Эстәлеккә күсергә

Ғәҙелгәрәй мәктәбе

Викидәреслек проектынан

Мәктәп тарихы

Балаһыҙ ауылдың киләсәге юҡ. Тороп ҡалған ҡарт-ҡоролар мәрхүм булғас, ауыл үҙенән-үҙе юҡҡа сыға. Мәктәп бар икән – ауыл йәшәй, юҡ икән – юҡҡа сыға. Быға асыҡ миҫал булып Яңы Аҡбулат һәм Үрге Нөгөш ауылдары тора. Заманында ете йыллыҡ мәктәбе, кешеләренә эшләр эше, колхозы булған Яңы Аҡбулат ауылы бөттө. Шул уҡ ҙурлыҡтағы Үрге Нөгөш (Ямаш) әлеге көндә лә һаҡланып ҡалған икән, бында тик мәктәптең ябылмауы менән генә аңлатып булалыр.

Беҙҙең Ғәҙелгәрәй ауылында ла халыҡ элек-электән аң-белемгә ынтылған. Революцияға тиклемге осорҙа ауылда мәктәп булмаһа ла, халыҡ йыйылышып балаларын уҡытыу мәсьәләһен хәл итергә тырышҡан. 1991 йылда Байегетов Хәйбулла бабайҙан һәм Маликова Йәнбикә инәйҙән яҙып алынған мәғлүмәттәргә ҡараһаҡ, түбәндәгеләр асыҡлана.

Әлеге көндә йәшәгән Солтанбаева Һәҙиә апайҙың иҫке өйө урынында мәҙрәсә була. Балаларын уҡытырға теләгән ата-әсәләр кәңәшләшеп, ситтән уҡытыусы яллаған. Уны аҙыҡ-түлек, утын менән тәьмин итеүҙе, эш хаҡын түләүҙе ата-әсәләр үҙ өҫтөнә алған. Йәнбикә инәйҙең хәтирәләренә ҡарағанда, ауылда мәктәп асылғанға тиклем, мәҙрәсәлә ауыл мәзине Йомағужин Ғәйнетдин олатайҙың уҡытыуы билдәле. Ул осорҙа ҡыҙҙар, малайҙар айырым уҡыйҙар.

Октябрь революцияһы еңгәс, совет власының иң мөһим проблемаларының береһе булып грамотаһыҙлыҡты бөтөрөү тора. Беҙҙең район ауылдарында беренсе совет мәктәптәре 1924 йылда Иҫке Монасип, Байғаҙы, Байназар, Әтек ауылдарында асыла. 1925 йылда уларҙың һаны һигеҙгә етә. Өҫтәлеп Ғәлиәкбәр, Ғәҙелгәрәй, Тимер, Иҫке Собханғол ауылдарында асыла. Ғәҙелгәрәйҙә Исмәғил Ғафаров – асылған мәктәптең иң тәүге уҡытыусыһы (“Бөрйән районы тарихы”, 1918-1985 й. М. Хәсәнов, 16 бит). Мәктәп асылған йылда бина булмау сәбәпле, уҡытыу Сәғитов Насретдин ҡарттың өйөндә ойошторола. Был йортта хәҙерге көндә Тимербаева Светлана Солтангәрәй ҡыҙы йәшәй. Икенсе йыл мәктәп өсөн Хәлиуллин Дәүләтгәрәй үҙ өйөн бирә. Был йорт хәҙерге көндә Әхмәтова Рәмзиә баҡсаһында ултыра.

Өсөнсө йылына мәктәп Бикйәнов Шәһисолтандың өс бүлмәле өйөнә күсә. Өй хужаларын аш-һыу әҙерләү бүлмәһенә йәшәргә сығарып, ҡалған бүлмәләрҙән уҡытыу кластары әҙерләйҙәр. Был йорт 1962 йылға тиклем, яңы башланғыс мәктәп зданиеһын төҙөгәнсе, мәктәп булып тора. 1974 йылда был зданиены һүтеп, нигеҙен яңыртып, яңынан күтәрәләр һәм башын тимер менән ябалар. Ошонан һуң ул медпункт функцияһын үтәй башлай. 1978 йылдан ауылда етенсе класс асылғас, кире мәктәп булып китә һәм 2001 йылға тиклем хеҙмәт итә. Ауылда типовой мәктәп асылғас, был йортҡа капиталь ремонт үткәрелде һәм 2002 йылдан ауылдың мәсете итеп үҙгәртелде. Ул бөгөн дә иман нуры сәсеүен дауам итә. Был здание хәҙерге көндә Ғәҙелгәрәйҙәге иң боронғо йорт иҫәпләнә һәм XIX быуат аҙағының архитектура ҡомартҡыһы булып тора. Мәктәп асылғандан алып 1950 йылға тиклем тотороҡло ғына эшләгән уҡытыусылар бик һирәк була. Уҡытҡан уҡытыусылар бер-ике йылдан артыҡ эшләмәйҙәр.

Өфөнән килеп уҡыта башлаған Исмәғил Ғафаровтан һуң Йәһүҙин Ағзам Мөхәмәт улы уҡыта. Ул Темәс педучилещеһы тамамлай һәм Килдеғол ауылынан сыҡҡан иң тәүге уҡытыусы була. 1930-1934 йылға тиклем Иҫке Собханғолдан Вәлитова Маһруйҙың, Әбделмәмбәттән Мөхәмәтҡолов Шәрифтең уҡытыуы билдәле. 1934-1935 йылдарҙа Яңы Монасип ауылынан Төлкөбаев Сәғит, 1936-1937 йылдарҙа Сафин Ғәбделбарый Ялал улы уҡыта. Ул 1918 йылда Ғәҙелгәрәй ауылында тыуған. Башланыс кластарҙы ауылда, һуңынан Әтек мәктәбен тамамлай. Ырымбурҙа Ҡарауанһарайҙа уҡытыусылар мәктәбендә уҡып, “Ауыл уҡытыусыһы” тигән диплом ала. Һуңынан Ғәлиәкбәрҙә, Ҡолғана ауылдарында уҡыта. 1941 йылда һуғышҡа китә һәм 1942 йылда һәләк булып ҡала.

1939 уҡыу йылында Ғәҙелгәрәй ауылынан Маликов Мөжәүир балаларға белем биреү эшенә тотона. Ләкин уға оҙаҡ эшләргә мөмкинселек булмай, колхоз председателе итеп һайлап ҡуялар.

1940-1942 йылдарҙа Белорет районы Уҫманғәле ауылынан Ямашева Мәҙинә уҡыта. Ул Ғәҙелгәрәй ауылы егете Сәғитов Зәйнулла Ғилман улына кейәүгә сыға. Тормош иптәше һуғышта һәләк булғас, Ҡотан мәктәбенә уҡытырға китә һәм оҙаҡ йылдар ошо мәктәптә эшләй.

1942 йылда Яңы Собханғолдан (Янһары) Хоҙайбирҙина Сафура килә. Аслыҡ, яланғаслыҡ һҙөмтәһендә уҡыусыларҙың һаны бик ныҡ кәмей. Бер уҡыусы ҡыҙ баланың кейемдәре теткеләнеп бөтөп, оялышынан мәктәпкә йөрөмәй башлағас, географик картаны һыуға һалып марляһын айырып алып, ҡыҙҙың күлдәген ямаштырып бирә. Ләкин социалистик милеккә зыян килтергәнен белеп ҡалып, милициялар килеп ҡулға алып китәләр. Уның эшен Иҫке Собханғолдан Әбдрәхимова Шәмсинур Фәттәх ҡыҙы дауам итә. 1943 йылда Иҫке Собханғол ете йыллыҡ мәктәбен тамамлаған Ишдәүләт ауылы ҡыҙы Ишбаева Шәмсиә уҡыта башлай. Бер йыл уҡытҡас, уны икенсе мәктәпкә ебәрәләр, уның урынына Әтектән Ямғурсина Йәнифә килеп эш башлай.

Был осорҙа уҡыусылар һаны бик ныҡ кәмей. Уҡытыусылар ҙа йыл һайын, йәки йылына икешәр-өсәрләп алмашынып торалар. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа (1946 йылда) Белорет районы Уҫманғәле ауылы кешеһе Ильяс Юнысовтың уҡытыуы билдәле. 1947 йылда Ишдәүләттән Күлбаева Фатима уҡыта. Уны, бер йыл уҡытҡас, Кейекбайға күсерәләр.

1948 йылда, Ғәҙелгәрәйҙә тыуып үҫеп, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан Байшеғорова Зөлхизә уҡыта башлай. Был йылда беренсе класҡа Билалова (Солтанбаева) Һәҙиә, Сафин Самат, Әхмәтйәнов Фәрит, Сафин Әхтәм, Солтанбаева Сәмиға, Байегетова Шәһәрбоҫтан һәм Сәғитов Хәләфтәр уҡырға киләләр.

1949 йылда Ғәлиәкбәр ауылынан Ғәлиев Заһретдин уҡыта. 1950-1953 йылдарҙа Маһира Сыңғыҙова, Маһира Айытова, Фәүзиә Бикбулатова һәм Фәүҡинур Этҡариналар балаларға белем һәм тәрбиә бирәләр. 1954 йылда Фәттәхова Рәхимә Фәсхетдин ҡыҙы уҡытырға килә һәм Сәғитов Сәйфулла менән ғаилә ҡоралар. Ул пенсия йәшенә еткәнсе Ғәҙелгәрәйҙә эшләй һәм 1983 йылда хаҡлы ялға китә.

1950 йылдың аҙағында, ауылда балалар һаны артыу сәбәпле, ике уҡытыусы кәрәк була, һәм Ғөбәйева Мәсҡүҙә уҡыта башлай. Алтмышынсы йылдар башында яңы мәктәп зданиеһы төҙөү кәрәклеге тыуғас, өс бүлмәле мәктәп бурап күтәрелә. 1962 йылда уҡыуҙар яңы мәктәптә башланып китә. Ғөбәйева Мәсҡүҙә кейәүгә сығып, Кейекбайға эшкә күскәс, уның урынына яңынан Байшеғорова Зөлхизә килә һәм 1970 йылға тиклем эшләй.

1970 йылда Сибай педучилищеһын тамамлаған Солтанова (Моратова) Зифа Рамазан ҡыҙы эшкә килә һәм башланғыс мәктәптең директоры функцияһын да башҡара. Был осорҙа мәғариф системаһында үҙгәрештәр башлана, ауылда башланғыс (1-3) кластар ғына тороп ҡала. Ауылдағы балаларҙың күбеһе дүртенсе класҡа Ырғыҙлыға, ә ҡалғандары Иҫке Собханғолға китеп уҡырға мәжбүр булалар. Күмәк балалы ғаиләләрҙән бер юлы 3-4 бала интернатта ятып уҡыйҙар. Интернатта ятып уҡыу өсөн бер балаға айына 12 һум түләргә кәрәк була. Ул осорҙағы уртаса эш хаҡы 60-70 һум булғанын иҫәпкә алғанда, был ата-әсәләр өсөн ҙур һынау була. Ырғыҙлыға һәм Иҫке Собханғолға йөрөп уҡыусыларҙың һаны алтмыштан артып китә. Ата-әсәләр, ауыл советы депутаттары һәм сельсовет председателе Сәғитов Әхәт Шәкир улы район һәм республика етәкселегенә һигеҙ йыллыҡ мәктәп асыу мәсьәләһе менән мөрәжәғәт итәләр. Ауыл халҡының мөрәжәғәте иғтибарһыҙ ҡалғанын күргән ата-әсәләр балаларын дүртенсе класҡа ебәрмәй бер ай тоталар. Ләкин тейешле һөҙөмтәгә ирешә алмағас, балаларҙы дүртенсе класҡа ебәрәләр.

Ата-әсәләрҙең был ҡаршы тороуҙары барыбер ыңғай һөҙөмтә бирә һәм 1976/1977 уҡыу йылында дүртенсе класс, 1977/1978 йылда – 5 класс, 1978/1979 йылда – 6 класс, 1979/1980 йылда – 7, 8 кластар асыла һәм мәктәп һигеҙ йыллыҡ статусын ала.

1976 йылда ауылда дүртенсе класс асылғас, уҡытырға Иҫке Монасип ауылы ҡыҙы Хәлитова (Хәмиҙуллина) Гөлсирә Әхәт ҡыҙы килә. Ул 1977/1978 уҡыу йылы тамамланғас, үҙ ауылына уҡытырға ҡайта. 1977/1978 уҡыу йылында ауылда киске мәктәп асыла һәм урта белем алыу мөмкинлеге тыуа. Киске мәктәпкә Мәйсәрә Йомағолова, Зилә Шәмиғолова, Сәғирә һәм Светлана Юлсуриналар уҡытырға киләләр.

1978/1979 уҡыу йылында алтынсы класс асылғас, өҫтәлеп уҡытыусылар талап ителә. Алты йыллыҡ мәктәптең директоры итеп Бикмөхәмәтов Рафаэль Дәүләтгәрәй улы тәғәйенләнә. Ошо уҡыу йылында эшкә Кинйәбаев Тәлғәт Талха улы, Сәғитова Минзәлә Ғаззали ҡыҙы һәм Әхмәтшина Аида Марс ҡыҙы киләләр. Оҙайтылған көн группаһында Хәмиҙуллин Ғайнулла Хәйбулла улы эш башлай.

1979/1980 уҡыу йылында Ғәҙелгәрәй мәктәбе һигеҙ йыллыҡ мәктәп итеп үҙгәртелә. Мәктәпте кадрҙар менән тәьмин итеү проблемаһы тыуа.

1979 йылда Мәҡсүт башланғыс мәктәбе уҡытыусылары Рауил Тимерйән улы һәм Зәйтүнә Мөхәмәтйән ҡыҙы Айсығоловтар, Ырғыҙлы урта мәктәбенән Уразбай Йәғәфәр улы һәм Фәүриә Мөхтәр ҡыҙы Айытбаевтар Ғәҙелгәрәйгә күсеп киләләр һәм эшкә урынлашалар. Уҡытыуға класс бүлмәләре етмәү сәбәпле, ауылдан ике саҡрым алыҫлыҡта ултырған ҡортсолоҡ йортон яңынан күтәреп, бер класс бүлмәһе эшләнә. Бикмөхәмәтов Рафаэль Дәүләтгәрәй улы икенсе мәктәпкә күсеү сәбәпле, һигеҙ йыллыҡ мәктәптең директоры итеп Айсығолов Рауил Тимерйән улы тәғәйенләнә. Быға тиклем Ырғыҙлыла, Иҫке Собханғолда уҡыған балалар һигеҙенсе класҡа ауылға ҡайтарыла.

Шулай уҡ ошо уҡыу йылында Сибай педучилещеһын тамамлаған Мәжитов Хәлил эш башлай. Ул, беренсе сиректе тамамлағас, армия сафына алына. Уның урынына Йомағужин Миннәхмәт Ғылмитдин улы эшкә урынлаша һәм уҡыта башлай.

1980/1981 уҡыу йылында Маликов Рәил Фаруҡ улы һәм Хәсәнова Ғәлиә Хөснитдин ҡыҙы, Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлаған Мәндәғол ауылы ҡыҙы Ғүмәрова (Байегетова) Мәрйенбикә Дәүләтғәле ҡыҙы математика уҡытыусыһы булып эш башлайҙар. Учалы районынан Ҡадырова Эльза Мазһар ҡыҙы эшкә килә һәм мәктәп директоры итеп тәғәйенләнә. Улар тормош иптәше Ҡадыров Илдус Ғаяз улы менән 1982 йылға тиклем эшләйҙәр. Ошо йылдың яҙында Кинйәбаев Тәлғәт Талха улын район комсомол комитетына эшкә алалар. 1982 йылда Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлаған Ҡаһарманов Фәтих Вәхит улы математика һәм физика, Хәлфетдинов Арслан Һаҙый улы химия һәм биология, Тимербаева Мәйсәрә Ибраһим ҡыҙы рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эш башлайҙар.

1982/1983 уҡыу йылында мәктәп директоры итеп Бикмөхәмәтов Рафаэль Дәүләтғәле улы тәғәйенләнә, тормош иптәше Бикмөхәмәтова Фәйрүзә Абрахим ҡыҙы рус теленән уҡыта. Улар, бер йыл эшләгәс, күсеп китәләр, һәм мәктәп тағы директорһыҙ тороп ҡала.

1983 йылдың беренсе сентябренән мәктәп директоры итеп Йомағужин Миңлеәхмәт Ғылмитдин улын тәғәйенләйҙәр. Киткән уҡытыусылар урынына институт бөткән Сафина Рәйсә Әхмәт ҡыҙы (рус теленән), Сәфәрғәлина (Йомағужина) Шәһиҙә Мөхәмәт ҡыҙы (башланғыс класс), Айытбаева Сәриә Мырҙағәле ҡыҙы (башланғыс класс) менән бер рәттән унынсы класты бөткән Сәғитов Садиҡ Сабит улы физик культура уҡытыусыһы булып эшкә киләләр.

1984 йылда Күсәпова Фәрзәнә Басир ҡыҙы, Халиҡова Гөлдәр Мазһар ҡыҙы, Муллағолов Рөстәм Хәкимйән улы педагогик эшмәкәрлектәрен башлайҙар. 1985 йылда Байназарова Резеда Ишмөхәмәт ҡыҙы, Мостафина (Ишмөхәмәтова) Фирҙәүес Сәмиғулла ҡыҙы, 1986 йылда Сәғитова (Иманғолова) Фәимә Мөжәүир ҡыҙы, Салауатова Рәмилә Фәхретдин ҡыҙы, Хәлитова Сәмәрә Әхәт ҡыҙы эшкә килә.

Һигеҙ йыллыҡ мәктәп асылғас, уҡытыусылар өсөн квартиралар төҙөү мәсьәһен хәл итергә кәрәк була. Сөнки квартираһы булған уҡытыусы ошо ауылда төпләнеп ҡала һәм тегендә-бында эш эҙләп йөрөүҙе туҡтата. Был йәһәттән Ғәҙелгәрәй мәктәбенә ауыл советы председателе булып эшләгән Сафин Самат Әхмәтйән улының ярҙамы баһалап бөткөһөҙ була. Уның ярҙамы менән 1980 йылдан 1990 йылға тиклем уҡытыусылар өсөн биш мәктәп квартираһы төҙөлә һәм күп уҡытыусылар төпләнеп ауылда ҡалалар. Самат Әхмәтйән улы мәктәп мастерскойына инструменттар-станоктарҙы посылторг аша үҙе яҙҙырып ала. Физкультура дәрестәре өсөн саңғылар, таяҡтар, ботинкалар ҙа ошо юл менән алына. 1985 йылда, район директорҙарын көнләштерерлек итеп, мәктәп директорына көймәле мотоцикл алып бирә. Шулай уҡ уның юллауы буйынса 1990 йылдар башында ДТ-75 тракторы алына. Һуңынан бик күп ауыл советы председателдәре эшләй, ләкин уның һымаҡ мәктәп өсөн янып эшләгән рәйестәрҙе мәктәп коллективына осратырға насип булмай.

1985 йылда Аҡбулат фермаһында Аҡбулат башланғыс мәктәбе асыла. Унда уҡытыусы булып Ишморатова Флүзә Йомағужа ҡыҙы эшкә төшә.

1987 йылда яңы мәктәп төҙөү проблемаһы күтәрелә һәм буласаҡ мәктәптең урыны билдәләнә, проект төҙөлә башлай. 1986-1988 йылдарҙа мәктәптә тотороҡло коллектив туплана. 1988-1993 йылдарҙа мәктәптә Йәһүҙина (Юлсурина) Фәрзәнә Йомағужа ҡыҙы, Солтанбаева Флүрә Сабирйән ҡыҙы, Тимербаева Светлана Солтангәрәй ҡыҙы, Йәһүҙин Ришат Ғәззәле улы, Йомағужина Наилә Сахау ҡыҙы, Марат Әүбәкер улы һәм Гөлсирә Фәрит ҡыҙы Тимербаевтар, Айсығолов Салауат Рауил улы эшләйҙәр.

1988 йылдың сентябренән мәктәп директоры итеп Ҡаһарманов Фәтих Вәхит улы, уҡытыу-тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары итеп Йомағужин Миннәхмәт Ғылмитдин улы тәғәйенләнә. 1989 йылда биология уҡытыусыһы Салауатова Рәмилә Фәхретдин ҡыҙының эш тәжрибәһен өйрәнеү һәм пропагандалау маҡсатында республика кимәлендәге экологик семинар үткәрелә.

1991 йылдың сентябренән Ғәҙелгәрәй һигеҙ йыллыҡ мәктәбе урта мәктәпкә әйләнә. Ошо йылда эшкә Сәғитова Гөлнәзирә Әхтәметдин ҡыҙы һәм Сафина (Ишмөхәмәтова) Әҡлимә Сәғит ҡыҙы эшкә киләләр. Уҡытыу өсөн зданиелар етешмәгәс, буш торған өйҙәрҙән класс бүлмәләре эшләнә. Был йылдарҙа уҡытыусыларға ысын мәғәнәһендә йүгереп йөрөп эшләргә тура килә, сөнки мәктәп бүлмәләре ауылдың өс урынында урынлаша. Шарттар булмаһа ла, уҡытыусылар күңел биреп эшләйҙәр. Урта мәктәптең тәүге сығарылышы 1992 йылдың майында була. Ун беренсе синыфты барлығы алты уҡыусы – Айытбаев Рөстәм, Ғәлина Зилә, Маликов Уйылдан, Сафина Гөләйшә, Сафина Вәсилә, Салауатов Айнур, шуларҙың икәүһе – Айытбаев Рөстәм һәм Салауатов Айнур мәктәпте көмөш миҙалға тамамлайҙар.

1993 йылдың 21 ғинуарында “Шүлгән-Таш”совхозы директоры Йомағужин Рафиҡ Ғылмитдин улы мәктәпте төҙөтөүгә заказчик булып Күгәрсен РАПСО-һы етәксеһе Федоров менән килешеү төҙөйҙәр. Ауылға яңы мәктәп төҙөргә төҙөлөш материалдары һәм техникалар килә башлай. Ләкин был осорҙа СССР-ҙың тарҡалып, системаның юҡҡа сығыуы оҙаҡ йылдарға мәктәпте төҙөү эшен туҡтата.

1994 йылда мәктәптең элекке уҡыусыһы Билалова (Айытбаева) Наилә Уразбай ҡыҙы институтты тамамлап математика һәм информатиканан уҡытырға ҡайта.

1997 йылдың авгусынан Йомағужин Миннәхмәт Ғылмитдин улы урта мәктәптең директоры, уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫар итеп Баййегетова Мәрйенбикә Дәүләтғәле ҡыҙы тәғәйенләнә. Был йылдарҙа Алтыншин Ринат, Сафин Ғәфүр, Сәғитов Садиҡ, Ғиззәтуллин Азамат, Ғәбитов Йосоптар эш башлай. 1998 йылда мәктәп “Шүлгән-Таш” ҡурсаулығы менән килешеү төҙөп, мәктәп мастерскойында ҡурсаулыҡ йорттары һәм контораһы өсөн наличниктар эшләп бирәләр. Был эште хеҙмәт уҡытыусыһы Муллағолов Рөстәм Хәкимйән улы уҡыусылар менән дәрес ваҡытында һәм хеҙмәт практикаһы мәлендә уңышлы атҡарып сыға. Башҡарылған эштәр өсөн ҡурсаулыҡ алты пакет ҡорт бирә. Мәктәптә ошо йылдарҙа “Ҡортсолоҡ” дәрестәре индерелә. Уҡытыусы-ҡортсо итеп Йомағужин Рафиҡ Ғылмитдин улы эшкә алына һәм мәктәп яны умартасылығын үҫтерә башлай. 1998/2000 йылдарҙа яңы мәктәп бинаһын төҙөү эштәре ҡайтанан дауам ителә, бина төҙөлөп бөтөп башы ябыла. 2000 йылдың октябренән мәктәп директоры итеп Сафина Әҡлимә Сәғит ҡыҙы тәғәйенләнә. 2001 йылдан мәктәптә Мостафина Гөлсинә Сабит ҡыҙы, Аллабирҙина Гөлзирә Таһир ҡыҙы, Йосопов Ғайнулла Зәйнулла улы, Хәмиҙуллина Гөлнур Ғәйнулла ҡыҙы, Һөйәрғолова Лилиә Рауил ҡыҙы, Буранова Нуризә Әлхәм ҡыҙы, Хәйбуллина Ләлә Абдулла ҡыҙы, Сафина Нәркәс Салауат ҡыҙы, Йәмғурсин Артур Әхәт улы, Буранбаев Илгиз Даян улы, Сөләймәнова Мәүсилә Нурғәле ҡыҙы, Ҡулбирҙина Йәнгүзәл Ғарифулла ҡыҙы, Ғәлин Йәмил Хәлил улы, Мырҙағолова Гөлзифа Фәнил ҡыҙы кеүек уҡытыусылар төрлө йылдарҙа эшләп китәләр.

Ғәҙелгәрәй мәктәбендә оҙаҡ йылдар эшләгән уҡытыусылар:

Фәттәхова Рәхимә Фәсхетдин ҡыҙы – 1954-1985 йылдар
Солтанова Зифа Рамазан ҡыҙы – 1970-2008 йылдар
Айсығолова Зәйтүнә Мөхәмәт ҡыҙы – 1979-2004 йылдар
Айсығолов Рауил Тимерйән улы – 1979-2002 йылдар
Айытбаев Уразбай Йәғәфәр улы – 1979-1993 йылдар
Айытбаева Фәүриә Мөхтәр ҡыҙы – 1979-1993 йылдар
Йомағужин Миннәхмәт Ғылмитдин улы – 1979-2012 йылдар
Баййегетова Мәрйенбикә Дәүләтғәле ҡыҙы – 1980-2011 йылдар
Ҡаһарманов Фәтих Вәхит улы – 1982-2008 йылдар
Йомағужина Шәһиҙә Мөхәмәт ҡыҙы – 1983-2013 йылдар
Сәғитов Садиҡ Сабит улы – 1983-1984, 1997-2002, 2004-2010 йылдар
Муллағолов Рөстәм Хәкимйән улы – 1984-2010 йылдар
Ишморатова Флүзә Йомағужа ҡыҙы – 1985-2017 йылдар
Хәлитова Сәмәрә Әхәт ҡыҙы – 1986-2010 йылдар
Салауатова Рәмилә Фәхретдин ҡыҙы – 1986-1998 йылдар
Йомағужин Рафиҡ Ғылмитдин улы – 1999-2010 йылдар

2001 йылдың октябрендә яңы мәктәп үҙ ишектәрен аса, һәм коллектив дәртләнеп, илһамланып эшкә тотондо. 2005 йылда Ғәҙелгәрәй урта мәктәбе базаһында республика кимәлендә “Ҡортсолоҡ дәрестәре” буйынса семинар ойошторолдо. Йылына ике-өс фән буйынса район кимәлендәге методик ултырыштар даими үткәрелеп тора.

Уҡыусылар төрлө олимпиадаларҙа, конкурстарҙа, семинарҙарҙа ҡатнашып, призлы урындар ала башланы. Тарих, рус теле һәм әҙәбиәте, Башҡортостан тарихы, башҡорт теле һәм әҙәбиәте, рәсем, черчение, ОБЖ фәндәре буйынса район һәм республика кимәлендәге олимпиадаларҙа яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән уҡыусыларыбыҙ байтаҡ. Сәғитов Әлфир, Мостафин Ғәлим, Айгиз һәм Йәмил Сәғитовтар, Ишмөхәмәтова Әдилә, Файзуллина Айзилә, Йомағужина Нурия районда, Йомағужина Фирүзә, Сәғитова Таңсулпан, Ишмөхәмәтова Рүзилә, Сафина Айһылыу, Йәһүҙина Гөлфинә, Мостафина Резеда, Ғәлина Рүзидә, Байегетов Ришат республика буйынса үткәрелгән олимпиадаларҙа ҡатнаштылар. Етәкселәре: Мостафина Ф.С., Сәғитова Ф.М., Муллағолов Р.Х., Ишморатова Ф.Й., Сәғитов С.С., Айбатова Л.Ғ., Сафина А.С., Ишмөхәмәтова И.Н. “Йыл уҡытыусыһы” конкурсында Йомағужин М.Ғ., Хәлитова С.Ә., Хәмиҙуллина Г.Ғ., Сәғитова Ә.Ғ., Сәғитов С.С., Сөләймәнова М.Н., Ҡулбирҙина Й.Ғ. призлы урындар алды. Ишморатова Флүзә Йомағужа ҡыҙы район буйынса Гран-при яулап республика конкурсында ҡатнашып ҡайтты.

Ишморатова Флүзә Йомағужа ҡыҙы эҙләнеү эштәре алып барып, бай материал туплап мәктәп музейын асыуға, Сәғитов Садиҡ Сабит улы район һәм республика конкурстарында ҡатнашып Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнерлек ОБЖ кабинетын булдырыуға, Сафина Әҡлимә Сәғит ҡыҙы етәкселегендә мәктәп хеҙмәткәрҙәре республика кимәлендә “Иң яҡшы мәктәп ашханаһы” дипломы менән бүләкләнеүгә иреште. Ишмөхәмәтова Илүзә Нуретдин ҡыҙының эш тәжрибәһе район күләмендә генә түгел, республикала ла юғары баһаға лайыҡ булды. “Сулпыҡай” һәм “Шүлгән” ансамбле егеттәре-ҡыҙҙары, Ишмөхәмәтова Әдилә, Сәғитова Нурзидә, Билалова Зөлхизә “Апрель” йыр конкурсында; Ишмөхәмәтова Әдилә, Нурғәлина Ләйсән, Хәкимов Ридан районда, зонала, республикала беренсе, икенсе урындар алып, төрлө дипломдар менән бүләкләнделәр. Ишмөхәмәтова Әдиләнең “Сулпылар“ йыр-моң, “Байыҡ” балалар бейеү конкурстарында ҡатнашып, икенсе һәм беренсе урын алыуы мәктәптең генә түгел, тотош ауылдың да оло бер шатлығы булды.

Һуңғы йылдарҙа “Живая классика” конкурсында ҡатнашҡан уҡыусыларыбыҙҙың беренсе (Ишмөхәмәтов Илназ, Сәғитова Шәүрә), икенсе урын (Билалова Регина, Сәғитова Яҙгөл, Ишмөхәмәтов Илназ), төрлө номинацияларға (Сәғитова Нурзидә, Маликов Денис) эйә булыуы ла мәктәптең баһаһын арттыра. Район ерлегендә үткәрелеп килгән “Урал батыр” республика конкурсында беҙҙең мәктәп уҡыусыларының сығыштары байрамды асыу һәм ябыу сараларын биҙәһә, Сәғитова Шәүрә конкурста ҡатнашып үҙен һынап ҡараны.

Мәктәп һәр ваҡыт эҙләнеү өҫтөндә. Кесе фәндәр академияһы конкурсында уҡыусыларыбыҙ һәр ваҡыт икенсе, өсөнсө урындар, номинациялар алып киләләр. Йомағужин Динислам менән Ишмөхәмәтов Илназ конкурста беренсе урын алған “Атайҙар юлын дауам итеп” проекты менән Рәсәй кимәлендәге конкурста еңеп, “Артек” лагерына бушлай йүнәлтмә менән бүләкләнделәр. Айбатова Лилиә Ғәфүр ҡыҙы етәкселегендә Сәғитов Фәнзил “Родные берега” республика конкурсында өсөнсө урын алһа, Йомағужин Динислам Киров ҡалаһына барып бал ҡортон яҡлап беренсе урын яуланы. Был еңеүе мәктәптең генә түгел, ауылдың һәм райондың да данын күтәрҙе.

1980 йылдан 2018 йылға тиклем 9 йыллыҡ төп белем биреү тураһында таныҡлыҡты 322 уҡыусы, 1991-2011 йылдарҙа 11 йыллыҡ урта мәктәпте тамамлау тураһында 139 уҡыусы ҡулдарына өлгөргәнлек аттестаты алған.

Ғәҙелгәрәй мәктәбендә эшләп йөрөүсе уҡытыусылар:

  • Мостафина Фирҙәүес Сәмиғулла ҡыҙы – 1985 йылдан
  • Сәғитова Фәимә Мөжәүер ҡыҙы – 1986 йылдан
  • Сафина Әҡлимә Сәғит ҡыҙы – 1991 йылдан
  • Сәғитова Гөлнәзирә Әхтәметдин ҡыҙы – 1991 йылдан>
  • Билалова Наилә Уразбай ҡыҙы – 1994 йылдан
  • Сәғитова Әлфиә Ғәндәлип ҡыҙы – 1999 йылдан
  • Айбатова (Ҡонафина) Лилиә Ғәфүр ҡыҙы – 2003 йылдан
  • Ишмөхәмәтова Илүзә Нуретдин ҡыҙы – 2004 йылдан
  • Билалова (Дауытова) Розалия Рәис ҡыҙы – 2004 йылдан
  • Маликова Нурсилә Барый ҡыҙы – 2017 йылдан
  • Бердикаева Нурзидә Ишбулды ҡыҙы – 2017 йылдан

(Миннәхмәт Йомағужин һәмГөлнәзирә Сәғитова төҙөгән материалдар)