Гонаһ

Викидәреслек проектынан

Гонаһ — ул Аллаһ тыйған һәм хәрәм тип иғлан иткән ниндәй ҙә булһа бер нәмәне эшләү.

Гонаһтар ике төркөмгә бүленә[үҙгәртергә]

  1. Ҙур гонаһтар
  2. Кесе гонаһтар

Ҙур гонаһтарға шулар инә[үҙгәртергә]

  1. Аллаһҡа ширеҡ ҡушыу - иң ҙур гонаһ. Нимә ул ширеҡ ҡушыу? Йәғни Аллаһҡа тиң бүтән бер зат бар тип һанау һәм шул әйбергә (һынға) табыныу һ.б.
  2. Кеше үлтереү
  3. Намыҫлы бер кешегә яла яғыу
  4. Зина ҡылыу
  5. (Мосолмандар сафында) дезертирлыҡ
  6. Сихыр менән шөғөлләнеү, сихырлау һәм сихырлатыу
  7. Етем баланың малын үҙләштереү (ашау)
  8. Атай менән әсәйҙең теләктәренең шәриғәткә һыйғандарына ҡаршы килеү
  9. Ихрам кейгән килеш ниндәй ҙә булһа берәй гонаһ ҡылыу (Ихрамды мыҫҡыллау, йәғни ихрами-шәрифтә кес кенә гонаһ эшләнһә лә ул ҙур гонаһ һанала)
  10. Рибасылыҡ (аҡсаны бурысҡа биреп торғанда проценттар алыу) менән шөғөлләнеү
  11. Урлашыу
  12. Иҫерткес эсеү

Шәриғәт буйынса әле һанап үтелгән киң дәрәжәлә насар эштәр күп эшләнһә, улар ҙур гонаһ тип һанала. Кес кенә гонаһтар ҙа дауамлы рәүештә ҡылынһа, улар ҙа ҙур гонаһҡа әүерелә.

Гонаһтарҙан ҡотолоу саралары[үҙгәртергә]

Кейемгә йәки бүтән әйбергә ҡунған керҙе һыу һәм һабын ярҙамында таҙартырға мөмкин. Шуның кеүек үк күңелде ҡарайткан, күңелде керләгән һәм Йәһәннәмгә илтеүсе гонаһтарҙан арындыра торған саралар бар. Тәүбәгә килеү, истиғфар һәм, гонаһтарың өсөн үкенеп, күҙ йәштәре ағыҙыу ана шул сараларға инә.

Төп тәбиғи булмышы менән кеше - гүзәл зат. Пәйғәмбәребеҙ саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм, фитрат әзәлдә кешенең көҙгө кеүек таҙа булыуын бәйән иткән. Донъяуи хәлендә кеше күңеленең илаһи паклығына кер төшөртә, нур менән тултырыу урынына ғисъян (бунт) һәм туғъян (ярһыу) һөҙөмтәһендә күңеленә шөбһә, үәсүәсә, фетнә, башбаштаҡлыҡ, кенә, үслек һәм хөсөт кеүек золомло хистәр тултыра. Шулай итеп, ҡурҡыныслы бер сиргә юлыға. Был сирҙән (күңел сиренән) дауаланмаһа, Аллаһтың шәфәғәтенән мәхрүм булып, Йәһәннәмгә илтеүсе юлға баҫа.

Дауаланыу сараһы[үҙгәртергә]

Был сирҙән (күңел сиренән, йәғни гонаһтан) дауаланыу сараһы бар. Тәүбәгә килеү һәм истиғъфар итеү ул. Бигерәк тә күңеленән насар ниәттәрен, хистәрен сығарып ташлап, зарарлы һәр нәмәнән арынып, үкенеп күҙ йәштәрен ағыҙыу дауаланыу сараһы булып тора.

Аллаһты уйлап, Уны зекер итеп, ҡатҡан күңелдәрҙе йомшартыу кәрәк. Керләнгән күңелдәрҙе тәүбә-истиғъфар һәм үкенеү күҙ йәштәре менән паклау тейешле. Шул сағында ғына күңел керлеғенән арынырға, дөрөҫлөк сәләмәтлегенә өлгәшергә мөмкин. Был сәләмәтлек гонаһһыҙлыҡ сәләмәтлеге буласаҡ.