Бесәй (йомаҡтар)

Викидәреслек проектынан
  1. Аҡ кейеҙем өҫтөндә
    Мәүли мулла ултыра.
  2. Үҙе суфый, үҙе урлаша,
    Тотоп алһаң, тырнаша.
  3. Аҡ кейеҙем уртаһында
    Ҡуҡрай мулла ултыра.
  4. Туны бар — сапаны юҡ,
    Мыйығы бар, һаҡалы юҡ.
  5. Һике өҫтөндә һимеҙәк.
  6. Һике өҫтөндә бикә биҙәнә лә төҙәнә.
  7. Һике өҫтөндә бикәм,
    Битен йыуа икән.
  8. Аяғы йомшаҡ, мыйығы ҡаты.
  9. Бағрый башлы, быҙ күҙле.
  10. Һике өҫтөндә ҡомғаны,
    Ике күҙен йомғаны.
  11. Мейес башында ҡомған,
    Ауыҙын-күҙен йомған.
  12. Көлдөксәлә ҡомған,
    Ике күҙен йомған.
  13. Үҙе мейес башында,
    Үҙе тун ябынып йоҡлай.
  14. Йөнө йомшаҡ, тырнағы осло.
  15. Бәләкәй генә еңгәм
    Уҡлауын һөйрәтеп йөрөй.