Сыр

Викидәреслек проектынан

Кәрәкле аҙыҡ-түлек[үҙгәртергә]

  • 1 биҙрә һөт (10л)
  • 3 йомортҡа
  • 250 г аҡ май
  • 1 ҡалаҡ сода

Әҙерләү ысулы[үҙгәртергә]

1 биҙрә һөт ике көндә ойой, күпсеп сыға. Һөттө тоҡта һарҡытырға. Кире кәстрүлгә ҡойоп, өҫтөнә сыҡҡансы бер аҙ яңы һөт өҫтәргә. Утта ҡайнатырға. Ҡайнап сыҡҡас, тағы һарҡытырға. Һыу ҡалырға тейеш түгел.

Һыуығас, 3 йомортҡа, 250г аҡ май, 1 ҡалаҡ сода өҫтәргә. 20-30 минут дауамында болғайбыҙ. Шунан быу өҫтөндә «мунса» эшләп, тағы 30 минут буйы болғарға. Ҡуйы ҡаймаҡ һымаҡ була, ҡалаҡҡа эйәреп торһа — әҙер. Майлы һауытҡа бушатырға һәм һыуытҡысҡа ҡуйырға.