Эстәлеккә күсергә
- Ем-ем итә,
Емелдәп китә.
- Боҙ өҫтөндә болан уйнай,
Ҡойроғонда йылан уйнай.
- Өй башында ялт та йолт.
- Тәңәүелдә тәңре ҡамсыһы.
- Йылтыр, йылтыр, йылт итә,
Йылтырбикә йөн тетә.
- Өнө бар — үҙе юҡ,
Төҙәп атырға күҙе юҡ.
- Ялт-йолт итте,
Йылғаға төшөп китте.
- Ялт-йолт итте,
Тамырланып та китте.
- Ялт-йолт итә,
Ете саҡрым ер китә.
- Ялт-йолт итер —
тейгән ерен юҡ итер.
- Бер күренер — юғалыр,
Тейгән ерен ут алыр.
- Уҡ атылды —
Борсағы сәселде.
- Өй түбәмдә сатлы ҡамсы.
- Өй түбәмдә сатлы-сотло тимерсыбыҡ.
-