Эстәлеккә күсергә

Ғәҙелгәрәй ауылы тарихы

Викидәреслек проектынан

‪== Ғәҙелгәрәй ауылы барлыҡҡа килеүе ==

Бөрйән районының Ғәҙелгәрәй ауылы XIX быуаттың башында барлыҡҡа килә. Ауыл Ырымбур өйәҙенең 9-сы башҡорт кантонының 23-сө йорт составына ҡарай. Ауылға нигеҙ һалыусы кеше отставкалағы зауряд есаулы Әҙелгәрәй Тимербаев була. Архивтағы бөтә документтарҙа ла уның исеме Әҙелгәрәй тип яҙылған. Ҡайһы осорҙан Ғәҙелгәрәй тип яҙа башлағандарҙыр, уныһы билдәһеҙ. Ауылды Шүлгән тип тә, Ғәҙелгәрәй тип тә йөрөтәләр. Документта – Ғәҙелгәрәй. Өсөнсө исеме лә бар – Әҙелғужа. Архив документтарын анализлау шуны күрһәтә: ауылға нигеҙ һалыусылар – Ҡотан ауылы кешеләре. 1816 йылғы халыҡтың иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Ҡотан ауылында барлығы 19 ғаилә йәшәгәнлеге билдәле, ә Ғәҙелгәрәй тураһында мәғлүмәттәр юҡ. Һуңғараҡ Ҡотанда йәшәгән 19 ғаиләнең 13-ө күсеп килеп Ғәҙелгәрәйҙә йәшәй башлай, алты ғаилә Ҡотанда тороп ҡала. 1834 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәрендә Ғәҙелгәрәй ауылы бар икәнлеге күренә: 21 ғаилә теркәлгән, дөйөм халыҡ һаны 213 кеше (108 ир-ат, 105 ҡатын-ҡыҙ). Архив документтарында ауылдың аныҡ ҡына барлыҡҡа килеү йылы билдәһеҙ. Яҡынса ауыл 1819 йылдарҙа барлыҡҡа килгәндер. 1859 йылда ла ауылда 21 ғаилә теркәлгән, һәм дөйөм халыҡ һаны 329 кешегә етә (165 ир-ат, 164 ҡатын-ҡыҙ). Малсылыҡ менән шөғөлләнеп, ярым күсмә тормош менән йәшәгәндәр. Игенселек эшен ихтирам итмәгәндәр. 1842 йылда 213 кеше тарафынан ни бары 112 бот иген сәселгән. Шулай итеп, революцияға тиклем ауыл ҙур ғына була. Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы төҙөлгәс, Бөрйән волосы Бөрйән-Түңгәүер кантоны составына инә. Ул осорҙа районда 33 ауыл була. 1920 йылда Ғәҙелгәрәйҙә 447 кеше йәшәй. Халыҡ һаны буйынса 33 ауыл араһында 7-се урында тора. 1921 йылғы аслыҡ һөҙөмтәһендә 92 хужалыҡтың 60-ы юҡҡа сыға, халыҡтың күп өлөшө аслыҡтан ҡырыла. 1949 йылда ауылда барлығы 12 ғаилә тороп ҡала. 1959 йылда халыҡтың һаны 214 кешегә етһә, 1989 йылда 403 кеше иҫәпләнә. 2002 йылдағы халыҡ иҫәбен алыу буйынса 445 кеше һәм 107 хужалыҡ теркәлгән булһа, бөгөнгө көндә 127 хужалыҡ бар. Ғәҙелгәрәй ауылы Көнъяҡ Урал тауҙарының бер армыты булған Аҡҡашҡа тауы итәгендә урынлашҡан. Ауыл 6 өлөштән тора, сөнки ере тигеҙ түгел, ҡалҡыулыҡтар һәм улар араһындағы уялар менән бүлгеләнеп бөткән. Ауылға ингән саҡта уң яҡта Антон ҡалҡыулығы; Сүбәк күперен үткәс, оло юл ҡалҡыулыҡҡа тарта, быныһы – төп урам, ул Аҡҡашҡаға барып терәлә. Төп урам бөткән ерҙә, Һарыла аша уңға сыҡһаң, өсөнсө һәм дүртенсе ҡалҡыулыҡ; бишенсе ҡалҡыулыҡ Саҡай сабыны, унда ҡурсаулыҡтың контораһы; алтынсы ҡалҡыулыҡ – Майған тауы. Ауылдың алты өлөшөнөң дә исемдәре бар. Төп урамдың атамаһы Шүлгән (элек Ленин) урамы, ҡалғандары – Антон урамы, Ҡурсаулыҡ (Саҡай) урамы, Тау (Махнедаем), Әхмәтйән (Нимесләр) һәм Салауат Юлаев (Майған) урамы. Тәүге өс урамдың атамалары электән билдәле, ә тегеләре яңыраҡ таҡҡан ҡушамат. Тау урамына күсеп сыҡҡас, кешеләре үҙ-ара ҡунаҡ саҡырышалар икән. Йырлап, бейеп күңел асалар. Араларынан береһе әйтә икән: “Эшләйбеҙ ҙә, эсәбеҙ ҙә, маху не даем,” – тип. Шунан һуң ошо исем йәбешеп ҡалған. Нимесләр урамында бер ваҡыт ике күрше бик ҡаты ирешә икән. Төп урам кешеһе ишетеп ҡала ла: “Вәт ирешәләр, хас нимесләр кеүек,” – тип әйтә икән. Тегеләрҙең уҫаллығын нимесләр менән сағыштырғандыр инде. Ауыл урынлашҡан ерҙә элек ҡуйы ҡарағай урманы була. Өйҙәр хәҙерге мәктәп бинаһы урынлашҡан тирәлә генә булған. Антон, Саҡай, Махнедаем, Майған – элекке сабынлыҡтар. Яңы ауылдың ҙур һыуы булмаһа ла, малсылыҡ менән шөғөлләнгән кешеләргә уңайлы: көтөүлектәр, сабынлыҡтар, йәйләүгә күсер ерҙәре иркен була. Йәйләүгә ҡотандар менән бергә сығып, бер тирәгәрәк ултырғандар. Күжә йылғаһы, уға ҡойған Ҡушйылға тамағы, Ҡушйылға башы яландары шүлгәндәрҙең элекке йәйләүҙәре булған. Ауыл аша ҙур йылға аҡмай, халыҡтың эскән һыуы – Һарыла шишмәһе. Эргә-тирәлә ваҡ-ваҡ шишмәләр ҙә байтаҡ. Иң ҙур йылға – Шүлгән йылғаһы. Ул ауылдан ситтәрәк аға. Ауыл яйлап ҙурайған, ә халыҡ йылҡы, һыйыр малы көткән. Кәзә-һарыҡ әҙ булған. Кешеләр солоҡ япҡан, умарта юнған, ҡорт көткән. Иген сәсмәгәндәр. Кустарсылыҡ менән шөғөлләнеп, кәрәк-яраҡ (биҙрә, батман, көрәк, дегет, һалабаш һ.б) етештергән. Әҙерләгән әйберҙәрен әҙ-мәҙ игенгә алмаштырғандар. Халыҡтың төп аҙығы ит һәм һөттән етештерелгән ашамлыҡтар булған (ҡорот, эремсек, ҡатыҡ һ.б). Авторы: Миннәхмәт Йомағужин

Ауыл революцияға тиклем

[үҙгәртергә]

Революцияға тиклем дә халыҡтың төп шөғөлө малсылыҡ, солоҡсолоҡ, һунарсылыҡ һәм кустарсылыҡ була: тырыш кеше хәлле йәшәгән. Урта хәлле 5-6 бейә, 3-4 һыйыр, 2-3 екке ат, 20-30 баш ҡорт көткән. Бай бында берәү генә була. Бикйән ҡарттың атаһы (исеме онотолған) 80-90 баш йылҡы көткән. Һыйыр һауыу өсөн 4 һауынсы тотҡан. Күрәһең, һыйырҙары 20-30 баш тирәһе булғандыр. Был осорҙа ла халыҡ иген сәсмәгән. Бикйән ҡарттың атаһы ауыл халҡы эшләгән кустарсылыҡ әйберҙәрен күмәртәләп һатып алып, икенсе яҡҡа алып барып һатыу иткән. Үҙенә күрә сауҙагәр була инде. Ауыл халҡына ла әҙер әйберҙе уға һатыу файҙалы булған, сөнки һәр кемгә айырым баҙарға барыуҙың хаҡы сыҡмаған. Күмәк ат, арба кәрәк, йөккә күҙ-ҡолаҡ булырға, һата белергә кәрәк. Ә быны һәр кем булдыра алмай. Күмәк малға бесән, йыла, яғырға утын ташытыр өсөн 12 малай тотҡан. Ялҡауҙар ярлы йәшәгән. Ҡышын байҙан үтескә алған, ә йәйен бурысын эшләп түләгән. Бикйән ҡарттың атаһы сауҙагәр булғас, башҡа байҙарға баш бирмәгән, көслө булған. Эре-эре яландарҙы үҙе биләгән. Бесән сапҡанда бик күп көнлөксө яллаған. Яҡшы эшләгән кешегә эш хаҡын йәлләмәгән. Бер ай эшләһә, бер тана йәки тай биргән. Һәр көнлөксөгә үҙенә күрә көнлөк норма ла булған. Хисапсыһы эш күләменең иҫәбен алып барған. Хисапсы булып ошо ауыл кешеһе Сафин Шәрәфулла эшләгән. Бикйән тигән исем ауылда әле лә йәшәй. Бесән сапҡан яланын Бикйән сатлығы тип йөрөтәләр. Унан ҡалған өй ҙә бар. Өс бүлмәле ҡупшы ғына йортта хәҙер “Билал” мәсете урынлашҡан. Бикйән ҡарттың вариҫтары – Сафиндар әле лә ауылда йәшәйҙәр. Авторы: Рауил Айсығолов

Совет власы урынлашыу һәм граждандар һуғышы осоро

[үҙгәртергә]

Революцияға тиклем бик арыу йәшәгәндәр, малды ла иркен, күпләп көткәндәр. Йыл һайын йәйләүгә сыҡҡандар. Бесән мәленә тиклем ҡышҡы михнәттәрҙән һуң үҙенә күрә ял булған. Оло ирҙәр ҡымыҙ эскән. Бейәһе булмаған, ҡымыҙ яһай алмағандарҙы ла йыйғандар һәм һыйлағандар – йолаһы шулай булған. Ә йәштәр аласыҡ һайын йөрөп көбөгә, кем күпме бирә ала, ҡымыҙ йыйып, айырым күңел асып эскәндәр. Ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәре башҡа ултырғандар. Улар эргәһенә ир-ат бара алмаған. Ул ваҡытта бал әсетеп эсеү ҙә булған. Шулай ҙа тәртип бик ҡаты була. Өйҙә эскән кеше тышҡа (урамға) сығып йөрөй алмаған. Шул осорҙағы иҫтәлектәргә күҙ һалайыҡ: “1917 йылда һуңғы тапҡыр йәйләүгә күсеү булды. Революция тураһында ишеттек, ләкин совет власы килеп етмәй әле, закон иҫкесә булды. 1918 йылдың ҡышына тәүге тапҡыр ауылға аҡтар килә. Байыраҡ кешенең малын иткә һуйырға ҡуштылар. Улар кеше таламаны, ә нисектер ҡурҡытыбыраҡ һорап ашанылар. Еләк бешер мәлдә төрлө милләт кешеләренән торған дезертирҙар отряды килә. Былар бик ныҡ таланы. Үҙҙәре аҡтар менән дә, ҡыҙылдар менән дә һуғышты. Халыҡты шулар бик ныҡ интектерҙе. Ҡыҙылдар килгәндә лә хәллерәктәрҙән аҙыҡ-түлекте һорап ашанылар. Көҙ көнө ҡыҙылдар килә башланы. Шунан һуң ауыл алмаш-тилмәш ҡулдан-ҡулға күсә башланы. Атыш көслө булды. Бындай һуғыш ҡыш буйы дауам итте. Ғинуар тирәһендә аҡтар ҡара сәүкә кеүек күсенеп үттеләр, сигенгәндәрҙер инде, күрәһең. Халыҡ бөлгәндән-бөлә барып, 20-се йылға аяҡ баҫты. 1920 йылдың аҙағында бер ниндәй ҙә һуғыш булманы. 1921 йылға ҡарап киткәндә Керенский аҡсаһы, бер аҙна үткәс совет власы аҡсаһы килде. Аслыҡҡа ҡаршы ярҙам булды был аҡсалар. Һуғыш осоронда булып, малһыҙ ҡалған кешеләр асыға, үлән ашай башланылар. 1922 йылда ысын аслыҡ башланды. Шул йылы көҙгә совет власы урынлаштырылды. Хөкүмәт тарафынан 12 йәштән түбәндәргә ашхана асылды. Аҙыҡ тарата торған кешеләр балалар нормаһын үҙҙәренә алып, күбеһен аслыҡтан ҡырҙырттылар. Май айы еткәс, ололарға ла ярҙам килде. Көнбағыш майы, тары, кукуруз, кипкән балыҡ тараттылар. Бойҙай игене (оно) булманы. Көҙгә торо баҙарҙарҙа арыш, тары ярмалары күбәйҙе, халыҡ күтәрелә башланы. 1922 йыл тирәһе НЭП булып китте. Был осорҙа халыҡтың хәле байтаҡ яҡшырҙы. Әйбер хаҡы ҡаты законда булды. Шәкәрҙең 400 граммы – 7 тин, сепрәк (яулыҡ) – 12 тин, шырпы ҡабы – 1 тин, ондоң бото – 18 тин. Балалар өсөн дәфтәр, ҡәләм, китап бушлай булды. Һыйырҙың хаҡы – 15 һум, йылҡы – 25-30 һум. Әгәр берәйһе эшкә малай тота икән, нормаһын тултырһа, көндәлек хаҡ – 3 һум. Әгәр малай тотоп, хаҡын түләмәй икән, аҡсаһын батрачком таптырҙы. Договор буйынса хөкүмәткә эшләйһең икән, көндәлек эш хаҡын 3 һум менән түләй. Әгәр түләмәй икән, рабочком таптыра. Законы шулай булды.

1926 йылдарҙа атһыҙҙарға ат таратып бирҙеләр (ҡайҙандыр ҡырҙан алып килделәр). Беҙ ҙә алдыҡ. Хаҡы 60 һум ине һәм уны 10 йыл эсендә түләп бөтөрөргә кәрәк ине. 21-се аслыҡ йылда күп халыҡ ҡырылып ауыл бәләкәй генә булып ҡалды, барлығы 30 өй тирәһе». Баййегетов Хәйбулла Ғәтиәтулла улы иҫтәлектәренән.

Ғәҙелгәрәйҙә колхозлашыу осоро

[үҙгәртергә]

Илдә барған империалистик һуғыш, Граждандар һуғышы, 1921 йылғы аслыҡ йәш совет республикаһының халыҡ хужалығын ныҡ ҡаҡшата. Хужалыҡты тергеҙеү, аслыҡтан йонсоған халыҡты икмәк, промышленность, сырье менән тәьмин итеү өсөн 1923 йылда Бөтә Башҡортостан кооперация берләшмәһе – “Башсельхозкредит” ойошторола. Ошоға нигеҙләнеп районда 1924-1925 йылдарҙа тәүге кооперациялар ойошторола һәм ерҙе бергәләп эшкәртеү өсөн кредитҡа һабан, тырма, сәскес, молотилка, сәсеү орлоғо алып ҡайтып бирелә. Кредитҡа бирелгән әйбер хаҡын ҡайтарып алыу срогы 3-5 йыл, тип билдәләнә. Башта малсылыҡ, ҡошсолоҡ, ҡортсолоҡ, ерҙе бергәләп эшкәртеү ойошмалары төҙөлһә, һуңғараҡ улар нигеҙендә ауыл хужалығы артелдәре ойошторола. Йылайыр кантон башҡарма комитеты ерҙе бергәләп эшкәртеүҙе киң йәйелдереү маҡсатында Бөрйән волосына 1927 йылға 153 десятина иген сәсеү планын еткерә. Ошоға бәйле йыйылыштар үткәрелә һәм һәр ауылға план һалына. Ғәҙелгәрәй ауылына 10 десятина иген сәсеү планы тура килә. Пландарҙы үтәү маҡсатында ауылдарҙа промколхоздар ойошторола башлай.

1929 йылда колхоздар төҙөү тураһында һүҙ башлана, ә 1930 йылда уны төҙөү эшенә тотоналар. Ошо йылдың йәй айында йәйләүҙә саҡта ирекле рәүештә колхозға инергә теләүселәрҙе саҡыртып алалар. Утыҙлап өйҙән 12 кеше колхозға керә. Арлы-бирле эшләүселәр күп булғас, киренән таралып бөтәләр. Илебеҙҙең төрлө райондары өсөн коллективлаштырыуҙың төрлө сроктары билдәләнә. Башҡортостан коллективлаштырыуҙы 1932 йылдың яҙына тамамларға тейеш булған райондар төркөмөнә индерелә. Тотош коллективлаштырыуҙы уңышлы үткәреү өсөн 25 мең эшсе ебәрелә. Бөрйәнгә лә тиҫтәләгән кеше ебәрелә. Улар араһында Биктимерова Ғәлиәнең эшмәкәрлеге көслө була. Ул Ғәҙелгәрәйгә 1931 йылдың 12 июнендә килә, кешеләр араһында йөрөй, колхоз тураһындағы фекерҙәрҙе яҙып алып йөрөй. Йәштәрҙе йыйып уйындар өйрәтә, уларҙы комсомолға алып, комсомол ячейкаһын төҙөй. Иң беренселәрҙән комсомол сафына Сафин Әхмәтйән, Ишмөхәмәтова Ғәрифә, Ишморатов Абдулҡадир, Байрамғәлин Сәйетғәле, Әхмәтйәнова Камилә, Бикйәнова Зәйнәптәр инә. 1931 йылдың 16 июнендә Өфөнән вәкил килә, кешеләрҙе йыйып колхозға инеү өсөн өндәй башлай һәм колхоз ойошторалар. Колхоздың тәүге ағзалары: Хәлиуллин Сәлимгәрәй, Хәлиуллин Дәүләткирәй, Изгин Усман, Хәлиуллин Зәкир, Ғәлин Шәрәфетдин һәм башҡалар. Колхоз председателе – Ҡолоҡов Хөснитдин, бригадиры – Солтанбаев Дәүләтбай, хисапсы – Сәғитов Шәкир була.

Промколхоз Ғәҙелгәрәй, Аҡбулат ауылдарын берләштерә. Колхозсылар башлыса кустарсылыҡ менән шөғөлләнәләр һәм тәүге йыл 18 га иген сәсәләр. 1934 йылдың аҙағында Ғәҙелгәрәй, Аҡбулат, Кейекбай “Яңы тормош” колхозына берләшәләр. Председателе – Йомағужа Айытбаев (Әтек ауылыныҡы), ауылда бригадир –Шәрәфетдин Ғәлин, хисапсы – Бикбулатов Баһаутдин. Аҡбулатта бригадир булып Бәҙретдин Юлсурин эш башлай. 1938 йылда Ғәҙелгәрәй һәм Аҡбулат ауылдары “Яңы тормоштан” айырылып “Чапаев” исемендәге колхозды ойоштора. Председателе итеп Баһаутдин Бикбулатовты һайлайҙар, хисапсы – Шәһишәриф Йәмилев.

1938 йылда ер һөрөүҙә Хәлим Сәғитов, Әбделҡадир Ишморатовтар алдынғылыҡты бирмәйҙәр. Кәбән һалыуҙа Сәфәр һәм Сәйет Байрамғәлиндар, ҡорт ҡарауҙа Шаһиян Ишморатов, тимерлектә Дәүләтбай Солтанбаев, сайыр йыйыу, иген сәсеүҙә Усман Изгин, Фахретдин Сәғитов, малсылыҡта Ғәйфулла һәм Сәбилә Баййегетовалар, Нәзифә Байрамғәлина, Хәйбулла Баййегетовтар тырышып эшләйҙәр. Колхоздың ударниктары булып Бикә Ғәлина, Разия Байрамғәлина, Йомабикә Сәғитова, Камилә Сәғитова, Мәрхәбә Сәғитова һәм Һөймәҫбикә Ишморатовалар таныла. Шулай уҡ үҫеп килеүсе йәштәр колхоз эшендә көсөнән килгән эштәрҙә актив ҡатнаша башлайҙар. Колхозсыларға Миңзифа Байрамғәлина, Ғәйшә Хәлиуллина, Әсмә Сәғитова, Шәмсикамал Солтанбаева, Нәғимә Хәлиуллина, Зәкирә Ишморатова, Әүбәкир һәм Исмәғил Тимербаевтар, Ҡазихан Ишморатов, Һаҙый һәм Харис Билаловтар һәм Ғәле Баййегетовтар ҡушыла. Йылҡысылыҡ өлкәһендә юғары ҡаҙаныштарға өлгәшкән өсөн Билалов Фазылғүмәр Шәрәфетдин улы Мәскәү ҡалаһына Халыҡ Хужалығы Ҡаҙаныштары күргәҙмәһенә (ВДНХ) барып ҡайта. 1940 йылда колхоздың председателе итеп Маликов Мөжәүирҙе һайлайҙар. Хисапсы итеп Солтанбаев Шәрифйән тәғәйенләнә.

Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда йәйге бесән әҙерләү, иген урған мәл була. Совет хөкүмәтенең белдереүе айҡанлы ауылда дөйөм йыйылыш үткәрелә. “Чапаев” колхозы ағзаһы Әхмәтйән Сафин сығыш яһай һәм иртәгә үк фронтҡа ебәреүҙәрен һорай. Йыйылышта илбаҫарҙарға ҡаршы көрәшергә әҙер булырға һәм тылда намыҫлы эшләргә, тигән ҡарарға киләләр. “Чапаев” колхозы колхозсылары быға яуап итеп 8-15 июлдә ҡул менән 147 га бесән сабалар. Ғәлина Бикә, Сәйфетдинова Мәүлиҙә, Сәғитова Мәрхәбәләр көндәлек салғы менән бесән сабыу нормаларын 110-120%-ҡа еткерәләр. Косилка менән сабыусы Хәлитов Йосоп норманы 4 гектар урынына 6 гектарға еткерә. “Ирҙәр фронтҡа киткәс төп ауырлыҡ ҡатын-ҡыҙ иңенә төшә. Кисә ире тотҡан һабанды үҙе йәки улы тотто. Улар бесән сапты, кәбән ҡойҙо. “Чапаев” колхозынан Ғәлинә, Сәйфетдиновалар үгеҙ һәм һыйырҙар егеп, ер һөрөүҙең көндәлек нормаһын 120-130% еткереп үтәнеләр” (М.Ғ.Хәсәнов, Бөрйән районы тарихы. 41-42-се биттәр). 1941 йылдың көҙөндә уңышты йыйғанда, Шүлгән күпере эргәһендәге иген урылып бөтмәһә лә, бөттө тип отчет биргәне өсөн Маликов Мөжәүир ҡулға алына һәм төрмәгә оҙатыла. Ул шул китеүҙән кире әйләнеп ҡайтмай. Уның урынына председатель итеп Сафин Ғәлимйән Шәрәфулла улын тәғәйенләйҙәр.

Ул һуғышҡа киткәс, Байрамғәлина Нәзифә Ғөбәйт ҡыҙы колхоз рәйесе вазифаһында ҡала. Был йылдарҙа колхоз ныҡ бөлгөнлөккә төшә. Аттар ҡорсаңғы менән ауырып күпләп үлә. Кешеләр тамаҡ туйҙырыу өсөн ауылдан ситкә китә башлайҙар. Колхоз председателдәре бик йыш алмашына. Күптәре ике-өс ай эшләгәс, эште ҡалдыралар. Был осорҙа Сафина Ғәфүрә, Ҡыямов фамилиялы татар кешеһе, Байназарҙан Иманғолов Насип, Ишмөхәмәтов Зиннәт, Ҡотандан Рысбаев Ғиниәт һәм Ғәлин Закирҙар эшләйҙәр. 1944 йылда һуғыштан яраланып ҡайтҡан Сафин Әхмәтйән Ғәҙелгәрәй ауылында бригадир итеп ҡуйыла. Һуғышта уң аяғын өҙҙөргән ветеран имгәкләгән ерҙә имгәкләп, шыуышҡан ерҙә шыуышып, ҡарҙа бата-сума башкөллө эшкә тотона һәм һуғыш бөтөп фронтовиктар ҡайтҡансы, ауылдаштарына терәк һәм төп яҡлаусы була. Үҙ ғүмерендә 12 йыл ауылда бригадир, 2 йыл колхоз председателе булып эшләй.

1949 йылдың май айында “Чапаев” исемендәге колхозды промартелгә үҙгәртәләр. Уның производство мөдире итеп Тимербаев Солтангәрәй Фәсхетдин улы тәғәйенләнә һәм 1950 йылдан артелдең председателе итеп һайлана. 1955 йылдың 13 ғинуарында промартель Маленков исемендәге колхозға ҡушыла. Рәйес итеп Солтангәрәй Тимербаев һайлана һәм ул 1956 йылдың 13 февраленә тиклем эшләй.

Ул Иҫке Собханғол ауылы советы рәйесе итеп һайланғас, колхоз етәксеһе итеп Бикбулатов Баһаутдин Абдрахман улы ҡуйыла.

1955 йыл башында районда элекке 17 колхоз урынына эреләтелгән 13 колхоз ойошторола. Колхоздарҙы эреләтеү менән бер рәттән уларҙы район ойошмаларының етәкселәре иҫәбенә кадрҙар менән нығытыу саралары ла күренә. Ошоға бәйле КПСС райкомының икенсе секретары Баһаутдин Бикбулатов үҙенең тыуған яғына колхоз рәйесе итеп ебәрелә. 1959 йылдың 19 авгусында “Салауат” колхозын “Маленков” исемендәге колхозға ҡушалар. Ул ваҡытта колхозға Ишдәүләттән алып Мәҡсүткә тиклем һигеҙ ауыл инә, һәм колхозға “Ленин” исемен бирәләр. Колхоз составында булған ауылдар: Ишдәүләт, Мәндәғол, Кейекбай, Яңы Аҡбулат, Ғәҙелгәрәй, Ҡотан, Ырғыҙлы, Мәҡсүт. “Ленин” колхозының үҙәге итеп Ғәҙелгәрәй билдәләнелә. 1962 йылдың 11 февралендә Ҡотан, Ырғыҙлы, Мәҡсүт ауылдары “Ленин” исемендәге колхоздан айырылып сығалар һәм “Салауат” исемендәге колхозды төҙөйҙәр. Ҡалған биш ауыл “Марс” колхозына берләшәләр, һәм уның хужалыҡ етәксеһе булып Бикбулатов Б.А. ҡала һәм правление Кейекбайға күсә. Колхоз рәйесе Бикбулатовты Әтеккә “Алға” колхозына етәксе итеп күсергәс, колхоз рәйесе итеп Силәбе партия мәктәбен тамамлап ҡайтҡан Хәлиуллин Шәйшәриф Дәүләтгәрәй улын һайлайҙар.

“Ленин” һәм “Марс” колхозы составында булғанда ауыл яңы күтәрелеш осоро кисерә. Колхоз аҡсаһына тракторҙар, йөк автомобилдәре, ауыл хужалығы ҡорамалдары килә башлай. Һуғыш осоро балалары үҫеп етеп, армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡас, техникаға ултыралар. Ауылдың тәүге шоферҙары: Сәғитов Әхәт, Сәғитов Сәғит, Маликов Юлайҙар йөк машинаһында эшләһәләр, Йомағужин Зәйнетдин, Ишбаев Зәбир, Солтанбаев Ғәлиәндәр Ғәҙелгәрәй бригадаһында, Юлчурин Мөҙәрис, Ишмөхәмәтов Сәғиттәр Аҡбулат бригадаһында тракторҙарға ултыралар һәм сәмләнеп эшкә тотоналар.

Был осорҙа малсылыҡты үрсетеүгә һәм һөт етештереүгә ныҡ иғтибар бүленә. Районда һыйырҙарҙан һөт алыу күтәрелә башлай. 1956 йылда район буйынса һәр һыйырҙан 982 кг, 1957 йылда – 1 462 кг, 1958 йылда – 1 574 кг, 1959 йылда – 1 920 кг, 1960 йылда – 2 091 кг һөт һауып алына. Ябай һыйырҙан Бөрйән шарттарында ла күп һөт алып була икәнлеген практик эштә Хәлиуллина Сәйҙә иҫбат итте. Ул район буйынса бер йылда һәр һыйырҙан 2 603 литр һөт һауып район буйынса беренселекте алһа, Мәндәғолдан Харрасова Сәлимә икенсе була, ул 2 534 литр һөт һауа.

Хәлиуллин Ш.Д. 1962 йылдың 15 сентябренән 1967 йылдың 23 февраленә тиклем эшләй. Ул осорҙа колхоздың парторгы булып Рәхмәтуллин Исмәғзәм, правление ағзалары булып Хәлитов Нәбиулла, Яников Азат, Рыскулов Ағзам, Йомағужин Ғылмитдин, Харрасова Сәлимәләр тора. Ошо йылдарҙа колхоз етәкселеге Белорет металлургия комбинаты етәкселәре менән тығыҙ бәйләнеш булдыра һәм колхоз МТМ-һына токарной һәм слесарной станоктар һәм машиналарға запас частәр алына. Был йылдарҙа фермаларҙа һыйырҙарға яңы һарайҙар төҙөлә, мал һаны ишәйә, ҡортсолоҡ үҫешә. Һуңғы бригадирҙар, ғәҙәттә, һуғыштан имен ҡайтҡан яугирҙар булған. Улар иңдәренә йөкмәтелгән эште ҙур яуаплылыҡ тойғоһо менән башҡарғандар. Һәр хужалыҡта – ҙурмы ул, бәләкәйме – эштәрҙе һөҙөмтәле итеп ойоштороу бригадирҙың эшмәкәрлегенә, эште атҡарыу һәләтенә бәйле булған. Колхоздарҙың исемдәре һәм председателдәре даими алмашынып торһа ла, Ғәҙелгәрәй бригадаһының бригадиры Йомағужин Ғылмитдин Ғәйнетдин улы алмашынмай, егерме йылдан артыҡ тынғыһыҙ ҙа, мәшәҡәтле лә эшендә намыҫлы эшләй. Ипле һүҙле, ғәҙел, кешене тыңлатып эшләтә белә ул. Олоһо ла, кесеһе лә уның эргәһенән өҙөлмәйҙәр: ай һайын эш барышының отчетын төҙөү өсөн бүлексәнең һәр бер бригадаһынан ферманың заведующийҙары, бригадирҙары – Мәндәғолдан Иманғолов Йосоп, Кейекбайҙан Ҡарабаев Шәриф, Ҡотандан Ғәлин Тимерйән, Яңы Аҡбулаттан Ишморатов Билал килеп йөрөй. Ғылмитдин Ғәйнетдин улы – үҙгәрештәрҙе алдан күреп, аңлап, мөмкинселектәрҙе ҡулланып, тормоштан һәр ваҡыт бер аҙым булһа ла алдан атлаған шәхес.

1967 йылдың 23 февралендә Халиуллин Ш.Д. Иҫке Собханғолға колхоз начальнигы итеп күсерелгәс, “Марс” колхозының председателе итеп Мәжитов Муса һайлана, һәм ул 1969 йылға тиклем эшләй. 1969 йылдан Ғәҙелгәрәй ауылы “Бөрйән” совхозы составына инә.

Онотолмаҫ йылдар

[үҙгәртергә]

Бөрйән районының Ғәҙелгәрәй ауылы 1969 йылға тиклем “Марс” колхозының бер бригадаһы булып һаналған. 1969 йылдың декабрь айында Бөрйән район Советы ҡарары нигеҙендә бер-нисә колхозды берләштереп, “Бөрйән” совхозына нигеҙ һалына. “Марс” колхозы яңы ойошторолған “Бөрйән” совхозының Марс бүлексәһе булараҡ эшмәкәрлеген дауам итә. Унда Ғәҙелгәрәй, Мәндәғол, Кейекбай, Ишдәүләт, Аҡбулат бригадалары була. Ул саҡтарҙа ауылдарҙа йәшәүселәрҙең күп өлөшө совхоз эшселәре була, ауыл һайын ҙур-ҙур малсылыҡ фермалары, иген келәттәре төҙөлә, мелиорация үткәрелеп, һөрөнтө ерҙәр киңәйтелә. Иген, силос культуралары үҫтерелә, мал һаны йылдан-йыл ишәйә, халыҡтың йәшәү кимәле лә яҡшыра бара. Ғәҙелгәрәй бригадаһында ул йылдарҙа тыуған илебеҙ өсөн фиҙәҡәр хеҙмәт өлгөһө күрһәтеп эшләгән эшселәр күп булған. Аҡбулат һөтсөлөк-тауар фермаһы һауынсылары Баййегетова Хәжирә, Хәлиуллина Сәйҙә, Әхмәтйәнова Мәғәрифә, Иҫәнаманова Ғилминур, Билалова Фәүзиә, Билалова Фәниә, Байғусҡарова (Сафина) Миңлегөл һәм башҡалар алдынғы һауынсылар булалар. Баййегетова Хәжирә Заһит ҡыҙы илебеҙҙең юғары наградаһы – Почет билдәһе ордены менән бүләкләнә. Мал ҡараусылар булып Баййегетов Ғәле, Билалов Барый, шулай уҡ Ғәҙелгәрәй ауылының байтаҡ кешеләре эшләй. Хәлиуллин Исхаҡ 40 йылдан артыҡ мал һимертеүҙә эшләй һәм юғары күрһәткестәргә өлгәшә. Марс бүлексәһенең Кейекбай бригадаһында, һуңынан Аҡбулат фермаһында 30 йылға яҡын быҙау ҡараусы булып Евдокия Иванова эшләй. Хеҙмәттәге ҡаҙаныштары өсөн Евдокия Федоровна “Хеҙмәт Ҡыҙыл байраҡ” ордены, “В.И. Лениндың тыуыуына 100 йыл” юбилей миҙалдары менән бүләкләнә. 1974 йылда район чемпионы була, 1983 йылда Бөрйән районының маҡтау кенәгәһенә 11-се һанлы булып индерелә.

Ҡортсолоҡто үҫтереүгә лә ҙур иғтибар бүленгән. Аҡбулаттағы умарталыҡта “Бөрйән” совхозы төҙөлгәндән алып оҙаҡ йылдар умартасы булып Аллағолов Зәйнулла эшләй. Тағы бер бригаданың умарталығында Әхмәтов Ғәле эшләп, һуңынан был умарталыҡ урман хужалығына һатыла. Бүлексәләрҙең материаль-техник базаһын нығытыуға ҙур көс һалына. Иң ҡыуаныслы ваҡиға шул була: совхоз эшселәре айына ике тапҡыр даими эш хаҡы ала башлай, шунлыҡтан халыҡтың көнкүреше яҡшырыуға бара.

Йәш механизаторҙар Солтанбаев Ғәлиән Дәүләтбай улы, Солтанов Ғаяз Солтангәрәй улы хеҙмәттәре өсөн орден-миҙалдарға лайыҡ була. Төҙөлөшкә ҙур иғтибар бирелеп, махсус төҙөүселәр бригадаһы булдырылып, Аҡбулат фермаһында мал ҡуралары, Атайсал яланында ырҙын табағы, келәттәр төҙөлә. Был эштәрҙә Тимербаев Әүбәкер, Сәғитов Сабир, Сафин Рәсүл, Йомағужин Зәйнетдин һәм башҡалар тырышып эшләйҙәр. Тимербаев Ибраһим оҙаҡ йылдар келәт мөдире булып эшләй. Төрлө спорт ярыштары үткәреүгә, мәҙәни тормошҡа ҙур иғтибар бүленә. Район Советында эшләүсе Ғәбитов Исмәғил Әхмәҙулла улы районда беренсе тапҡыр ҡышҡы санала егеүле ат ярыштары ойоштора башлай. Был ярыштарҙа ауылдашыбыҙ Йомағужин Рафиҡ “Запрос” ҡушаматлы аты менән тоҡомло аттар араһында 1983-1985 йылдарҙа өс йыл рәттән беренселекте яулай. Сафин Самат Әхмәтйән улы колхоз мәлендә лә, совхоз ойошторолғас та, оҙаҡ йылдар бүлексә бухгалтеры булып эшләй. Һуңынан Кейекбай ауыл Советы рәйесе була. Был осорҙа уның етәкселеге аҫтында мәктәп биналары төҙөүгә һәм ремонтлауға, медицина пункттары һәм уҡытыусылар йәшәүе өсөн тәғәйенләнгән йорттар төҙөүгә ҙур иғтибар бүленә. Хәҙер ҙә ауылдаштары – ғәҙелгәрәйҙәр уны, эшкә ныҡ талапсан, һәләтле етәксе, бөтә тармаҡтарҙы ла күҙ уңынан ысҡындырмаған бик шәп ойоштороусы ине, тип яҡшы яҡтан ғына хәтергә алалар. 1984 йылдың 26 июнендәге Бөрйән район Советы ҡарары нигеҙендә “Бөрйән” совхозының Марс һәм Салауат исемендәге бүлексәләре айырым “Шүлгәнташ” совхозы булып эшмәкәрлеген башлай. Совхоздың үҙәге булып Ғәҙелгәрәй бригадаһы билдәләнә. Совхоз идараһы Ғәҙелгәрәйҙә булып, идара йорто төҙөлгәнсе Башҡорт дәүләт ҡурсаулығының Ағиҙел буйы филиалы идаралығына өйҙәш булып инә. Яңы “Шүлгәнташ” совхозы төҙөлөү Ғәҙелгәрәй ауылының үҫешенә ифрат ҙур йоғонто яһаны. Юғары һәм махсус урта белемле күп белгестәр эшкә килә. Йомағужина Флүрә Мәһәҙей ҡыҙы иҫтәлектәренән: “Совхозда дөйөм эшселәр һаны штат буйынса 298-гә етте. Йомағужин Рафиҡ Ғылмитдин улы баш зоотехник, Солтанбаева Ғәлиә Сабирйән ҡыҙы баш экономист, Хәлиуллин Рәмил Шәриф улы баш ветеринар врач, сығышы менән Мәҡсүт ауылынан Ғәлин Абдулхай Ибраһим улы баш инженер булып эш башланыҡ. Район үҙәгенән баш бухгалтер булып эшкә килеүсе Миһранов Ғиниәт Йәнмырҙа улы совхоздың иҫәп-хисап системаһы өсөн оло бер бүләк булды. Иҫ киткес тәжрибәле, белемле, үҙ эшенең оҫтаһы ине ул. Уның ҡулы аҫтында бухгалтерия ҡыҙҙары Ғәлина Зәкиә, Байегетова Миңлегөл, Маликова Зөлфиә, Байегетова Рабиға, Йомағужина Миңзиә, Ғәлина Рәзилә, Сирбаева Мөнирә, Иманғолова Зәйнәп, Иманғолова Сәғүрә, Ишморатова Рәшиҙә һәм башҡалар ҙур тәжрибә алдылар. Был ҡыҙҙарҙың күптәре ауыл егеттәренә тормошҡа сығып, ауылда төпләнеп, балалар үҫтереп, өйҙәр төҙөп, олатай-өләсәйҙәр булып, гөрләтеп донъя көтәләр. Хәҙер инде күптәре хаҡлы ялда. “Шүлгәнташ” совхозы ойошторолғандан алып, һигеҙ йыл дауамында совхоз директоры булып алдан Бөрйән районы хужалығы идаралығында баш агроном булып эшләгән, сығышы менән Байназар ауылынан булған Салауатов Шәкир Зәкир улы эшләне. Йылдан-йыл тормош шарттары яҡшырҙы, был алға китеш бөтә илебеҙ буйынса барҙы. Беҙҙең совхоздың Аҡбулат һөтсөлөк-тауар фермаһында ғына ла һауын һыйырҙар һаны 200 баштан ашыу булып, уларҙы 8-9 төркөмгә бүлеп һауҙылар. Йәнғәлина Тәнзилә, Юлмөхәмәтова Тәнзилә, Аллағолова Рәйсә, Постубаева Таңһылыу, Маликова Миңзифа, Аллағолова Рәсимә, Постубаева Флүрә, Баййегетова Ғәлиә, Мостафина Вәсилә, Хәлиуллина Зөһрә, Аллағолова Зәлифә, Хәлиуллина Гөлшат, Юлсурина Сәриә, Мостафина Самиға, Ишдәүләтова Хәйрифәләр төрлө йылдарҙа һауынсылар булды. Йәй көндәре ферма йәйләүгә күсеп, Аҡбулаттың йәйләүе Күжә йылғаһы буйында булды. Элекке аласыҡтар урынына заманса өйҙәр һалынды, электр уттары үткәрелеп, йәшәүгә һәм эшкә шарттар тыуҙырылды. Мал ҡараусылар булып Баййегетов Сибәғәт, Постубаев Сөнәғәт, Постубаев Хәмит, Хәлиуллин Әнүәр, Тимербаев Барый, Мостафин Сәлимйән, Аллағолов Ринат, Исхаҡов Наил, Ишморатов Факил, Мостафин Самат, Мостафин Мөжәүир һәм башҡа ауылдаштар тир түкте. Был йылдарҙа йәйләүҙән дә, Аҡбулат фермаһынан да һауылған һөттө Иҫке Собханғолдағы һөт ҡабул итеү пунктына шоферҙар Йомағужин Ғайнислам менән Маликов Салауат ташыны. Йәйләүгә ул саҡтарҙа юл бик насар, соҡор-саҡырлы ине. Ул ваҡыттарҙа берәү ҙә, эш шарттарының ниндәй булыуына ҡарамай, зарланмай, көндө төнгә ялғап, тырышып эшләне. Бөтә кеше өсөн дә беренсе сиратта үҙенең шәхси тормошо түгел, ә совхоз эше торҙо. Бригадир булып Ишмөхәмәтов Сәғит, Юлсурин Урал, Юлсурин Әмир, Ишмөхәмәтов Рәшит эшләне. Һимертергә көткән йәш малдар йәй көндәре (нагул) айырым урманда көтөлдө һәм көҙ көнө Белорет ит комбинатына иткә тапшырылды. Миҫал өсөн 1987 йылғы яҙмаларға күҙ һалайыҡ: “Шүлгәнташ” совхозында 1 342 баш эре мөгөҙлө мал, 452 башы һауын һыйыры, 110 баш йылҡы малы бар. Дәүләткә 747 тонна һөт, 177 тонна ит тапшырылды. 132 тонна иген һуғып алынды, етештерелгән һөттөң үҙҡиммәте 37 һум булды. Совхоздың штат расписаниеһы буйынса 317 эшсе иҫәптә тора, бер эшсенең бер йыллыҡ эш хаҡы 1 410 һумға тура килде”. Сағыштырыу өсөн: ул йылдарҙа бер ҡап шырпы 1 тин, бер килограмм шәкәр ҡомо 83 тин булды. Һауынсылар, көтөүселәр йәйләүҙәрҙә мал ҡараһалар, ауылда ҡалған эшселәргә лә эш етерлек булды. Йәйҙең бер көнө йылды туйҙыра, тип һәр бер көндө файҙалы үткәрергә тырыштылар. Июнь айында силос, сенаж һалыу башлана ине. Аҡбулатта һәм Атайсалда Белорет ҡалаһынан эшселәр килеп төҙөгән, эргә-тирәһе цемент менән нығытылған ҙур силос соҡорҙары булды. Ауылдың даими эштә йөрөүсе эшселәре, сезонлы эшселәр, өй хужабикәләре, идара хеҙмәткәрҙәре, мәктәптең юғары класс уҡыусылары, уҡытыусылар мал аҙығы әҙерләү компанияһына йәлеп ителде. Район үҙәгендәге төрлө ойошма эшселәре лә хужалыҡтарға ярҙамға ебәрелә ине. Үлән башлыса ҡул салғыһы менән сабылды, трактор, машиналарға тейәп, соҡорға алып барып ауҙарғандан һуң өҫтөн трактор тығыҙлып тапата инеләр. Саф һауа, яңы сабылған үлән еҫе, усаҡ төтөнө, итле аш, хуш еҫле урман сәйе – бөгөнгө көндә күптәр күңеленә мәңгегә уйылып ҡалыусы бер матур хәтирә.

Хеҙмәт хаҡы тураһындағы китаптарҙы ҡараһаң, йәйге эштәр мәлендә эшселәрҙең кеҫәләре байтаҡҡа ҡалыная торған булған. Мул һөт осоро, көткән малдарҙан һәйбәт артым алына, эш күп – өлгөр генә. Шунлыҡтан эш хаҡтары йәй көндәре яҡшы булды. “Бөрйән” совхозы составында булған саҡта, 1980 йылдарҙа, ҡорамалдар һатып алып, Белорет металлургия комбинаты эшселәрен эшкә йәлеп итеп, Аҡбулатта витаминлы үлән оно етештереү агрегаты төҙөлдө. Бер-нисә йыл рәттән уңышлы ғына барған эш, белореттар килеп эшләтеүҙән туҡтағас, һүнеп ҡалды. Ҡоролма ла яйлап емерелеп, туҙып бөттө. Үлән бешкәс, һәр бер бригадала бесәнселәр звеноһы төҙөлөп, мал аҙығы әҙерләүҙең сираттағы этабы башланыр ине. Ғәҙәттә бер-ике звено Ғәҙелгәрәй эшселәренән булһа, бер звено мотлаҡ мәктәп уҡыусыларынан булды. Бесәнлектәр башлыса Атайсалда, Ямашлы һәм Шүлгән башында ине. Ҡыуыштар ҡороп, шунда ятып эшләнеләр. Бесәнселәр август-сентябрь айҙарында ғына эштәрен теүәлләп ҡайта торғайны. Юлсурин Урал, Иманғолов Зәбир, Юлмөхәмәтов Йәноҙаҡтар звено етәкселәре булды. Көҙ еткәс, үҫтерелгән уңышты йыйыу башланып, ауыл эшсәндәренең тағы ла мәшәҡәттәре артып китә. Комбайндар ике-өс сменала иген ура, келәттәргә ташып һалынған игенде ҡатын-ҡыҙҙар елгәрә, бешеп етмәгәндәрен болғаталар. Үҙебеҙҙең баҫыуҙарҙа үҫтерелгән иген культуралары шәхси хужалыҡтарҙың мал-тыуарына, ҡош-ҡортона, ферма малына фураж итеп ашатыуға етеп торҙо, ҡайһы саҡта ғына ситтән өҫтәмә ҡатнаш аҙыҡ алып ҡайттылар. Баймаҡ ауыл хужалығы техникумын тамамлағандан һуң, Сирбаев Сабит Ғәбит улы агроном булып эшкә килде. Ҡатыны Мөнирә эш хаҡы түләүҙәре буйынса бухгалтер булып урынлашты. Уҡыусылар һалам өйөргә, картуф ҡаҙышырға ярҙамға сыға торғайны. Бер кем бер ниндәй ризаһыҙлыҡ белдермәй, ихлас эшкә йөрөнө, киреһенсә, кешенән кәм булмаҫҡа, ҡалышмаҫҡа тырышты. Үҙ-ара татыулыҡ, ярҙамсыллыҡ, кешеләргә булған хөрмәт, тыуған илгә булған һөйөү, хужаларға булған ихтирам, тыңлау, ярыш сәме иҫ китерлек көслө булды. Район гәзитендә малсыларҙың ай һайын социалистик ярыш һөҙөмтәләре баҫылып барҙы. Алдынғы һауынсылар, малсылар, кемдең күпме һөт һауғанын, малдарҙан күпме артым алғаны, йәй көндәре бесәнселәр звеноһындағы күрһәткестәр – бөтә халыҡ танышып барырлыҡ булды. Бик шәп булған бит! Мәҙәни саралар, төрлө ял итеү саралары ойошторолоп торҙо. Ауыл мәҙәниәт йортонда көн һайын кинофильмдар күрһәтелде. Киске 7-лә балалар сеансы, ә сәғәт киске 9-ҙа ололар өсөн сеанс булды. Балаларға бер сериалыҡ кино 5 тин булһа, ололарға 20 тин ине. Киномеханиктар булып Хәкимова Нәфисә, Ишморатов Хәкимйән эшләнеләр. Һирәкләп булһа ла филармония артистарының, төрлө төркөмдәрҙең концерттары килеп торҙо. 1986 йылда ауыл уртаһында мәҙәниәт йорто төҙөлдө. Ул төҙөлөш ауыл хакимиәте тарафынан башланып, совхоз көсө менән тамамланып ҡуйҙы. Юлсурина Зифа, Ғәлина Миңнурый, Айбатова Гөлсөм, Тимербаев Хәмит төрлө йылдарҙа директорҙар булды. Китапханала китаптар, кистәрен йөрөп китап уҡыусылар күп булды. Китапханасылар булып Юлсурина Зифа, Сафина Айгөл, Йомағужина Гөлсиә, шулай уҡ ваҡытлыса бер нисә йәш ҡыҙҙар эшләп сыҡты. Йәй көндәре йәйләүҙәге эшселәргә, ҡыш Аҡбулаттағы фермаға күсмә китапхана йөрөнө. Бөгөнгө көндә ауыл мәҙәниәт йортонда Юлсурина Әлиә, Ишморатова Сәкинә, Билалова Нәзифә, Манапова Гөлнара, Сәғитова Фәйрүзә, китапханала Сирбаева Гөлфиә матур итеп эшләнеләр һәм эшләп йөрөйҙәр. Йәштәр менән эшләү буйынса белгес Ырыҫҡолова Рәүилә ауылда байрам сараларын ойоштороуҙа, район күләмендәге төрлө сараларға конкурсанттар әҙерләп алып сығыуҙа актив ҡатнаша. Яҙғы баҫыу эштәренән һуң үткәрелгән һабантуйҙар хәҙер инде совхоз эшмәкәрлеге йылдарының иң матур хәтирәһе булып иҫтә ҡалды. Ғәҙәттә, һабан туйы Йылҡысыҡҡан күле буйындағы матур яланда үткәрелде. Йәше-ҡарты ҡалмай, кем йәйәүләп, кем ат менән яланға ашыға, совхоздың йә автобусы, йә машинаһы кеше ташый. Оло мал һуйыла, ҡаҙандарҙа тәмле һурпа бешеп, яланға еҫе тарала, магазиндар һатыу итә, көрәш, ат сабышы, унан башҡа әллә нисә төрлө ярыштар ойошторола. Хеҙмәт алдынғылары иғлан ителеп, бүләкләнә. Совхоз системаһы йәшәгән ошо йылдарҙың иң матур байрамы хәҙер барыбыҙҙың да күңелдәрендә матур иҫтәлек булып һаҡлана. Район һабантуйында бөтә ойошмалар ҡатнаша ине. Колхоз, совхоз һәм башҡа ойошмалар көсө менән тирмәләр ҡоролдо. Байрам һуңында иң яҡшы әҙерлек буйынса төрлө номинацияларҙа бүләкләүҙәр була торғайны. Унда ла беҙҙең коллектив һынатмай, гел алдынғы урындарҙы яулап килде. Коллектив эсендә башҡа байрамдарҙы ла матур итеп билдәләү йолаһы булды.

“Шүлгәнташ” совхозының машина-трактор паркында техника етерлек булды, йыл һайын яңы техникалар өҫтәлеп торҙо. Ғәҙелгәрәй ауылының осонда заправкалау станцияһы төҙөлөп, унда эшкә быға тиклем Аҡбулат фермаһында мөдир, Ғәҙелгәрәйҙә бригадир булып эшләп йөрөгән Әхмәтйәнов Фәрит тәғәйенләнде. Мәндәғолдан, Кейекбайҙан, Ҡотандан, Мәҡсүттән яғыулыҡ өсөн бында килделәр. Яғыулыҡтың бер литрының хаҡы бер литр һөт хаҡына тиң булғаны хәтерҙә ҡалған. Йор һүҙле, кәрәк саҡта әсе телле, урыны менән йомшаҡ һүҙле Фәрит ағай унда совхоз тарҡалғанса эшләне. Сәғитов Миҙхәт, Йомағужин Ғайнислам, Ишморатов Сәлим, Билалов Ринат, Маликов Салауат, Ишморатов Зәкир, Ишмөхәмәтов Әхмәт, Ишмөхәмәтов Рафиҡ, Сәғитов Хәйҙәр совхоздың алдынғы шоферҙары булды. Уларҙың эшсән ҡулдары еңел машиналарҙы ла, йөк машиналарын да берҙәй оҫта йөрөттө. Мостафин Сабит яңы алынған Урал автобусында йөрөнө, тик ғүмере иртә өҙөлдө. Трактористар булып Йомағужин Рәис, Хәлиуллин Әнүәр, Юлсурин Урал, Баййегетов Миңлебай, Сәғитов Басир, Мостафин Мөжәүир, Юлмөхәмәтов Сәлимйән, Исхаҡов Наил, Билалов Рауил, Баййегетов Сибәғәт эшләне. Бигерәк тә Ә. Хәлиуллин, Р. Йомағужин, Р. Билалов ҙур тәжрибә туплаған оло трактористар булды. Ғәҙелгәрәй бригадаһында бер-нисә йыл рәттән бейә бәйләп, ҡымыҙ эшләү ойошторолдо. Йылҡыны Йомағужин Зәйнетдин көттө, ҡымыҙ етештереүҙә Солтанбаева Һәҙиә һәм Постубаева Таңһылыу эшләнеләр. Зәйнетдин Йомағужин хаҡлы ялға киткәс, йылҡы көтөүсеһе булып Постубаев Сөнәғәт ҡалды. Әйткәндәй, йылҡы малы көтөүгә электән ҙур иғтибар бүленгән. Әле “Шүлгәнташ” совхозына тиклем колхоз һәм “Бөрйән” совхозы эшмәкәрлек иткән йылдарҙа йылҡы көтөүселәре булып Билалов Фазылғүмәр, Юлсурин Йомағужа, Ишморатов Вәли эшләйҙәр. Йылҡы малы ишле булып, мәле менән 100 баштан арта. Ауылда төҙөүселәр бригадаһы булдырылып, прораб Хәмиҙуллин Ғайнулла Хәйбулла улы етәкселегендә Күжә буйында Аҡбулат фермаһы өсөн яңы заманса йәйләү – ике яҡлы өс өй, ялан кәртә, һыйырҙарҙы машина менән һауыу урындары төҙөлдө. Алтын ҡуллы балта оҫталары Хафизов Азамат һәм Ишморатов Исрафилдың исемдәрен телгә алмау яҙыҡ булыр. Партия комитеттарының эшселәргә тәьҫире көслө ине: йыйылыштарҙа бөтә етешһеҙлектәр күҙгә-күҙ ҡарап тәнҡитләнде, һәйбәт эштәр маҡталды. Партия комитеты секретарҙары булып Сафин Әмир Ғәлимйән улы, Сәғитов Әхәт Шәкир улы эшләнеләр. Профсоюз комитеттары дәррәү эшләп торҙо. Төрлө урындарға: ял йорттарына, туристик сәйәхәттәргә юлламалар күп бүленде. Байтаҡ эшселәргә сит илдәрҙе, үҙебеҙҙең илдең данлы ҡалаларын барып күреү бәхете тейҙе. Аҡбулатта бер нисә йыл мәктәп булып, йылы менән 7-8 бала уҡыны. Унда Ишморатова Флүзә Йомағужа ҡыҙы уҡытты, ире Исрафил фуражер булды. Аҡбулаттан ауылға ат егеп, магазинға, киноға, концертҡа сыға торғайнылар. Йәнғәлина Тәнзиләнең хәтирәләренән бер ваҡиға: “80-се йылдарҙың башы, ҡыш көнө эштән һуң Таһир менән ауылға ат егеп сыҡтыҡ. Этаҫҡан тауы башынан төшөп барһаҡ, юлда бер төйөнсөк ята. Туҡта әле, был нимә икән, тип төшһәк, юрғанға уралған бәпәй, нисек ат тапамаған. Баҡтиһәң, беҙҙән алда ғына Сибәғәт ҡатыны менән сыҡҡан булғандар ҙа, ат шәберәк барҙымы икән, юрғаны менән бала тәгәрәп төшөп ҡалған”. Бына шулай төрлө ваҡиғалар ҙа булып торған. Хәҙер ул бала үҙе ике бала әсәһе, “Шүлгән-Таш” ҡурсаулығында эшләп йөрөй, бик матур донъя көтә. 1992 йылдың йәйендә совхоз директоры итеп Ғәҙелгәрәй ауылы егете, ул мәлдә “Шүлгән-Таш” ҡурсаулығында ҡортсолоҡ буйынса инспектор булып эшләп йөрөүсе Йомағужин Рафиҡ Ғылмитдин улы ҡуйылды. Ул осорҙа совхоз өсөн байтаҡ ҡына техника: силос һалыу комбайны, тракторҙар, һөт ташыу машинаһы һәм башҡа – ике йыл эсендә барлығы ун ете берәмек техника алынды. 1990 йылдарҙа илебеҙҙең етәкселәре алышынғас, колхоз-совхоз системаһы ла ҙур үҙгәрештәр кисерҙе. Аҡса реформалары башланып, аҡса миллиондар менән һаналған ваҡыттар башланды. Эш хаҡтары, балалар пособиеларын түләү буйынса тотҡарлыҡтар китте. Магазин кәштәләрендә аҙыҡ-түлек нормаға ҡалды, промтауарҙар килһә, комиссия менән бүленде. Совхоздың да исемен төрлөсә әйләндереп, йә кооператив, йә муниципаль ойошмаға әйләндерҙеләр. Муниципаль булғас инде, дәүләт тарафынан бөтөнләй дотациялар түләнмәне, дотацияһыҙ хужалыҡ тарҡалып уҡ ҡуйҙы. Совхоз тарҡалғанға тиклем тағы бер нисә етәксе алышынды. Салауатов Шәкир, Сәғитов Хәйҙәр, Иманғолова Зәйнәп етәкселәр булып эшләнеләр. 2002 йылда бригадаларҙа крәҫтиән-фермер хужалыҡтары төҙөлдө. Ғәҙелгәрәй К(Ф)Х етәксеһе булып зоотехник булып эшләүсе Фәйзуллин Зәбир, һуңынан Юлмөхәмәтов Йәноҙаҡ эшләне. Коллективта башта 30-ға яҡын кеше эшләһә, һуңынан эш хаҡтары насар, уныһын да ваҡытында түләп булмағанлыҡтан, уларҙың һаны яйлап кәмене. Иҫәп-хисап эшен совхозда кадрҙар буйынса инспектор булып эшләгән Йомағужина Флүрә алып барҙы, уның ярҙамсыһы элекке келәт мөдире Йәнғәлина Тәнзилә булды. Аҡбулат фермаһында 2 төркөм һауын һыйырҙар булып, Баймырҙина Әминә һәм Фәйзуллина Зәлифә һауҙы. Малсылар Юлмөхәмәтов Сәлимйән, Баййегетов Сәғәҙәт, кеше етешмәгән ваҡыттарҙа ваҡытлыса хеҙмәткәрҙәр йәлеп ителде. Район үҙәгендәге һөт ҡабул итеү пункты ябылғансы һөт унда, һуңынан Яңы Собханғолға тапшырылды. Һөт ташыу машинаһында Сәғитов Мозафар Вафир улы эшләне. Мозафарҙың совхоз, һуңынан КФХ тормошо өсөн роле баһалап бөткөһөҙ булды. Үҙ эшен оҫта белеүсе, эшкә етди ҡарашлы, машинаһын һәр саҡ ҡарап, төҙөк хәлдә йөрөтөүсе, ярҙамсыл Мозафарҙы бөтә ауыл халҡы ихтирам итте. Ул ваҡыттарҙа ауылда машиналар бармаҡ менән генә һанарлыҡ, ауыл халҡының район үҙәгендә йомош-юлы етерлек ине: малына ҡатнаш аҙығы, тауығына бойҙайы, оно кәрәк. Уларҙы алып ҡайтыу барыһы ла тиерлек Мозафар иңендә булды. Ул бөгөнгө көндә Ғәҙелгәрәй мәктәбенең автобусын йөрөтә. Реформалар һаман дауам итте. Ниңәлер Аҡбулаттағы 40 башҡа яҡын һауын һыйырын Яңы Монасипҡа, шул сама быҙауҙарҙы Аҫҡарға ебәрҙеләр, ҡалған 36 баш йылҡы малын Яңы Усман ауылы кешеһе Ҡолһарин Шәрәфуллаға (шәхси эшҡыуар) бирҙеләр. Ул бер-ике йыл Аҡбулатта ҡымыҙ етештереп, йылҡы көтөп маташты ла ҡайтып китте. Шулай итеп, шүлгәндәрҙең заманында үҙ кәртәһендәге малын тапшырып төҙөгән, нисә тиҫтә йылдар гөрләп торған, күпме халыҡты берләштереп, эш менән тәъмин иткән, балаларын үҫтерешкән, балаларға оло хеҙмәт тәрбиәһе биргән совхоз яҙмышы бик күңелһеҙ итеп осланды. Хеҙмәттәре өсөн эшселәрҙең күпме алынмаған эш хаҡтары ҡалды, һуңғы малдар ҙа, ҡайҙалыр ситкә китеп, аҡсалары сит кеҫәләргә инеп ятты. Бик ҡыҙғаныс, әлбиттә. Ауыл халҡының күбеһенең яҙмышы совхоз менән бәйле. Сәғитов Миңлеғәле, уның улдары Басир, Миңлегәрәй, Ғайса; шулай уҡ Сабир, Зәки, Хәйҙәр, Вафир Сәғитовтар; Ғәлин Ғәле һәм уның улдары Ғаяз, Гәрәй, Ғәзим, Ғәлим; Маликов Мөҙәрис һәм уның улдары Муса, Фирғәт; Сәғитов Кәрим, Хәлиуллин Ғәфүр менән Илдар, Юлсурин Ильяс, Ноғоманов Самат, Ишморатов Яҡуп, Баййегетов Нуретдин, Сафин Әхтәм һәм башҡалар совхоздың бер эшенән дә ҡалмай намыҫ менән тир түктеләр. Сәғитов Вафир оҙаҡ йылдар дауамында веттехник булып эшләне, уның хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ булды. Хаҡлы ялға сығып, ныҡлап олоғайғанса ауылдаштарының малына беренсе ярҙам күрһәтеп йөрөнө. Ул – тыл ветераны, ауылдың оло йәштәге кешеләренең береһе. Баш бухгалтер булып оҙаҡ йылдар эшләүсе ауылдашыбыҙ Ғәлиә Солтанбаева 2002 йылда йәй көнө автоһәләкәткә осрап, мәрхүмә булды, ауылдаштар уны ла яҡты хәтирәләр менән иҫкә ала. Ғәлина Миңлегөл оҙайлы ғына ваҡыт баш экономист булып беҙҙең совхозда эшләне, ул бөгөнгө көндә район үҙәгендә Россельхозбанктың бүлексәһендә эшләп йөрөй. Кемдәрҙер был донъянан киткән, кемдәрҙер ситкә күскән, үҙе эшләмәһә лә кемдеңдер туғандары совхоздың Ғәҙелгәрәй бригадаһында тир түккән, уның икмәген ашаған, техникаһын тотоноп, утын-бесәнен алдырған, бесәнлеген файҙаланған, ҡыҫҡаһы, совхоз тормошо, совхоз йоғонтоһо һәр бер өйгә үтеп ингән, һәр бер өйҙә йәшәгән. Шуның өсөн дә бөгөн барыбыҙ ҙа ул йылдарҙы – ябай, татыу, берҙәм, эскерһеҙ, юғары рухлы йылдарҙы – сикһеҙ һағынабыҙ, онотмайбыҙ!”. Авторҙар: Миннәхмәт Йомағужин, Флүрә Йомағужина

Урман хужалығы

[үҙгәртергә]

Совет власы ныҡлап урынлашып бөткәс, илдә ауыл хужалығын үҫтереү менән бер рәттән урман хужалығына ла иғтибар көсәйә. Ауылда төҙөлгән тәүге промартелдәрҙең эше туранан-тура урман менән бәйле була. Шуға Ғәҙелгәрәй ауылынан күп кенә кешеләр ошо тармаҡта эшләйҙәр. Документаль рәүештә теркәлгән иң тәүге урмансылар булып Дәүләткирәй һәм Сәлимгәрәй Хәлиуллиндар иҫәпләнә. Улар икеһе лә 1936 йылда лесник булып эшкә урынлашалар һәм һуғыш башланғансы ошо эштә йөрөйҙәр. Сәлимгәрәйҙе һуғышҡа, Дәүләткирәйҙе хеҙмәт армияһына ебәргәс, улар урынына Аҡбулат ауылынан Ноғоманов Усман лесник булып эшкә инә һәм һуғыш бөткәнсе эшләй. Унан һуң Ырыҫкилдин Мәхийән объездчик булып эшкә килә. Уның ҡарамағында 4 лесник: Аҡбулатта Юлсурин Йәноҙаҡ, Ҡотанда Ғәлин Зәкир менән Байшеғөров Мөҙәрис, Мәҡсүттә Ғәлин Таһир эшләйҙәр. 1959 йылдың 11 ғинуарынан Ғәҙелгәрәйҙән Сафин Әхәт Ғәлимйән улы, Николо-Березовкала уҡып ҡайтып, лесник булып, 1966 йылдан 1994 йылға тиклем техник булып эшләй. Уның менән ошо осорҙа лесник булып Ишморатов Вәли (1961-69 йылдарҙа) Сәғитов Миңлеғәле, Сәғитов Тимерйәндәр эшләй. 1992 йылда ауылда Ғәҙелгәрәй урмансылығы асыла, лесничествоның контораһы төҙөлә. Ошо йылдарҙа лесничий булып Әбдрәхимов Ринат, лесниктар булып Баййегетов Сибәғәт һәм Әхмәтйәнов Таһир эшләй. Ғәҙелгәрәй ауылында урмансылыҡта иң оҙаҡ эшләүселәр булып Сафин Әхәт һәм Билалов Иҙрис иҫәпләнә. Улар икеһе лә ошо тармаҡта 35 йылдан ашыу эшләп хөрмәт ҡаҙаналар. Сафин Әхәт 1970 йылда “За доблестный труд” миҙалы, 1973 һәм 1980 йылдарҙа “Социалистик ярыш еңеүсеһе” знактары, Урман хужалығы Министрлығының Почет Грамоталары менән наградлана. Билалов Иҙрис 40 йыл хеҙмәт стажы менән “Хеҙмәт ветераны” исеменә лайыҡ була. Автор: Миннәхмәт Йомағужин

Почта, телефон, электроэнергия

[үҙгәртергә]

Почта хеҙмәте менән беҙҙең ауыл кешеләре революцияға тиклем үк файҙаланғандар. Быға дәлил булып пленда булған Дәүләткирәй олатайға Мораҡтан ебәрелгән хат[3] иҫәпләнә. Ул 1916 йылда яҙылған һәм 4 октябрҙә Мораҡтан Германияға ебәрелгән [4].

Совет осоронда ла почта һәм телефон хеҙмәте кешеләрҙең төп аралашыу сараһына әйләнә. Ауылда тәүге телефон колхозлашыу осоронда үткәрелә. Тәүҙә ул Сәғитов Насретдин бабай өйөндә, һуңынан колхоз контораһы булған мәсеттең зданиеһында, Сафина Ғәфүрә инәйҙең өйөндә, медпункт зданиеһында, алтмышынсы йылдарҙа Йомағужин Ғылмитдин өйөндә, иң һуңынан Ишморатова Ынйыбикә өйөндә урынлаша. 1980 йылдарҙа ҡурсаулыҡ контораһында телефон ҡуйыла һәм ауылда ике точкала телефон була. “Шүлгән-Таш” ҡурсаулығы һәм “Шүлгәнташ” совхозы ойошторолғас, 1991-1993 йылдарҙа АТС төҙөлөп, ауылда яҡшы, заманса телефон бәйләнеше булдырылды. Тәүге йылдарҙа Ғәҙелгәрәй АТС-ын Әхмәтов Шәкир хеҙмәтләндерҙе. Унан һуң Маликов Салауат уңышлы ғына эшләне. Почта бүлексәһе туҡһанынсы йылдар башына тиклем Кейекбай ауылында була. Хат ташыусылар Ишморатов Ҡазихан, Хәлиуллин Дәүләткирәй, Ғәлин Шәрәфетдин, Юлсурин Йомағужа, Юлмөхәмәтов Ғәлимйән почтаны ат менән ташыйҙар. 1991 йылда почта бүлексәһе Кейекбайҙан Ғәҙелгәрәйгә күсә. Почта бүлексәһе начальнигы булып Хәмиҙуллина Әминә, Ишмөхәмәтова Зәйнәп, Туҡбаева Миләүшә эшләй. Уларҙан һуң Сирбаева Мөнирә начальник, Билалова Фәниә хат ташыусы булып оҙаҡ йылдар, хаҡлы ялға сыҡҡансы, намыҫ менән эшләнеләр. Уларҙан эстафетаны ҡабул итеп алған Таңһылыу һәм Гүзәл Сәғитовалар матур итеп эшләп йөрөйҙәр. Ауылды электрлаштырыу 1964-1965 йылдарҙа башлана. Электр линиялары өсөн бағана соҡорҙарын һәр ғаиләгә бүлеп биреп ҡаҙҙырып, бағаналарын дөйөм өмә итеп күтәреп ултырталар. Линияны һуҙыу һәм өйҙәргә электр утын үткәреүҙә Фәйзуллин Урал, Һибәт актив ҡатнаша. Ауылдың түбән осонда электр станцияһы төҙөлә. Тәүге осорҙа электр уты эңер төшкәс бирелеп, киске унда һүндерелгән. Һуңғараҡ иртәнге етенән бер нисә сәғәткә тоҡандырыла башлай. Электр станцияһында Ишбаев Зәбир, Ғәлин Ғәле, Әхмәтов Ғәле, Маликов Юлай, Солтанов Ғаяз бер-береһен алыштырып, төрлө йылдарҙа моторист булып эшләйҙәр. 1978–1979 йылдарҙа ауыл халҡының көсө менән Кейекбайҙан Ғәҙелгәрәйгә тиклем юғары вольтлы электр линияһы өсөн трасса һалына һәм 1979 йылдың апрель айында ул берҙәм электр системаһына тоташтырыла. 1980 йылдар башынан ауыл халҡы электр уты менән эшләүсе приборҙар – телевизор, һыуытҡыс, магнитофон, кер йыуыу машиналары – менән ҡуллана башлай. Тәүге телевизорҙы Тимербаев Солтангәрәй һатып ала. Ауыл халҡы интернет менән 2000 йылдан, кеҫә телефоны менән 2005 йылдан ҡуллана.