә. Рус телен белеү һуңыраҡ уға ғына түгел, Ҡәйүмдең яҡташтарына ла ҙур хеҙмәт итә, сөнки ул замандарҙа бөтөн районда рус телендә һөйләшкән кеше булмай. Урыҫтар менән аралашҡанда, ә улар элек-электән Авзян яғынан, Кананикольск яғынан да, Ырғыҙлы яғынан даэргә-тирәләге ерҙәрҙә төпләнгәндәр, Каюм аңлашылмаусанлыҡтар килеп тыуғанда тәржемәсе лә, аралашсы ла булған. Сәғитов Ҡәйүм ауыл Советы секретары булып эшләй һәм уны ябай ғына «сельский» тип атайҙар. Ул Ғәлиәкбир ауылында балаларҙы уҡытыуҙы ойоштора. 1923-1924 уҡыу йылында тәүге ете уҡыусы ауылдың хөрмәтле кешеһеЙәнифә апай өйөндә уҡый башлай. Киләһе йылда ике төркөм ойошторола, сөнки класҡа тағы алты уҡыусы килә. Ҡәйүм Сәғитов ул ваҡыттар өсөн күренекле вазифала эшләһә лә, кеше ҡайғыһына һәм мәшәҡәттәренә битараф булмаған, ярҙамсыл, ихлас, күңелле кеше булып ҡала. Ул ҡулынан килгәндең барыһына ла ярҙам итә. Бөйөк Зәки Вәлиди-Тогандың атаһы Әхмәтшә-хәзрәт мәктәбе һәм ҡалала уҡыу ҙур йоғонто яһай.Ул бер ҡасан да ҙур донъянан айырылмай, хатта төпкөлдә булһа ла гәзит-журналдарға яҙыла, Башҡортостанда, Рәсәйҙә һәм донъяла барған ваҡиғаларҙы белә. Ҡәйүм олатай башҡорт халыҡ ижадын бик яҡшы белә. Һәйбәт йырлай, төрлө темаларға бәйет һәм шиғырҙар ижад итә. Уның ҡайһы бер яҙмалары әле лә халыҡ тарафынан һаҡлана һәм ауыҙҙан ауыҙға тапшырыла. Ҡәйүм Сәғитовтың шиғырҙары һәм бәйеттәре тапҡыр, көнүҙәк темаға арналған, актуаль була. Утыҙынсы йылда Ҡәйүм Сәғитов сәйәси сәбәптәр менән ҡулға алына һәм контрреволюцион эшмәкәрлектә һәм законһыҙ рәүештә ҡорал һаҡлауҙа ғәйепләнә. Уға ялған яла буйынса сығарылған ун йыл хөкүм язаһын үтергә тура килмәй. Ҡәйүм Сәғитов 1932 йылда мордва лагерҙарында 54-се йәшендә вафат була. Мәғрифәтсе һәм талантлы кешенең ғүмерен шул тиклем аяныслы тамамлана.
(Ҡотлобаева (Сәғитова) Таңһылыу Зәки ҡыҙы мәғлүмәттәре)