Эстәлеккә күсергә

Ғәҙелгәрәй ауылында мәсет

Викидәреслек проектынан

Мәсет

Кеше бер ваҡытта ла динһеҙ йәшәмәгән, дин тотҡан, иманлы тормоштоң ҡәҙерен белгән, илдәрҙә именлек, араларҙа татыулыҡ булһын, тип тырышлыҡтарҙы ташламаған. Йолаһын да үтәгән, ғибәҙәттән дә айырылмаған, донъяһын да бәрәкәтле итеп алып барған.

Тарихи документтарға ҡараһаҡ та, әлеге ваҡытта иҫән булған оло кешеләрҙең һөйләүҙәре буйынса ла, ауылыбыҙҙың кешеләре араһында электән дингә ыңғай ҡараш булған. Ислам динен хөрмәт итеп, дин ҡанундарын үтәргә тырышып йәшәгәндәр.

1834 йылғы яҙмаларға ҡарағанда, ауылда Дәүләткирәй Тимербаев мулла-мөхтәсиб, Рамаҙан Азбраев указлы мулла булған.

1859 йылда Дәүләткирәй Тимербаевтың кесе улы Йәһүҙәне Ғәҙелгәрәй ауылына указлы мулла итеп ҡуялар, был ваҡытта уға 38 йәш була. Был турала ошо йылдағы халыҡ иҫәбен алыу теҙмәһе раҫлай. Шулай уҡ ошо яҙмала Баййегет Яманһариндың улы Әбделмөъмин Баййегетовты ла указлы мулла итеп раҫлаған юлдар бар. Әбделмөъмингә ул саҡта 35 йәш булған. Тимәк, ул ваҡыттарҙа ауылда ике мәхәллә булған. Мозафар исемле ауыл кешеһе аҙансы, йәғни мәсеттә аҙан әйтеүсе, булып торған.

Мозафарҙың улы Мөхәмәтсадиҡ, һөйләүҙәре буйынса, Бохара ҡалаһында дини белем ала. Ике тапҡыр Ғәрәбстанға хажға барыуы мәғлүм. Мөхәмәтсадиҡтың кейәүе Шәрәфулла ла бик белемле, Ҡарауанһарайҙа уҡыған кеше була. Дини ҡанундарҙы ауылда ул Сәғитов Ғилман менән үтәп йөрөй.

Мәсет йорто үҙ функцияһын үтәүҙән туҡтағас, бер яғында – клуб, икенсе яғында артелдең идараһын урынлаштыралар. Һуңынан урта стенаны бысып, артелдең ҡап һуғыу оҫтаханаһына әйләндерәләр. Был 1950 йылдарҙа була. Ә бер йылдан ҡыш көнө был бина тотошлай янып китә.

Дин тыйылып, мәсеттәр туҙҙырылһа ла, күптәр эстән генә булһа ла, дингә тоғро ҡалалар. Балаларына өгөт-нәсихәттәрен өйрәтеп, үҙҙәре йәшерен рәүештә булһа ла намаҙ уҡып, ураҙа тотоуҙы дауам итәләр. Яңы тыуған балаларға исем атап, мәрхүмдәрҙе һуңғы юлға оҙатыу йолаларын башҡарып, яңы өйләнешеүселәргә никах уҡып йөрөүсе Сафин Әхмәтйән бабай булған. Был кеше йәнле, ярҙамсыл изге кешене ололар яҡшы яҡтан ғына иҫкә ала. Әхмәтйән бабай мәрхүм булғас, дини йолаларҙы байтаҡ йылдар Баййегетов Хәйбулла Ғәтиәтулла улы башҡара.


Шөкөр, 2000 йылдарҙан башлап, халҡыбыҙ динһеҙлектең бик насар эҙемтәләрен күреп, аңлап, яңылышлыҡты төҙәтергә самалай башланы. Тик кеше күңеленә инеп оялағанды тиҙ генә ҡыуып сығарып булмағандай, дингә ҡайтыу ҙа бик ыҙалыҡ менән генә бара.

2002 йыл ауыл тарихына беренсе тапҡыр “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” һәм иман йорто – мәсет асыу тантанаһы менән инеп ҡалды. Сәғитов Садиҡ ауыл хакимиәте башлығы булып һайланғас та, тирә-яҡта үткәрелеп килгән “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамын ойоштороу ниәте менән, халыҡ менән кәңәшләшеп, инициатив группа һәм комиссия төҙөп, район хакимиәте тупһаһын тапай башланы. Ойоштороу комиссияһына егермеләгән кеше индерелеп, улар Йомағужин Рафиҡ Ғылмитдин улы етәкселегендә эшләне. Ауылда мәсет асыу көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе ине. Сафин Бикйән бабайҙың ике быуатлыҡ ҡарағас йортон мәсет итеү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Буш торған бинаны мәсет итеп эшләтеү өсөн рөхсәт һорап, ауыл хакимиәтенә һәм район советы президиумына мөрәжәғәт яҙылды һәм мәсьәлә ыңғай хәл ителде. Садиҡ Сабит улы эште уның ерен һәм йортон мәсет итеп рәсмиләштереүҙән башланы. Лесхоз директоры Хәйбуллин Рәфис Сабирйән улы иҙән-түбәлек таҡта, тирә-яғын кәртәләүгә штакетник, мәсет мөмбәрен бурауға 20 кубометр ҡарағай ағасы бүлде; ауыл эшҡыуары Сәғитов Рөстәм Сабит улы буяу, сөй, төҙөлөш кәрәк-яраҡтары менән тулыһынса тәьмин итте. Район администрацияһынан 30 мең, “Шүлгән-Таш” ҡурсаулығы директоры Косарев Михаил Николаевич 15 мең һум күләмендә аҡсалата ярҙам һәм Магнитогорск ҡалаһынан тимер ҡайтартыу өсөн машина бирҙе. Ауыл халҡы ла ситтә ҡалманы: мөмкинлектәренә ҡарап таҡта һәм аҡса йыйҙы.

Мәсеттең муллаһы итеп ауылыбыҙ аҡһаҡалы, район үҙәге Иҫке Собханғолда йәшәүсе Ишморатов Ҡазихан тәғәйенләнде. Мәсеткә “Билал” исеме бирелде. Ҡазихан бабай оло йәштә булыуын, сит ауылдан йөрөп эшләй алмаҫын иҫкә алып, мәсеткә яңы хужа әҙерләүҙе төп бурысы итеп ҡуйҙы. Ул үҙенең туғаны, ғүмер юлын совхоз эшенә бағышлап, хаҡлы ялға сыҡҡан Әхмәтйәнов Фәрит Заһит улын дин серҙәренә төшөндөрөп, курстарға йөрөтөп, ауылыбыҙ мәсетенә имам-хатип итеп ҡалдырыуға өлгәште.

Бөгөнгө көндә баҡыйлыҡҡа күскән Фәрит муллабыҙ ауылдың бик хөрмәтле кешеһе, үҙенең вазифаһына бик яуаплы ҡараусы дин әһеле ине. Бик принципиаль, тәртипле, тәрбиәле кеше булды. Үҙ алдына күп дини китаптар уҡып, дин серҙәренә нығыраҡ төшөнөп, ауылдаштарыбыҙҙы ла дингә өндәп, намаҙ тәртиптәренә өйрәтеп, күп ваҡытын мәсеттә үткәрҙе. Йома көндәре ауыл аҙан тауышына уянды, мәсеттән яңғыраған ошо аҙан тауышы ауылдаштарыбыҙҙы яҡшылыҡҡа, матур эштәр атҡарырға, тәртип-тәрбиәгә, иманға әйҙәп торҙо. Белем көнөндә, “Һуңғы ҡыңғырау” көндәрендә балалар алдында сығыш яһап, изге фатихаһын бирҙе, мәсеткә саҡырып, уларға вәғәз уҡыны, бүләктәр таратты. Күпме өйҙәргә, ауылдарға аяттарға йөрөп, дини ғәмәлдәр үтәне. Барыһына ла ярҙам итте, бар кешенең күңеленә юл тапты, өй һалып, донъя төҙөүселәрҙең нигеҙҙәренә үҙенең изге доғаларын ҡылды. Бик шаян, тапҡыр телле, мәрәкәсел кеше ине. Оло йәшкә етеп барыуын, был донъяның фанилығын уйлап, алдан мәсеттең хужалы ҡалыуын хәстәрләне. Әлеге көндә хәҙрәт булып торған Айсығолов Салауат Рауил улын ислам донъяһына әйҙәп, дин ҡанундарын өйрәтеп, үҙенең тәжрибәһе менән таныштырып йөрөнө. Шөкөр, мәсетебеҙ хужаһыҙ ҡалманы. Фәрит бабайыбыҙҙың изге эшен Салауат хәҙрәт дауам итә. Ә Фәрит Заһит улын ауылдаштары онотмай, мәңге хәтерҙәрендә һаҡларҙар, тип ышанам. Йома һайын ауылыбыҙ өҫтөндә аҙан тауышы яңғырай, ауылдаштар әруахтар рухына хәйер-саҙаҡа бирә, доға ҡылып алыусы барлығына шөкөрана ҡылып йәшәй. Моғайын, рухы шат яталыр. Мәләүездә мәҙрәсә тамамлап, дини ҡанундар нигеҙендә йәшәүсе Иҫәнғужин Сынтимер Бәҙретдин улы ла хөкүмәт эшенән бушап, ваҡыты булғанда мәсет юлын һыуытмай, ярҙамынан ташламай.

Ғәҙелгәрәй ауылында электән йәш быуынды дини ҡанундар нигеҙендә әҙәпле-тәртипле итеп үҫтереүҙе түбәндәгеләр раҫлай: район үҙәгендә мәсет асылғас, унда имам-хатиб булып Ғәҙелгәрәйҙә тыуып-үҫеп Иҫке Собханғолда йәшәүсе Изгин Әбделмән Усман улы эшләй. Хәҙерге көндә был мәсет уның рухына “Әбделмән” исемен йөрөтә. Шулай уҡ ныҡлап олоғайғанса Ишморатов Ҡазихан бабай, хәҙерге көндә Әхмәтов Сәләх Дәүләткирәй улы диндар кешеләр булып, Иҫке Собханғол ауылында дини йолаларҙы башҡаралар. Барыһының да ауылдаштарыбыҙ булыуы Шүлгән халҡы өсөн оло ғорурлыҡ.(Флүрә Йомағужина әҙерләне)