Эстәлеккә күсергә

Бәрәмәс

Викидәреслек проектынан
Муйыл майынан бешерелгән бәрәмес
Бөрйән районының Байназар ауылында йәшәүсе Ҡотлобаева Көнһылыуҙың эше
Бөрйән районының Байназар ауылында йәшәүсе Ҡотлобаева Көнһылыуҙың эше

Бәрәмәс — ҡамыр аҙығы. Өҫтө асыҡ бәлеш. Бәлеш өсөн сөсө ҡамыр алына.

Составы

[үҙгәртергә]
  1. Аҡ он
  2. Эремсек һыуы йәки кефир (ҡаймаҡ һыуын, йәғни май эшләгәндә сыҡҡан айранды ҡулланырға ла мөмкин)
  3. Аш содаһы
  4. Тоҙ
  5. Май (аҡ май, маргарин, үҫемлек майы)

Әҙерләү

[үҙгәртергә]

Эслек өсөн эремсек йәки картуф иҙмәһе алына. Эремсекте тоҙ, ҡаймаҡ ҡушып баҫалар.

Картуф иҙмәһен аҡ май йәки ҡаймаҡ ҡушып эшләйҙәр.

Ингредиенттарҙы (2-5) ҡушып туҡығандан һуң, йомшаҡ итеп ҡамыр баҫыла.

Таба ҙурлығына ҡарап йоҡа йәймә (0, 5см ҡалынлығында) йәйәләр. Эслекте һалып тигеҙләгәс, йәймәнең ситен эскә бөгөп сығалар.

Бәлештең өҫтөн йомортҡа һарыһы менән һылап сығалар. Бәрәмәстең ҙурлығы төрлөсә булырға мөмкин.

Эремсек — дауа

[үҙгәртергә]

Был бик тәмле һәм файҙалы аҙыҡ рационды витаминдар менән байыта. Организмды аҡһым, углеводтар һәм микроэлементтар менән тәьмин итә.

Уның составында булған кальций остеопороздан һаҡлай. Ҡан яһалыуҙа ҡатнашып, анемиянан дауалай. Эремсектәге фосфор менән бергәләп һөлдәнең нормаль формалашыуын тәьмин итә.

Ҡандың нормаль ойошоу һәләтлеген көйләй. Балаларҙы рахит сиренән һаҡлай.

Эремсек эсәктәрҙең перистальтикаһына ыңғай йоғонто яһай. Микрофлораһын тергеҙә, дисбактериоздан һаҡлай.

Унда булған һөт бактериялары В1, В2, С витаминдарын синтезлай, ауырыу тыуҙырыусы бактерияларҙы баҙа торған антибиотиктар етештерә. Организмды токсиндарҙан таҙарта.

А витаминына бай булыуы организмда регенерация процестарын яйға һала. Бигерәк тә, бала организмы үҫешкәндә, уны кәрәкле матдәләр менән тәьмин итеүсе алыштырғыһыҙ аҙыҡ һәм дауа. Ауырлы ҡатыдар һәм бала имеҙеүсе әсәйҙәр өсөн дә бик туҡлыҡлы аҙыҡ.

Эремсек — атеросклероздан, бауыр, йөрәк ауырыу­ҙа­ры­нан да да­уалай.