Эстәлеккә күсергә

Тимер ауылының ер-һыу атамалары

Викидәреслек проектынан

53°10′50″ с. ш. 57°32′17″ в. д. (G)

Тимер ауылының ер-һыу атамалары


 

Ер-һыу атамаларын йыйыу фән өсөн бик мөһим. Улар фәнни тикшеренеү эштәрен алып барырға нигеҙ, ә ҡайһы бер тарихи факттарҙы дәлилләүҙә төплө материал булып тора. Ер-һыу атамаларының күбеһе, үкенескә ҡаршы, онотолоп, телдән төшөп ҡала бара. Күп атамалар үҙгәртелә, яңы исем менән йөрөй башлай. Тыуған төбәгемдең тарихын, ер-һыу атамаларын тәрәнерәк һәм ентекләберәк өйрәнгән һайын, уға булған һөйөүем арта бара. Ысынлап та, һәр башҡорт ауылы Башҡортостан тарихын сағылдыр¬ған ер-һыу атамаларына ифрат бай. Ер-һыу атамаһы ла Тимер кешеләренең исеменән ҡалған - Ҡалҡаман, Баймырҙа, Ҡалмаҡай, Үҙән, Баҡҡол, Бохмаш, Яңыл аралы, Ҡарағол, Лоҡман соҡоро, Йәнсалай ҡоҙоғо һ.б.. Ә хәҙер улар тураһында мәғлүмәттәрҙе үҙебеҙҙең һөйләш телендә тәҡдим итәм. Тәрәнуй

Ауылға төшкән юл ике тау араһынан һалынған. Элек ауыл ойошторола баштағас, юл һалынғанға тиклем, ошо үҙәктә бер һыйыр ҡазаланып, үлгән буған. Күп балалы ғәйләнең күҙ терәп торған берҙән-бер һыйыры буған, хужабикә малын эҙҙәп тапҡандан һуң бик ныҡ ҡайғырған, тәрән уйға ҡаған , Аҙаҡ ошо үҙәк аша ауылға юл һалғандар һәм “Тәрәнуй” тип йөртә баштағандар. Яңыл аралы
[Элек Тимер ғарттың Яңылбикә исемле оҫта йырсы, бейеүсе бер килене буған. Яңылбикә төрлө ярыштарҙа, йыйындарҙа гел беренселекте алған. Бик көстө, ҡыйыу ҡатын ат ярыштарында ла ал бирмәгән.
Бер ваҡыт яҙғы ташҡын ваҡытында, Яңылбикә үҙенең ярыштарҙа ал бирмәгән аты менән Иҙел аша сығыуға бәхәстәшкән. “Әгәр ошо һыуҙы сыбар айғырым менән йөҙөп сығалмаһам исемем Яңылбикә булмаһын!” – тип һыбай һыуға төшкән. Иҙел уртаһында ат һөрҙөгөп, икеһе лә ағып киткән. Йәй көнө Иҙел буйындағы бер ауылда кәүҙәһен тапҡандар.
Шул аралды “Яңыл аралы” тип атай баштағандар. Тимер ауылы менән Янһары ауылдары – уртаһында, Иҙелдең уң яҡ ярында, “Темәк” тапҡырында урындашҡан был арал. Элегерәк Тимер ауылы кешеләре боҙҙан ат менән барғанда шул арал эргәһенән үтеп йөргәндәр. Ат һөрҙөгөп ағып киткән кисеүҙе әле лә “Сыбар айғыр” тип йөртәләр.
Яңыл аралы

II версия
Борон заманда башҡорттар малдары менән йәйләүҙән йәйләүгә күсеп йөрөгәндәр. Ҡалмаҡай йәйләүендә йәйләгән ваҡытта ошондай ваҡиға була. Ҡалмаҡай йәйләүендә ятҡанда Яңылбикә тигән әбейҙең бер өйөр аттары юғала. Ҡарты бер нисә көн эҙләп тапмағас, Яңылбикә өйөр айғырын менеп йылҡыларҙы эҙләп китә. Йылҡы юлын юлдап Оҫҡон туғайына килеп төшә. Ҡалмаҡайҙан тура Оҫҡон туғайына барып сығаһың. Ауылдан Ҡалмаҡай туранан өс саҡрым, ә урау юлдан дүрт саҡрым. Йылҡы юлын юлдап Оҫҡон туғайына килеп төшә. Йылҡылар Оҫҡон туғайына ҡаршы түбәнге туғайҙа була. Аҙналар буйы яуған көслө ямғырҙан һуң йылға бик ныҡ ташҡын була.Ҡаршы яр бик текә булғанға, ат сыға алмай. Һыу айғыр менән әбейҙе ағыҙып алып китә. Әбей аты менән һыуға батып үлә. Оҫҡон туғайының түбән осонда һағып ятып ҡалалар. (Ш.З. Бикмөхәмәтов һөйләүе буйынса)

Шүрәле уй

Элек аттар өйөр-өйөр булып йөргән. Бер ваҡыт өйөрҙәге бер ат көн һайын ҡара тиргә батып ҡайта баштаған. Был хәл көндә ҡабатланғас, халыҡ аптырауға ҡалған. Күмәкләшеп һөйләшеп, аттың арҡаһына сайыр һылап ебәргәндәр. Теге ат кисен бүтән аттарҙан ҡалып, арттараҡ ҡайтҡан. Ат өҫтөндә бер шүрәле ҡатыны утырып кигән. Ул, ат һыртына һыланған сайырға йәбешеп, аттан төшә алмаған. “Нисек тә үҙе ысҡыныр әле”, - тип уйлаған халыҡ. Бер нисә көн үткәс, шүрәле илай башлаған. Уның янына килгән кешеләр, шүрәлене күргәндәр ҙә: “Әй, бисураның йәш балаһы ҡаған икән, ебәрергә кәрәк, гонаһы булыр,” – тип уны ысҡындырғандар. Был һүҙҙәрҙе ишеткәс шүрәле ҡатын сәпәкәй һуғып, ҡыуанған. Майҙап, кәрәсиндәп был ҡатынды төшөрөп ебәргәндәр. “Ҡайһы яҡҡа китер икән?!” – тип ҡыҙығып ҡарап торғандар. Шүрәле Ағиҙел йылғаһы аша сығып, туп-тура үҙәк (уя) буйлап тау башына сығып киткән. Шул уяны “Шүрәле уй” тип йөрөтә башлағандар. Ваҡыт үтеү менән шүрәле һүҙе онтолоп “Шәреле уй” исеме ҡалған. Ҡышҡы, яҙғы ҡар-һыуҙары, йәйге, көҙгө көслө ямғырҙар ошо уянан шәре булып ағып ята, уяның ысын исеме “Шүрәле уй”
Ағиҙел йылғаһы ағымының һул яҡ ярында урынлышҡан.


Минигул Язагулова