Мең дә бер күҙәтеүем/6

Викидәреслек проектынан

6-сы күҙәтеүем[үҙгәртергә]

Кеше асылы һөйләгән һүҙендә түгел, ә башҡарған ғәмәлендә күренә икән. 2014 йылдың 9 майында ғаиләм менән атаҡлы башҡорт йырауы, билдәле яҙыусы Спартак Илъясовҡа ҡунаҡҡа барҙым. 10 майҙа аҡай беҙҙе Әүештауҙағы әүлиә шишмәһенә алып барҙы. Унда беҙҙе сәйер күренеш ҡаршыланы: Силәбе өлкәһенән килгән әллә ниндәй ят кешеләр законһыҙ рәүештә тауға менә торған юлға машиналарын ҡуйып, килгән һәр кешенән аҡса түләтеп үткәреп торалар икән. Ҡулдарында документ-фәләндәре юҡ. Спарткак аҡай 10 минут эсендә тау итәгенә халыҡты йырҙыртты. Йөҙләгән кеше килде. Шундуҡ йыйынды башлап ебәрҙе һәм халыҡты тауыш бирҙерттереп “күршеләрҙең” ғәмәлен башбаштаҡлыҡ тип танып, уларҙы ҡыуып ебәрергә тигән ҡарар ҙа сығарттырҙы. Шунан өфәндәй буйлы иллеләп ир-ат тегеләрҙең юлға арҡыры ҡуйған машиналарын күтәреп алып соҡорға ташланы. Машина хужалары саҡ ҡасып ҡотолдо... Ана шундай ул Спартак аҡайыбыҙ! Уға уҙған йылдың 4 ноябрендә 75 йәш тулды. Мин уға арнап ошо шиғырҙы яҙҙым:

Спартак ихтилалы

Һәр саҡта ла ул йүнәлтә Тарихҡа иғтибарын. Ул башҡорттоң донъяһында Спартак ихтилалы!

Гел унлыҡҡа тейә уғы, Ҡоростай ихтыярлы. Тарих һабағын биреүҙә Спартак ихтилалы.

Гел еңеүсе, унда һис юҡ Еңелеү ихтималы. Рух көрәше феномены – Спартак ихтилалы.

Тауышында тарих илай, Моңдары “эх”, тимәле... Ул – Табын ҡағанатының Спартак ихтилалы.

Октябрҙәр кәрәк түгел Һәм уның инҡилабы. Барһа әгәр йөрәктәрҙә Спартак ихтилалы.